-4 °С
Болотло
Ғәҙелбай ауылы халҡы махсус хәрби операция башланғандан алып яугирҙәргә гуманитар ылау ебәреүгә һәр саҡ әүҙем ҡушыла. Ошо көндәрҙә мәҙәниәт йорто янында эшләп килгән "Сәсмәүер" фольклор ансамбле ағзалары егеттәргә тип күп итеп күстәнәстәстәр, көнкүреш-кәрәк яраҡтары әҙерләне. Шулай уҡ ауылдың имам-хатибы ла ғаиләһе исеменән тип тәмлекәстәр бирҙе. "Иң мөһиме, илебеҙҙә тыныслыҡ урынлашып, яугирҙәребеҙ имен-һау әйләнеп ҡайтһын", - тине улар. Амин, шулай булһын.