Һаҡмар
+10 °С
Облачно
Антитеррор
Барыһы ла Еңеү өсөн
2 Декабря 2025, 10:48

"Айыуҡай" ҙар изге эштән ситтә ҡалманы

Ҡаланың "Айыуҡай" балалар баҡсаһы яугирҙәргә бик күп итеп гуманитар ылау әҙерләне. Улар араһында бишбармаҡ, быҡтырылған ит, сәк-сәк, киптерелгән ҡорот, бал һәм башҡа аҙыҡ-түлек, медикаменттар, йылы ойоҡбаш һәм бейәләйҙәр, шапка, трико, көнүреш әйберҙәре бар ине.

Ҡаланың "Айыуҡай" балалар баҡсаһы яугирҙәргә бик күп итеп гуманитар ылау әҙерләне. Улар араһында бишбармаҡ, быҡтырылған ит, сәк-сәк, киптерелгән ҡорот, бал һәм башҡа аҙыҡ-түлек, медикаменттар, йылы ойоҡбаш һәм бейәләйҙәр, шапка, трико, көнүреш әйберҙәре бар ине. Йыйылған ярҙам район үҙәгендәге ирекмәндәр төркөмөнә тапшырыласаҡ.

Балалар баҡсаһы мөдире Рәзинә Байегетова изге эшкә үҙ өлөшөн индергән коллегаларына, тәрбиәләнеүселәрҙең ата-әсәләренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. "Берҙәмлектә - көс. Һәр саҡ әлегеләй бергә һәм берҙәм булайыҡ", - тине Рәзинә Мөнир ҡыҙы. Афарин, "Айыуҡай"ҙар!

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас