

Өфө вуз-ара кампусында «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы үтте."Икенсе старт" номинацияһында МХО ветерандары ҡатнашты. Был һынауҙа республиканың төрлө ҡалаларынан һәм райондарынан 18 яугир көс һынашты. Улар араһында — беҙҙең хәрби хәрәкәттәр ветераны, Баймаҡ ҡалаһында тыуып үҫкән Федоров Фәрит Алексеевич та булды.
Фәрит Алексеевич Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ольга Николаевна Кабанованан «һөнәре буйынса иң яҡшыһы» Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Федоров Фәрит Алексеевич, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, хәрби хәрәкәттәр ветераны, сикләнгән йәшкә еткәс демобилизациялана, «Хәрби туғанлыҡ» Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы һәм «МХО ветерандары Ассоциацияһы»ағзаһы.
Яугир Баймаҡ районы Аҡморон ауыл биләмәһе Комсомол ауылында интернациональ ғаиләлә тыуған: атаһы — сыуаш, әсәһе — башҡорт. Ауылдың һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡый, Йылайыр районы Юлдыбай ауылының профессиональ училищеһында урта махсус белем ала. Тракторсы-машинист, электрик, В һәм С категориялы водитель һөнәрҙәренә эйә. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Фәрит Алексеевич тыуған ауылы Комсомол совхозында тракторсы сифатында башлай. Һуңынан Баймаҡ ҡалаһына күсеп килә, Унда Баймаҡ ҡойоу — механика заводында (БЛМЗ) электрик булып эшләй.
Яугиргә иҫәнлек-һаулыҡ, тик бәхеттәр теләйбеҙ!