Әллә ҡасан дымға туйынып, күпсеп ятҡан ер ямғырҙы һеңдерә алманы. Тәбиғәттең рәхимһеҙлегенә үпкәләгәндәй, урамдарҙан ҡотороп йырғанаҡтар аҡты. Түбән ерҙәге баҡсаларҙы һыу баҫты. Уйһыуыраҡ урындарҙа картуф һабаҡтарының осо ғына күренә.
Ауыл уртаһындағы бер өйҙә төнө буйы ут һүнмәне. Оло йәштәге ҡатын һуҡрана-һуҡрана йә күнәк менән, йә тас менән әленән-әле һыу сығарып түкте. Солан менән өй араһында саба торғас, һыуланып бөттө. Хәйер, өйҙә лә бер ҡоро ер ҡалманы шикелле. Күлдәгенең ең остары, итәге һығып алмалы, лыс һыу. Уның кейемендә ҡайғыһы юҡ, ялан аяҡтарына эләктергән галоштарын еүеш иҙәнгә сәпелдәтә баҫып, һыу түгеүен белә. Иҙәнгә, өҫтәлгә, сервант өҫтөнә, мейес башына ҡуйылған эреле-ваҡлы төрлө һауыттарға туҡтауһыҙ һыу тама, бер-береһен уҙҙырырға тырышып, эре-эре тамсылар бейешә. Түшәмдән һарҡып сыҡҡан тамсылар, һикерәйемме-юҡмы икән, тип саҡ ҡына уйланып тора ла суп итеп һауытҡа төшә, тирә-яҡҡа сәсрәй, былай ҙа дымланған өйҙө тағы ла еүешләй. Бөгөнгәсә, түбәнән тамсы тамһа ла, был тиклем булмай торғайны.
Ҡатын ишек яңағына һөйәлде, тәрән итеп көрһөндө. Дәрт итеп, йәһәтләп яптыра алманы бит шул түбәне. Саҡ ҡына ямғыр күҙе төшә башланымы, үтә лә тора. Үтмәй ҡайҙа китһен. Йыл да буяп тормағас, йоҡа ҡалай әллә ҡасан тишелеп бөткәндер. Бер көн түбәһен күршеһе Сәйфулланан ҡаратҡайны. Ныҡ иҫкергән, яңы баштан япмайынса булмай, ти. Шиферы булһа, әллә ни эше лә юҡ икән. Шул тимере өҫтөнән ҡағырға ла ҡуйырға. Магазинда бар ҙа ул, аҡса ғына юҡ. Ни ҡыҙҙары ярҙам итерлек түгел. Өсөһөнөң береһе малай булманы, исмаһам. Ҡартлығында бер таянысы булыр ине. Ҡыҙ баланан ни өмөт итәһең, инә ҡаҙ кеүек, үҙ ояларын йыялар. Барыһы ла ситтә, донъяларын яңы бөтәйтеп киләләр.
Тышта ямғыр туҡтағас, өйҙә лә тамсылар тамыуы һирәгәйҙе, һуңғы күнәк һыуҙы сығарып түккәс, ҡатын карауатына барып ауҙы. Еп өҙөрлөк тә хәле юҡ. Тик, төнө буйы йөрөп сығып, керпек ҡаҡмаһа ла, күҙенә йоҡо инмәне.
Нәсимә үҙ ғүмерендә күпте күрҙе, күпте кисерҙе. Шатлыҡ-ҡыуаныстары ла арыу булды, ҡайғы-хәсрәттәре лә ситләтеп үтмәне. Әммә олоғайғас, яңғыҙ ҡалырмын да бер үҙем интегермен, нужа ҡаласы ашармын, тигән уй башҡайына яңылыш ҡына булһа ла инеп сыҡманы. Хоҙай алдында ниндәй гонаһтары булғандыр инде шул ҡәҙәр ғазаптарға төшөрлөк. Юҡһа, кешенең энәһенә лә һорауһыҙ ҡағылғаны булманы. Ҡорған донъяһы, йыйған мал- мынаяты – һәммәһе лә хәләл көсө менән тупланған. Тырнаҡ осо хәтлем генә лә хәрәм инмәгән.
Ята торғас, Нәсимәнең башына шундай уй килде: намыҫлы кеше бәхетһеҙ була, тиҙәр. Әллә дөрөҫмө икән? Дөрөҫтөр, урыҫтар юҡҡа ғына: «Нахальство – второе счастье», – тимәҫ ине. Бигерәк бер ҡатлы булған. Хаҡлы ялға оҙатҡанда колхоз идараһы, йорт һалып бирергә, тигән ҡарар сығарғайны. Бер тауыштан хуплағайнылар. Йәнәһе, «Ленин юлы» колхозының алдынғы һауынсыһы Нәсимә Ғайсинаның тыуған ил алдындағы хеҙмәттәре баһалап бөткөһөҙ, күп йылдар ауыл, район советтары депутаты булды, улай ғына ла түгел, республикабыҙҙың Юғары Советына депутат итеп һайланды, күкрәген орден һәм миҙалдар биҙәй. Ғүмеренең ҡалған өлөшөн бал да май эсендә үткәрһен. Быға ул тулыһынса хаҡлы. Шуларҙың һүҙенә ышанып, әлеге шул бер ҡатлығы инде, хәстәрлеген күрмәне. Шифер йүнәтерлек кенә маяһы ла бар ине. Аҡсаһы барыбер кассала ятып әрәм булды. Хәҙер ул суммаға бер кило йүнлерәк кәнфит тә килмәй. Аптыраҡ, һәүетемсә генә йәшәп ятҡанда ни арала донъяның аҫты өҫкә килде: ауыҙ һыуҙарын ҡоротоп маҡтаған ҡеүәтле илдәре тарҡалды, мәңге ҡаҡшамаҫ партиялары юҡҡа сыҡты. Колхоздың йорт һалып биреү түгел, хеҙмәт хаҡы түләргә лә рәте юҡ. Килде бит заманалар, өсәр-дүртәр ай аҡса бирмәй яфалайҙар. Пенсияларын ташҡа үлсәйем. Ғүмер буйы фермала бил бөккән алдынғы һауынсыға ла, йылына ике-өс көн сөгөлдөр баҫыуына сығып ураған бригадир бисәһе Зөлфиәгә лә тиң түләйҙәр. Ул әле лә туптай, һуҡаға тотоп егерлек. Ә Нәсимәнең ауыртмаған ере юҡ, аяҡ-ҡулдары һыҙлап йөҙәтә. Йыл әйләнәһенә резина итек кейеп, фермала тубыҡтан бысраҡ йырып йөрөү касафаты.
Нишләргә? Кемдәндер ярҙам көтөп, ҡул ҡаушырып ятыу ҙа эш түгел. Тиҙ арала берәй сараһын күрмәһә, өйө тиҙҙән емерелеп төшәсәк... Йорттарын бөтөрөп инеүҙәренә нисә йыл булды һуң әле? Эйе, тәүге ҡыҙы тәпәй баҫҡайны, икенсеһенә ауырлы сағы... Егерме йылдан артып киткән икән шул. Ҡыҙҙары хәҙер үҙҙәре әсәй... Иҫке йортҡа күп кәрәкме ни, гелән һыу үтеп торһа, оҙаҡҡа сыҙамаҫ.
Һыйырҙы һатҡанда?.. Улай үҙен дә, әллә ниҙә бер йәйгелеккә ҡунаҡҡа ҡайтҡан ейән-ейәнсәрҙәрен дә аҡтан мәхрүм итәсәк. Шунан банка тотоп күрше-күләндән һөт теләнеп йөрөргәме? Бер бирерҙәр, ике... Уҙа барһа – өс-дүрт. Гел генә һинең көйөңдө көйләп тормаҫтар. Орғасы быҙауы ҡалыуын ҡала ла ул. Уныһы ҡасан эшкинә әле. Быйыл ҡасмаған да шикелле һыйыры... Аптырағандан әйтә инде. Үҙе иҫән саҡта күҙ терәп торған малҡайына тейергә нисек ҡулы барһын...
Төрлөсә баш ватты Нәсимә. Ләкин төплө генә бер ҡарарға ла килә алманы. Йәнә колхоз идараһына барып ҡарағанда? Барманы түгел, барҙы. Әллә нисә рәт булды рәйес кабинетында. Ҡәҙерле башҡайын ҡәҙерһеҙләп күпме инәлеп йөрөргә мөмкин? Йүнле һүҙ ҡушыусы ла табылманы. Баш та юҡ, түш тә юҡ. Элекке колхоздың әҫәре лә ҡалмаған. Исеменә тиклем үҙгәргән. «Крәҫтиән хужалыҡтары ассоциацияһы» тип атала тиме шунда. Уныһы ни аңлата торғандыр. Ҡыҙыҡһынып торманы. Хәйер, теләге лә булманы.
Ауыл советынан да игелек күрмәне. Ғөҙөрөн әйтеп өлгөрмәне, түрә үҙе «һөжүм»гә күсте:
– Ниңә, апай, коммунист була тороп, СССР-ҙы тарҡаттығыҙ?! Ғәҙеллекте шунда дауларға ине!
– Мин ни... Беҙ ни... «Референдум» тигәндәрендә, уртаҡ Ватанды һаҡлайыҡ, тип тауыш биргәйнек бөтә ауыл менән... – Ҡатын үҙенсә аҡланғандай булды. Тотош ил ҡыйынлыҡ кисергәндә, үҙенең тишек түбә хәстәре менән йөрөүенә оялып уҡ ҡуйҙы.
Партияның тоғро һалдаты булһа ла, хәҙер унан да файҙа юҡ. Демократия! – Горбачев бөтә донъяға лаф орғас та, башҡалар һымаҡ, етер һеҙҙе ашатып ятҡырыу тип, билетын парткомға индереп ырғытманы, райкомдар бөтөрөлгәнсе Ленин бабайҙың башы төшөрөлгән ҡыҙыл китапсыҡты күкрәге янында ҡәҙерләп йөрөттө Нәсимә. Түләгән взностары ғына ла бер түгел, асыуыңда килмәһә, ике-өс өйлөк шиферға етә торғандыр. Бәхетле киләсәккә әйҙәгән партия ошо көндә һаман хакимлыҡ итһә, Нәсимә һис бер тартыныуһыҙ райкомға йүгереп барыр, беренсе секретарҙың үҙенә хәлен аңлатып бирер ине. Тегеһе райондың элекке хеҙмәт алдынғыһының үтенесен кире ҡаҡмаҫ, ярҙам итерлек рәтен-сиратын табыр ине, моғайын. Һис шикһеҙ, табыр ине. Тантаналы йыйылыштарҙың, партия конференцияларының, пленумдарҙың почетлы президиумдарында беренселәр менән күп ултырҙы. Ҡул биреп күрешерҙәр, тиң күреп һөйләшерҙәр ине партия әһелдәре ябай һауынсы менән. Хәҙер хәл һорашыу түгел, әйләнеп ҡараусы ла юҡ. Дөмөгөп кенә китһен инде был Горбачы! Донъяны болғатыу һынлы болғатманы. Үҙен дә ҡыҙыҡ иттеләр. Берҙән-бер көндө власһыҙ торҙо ла ҡалды. Ауыҙын асып. Бисәңде ҡултыҡлап, сафсата һатып, илдән-илгә ҡунаҡ булып йөрөү етер һиңә, тигәндәрҙер инде. Әтеү тағы ла илдә әллә нәмәләр ҡыландырыр ине, иманһыҙ.
Эскелеккә сик ҡуям тигән булып, ниңә инде меңәрләгән гектар виноград баҡсаларын юҡ итергә? Барыбер бер эш тә ҡыра алманы. Араҡының үҙебеҙҙә генә сығарылғаны етмәгәс, сит илдәрҙән килтереп тултырҙылар. Ғүмерҙә күрмәгән спирт тиһеңме, коньяк тиһеңме... Тағы әллә нәмәләр. Исемдәрен дә белеп бөтөрлөк түгел. Араҡыны талонға ғына алып хитланған халыҡ ҡапланып ятып эсте. Ире лә, урыны йәннәттә булһын, шул эсеү арҡаһында ваҡытынан алда ер ҡуйынына инеп ятты. Ярып ҡарағас, самаһыҙ күп сифатһыҙ спирт эсеп ағыуланған, тинеләр. Нәфсеһенә хужа була алманы бит, биш ауыҙы барҙай, тотто ла эсте, тотто ла эсте. Ире иҫән булһа, Нәсимә ошо көнгә төшөр инеме ни? Әллә ҡасан яптырып ҡуйыр ине түбәне. Ҡулынан килмәгән эше юҡ ине мәрхүмдең.
* * *
Бата-сума көтөү ҡыуғас, ҡайтышлай Нәсимә күршеләренә инде.
– Сәйфулла, күрше тим, шиферлыҡ ҡына аҡсағыҙ барҙыр. Зинһар тип әйтәм, бер үк биреп тора күрегеҙ инде әжәткә. Төнө буйы һыу түгеп сыҡтым. Аяҡтарым ҡалманы. Яйлап түләр инем әле пенсия аҡсаһынан, – тип ялынды ул.
– Булһа һис йәлләмәҫ инем. Һинән ҡыҙғанғанды эт ашаһын, – тине Сәйфулла уның хәленә инеп. – Ҡулға эләккән берен тотона барабыҙ. Үҙең беләһең, аҡсаның ҡәҙере ҡалманы.
Күк йөҙө әкренләп болоттарҙан әрселде. Ҡояш ҡыҙҙыра башланы. Ерҙән боҫ күтәрелде. Соҡор-саҡырҙарға йыйылған һыуҙа ҡош-ҡорт йөҙөп рәхәтләнде, бала-саға бысранып бер булды.
Нәсимә тәҙрәләрҙе, ишектәрҙе асып ҡуйҙы – өйө елләмәҫме әҙерәк. Бигерәк еүеш. Бер ыңғай яҫтыҡ-юрғандарын да кәртәгә сығарып һалды. Ҡоро сепрәк алып, түшәмдәрҙе, стеналарҙы һөртәштәрҙө. Сират түр стенаға ла етте. Унда ике тәҙрә араһын тултырып Почет грамоталары эленгән. Күбеһе үҙенеке, иренеке бер-ике генә. «Бөйөк Октябрь социалистик революцияһының ... йыллығын лайыҡлы ҡаршылау өсөн йәйелдерелгән ярышта өлгәшкән юғары уңыштары өсөн...», «мал ҡышлатыуҙы уңышлы үткәргән...», «йомғаҡлау йылында яулаған...», «йәш быуынды коммунистик рухта тәрбиәләүҙә актив ҡатнашҡан...», «В. И. Лениндың тыуған көнөнә...» Шифер урынына япҡанда етер ине, моғайын, тип әсе көлөмһөрәне Нәсимә, ураҡ менән сүкеш, ҡыҙыл байраҡтар, Ленин баштары төшөрөлгән ҡағыҙҙарға ҡарап.
Туҡта, бер миҙалы, ике ордены бар ҙа баһа! Шуларҙы һатҡанда?! Ҡулындағы сепрәген иҙәнгә ырғытты ла сервантҡа ташланды. Элек ул наградаларын йыйылыштарға кейеп йөрөү өсөн махсус тектергән ҡара костюмына беркетеп ҡуя торғайны. Пенсияға оҙатҡастары, сәйҙән бушаған ҡалай һауытҡа һалып, сервантҡа алып ҡуйҙы. Күптән ҡулына тотҡаны юҡ ине орден-миҙалдарын. «Хеҙмәт батырлығы өсөн» тигәнен сөгөлдөр үҫтергәндә биргәйнеләр. Районға саҡыртып. Шул уҡ йылда беренсе тапҡыр ауыл советына депутат итеп һайланылар. Тәүге сессияға барғанда эй ҡурҡҡайны. Ни эшләтерҙәр икән, тип юл буйы баш ватты. Килдеңме ни, тип ҡағыҙға теркәнеләр ҙә... оноттолар. Кеше ыңғайына ҡул күтәреп тик ултырҙы. Ленин ордены... Быныһын... Юҡ, уға тиклем «Почет Билдәһе»н алғайны бит әле. Ул ваҡытта фермала эшләй, һыйыр һауа ине. Һөтө башҡаларҙыҡынан әллә ни артыҡ та түгел ине, буғай. Нисәнселер биш йыллыҡтың хәл иткес йылы өсөн, тип тоттолар ҙа таҡтылар шул түшенә. Әллә коммунист булғаны өсөн бирҙеләрме икән? Шунан алда ғына партияға алғайнылар. Иренең, төшөрөп алғас, бала-саға һымаҡ маһайып, орденды фуфайкаһына тағып, урамда кеше көлдөрөп йөрөгәнен әле лә ҡыҙыҡ күреп иҫкә төшөрәләр.
Ленин орденын биргәндәре ныҡ хәтерендә. Уныһын Өфөлә тапшырғайнылар, шуға онотолмайҙыр инде. Колхоз рәйесе ҡара «Волга»һында үҙе алып барҙы. Шунан китте Нәсимәнең даны! Әле гәзит-журналдан киләләр, әле радио-телевидениенан. Мәскәү гәзиттәренә ҡәҙәр яҙҙылар. Районда, республикала үткәрелгән бер генә тантананан да ҡалдырманылар. Урыны гел түрҙә булды, оло-оло етәкселәр, үҙе һымаҡ орденлы кешеләр менән президиумда ултырҙы. Йоҡомһорап. Башҡа ни эшләйһең унда – һөйләгән һүҙҙәре хәтерҙә ҡалмай, бер ҡолағынан инә, икенсеһенән сыға. Йыйылышты башлар алдынан әйтелгәндәре генә онотолмай. Нисегерәк ине әле?.. Залдан берәүһе трибунаға сыға ла (мотлаҡ алдынғы эшсе йә колхозсы, һәйбәт ғаиләле коммунист) алдан биреп ҡуйылған ҡағыҙҙы уҡый:
– КПСС Үҙәк Комитетының Генераль секретары, СССР Юғары Советы Президиумы Председателе Леонид Ильич Брежнев иптәш етәкселегендәге Советтар Союзы Коммунистар партияһының ленинсы Үҙәк Комитеты Политбюроһы составында почетлы президиум һайларға тәҡдим итәм!
Зал аяғүрә баҫа. Көслө, оҙаҡҡа һуҙылған алҡыштар яңғырай.
Хәҙер килеп шуларҙы иҫкә төшөрөүсе лә юҡ. Орден-миҙалдары туҙан йыйып ята. Исмаһам, һатып файҙаһын күрер. Нәсимә ныҡлы ҡарарға килде. Бер көндө генә гәзиттә күҙенә иғлан салынып ҡалғайны — алыусыһы барында осорорға кәрәк. Тик ул гәзитте эт итеп эҙләһә лә тапманы. Берәр нәмә төрҙөмө икән? Ташлағанмы? Улай тиһәң, башҡалары ҡуйған урынында. Адрес юллап, китапханаға барырға тура килде. Программалы гәзитемде әллә ҡайҙа тыҡҡанмын, тигән булып, төпләмә аҡтарҙы, үҙенә кәрәк яҙманы тапҡас, ҡыуанысы эсенә һыйманы. Адрестары ғына бигерәк мәҙәк булып сыҡты. Ҡалаһын күрһәткәндәр ҙә а/я тип дүрт һан ҡуйғандар. Шундай ҙа адрес булыр икән? Ташҡа баҫҡас, дөрөҫтөр, белмәй яҙмағандарҙыр әле. Хатын оҙон-оҙаҡ уйлап торманы. «Орден-миҙалдарым бар. Кәрәк булһа, килеп алығыҙ», — тип яҙҙы ла ебәрҙе.
* * *
Картуф утағас, Нәсимә ятып торғайны. Йоҡлаған да киткән. Күҙҙәрен асып ебәрһә, стеналағы сәғәт ун икене күрһәтә. Бына бер иҫәүән, көпә-көндөҙ йоҡлап ят, имеш, әҙәм көлдөрөп. Урынынан һикереп торҙо. «Быҙауым мөңрәй торғандыр, туғай яңғыратып. Тиҙерәк эсерә һалайым», – тип уйланы, башына көнгә уңған яулығын бәйләп.
Ҡапҡаларынан ғына сыҡҡайны, өйҙәре тапҡырына еңел машина килеп туҡтаны. Кемдәр булыр икән? Нәсимә, асҡан ауыҙын ябырға ла онотоп, баҫҡан урынында ҡатып ҡалды. Секунд эсендә башынан ҡырҡмаһа ҡырҡ төрлө уй үтте. Әллә Себерҙәге ҡыҙы менән кейәүе инде? Машина алмайынса беҙҙе көтмә, тип киткәйнеләр үткән ҡайтҡандарында. Улар тиһәң, бала-сағалары күренмәй... Әллә редакциянан-маҙар килделәрме? Элекке ғәҙәт буйынса. Ни хәжәте сыҡты икән хәбәрселәргә пенсионер ҡарсыҡтың.
Машинанан ике кеше төштө. Нәсимәнең ғәжәп иткәне шул булды: быларҙың машиналары ла ап-аҡ, үҙҙәре лә, пар аҡҡоштай, гел аҡтан кейенгән. Ялан аяҡтарына эләктергән нәмәләренә ҡәҙәр аҡ. Ҡара күҙлектәре генә ҡояшта ялтырап тора. Һул яурынына бәләкәй генә сумка аҫҡан, уң ҡулына сәскәле пакет тотҡаны башлап һүҙ ҡушты:
– Һаумыһығыҙ, Нәсимә апай!
Нәсимә, күнәген ергә ултыртып, күрешергә ике ҡулын һондо. Юлаусының нәфис ҡулы, ҡыҙылға буялған оҙон тырнаҡтары күҙенә салынғас, ғүмер баҡый ҡара эш эшләүҙән тупаҫланған ҡулдарын кире ала һалды, керләнеп бөткән алъяпҡысына арлы-бирле ышҡыштырҙы ла яңынан һуҙҙы:
– Әлегә арыубыҙ, үҙегеҙ иҫән-һау йөрөйһөгөҙмө?
Дипломат эләктергәне үҙен ҡыйыуһыҙ тотто, һүҙен ҡыҫып ҡына сығарҙы:
– Иҫәнмеһегеҙ!
Көтөлмәгән ҡунаҡтарға ҡарап, Нәсимә бер килке һушын йыя алмай торҙо. Быларҙың ҡайһыһы ир-ат та, ҡайһыһы ҡатын-ҡыҙ һуң әле? Башлап күрешкәне салбар кейгән, сәсен ҡыҫҡа ғына итеп ҡырҡтырған. Ҡыҙыл ирендәре, кофтаһын тиртеп торған күкрәктәре генә уның ҡатын-ҡыҙ затынан икәнлеген күрһәтеп тора. Икенсеһенең, киреһенсә, сәсе оҙон, тарап елкәһенә төйнәп ҡуйған. Быныһы ир-ат булып сыҡты. Бер ҡолағына алҡа таҡҡан. Икенсеһендә юҡ. Бына һиңә кәмит! Күтенә кейгән нәмәһен әйт әле һин уның. Салбар тиһәң, балаҡһыҙ. Тубыҡтан өҫтә остары ғына һәлберәп тора. Тегеп тә ҡуймағандар хатта. Трусикка ла оҡшамаған, тауары ҡалын. Ата-әсәһе ни ҡарай икән был балаларҙың?!
Ҡыҙ сумкаһынан конверт сығарҙы.
– Беҙ хат буйынса килгәйнек.
Әйтәм, исем менән өндәшәләр. Күптәнге таныштарҙай. Орден-миҙал юллап килгәндәр икән. Шулай була күрһен инде, Хоҙайым. Мул ғына аҡса төртһәләр, һатырға ла ҡуйырға кәрәк. Ниңә йәлләп торорға? Тағып йөрөмәне түгел, йөрөнө инде заманында.
Нәсимәнең йөҙө ҡояштай балҡыны.
– Шулаймы ни?! Урамда тормайыҡ, әйҙәгеҙ, өйгә инәйек.
Ул ҡунаҡтарҙы түр яҡҡа үткәрҙе.
– Юлда арығанһығыҙҙыр, ял итә тороғоҙ. Сәй ҡуяйым әле.
– Мәшәҡәтләнмәгеҙ, беҙ ашығабыҙ, – тине ҡыҙ.
– Тиҙ ҡайнай ул.
Ҡашығаяҡ яғына сығып сәй ҡайнатырға ҡуйғас, күлдәген алмаштырҙы, башына косынка япты. Өҫтөнә кейергә йүнле күлдәге лә юҡ, тип уйлай торғандарҙыр инде. Үҙем дә бысрағын кейгәнмен. Мал-тыуар араһында, баҡсала яңыһы менән йөрөп булмай шул, тиҙ ҡәҙере китә.
Һыуытҡысын асып ҡараны. Өҫтәлгә ҡуйырға ҡаймаҡтан башҡа бер нәмә лә юҡ икән дә баһа. Йомортҡа булһа ла ҡурайым әле, тип уйлаһа, уныһы ла бөткән булып сыҡты. Эләгә-йығыла аҙбарға сығып йүгерҙе.
Яңынан әйләнеп ингәндә, егет менән ҡыҙ үҙ-ара һөйләшә-һөйләшә стеналағы Почет грамоталарын ҡарай ине. Ҡашығаяҡ яғына үткән Нәсимәне шәйләмәнеләр, әңгәмәләрен дауам иттеләр.
– Тиҙерәк һыпыртыу яғын ҡарарға кәрәк.
Быныһы егеттең тауышы.
– Ашыҡҡан – ашҡа бешкән, – ти ҡыҙы. – Барыһы ла беҙ уйлағанса бара. Миңә таян, һәр ваҡыттағыса... Аҙаҡ машинаның номер алмаштырабыҙ ҙа...
Сынаяҡтар тотоп килеп ингән Нәсимәне күргәс, егет менән ҡыҙ бер-береһенә ялт итеп ҡараштылар ҙа өҫтәлдә ятҡан күҙлектәрен үрелеп алып кейә һалдылар.
– Әйҙәгеҙ, ҡоро ғына булһа ла, сәй эсеп алайыҡ, – тине хужабикә.
Ҡунаҡтар буш ҡул менән килмәгән икән. Ҡыҙ пакетынан сәй, кәнфит, лимон сығарҙы, иң аҙаҡтан өҫтәлгә ниндәйҙер шешә ултыртты. «Нимә икән? – тип баш ватты сәй яһаусы Нәсимә, – араҡы-маҙарға оҡшамаған».
– Бәләкәй генә күстәнәс. – Ҡыҙҙың яғымлы тауышы ҡолаҡты иркәләне. – Әҙ булһа ла күп итеп ҡабул итегеҙ.
– Кәрәкмәҫ ине... – Бындай затлы ниғмәттәрҙе, йылы иғтибарҙы күптән күрмәгән Нәсимә ҡыуанысынан ҡайҙа баҫырға белмәне, ҡат-ҡат рәхмәт уҡыны. – Ниңә ул ҡәҙәр мәшәҡәтләндегеҙ?
Ҡыҙ шешәне ҡулына алды:
– Рюмкаларығыҙ булмаҫмы?
– Бар, ниңә булмаһын.
Күптән тотонолмаған һауытҡа саң ултырғайны. Егет менән ҡыҙ Нәсимәнең рюмка таҙартҡанын сабыр ғына көттө. Ҡыҙ ҡуйы сәй төҫөндәге шыйыҡлыҡ ҡойҙо.
– Башҡа рюмкаларығыҙ юҡмы ни?
– Беҙҙә табынға берҙе генә ҡуяларсы...
Нәсимәгә йәнә ике һауыт таҙартырға тура килде. Ҡыҙ менән егет рюмкаларын ҡулдарына алды, береһен Нәсимәгә тотторҙолар.
– Һеҙҙең һаулыҡҡа!
Ҡыҙ йәһәт кенә рюмкаһын ауыҙына бушатты ла лимонға үрелде. Егет кире өҫтәлгә ултыртты:
– Миңә ярамай. За рулем.
Ҡыҙ Нәсимәне ҡыҫтаны:
– Эсегеҙ ҙә ҡуйығыҙ, апай. Коньяк бит ул. Бер зыяны ла юҡ, дауа ғына.
Нәсимә ҡыҫтауға килде. Эсемлек уның эсен яндырып төшөп китте. «Ҡара әле, көслө икән, яртылаш ҡына эскәйнем, башҡа китте лә ҡуйҙы», тип уйланы күңеле күтәрелгән ҡатын.
– Апай, беҙ халыҡтан орден-миҙалдар йыйып йөрөйбөҙ, – тип төп мәсьәләгә күсте ҡыҙ. – Музейға ҡуйырға. Былай дәүләтебеҙҙең ҡиммәтле реликвиялары юғалып бөтә, тегеләй һис юғы кеше ҡарап ҡыуаныр.
– Бала-саға ҡулына эләкһә, юғалыуы оҙаҡ түгел инде, – тине Нәсимә, ҡыҙҙың уй-фекерен уртаҡлашып.
– Һеҙҙең ниндәй наградаларығыҙ бар?
– Күп инде улар, значоктарым ғына ла егерменән артыҡ.
Егет менән ҡыҙҙың йөҙҙәре һытылды.
– Беҙҙе ордендар, миҙалдар ҡыҙыҡһындыра.
– Улары ла бар.
Нәсимә серванттан сәй һауытын сығарҙы.
– Былары кәрәкмәй тинегеҙ инде. – Ул значоктарҙы бер ситкә этеп ҡуйҙы. Өҫтәлгә «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалын, «Почет Билдәһе» орденын һалды. Иң һуңынан Ленин орденын сығарҙы. – Оҡшатһағыҙ инде...
– Тоноҡлана төшкәндәр икән, – тине ҡыҙ Ленин орденын һыпырып ҡарай-ҡарай. – Реставрацияға бирергә тура килер. Былай ғына алмаҫтар музейға.
Егет алдындағы сынаяғын өҫтәл уртаһынараҡ күсерҙе, дипломатын асты. Уның эсе тулы аҡса ине.
«Әсәкәйем, бына ҡайҙа икән ул байлыҡ!»
Төргәк-төргәк аҡсаларға ҡарап, Нәсимәнең күҙҙәре тоҙҙай булды. Ҡыҙ уның алдына ҡағыҙ һалды, ҡулына ручка тотторҙо.
– Аҡса алғанығыҙ өсөн ведомосҡа ҡул ҡуйығыҙ. Бына бында.
Нәсимә ҡалтырана-ҡалтырана ҡыҙ күрһәткән ергә фамилияһын сыймаҡланы. Егет өҫтәлгә төргәк-төргәк аҡса ташланы.
Ҡунаҡтар китергә йыйынды.
– Ҙур рәхмәт һеҙгә, апай! – тине ҡыҙ, Нәсимәнең ҡулын ҡаты итеп ҡыҫып.
– Китәһеҙ ҙәме ни? – Нәсимә өтәләнде. – Ай Алла, ҡунаҡ та итә алманым... Әллә ҡуна ҡалаһығыҙмы? Кискә тауыҡ һуйып аш һалырмын. Мунса яғырбыҙ. Беҙҙең яҡта тәбиғәт һәләк матур ул. Күрергә тип әллә ҡайҙарҙан киләләр. Рәхәтләнеп ял итерһегеҙ.
– Эшебеҙ ҡабалан, апай. Тағы ла ике ауылға һуғылаһыбыҙ бар.
Нәсимә ҡунаҡтарын оҙатҡас та йүгерә-атлай өйгә инде. Өҫтәлдә ятҡан аҡсаларҙы тотоп-тотоп ҡараны: «Ҡара әле, өр-яңылар. Төргәктәре асылмаған да. Алла бирһә, шиферға ла етер, өмәгә араҡы алырға артып та ҡалыр». Ул аҡсаларын ҡыҙ ҡалдырып киткән пакетҡа һалды ла иҙән уртаһында туҡтап ҡалды. «Ҡайҙа йәшерергә? Юғалып ҡуймаһын тағы. Шунан алырһың бер юлы шиферҙы».
Эште тиҙ тоторға булды Нәсимә. «Хәҙер үк Сәйфулла менән һөйләшеү кәрәк. «Беларусы» өйҙәре янында күренә ине. Төшкөлөккә ҡайҡандыр. Эшкә киткәнсе, бәлки, килтереп китер? Ҡайҙан аҡса таптың тип һораһа, ни тиермен икән? Наградаларымды һаттым, тиергә ғәрлек тә».
Ул аҡсаларын мендәр аҫтына тыҡты ла өйөнән сыҡты. Ҡапҡаға еткәс кире боролдо. «Өйҙө бикләйем әле. Донъя хәлен белеп булмай, йә берәйһе инеп бутаныр.» Күрше-күләнгә сыҡҡанда Нәсимә ишеген йоҙаҡларға ғәҙәтләнмәгән. Йоҙаҡлаһа ла, йә юғалтып ҡуйырмын тип, асҡысты тупһа янындағы таш аҫтына һалып китә торғайны. Был юлы үҙе менән алды.
Сәйфулла менән ҡатынын ул ишек алдарында тап итте.
– Баяғынаҡ өйөгөҙ янында аҡ машина тора ине. Кемдәр булды ул? – тип һораны Сәйфулланың ҡатыны.
Нәсимәнең яуабы әҙер ине.
– Себерҙәге ҡыҙым менән кейәүемдең иптәштәре, – тине күҙен дә йоммай. – Аҡса ебәргәндәр. Шуны ҡалдырып киттеләр. Күп иттереп күстәнәс һалғандар. Кискә табан үҙеңде генә сәйгә әйтеп алырмын әле. – Ул Сәйфуллаға боролдо. – Ваҡытың бик тығыҙ булмаһа, шифер ғына килтереп китмәҫһеңме? Мәгәрискә коньяк та бар. Бик ҡаты. – Кеткелдәп көлдө. – Ярты ғына рюмка эскәйнем, башҡа бәрҙе лә ҡуйҙы.
– Булдырабыҙ уны, коньягың да булғас.
Ҡатыны мыжыны:
– Һиңә шул эсергә генә булһын.
– Магазинға бара тор, ҡыуып етермен, – тине Сәйфуллаға.
Нәсимә ашығып килеп ингәндә һатыусы ҡыҙ, Сәйфулла менән һөйләшә-һөйләшә, магазинды бикләргә йыйынып йөрөй ине.
– Балаҡайым, шифер ғына биреп ебәр инде.
– Төштән һуң алырһың.
– Бына ағайың менән һөйләшкәйнем бит әле. Эшкә киткәнсе килтереп китермен, тигәйне. Төштән һуң транспортын ҡайҙан табаһың. Көн дә болотлап тора. Аяҡ аҫтын бысратҡансы ҡайтарып ҡуяйым инде...
– Улайһа, тракторҙы складтың ишеге төбөнә ҡуйығыҙ. Тейәргә уңайлы булыр.
Һатыусы шиферҙы һайлап алырға рөхсәт итмәне. «Рәттән тейәгеҙ, сатнағандарын ҡайҙа ҡуяйым», — тип тик торасы. Нәфисә лә һүҙен бирмәне, арбаға бер генә ярығын да һалдырманы.
– һин, Сәйфулла, ҡайтып бушата тор. Мин оҙаҡламам. Бына һеңлекәшкә аҡса ғына түләйем дә...
Нәсимә һатыусы ҡыҙ алдына бер нисә төргәк аҡса сығарып һалды.
– Етмәһә, өҫтәрмен. Бында бар әле. – Ул пакетын күкрәгенә ҡыҫты.
Ҡыҙ төргәкте йыртты, ҡыштырлап торған өр-яңы аҡсаларҙы һанай башланы.
– һанап торма этләнеп. Шул килеш ал да ҡуй, – тине Нәсимә һауалы ғына.
– Аҡса иҫәп ярата. Юлдан тапҡан аҡсаны ла һанап ал, тиҙәр халыҡта. Бер, ике, өс... – һатыусы ҡапыл туҡтаны, зәһәр ҡарашын Нәсимәгә текәне. — «Ҡурсаҡ» бит был!
– Уйынсыҡ ҡайғыһы юҡ миндә... – Әле генә шатлыҡтан түбәһе күккә тейгән ҡатындың йөрәге, хәүеф һиҙенеп, дарҫлап тибергә тотондо.
– «Ҡурсаҡ»! Өҫтәгеләре генә ысын аҡса, ҡалғандары ябай ҡағыҙ! Ышанмаһаң, бына үҙең ҡара... Ҡыҙҙарың шифер алырға шундай аҡса ебәрҙеме ни?!
Нәсимә сайҡалып китте, күҙ алдары ҡараңғыланды, тыны ҡыҫылды. Ул яй ғына магазиндың туҙанлы таш иҙәненә сүгеп төштө.
Тышта дауыл ҡупты, һатыусы ҡыҙ прилавканан этәреп ебәргән ялған аҡсалар, ишекте бәрә асып килеп ингән көслө елдә өйөрөлөп, Нәсимәнең өҫтөнә һибелде. Ҡойоп ямғыр яуырға кереште. Әллә ниндәй ҡара ямғыр...
Көн яманы үтә, тиҙәр ҙә ул халыҡта...
Факил МЫРҘАҠАЕВ.