Әҙәби бит
16 Июля 2025, 14:00

Бер ус тупраҡ...

-Әйҙә түрҙән үтегеҙ ҡәҙерле ҡунаҡтар!!!!Атай мин бит һине ғүмер буйы көттөм, әсәй бит мәрхүмә беҙгә һәр саҡ:-Атайығыҙ иҫәндер, берәй ҡайтыр, ҡара ҡағыҙы килмәне, нисек инде кеше ғәйепһеҙ юғала , кеше энә түгел дә инде. Иҫән була берәй заман ҡайтыр бер ҙә үпкә тотмағыҙ уға, яҙмышы шулай булғандыр, сит ерҙә йәшәйҙер, алла бойорһа бер ҡайтыр. Матур итеп ҡаршы алырһығыҙ, мин булмаһам да,-ти торғайны. Һиңә ҡәберлекте лә әсәй мәрхүм булғас ҡына ҡуйҙыҡ, уға тиклем әсәй ризалыҡ бирмәне, аят уҡыттырманы, тере кешегә үлгәндәр өсөн уҡый торған аят уҡытыу ҙур ғонах ти ине. Үҙе мәрхүм булғас, 10 йыл элек арабыҙҙан китеп барҙы, икегеҙгә бергә көрән уҡыта башланыҡ.Шәмсиә тиҙ арала табын да ҡорҙо, ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы һыйланы.Әхмәҙулла бабай яйлап ҡына һорарға булды, Тимербәктән апайҙары хаҡында.-Тимербәк улым, апайҙарының ҡайҙа, ни хәлдә йәшәйҙәр?..Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

-Улым һиҙәһеңме ниндәй саф һауа, тын алыуҙары иркен булып китте ,-тип һүҙ башланы Эрнест-Әхмәҙулла бабай самолеттан төшкәс. Роберт бер ниндәй саф һауаны ла һиҙелмәһә лә, атаһын үпкәләмәйем тип,
-Эйе атай тоям саф һауа, рәхәт тын алыуҙары-тине.
Был икәү йыраҡтан Австрия тигән илдең Вена ҡалаһынан Башҡортостанға килделәр. Эрнест-Әхмәҙулла бабайға 90 йәш булыуға ҡарамаҫтан әле егеттәр һымаҡ тура баҫып , шаҡылдатып атлап йөрөй.
-Улым , мин бит Башҡортостанды тағы бер күрермен тип хыялланмай ҙа , төштәремдә генә күреп шатлана торған инем. Рәхмәт инде һиңә , минең менән ошо оло юлға сыҡҡанға, ҡарт атайыңды хөрмәт итеп алып килеүеңә..
Атаһы аҙ һүҙле , уйсан, бик һирәк рәхмәт әйтә торған кеше, ә бына Өфө аэропортына килеп төшкәс , атаһын алыштырҙылармы ни, бер туҡтауһыҙ һөйләй , әйтерһеңдә тел асҡысы тапҡан. Роберт тиҙ генә такси белеште лә атаһы әйткән ауылға юл тоттолар.
Бабай юл буйына күҙен тәҙрәнән алманы, юл буйында үҫкән ағастарға, яландарға ҡарап , үҙ уйҙарына сумды, ярты быуат ғүмер үтеп киткән бит, тыуған яҡтан сығып киткәнгә.....
Әхмәҙулла бик бай ғаиләлә заманында бик бай ул ваҡыттағы "кулак" тип йөрөтәләр инде ундайҙарҙы. Уның атаһы менән әсәһе бар байлыҡтарын үҙ ҡулдары, хәләл көстәре менән эшләп алғандар, урам тулы мал-тыуар, баҫыу тултырып бойҙай, арыш сәскәндәр, иген склады , ҙур , матур йорт. Эйе, 4-5 ярҙамсылары бар, улар үҙ туғандары, кеүек бит инде, айырым өйҙәре бар, тамаҡтары туҡ.
Әхмәҙулла ғаиләлә бер бала ғына, уның ете ағай апалары булған, бер йыл да ҡаты ауырыуҙан берәм+берәм мәрхүм булғандар. Атаһы Ғиндулла ағай:"Бынау сырхау Әхмәҙулла урынына шаҡтай һау улдарымдың береһе иҫән ҡалһа булманы мы икән"- тип көрһөнгән...
Ысынында Әхмәҙулла бәләкәйҙән бигерәк ауырыу бала була, ҡаты ауырыуҙан балалар үлә башлағас, ул иң беренсе мәрхүм булыр тиҙәр, тик улар белмәйҙәр шул, Әхмәҙулла бәләкәй саҡта был ауырыуҙы үткәргән, уның иммунитеты барлыҡҡа килеүен.
Шулай итеп сырхау Әхмәҙулла яңғыҙ бала булып ҡала. Атаһы бик яратмаһа ла улын, уға бар белгәнен өйрәтә, ат та ла йөрөргә, ер ҙә һөрөргә, балта тоторға, бесән сабырға һәм башҡаларға....
Беренсе донъя һуғышы башланғас Ғиндулла бабай фронтҡа китә, күптә үтмәй ҡара ҡағыҙы килә. Әхмәҙулла 15 йәшендә ҙур хужалыҡҡа хужа булып ҡала әсәһе менән, атаһынан ҡалған донъяны көтөргә кәрәк бит инде. Бар эштәрҙә һәүетемсә генә бара, тик 1921 йылда колхозлашыу осоро башланғас Әхмәҙуллаларға шундай хәбәр еткерәләр:
"Бар малдарығыҙҙы колхозға бирегеҙ, үҙегеҙ бирмәһәгеҙ тартып аласаҡбыҙ, ә үҙегеҙҙе кулак тип һөргөнгә ебәрербеҙ.
Әхмәҙулла бик йәлләһә лә, үҙе етәкләп алып бара 3 һыйырҙы, 20ләгән ваҡ малды, үҙҙәренә бер һыйыр һәм 3һарыҡ ҡына алып ҡалалар, ярты склад игенде лә колхозға тапшыра.
Әсәһе атаһының ҡара ҡағыҙы алыуҙан, ғумер буйы тир түгеп йыйған малды колхоз тигән нимә тартып алыуҙан бик ҡайғыра, сирләп, күптә үтмәй гүр эйәһе булып ҡуя. Әхмәҙулла яңғыҙы тороп ҡала, уға инде 22 йәш, кәләш алырға уйлай. Ауылдағы иң сибәр ҡыҙға яусы ебәрә, Мәрйәм исемле, ябай көтөүсе ҡыҙы. Ҡыҙҙың ата-әсәһе ҡуш ҡуллап ризалыҡ бирәләр, сөнки Әхмәҙулла ауылдың иң бай кейәүҙәренең береһе, ата-әсәһе, донъяға ҡыҫылып йөрөр кешеһе юҡ. Мәрйәм Әхмәҙулланы яратмаһа ла ризалыҡ бирә. Матур ғына никах уҡытып, һәүетемсә генә йәшәп китәләр. Ҡатыны колхозда һауынсы булып эшләй, ә Әхмәҙулла тимерлектә, яңы һөнәр үҙләштереп ала, тимерҙән төрлө кәрәк-яраҡтар эшләй.
Йәш ғаиләнең мөхәббәт емештәре өс ҡыҙ һәм бер улдары донъяға килә. Ҡыҙҙарына матур итеп Зәкирә, Ҡифая, Мафруза, ә улдарына Тимербәк тип исем ҡушалар. Ғүмер үтә, балалар үҫә, донъя үҙ ҡуласаһында тәгәрәй, Әхмәҙулланың да сәсенә сал төшә башлай, оло ҡыҙҙарын һоратып килә башлайҙар, тик Әхмәҙулла бик етди тикшерә буласаҡ кейәүен, уның өсөн кейәү бай түгел, ә эш рәтен белгән, ҡулдары алтын, күңелле асыҡ булырға , ата-әсәһе хөрмәт итергә тейеш ти. Зәкирәне колхоздың алдыңғы тракторисына яусылайҙар, 17йәше саҡ тулған булһа ла, ризалыҡ бирәләр.
Эх, донъя шулай беҙ уйлағанса ғына барһа икән ул, юҡ улай булмай шул. 1941 йылда Бөйөк Ватан Һуғышы башланғас Әхмәҙулла үҙ ирке менән барырға була, ваҡытында армияға бармаған булһа ла. Юлға сығыр алдынан Мәрйәм уға бер бәләкәй үҙе теккән муҡсай тоттора ла былай ти:
Әхмәҙулла, бына был муҡсайҙа тыуған ерҙең тупрағын һалдым, һәр саҡ үҙең менән йөрөт, ул һине һаҡлар, ҡурсалар, тыуған тупраҡ, тыуған илгә тартыр, иҫән-имен йөрөп ҡайтырһың, ти.
Тик шул китеүенән Әхмәҙулла ҡайтмай, Мәрйәм ғүмер буйы уны көтә, 80йәшкә етеп, һуңғы һулышына тиклем, Әхмәҙулла иҫәндер ул, күңелем менән тоям, ул үлмәгән, ҡайҙалыр йәшәйҙер,-ти. Ысынлап та Әхмәҙулла иҫән һау була.
... Әхмәҙулла бер йыл һуғышта ҡатнаша, ә бер ҡаты бәрелештә әсиргә эләгә. Әсирҙән
ҡотолорға бер Австрия егете ярҙам итә, ул конваир була, Әхмәҙулла уны үлемдән ҡотҡара астма приступы ваҡытында ярҙам итә, шуға был егет ҡасырға ярҙам итәм ти. Тик Әхмәҙуллаларға тыуған илеңде оноторға, минең менән Австрияға барабыҙ, сөнки һине әсирҙәр ҡасҡан кешене тыуған илеңдә тыныс йәшәтмәйәсәктәр, ғаиләңде лә, үҙеңде лә. Шуға ғәйепһеҙ юғалған тип уйлаһындар, минең тыуған илдә икенсе исем бирербеҙ үҙеңә, яңы тормош башларһың, ти. Әхмәҙулла ныҡ уйлана, нисек инде тыуған илде, ҡатынын, балаларын онотһон, ни хәл менән йәшәр уларһыҙ, ә һалҡын аҡыл менән уйлаһаң, ярай әсирлектән ҡотолоп ҡайтырһың, ти. Унда бит тикшерә башлаясаҡтар, бәлки төрмәгә ултыртып ҡуйырҙар, ғаиләһе ғүмер буйы әсирҙә булған, һатлыҡ йән ғаиләһе тигән мөһөр тағыласаҡ.
Шуға Әхмәҙулла яңы дуҫы Эндрюҙың тәҡдимен ҡабул итә, Австрия иленең Вена ҡалаһында юл тоталар. Әхмәҙулла-Эрнест булып китә. Яңы дуҫы ныҡ ярҙам итә, йәшәргә урын, заводҡа эшкә урынлаштыра, бер туған һеңлеһен димләй, Әхмәҙуллинан 15йәшкә йәшерәк булһа ла тиҙ генә уртаҡ тел табалар, гөрләтеп донъя ҡороп йәшәй башлайҙар. Бербер артлы өс малайҙары донъяға килә, Эрнест-Әхмәҙулла бер ҙә Башҡортостанда
ҡалған ғаиләһе тураһында һөйләмәй, үткән тормошо тураһында ҡатыны һорашмай, ә ул һуғышта амнезия булды бер нимә лә иҫләмәйем ти. Малайҙары бик аҡыллы, тәрбиәле булдылар, аталары улар өсөн һәр саҡ өлгө, иң яҡшыһы ине.
Ҡатыны ике йыл элек мәрхүм булды, үлер алдынан Әхмәҙулланы ҡулынан тотоп былай тине:
-Эрнест, мин һинең ысын исемең Әхмәҙулла икәнен дә, Башҡортостан да ғаиләң булғанын да белә инем, үҙең һөйләмәгәс, һүҙ ҡуҙғатманым бер ҙә. Һин үҙең малайҙарға һөйлә тарихыңды, улар хәҙер үҙҙәре атай-олатай булғандар, аңларҙар. Хәлең етһә тыуған яғыңа барып, күреп ҡайт, унда ҡалған балаларың ҡартайышып бөткәндәрҙер инде, шулай ҙа күрһәләр шатланырҙар-тине.
Ҡатынын ерләгәс үҙ үҙенә бикләнде, бәләкәй улының ғаиләһе менән йәшәй ине, килене һәм улы ихтирам итеп, ҙурлап тәрбиәләйҙәр. Эрнест-Әхмәҙулла бер көн ғаилә фотоальбомын ҡарарға булды, ул бер коробкала ята ине, альбомды алды, төптә ниндәйҙер муҡсай ята. Бәй, был бит һуғышҡа китер алдынан Мәрйәм биргән тыуған ерҙең тупрағы, бер ус тупраҡ, еҫкәп ҡараған ине, тыуған иле иҫенә төштө. Ул шул ваҡытта ҡатынының һуңғы һүҙҙәрен иҫенә төшөрҙө. Кисен улы менән килене эштән ҡайтҡас, ағайҙарымды саҡырығыҙ әле , әйтер һүҙем бар тине. Атай саҡырғас, өлкән улдары оҙаҡ көттөрмәй килеп еттеләр. Эрнест-Әхмәҙулла малайҙарына яйлап ултырып үҙенең тарихын һөйләне. Улдарының иҫе китте, башҡа кеше һөйләшә ышанмаҫтар ине. Аталары ҡарт була ла үҙ аҡылында , шаҡтай сәләмәт.
Был тарихты тыңлағас улдары шундай ҡарарға килделәр, бәләкәй туғандары атайҙары менән Башҡортостанға барып килергә тейештәр.
Күпкә һуҙмай, тиҙ генә йыйынып, Өфөгә тиклем билет алып оло юлға сыҡтылар Эрнест-Әхмәҙулла бабай кинйә улы Роберт менән.
Бына улар Өфө аэропортында төшөп, такси менән Әхмәҙулла бабайҙың тыуған ауылына китеп баралар. Бабайҙың кеҫәһендә изге бер ус тыуған ерҙең тупрағы ята. Ул тупраҡты бабай әсәһенең ҡәберенә алып ҡайтып һалырға булды,

Роберт таксиҙы Башҡортостанда булған ваҡытҡа үҙҙәре менән йөрөргә тип ялланы. Ана ауылға яҡынлашалар ахры, Әхмәҙулла бабай:
- Эй туғаным, анау һыртта туҡтат әле машинаңды, сәйәхәтебеҙҙе изге ерҙән башлайыҡ, ата-әсәйемдең ҡәберҙәрен күреп сығайыҡ-тине.
Зыярат шул уҡ урында, тик бик үҙгәргән, ҡәберлектәр күбәйгән, ә ағастар ҙур булып үҫкәндәр, буранан эшләнгән ҡәберлектәр юҡ тиһәң дә була, барыһыла тимерҙән, граниттан. Ярты быуат ғүмер үтһә лә Әхмәҙулла бабай яҡшы хәтерләй ҡайҙа әсәһе менән атаһының ҡәберҙәрен. Атаһы һуғышта һәләк булды тигән "ҡара ҡағыҙ" килә, тик кәүҙәһен алып өайтмайҙар, шулай булһа ла бура бурап ҡәберлек эшләп ҡуя Әхмәҙулла атаһына, һуңынан әсәһен уның янына ерләй. Бына тапты, тик инде буралар урынына тимер рәшәткәле награда, рәсемдәрен дә ҡуйғандар, рәхмәт инде.
Бәй, ана әсәһенең ҡәбере янында үҙенең исем-шәрифе яҙылған ҡәберлек, ҡайсан мәрхүм булғанмын 1942 йылдың август айы тип яҙылған. Ә янында Мәрйәм менән бәләкәй ҡыҙы Мафрузаның мәңгелек йорттары.
-Эй, аллам күрә алманым Мәрйәмемлк, ғәфү үтенергә өлгөрмәнем, ул биргән бер ус тупраҡ бит мине бәлә-ҡазаларҙан һаҡланы, бына тыуған еремә лә ҡайтырға насип булды. Мафрузаһы 12 йәшлек булып ҡалған ине, ҡыҙ фамилияһы яҙылған , кейәүгә сыҡмаған
булды микән, тип уйлап, уфтанып ҡуйҙы .
Көн төшкә ауышты, тамаҡтары ла асыҡты, Роберт:
-Атай , әйҙә ауылға төшәйек, бында һуңғараҡ тағы килербеҙ, әҙерәк ҡапҡылап алырға кәрәк, дарыуҙарыңды ла эсер ваҡыт етте-тине.
Машинаға ултырып яйлап ҡына ауыл яғына елдерҙеләр , тыуған ауылы үҙгәргән, бәләкәсәйгән, ҡайһы бер ерҙәре ҡартайған, ҡай ерҙәре йәшәргән . Хәҙер танырлыҡ түгел ҡасандыр гөрләп торған ауыл, ҙур тимер ҡапҡалар менән уратып алынған мөһәбәт йорттар, урам буйында бер кем күренмәй , һорашырға ине бит, Әхмәҙулла бабайҙың балалары берәйһе ауылда йәшәй микән.
Шул саҡ ауыл уртаһында магазин күренде, водитель тарихты белә ине, шуға:
-Ана бабай магазин, ундағы һатыусы бар ауылды яҡшы белә, бер яңылыҡ та уның аша үтмәй, әйҙә шунда кереп сығайыҡ, тамаҡта ялғарға берәй нимә алырбыҙ тине. Ысынлап та шулай шул, һатыусы ауылдың яңылыҡтар белгесе бит.
Магазинда кафе ла бар икән, тамаҡ та ялғап алырҙар шунда. Ыҡсым ғына бөхтә итеп йыйыштырылған ауыл кибете, һатыусыһы оло йәштәрҙәге ханым, йылмайып ҡаршы алды:
-Хәйерле көн, иҫәнмеһегеҙ, рәхим итеп үтегеҙ, йыраҡ юлдан килгәнһегеҙ ахры. Бындай машинала, матур костюмдарҙа беҙҙә һайлау алдынан депутаттар ғына йөрөй-тине көлөмһөрәп.
Роберт башҡортса бер ни аңламаһа ла , йылмайҙы (Роберттың һөйләшкәнен башҡорт телендә яҙам, тик ул русса һөйләшә, тексты боҙмайым тинем)
-Иҫәнмеһегеҙ апай, эйе беҙ йыраҡтан килдек, атайым оло кеше юлда арыны, һыуһаным, берәй шәшке һөтләп сәй яһап бирмәҫһегеҙ микән? Анау бәрәңге бәлеше дә.
Һатыусы ханым мөләйем, алсаҡ йөҙлө , һүҙгә кеҫәһенә кермәй, үҙе сәй яһай, үҙе тәтелдәй:
-Ә һеҙ кемдеҙер эҙләйһегеҙме? Әллә беҙҙең ауылда туғандарығыҙ бармы?
Әхмәҙулла бабай әҙерәк сәйен уртланы ла :
-Ҡыҙым , мин ошо ауылдыҡымын, бәлки ишетеп беләһегеҙҙер Ҡаһармановтарҙы. Бына мин ярты быуат элек һуғышта ғәйепһеҙ юғалған Ҡаһарманов Әхмәҙулла бабай булам -тине.
Һатыусы ханым баҫып йылмайып торған еренән ағарҙы, саҡ ҡолап китмәне, ултырғысына терәлде лә, ҡабаланып кеҫәһенән дарыу алып ҡапты, шунан ғына теле асылды:
-Уф, аллаҡайым, йөрәгем туҡтай яҙҙы бит Әхмәҙулла ағай, беҙ бит бына 10 йыл инде, ҡәйнәм менән икегеҙгә аят уҡытабыҙ. Танышайыҡ инде, мин бит Шәмсиә, һеҙҙең улығыҙ Тимербәктең ҡатыны. Өеҙ һуғышҡа киткәндә мин бәләкәй булғанмын, атайымды иҫләйһегеҙҙер-Ғайса, һеҙҙең ҡаршы урамда ғы, һуғышҡа бармаған ул, бер күҙе ғәрип булғас. Иҫләй Әхмәҙулла Ғайса менән бик дуҫ йәшәнеләр, бесәнен дә, утынын да бергә әҙерләнеләр, ә ике дуҫтың балалары бергә үҫтеләр, ике йорт араһын бер итеп. Бына бит теге тиктормаҫ, күбәләктәй осоп йөрөгән ҡыҙсыҡ-Шәмсиә, Әхмәҙулланың килене булған.
Шәмсиә тиҙ генә һатыусы алъяпҡысын систе лә:
Әхмәҙулла ағай, ҡуй шул һыуыҡ сәйҙе ҡуйығыҙ, әйҙәгеҙ өйгә ҡайтайыҡ, унда самауырҙан борҡоп торған, мәтрүшкәле сәй, һарыҡ итенән бешергән ашым да бар һыуытҡыста.Беҙ ана ике өй аша ғына йәшәйбеҙ, Тимербәк оҫта бит, ҡулдары алтын, беҙҙең өй әллә ҡайҙан айырылып тора, семәрләне эшләнгән,тип тәтелдәп килде. Беҙ икәү генә йәшәйбеҙ ике ҡыҙыбыҙ бар , улар икеһе лә ҡалала йәшәйҙәр ғаиләләре менән.
Тимербәк тимерлегендә ниҙер туҡылдата ине, ҡапҡанан кергәс эттәре өрә башланы, шул тауышҡа Тимербәк сыҡты ла:
-Бәй Шәмсиә әллә ҡунаҡтар алып ҡайтып килә инде-тине лә, атаһын күргәс, туҡтап ҡалды, яйлап ҡына кәртәгә тотоноп , яҡындағы эскәмйәгә ултырҙы.Шәмсиә сыҙаманы:
-Эй , аллам атайың ҡайтҡан ярты быуат үткәс, 90 йәшлек бабай шаҡтай баҫып тора, ә 60 йәшлек улы телһеҙ ҡалып ултыра, тор бар ҡосаҡла, иҫәнләш атайың менән, төш түгел был, ысынбарлыҡ Тимербәк... Ау һин иҫәнме йә инде, улар юлдан арығандар, самауыр шыжлатырға кәрәк, мунса яғырға.
Бер нисә минут шаңҡып ултырғандан һуң Тимербәк ҡапыл тороп атаһын барып ҡосаҡланы. Ике ир-уҙаман хистәренә бирелеп апаруҡ ҡосаҡлашып, күҙ йәштәрен күрһәтмәҫкә тырышып, осрашыу шатлыҡтарынан ҡосаҡлашып, илашып торҙолар. Был ваҡытта бер ниндәй өүҙҙә кәрәкмәй, ике туған йән осрашты, ярты быуаттан һуң, Тимербәк аңына килеп.
-Әйҙә түрҙән үтегеҙ ҡәҙерле ҡунаҡтар!!!!
Атай мин бит һине ғүмер буйы көттөм, әсәй бит мәрхүмә беҙгә һәр саҡ:
-Атайығыҙ иҫәндер, берәй ҡайтыр, ҡара ҡағыҙы килмәне, нисек инде кеше ғәйепһеҙ юғала , кеше энә түгел дә инде. Иҫән була берәй заман ҡайтыр бер ҙә үпкә тотмағыҙ уға, яҙмышы шулай булғандыр, сит ерҙә йәшәйҙер, алла бойорһа бер ҡайтыр. Матур итеп ҡаршы алырһығыҙ, мин булмаһам да,-ти торғайны. Һиңә ҡәберлекте лә әсәй мәрхүм булғас ҡына ҡуйҙыҡ, уға тиклем әсәй ризалыҡ бирмәне, аят уҡыттырманы, тере кешегә үлгәндәр өсөн уҡый торған аят уҡытыу ҙур ғонах ти ине. Үҙе мәрхүм булғас, 10 йыл элек арабыҙҙан китеп барҙы, икегеҙгә бергә көрән уҡыта башланыҡ.
Шәмсиә тиҙ арала табын да ҡорҙо, ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы һыйланы.
Әхмәҙулла бабай яйлап ҡына һорарға булды, Тимербәктән апайҙары хаҡында.
-Тимербәк улым, апайҙарының ҡайҙа, ни хәлдә йәшәйҙәр? Аралашаһығыҙмы? Һҡйлә әле...
-Оло апайым Зәкирә Мәғәфүргә кейәүгә сыҡҡан ине бит инде, улар күрше ауылға күсенеп киттеләр, алты балалары бар, хәҙер улар үҙҙәре атай әсәй, ҡайһылары өләсәй, ҡартатай булғандар инде. Зәкирә апайымдың бер ҡыҙы беҙҙең ауылда кейәүҙә, ана йылға аша ҙур кирбестән эшләнгән йортта йәшәйҙәр. Исеме Мәҙинә иптәше Ғәлим менән ауылдың өлгөлө күп балалы ғаиләһе, 7бала үҫтерәләр. Ә ҡоҙалар бына беҙҙең күршеләр.
Ә Кифая апайым икенсе бер күрше ауылда кейәүгә сыҡты, иптәше Шакир еҙнәй менән 8бала үҫтерҙеләр, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнәләр, йыл да күп итеп бал алалар, шул бал менән балаларын уҡыттылар, өй һалдылар, хәҙер инде ейәндәренә лә өлөш сығаралар.
Ә бына Мафруза апайым, мәрхүмә инде, тормошҡа сыҡманы, күңеленә ятҡанды тапманы, ғумер буйы апайҙарға, беҙгә ярҙам итте, колхоздың алдыңғы һауынсыны булды, шул һыуыҡ фермала өшөп йөрөп ҡаты ауырып китте, ике йыл элек 60 йәшендә ғүр эйәһе булды бахырҡай...
Шул саҡ Шәмсиә килеп керҙе лә:
-Бөгөн магазинды башҡа асмайым, көн һайын шундай ҡәҙерле ҡунаҡтар килмәй бит, үҙебеҙҙең магазин хужалар юҡ өҫтән тине.Тимербәк ана бар ҡустың менән иң оло , һимеҙ һарыҡты алығыҙ, кискә табын йыйырбыҙ.Хәҙер бына күрше ауылға ла хәбәр ебәрәм апайҙарға, атай йыраҡтан килеп һәр береһенә йөрөй алмай бит инде, үҙҙәре килһендәр, бер ҙур байрам итеп алырбыҙ,-ти.
Кис етер-етмәҫтән урам тулы машина, егелгән аттар, кешеләр ине. Ярты быуаттан һуң тыуған яғына ҡайтҡан Әхмәҙулла бабай менән күрешергә балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүләләре генә түгел, күрше тирә таныштар, ауылдаштар йыйылды. Ҡосаҡлашыуҙар, алышыуҙар, күңелле, шатлыҡлы көлөшөүҙәр яңғырап торҙо.
Ҡыҙҙары инде үҙҙәре өләсәй булып бөткәндәр, аталарына элек бик үпкәләгән булһалар ҙа, хәҙер инде , ғүмер үткәс барыһы ла онотолған. Уларҙың аталары иҫән, тағы өс ҡустылары бар икән. Эй, был ғүмер, яҙмыш тигәндәрең ҡайҙарға ғына кешене алып китмәй. Ғүмерең булһа йәшәйһең икән.
Иртәгәһенә мулла саҡыртып мәрхүмдәргә арнап аят уҡыттылар, һуңынан күмәкләшеп зыяратҡа барҙылар. Мулла менән кәңәшләшеп Әхмәҙулланың ҡәберлеген алып ҡуйҙылар. Әхмәҙулла Роберт улына:
-Мин мәрхүм булғас, ҡыйын булһа ла мине ошонда алып ҡайтып ерләргә тырышығыҙ, был минең аманатым һиңә-тине. Шунан кеҫәһенән бер ус тупраҡты алып, ҡәҙерләп кенә Мәрйәменең ҡәберенә һалды:
-Рәхмәт Мәрйәмкәйем балаларҙы матур тәрбиәләп үҫтергәнһең, һинең доғалары менән мин иҫән ҡалдым...
... Был ығы-сығынан һуң, ҡунаҡтарҙы оҙатҡас Әхмәҙулла бабай Тимербәктән яйлап ҡына:
-Улым бик матур итеп ҡаршы алдығыҙ, ҡунаҡ иттегеҙ, мин бәхетле ҡартайған көнөмдә шундай хөрмәтле булыуыма, минең бер генә үтенесем ҡалды. Беҙҙең тыуған йорт нигеҙен барып күргем килә, унда атайым менән ултыртҡан имән ағасы бар ине, иҫән булһа.
-Ярай, атай әйҙә барып күрәйек, әйткәндәй ул имән һаман бар, ауылдың йәме булып ултыра.
Ауылдың осонда , элек иген склады, эргәһендә уларҙың йорто булған ерҙә, хәҙер ат һарайы икән, өйҙәренең нигеҙ таштары ғына ята. Имән ғорур янында үҫеп ултыра, әйтерһеңдә йорттоң хужаһы ҡайтыр, тыуған нигеҙҙе тергеҙер тип.
Әхмәҙулла бабай барып имәнде ҡосаҡланы, нигеҙ таштарын һыйпаны, ул ваҡытта ни уйлағаны, ни хистәр кисергәнен үҙе генә белә.
Өс көн ауылда булғандан һуң күстәнәстәр тейәп Әхмәҙулла бабай улы менән Венаға ҡайтып киттеләр, Роберт яңы туғандары менән аралашырға тип телефон номерҙарын алды, үҙҙәрен ҡунаҡҡа саҡырҙы.
Ҡайтҡас оло ағайҙарына Башҡортостандағы туғандарының йомарт, алсаҡ, ҡунаҡсыллығы тураһында бәйән итте. Улар күмәкләшеп ултырып , кәңәш иткәндән һуң атайҙың тыуған йорто урынына яңыны төҙөргә ҡарар иттеләр. Әйткән һүҙ-атҡан уҡ. Оҙон һеҙҙең ҡыҫҡаһы ат һарайын икенсе ергә күсерттереп тыуған нигеҙгә йорт ултырттылар.
Бер йылдан Әхмәҙулла бабайҙы оло ҡыҙының юбилейы 70йәше һылтауы менән тыуған ауылына алып килделәр, бвл юлы өс улы тормош иптәштәре менән бергә килделәр. Яңы өй ауылдың осонда бар яҡҡа йәм өҫтәп, балҡып ултыра ине. Өйҙә инде Шәмсиә килене менән Тимербәк улы табын ҡлроп көтөп торалар.
Әхмәҙулла бабайҙың шатлығынан күҙҙәренән субырлап күҙ йәштәре тәгәрәне:
-Рәхмәт балалар, бындай бүләк тураһында мин хыял да итмәй инем.

Лена Шәйәхмәтова

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас