Һуңғы раузалар...
Билал ауылынан Динислам Сирусин бәләкәй саҡтан килгән хыялын ҡырҡа үҙгәртеп, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге Өфө кадет училищеһына уҡырға инә. Бөгөн ул 9-сы класс кадеты. Быны ул махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған атаһының юлын дауам итергә теләүе менән аңлата.
- Әсә кеше булараҡ, әлбиттә, мин тәүҙә ҡаршы булдым, - тине Гөлнәфис Сирусина. – Донъялар ҙа һаман тыныс түгел бит. Шуныһына бигерәк хафаланам. Улым менән икәүләп ултырып һөйләшкәс, уның ҡарарын хөрмәт итеп, юлына арҡыры төшмәҫкә булдым. Үҙенә ҡарар ҡабул итергә кәңәш бирҙем. Һөҙөмтәлә ул бөгөн Өфө кадет училищеһы кадеты. Атаһы кеүек ул да көслө характерлы. Алдына алғанын барыбер ҙә ҡуймай эшләйәсәк. Шуның өсөн дә Динислам улымдың әсә ризалығы менән уҡырға инеүен теләп, ризалаштым.
Махсус хәрби операция башланғас, Рәдиф Мөхтәр улы Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөү ниәте барлығын белдерә. Гөлнәфис тормош иптәшен фронтҡа ебәрмәҫ өсөн уны һәр яҡлап туҡтатып килә. Ә ул хәрби хеҙмәтте һауа-десант ғәскәрендә үтеүен белдереп: “Кем, әгәр беҙ түгел икән”, - тип, ғаиләһен мөһим был ҡарарына әҙерләй. Һүҙ юҡ, яҡындары ҡәҙерле кешеләренең был аҙымын ауыр кисерә. 2023 йылда өлкән улдары өйләнеп, үҙ тормошон булдыра. Бер аҙҙан улар ғаиләләренең тулыланыуын көтә башлай. Шул ваҡытта Рәдиф Мөхтәр улы тормош иптәшен ҡосоп: “Ҡартатай булғас та фронтҡа юлланасаҡмын. Бер-бер артлы бәләкәстәр үҫә. Мин йәшәгән кеше, тәжрибәм дә бар. Ә һуғыш тиҙ генә бөтмәйәсәк. Мин унда кәрәгерәкмен”, - тип ныҡлы ҡарарын белдерә.
- 2024 йылдың мартында ейәнсәребеҙ тыуҙы. Шуны ғына көткәндәй, Рәдиф йыйына башланы. Миңә уға ярҙам итергә генә ҡалды. 46 йәше тулған, айыҡ аҡыл менән ныҡлы ҡарарға килгән Рәдифемдең теләгенә ҡаршы торорлоҡ башҡаса көсөм юҡ ине, - тип күҙ йәштәренә ирек бирҙе Гөлнәфис. – Ҡорбан салдырып, аят уҡыттыҡ. Кәрәк әйберҙәрен төйнәнек.
Рәдиф Сирусин махсус хәрби операция барған биләмәһенә Өфө аша тәүҙә Екатеринбург ҡалаһына юллана. Артабан уны Дондағы Ростов яғынан Луганс Халыҡ Республикаһына ебәрәләр. Унда ике аҙна хәрби әҙерлек үтә. Уларҙың төркөмөн Авдеевка йүнәлешендә барған яуға оҙатырға тейеш булалар. Ләкин Рәдиф Мөхтәр улының, өлкән сержант званиеһы булыуын иҫәпкә алып, уның бер үҙен айырып алып, йәп-йәш кенә егеттәрҙе тапшырып, взвод командиры итеп ҡуялар. Уларҙы ул хәрби алыш алып барыуға әҙерләргә тейеш була.
- Миңә тапшырылған егеттәремә ҡарап, ҡурҡып ҡуйған саҡтар күп булды, тип һөйләгәйне миңә Рәдиф, - тине Гөлнәфис быға асыҡлыҡ индереп. - Йәш кенәләр, башлыса 1991 йылғылар. Ләкин уларҙың йөҙөндә шундай етдилек, илһөйәрлек тойғолары күреп, ғорурланам. Шундай етеҙ, ҡыйыуҙар, тип әйтә торғайны. Яугирҙәр командирҙарын яҡын күреп “Батя” тип йөрөтһәләр ҙә уның позывнойы “Кузнец” ине. Күп тә үтмәй, улар яуға инә. Алғы һыҙыҡҡа инер алдынан, әгәр ҙә бер ай минән хәбәр булмай торһа, ҡурҡынысы юҡ. Оҙағыраҡ бәйләнешкә сыҡмаһам, эҙләй башла, тигәйне ул. Был көн 23 апрель ине. Бер ай көттөм дә, 23 майҙан Рәдифемде эҙләй башланым. Бәлки, рацияһы һүнгәндер, бәлки, ул яҡтарҙа кәрәҙле бәйләнеш юҡтыр, тип балаларымды ла, үҙемде лә йыуаттым.
Ысынлап та, Гөлнәфис Сирусина үҙенең яугирен эҙләп ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итмәй. Беренсе булып мобилизация менән шул тарафтарҙа йөрөгән кейәүе аша белешә. Ул Рәдиф Сирусиндың командование менән һуңғы тапҡыр 29 апрелдә бәйләнешкә сығыуын белдерә. Шулай уҡ уның госпиталдә, тигән хәбәре лә килеп еткәс, Гөлнәфис ҡулынан телефонын төшөрмәй, кәрәкле бөтә урындарға ла шылтыратып эҙләү һала. Бәлки, пленға эләккәндер, тигән уй менән социаль селтәрҙәрҙән ҡәҙерле кешеһен табырға тырыша. Уларҙың береһе лә һөҙөмтә бирмәй. Бер көн Дондағы Ростов ҡалаһында урынлашҡан моргҡа барған хәрби следователдәргә сығып, ярҙам итеүен һорай.
- Улар миңә шундай ҡурҡыныс хәбәр еткерҙе: Радифемдең жетоны һәм бер ҡулы шунда табылыуын хәбәр иттеләр, - тип ҡулдары менән йөҙөн ҡапланы Гөлнәфис. – Ышанманым. Үҙем барып тикшерергә булдым. Туғандарым ярҙамында өс көндә кәрәкле сумманы йыйып, юлға сыҡтым. Улар билдәһеҙ төркөмдәр араһында Рәдифтең дә кәүҙәһе булыу ихтималлығын әйттеләр. Шуға күрә лә ДНК бирергә кәрәклеген әйттеләр. Ҡайтып, түләүле анализ биреп ебәрҙек. Ә быйыл февралдә шылтыратып: “Рәдиф Сирусинды ҡайтарабыҙ, көтөгөҙ”, - тинеләр. 3 мартта уны ҡәҙер-хөрмәт менән һуңғы юлға оҙаттыҡ. Ул бит миңә яуға юлланғанында юбилейыма ҡайтып етергә тырышам, тигәйне. Ҡайтып етте, тик үҙ аяғында түгел шул... Былтыр тыуған көнөмә бүләк иткән раузалары һуңғыһы булған икән...
Махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған яугир Рәдиф Сирусиндың юлын уның улы Динислам дауам итергә ҡарар иткән. Бала саҡтан геология разведкаһы йүнәлеше буйынса эшләргә хыялланған егет ҡарарын ҡырҡа үҙгәртергә мәжбүр була. Математика, физика, рус теленән тыш биология фәндәрен дә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡый. Айырыуса химияны яҡшы белә. Төбәк, район һәм Урал аръяғы райондарының уҡыусылар араһында уҙған олимпиадаларҙа ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшә. Спортты, бигерәк тә, футбол, волейбол, баскетболда уйнарға ярата.
- Үкенмәйем бында уҡырға килгәнемә. Ысын ир-егеттәр мәктәбе. Кадет мәктәбендә белем биреү программаһынан тыш, авиация, парашют-десант һәм стройға әҙерлек нигеҙҙәре уҡытыла, - ти Динислам Сирусин. – Баймаҡтан да егеттәр белем ала. Өҫтәүенә, кадет мәктәбе директоры Фәнил Солтанғолов та Баймаҡтан. Ул беҙгә айырыуса, баймаҡтарға, атайҙарса хәстәрлек күрһәтә.
- Кадет мәктәбендә уҡый башлау менән Динислам улымдың тормошҡа ҡарашы үҙгәрҙе, һәр нәмәгә етди ҡарай, - тине Гөлнәфис Сирусина. – Унда армиялағы тәртип урынлаштырылған. Өлкән класс кадеттары парашюттан һикерә. Уҡыуҙан тыш төрлө түңәрәктәр эшләй, спорт секцияларында шөғөлләнәләр. Шулай уҡ вокал-инструменталь ансамбль, тынлы оркестр эшләй. Был уҡыу йортон тамамлағас, кадеттар алдына ике йүнәлеш бирелә: артабан летчик йәки һауа-десант хәрби ғәскәрҙәре буйынса белемдәрен камиллаштыра аласаҡтар. Ант ҡабул иткәндәрендә барып ҡайттым. Ялға ҡайтҡан ваҡытында китапханасы Райхана Булатова осрашыу уҙғарған ине. Уҡыусыларҙа был кадет мәктәбенә ҙур ҡыҙыҡһыныу уянды. Әйткәндәй, унда Баймаҡтан да егеттәр уҡый. Улар һәр ваҡыт бергә. Яҡташлыҡ тойғоһо көслө. Дөрөҫөн әйткәндә, тәүҙә улымдың был ҡарарын ҡабул итмәһәм дә, хәҙер унда атаһының һыҙаттарын күреп ҡыуанам. Тимәк, улым дөрөҫ юл һайлаған.
Гөлнәфис һәм Рәдиф 1999 йылдың матур йәмле йәй айында туй яһап, ғаилә ҡора. Улар бергә 25 йыл матур ғүмер итеп, донъя ҡороп өлгөрә. Бер-бер артлы дүрт улға ғүмер бирәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улдары Тимур ике генә йәшендә өйҙәрендә янғын сыҡҡанда вафат була. Батыр яугир Рәдиф Мөхтәр улы Сирусин улының эргәһендә ерләнгән.
Лилиә ТАКАЕВА.