Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
23 Декабрь 2025, 20:00
1

Алыш

«Һин бик ҡыуанма. Мин һине яратмайым. Мәғдәниәнең Вәғизгә кейәүгә сығыуына асыу итеп кенә өйләнәм». Туйҙың иң ҡыҙған мәлендә Ильяс Фәниәнең ҡолағына эйелеп шулай тип бышылданы. Унан, бер ни ҙә булмағандай боролоп, эргәһендәгеләр менән көлөшөп һөйләшә башланы. Ҡырау ҡурған гөл кеүек һығылып төшкән кәләш керпектәренә ҡунған йәштәрен нисек йәшерергә белмәй, башын түбән эйҙе. «Таптың әйтер ваҡыт, – тип өнһөҙ һыҡтаны ул. – Аҙ ғына сабыр итһәңсе». Тороп сығып китергәме? Баш тартырға әлегә һуң түгел! Юҡ, нисек кенә булмаһын, Ильясһыҙ йәшәгеһе килмәй ине ҡыҙҙың. Шуға күрә: «Уның ҡарауы мин һине яратам. Икебеҙгә лә етерлек, хатта артып ҡалырлыҡ яратам», – тип уйлап, үҙ-үҙен тынысландырҙы...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

«Һин бик ҡыуанма. Мин һине яратмайым. Мәғдәниәнең Вәғизгә кейәүгә сығыуына асыу итеп кенә өйләнәм». Туйҙың иң ҡыҙған мәлендә Ильяс Фәниәнең ҡолағына эйелеп шулай тип бышылданы. Унан, бер ни ҙә булмағандай боролоп, эргәһендәгеләр менән көлөшөп һөйләшә башланы. Ҡырау ҡурған гөл кеүек һығылып төшкән кәләш керпектәренә ҡунған йәштәрен нисек йәшерергә белмәй, башын түбән эйҙе. «Таптың әйтер ваҡыт, – тип өнһөҙ һыҡтаны ул. – Аҙ ғына сабыр итһәңсе». Тороп сығып китергәме? Баш тартырға әлегә һуң түгел! Юҡ, нисек кенә булмаһын, Ильясһыҙ йәшәгеһе килмәй ине ҡыҙҙың. Шуға күрә: «Уның ҡарауы мин һине яратам. Икебеҙгә лә етерлек, хатта артып ҡалырлыҡ яратам», – тип уйлап, үҙ-үҙен тынысландырҙы.
Купе ишеген аяғы менән гөрһөлдәтә этеп килеп ингән көйәҙ ханым эстә ултырған ауырлы ҡатынға һәм уның ике малайына селтәр эшләпәһе аҫтынан көйҙөргөс ҡараш ташланы ла текә баҫып төпкә уҙҙы. Ҡулындағы матур сумкаһын һәндерәнең уң яҡтағыһына ҡуйҙы, өҫтәгеһенә шапылдата һуҡты.

– Был урындар – беҙҙеке. Малай, әсәйең яғына күс.

Бығаса уға иғтибар итмәй, йонсоған төҫ менән тышҡа текләгән ҡатын, ғәжәпләнеп, боролоп ҡараны:

– Нисек инде? Аҫтағы урын беҙҙеке бит. Билетыбыҙ бар, – тип өндәште.

– Беҙҙеке лә бар, – тине ханым, тауышын күтәрергә самалап. – Малай, урынды бушат. – Ҡыйыуһыҙ ғына ҡалҡып, әсәһе эргәһенә ыңғайлаған балаға сумканы тотторҙо. – Әйбереңде ал.

– Туҡтағыҙ, туҡтағыҙ. Беҙ бында ғаиләбеҙ менән барабыҙ. Асыҡларға кәрәк.

– Белмәйем, белмәйем. – Ханымҡай ашыға-ашыға ике һәндерәгә лә әйберҙәрен урынлаштырҙы.– Мин биләнем инде. Үҙегеҙ асыҡлағыҙ.

Ул арала ауыр сумаҙан өҫтөрәгән ике ир купеның ярым асыҡ ишеге алдына килеп туктаны ла бер юлы:

– Һеҙгә бындамы? – тип бер-береһенә ҡалҡып ҡараны. Күҙҙәре осрашҡас та, сырамытышып, юғалып ҡалдылар.

Быны күреп ҡатындар ҙа бер-береһенә иғтибарлыраҡ күҙ һалды. Ҡапыл дүртеһенә лә уңайһыҙ, хатта хәүефле булып китте. Үҙҙәренең тойғоларын йәшерергә тырышып мәшәҡәтләнергә, мәж килеп әйберҙәрен урынлаштырырға тотонған булдылар.

Иң тәүҙә үҙен Ильяс ҡулға алды. Әйберҙәрҙе тыҡҡыслап, улдарын, ҡатынын ипләп ултыртҡандан һуң, турайып баҫты ла:

– Йә, һаумыһығыҙ әле, – тине. Күңелле итеп әйтте. Тутлы йөҙөнә хәүеф ҡунған ҡатыны Фәниәнең дә, ғәйепле кешеләй шымтайған сибәр ханым Мәғдәниәнең дә, ҡараштарын ҡайҙа йәшерергә белмәй аптыраған Вәғиздең дә ирендәренә йылмайыу ҡунды.

– Һаумыһығыҙ!

Тағы тындылар.

– Бер урынға ике билет һатылған буғай, Ильяс, нишләйбеҙ? Балаларҙы ҡайҙа һалабыҙ?

Һүҙҙе нисек дауам итергә белмәй торған Ильяс был мәшәҡәт килеп сығыуға шатланып китте. Арлы-бирле иткеләгәнсе эске ҡалтырауын баҫырға, тойғоларын яйға һалырға тырышты.

Ә тынысланырға өлгөргән Вәғиз, ҡатынының Ильясҡа төбәлгән яндырай ҡарашын күреп, көлөмһөрәп ҡуйҙы: «Әһә, минең йыртҡыс ҡорбанына тоҙаҡ ҡора ла башланы. Ә ҡорбан һуң, ҡаршы торорлоҡмо? – тип уйланы ул, Ильясҡа һынсыл ҡарап. – Һм. Янындағы һөйкөмһөҙ бисәһе менән йонсоу малайҙары һис тә ҡалҡан булырға оҡшамай. Эйе, шәптән түгел, шәптән түгел егеттең эштәре!»

Ул арала Мәғдәниәһе, өҫ-башын алмаштырып, буяуҙарын яңыртып, иҫерткес хушбуй еҫе аңҡытып, купеға ҡабат килеп инде.

«Үәт, бына хәҙер минең ҡатын тулы хәрби әҙерлектә».

Вәғиз шулай уйлап, Мәғдәниә йәтешләп ултырып, башҡалар урын йәйеп тә өлгөрмәне, вагондағы утты һүрәнәйттеләр. Көн оҙоно Мәскәү буйлап сабып арманһыҙ булған юлаусылар йоҡларға әҙерләнде.

«Йәтеш булды, – тип эстән генә яһилланды Вәғиз. – Тоҙаҡтарының бөгөнгә кәрәге булманы».

«Их, Мәғдәниә, Мәғдәниә! Һаман да элекке кеүек үк күҙ ҡамаштырырлыҡ матурһың икән!» Ильясты иһә йоҡо алырлыҡ түгел ине. Күпме хыялланды ул был осрашыу хаҡында, әйтер һүҙҙәрен тел осонда йөрөттө. Әле килеп уйҙарынан башы ҡайнай, зиһене тарҡала, йөрәге ярһый. Үҙе йөклө ҡатынына ҡарарға ла ҡыймай. Бындай хәлендә уны кем менәндер сағыштырыу эт ботонан да ҡырын, әлбиттә. Ә шулай ҙа, шулай ҙа...

Уйҙары Ильясты бынан һигеҙ йыл элек булған яҙғы кискә алып китте.

Уйын хәтәр шәп ине. Йәштәр ҙә күп, гармун, магнитофон. Һалдат кейемен сисеүенә әле аҙна ла тулмаған Ильяс үҙен һыуҙағы балыҡ, йәки, әсәһе әйтмешләй, «бәйҙән ысҡынған эт» шикелле тойоп кинәнеп йөрөй.

Тик, ниңәлер, Мәғдәниә генә оҙаҡлай. Ул да килһә, күңелдең бер китеге лә ҡалмаҫ, донъя түп-түңәрәк булыр кеүек.

Ильяс Фәниә эргәһенә барып ултырҙы. Ике класҡа түбәнерәк уҡыған был ҡыҙҙың үҙен мәктәптә саҡта уҡ оҡшатып йөрөүен һиҙә ине егет. Әле лә уның оялып ҡыҙарыныуы, ә күҙҙәренең балҡып китеүе ҡыҙыҡ тойолдо.

– Ҡалай ҙурайып киткәнһең, – тип шаяртҡан булды. Бейергә саҡырҙы. Ҡыҙ кәүҙәһен ғәжәп еңел йөрөтә, әйтерһең дә аяҡтары ергә теймәй. Үҙе лә бик оҫта бейегән Ильяс рәхәтләнеп өйөрөлдө генә. Тик бер мәл кемдеңдер аяҡ салыуына саҡ ҡоламай туҡтаһалар: дуҫы Вәғиз икән. Ул, ҡара әле, тигәндәй, ымланы. Тотош аҡтан кейенгән, сәсен килешле итеп ҡабартҡан Мәғдәниә, башын ғорур ҡайҡайтып, ишек яңағына һөйәлгән дә уларға төбәлгән. Һөйгән ҡыҙының сибәрлегенә хайран ҡалған Ильяс, Фәниәне әптән онотоп, сихырланғандай уға табан атланы. Мәғдәниә лә яй ғына урынынан ҡуҙғалды. Күтәрмәле туфлиҙары менән шыҡ-шыҡ баҫып егеткә табан йүнәлде.

Башын аҙ ғына ҡырын һалған, бер ҡулы – кеҫәһендә, ҡараштары – зәһәр... Бына ул Ильястың алдына килеп баҫты, һоҡланыулы ҡарап ниҙер әйтергә уҡталған егеттең күҙҙәренә текләп торҙо ла көтмәгәндә сикәһенә сабып ебәрҙе: бер, ике, өс... Унан ҡырт ҡына боролдо ла, янбаштарын матур бәүелдереп, шыҡылдата баҫып сығып та китте. Ә ғәрлектән, аптырауҙан шаңҡып ҡалған Ильяс ҡып-ҡыҙыл булып янып сыҡҡан сикәләрен ирекһеҙҙән услап тороп ҡалды.

– Нишләп тораһың, йүгер артынан, – эргәһенә килеп баҫҡан Вәғиздең тауышы шып-шым булып ҡалған залда яңғырап китте.

– Йүгермәйем.

– Алйот, тынысландыр, ғәфү үтен.

– Ғәйебемде күрмәйем.

– Атыу мин барам.

– Мәйелең.

Шул саҡ Мәғдәниәнең артынан йүгермәгәнгә, юҡ, атылмағанға, ғәфү үтенеү генә түгел, тубыҡланып инәлмәгәнгә күпме һүкте үҙен Ильяс аҙаҡтан. Әле лә был үкенес йөрәген семетеп-семетеп алғандай тойолдо.

...Икенсе көндө Ильяс шым ғына һөйләшеүгә уянып китте.

– Аталары Мәскәүҙе күрһәтергә күптән вәғәҙә биргәйне. Мине алып бармаҫҡа иткәйнеләр ҙә, инәлеп эйәрҙем. – Фәниә көлөп ҡуйҙы.– Ҡайҙа ғына барманылар, ниҙәр генә күрмәнеләр. Күпме тәьҫорат! Улар күҙлегенән ҡарап, күп нәмәгә Ильяс менән беҙ хайран ҡалдыҡ.

– Ә беҙҙең маршрут – ГУМ да ЦУМ, – быныһы Вәғиз тауышы. – Дә, беҙгә лә малайҙы алып барырға булған, – тине ул үкенес менән.

– Берәү генәме әле?

– Баламы? Берәү. Уныһын да ҡайҙа ҡуйырға белмәйбеҙ.

– Ниңә хәйерсе ишәйтергә? – Әһә, Мәғдәниә лә уянған икән. Ильястың биттәре янып китте.

– Шулай. Минең Марина: «Һигеҙ һыйыр аҫырағансы, һимеҙ һыйыр аҫыра», – тигән ҡарашта тора.

– Эшкә ашмаған бисә бала таба, – йәне көйөп һикереп торған Мәғдәниә Фәниәгә мәғәнәле ҡараш ташланы.

– Нишләп?! Минең әсәйҙең – һигеҙ, – тип ҡаршы төшөргә маташҡан ирен ҡырт киҫте: – Һинең әсәң дә шул инде.

– Ниңә, һеҙ ҙә алтау бит, – Вәғизе лә һаман һүҙен бирмәне. – Әллә һинең әсәң...

– Ә минең егеттәр, – Фәниә талаш сығыуынан ҡурҡып ашыға-ашыға һүҙгә ҡыҫылды, – минең егеттәр, ҡыҙ кәрәк тә ҡыҙ кәрәк, тип тәҡәтте ҡоротто.

– Әлбиттә, ҡыҙһыҙ булмай. – Ильяс та һәндерәһенән һикереп төштө. – Хәйерле иртә, – тип сәләмләне. – Юҡ, иптәштәр, ни генә тимәгеҙ, ә ҡыҙ кәрәк ул. – Ул ҡолас ташлап йоҡлап ятҡан малайҙарының өҫтәрен рәтләп япты. – Юғиһә, был юлбаҫарҙар ҡотто алып бөттө. Эштән ҡайтһам, ишекте асырға ҡурҡып торам. Йә сыр-сыу килеп ябырылалар, йә әсир итеп бығау һалалар, ул бокс, ул каратэ. Ә ҡыҙым булһа, – ул шаярып күҙҙәрен йомдо. – Ләззәт... Иркә генә итеп ҡосаҡлар, сәсемдән һыйпар ине. Ҡыҙһыҙ булмай.

Вәғиз менән Фәниә көлөп ебәрҙе, тик Мәғдәниә генә Ильястың әртисләнеүен оҡшатманы, иренен ҡымтыны.

Йыуынып килгәндән һуң Ильяс, купеға инергә баҙнат итә алмай, коридорҙа туҡтап ҡалды. Ул һаман да үҙен нисек тоторға белмәй йонсой ине. Шул саҡ эстә кесе улының:

– Әсәй, – тигән сағыу тауышы яңғыраны. Йәнләнеп киткән ата инергә тип ишек тотҡаһына тотонғайны, Мәғдәниәнең һүҙ башлауын ишетеп тағы туҡталды.

– Әсәй, тисе. Әллә башҡортса һөйләшә инде, хоҙайым.

– Эйе.

– Ә мин улыма башҡорт батырының исемен ҡушһам да, башҡортса өйрәтмәнем. Үҙемдең русса белмәй ыҙаланғаным да еткән.

– Минең кеүек русса ла, башҡортса ла һәйбәт белһә насармы ни, тип әйтеп ҡараным да, тыңламаның бит, – Вәғиздең тауышында мыҫҡыл ишетеп, Ильястың йәне көйөп китте. «Гел генә төрткөләшеп тора, ахырыһы, былар. Вәғиз дә инде, ир булып аҙыраҡ ҡатынына юл ҡуйһа ни булған?»

– Һин, хөрәсән, ҡыҫылма. Башҡортса һөйләшеп, кеше көлдөрөп йөрөмәҫ инде.

– Бына ни өсөн Марина булып киткәнһең икән дә. – Ильяс купеға көлөп килеп инде. – Юғиһә, мин баянан бирле, әллә яңылыш ишетәмме тип баш ватам.

– Шулай шул. – Мәғдәниә башын матур итеп һелкеп, маңлайына төшкән сәстәрен артҡа ташланы. Был таныш ишаранан эҫтәре өҙөлөп китте Ильястың. Хас та йәш ваҡыттағы кеүек. – Беҙҙең халыҡтың бер йүнле исеме бармы? Тапҡандар шунда: Әсҡәпъямал, Әптелбөкө, Мәғдәниә. Тел әйләнмәҫлек. Әһәмиәтһеҙерәк документтарҙы мин Марина Федоровна тип алам.

Ильяс менән Фәниә ҡысҡырып көлөп ебәреүҙән саҡ тыйылып, бер-береһенә ҡарашып алды. Шулай ҙа Ильяс сыҙаманы, башын артҡа ташлап, шарҡылдап, рәхәтләнеп көлдө.

– Фәтхелислам бабай үҙенең Федор булып киткәнен беләме һуң? – Унан Мәғдәниәнең ҡылтая башлауын абайлап:

– Ғәфү ит, Марина Федоровна, Өфөнән башҡа ергә артыҡ сығып йөрөмәгәс, мәҙәниәт самалы бит инде беҙҙә, – тигән булды, күҙҙәренең йәшен һөртөп.

– Балаларыбыҙ менән туған телебеҙҙә рәхәтләнеп һөйләшәйек, тинек шул, – Фәниә үҙҙәренең көлөүе өсөн ғәфү үтенгәндәй йомшаҡ ҡына итеп әйткәйне лә, был күндәмлек сәмсел Мәғдәниәнең зитына барып ҡаҙалды.

Үткәндәре уртаҡ ине был өсәүҙең. Кемде, нимәне генә иҫләмәһендәр, гел бергә: Ильяс, Вәғиз, Мәғдәниә. Шуға күрә һөйләшеүе ҡурҡыныс та, мауыҡтырғыс та, әйтерһең дә упҡын ситенән бормаланып илткән тар һуҡмаҡтан һөйгәнеңә атлайһың. Саҡ ҡына яҙа баҫтыңмы – упҡын, уйламай әйттеңме – ғазап. Шулай ҙа Вәғиз өҙөлөргә генә торған әңгәмәнең ебен ялғарға тырышты. Класташтарының әле уныһын, әле быныһын хәтергә алды.

– Фәнәүиҙе күргәйнем бит әле. Өйләнгән икән. Эй ҡәнәғәт инде, – тигән булды.

– Яңғыҙлыҡтан ялҡҡанға алғандыр, юғиһә. Уның да бисәһе йәмһеҙ. – Мәғдәниә мәғәнәле итеп тәүҙә Ильясҡа, унан Фәниәгә күҙ ташланы. – Ямаҡтың ямағы.

– Ҡәйнәм дә шулай ти ине шул, – тип уға ҡушылды Фәниә лә. – Ҡарар күҙгә йәмһеҙ генә кеүек тә, әллә ниндәй һөйкөмлө һөйәге бар, күңелде йәлеп итә лә ҡуя, тип аптырай ине.

Ильястың иләҫләнгән күңеле һүҙҙең айышына төшөнөргә ирек бирмәй, ә Вәғиз иһә Фәниәнең тапҡырлығына, үҙ баһаһын төшөрмәүенә эстән генә тантана итеп кинәнде.

Тағы шымдылар. Һәр кем үҙ уйына сумды. Ильястың күңеле Мәғдәниәгә, Мәғдәниәнең – Ильясҡа ынтылыуы барыһына ла күренеп тора. Бына сибәр ҡатын, стакандағы сәйен болғатып, ҙур ҡара күҙҙәрен болоҡһотоп, туп-тура Ильясҡа ҡараны. Икеһе генә ҡалғандай итеп (хәйер, ул үҙен ысынлап та шулай тоя ине, сөнки йөклө бисәне һис тә үҙе ҡасандыр үлеп яратҡан кешенең ҡатыны тип уйлағыһы килмәй, ә Вәғизде күптән кешегә һанамай):

– Ә ҡайһылай йүгерә инең һин минең арттан, – тип ҡуйҙы. Тауышында әсе үкенес, шул уҡ ваҡытта үҙенә саҡырыу яңғырап китте.

– Кем артынан ғына йүгерелмәй йәш саҡта, – тигән булды Ильяс, ҡатынына борсоулы ҡараш ташлап, әммә тулҡынланыуы тауышына сыҡты.

– Кеше көнләштереп ҡайһылай татыу йөрөй торғайныҡ беҙ...

– Эйе, һоҡланмаған кеше юҡ ине һеҙгә. Ниндәй пар килгәндәр, тип әйтәләр ине. Икегеҙ ҙә оҙон буйлы, һылыу. – Фәниә лә, хәтирәләргә бирелеп, моңһоу ғына шулай әйтеп ҡуйҙы.

Был уңалған яраларҙы ҡабатлап ярһытыуға бәрәбәр булған ғазаплы һөйләшеүгә нисек сик ҡуйырға белмәй аптыраған Ильяс өҫкө һәндерәнән оло улының башы һәленеүгә ҡыуанып китте.

Малайҙарҙың кисәге һүлпәнлегенең эҙе лә ҡалмағайны. Улар ысыҡ менән йыуынғандай сафланып килеп торҙолар ҙа үҙҙәренен сағыу тауыштары, ҡыҙыҡ һорауҙары, шаян хәбәрҙәре менән купены ғына түгел, бөтә вагонды тултырҙылар.

– Миңә тынғылыҡ бөттө, – тип шаяртып юрый ауыр һуланы Ильяс. Уның балҡып киткән ҡиәфәтенә ҡарап, Вәғиз тағы улын иҫенә төшөрҙө, эсе янып китте.

Бер ҙур станцияла Ильяс улдары менән перронға сыҡты, Мәғдәниә лә: «Бигерәк бөркөү», – тип улар артынан ҡуҙғалды.

Башы ауыртыуға һылтанып өҫкө һәндерәгә менеп ятҡан Вәғиз йоҡлағанға һалышты, үҙе йәшереп кенә уйға сумып тәҙрәнән ҡарап ултырған Фәниәне күҙәтте.

Ғәжәп һөйкөмлө ине бөгөн был ҡатын. Ундағы сәскәгә хуш еҫ, емешкә тат кеүек ҡатын-ҡыҙға ла мотлаҡ кәрәк булған аңлатып биргеһеҙ мөләйемлекте кисә абайламаған икән Вәғиз. Бына ул ҡулдарын ҡаушырып күкрәгенә ҡуйған да, башын тәҙрә яңағына терәп, тышҡа төбәлгән. Вәғиз ҡапыл уны әсәһенә оҡшатты. Шундай уҡ яғымлы аҡыл, кеше хәтерен һаҡларға тырышыу. Ҡатынының ҡәҙерен беләме икән Ильяс? Юҡтыр. Тоғролоҡто баһалар өсөн Вәғиз кисергән әрнеүҙәрҙе баштан үткәрергә, йәнең теләгәндән биҙергә кәрәктер.

– Бигерәк ныҡ үҙгәргәнһең, Вәғиз. – Фәниәнең күтәрелеп ҡарамай ғына уйсан тауыш менән шулай өндәшеүе ҡаушатты ирҙе. Бер аҙ өндәшмәй торғас, Вәғиздең һүҙһеҙ һорауын аңлап, ҡатын тағы дауам итте. – Тураһын ярып әйткәнгә үпкәләмә. Бер юлы шылғаҡ та, сәнскеле лә кеүек булып киткәнһең.

– Нисәмә йыл буйы йыртҡыс менән бер ситлектә йәшәп ҡараһаң ине һин, белер инең. – Вәғиз ғәҙәтенсә уҫал шаярыу менән сикләнмәксе булғайны, Фәниәнең тауышындағы йылылыҡ, хатта борсолоу ихтыярһыҙҙан телен систе. – Үҙгәрмәнем мин, ә үҙемде үҙем ҡайҙалыр юғалтып киттем, ахыры, – тип әйтеп һалды.

Был һүҙҙәргә ғәжәпләнмәне Фәниә. «Аңлайым», – тигәндәй баш ҡағып ҡына ҡуйҙы. Хәйер, ҡайҙалыр юғалттым, ахыры, – тип мутлашты Вәғиз. Ҡайҙа икәнен белә ул.

Мәғдәниә менән урам аша ғына йәшәнеләр. Шуға күрә Вәғиз үҙен иҫлай башлағандан күҙ алдында ине был ҡыҙ. Гелән бергә уйнанылар, еләккә йөрөнөләр, муйылға барһалар, малай әйештерер, ҡыҙ тирер ине. Мәктәптә лә бишенсе класҡа тиклем бер партала ултырҙылар. Бер туғандар кеүек булып бөткәнгә. үҫмер ҡорона ингәс, үҙенең тойғолары һөйөү' икәнен аңламайыраҡ ҡалды Вәғиз. Хатта дуҫы Ильястың ғишыҡ хаттарын Мәғдәниәгә ташығанда ла үҙенең ни өсөн шулай эсе бошоуын төшөнөп етмәгәйне. Аңлап алғас иһә, кешеләрҙән генә түгел, үҙенән дә йәшерҙе. Ә теге кистән һуң: «Ғорурлығын аша атлап сыға алмағас, Ильяс Мәғдәниәне мин яратҡан ҡәҙәр яратмай, тимәк, бәхетле итә алмаҫ», – тип уйланы. Мәғдәниә хаҡына дуҫлыҡтан да, үҙенән дә ваз кискәйне. Тик тормош килеп сыҡманы. Ҡатынының кешене һәр саҡ кәмһетергә, һытырға әҙер тороуы, көндәлек талаш, рәнйеш икһеҙ-сикһеҙ тойолған һөйөүен ҡоротто. Ысын кисерештәрен йәшерергә, бөтә нәмәгә мыҫҡыллы йылмайыу аша ҡарарға күнектерҙе үҙен Вәғиз. Фәниә әйтмешләй, шылғаҡ та, сәнскеле лә булып китте. Тормошонан ни тиклем екһенеүен әле яңы аңланы шикелле Вәғиз.

– Һин шул тиклем сабырһың, киң күңеллеһең, әйтерһең дә бәхеттең серен беләһең... – шаярыу ҡатыш әйтмәксе ине ул был һүҙҙәрен, тик тауышы шул тиклем ялбарып сыҡты, хатта ҡыҙғаныуҙан Фәниәнең тәндәре сымбырҙап китте.

– Бәхет сере, тиһең инде, – тип ҡабатланы ул уйсан ғына. – Бәхет сере.

***

«Һин бик ҡыуанма. Мин һине яратмайым. Мәғдәниәнең Вәғизгә кейәүгә сығыуына асыу итеп кенә өйләнәм». Туйҙың иң ҡыҙған мәлендә Ильяс Фәниәнең ҡолағына эйелеп шулай тип бышылданы. Унан, бер ни ҙә булмағандай боролоп, эргәһендәгеләр менән көлөшөп һөйләшә башланы. Ҡырау ҡурған гөл кеүек һығылып төшкән кәләш керпектәренә ҡунған йәштәрен нисек йәшерергә белмәй, башын түбән эйҙе. «Таптың әйтер ваҡыт, – тип өнһөҙ һыҡтаны ул. – Аҙ ғына сабыр итһәңсе». Тороп сығып китергәме? Баш тартырға әлегә һуң түгел! Юҡ, нисек кенә булмаһын, Ильясһыҙ йәшәгеһе килмәй ине ҡыҙҙың. Шуға күрә: «Уның ҡарауы мин һине яратам. Икебеҙгә лә етерлек, хатта артып ҡалырлыҡ яратам», – тип уйлап, үҙ-үҙен тынысландырҙы.

Аҙаҡтан да рәнйеһә лә, үпкәләһә лә, хәсрәтләнһә лә доға кеүек, тылсым кеүек ошо һүҙҙәрҙе ҡабатланы йәш ҡатын.

Ә Ильяс, бөтә донъянан үсен алырға теләгәндәй, ҡатынына ябырылды, аҙым һайын Мәғдәниә менән сағыштырып кәмһетергә тырышты.

– Сепрәк һин. Көсһөҙ, ихтыярһыҙ бәндә. Бөтөнләй ғорурлығың юҡ. Әгәр ҙә аҙ ғына ғорурлығың булһа, әллә ҡасан сығып киткән булыр инең. – Ап-аҡ түшәккә бысраҡ аяҡтарын һалып ҡырын ята ла Ильяс, һалҡын ҡараштарын ҡатынына төбәп, кис һайын ошондай аяуһыҙ һүҙҙәрен бәрә генә. Фәниәнең ғазапланыуы уға аңлайышһыҙ рәхәтлек бирә.

– Һин кешеме ни? Кеше ғорур булырға тейеш. Бына Мәғдәниә ғорур, исмаһам. Ҡалай ярата ине ул мине, ә ғорурлығын аша атлап сыҡманы, мин дә... – тип ҡабатлай.

«Һеҙҙең ғорурлығыҙҙан кемгә файҙа, кемгә бәхет, – тип уйлай Фәниә күҙ йәштәрен йотоп. Ире менән үҙ алдына ғына әрепләшеп иҙән йыуа, өй йыйыштыра, тегә, бешеренә... – Ғорурлыҡ түгел был, тәкәбберлек. Һеҙ үҙегеҙҙән башҡаны ярата белмәйһегеҙ. Ә мин һеҙҙән көслөрәк, сөнки мин һеҙҙе ғәфү итә алам. Барыбер бәхетле буласаҡмын, һине лә бәхетле итәсәкмен. Күреп торорһоң! » – тип илай-илай һөйләнә ул эсенән генә.

Бына шундай ауырлыҡтар менән ҡорған донъяһының ныҡлығы һынала ине бөгөн.

«Ә Мәғдәниә, ысынлап та, табыныр өсөн генә яратылған. – Шулай тип танымай булмай ҡарап-ҡарап ултырғас.

Ә Ильяс, ни тиклем генә үҙ-үҙен йүгәнләргә тырышмаһын, тойғоларына бирелеп бөтөнләй донъяһын онотто. «Йылдар һиңә бөтөнләй ҡағылмаған», – тип, ҡат-ҡат ҡабатлап, эргәһендә баҫып торған ҡәҙерле кешеһенең тауышын, көлөүенең моңон тыңлап кинәнде. Бығаса кисергәндәрен, мәшәҡәт-хәсрәттәрен, хатта шатлыҡтарын, яурынынан һелкеп ташлап, яңынан элекке булмышына ҡайтҡандай тойҙо. Күҙҙәр ҡамашырлыҡ, йөрәк сәнсешерлек был сибәрлек!

Ильястың иләҫләнеүен, үҙенә мөкиббән китеүен тойған ҡатын тағы ла ҡанатланыбыраҡ, рухланыбыраҡ китте. Йәмһеҙ генә бисә менән тормоштоң барлыҡ матурлығынан төңөлөп әрәм булып йәшәүен төшөндөрөргә ашыҡты. Аҙна араһында ыһ та итмәй Ригаларға барып әйләнеүен дә, Себерҙәге аҡсаның «оҙон»лоғон да, сираттарҙа тороп затлы әйберҙәр алыуын да һөйләп-һөйләп ялҡыта башлағас, ауыҙының ҡыбырлауына ғына ара-тирә баш ҡағып, һүҙенән түгел, ҡыланышынан йәм табып тора башланы. Үткәндәре тынғылыҡ бирмәй тағы ябырылды.

...Шул саҡ Мәғдәниәнең артынан йүгермәгәненә нисәмә тапҡырҙар үкенде ул. Тик эш үткәс, үрһәләнеүҙән ни файҙа. Уның үҙ ғаиләһе, Мәғдәниәнең үҙенеке. Шулай ҙа хыялланды, бергә булырға хыялланды. Тик нисек кенә булмаһын, ул кистәге донъяның бөтөнлөгөн бер нисек тә ҡайтарып булмай. Йәр булһа, дуҫ юҡ, дуҫ булһа... Дөрөҫөрәге йәр ҙә юҡ, дуҫ та юҡ, йәм дә юҡ.

...Бер ҡараңғы көҙгө көндә һыуланып, йонсоп эштән ҡайтып инде. Шатлыҡһыҙ, шыҡһыҙ. Әйтерһең дә, йөрәгендә таш. Ул был тойғоға, әрнеүгә күнгәйне, тик барыбер һыҡрай, һыҡрай. Ә күңелдә эңер.

Ҡатыны өйҙә юҡ ине. Еүеш кейемдәрен дә сисмәй бүлмә ишеге янына уҙҙы. Диванда мендәргә һөйәлеп ултырған сабый, күҙҙәрен емелдәтеп көлөп, уға табан талпынды. Уның балҡыу ҡарашында, ике генә бөртөк тешен күрһәтеп йылмайыуында, туҡтауһыҙ йыбырлап торған яланғас тәпәйҙәрендә иҫерткес йәшәү дәрте кинәнә. Ҡапыл Ильясҡа тормош ошо сабый сүрәтенә инеп үҙенең бөтә гүзәллегендә балҡып торған кеүек тойолдо. Сабыйға ҡарап уның шатлығына иҫермәү, уның менән бергә ҡыуанмау мөмкин түгел ине. Йөҙө көләсләнеп, эсе йылынып киткән Ильяс улына эйелде. Ә бала, ояһынан осоп сығырға ашҡынған ҡош кеүек, тағы ла нығыраҡ талпынды, гөрөлдәп, кинәнеп атаһының муйынынан ҡосаҡланы. Наҙҙың эҫе тулҡыны баштан-аяҡ ялмап алған Ильяс улын аяуһыҙ ҡыҫып ҡосаҡланы. Уның нәфис, тығыҙ тәненә битен йәшерҙе, һуштан яҙып хуш еҫен һуланы. Баш китерлек ләззәт аша тыуҙы унда атайлыҡ тойғоһо. Ошо көндән башлап ҡайҙа ғына бармаһын, улын һағынып өйөнә ашҡынды. Барлыҡ хәсрәттәре сигенде. «Бына кемдең йылмайыуы өсөн ярты батшалыҡты бирергә була», – тип һөйөп кинәнде. «Ни өсөн атаның балаһына булған һөйөүе хаҡында бер нәмә лә яҙылмаған, – тип аптырап уйланы. – Быуаттар буйы ир менән ҡатындың мөхәббәтен данлағандар, ә атаның улын яратыуы хаҡында ләм-мим. Был тойғо таңғы ысыҡ кеүек сафландырғыс булғанға бәндә балаһының уны данларға теле зәғифтер бәлки?!» «Ә һин ошо бәхетте бығаса ла белдеңме, кисерҙеңме?» – тип ҡатынына һынап ҡараны. Тәүҙә сәйер көнләшеү менән, унан әсәлек Фәниәне шул тиклем матурлағанын абайлағас, һоҡланып.

Ильяс тертләп уйҙарынан арынды: малайҙар ҡайҙа, ниңә шымып ҡалдылар? Ихтыярһыҙҙан, мөкиббән китеп үҙ хәбәрен һөйләгән Мәғдәниәне бүлдерҙе, һорауын ҡабатланы.

– Бер ҡарт эйәртеп үҙенең купеһына алып инеп китте, – тине ҡатын, Ильястың улдары тип өҙгөләнеүенән матур кәйефе боҙолоп. Хатта: «Мужлан», – тип тумалаҡ яурынын һикертеп ҡуйҙы. Шулай ҙа купеға инергә ашыҡманы, Ильястың кире сығырын көтөңкөрәне. Аталарынан алда шау-гөр килгән малайҙар күренгәс ене ҡупты.

– Етенселә Өфөгә экскурсияға барғанды иҫләйһеңме? – тине Ильяс. – Рим Ғәлиевич беҙгә, егерме бишебеҙгә, нисек күҙ-ҡолаҡ булып өлгөрҙө икән? Быларҙың икәүһе менән баш ҡалмай. – Ул ҡәнәғәт төҫ менән малайҙарының сәсен туҙыратты.

Өфө вокзалында хушлаштылар.

– Киләһе осрашҡанда ла ошолай матур итеп күрергә яҙһын һине, Марина, – тине Ильяс, үҙе ниңәлер көлөп ҡуйҙы. – Тик Вәғизде улай ҡартайтма. – Ҡаты итеп Вәғиздең ҡулын ҡыҫты. – Ә һин, дуҫ, бирешмә. – Унан Фәниәгә боролдо. – Киттекме, кәләш!– Йомшаҡ ҡына итеп яурынынан ҡосаҡланы.– Их, был ауырлы ҡатындарҙың баштарын ҡайҡайтып ғорур баҫып йөрөүҙәре!

ГӨЛСИРӘ ҒИЗЗӘТУЛЛИНА-ҒАЙСАРОВА

Автор: Лилия Такаева
Читайте нас