Һаҡмар
+10 °С
Облачно
Антитеррор
Барыһы ла Еңеү өсөн
5 Декабря 2025, 03:35

Афарин, ишейҙәр!

Ишейҙәр яугирҙәргә вакуум һауыттарҙа  41 һауыт рассольник, 6 банка тоҙло кәбеҫтә әҙерләне...

Ишей ауылы халҡы яугирҙәргә гуманитар ярҙам ебәреүҙә һәр саҡ әүҙем ҡатнаша. Ирекмәндәр штабында көнө буйы эш ҡайнай: ауыл халҡы селтәр үрә, аҙыҡ-түлек, көндәлектә ҡулланған кәрәк-яраҡ алып килеп тапшыра. Ошо көндәрҙә ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары вакуум һауыттарҙа 41 һауыт рассольник, 6 банка тоҙло кәбеҫтә әҙерләне. 

"Илебеҙҙә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашып, яугирҙәребеҙ имен-һау ҡайтһындар", - тигән изге теләктәрен дә еткерҙе улар. Амин, шулай булһын!

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас