Баймаҡ - Луганск юлдары, бараһы ла бараһы

Ҡайтышлай Ростов өлкәһендә урынлашҡан батальонға һуғылдыҡ. Был батальон махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы частәрҙе төрлө кәрәк-яраҡ менән тәьмин итә. Бында тағы бер яҡташыбыҙ Буранбай ауылы егете подполковник Алтынбаев Илмир Хәлим улы хеҙмәт итә. Ул беҙҙе ихлас ҡаршы алды, мунса яғып төшөрҙө, ял иттерҙе. Аҙаҡтан үҙенең хужалығы менән таныштырҙы һәм ошолай егеттәрҙе ярҙамдан ташламай тырышып йөрөүегеҙ өсөн тип, Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Алға ҡуйған ниәттәр үтәлгәс, ҡайтыр юлға сыҡтыҡ. Әлхәмдүлилләһ, 5 мең саҡрымлап юл үтеп, аҙна тигәндә имен-һау ҡайтып төштөк.

Баймаҡ – Луганск юлдары, бараһы ла бараһы...

Сыңғыҙ ауылынан Уразбаев Ҡәйүм Рәжәп улының юлъяҙмалары

Был яҙма күптән донъя күрергә тейеш булғандыр. Шулай ҙа был юҫыҡтағы репортаждар күп донъя күргәс, ул күңел кисерештәрем булып ҡала килде. Әммә шул мәлдән юғалтҡан арҙаҡлы ир-егеттәребеҙҙе иҫләү, яугирҙәребеҙгә ярҙам ойошторған изге күңелле яҡташтарыбыҙға рәхмәт һүҙҙәрен еткереү өсөн шул мәлгә әйләнеп ҡайттым...

2024 йылдың 26 мартында республика ойошторған сираттағы гуманитар конвой менән юлға сығыу маҡсатында Баймаҡтан Өфөгә юл тоттоҡ. Баймаҡ - Өфө юлдарын имен-аман ғына үтеп, Өфөләге “Башсельхозтехника” базаһына барып еттек һәм 27 мартта тантаналы рәүештә юлға оҙатылдыҡ. Беҙҙе Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары Ирек Сәғитов хәйерле юлдар теләп оҙатып ҡалды. Бөтә республика буйынса йыйылған 12 фура юлға сыҡты. Фураларға предприятие, ойошмаларҙан, шәхси эшҡыуарҙарҙан йыйылған гуманитар ярҙам тейәлгән ине. Әйтеп үтергә кәрәк, ауылдашым, Сыңғыҙ ауылынан йәш эшҡыуар Мораҙым Рәжәпов күсереп йөрөтмәле ике мунса эшләп ебәрҙе һәм таҡта материалдары тейәтте. Шундай йәштәребеҙ булыуына ғорурлыҡ тойғолары кисерҙем.

Көндәр буранлы торҙо. Татарстанда ла, Самарала ла ҡар яуа ине. Тольятти, Жигулевск ҡалаларын үткәс, буран башланды. Оҙайлы саҡрымдарға һуҙылған “пробка”ларҙы беҙҙе оҙатып барған МЧС экипажының оператив эшләүе арҡаһында йырып сығып, алға юлды дауам итәбеҙ. Ошо урында ябай ғына күренгән аппарат-рацияның егеттәргә ныҡ ярҙам иткәнен тояһың...

Сызрань ҡалаһын да үттек. Буран һаман өрөп тора, юл тайғаҡланды (гололед). Төньяҡтан әсе, көслө ел иҫә. Туҡтап торабыҙ... Күпмелер ваҡыттан юл асыла һәм беҙ ҡуҙғалабыҙ. Маршртут буйынса ялға туҡтай торған урынға тиклем 54 саҡрым юл үтәһе бар әле. Ниһайәт, “Сказка” тип аталған кафеға килеп етеп туҡтаныҡ. Ял итеп, ҡатҡан тәндәрҙе яҙып алдыҡ.

Юлыбыҙ Саратов өлкәһе аша үтә. Картанан Саратовҡа тиклем 160 саҡрым ҡалған икән тип билдәләп барам. Ваҡыт үткәрергә, ориентир тоторға замана приборҙары - кәрәҙле телефондар, интернет, навигаторҙар ныҡ ярҙам итә, әлбиттә.

Имен генә Волгоград ҡалаһына етеп киләбеҙ. Дон йылғаһы аша үттек. 28 мартта Мәскәү ваҡыты менән 22.26 сәғәттә Рәсәй - Украина сиген үтәбеҙ. Артабан Луганск өлкәһенең Антрацит ҡалаһына табан юлландыҡ. Ниһайәт, 23.30 сәғәттә базаға килеп етеп туҡтаныҡ. Ул-был итеп, урынлашып бөттөк. Төнгө 2.00 тирәһендә шофер егеттәр менән сәй эсеп алдыҡ. Шул ваҡытта үҙебеҙҙең Сыңғыҙ егете Тимерйән Рәжәп улы Рәжәпов менән Фәиз ҡайнаға килеп, Петровск ҡалаһына алып китте. Унда мама Таняның өйөнә барҙыҡ, шунда йоҡланыҡ. Иртәгеһенә, 29 мартта, легендар генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың исемен йөрөткән 22-се Петровск урта мәктәбенә юл тоттоҡ. Мәктәп уҡытыусылары беҙҙе ихлас ҡаршы алды, улар менән матур әңгәмәләштек, фотоға төштөк.

Сәғәт 10.00 тирәһендә 128-се полк егеттәре передовойҙан базаға килеп етте. Уларға инселәп алып килгән посылкаларҙы таратып биргәс, Луганск ҡалаһы аша Новоайдарға юл тоттоҡ. Новоайдарҙа яугир егеттәр менән аралашып, посылкаларын таратып биреп хушлашҡас, Красный лучҡа базаға ҡайттыҡ.

31 мартта иртәнсәк Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың һәләк булған еренә - “Үлемһеҙлек бейеклеге” (Высота бессмертия) тип аталған урынға юл алдыҡ. Ҡалҡыулыҡта генерал Шайморатовтың бюсы әллә ҡайҙан күҙгә ташлана. Был һәйкәл ауылдашыбыҙ Тимерйән ағай Рәжәповтың идеяһы буйынса эшләнә. Уны Луганск Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаты эшҡыуар Г.З. Наден үҙенең төҙөлөш компанияһында эшләткән. Бюсты скульптор Салауат Щербаков бушлай эшләп бирә, постаментын Михаил Сердюков бүләк итә. Бюсты урынлаштырыуҙа Шайморатов исемендәге мәктәп директоры Гөлназ Серова һәм Луганск Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаты Сергей Серовтың ярҙамы ҙур була.

Бюст торған урын матур итеп уйлап эшләнелгән. Баҫҡыс буйлап аҫҡа төшһәң, яр аҫтында ташҡа уйып яҙылған иҫтәлекле ер бар. Таштарҙы уйып, “Здесь 23.03.43 г. героически погибли генерал-майор Дудко С.И., генерал-майор Шаймуратов М.М” тигән һүҙҙәр яҙылған.

Эргәһендә уңайлы ғына майҙансыҡ та эшләнгән. Майҙансыҡҡа төшкәс, район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев “Шайморатов генерал” йырын һуҙып ебәрҙе. Уға бөтәбеҙ ҙә ҡушылдыҡ. Был майҙансыҡта күмәкләп фотоға төштөк, тарих биттәрен аҡтарҙыҡ. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ошо ерҙә яуҙа йөрөгән олатай-ҡартатайҙарыбыҙҙың, ауылдаштарыбыҙҙың рухтары беҙгә рәхмәт әйткәндәй тойғолар кисерҙек. Бер аҙҙан ҡайтыр юлға йыйындыҡ.

Машиналарға ултырырға ғына торһаҡ, Сережа исемле бер ир уҙаманы яныбыҙға килеп етте. Ул ошо бейеклектә барған һуғыш хаҡында бик тә мауыҡтырғыс итеп һөйләп бирҙе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ваҡыт яғы бик тар булыу сәбәпле, беҙ Сережаны ҡалдырып юлға сығырға мәжбүр булдыҡ.

Красный Луч ҡалаһында беҙҙе 428-се полк егеттәре көтөп тора ине. Уларҙың араһында ауылдашым “Ахмет” позывнойлы Сыңғыҙ егете ИлшатАзамат улы Әхмәтов та бар ине. Ҡыуаныстан ҡосаҡлашып, күрешеп алдыҡ. Һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәй кеүек... Әммә һәр кемдең ваҡыты сикле. Шуға күрә лә тиҙ арала егеттәр менән посылкаларҙы ике УАЗ-ик машинаһына тейәнек. Улар Баймаҡ районы халҡына бик ҙур рәхмәттәрен еткереп, ҡыуанышып ҡайтып китте. Тағы ла бер яҡташыбыҙ, Буранбай ауылы ҡыҙы Алһыу Шәрәфетдиноваға ярҙамыбыҙ бар ине. Ул килеп, Мораҙым эшләгән бер мунсаны һәм Ярат мәктәбе коллективы үргән маскировка селтәрҙәрен алды. Баймаҡ халҡына сәләмдәрен еткереп, күтәренке кәйеф менән хеҙмәт иткән еренә юлланды. Посылкаларҙы тапшырғас, бер аҙ бушаныҡ һәм Петровск ҡалаһындағы “Башҡорт атлылары” скверында булдыҡ. Бынан тыш, Красный Луч ҡалаһындағы Советтар Союзы Геройы Сафа Хәсәнов исемен йөрөткән 29-сы мәктәпкә лә инеп сыҡтыҡ.

Ер аяғы ер башында ятҡан Луганск ерендә башҡорт халҡының батырлыҡтарын иҫләүҙәренә, улар тураһындағы яҡты иҫтәлектәрҙе ҡәҙерләп һаҡлауҙарына хайран ҡаламын. Ҡайҙа ҡарама башҡорт рухы! Мәктәптәр беҙҙең батырҙарҙың исемен йөрөтә, сквер беҙҙең башҡорт атлыларына арналған, хатта “Үлемһеҙлек ҡалҡыулығы”нда ла башҡорт батырына һәйкәл ҡуйылған!

Миссия тамам. Тыуған яҡтарға ҡайтһаҡ та була. Шулай ҙа, тамамланмаған бер эш бар ине әле. Тағы ла бер ауылдаш ағайыбыҙҙы - “Чингиз” позывнойлы Ғәлимйән Усмановты табырға тигән теләк менән Донецк ҡалаһына юл тоттоҡ. Ғәлимйән ағай Афған яуын үткән ветеран, үҙ теләге менән егеттәргә ярҙам итергә юлланғайны, әле госпиталдә ята икән. Снежное ҡалаһына килеп еткәс, ЛНР менән ДНР сигендәге блокпост аша үттек. Артабан инде ҡала өҫтөнә ҡала төҙөлгән тиергә була. Бында бер ҡала менән икенсе ҡаланы айырып торған ер юҡ. Береһе бөтөүгә икенсеһе башлана. Снежное, Торез, Шахтерск, унан Донецк.

Донецк – бик ҙур ҡала икән. “Чингиз”ды эҙләп госпиталгә барҙыҡ, уның һул ҡулы ныҡ ҡына яраланған, ҡыбырлата алмай булып сыҡты. Күрешеп, хәлен белеп, күстәнәстәрҙе тапшырғас, “Чингиз” үҙҙәренең йәшәгән ерҙәренә алып барҙы. Бында атыш тауыштары ишетелеп тора. Шулай ҙа йәшәү дауам итә. Һәр кем көн итергә, тормош көтөргә тырыша, үҙ йүнен үҙе күрә.

Нисектер шулай тура килде, теүәл бер йылдан, 2025 йылдың 26 мартында тағы ла Донецк яғына командировкаға сығырға тура килде. Был юлы Таулыҡай ауыл Советы депутаттары Илгиз Әхмәтов һәм Юлдаш Шәйхисламов менән еңел машинала юлландыҡ. Былтыр үткән юлдарҙан имен-аман үтеп, Таулыҡай ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарҙан (Сыңғыҙ, Буранбай, Таулыҡай) МХО-ла ҡатнашҡан егеттәргә посылкалар алып барҙыҡ.

Яу юлында йөрөгән егеттәрҙән Сыңғыҙҙан Әхмәтов Илшат Азамат улын ғына күрә алдыҡ. Уразбаев Ислам Рәфҡәт улы, Усманов Ғәлимйән Зариф улы, Үҙәнбаев Наил Фитрат улы, Рәжәпов Тимерйән Рәжәп улы передовойҙа булып сыҡты. Уларға тип тәғәйенләп алып килгән күстәнәстәребеҙҙе базала егеттәргә ҡалдырып киттек.

Ҡайтышлай Ростов өлкәһендә урынлашҡан батальонға һуғылдыҡ. Был батальон махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы частәрҙе төрлө кәрәк-яраҡ менән тәьмин итә. Бында тағы бер яҡташыбыҙ Буранбай ауылы егете подполковник Алтынбаев Илмир Хәлим улы хеҙмәт итә. Ул беҙҙе ихлас ҡаршы алды, мунса яғып төшөрҙө, ял иттерҙе. Аҙаҡтан үҙенең хужалығы менән таныштырҙы һәм ошолай егеттәрҙе ярҙамдан ташламай тырышып йөрөүегеҙ өсөн тип, Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Алға ҡуйған ниәттәр үтәлгәс, ҡайтыр юлға сыҡтыҡ. Әлхәмдүлилләһ, 5 мең саҡрымлап юл үтеп, аҙна тигәндә имен-һау ҡайтып төштөк.

Егеттәребеҙгә түҙемлек, сәләмәтлек, ҡоростан ныҡ нервылар һәм Аллаһы тәғәлә ярҙамын теләйбеҙ.

Яҙманы баҫмаға Миләүшә Юлдашбаева әҙерләне.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас