Ҡунаҡтабыҙ, яңы ғына бер-беребеҙгә өйрәнеп, саҡ геүләшә башланыҡ. Түр башында ултырған оло йәштәге Хәлим ҡоҙа ойоҡбашына бәйле тарихты иҫкә төшөрҙө.
Һүҙ баҙар ойоҡбашы түгел, ә һарыҡ йөнөнән бәйләнгәне хаҡында. Беләһегеҙ инде, беҙ, ауылдыҡылар, йөнө ҡабарып торған шундай йомшаҡ ҡына ойоҡбаш кейеп үҫтек. Ауылда әбейҙәр әле лә ҡап-ҡара ялтыр кәлүш менән шундайҙы кейеп йөрөй.
Хәлим ҡоҙаның тарихын, уның менән нисә мәртәбә табында ултырырға тура килһә, шунса тыңлайым. Ана хатта әллә кеме: “Ағай шул ойоҡбашы тураһында йөҙ тапҡыр һөйләйҙер инде”−, тип мығырлап та ҡуйҙы.
Башҡа ҡунаҡтар ҙа яттан беләлер, тик беренсегә ишеткәндәй, иғтибар менән тыңлайҙар. Оло кешеләргә ихтирам менән ҡарарға кәрәк икәнен аңлайҙар, инә һөтө менән төңөлдөрөп үҫтергән балалар бит улар.
Уның тарихы ла әллә ни оҙон түгел. Ул бәрән һарыҡ йөнөнән бәйләнгән ойоҡбаш тураһында нимә генә һөйләйһең инде?
– −Миңә ул саҡта һигеҙме, туғыҙмы йәш ине. Һуғыштан һуңғы осор инде.
Шунда берәүҙәр өйҙән ойоҡбашымды алып сығып киткән. Өр-яңы ғына ойоҡбашымды. Уны нисек күҙ ҡараһылай һаҡлап, “өф” итеп кенә йөрөтә инем. Йомшаҡ ҡына, йылы ғына ойоҡбаштарымды йоҡлағанда мендәр аҫтына һалып ята инем. Тишелер тип ҡурҡып, кеймәнем дә әле. Утынға барғанда ла кеймәйем, үксәһе тишелер тип ҡурҡам, сылғау ғына урап йөрөйөм. Улары ла селтәрләнеп бөткән. Ямаулыны күргем дә килмәй, ойоҡбаштарымды бары мәктәпкә генә кейеп йөрөйөм.
Бына шуны урлағандар инде. Барыһына ла Ғәйшә апай ғәйепле. Теләһә кемде өйгә эйәләштерҙе. Имеш тә, Әртәлә торфта бергә эшләйбеҙ, Әләгәҙ апайҙарына ауылдарына ҡайтып еткәнсе атларға ла атларға тип, үҙе булғанда, гел шул ике бисәне беҙҙең өйҙә төн ҡундырҙы.
Был юлы ла шулар китеп барышлай беҙгә ҡунырға ингән. Инәйем дә инде бер ҡатлы. “Йоҡларға урын юҡ”, – тиң дә, сығар ҙа ебәр бит инде. Изге йән, улар өсөн иҫке фуфайкаларҙы йортҡа алып сығып тороп, ҡағып, иҙәнгә урын йәйеп, ҡунаҡтай хәстәрләй бит әле. Имеш, меҫкенкәйҙәр, юлда арып, нисә саҡрым киләләр. Үҙе аҙаҡ: “Хәйерсегә яҡты йөҙ күрһәтһәң, ямаулыҡ һорай”,− тигән була. Һорай һиңә, урлай, тип әйтергә кәрәк, тим.
Мин иртүк утынға йөрөйөм, аҙаҡ мәктәпкә китәм. Өйҙән сығып киткәндә, улар “хыр-пыр” йоҡлай ине әле.
Ойоҡбашым мейес янында ҡалды. Йоҡонан уяныу менән, сылғау урап, ҡиндраҡ кейҙем дә киттем. Ә улары яңы ғына ине, ҡиндраҡтарымды әйтәм. Инәйем уларҙы бошомталаптырып бирҙе, йүкәнән бауҙарын ишеп бәйләне. Күрше Кәрим бабай былтыр көҙ ит буйынса һалым түләргә заготконторға барғанда Петровичтан тояҡтарҙан ҡалған ваҡ-төйәк тиреләрҙе һорап алған. Тегеһе, “ал, барыбер ташларға”, тигән. Ул, алып ҡайтып, күрше-тирәгә таратҡан, инәйемә лә биргән.
Бына мин, ошо өр-яңы ҡиндраҡтарымды кейеп, урманға саптым, ә ойоҡбаштарым мине көтөп эленеп ҡалды. Уларҙың нисек мейес янында береһе өҫтөнә икенсеһе тәҫләп ҡуйылып, ҡуңыс яғы өҫтә, табаны аҫылынып торғаны әле лә күҙ алдында ғына.
Утын алып ҡайтҡан мәлдә теге бисәләр юҡ, китеп тә барған. Сәй эсеп, мәктәпкә йыйынһам, ойоҡбаштарымдан елдәр иҫкән. Инәйемдән һорайым. “Эй, Хоҙай! Теге икәү шылдырған инде! Шылдырған Әләгәҙ бисәләре. Таландыҡ та! Һин уларҙы кешегә һанайһың. Ә улар ана нишләй?”,− тип ахылдай башланы.
Инәйемде әйтәм, шунда күҙ-ҡолаҡ булып торһасы. Ни эшләргә? Төштөм арттарынан. Әллә ҡайҙа ла китеп өлгөрмәгәндәрҙер, тим. Хәҙер барып тотам уларҙы, кире алам ойоҡбаштарымды. Йүгерәм, йүгерәм, инде ауылды ла сыҡтым, һаман күренмәйҙәр. Шулай шәп атлайҙармы икән?
Үҙем һаман шуны уйлайым, ниндәй оятһыҙ кешеләр була Ер йөҙөндә? Башыма һыймай. Уларҙы йылы өйҙә ҡунырға ҡалдыралар, ә утын артынан кем, мин йөрөйөм. Ә улар һинең әйбереңде урлап алып сығып китә. Шунда туҙған сылғауҙар тора, бер ҙә иҫке-моҫҡоға теймәгәндәр, ә минең ап-аҡ ойоҡбаштарымды алып сығып киткәндәр.
Инде Аҡабаш шишмәһенә лә еттем, ә улар юҡ, ер аҫтына төшөп киткәндәр, тиерһең. Тимәк, мин утынға китеү менән сығып ысҡынғандар.
Сит кешеләр артынан ҡарап ҡына торорға кәрәк тә бит инде. Инәйем үҙе эшкә китергә булһа, беҙгә, өйгә күҙ-ҡолаҡ булығыҙ, ҡапҡаны терәп кенә ултырығыҙ, сығып китмәгеҙ, тип өйрәтә. Беҙ өйҙә саҡта бер нәмә лә юғалмай ине.
Инәйем гел көйгәнгә башы ла эшләмәй хәҙер. Тәүҙә әтей өсөн ҡайғырҙы. Бер йыл унһыҙ донъя көтә инек. Әтейҙе урман киҫкән ерҙән алып киткәндәр. Ул бер грамоталы кешенән ауылға хат яҙҙырып ебәргән. Ултыртып ҡуйҙылар мине, тигән. Шуға уның ҡайҙа икәнен ауылдыҡыларға белдермәйбеҙ. Урмандамы – урманда. Инәйем шулай әйтергә ҡушты.
Әтейҙе ҡулға алыуҙарына ат ҡына ғәйепле. Уны урмандан тимер юлға ағас ташырға ебәргәндәр, ә хайуан йығылған да үлгән. Уның үлемендә кешене ғәйепләп ҡуйыуҙарын белһә, тәнтерәкләп булһа ла йөрөп ятыр ине, аҙаҡ колхозға кире ҡайтҡас, аҙбарҙа ғына үлер ине. Мал бит уйлай белмәй. Ахылдап ятҡан да күҙҙәрен аҡайтҡан. Йүнһеҙ йән.
Бына хәҙер йортта эшләргә лә кеше юҡ. Йә энемдәр, һеңлемдәр бәләкәй, бар белгәндәре – ашау. Ә ашарға бер нәмә лә юҡ. Ҡасандан бирле йүкә ҡайырыһы менән йән аҫрайбыҙ. Тиҙерәк тирә-яҡ йәшәреп китһә, балтырғанға, шыма көпшәгә йөрөп, шуның менән тамаҡ туйҙырыр инек. Ярай мәктәптә ашаталар, аҙ-маҙ тамағыбыҙ туйып ҡайта, ә бәләкәстәргә ул да эләкмәй. Эх, ҡасан ғына үҫерҙәр инде, исмаһам, мәктәпкә йөрөй башларҙар ине, тибеҙ.
Инәйемде көйҙөргән икенсе нәмә –− Ғәйшә апай. Уны Әртәгә торфҡа эшкә ебәргәйнеләр, мунса инәм тип, аҙна һайын ҡайтып йөрөнө. Мунса тиһә лә, кис клубҡа сығырға ҡайтты инде. Өфәленең һыуы күтәрелеп, күперҙе ағыҙып алған да киткән. Апай, паром аша сығырмын тип, Сажы ауылына килгән. Был арала ҡараңғы төшкән, паромсы ҡайтып киткән, ә апай бер знакум мәрйәлә ҡуна ҡалған.
Мин тороп сығып киткәндә, яҡтыра ла башламағайны, тигән булһа ла, паромсы үҙ ваҡытында килгән, шуға күрә ул һуңлаған. Икенсе көн йыйылышҡа саҡырып, ваҡытында эшкә сыҡмағаны өсөн апайымды алты айға төрмәгә ултыртып ҡуйғандар.
Быныһын да бер кемгә лә һөйләмәйбеҙ, инәйем шулай ҡушты. Оят бит, ти. Күрше-тирә, Ғәйшәгеҙ бер ҙә күренмәй, тиһә, эштән ебәрмәйҙәр, тигән булабыҙ.
Берәйһе белеп ҡалһа, атаһы ла, ҡыҙҙары ла ултыра, былар ғаиләһе менән төрөмщиктәр, тип көлә башлар.
Үҙем сабам, был бисәләр атламай минең шикелле, йүгерә, ахыры, тим. Ҡыуа торғас, хәлем бөттө, килә-килә күҙ алдарым ҡараңғыланып китә, ә улар һаман күренмәй. Осмағандарҙыр бит инде, тип уйлайым. Инде Аҡабаш ауылын да сыҡтым, ә улар юҡ. Әллә кире генә боролорғамы икән? Мәктәпкә лә һуңланым, икенсе дәрестән һуң өйрә тараталар, хәҙер уныһы ла эләкмәй инде, Һәҙиә һеңлем шикелле ялан аяҡ ҡына сығып йүгерһәм икән, барып еткәнсе, бер туҡтамаһаң, аяҡ өшөп тә өлгөрмәй ул.
Өмөтөмдө өҙҙөм тигәндә, был бур бисәләрҙе ҡыуып тоттом шулай ҙа. Юлдың ике яғына төшөп алғандар ҙа, уйламай ҙа китеп баралар. Һыпырталар ғына.
Хәҙер тотам үҙегеҙҙе, тим. Эх, хәл бөттө шул. Тиҙерәк йүгерер урынға, аҙымға күстем. Ниңәлер эсем ауырта башланы, һул яҡтан ғына бороп алды ла ебәрмәй, бөтөнләй кәкрәйҙем.
Юҡ, барыбер тотам үҙегеҙҙе, алам ойоҡбашымды. “Туҡтағыҙ, туҡтағыҙ!”− тип ҡысҡырам быларға.
Юҡ, боролоп ҡына ҡаранылар, үҙҙәре атлай бирә, муйындары боролғорҙар. Мин һаман ҡысҡырған булам.
Йәшерәге боролоп ҡараны ла, ҡулдарын ҡыҙыу-ҡыҙыу һелтәп, тағы ла шәберәк атлай башланы. Күп тә ҡалманы ара, хәҙер эләктерәм мин һеҙҙе, тим. Бына килеп еттем яндарына, ауыр тын алам, саҡ-саҡ: “Кемегеҙ минең ойоҡбашты алды?” – тип өҙөп-өҙөп әйткән булам.
“Алманыҡ. Кеше әйберенә йоғанырға беҙ һиңә кем?” – тигән булалар. Ә урлағандары икеһенең дә йөҙҙәренә сыҡҡан бит инде. Арҡаларындағы биштәрен асып, минең битемә терәп тигәндәй: “Ҡара! Ҡайҙа бында ойоҡбаш күрәһең?” – тип ҡысҡырышалар.
Уҫалыраҡ тойолған йәшерәгенең аяғындағы ойоҡбашҡа эйелеп ҡарайым. Ике ҡат! Кәлүше эсенән ойоҡбаштарҙы ике ҡат итеп кейгәне күренеп тора. “Бир! Бына бит минең ойоҡбашым”, – тип ҡысҡырып ебәрҙем. “Ни эшләп һинеке булһын! Үҙем шулай кейәм, аяҡтарым һыҙлай”, – тигән була был. “Алдашма! Бир! Был минең ойоҡбаш. Кисә бер ҙә ойоҡбашың икәү түгел ине. Һине милицияға әйтәбеҙ, бирмәһәң”, – − тип үҙемсә ҡурҡытмаҡсы булам.
Әйтерһең, алдымда упҡын асылып китте, ҡатын минең йөҙгә төкөрөктәрен сәсеп, ҡысҡырып ебәрмәһенме: “Әтейең төрмәлә ултыра, апайың да төрмәлә, маңҡа, һиңә кем ышанһын!”
Ысынлап та, миңә кем ышанһын инде, тип илай-илай кире ҡайтып киттем. Шунда, эх, ниңә мин берәй төрлө сихыр эйәһе түгел икән, тип үкендем.
Был хәлдән һуң бер нисә йыл үтте. Ҡайын еләге йыйып, баҙарҙа һатып торабыҙ.
Мин инде ете класты тамамланым, ауылдан сығып китер һәм ботинка алыр өсөн аҡса йыям. ФЗО-ға киткән малайҙар каникулда өр- яңы форма, әллә ниндәй билдәләре булған фуражкалар кейеп ҡайта. Мин дә, сығып китергә лә башҡа ауылға әйләнеп ҡайтмаҫҡа, тигән уй менән йөрөйөм.
Шунда апайым бер ҡатынға күрһәтте: “Ҡара, бына ошо инде һинең ойоҡбаштарыңды урлаған ҡатын”. Мин уны күреп ҡалғас, ҡурҡып киттем, сөнки ҡатындың бите тиреһен һыҙырып алған һарыҡтыҡы кеүек ине. Апайым аңлатты: “Ул тракторсы булып эшләгәндә, капотты кинәт асып ебәреп, битен парға бешергән”.
Мин уға ҡарамаҫҡа тырыштым. Шул саҡ малайҙарға иларға ярамағанын, берәйһе күреп ҡалһа, ирештереүҙәрен дә онотоп, нисек юл буйы илап ҡайтҡаным иҫемә төштө...
...Йылдар үтә килә, Хәлим ҡоҙаның һөйләгәне тулылана-тулылана бара. Тыңлағанда, әһә, үткәндә быныһын әйтмәгән инең бит, тип уйлап ҡуям. Быларын онотҡандан түгел, ә башҡа сәбәптәр менән йәшергәнен дә аңлай башланым. Ҡасан инде һин, ҡоҙа, башынан аҙағына тиклем, иләктән үткәрмәй генә һөйләрһең икән? Бәлки, тулыһынса бер ҡасан да ишетмәҫбеҙ ҙә. Уныһы ла булыуы бар...
Мәүлиҙә Әхмәтйәнова.