Ҡаланың Азанов урамындағы «Миләш» балалар баҡсаһы үҙенең күркәмлеге менән әллә ҡайҙан иғтибарҙы йәлеп итеп ултыра. Бинаның эргәһенән үткәндә, ихата янындағы шау-сәскәле баҡсаға һоҡланмайынса үтеү мөмкин түгел. Бында матурлыҡ донъяһы ғына түгел, ә кескәйҙәр йөрәгенә үтеп инерлек йылы мөхит тә булдырылған. Балалар баҡсаһына ҡыҙҙар һәм малайҙар ҙур теләк менән йөрөй. Сөнки бында кескәйҙәрҙе яратҡан, үҙ эшен яҡшы белгән коллектив тупланған. Хеҙмәткәрҙәр балалар күңеленә асҡыс табыу, уларға патриотик тәрбиә биреү, һәр яҡлап һәләттәрен үҫтереү өсөн бар тырышлығын һала. Тыуған ил, тыуған ер, туған телгә һөйөү тәрбиәләү ҙә - төп маҡсаттарҙың береһе.
Ҙур сара булһынмы, уйынмы, байраммы - барыһында ла район, республика һәм ил тарихын өйрәнеү төп итеп ҡуйылган. Балалар уларҙың барыһын да ҙур ҡыҙыҡһыныу менән өйрәнә.
2022 йылдан алып балалар баҡсаһындағы һәр кисә гимн тыңлауҙан һәм флаг күтәреүҙән башлана. Был мөһим сара барышында кескәйҙәрҙең күҙҙәрендә ғорурлыҡ һәм хөрмәт тойғоһо сағыла.
Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнап, баҡсала күп төрлө патриотик саралар үтте. Унда балалар үткән тарихты өйрәнде, яуҙа һәләк булған батырҙарҙы иҫкә алды. Шулай уҡ республика кимәлендәге патриотик рухта һуғарылған конкурстарҙа ҡатнашып, йырлап, бейеп, шиғыр һөйләп, үҙҙәренең ижади һәләтен асты. Балаларҙың һәр уңышы аҫтында тәрбиәселарҙең тырыш хеҙмәте ята.
Махсус хәрби операция башланғас та «Миләш» балалар баҡсаһында хәйриә штабы булдырылды. Бында тәрбиәселәр, ата-әсәләр гуманитар ылау йыйыуҙа һәр саҡ әүҙемлек күрһәтә. Әҙерләнгән аҙыҡ-түлек, көнкүреш кәрәк-яраҡтары Луганцк халыҡ республикаһының Красный Луч калаһындағы «Барвинок» балалар баҡсаһына ай һайын оҙатыла. «Миләш»тәр ылауға аҙыҡ-түлек, кейем һалым, медикаменттар, ҡайнатмалар, салаттар әҙерләп ебәрә. «Барвинок» балалар баҡсаһынан тыш, коллектив яуҙағы ир-егеттәргә лә гуманитар ылау ебәреүҙә үҙ өлөшөн индерә. Был изге эште тәрбиәләнеүселәр ҙә күреп, аңлап, белеп үҫә. Был да, үҙ сиратында, патриотик тәрбиә биреүҙең бер ысулы.
Эйе, кескәйҙәр күңеленә илһөйәрлек тойғоһо тап балалар баҡсаһында һалына ла инде.
Гөлшат Күсәбаева, "Миләш" балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе