Улдары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугир әсәләре оло ихтирамға, иғтибарға, хөрмәткә лайыҡ. Шундай әсәйҙәрҙең береһе - Беренсе Этҡол ауылында йәшәүсе Ғәйниә Үтәғолова тураһында булыр һүҙем. Был апай менән Беренсе Этҡол ауылында ошо ауылда тыуып үҫеп, Афған, Чечен һуғыштарында, махсус хәрби операцияла ҡатнашып батырҙарса һәләк булған ир-егеттәргә арнап асылған «Хәтер аллеяһы»нда танышҡайныҡ. Улдары Вилүрҙең фотоһүрәтен күкәрәктәренә ҡыҫып, уның иҫтәлегенә бағышлап ҡарағай ағастары ултыртҡан Ғәйниә менән Әғләм Үтәғоловтар янына барып, һүҙҙе нимәнән башларға ла белмәнем...
«Улығыҙҙың урындары ожмах түрендә булһын. Һеҙгә сабырлыҡ теләйбеҙ. Мөмкин булһа, улығыҙ тураһында һөйләп үтә алмаҫһығыҙмы икән?» - тигән һорау менән мөрәжәғәт иттем.
«Вилүр бала саҡта йыуаш, аҡыллы, тырыш бала булды. Йыр-моң яратты. Уның сәнғәткә ғашиҡ булыуын күреп атаһы улыбыҙ беренсе класта уҡығанда уға гармун бүләк итте. Балаҡайым шул тиклем ҡыуанғайны. Хәбир ҡустым үҙенә саҡырып, гармун уйнау нескәлектәренә төшөндөрҙө, көйҙәр өйрәтте. Шунда ул ике көй уйнап өйрәнде. Бала саҡтан йәш сағына тиклем гармунын ҡулынан төшөрмәне. Кисен клубҡа сыҡһа ла, мәктәптә берәй сара үтһә лә алып йөрөнө. Өфөгә эшкә барғанда юғалтты. Аҙаҡ, 40 йәше тулғанда, тыуған көнөнә тип атаһы йәнә гармун бүләк итте. Уны инде ҡәҙерләп һаҡланы, юғалып ҡуйыр, тип ҡырға алып йөрөмәне», - тип хәтер ептәрен һүтте әсә.
Вилүр Әғләм улы 1-8 -се кластарҙа Беренсе Этҡол мәктәбендә белем ала. Артабан 10-11-се кластарҙы ошо уҡ ауылда компьютер лицейында уҡый.
Яратҡан шөғөлө - гармунда уйнау булһа, яратҡан фәне - математика һәм физика була. Бирелгән өйгә эштәрҙе әҙерләүгә шул тиклем яуаплы ҡарай ул. Хатта нимәлер аңлашылып етмәһә, уҡытыусының өйөнә барып, һорауҙарын биреп, аңлап, эшләп ҡайтыр булған.
Теүәл фәндәрҙе яратҡан егет мәктәпте тамамлағас уҡыуын Йылайыр совхоз техникумында дауам итә, бухгалтер һөнәрен үҙләштерә. Ҡулына диплом алғас хеҙмәт юлын үҙенең тыуған ауылының «Алға» колхозында бухгалтер булып башлай. Күпмелер ваҡыттан хәрби хеҙмәткә алына. Әрмегә барыуын ул түҙемһеҙлек менән көтә, ир-егеттәр өсөн оло ғорурлыҡ тип ҡабул итә. Ҡырҙа уҡығанында ла саҡырыу ҡағыҙы килмәнеме әле, тип өйөнә йыш шылтыратыр булған. Ике йыл Алыҫ Көнсығыш яғында Биктин ҡалаһында хеҙмәт итә Вилүр. Уның намыҫлы хеҙмәт итеүен дәлилләп ата-әсәһенә хәрби частан бик күп Рәхмәт хаттары килә.
Әрменән ҡайтҡас бер аҙ Сибайҙа, артабан Өфөгә эшкә юллана. Баш ҡалала үҙ эшен асып, бригадаһын төҙөп, евроремонт менән шөғөлләнә. Ғаилә ҡороп, шунда төпләнә.
Махсус хәрби операция башланғандан һуң үҙендә тынғылыҡ тапмаған егет йәйге ялға ҡайтҡанында ата-әсәһенә контракт төҙөп яуға барыу теләген белдерә. Улдарының был аҙымына шаңҡып ҡалған ҡәҙерле кешеләрен «әсәй, атай, унда минең таныш егеттәрем күп. Мин улар менән бергә булырға тейешмен. Борсолмағыҙ, барыһы ла яҡшы булыр», - тип йыуата. Ләкин өмөттәр аҡланмай. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды, тип йөрөгәнендә, дошман пуляһы уның ғүмерен өҙә...
«Мөмкинселеге булһа, телефондан видео аша һөйләшеп торҙоҡ. Ауылдаштарының, туғандарының, уларҙың балаларының хәле менән ҡыҙыҡһынып торҙо. Туғандарының бәләкәс балаларын бигерәк ярата ине. Ауылда сағында уларҙы урманға, матур урындарға экскурсияға йыш алып йөрөнө. Яу яланында ла шуларҙың ҡыҙыҡтарын һорашып, ҡыуанып аралаша ине...
Мәрхүм булғандан һуң улымды яу яланынан алып сыҡҡан иптәштәренә ҙур рәхмәтлебеҙ. Алып ҡайтып, матур итеп тәрбиәләп, һуңғы юлға ҡәҙерләп оҙаттыҡ. Тыуған яғына ҡайтып ятты. Тик күңел барыбер ышанып етмәй. Тауышы ҡолаҡҡа салынған һымаҡ. Ишек асылыр ҙа, шат йылмайып ҡайтып инер кеүек», - тине йәш йәштәренә ирек биреп яугир әсәһе.
Вилүрҙең әсәһе Ғәйниә Әмир ҡыҙы менән атаһы Әғләм Мөхитдин улы икеһе лә Беренсе Этҡол ауылында тыуып үҫкән. 1976 йылда ғаилә ҡороп биш балаға: ике улға һәм өс ҡыҙға ғүмер бүләк итәләр. Ғәйниә Әмир ҡыҙы оҙаҡ йылдар «Алға» колхозында һауынсы булып эшләй. Уның был өлкәләге хеҙмәт стажы - 36 йыл. Ә ғаилә башлығы 20 йылға яҡын ошо уҡ колхозда урман ҡырҡыу бригадаһында эшләй.
Үтәғоловтар балаларын да үҙ өлгөләрендә тырыш, хеҙмәт яратыусан итеп тәрбиәләй. Әле өлкән ҡыҙҙары Гөлсөм Беренсе Этҡолда, Гөлнара - Баймаҡта, Рәүилә - Ишмырҙа ауылында йәшәй. Улдары Мөнир, үкенескә ҡаршы бик йәшләй 22 генә йәшендә мәрхүм була.
«Ҡыҙҙарыбыҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ, бүлә-бүләсәрҙәребеҙ - иң ҙур байлығыбыҙ. Вилүрҙең бер ҡыҙы, бер улы ҡалды. Улы шул тиклем атаһына оҡшаған. Улыбыҙҙың төҫө, тип шуларға ҡарап йыуанабыҙ», - тине ата-әсә.
Ғәйниә Әмир ҡыҙына, улдары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан барлыҡ әсәйҙәргә сабырлыҡ, рух ныҡлығы теләйбеҙ. Йорт-илдә тыныслыҡ урынлашып, барыһына ла яҡындары янына имен-һау ҡайтырға яҙһын.
Альбина БАЙЕГЕТОВА.