Хаттар, хаттар... Кеше яҙмышын мең төрлөгә әйләндерә, шатлыҡ–ҡыуанысҡа сорнай, ҡайғы–хәсрәткә һалырға, осраштырырға, таныштырырға, ҡауыштырырға һәм туғанлаштырырға һәләтле хаттар...
Почтальон булып эшләгән Таңсулпан апай, гәзит–журналдар менән бергә, тағы ла бөтөнләй таныш түгел адрес менән яҙылған хат ҡалдырып киткәс, Венера, ҡыҙыҡһыныуын тыя алмайынса, ата–әсәһенә күрһәтмәй генә, был серле хатты уҡып сығырға булды. Ҡартатаһының исем–шәрифенә төбәп килгән был хат беренсегә генә килмәй ине. Ул ҡартатаһына тәғәйенләнһә лә, атаһы килгән береһен, уҡып та тормай, утҡа яға барыуын ҡыҙ үҙ күҙҙәре менән күреп, аптырағайны. Әсәһе лә күреп тора (бәлки, уҡығандыр ҙа әле), тик, ниңәлер, ҡыҙыҡһынмай ҙа, туҡтатмай ҙа атаһын. Тимәк, бер ғиллә бар... Төбәп килгән адресы ла, исем–фамилияһы ла ҡартатаһыныҡы бит. “Ни эшләп атайым үҙ атаһына килгән хатты хужаһына күрһәтеп тә тормай, утҡа яға икән?” - тип, көйәләнде ҡыҙыҡай. “Юҡ, был юлы, ярамай, тиһәләр ҙә, асып уҡыйым”, - тигән ҡәтғи фекергә килде. Тик ҡайҙа барып уҡырға? Әһә! Һыу алырға барған кеше булып, ҡуш тирәккә ышыҡланырға ла, селтер шишмә буйында уҡырға...
Ә хат былай башланғайны: “Сәләм Салават шәһәренән! Исәнме, әти. Бына, ниһаят, мин сине эзләп таптым. Тик, күпме язсам да, синнән яуап хаты килми. Бу мин, синең Салават шәһәрендәге ҡызың Газиза. Синең адресыңны әни бирде. Әни үзе нык сирли. Она хочет познакомить меня с тобой и с моими родственниками... И я сама тоже хочу увидеть тебя...”
Бына шундай эстәлекле ине хат... Өс телде бутай–бутай яҙылған ҡыҫҡа ғына хат юлдары...
Эйе, йәш сағында ҡартатаһының Ишембай тарафтарында нефтсе булып эшләүе хаҡында белә ине ейәнсәре, әммә унда ҡыҙы ҡалғанлығы тураһында бер ҡасан да ишеткәне булманы... Ҡартатаһы Венералар менән бергә йәшәй. Дини тәғлимәтле, сабыр холоҡло ҡартатаһын яҡын–тирәлә барыһы ла ихтирам итә. Өлкән инде ул, шулай булһа ла, зиһене теүәл, үҙ аяғында ныҡ баҫып тора. Ә ҡартәсәһе күптән мәрхүм...
Хат ҡыҙҙы тәрән уйҙарға һалды. Нимә эшләтергә инде уны хәҙер? Атаһы ҡулына эләкһә, тағы ла яндырасаҡ. Ә ни өсөн? Ул ҡартатаһы менән мәрхүм ҡартәсәһенең берҙән–бер балаһы. Бындай эстәлекле хат менән дә, атаһының ситтә ҡыҙы булыуы менән дә, әлбиттә, килешмәйәсәге көн кеүек асыҡ. Бына ни өсөн килгән берен, хужаһына тапшырмай, усаҡҡа ырғыта барған икән... Бишенсе тиҫтәне ваҡлаған атаһының был ҡылығын бер нисек тә аңлай алманы Венера. Нимә эшләргә? Ҡартатаһына күрһәтергәме? Шул саҡ ҡыҙҙың башына хәтәр генә уй килде. Яуап яҙырға... Эйе, берәүгә лә әйтеп тормай, Ғәзизә апайға тоторға ла хат яҙып һалырға. Ул, бәлки, яңылышалыр. Ә был хәл дөрөҫ булһа? Атаһын күргеһе килгән кешенең теләген нимәгә ҡабул итмәҫкә, ти?.. Хат яҙырға... Тик нисек, ҡасан?
Педагогия училищеһының өсөнсө курсында уҡып йөрөгән ҡыҙ, хатты ла Сибайға барғас яҙырға булды. Дөйөм ятаҡҡа барғас уҡ, яуап хаты яҙып һалырға. Унда берәү ҙә ҡамасаулыҡ та итмәйәсәк...
Бына шаулы–гөрлө яңы уҡыу аҙнаһы ла башланды. Сумаҙан төбөндә ятҡан теге серле яҙманы ҡат–ҡат уҡый торғас, эстәлеге ятлап та бөтөлдө инде. Һәм, бер көн килеп, яуап хаты ла яҙылды: “Здравствуйте! Привет из Сибая! Пишет Вам письмо девушка по имени Венера. Не обессудьте меня, но я прочитала Ваше письмо, адресованное моему любимому дедушке. Я думаю, что Вы ошиблись. У моего дедушки не может быть дочерей. У него есть только один единственный сын! Это мой папа! А я его внучка. Учусь на третьем курсе в Сибайском педагогическом училище. И я не верю, что это правда, о чем вы пишите в своем письме...” Бына шундай эстәлекле хатты яҙҙы ла һалды Венера. Аҙағында уҡыу йортоноң адресын да, исем–шәрифтәрен дә күрһәтеүҙе кәрәк, тип тапманы.
Яҙып һалыуын һалды ла ул, әгәр, көтмәгәндә–уйламағанда, яр аҫтынан яу сығып, килә ҡалһалар, нимә эшләргә? Ҡартатаһының йөрәге күтәрерме был хәлде? Аталары нимә әйтер? Әсәһе былай ҙа йыш ҡына: “Ошо бер бала күҙен тупайтып ала ла, теләһә нәмәгә ҡыҫтырыла ла йөрөй”, - тип һуҡрана бит уға. Күҙе шулай ҙур ҙа, матур ҙа булғанға, әйтерһең дә ул ғәйепле. Ярай, ни булһа ла булыр. Тотоп ашамаҫтар әле... Хат осто инде... Шулай булһа ла, барыһы алдында яуап тотасағын уйлаһа, ҡыҙҙың йөрәге, күкрәгенә һыймай, тулай башлай...
Килде бит тегеләр... Хат оҙатылып, аҙна–ун көн дә үтмәне, Венераны дәрестән сығырға саҡырҙылар: “Хасановой там какие–то люди приехали... вызывают...”, - тине вахтала дежур малай. Дәрес барған ваҡытта студенттарҙы саҡырып сығара һалып бармауҙары ла һағайтты ҡыҙҙы. Өйҙә бер–бер хәл булмаһа ярар ине, тип ҡото осто. Ауылдан килгән булһалар, былай уҡ әптәләндермәҫтәр ине, моғайын... Әллә... теге хат буйынсамы икән? Әгәр, ысынлап та, шуның буйынса килгән булһалар, нимә эшләргә? Үәт, ҡылды бит ҡылыҡты ҡыҙыҡай... Шулар була ҡалһа, нимә эшләргә инде хәҙер? Кемгә алып барыр? Нимә эшләтер? Ата–әсәһенә, ҡартатаһына нимә тип әйтеп аңлатыр?
Уҡытыусының: “Пусть урок закончится, потом выйдет!” - тиеп сығармауы ла һәйбәт булды әле. Уйланырға, план ҡорорға әҙерәк ваҡыты булды, исмаһам. “Әһә, әгәр ҙә, хат буйынса килгән булһалар, тетя Валяға алып барырға кәрәк. Уның урыҫсаһы ла шәп, аш–һыуы ла һәр саҡ әҙер, үҙе килеп тороп йомарт...”
Бына дәрес тамамланғанын белдереп, ҡыңғырау ҙа сылтыраны. Аяҡтары бауланып киткән ҡыҙ, һаҡ ҡына атлап, коридорға табан йүнәлде. Директор бүлмәһе янындағы тәҙрә эргәһендә ҡаласа ҡупшы кейенгән, нәфис йөҙлө, матур кәүҙәле, килешле биҙәнгән һылыу ҡатын менән, хәрбиҙәрсә төҙ кәүҙәле бер ир баҫып тора ине. Икеһенең дә ҡулында сумаҙан. Эргәләрендә бәләкәй генә улдары ла бар. Тимәк, теге хаттың хужалары килгән... Йөрәге тағы ла жыу итеп китте ҡыҙҙың...
Иң күҙгә салынғаны, һылыу ҡатындың күҙҙәре тас Венераныҡы һымаҡ йәшкелт–зәңгәр төҫтә ине. Уларҙан әйтеп аңлатҡыһыҙ йылы нур бөркөлгәндәй булды ҡыҙға... Күптәнге танышын күргәндәй ҡатын, яҡын килеп, ни әйтергә белмәй, ҡатып ҡалған ҡыҙыҡайҙы: “Туғанҡайым минең”, - тип ҡосаҡлап алды. Русса-татарса һөйләшә. “Я получила твое письмо, помоги, пожалуйста, доехать до вашей деревни. Рәхмәт, һеңлем, һинең хатың миңә көс бирҙе”, - тине ул башҡорт телен вата-емерә.
Ситтән ҡарағанда, был күренеш һәр кеменә лә бик сәйер тойолғандыр инде, сөнки үтеп-һүтеп йөрөгәндәр, ҡыҙыҡһынып, был икәүҙе күҙәтә ине...
Венерала уҡыу ҡайғыһы китте. Класс етәксеһенә барып, ҡалған дәрестәрҙән китергә рөхсәт һораны ла, алыҫтан килгән ҡунаҡтарын эйәртеп, тетя Валяларға алып китте. Тетя Валя, тигәне, әсәһе яҡлап яҡын ғына туғандары ине. Уны әсәһенең ҡустыһы Алтай өлкәһендә хеҙмәт иткән еренән эйәртеп алып ҡайтҡан. Тәүҙә үҙ енесебеҙ түгел, тиеп, бик үк ҡабул иткеләре килмәһә лә, үҙенең илгәҙәклеге, аш-һыуға оҫта булыуы, кеселекле һәм кешелекле була белеүе менән барыһының да күңелен тиҙ үк арбаған шул үҙе лә. Бына шуларға алып китте. Нимә тиһә лә, тиерҙәр инде, тип уйланы үҙе, сөнки башҡаса сара юҡ ине.
Барып ингәндә, һәр саҡ ҡунаҡсыл тетя Валя уларҙы, тәмле еҫтәр аңҡып торған йортонда, ҡоластарын киң йәйеп, ихлас ҡаршы алды. “Что – то я вас первый раз вижу”, - тиһә лә, таныш түгел ҡунаҡтарҙы әйҙүкләп, түргә үткәргәс, хәлде тиҙ генә төшөнгән зирәк ҡатын, ҡыҙҙы аш – һыу бүлмәһенә саҡырып алды ла: “ Ты что наделала?.. Сейчас что будем делать? Куда их денем? Люди такую даль проехали. Как скажем твоему дедушке? Примет ли он? А, если, нет? А что скажет твой папа? Вдруг выгонет?”
Былай ҙа ни ҡылырға белмәй ултырған ҡыҙыҡай, илап ебәреүҙән саҡ–саҡ тыйылып ҡалды...
Ә ваҡиға үҙенән–үҙе тиҙ генә хәл ителде лә ҡуйҙы. Көтмәгәндә–уйламағанда, әсәһенең бер туған ҡустыһы, Ғәйнислам ағай килеп инде. Уны–быны уйламай, тура ярып, шаяртып һөйләшергә яратҡан, телгә бай ағай, хәлде төшөнөп алыу менән: “ Ә нимәһенә аптырарға, бына мин белорус тракторында леспромхозға килдем, хәҙер ауылға кире ҡайтам, Валя еңгәгә күстәнәс ҡалдырып сығырға ғына индем. Хәҙер, ”выжт” иттереп алып ҡайтып еткерәм ҡоҙаға балаларын”, - тине, мыйыҡ аҫтынан йылмайып...
Ғәзизә апайҙы улы менән белорустың кабинаһына, еҙнәйҙе арбаһына ултыртып, Ғәйнислам ағай ауылға алып та китте. Венера ғына, ҡурҡып, ауылға ҡайтмай ҡалды. Улар сығып киткәс, тетя Валя ҡыҙҙың кәрәген бирҙе генә: “ Ну что ты наделала, глупая моя девочка? Что скажут люди? Они же приехали... издалека, столько расход... А если не примет бабай?” Был һүҙҙәр Венераға утҡа кәрәсин һипкәндәй тәьҫир итте... Әммә терһәкте тешләргә һуң ине инде...
Әсәһенең һуңынан һөйләүе буйынса: ”Мейес яғып ултырһам, болдорға, ят кешеләр эйәртеп, Ғәйнислам ағайың инеп килә ята. Ҡаршы сыҡтым... Ҡайным ул ваҡытта картуфлыҡ артында ғына аҡҡан шишмә буйынан ҡайтып килә ине. Ғәйнислам ағайың, оһолһоҙ, яман да инде, ҡартатайыңа: “Эй, ҡоҙа, кил әле, кил, һинең тегеләй итеп таптырған ҡыҙыңды алып килә ятам”,- тимәһенме. Эйәртешеп инеүҙәренә, атайың, ҡырын төшөп ятҡан еренән, ырғып килеп торҙо ла, ишекте шарт ябып, өйҙән сыҡты ла китте...”
Ике көн үткәс, ҡурҡа–ҡурҡа ғына тағы ла тетя Валяларға китте Венера. Барһа, түр башында атаһы, әсәһе, Ғәзизә апаһы менән ире ултыра. Өҫтәл тулы һый–хөрмәт. Ҡунаҡ булып ултыралар. Барыһы ла шат. Тегеләргә ҡаҙ, өйрәктәр һуйып биргәндәр. Туғанлыҡҡа һыуһаған Ғәзизә апайҙың йөҙө ҡояштай балҡый. Күптәнән аралашҡан кеше һымаҡ, һин дә миндәр бит әле барыһы ла...
Тетя Валяларҙа йоҡлағас, иртән самолетҡа билет алып, тамам туғанлашҡан Ғәзизә апайҙарҙы Өфөгә оҙаттылар.
Бына шулай, көтмәгәндә–уйламағанда, ҡартатаһы ҡыҙлы, атаһы һеңлеле, балалары иһә, тағы ла бер һылыу апайлы булып китте. Ә эш былайыраҡ була...
Ҡартатаһын һуғыштан һуң Ишембай яғына нефть быраулау эшенә ебәргәндәр. Шунда эшләгәндә, ата–әсәһе күптән мәрхүм булыу сәбәпле, бер туғанһыҙ етем ҡалып, балалар йортонда үҫкән татар ҡыҙына ғашиҡ була. Бергә йәшәй башлайҙар...
Ишембайҙа йәшәгәндә ҡатыны йөккә уҙыуы тураһында бер нәмә лә һөйләмәй... Их, әйткән булһасы...
Нисек кенә өҙөлөп яратһа ла был ҡатынды, илендә ҡалған улын һағынып бер була ир... Улғынаһы төштәренә йыш инә... Ауылда ҡалған, ҡасандыр еңгә, тип йөрөгән, үҙенән күпкә өлкән ҡатыны, икенсе кешегә ғашиҡ булыуын белһә, кәмһенер, күтәрә алмаҫ, тип уйлай. Мәрхүм ағаһының рухы риза булмаҫ, рәнйер, тип тә борсола...
Тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡан ир, һары һағыштарға бирелеп, атаһын, ысҡындырмаҫтан, һыға ҡосаҡлаған улын, башҡаса етем итеп ҡалдырырға батырсылыҡ итмәй... Улғынаһын ташлап китә алмаҫын төшөнә...
Ысынын ғына әйткәндә, Венераның ҡартатаһы бик бәхетһеҙ кеше булған. Бер туған ағаһы үлеп ҡалғас, донъяһы сит кешегә ҡалмаһын, тиеп, уға, ун етеһе саҡ тулған егеткә, алғыһы килмәһә лә, етем ҡалған бер балалы еңгәһен йәрәшкәндәр... Уныһы иренән күпкә өлкән булған. Ҡартәсәһе, үҙе лә, тәүге ирен ныҡ яратҡан булғандыр инде. Ғүмере буйы юҡһынып йәшәгән... Ҡәйнешенә эҫенеп тә китә алмағандыр, моғайын, сөнки емеш-еләк йыя барғанда ла, эстән генә көйләп, илап ҡына йөрөр булған...
Ошо осрашҡандан һуң, ике арала аҫыл төҫтәргә мансылған Салауат күпере һалына ла инде. Туғанлыҡты яҡынайтҡан йылы хаттар, осрашыуҙар, аралашыуҙар йышая. Шул тиклем дә туғанлыҡҡа сарсаған Ғәзизә, Венераны ҡустыһы Шәфҡәт менән үҙҙәренә саҡырып, бик матур итеп ҡунаҡ итеп ҡайтарырға ла өлгөрә. Етеш, матур йәшәгән ҡатын һеңлеһенә алтын сынйыр бүләк итә. Туғандарын үҙе янына, Салауат ҡалаһына йәшәргә саҡыра... Педагогия училищеһын тамамлаған ҡыҙҙы иһә, ата–әсәһенең теләге һәм юллама буйынса, Баймаҡ районында ҡалдыралар...
Ә, бер көн килеп, юлды беләһең, тиеп, етмеш йәшлек ҡартатаһына эйәртеп, Венераны тағы ла Салауат ҡалаһына ебәрәләр. Ғәзизәнең әсәһе иҫән, әммә ул ваҡытта ныҡ ауырыған була. “Пусть общаются”,- тиеп, Ғәзизә апаһы атаһы менән әсәһен икеһен генә бер бүлмәлә ҡалдыра. Бер аҙҙан, Венера, ҡыҙыҡһыныуын тыя алмайынса, теге әбей менән ҡартатаһы ултырып ҡалған бүлмәгә инә... Ҡартатаһы, һөйөү һәм ғазап тулы күҙҙәренә йәш алып, әбекәйҙең ҡулдарын усына йомоп ҡына ултырған була. Шул саҡты уйлаһа, Венераның һаман да илағыһы килә. “Ҡартәсәйем вафат булғанда, ҡартатайға ни бары алтмыш йәштәр самаһы булған, ни эшләп ул Ғәзизә апайҙың әсәһен барып ҡына алмаған икән?”- тип аптырай ул. Шул тиклем бер–береһен яратышҡан кешеләр нисек кенә сыҙап йәшәй алдылар икән дә, Саҡ менән Суҡ кеүек икеһе ике ерҙә, йырып сыға алмаҫлыҡ ике ярҙа нисек түҙҙеләр икән? Ысын һөйөү әллә шулай тапһыҙ буламы икән?! Ә бит унда ҡартатайҙың ҡыҙы булған... Шул сабыйын күреп – белмәһә лә, күңеле менән һиҙенеп, һөйгәне менән бергә ҡала алмауы өсөн ниҙәр кисереп, ниндәй уттар йотоп, үҙәктәре өҙөлөп йәшәгәндер инде ҡартатаһы...
Ысынлап та, мәрхүм ағаһының ҡатынына өйләндергәс, үҙен бурыслы һанағандыр, уның рухы алдында хыянат итеүҙән типһенгәндер. Ғаиләһен яңғыҙ ҡалдырыуҙан, берҙән–бер улын етем итеүҙән дә ҡурҡҡандыр...
Салауат ҡалаһына барып ҡайтҡандан һуң, кәүҙәһе ҡуранысланып, уйсанланып киткән ҡартатаһы, Венераны эргәһенә саҡырып, сәстәренән һыйпай–һыйпай, йыш-йыш рәхмәт һүҙҙәрен әйтер булып китте.... Өлкәнәйгән көнөндә ҡыҙы, һөйгәне менән ҡабаттан осраштырыу мөмкинлеге тыуҙырған өсөн ейәнсәренә мең рәхмәтле булғандыр ул, моғайын. Ысынында ла шулай... Әгәр ҙә килгән хатҡа, батырсылыҡ итеп, яуап яҙмаған булһа, ҡартатаһы ҡыҙы менән дә, теге әбей менән дә осраша ла алмаҫ ине бит... Килгән бер хатты утҡа яғып торған атаһына ни әйтәһең инде... Исмаһам, ҡыҙыҡ өсөн генә булһа ла, берәйһен ваҡытында хужаһына тапшырған булһа, ҡартатаһы ла күпкә бәхетлерәк булыр ине, моғайын... Бәлки, һөйгәне менән өлкәнәйгән көндә булһа ла ҡауышыр ҙа ине...
Салауат ҡалаһына барып ҡайтҡандан һуң, күп тә тормай, Ғәзизә апайҙың әсәһе мәрхүм булды. Ерләшергә ҡартатаһы бара алманы. Йөрәк өйәнәге менән дауаханаға эләкте. Ата-әсәһе менән бергә барып, Венералар һуңғы юлға оҙатып ҡайттылар әбейҙе...
Ғәзизә апаһы ғаиләһе менән ауылға йыш килгән һымаҡ, Венералар ҙа Салауат ҡалаһында көтөп алынған ҡәҙерле ҡунаҡҡа әйләнде. Яңғыҙ әсәһенең берҙән–бер ҡыҙы булған апаһы ла, изге күңелле еҙнәһе лә туғандар уратмаһында бәхетле ғүмер кисерҙеләр. Шәфҡәтте лә үҙҙәре эргәһенә, Салауат ҡалаһына күсереп алдылар. Ул һәм ҡыҙға матур тәрбиә биреп үҫтергән Ғәзизә апаһы менән еҙнәһенең ғүмерҙәре генә ҡыҫҡа булды. Ҡаты ауырыуҙан һуң икеһе лә бер–бер артлы донъя ҡуйҙы. Икеһен дә Ҡолғонаға алып барып, тәрбиәләп ерләнеләр...
Ә теге хат, ҡартатаһы менән Ғәзизә апаһының әсәһен ҡабаттан осраштырырға сәбәпсе булған хатты Венера һандыҡ төбөндә әлегәсә һаҡлай. Күп йылдар үтеүгә ҡарамаҫтан, ул яҙма, берсә, утлы ҡуҙҙай устарҙы өтөп, берсә, яҡты хәтирәләрҙе уятып, матур ҡомартҡы булып һаҡлана... Бер нисә генә юлдан торған был хат киҫәге күпме яҙмышты хәл итеп, күңел яраһын дауалаған, күпме йылы, туғанлыҡ хистәрен күктәргә күтәргән?!
Хәҙер инде ҡартатаһы ла, уның ғүмерлек мөхәббәте булған теге әбей ҙә, туғандарын табырына өмөтөн өҙмәйенсә, туҡтауһыҙ хаттар яҙған Ғәзизә апаһы менән еҙнәһе лә, Венераның үҙенең ата–әсәһе лә, Валя апай ҙа, белорус арбаһына тейәп, ҡунаҡ алып ҡайтҡан телдәр Ғәйнислам ағай ҙа – барыһы ла күптән ысын донъяларҙа яталар. Ике арала күптән хаттар ҙа йөрөмәй... Барса халыҡтың кәрәҙле телефон, тип иҫе китә. Ике араны тоташтырған, туғанлаштырған, һөйгәндәрҙе ҡауыштырған, мәңгелек һөйөү утында яндырған хаттар күптән онотолдо...
Рузидә Үтәшева – Кәримова.
Сибай ҡалаһы.