

Беренсе Этҡол урта мәктәбендә махсус хәрби операция зонаһында ҡатнашыусы ауылдашыбыҙ Үтәғолов Вилюр Әғләм улының яҡты иҫтәлегенә волейбол ярышы үткәрелде. Был сара Вилюрҙың ата-әсәһе, туғандары тарафынан ойошторолдо. Бигерәк тә, ҡустыһы, «Хәрби туғанлыҡ» бөтә Рәсәй ветерандар йәмәғәт ойошмаһының Баймаҡ ҡалаһы бүлексә вәкиле Исмәғилев Илнур Сәфәр улы көс һалды.Ярышта мәктәп уҡыусылары, Беренсе Этҡол, Ғәҙелбай ауылы егеттәре етеҙлектә көс һынашты. Шулай уҡ Баймаҡ ҡалаһы һәм районы пограничниктар үҙәге егеттәренең ҡатнашыуы, сараға мәртәбә өҫтәне. Сәмле, күңелле уйындан барлыҡ командалар ҙа Маҡтау ҡағыҙҙары, бүләктәр алып таралышты.Ярышты юғары кимәлдә ойошторолған өсөн мәктәптең физик культура уҡытыусыһы Рәсих Рәсүл улына Рәхмәт хаты тапшырылды. Шулай уҡ батыр егет- Вилюр Әғләм улының яҡты иҫтәлеген хөрмәтләп килгән барлыҡ егеттәргә лә рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә. Ярышта ҡатнашыусылар һуғыштың тиҙерәк тамамланыуын, илебеҙгә тыныслыҡ килеүен теләп таралыштылар.