Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
27 Ғинуар , 20:00

Тал билендәге тарих

—Өләсә-ә-әй, мулла бабай нишләп илай ул?—тине. Ҡатын да, бала һүҙенең хаҡлымы икәнен һынап, артына боролоп ҡараны. Ысынлап та илаулы ҡарт яй атлап мәсеткә табан атлай ине. Үҙенә текләгәндәрҙе Солтан был мәл аңғармай ҙа ине... Усына йомған кескәй ҡағыҙ киҫәген күҙ йәштәре аша тағатып, текләп ҡараны Солтан. Ике генә юл яҙыу: «Нурия. Баҡса урамы, 17. тел. 8 965 ...» Дә-ә-ә, Нурия, тимәк... Нур эйәһе, өмөт нуры, бәхет сатҡыһы һин, ҡыҙым—Нуриям... Күпме ғүмер сит ерҙәрҙә һинең барлығыңды белмәй яфа сиккәнмен. Белгән булһам, бәлки... Хоҙай шулай ҡушҡандыр инде. Һуңланым, әммә ғүмеремде ҡылдай өҙөлөр саҡтарында һаҡлап ҡалған нур остоғо һин бул-ғанһың икән ҡыҙым, фәрештәм. Эх, Нуриям... Нисек кенә әйтеп аңлатырмын икән бар әйтер һүҙҙәремде? Аңларһыңмы мине, ҡыҙғынам? Ышанмаһаң, йә ҡабул итмәһәң?! Әллә бөтөнләй йәшенеп ҡалырғамы? Юҡ! Солтан, улай ярамай! Былай ҙа бар ғүмерең тиерлек күләгә аҫтында буп-буш бил бөгөүҙәр менән үтте. Исмаһам, ҡалған ғүмереңде йәшен-мәй, Солтан булып йәшәп ҡал! Тик нисек кенә әйтергә?!.Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Миңзәлә СИРҒӘЛИНА (Хикәйә)

Киске тынлыҡта саф һауаны йотлоғоп һулап туя алмай ишек алдында оҙаҡ ултырҙы Солтан. Көнө буйы уйнаған ел-дауыл һаман ҡолаҡ төбөндә шыжлап тора кеүек, күҙ ҡабаҡтарҙы йомдорған саң бөрсөктәре лә һаман тамаҡ төбөнән китмәй яфалай. Илаһи һиллек... Яңы баш төрткән йәшел үлән, ағас бөрөләренең шартлап ярылған мәле һауала һулап туймаҫлыҡ наҙлы еҫ аңҡыта. Япраҡ еле ти-һәләр ҙә бөрө шытымдарын өҙөп алмалы көслө булды көндөҙгө ел. Ярай әле кискә тымды. Ҡала сите, машина моторы тауышынан азатыраҡ ерҙәр, тик ара-тирә әллә төштәрендә һаташып, әллә алйып ҡысҡырышҡан әтәс тауыштары ғына был урынды ауыл еренә оҡшата. Ҡала үҙәге тиһәләр ҙә, Солтандың был торған ере ауылға тартым. Эйе, торған ере. Тыуған ере башҡа уның. Бар ғүмере, бөгөн көнө буйы уйнаған туҙан буранында аунаған ҡамғаҡтай, тамырынан айырылып сит ерҙәрҙә үтте уның. 

 

Шау йәшлеген, көслө ир кәре бөркөп торған саҡтарын алыҫ ерҙәрҙә үткәрҙе. Тын кискә һоҡланғандай, ғүмеренең эңерендә күҙҙәре бер аҙ асылып ҡайтты тыуған яҡтарына. Тик ҡяҙмыш бурандары күҙҙәренә тулған, ҡолағын томалаған. Тапманы Солтан тыуған йорт тупһаһында үҙ ғәзиздәрен...
Алыҫта-алыҫта ләүек-ләүек кемдеңдер йәш эт көсөгө тауыш бирҙе. Киске тын һауаға йәм генә бирҙе кеүек был өрөү. Хатта күршеһенең быҙауын таптырып ара-тирә баҡырған бөйрәкәйе лә ауыл яҡтарын иҫләтеп, күңеленә йылы йүгертте. Тап ошолай киске эңер мәлдәрендә әсәһе һауып сығарған һыйырҙарын көтөргә тигән һылтау менән ҡырға сығырҙар ине Солтандар. Ҡуштанға бер нисә малай ҡушыла. Оло егеттәр-ҙең усаҡ яҡҡандарын күҙләп, кем ҡайһы ҡыҙҙы оҙата барғанын йәшенеп күҙәтеп бер булырҙар ине. Малай ғына ине Солтан да. Ҡайһы аралалыр үҫеп тә етте. Шул егеттәр урынына баҫып киске усаҡ хужаларына ла әйләнделәр. Үәәәй, бар ине заманалар...
Хәҙер йәштәрҙең белгәндәре ҡырға сығып эсеү ҙә ашау. Ҡай-ҙан инде ул дәүерҙә был уйҙар? Көнө буйы картуф, сөгөлдөр утауҙа арманһыҙ булһалар ҙа, арып-талып бесән сабыуҙан ҡайт-һалар ҙа ҡыр усағына ҡасып бул-һа ла сыға инеләр...
—Солтан, нишләп һаман ултыраһың улай еңелсә генә көйө? Исмаһам еңһеҙ күкрәксәңде эләк-терһәңсе,—был Солтандың әлеге көндә бергә көн күргән хәләле Йәнһылыу.
—Хәҙер инәм. Шул тиклем саф яҙғы һауа, хатта инге лә килмәй.
—Мин ни һине йоҡлап киткәндер тип уйлағайным әле. Ҡараһам, ишек ҡыҫыҡ тора. Ҡайһы арала сыҡтың былай тауыш-тынһыҙ?
—Әллә инде, йәшенеп сыҡманым былай. Сәй эскәс тә тура бында атланым бит.
—Ярай мин яттым, аяҡтар һыҙлап тора. Ишекте элеп, свитте һүндерергә онотмаҫһың!
—Ярай.
Ишек келәләрҙе бисмиллалап элеп инеп ятһа ла күҙенә һис йоҡо эленмәне Солтандың. Күҙ алдында бар үткәне, бөгөнгөһө уралды. Янында ғына мышнап йоҡлаған Йәнһылыуын уйлап бер булды. Ҡатын төҫө күрмәгән ирҙең Йәнһылыуға инеп йәшәй башлауына ла арыуыҡ булып китте. Иргә һис мандымаған зат ул. Ике ҡыҙының аталары ла иртә генә ауырып үлгән, улының атаһы ла фажиғәле киткән был доньянан. Балаларын үгәй атай ҡулына ҡаратмаҫтан башҡаса иргә бармаған да үҙе. Һәләк егәрле бөтмөр ҡатын ул Йәнһылыу. Торған донья-һы ғына ла һис йәтим бисә-неке тимәҫһең. Торғаны сынъяһау! Шә-берәк сағында мал да тотҡан, хәҙер ике тиҫ-тә тауығынан башҡаға әллә ни ынтылмай. Бесәне лә әллә ни уңып бармай бит. Һатып алһаң ырамы юҡ, ҡиммәт етмәһә. Һоҡ-ланып ҡарап ҡуя Солтан Йәнһылыуға. Нишләп кенә ҡатын итеп яралтты икән уны Хоҙай? Солтан ише ҡыр ҡыҙырып буш ғүмер һөргән ир-ҙәргә ҡарағанда мең ар-тыҡ бит үҙе! Ҡыҙҙар-улдар тәрбиәләп, ғаиләле итеп нигеҙләндергән. Ә Солтандың кеме бар? Бер кеме лә юҡ! Атай-әсәһе фатихаһын да әллә алды, әллә юҡ?! Ризамы икән уның яҡындары? Юҡтыр... Ер булып һығылып илап ҡалды бит һуңғы күргәнендә әсәһе лә. Китмә тип тубығына тотоноп үтенде. Тыңламаны Солтан. Тешен шығырлатып әйтерһең дә тик ғәзиздәренә үс иткәндәй тарһылдата баҫып сығып киткәйне. Тупһала осраған ҡураныс кәүҙәле атаһы ла, Солтандың елпеүенән ялтанғандай, ҡырын баҫып, һо-раулы ҡарашын төбәгәйне. Бер ни өндәшмәне Солтан шул саҡ. Кисә генә улының әрменән ҡайтып хәрби кейемдә килеп инеүенә ғорурланған атай кеше бөгөн килеп шулай үҙ нигеҙенән юҡ-бар хәл-хәбәр өсөн һурылып сығыуына һүҙһеҙ ҡайғыра ине. Китте Солтан шул сығыуҙан. Илап ҡалған әсәһен дә, һораулы ҡарашлы атай йөҙөн дә гел хәтерендә һаҡланы шулай. Китмәҫ ине бәлки Солтан, һөйгәне Нажиәнең атаһы тамам сәменә тейеп үртен ҡайнатты. Етмәһә сулаҡ Рафиҡ Нажиәнең бала саҡтан йәрәшкәне тип хәбәр һалды. Боронғолоҡ йолаларына ныҡ таянған ололарҙы һис бер нисек ҡайырып булмаҫын аңлаған ике ғашиҡ оҙаҡ ҡына ҡырға ҡасыу хаҡында ла уй ҡорғайны ла бит. Килеп сыҡманы. Киске уйындан һуң Рафиҡ Нажиәне Солтандан һалдырып алмаҡсы булып ныҡ ҡына дөмбәҫләшеп ташланылар. Ике башҡа өлкән Рафиҡҡа ырыҡта ғына булһа ла бирешмәне Солтан. Ҡара янып ҡара яҙҙан көтөү көтөп сыныҡҡан егет Рафиҡтың ҡулын шул кистә һындыра һуҡҡан булған. Ҡыҙыулығы бар шул Солтандың ни тиһәң дә. Иҫәңгерәп ятҡан Рафиҡҡа иҫе лә китмәй илаулаған Нажиәне етәкләп туғай буйлап киткәйнеләр улар. Эх ул кистәр! Тап бөгөнгөләй тымыҡ саф бөрө еҫе аңҡыған мәл ине. Әллә һуңғы күрешеүҙәре шул булырын һиҙ-ҙеләрме, таң һыҙыла башлағансы айырыла алманылар бер-береһенән. Таллыҡтағы һандуғас моңона бәүелеп һыйынышҡан ике ғашиҡтың йәндәре генә түгел, тора бара тәндәре менән дә ҡушылышып һөйөүҙән иҫер-ҙеләр. Тәүге һәм һуңғы булды был илерткес төн...
Икенсе көнөнә Солтанға ялыу менән Рафиҡтың ата-әсәһе ябырылды, Нажиәне лә атаһы ете һаҡҡа бикләне ахырыһы, һис күренмәне. Ҡайҙалыр ҡасыу хаҡындағы хыялдар ҙа ете бик аҫтында билдәһеҙ ҡалды. Елкә-һенә арыу ғына штраф сәпәнеләр һуғышҡан өсөн. Былай ҙа етешһеҙ генә көн күргән Солтандар ғаиләһе өсөн был күтәргеһеҙ ине. Ә иң намыҫын кимергәне Нажиәнең атаһы әйткәне: «Мин ҡыҙымды хәйерсе балаһына тоттороп ебәрәсәгем юҡ!»
Атаһы урынына көтөү көтөп ҡарала көйөп-янып саҡ түләне Солтан түләүен. Нажиәне башҡаса осрата алмауына ныҡ әсенде. Кистәрен ҡапҡа төптәренә барып һандуғастай һайрау ҙа бер фәтеүә бирмәне. Ай тулды Нажиәне һуңғы күреүемә тигәндә, Рафиҡҡа әйттереп тә ҡуйҙылар. Ер убылды Солтан алдында. Гүйә күк емерелде. Бер ауылда бер урамда нисек йәшәмәк кәрәк былай? Ярһыуынан ярылырҙай булып янды егет. Теге төн уҙғарған тал биленә килеп түгелеп бер илап та алды. Тал биле... Нескә генә икән был тал биле. Ҡасан ғына ине әле бәхетенән илергән икәү көлә ҡыуана бер тал йөҙөнә «С+Н» тип сыйғайны. Эҙ-ләп тапты шуны. Ҡулы менән тал яраһын һыйпап ғәфү үтенде ағастан. Талғын елгә бәүелгән быуынһыҙ ағас олононда ҡал-ды уларҙың ҡул эҙҙәре. Күк-рәген көйҙө-рөп яндырған йөрәгенә тынғы тапмай сараһыҙҙан сығып китте шул кистә үк Солтан үҙ иленән...
Төбәп ҡай-ҙа баш олаҡтырырға белмәй ҡала үҙәгендә тапанғанында осраҡлы әш-нәләр табып һүҙҙәре берегеп китте. «Тел асҡысы» тип бушатҡан бер шешә араҡы саманан ары олаҡтырҙы Солтанды. Уя-нып баш ҡал-ҡытҡанында икһеҙ-сикһеҙ дала яҡтарында ине ул. Ҡулындағы сумка төбөндәге паспорты ла ҡайҙалыр. Һорауға яуап биреүсе лә юҡ, белмәйҙәр ҙә күрмәйҙәр. Ни мөғжизә—әрме билеты ятып ҡалған. Фотолағы ун һигеҙ йәшлек Солтан ҡарай унан. Монасипов Солтан Насип улы. Эх, ете ят әҙәмдәр араһында кемлегеңде лә оноторһоң шай! Берәйһенең ҡулына эләгеп юғалыр был ҡағыҙы ла, тип Солтан йәнендәй һаҡланы уны. Түш кеҫәһенән алып олтораҡ аҫтына һалғаны ла, хатта ыштаны төбөнә йәшергәне лә булды. Берҙән-бер танытма бит уның кем булыуы хаҡында. Эш берәү бында. Көнө-төнө икһеҙ-сикһеҙ ялан буйлап һарыҡ көтөү. Теләгән тиклем араҡы эс, тик малды теүәл, туҡ биклә! Бары шул! Ҡайғыһынан, хәсрәтенән сәсәгән Солтан араҡыға туя алмай эскегә бирелде. Онотолдо, еңеллек кисерҙе шулай. Һылыу ҡаҙаҡ ҡыҙҙарын Нажиәгә оҡшатып, һыҙылып-һыҙланып һаман шул зәхмәткә һонолдо. Айныҡһа тыуған яҡтарын иҫләне, ҡустыһын, апайҙарын уйҙарында барланы. Һарыҡ көтөүен көткән ерҙәр ауылының ҡайһы яғында икән тип сырамытып самаланы. Рафиҡ менән Нажиәнең туйын күҙаллап тағы йәне көйҙө. Ҡайтыу юҡ. Солтан ишеләр бында арыуыҡ. Ҡатыны балаларын һағынып илаулағандар ҙа бар. Уларҙың да башына шул «тел асҡыс»ы еткән икән. Илап та, ялбарып та кире ҡайтыр юлға сыға алмай аҙаплана ирҙәр. Йәһәннәм тишеге тиерһең, һис кем килмәй, белмәй ҙә. Үлеп ятһаң да күмерҙәр ҙә оноторҙар!
Солтан башта хәлгә әллә ни иҫе китмәне лә, аҙаҡ бар ғүмере ошо билдәһеҙ далала үтеренә әсенеп уйлана башланы. Хәйлә-ләшеп башҡа эш һорашты. Ҡайҙалыр бура бурауға күсерҙеләр үҙен. Һуҡмыш ирҙәр ярым ас көйө балта тумыра бура мөйө-шөндә. Эх, Солтан! Үҙ ғүмереңде үҙең тумырҙың бит, малай!
Ят йөҙҙәр, һалҡын ҡараштар. Әрнеүҙе баҫыр алай ҙа араҡы бар. Һалҡын кистәрҙә барактар һалҡынын араҡы йылыта, янған йөрәктең ялҡынын араҡы һы-уыта, һыҙлаған аяҡты, талған билде лә араҡы һыныҡ яҙҙырта. Тыуған яҡ, туғандар йөҙө сағылышын да араҡы онотторормы? Юҡ...
Дүрт тиҫтә йыл ғүмере шулай ҡыр далаларҙа буштан-бушҡа уҙғарылды Солтандың. Ҡайтырына төңөлгән туғандары үлгәндер тип аяттар бағышлатты. Кемеһелер ҡайҙалыр ҡәбере бар тип шаштырҙы. Шулай тере килеш үлеләр рәтендә булды Солтан. Дала ере мәңгелек йортона ла әйләнер ине, бура тейәргә килгән машина шоферына теле берегеп, бура аҫтында йәшенеп «был яҡҡа» сыҡмаһа. Табанында ҡарайып ҡатҡан әрме билетынан тыш, уның кемлеген белгерткән бер ни юҡ. Туҡмалыуҙан мең яралы бит йөҙө лә элекке Солтандан ныҡ ҡайтыш. Тәрбиә төҫө күрмәгән буй һыны шиңеп кесерә-йеп ҡалған. Тәнен баҫҡан ауыр бүрәнәләр һыҙлатыуына түҙеп оҙаҡ барҙы Солтан машина башында. Барыһына ла әҙер ул хәҙер, тик тыуған яҡҡа ҡайтып ҡына етергә кәрәк...
Икмәк-тоҙ, яҡты йөҙ менән ҡаршы алманы уны тыуған яҡтары. Үҙҙенең Солтан икәнлеген иҫбатлау өсөн күп сабырға, ялбарырға тура килде. Теге ҡараһына ҡатҡан әрме билетына ла ышаныусылар әҙ булды. Атай-әсәй юҡ. Ҡусты ла фажиғәле киткән икән. Бер апаһы түшәктә, таныр хәлдә түгел. Икенсеһе Солтанды бөтөнләй танымай аҙапланы. Ауылдағы Солтан йәшәгәндәге ололар күптән юҡ, бала саға ир булған. Онотҡандар уны. Ҡуйынына ҡыҫып ҡосаҡлар туған тапмай, ата-әсәһенең ҡәберлегенә ятып иланы. Эскән улына һылтанып апаһы ла оҙаҡ тотманы үҙендә Солтанды. Тағы ла ауылынан сығып ҡалаға атланы ул. Ниңәлер һыҙлаған күңеленә дауа табырҙай булып ҡаланан ситтәрәк торған мәсет урамына инеп йығылды. Бер кем ҡыумаҫ һымаҡ ине уны бында. Күңеленә килеп яғылған моңло аҙан аят тауышына кинәнеп, ауыҙ эсенән ҡабатлап, уяулы-йоҡоло ятты. Икенсе көнөнә, ҡырынып йыуынған Солтан, мәсет тупһаһынан аша үтеп дин тәғлимәттәрен йотлоғоп өйрәнгән шәкерт ине инде...
Төнө буйы уйҙарында уралып йоҡлай алмай ятһа ла, иртән күңеленә килгән һипкерттән йәһәт кенә торҙо. Хатта араҡы шауҡымында булғанда ла «бисмилланы», «әлхәмде» онотмай эстән генә ҡабатлап, ошо көн тыуырын нишләптер алдан һиҙенде ул. Һыу эскеһеҙ итеп туҡмалған саҡтарында ла, яман шайтан һыуының саманан артыҡ зиһенен томалап, аҙаҡ бар хәл көсөн алып яфалағанында ла күңел түрендә бала саҡтан өйрәнгән бер-ике юл сүрәне көйләп еңеллек алды. Эйе, нишләптер еңел һымаҡ ине Солтанға ошо юлдарҙы ҡабатлағандан. Шөкөр, элекке тыйыулы дин юлына баҫҡан йәштәр арта хәҙер. Тыйыуҙар юҡ, иман ҡайта. Һуңлап ҡына булһа ла ошо тупһаны ашатлауына Солтан да ҡәнәғәт. Дингә ҡайтыу өсөн бер ҡасан да һуң түгел тиҙәр, ә тормошҡа, ысын тормошҡа ҡайтыу һуң инде Солтан ишеләргә. Ни тиклем тырышһа ла ҡыуып етә алмаҫ үҙ ҡорҙаштарын. Нигеҙ тотоп маташыр ҙа, ағасын да ултыртыр, тик үҙенән һуң ҡалдырыр мираҫ быуын балалары булмаҫ. Ейән-ейәнсәрҙәр һөйөү бәхете лә тәтемәҫ. Һис кем уға олатай тип һүҙ ҡушмаҫ... Кисәнән ҡалмаған уйҙарын үҙе менән бергә алып мәсеткә табан атланы Солтан. Яҡындары, туғандары рухына аят бағышлатырға, яңы тыуған сабыйҙарына исем ататырға килеүселәр ҙә күп мәсеттә. Никах уҡытыуға килеүселәрҙе бар шарттарына тура килтереп Муса хәҙрәт үҙе ҡабул итә. Ифрат изге кеше. Тупһа төбөндә аунап ятҡан сағында һис икеләнеүһеҙ Солтанға ярҙам ҡулы һуҙыусы ла ул бит. Иҫке кейемдәрен алмаштыртып, документ-фәлән хәстәрләүҙә лә, артабанғы тормошона иш булырҙай Йәнһылыу апайы менән таныштырып хайран итте. Була бит ер йөҙөндә шау игелектән торғандар. Алдаҡсы йә эскесе тип икеләнеүҙәре лә булманымы икән ни?
Солтан өсөн сүрәләр өйрәнеү әллә ни ауырлыҡ тыуҙырманы. Теге ҡот осҡос тормошонда ла араҡы менән артыҡ мауыҡмаҫ ине, бәлки, әгәр аслыҡ, тыуған яҡтарҙы һағыныу, ҡайтыр юлдың бикле булыуы үҙәген өҙмәһә. Асығыуын, һағыныуын, һыҙланыуҙарын онотор өсөн генә булды был «дуҫлығы». Аҡланыуҙы һүҙ менән түгел, һәр көнөн Хоҙайына һыйынып ысын күңелдән ялбара ул. Хаҡ яза яҙылыр. Ҡасып булмаҫ...
Үҙенә тартып торған мәсет тупһаһы. Иртәнән үк берәм-һәрәм инеп сыҡҡан кешеләр күңеленә изгелек орлоғо һалып, иман нуры эстәүсе урын ул. Етәгенә кескәй генә ҡыҙ бала алған урта йәштәрҙәге, тәбәнәк кенә буйлы ҡатын килеп инде. Ипле аҙымдар менән Солтан ҡаршыһына килеп яҡындары рухына аят бағышлатырға теләүен әйтте. Сабыйҙың да, кескәй ҡулдарын ҡуш йәйеп, сүрә шауҡымында шым ултырыуы ниндәйҙер рәхәтлек бирә Солтанға. Әйтерһең дә, бер гонаһһыҙ фәрештәләрҙе эйәртеп Солтан иман күген гиҙә. Ауыҙынан сыҡҡан һәр һүҙҙе «амин» менән оҙатҡан орсоҡтай бала бына ҡуш ҡулын битенә һырып доға ҡылды. Һөймәлекле генә ҡыҙсыҡтың һәр хәрәкәтен күҙ уңынан сығармаған Солтан нишләптер уны алдына алып ярат-ҡыһы килде.
—Мәрхүм-мәрхүмәләрегеҙҙең исем шәрифтәрен әйтһәгеҙ, ҡыҙым...
Сүрә моңона ойоған ҡатын ҡапыл ғына бирелгән һорауға яуап таба алмай албырғап ҡалды.
—Ней, әәә, теге... Мәрфуға улы Солтан рухына, шунан Зәмбилә ҡы-ҙы Нажиә мәрхүмә рухына.
Ҡолағына яғылған исемдәрҙән ауы-ҙын асып шаҡ ҡатып әйтерен әйтә алмай күҙ ҡалҡытты Солтан.
—Кем ти-нең, ҡыҙым? Ҡабатла әле, зинһар? Ҡартлыҡ, ҡолаҡтар ҡатҡан әҙерәк..
—Мәр-фүғә улы Солтан, Зәмбилә ҡыҙы Нажиә мәрхүмә рухтарына.
Эсенән ут ялҡыны бөрктөмө ни Солтандың. Һиҙҙермәҫкә тырышып, уйҙарында ҡайнаған һорау-ға яуап алмай, әрүәхтәргә доға бағышланы. Башҡаса ҡайҙа бар икән Мәрфүғә улы Солтан? Зәмбилә ҡыҙы Нажиәләр ҙә һыу буйы күп түгелдер...
Хәйерлеккә тигән һумлыҡтарын тәғәйен йәшниккә төшөрөп, урынынан ҡалҡынып, хушлашып ҡайтырға йыйынды ҡатын. Солтан нисек тә уны юлынан туҡтатып, үҙен борсоған һорауҙарын биреп ҡалғыһы килде. Нисек? Тота килеп Нажиә һинең әсәйеңме? Йә Солтан һиңә кем була, тип булмай бит инде. Яуап бирмәүе лә бар. Әмәлен тапты Солтан: сәй эскән яҡтан бер ус кәнфит алып мәсет тупһаһына сығып теге балалы әсәй артынан йүгерәнләне. Ҡапҡа келәһен асып маташҡан икәүгә тиҙ етте Солтан.
—Ҡыҙым, туҡта әле, бына, был һиңә! Буш ҡул сығарыуы әллә нисек балаҡайҙы. Әҙ булһа ла күстәнәсләп ебәрәйем. Икенсе юлы күберәк итеп алып ҡуйырмын, йәме.
—Йә, ҡыҙым, нимә тиҙәр олатайға? Ә?—эйелеп балаҡайҙан һүҙ тартып алырға итте ҡатын.
—Рәхмәт!
—Ҙур үҫ, аҡыллы-иманлы бул, балаҡай!
—Һау булығыҙ! Рәхмәт.
—Һау булығыҙ, һау булығыҙ...
Ҡапҡа асып сығарышып ебәр-һә лә Солтан күңеленә тынғы тапмай йотлоғоп ҡарап ҡалды арт-тарынан. Мөмкинлеге булһа тыны менән тартып алыр ине кире уларҙы... Киттеләр. Билдәһеҙ ҡалды һорауҙары ла Солтандың.
Башын баҫып кире мәсеткә инеүҙән сара ҡалманы.
—Ағай! Ағай тороп тороғоҙ әле саҡ ҡына!
Солтан йылп итеп кире боролдо артына. Ни мөғжизә! Баяғы балалы ҡатын үҙенә табан йүгерә атлай килә! Йә, Хоҙай!
—Ағай, ғәфү итегеҙ! Онот-ҡанбыҙ бит!
—Нимә булды, ҡыҙым? Ҡабаланма, әйт, тыңлайым.
—Әсәйемдең тиҙҙән ҡырҡы тула. Өйҙә аят уҡытырға уйлағайныҡ. Муса хәҙрәт ул көн бушамай тиҙәр ине, бәлки һеҙ ваҡыт табырһығыҙ?
—Һис бошонма, ҡыҙым, табырбыҙ ваҡыт. Ҡасанғараҡ һуң?
—Ун етеһенә, ошо айҙың. Йома була.
—Әәә, ярай. Барырмын. Адресыңды ғына ҡалдырһаң.
Зәмбилә ҡыҙы Нажиәнең был ҡатынға кем булыуын асыҡланы инде Солтан. Тимәк, Нажиәнең, тап уның Нажиәһенең ҡыҙы был. Тик Рафиҡтың ҡыҙымы икән? Нишләп Мәрфуға улы Солтан рухына ла тип аят бағышлатҡандыр? Билгеһеҙ.
—Бына, ағай, ошо ҡағыҙҙа минең адрес. Телефон номерым да бар аҫтында. Үҙ телефонығыҙҙы ла бирегеҙ әле миңә. Исемегеҙҙе лә .
Аптыранды Солтан. Икенсе исем әйтеп алдашырғамы әллә? Юҡ, ярамаҫ! Дин юлында булыу ҡаҙаҡ далаһында һарыҡ ҡыуыу түгел. Нисек тура ҡарармын аҙаҡ?
—Ағай... Исемегеҙҙе телефон номерығыҙҙы ғына яҙып бирегеҙсе?
—Солтан минең исемем, ҡыҙым, ә телефоным юҡ. Мин ҡарт кеше бит инде. Ул ғәләмәтте һис тотоп ҡарағаным юҡ. Ошо мәсеттән һис ҡайҙа китмәйем. Ышандырып ҡалам: мотлаҡ барырмын. Саҡырған ерҙән ҡалмайым мин былай.
—Солтан?
—Эйе, Солтан! Ниш-ләй, ҡыҙым?
—Юҡ, былай ғына. Ми-нең атайым да Солтан исемле булған. Бер ҙә күргәнем булманы түл-ке үҙен.
Эҫе һыу менән ҡойонғандай булды Солтан шул саҡ. Тәнен йырғыслаған ҡорт ҡа-пыл өҫкә килеп сығып күренер кеүек, әллә ҡыҙа-рынды, әллә янды.
—Иртә үл-деме ни атайың, ҡыҙым?—белгертмәҫкә тырышып тура күҙҙәренә ҡа-раны ҡатындың. Иҫе китте шул саҡ Солтандың! Тап Нажиәнең нурлы күҙҙәренең сағылышы тора кеүек уның алдында! Мөлдөрәмә тулы күҙҙәр! Бына-бына берәй яҙа һүҙ ҡушһаң да сайпылып ҡына түгелеп китерҙәйҙәр.
—Белмәйем шул. Иртәме, һуңмы, әсәйем һәр саҡ көттө уны. Ҡайтманы. Ҡайтмағас үлгәндер тип һәр саҡ рухына аят бағышлатты әсәйем, үҙе үлгәнсе. «Йәне булһа Солтан ситтә ҡалмаҫ ине, үлгәндер, үлтергәндәр-ҙер»,—тип төңөлөп маташты. Ә нишләп һорап ҡуйҙығыҙ әле, ағай? Беләһегеҙме әллә минең атайымды?
Телһеҙ ҡалды Солтан. Тағы ни тиергә?
—Э-э-эй, ней... илдә Солтандар әҙме ни...
Тыңлаһаң ни тигән кеүек теле асылған ҡатын етәгендәге ҡы-ҙының тороп йыбанып тартҡылауына ла ҡарамай, һөйләне лә һөйләне.
—Минән башҡа бер балаһы ла булмаған әсәйемдең. Булған инде ул, тик тыуған да үлгәндәр, тыуған да үлгәндәр. Атай тейеш кешем яман уҫал булған, әсәйемде гел туҡмаған. Бәлки, шуға ла балалары тормағандыр инде. Мин никахтан алда тумаланғанды һиҙгәс, мине лә гел ситләтте. Үҙ атайыма олатайым ризалыҡ бирмәгән өйләнергә. Шуға әсәйем гел атайымды теленән төшөрмәне. Үгәй атайым һуғышып үҙ башына етте. Төрмәгә ултырып, шунда үлеп ҡайтты. Башҡаса кейәүгә барманы әсәйем. Мине йәлләне. Туҡмалыуҙан һау-лығы ла кителгән инде, йәшләй әрәм булды. Пенсияға сығып рәхәтләнеп йәшәй ҙә алманы...
Күҙ төптәре йәшләнгән ҡатын кеҫәһенән ҡулъяулығын сығарып бит күҙен һөртөштөрҙө. Етәктә арыған бала ла сүгәләп ерҙә ниҙер соҡоп уйнарға кереште. Солтанды һаман ут ҡамауы ҡарманы. Күҙ алдында торған кешенең үҙ ҡыҙы булыуына тамам инанған ине инде ул. Йыуатып ҡосағына алһа? Уңайһыҙ булырмы?
—Йә-йә! Илама, ҡыҙым! Ысын донъяла ожмахта ғыналыр инде әсәйең. Был донъя һынау ғына бит ул. Илама, йәме...—еңелсә ҡулдары менән яурынынан һөйөп алды Солтан ҡатындың.
Шуны ғына көткәндәй һығылып ҡына иланы ла ебәрҙе ул һыңҡылдап .
—Рәхмәт, ағай, ҙур рәхмәт һүҙҙәрегеҙгә. Әллә нишләп ошо әсәйем үлгәне бирле тығылып-һыҙылып тик йөрөйөм. Бер туғаным юҡ бит.
—Ауыр саҡта һәр саҡ мәсеткә кил, йәнеңә ял алырһың. Әсәйең ауырып киттеме доньянан? Ауылда йәшәй инеме?
Әллә таныйһығыҙмы тигәндәй ҡалҡынып бер ҡарап ҡуйҙы ла ҡатын, барыбер һөйләп бөттөм эсемдәген тигәндәй:
—Эйе, Имәнғолда торҙо әсәйем ошоғаса, һис ҡалаға алып ҡайтып булманы. Бөтөнләй хәле насарайғас ҡына, үҙ аяғынан яҙғас, ҡалаға алып ҡайттыҡ. Килгәс тә теге үҙ исеме ҡушылған талды теленән төшөрмәне.«Нажиә талы»ның кәртәһе емерелеп, талдарын мал кимереп кенә бөтмәһә ярар ине, тип өҙгөләнеп ятты. Ураған һайын ошо таллыҡта өйрөлгәнгә лә «Нажиә талы» тип атаныларҙыр инде. Күңеле тулғанда ла, шатлыҡлы мәлдәрендә лә ошо тирәне үҙ итте мәрхүмәм. Һорашһаҡ та әллә ни асылып һөйләп барманы. Сер итеп алып китте үҙе менән,—тине лә, ергә үк ултырып ҡом-тупраҡ менән уйнай башлаған ҡыҙсыҡты абайлап, һүҙен ошо урында йомғаҡлап китергә йыйынды ҡатын. Солтан һәр хәрәкәтен, һәр һүҙен йотлоғоп ҡарап-тыңлап, арала-шыусыһынан һис айырылырға те-ләмәй бер-ике аҙым арттарынан атлай биреп ҡуйҙы.
—Рәхмәт һеҙгә, Солтан ағай. Ихлас мине тыңлауығыҙға, хатта еңел булып ҡалды. Һау булығыҙ!
—Һау бул, һау ғына бул, ҡыҙым! Үҙеңә лә ҙур рәхмәт! Әсәйеңдең рухы шатланып ҡайтһын! Амин!
—Амин, амин...
Солтан күҙенә тығылған йәштәрен тыя алмай киткәндәр артынан ҡарап ҡалды. Күҙенән тәгәрәгән йәштәрен һис һөрт-мәне, сабыр ғына ағымды тыймай һыҙылды. Ҡатын телдәренән ишетелгән «Нажиә талы», йөрәк яраларын тамам һыҙырып ҡанатты. Ҡасандыр бәхеттән илереп тал биленә сыйылған «С+Н» тигән яҙыу, әйтерһең дә, уның тәненә яҙылған да, әле килеп һыҙлатып һыҙлата.
Тал билендәге яҙыу тарихы күпме дауамға эйә булған, ә Солтан бер ни белмәгән. Исмаһам, теге юлы ҡайтҡанында Нажиәнең хәлен берәйһенән һорашһа ни булған? Ә ул көткән. Ҡырҡы яңы тулыр булғас, Солтан ҡайтып арыуыҡ торғас ҡына үлеп ҡалған. Тал билен һыпырып илаған саҡтары иҫенә килде Солтандың. «Эх! Китмәҫкә булған икән! Сабырһыҙлығың алама һинең, Солтан. Эх!» Ҡулъяулығына битен һөртә-һөртә кире мәсеткә инергә ынтылған Солтанға теге етәктәге ҡыҙый нишләптер боролоп ҡарап ҡуйҙы.
—Өләсә-ә-әй, мулла бабай нишләп илай ул?—тине.
Ҡатын да, бала һүҙенең хаҡлымы икәнен һынап, артына боролоп ҡараны. Ысынлап та илаулы ҡарт яй атлап мәсеткә табан атлай ине.
Үҙенә текләгәндәрҙе Солтан был мәл аңғармай ҙа ине...
Усына йомған кескәй ҡағыҙ киҫәген күҙ йәштәре аша тағатып, текләп ҡараны Солтан. Ике генә юл яҙыу: «Нурия. Баҡса урамы, 17. тел. 8 965 ...»
Дә-ә-ә, Нурия, тимәк... Нур эйәһе, өмөт нуры, бәхет сатҡыһы һин, ҡыҙым—Нуриям...
Күпме ғүмер сит ерҙәрҙә һинең барлығыңды белмәй яфа сиккәнмен. Белгән булһам, бәлки... Хоҙай шулай ҡушҡандыр инде. Һуңланым, әммә ғүмеремде ҡылдай өҙөлөр саҡтарында һаҡлап ҡалған нур остоғо һин бул-ғанһың икән ҡыҙым, фәрештәм. Эх, Нуриям... Нисек кенә әйтеп аңлатырмын икән бар әйтер һүҙҙәремде? Аңларһыңмы мине, ҡыҙғынам? Ышанмаһаң, йә ҡабул итмәһәң?! Әллә бөтөнләй йәшенеп ҡалырғамы? Юҡ! Солтан, улай ярамай! Былай ҙа бар ғүмерең тиерлек күләгә аҫтында буп-буш бил бөгөүҙәр менән үтте. Исмаһам, ҡалған ғүмереңде йәшен-мәй, Солтан булып йәшәп ҡал! Тик нисек кенә әйтергә?!
Әле генә Нурия теленән төшкән теге Нажиә талы күҙ алдына баҫты. Ысынлап та, нисек икән таллыҡ хәле? Йәшлек эҙҙәрен барлап, күңел ярһыуҙарын ҡуҙ-ғытып, йөрәк яраларына дауа эҙләп барып сығырға инде әллә Имәнғолға?! Иртәгә саҡ шәмбе, Нажиәнең ҡырҡына тиклем дә арыуыҡ ваҡыт бар. Нисек тә шул аятта аңлашыр инде ҡыҙы менән. Танытыр, әйтер үҙенең кем икәнен. Нисек ҡабул итер, билдәһеҙ. Атай, һинме ни был, тип муйынына килеп һарылмаҫ, буйтым йәштәге ҡатын бит инде ул. Иллә мәгәр еңел-елпе уйларға йәш-елкенсәк түгел. Һөйләше лә, атлап китеше лә хас та Нажиәнеке. Былай ҙа кеше кешегә оҡшар икән?! Һуйып ҡаплаһаң да тап килмәҫ! Сабыр, һәр һүҙен уйлап һөйләр ине бит Нажиә лә. Һис юҡ-барға остаңлап, кәрәккән-кәрәкмәгәнгә ширҡанлап көлөп тә бармаҫ ине. Тыумыштан булғандыр уйсанлығы. Әллә хаҡ яҙмышы шулай зарлы булыры бар холҡонда алдан сағылдымы икән? Эх, Солтан, үҙеңде генә түгел, ана бит, ике бер ғәйепһеҙ йәнде күпме тилмертеп, көттөрөп, ситтә йөрөп этләндергәнһең! Юҡ ҡына һүҙ ҙә сәбәп булған бит бар ғүмереңде бәхетһеҙ бушлыҡҡа һалырға. Һуң, инде һуң, бар үтелгән юлыңды кире ҡабаттан башлап маташырға...һуң...
Солтан, бөгөн үк булмаһа ла, иртән иртүк ауыл яғына сығып әйләнергә тигән уй төйнәне. Уҙған төн дә сырым итмәһә лә, бөгөнгө төндө лә йоҡо алманы. Ҡыҙы менән булыр һөйләшеү күҙ алдына баҫып тик торҙо. Берсә ҡыуанған, берсә һағышлы Нурия ҡыҙының йөҙ-ҡиәфәтен төҫ-мөрләп бер булды. Тамсы ла йоҡо алманы. Уфтанып әле был, әле теге яғына өйрөлә торғас, саҡ таң һарыһын көтөп алды. Йәшлек, бала саҡтағылай йоҡо тәме лә башҡа шул ҡартлыҡта. Бушҡа ғына: «Ҡартлыҡ—этлек»,— ти-мәйҙәрҙер инде. Көн боҙолор булһа, ул-был ер һыҙлап ҡаҡшата, балта теле өҙөп алған яртышар өс бармаҡ яралары ла һулҡылдап үҙҙәренең барлығын белдереп тора.
Таныш ҡыр-туғайҙарға табан елгән ярым буш автобуста, һаман үҙ уйҙары солғанышында бара Солтан. Ауылға етер-етмәҫ шоферҙан һорап төшөп ҡалды. Ус ояһындай ғына булып иҫендә ҡалған тыуған ауылы буйтым ҙурайып киткән икән. Замансалап йорт-ҡура йүнәткән йәштәр күптер инде. Теҙелеп киткән төҫлө ҡалай башлы йорттар шуға ишара. Шөкөр, ауыл Солтан ише «тыртайған» малайҙарҙан ғына тормаған икән. Эш юҡҡа ла бошонмай, үҙ йүндәрен үҙҙәре күреп, балалар үҫтереп, нигеҙ тотоп, заман менән бергә атлай-ҙар. Ана-а-а, күҙ күреме етер-етмәҫ ерҙәрҙә теге таллыҡ бу-лырға тейеш. Элекке туғайлыҡтың яртыһына тиерлек яңы урам теҙелгән. Ҡарағай еҫен аңҡытып ултырған яңы буралған буралар теге ҡыр-дала эшен иҫләтеп, эстән семтеп кенә ҡуя.
* * *
Ете балаға тәғәйенләп йыйғанмы ни Нажиә ҡаралтыны? Түшәмгә тейеп тиерлек торған оло-оло яҫтыҡтар, буй юрғандарҙың иҫәбе-һаны юҡ. Нурияның әле әсәһе һау саҡта был нәмәләр әллә ни күҙенә лә эленмәне шикелле. Әсәй кеше үлеп, йорт бөтөнләй ҡарауһыҙ ҡалғас, ҡайҙа итергә тигән һорау килеп тыуҙы. Былай ҙа ҡыҫынҡы ҡала йортона һис һыйҙырырмын тимә был йыйылғандарҙы. Ташлау хаҡында һүҙ ҙә юҡ, кемгәлер бирергә лә теләмәй, әсәһенең күҙ нурҙарын түгеп эшләгән ҡорамалары бит улар. Көндәр йылыға тартып тор-ғас, ҡайтып тыуған йорт тирәһен ҡараштырып китергә булды Нурия. Ауылға ҡайтып тороуҙы һис уйламаны ул, әллә нишләп бәләкәй саҡтан ҡалаға тартылды ла торҙо күңеле. Ауыл егетенә кейәүгә сыҡһа ла, ҡалала эш табып шунда төбәкләнделәр. Етем-һерәп ҡалған тыуған нигеҙ генә уйға һала, нишләргә? Һатһаң да әллә нисек. Торор инде әлегә. Берәйһе үҙе белеп һат тимәһә, ҡыйыулығы етеп ауыҙ асмаҫ Нурия.
Күбелгән юрғандарҙы елләтергә тышҡа сығарҙы ул, яҫтыҡтарҙы ҡағып-һуғып утынлыҡ башына теҙҙе. Саң һеңеп, күгәрешеп әрәм булып ятмаһындар. Урам эсе кәртәһенә лә һыйманы, картуфлыҡ ҡоймаһы ла аллы-гөллө юрғандар «ябынып» матурланды. Инде нисәнсе көн ҡоторонған ел-дауыл юрғандар-ҙы еңелсә һелкетеп-ҡаҡҡылап елберләтә. Әсәһе һәр яҙ-көҙ шулайтып киптереп һала торғайны шул. Нурия күҙ алдына әсәһен килтереп, күңеле йомшарҙы. Көн дә тотоп сыҡҡан ҡомғанын, тамаҡ бешергән һауыт-һабаларын күрһә лә илағыһы килде. Етемһерәп ҡалған шул өй. Тыштан ҡараһаң да, тәҙрәләр шәмәреп иларға торған күҙ һымаҡ. Нуры һүнгән, ҡото киткән өйҙөң ...
Урамға ҡоҙоҡ ҡаҙҙырыуҙы һис өнәмәне нишләптер әсәһе. Ҡартайып хәлдән тайғансы яуырынынан көйәнтә төшөрмәй, шишмә һыуынан ғына ташып эсте. Нурияның ҡырталашып һыу быраулатырға теләүен дә кире борҙо. Күнәктәрҙе алып һыуға барыуҙан башҡа сара юҡ шуға. Бер уйлаһаң, ҡала кешеһе өсөн был танһыҡ ҡына эш. Айырма бар шул: шишмә һыуы тәмле, татыры юҡ. Ҡалаға алып ҡайтҡас та әсәһе сәйен яратмай, йөҙ һытып бер булғайны шул. «Бер кәсә сәй эсһәм, эсем күбә лә ҡуя, эй, ошо ҡаланың кран һыуы»,—ти торғайны ураған һайын мәрхүмә. Шишмәһе һыуын һағынып ятыуы шул булғандыр инде.
Нурия ике ҡулына биҙрәләр алып һыу буйына төштө. Хәҙер кеше шишмәгә әллә ни төшмәй бит, һуҡмаҡтар ҙа юғалып бөткән, ут һүнһә генә унан-бынан йүгерешәләр шишмәгә. Былай булһа иҫләп тә бирмәйҙәр, ҡайҙа-а-ан?! Әсәһе күҙ ҡараһылай ҡарап торған таллыҡ тирәһендә кемдер ултырыуын күргәс, әллә ни иғтибар итмәй үтеп китте Нурия. Берәй себеш-фәлән көткән ҡарттыр, йә иҫерек берәйһелер. Ауылдан бәләкәстән киткәс ней, әллә ни ҡарттарҙы танып та бармай шул. Мөлдөрәмә тулы силәк-тәрен үргә ҡарай саҡ һөйрәп ҡайтты. Ауыр шул. Ике ҡулы өҙөлөп төшөрҙәй булып саҡ килде. Тамсыһы ла йәл һыуҙың, кә-рәккән-кәрәкмәгәнгә исраф итеү ҙә юҡ шуға. Нурия сәй ҡайнатып эсеп, иҙән-тәҙрәләрҙең саңын һөртөп, елдә торған ҡаралтылар-ҙы кире таҫлап йыйырға булды. Сафлыҡ бөркөп, таҙалыҡ еҫе аңҡыны өйҙән. Кәртә артындағы буй юрғандарҙы алырға сыҡҡанда күҙ ҡарашы теге тал төбөндә һаман ултырған ҡартҡа барып текәлде. Кем икән? Теләһә ниндәй ер түгел бит, әсәһенең таллығы—Нажиә талы. Әллә барырғамы? Кәрәкмәһә лә, шишмәгә барыуҙы сәбәп итеп, яйлап ҡына һыуға төштө Нурия. Таллыҡ тапҡырына еткәс күнәктәрен шартылдатҡан булып, аяғындағы кәлүшен дә тауышландырып, ҡартты был яҡҡа борорға маташты. Шулай булды ла. Һалынҡы башын күтәреп ҡарт артына ҡараны. Ни күҙе менән күрһен Нурия?! Теге көн илап инеп киткән мулла Солтан ине был. Нишләптер аҙымдар туп-тура шул таллыҡҡа ынтылды, ҡарт та урынынан ҡалҡынып өҫ-башын ҡаҡ-ҡылап Нурияға ыңғайланы. Ике ҡараш бер-береһен йоторҙай текәлеп яҡынайҙы. Күҙҙәр аралашты. Һүҙҙәр артыҡ. Ирен ситен саҡ йәмшәйтеп илап ебәреүҙән тыйылып торған Нурия түҙмәне: «А- а-та-а- й-й!»—тип ҡулдарын йәйеп ҡарттың түшенә һарылды. Солтан да шуны ғына көткән, күрәһең, ауыҙ эсенән ниҙер бышылдап, ҡуйынындағын һығып ҡосаҡлап күҙҙәрен йәшләтте. Һүҙҙәр артыҡ... Нисәнсе көн ҡоторонған япраҡ еле киске һиллеккә буйһоноп бер аҙ тымып ҡалғандай булды. Бары тик таллыҡтағы тамғалы тал ғына елһеҙ ҙә һелкенеп ниҙер шыбырлай һымаҡ ине...

 

Автор: Лилия Такаева
Читайте нас