-12 °С
Болотло
"Иң матур теләк телә һәм бүләк от!" конкурсындағы тәүге ҡатнашыусыны сәләмләп, лайктар ҡуйып үтәйек. Өфө ҡалаһынан Гөлшат Ғөбәйҙуллина сығышы менән Йылайыр районынан. Гөлшат беҙгә теләктәрен шиғри юлдарҙа белдергән.
Яңы йылға иң изге теләктәр.
Илгә килһен именлек
Булһын иңдәребеҙгә терәк,
Һаулыҡ, бәхет, сәләмәтлек
Һәр кемебеҙгә кәрәк
Бәрәкәтле мул тормош
Насип булһын халҡыма
Эштәребеҙ гөрләп барһын
Матур йәшәү хаҡын.
Гөлшат Ғөбәйҙуллина.