Баланы бала тарта.
Бына һалҡын көҙ ҙә килеп етте, иртән торғо килмәй, ә эшкә барырға кәрәк, тышта һалҡын тип автосервиса эш туҡтамай. Заһир бөгөн һәр көндәгесә шым ғына тороп, сәй ҡуйҙы, иртәнге аш әҙерләне, һуңынан ғына һөйөклө ҡатыны Зиләне уятты. Сөкөрҙәшеп сәй эскәс ниндәйҙер көс тәҙрәгә тартты.
Тышта беренсе һыуыҡтар, күләүектәр туңған, тегеләй -былай кешеләр үтә, барыһы ҡалын кейенгәндәр, бәй анау 7-8 йәштәрҙәге малай аяғында резина итек, ялан баш, еңел генә куртка әҫәре кейеп алған.Был бала мәктәпкә барыр урынға яйлап ҡына урам буйлап китеп бара. Кем балаһы? Ни эшләп ул шулай кейенгән? Бәлки уны өйөнән ҡыуып сығарҙылар микән? Бер минут эсендә башынан төрлө уйҙар үтте. Уйламаған да үҙенең дә ошо малай һымаҡ үткән баласағы иҫенә төштө.
... Заһирҙың атаһы Ғәлим, әсәһе Миләүшә яратышып өйләнештеләр.
Миләүшә ғаиләлә баш бала ине, һеңлеһе тыуғансы берҙән-бер иркә ҡыҙ булып үҫте, ә бына Ләйлә тыуғас инде, ул икенсе планға күсте, Миләш һеңлеһен бик яратты, әсәһенә һәр саҡ ярҙам итеште. Мәктәпте матур ғына итеп тамамлап, һөнәрселек техникумына уҡырға инде, парикмахер һөнәрен үҙләштерҙе. Шул эш ерендә осрашалар ҙа инде буласаҡ тормош иптәше Ғәлим менән. Ул сәсен киҫтерергә Миләүшәгә генә йөрөй.
Ғәлим ғаиләлә бер бала, мәктәпте тамамлап, әрме хеҙмәтен үтәп ҡайтҡас алған һөнәре буйынса-электрик булып эшкә керә. Ул электрик ҡына түгел, бар яҡтан да оҫта була, ағастан юнып эшләү, тимерҙән семәрләп ҡапҡалар эшләй, телевизор, радиолары ла һә тигәнсә йүнәтеп ҡуя. Ундайҙарҙы, ҡулы алтын тиҙәр.
Йәштәр бер йыл осрашып йөрөгәндән һуң өйләнешергә ҡарар итәләр. Ғәлимдең аталарының өйө ҙур , йәш ғаилә шунда йәшәй башлайҙар. Ғаилә бәхете булып, мөхәббәт емештәре ҡап-ҡара күҙле, тумалаҡ улдары донъяға ауаз һала. Заһир тип исем ҡушалар. Әсәһе улы бәләкәй булғанда ла тик ултырмай, өйҙә сәс киҫә, прическалар эшләй. Ғәлим дә эшендә һынатмай, тырышып эшләй, тормош үҙ ҡуласаһында тәгәрәй.
Тик, беҙ уйлағанса ғына бармай шул ул тормош. 90 сы йылдар аҙағында донъя буталған саҡта, күп ғаиләләр ҙә болара. Эш хаҡы түләмәй башлайҙар, күптәр эш хаҡы урынына шешә менән түләй, Ғәлим дә шул йәшел йыландың ҡапҡанына эләгә шул осорҙа. Өйҙә аҡса юҡ, Миләүшә тырышып ҡарай, тик уның да түҙемлеге тиҙ бөтә, ире менән бергә һалдыра башлай. Иң ҡыйыны Заһирға була, күп саҡтарҙа ас йөрөй, садикка йөрөтмәйҙәр. Өләсәһе яҡында йәшәй, ҡай саҡта барып , шунда тамаҡ туйҙырып ҡайта, тик унда үгәй олатаһы ла һәр саҡ иҫрек. Заһирҙың ҡыр тибә, бер ҡайсанда ҡунырға ҡалдырмай. Күпме шулай йәшәгәндәрҙер Заһир хәтерләмәй инде, бәләкәй ине шул. Иң иҫтә ҡалғаны бер көн атаһы эштән ҡайтманы, эскән килеш бағана башына менеп тоҡҡа һуғылып мәрхүм булған.
Атаһы үлгәс тамам тамуҡ башланды, элек әсәһе әҙерәк булһа ла айныҡ йөрөгән көндәре була торған ине. Ә хәҙер көнө-төнө иҫрек, ят кешеләр һәр саҡ өй тулы Заһирҙың был донъяла барлығын да онота ахры.Бер шешәләш ир менән йәшәй башлай, уныһы эскән һайын Миләүшәне лә, Заһирҙың ла туҡмай.Заһир беренсе класта уҡый ине, мәктәптән ҡайтып керһә, теге ир әсәһен тәгәрәтеп иҙәндә туҡмай Заһир әсәһен йәлләп, нәфрәтләнеп, өҫтәлдә ятҡан бысаҡты ала ла теге ҡәбәхәттең аяғына ҡайҙа, үҙе өләсәләренә йүгерә. Шул ваҡиғанан һуң бер нисә йыл әсәһе эсмәй. Эх шул йылдар, иң бәхетле саҡтар. Әсәһе эшләй, өй һәр саҡ бөхтә итеп йыйыштырылған, аш-һыу бүлмәһенән тәмле еҫтәр боҫрап тора.
Тик яҙмыш һынауҙары алда була шул, парикмахерский ябылып Миләш эшһеҙ ҡала, төшөнкөлөккә бирелә, тағы шешәне иҫенә төшөрә. Тағы ҡара көндәр башлана Заһира, уға ине 10-11 йәштәр тирәһе күп сағы урамда йөрөй, тимер йыйып шуны һатып үҙ тамағын туйҙыра. Әсәһе улын онота, һаман шул ғәйберәт ирҙәр, үҙе кеүек ҡатындар менән көнө-төнө сафа ҡора.
Ни менән бөтөр индерҙе был бер ваҡиға Миләүшәнең тормошон ҡырҡа үҙгәртте.
Ул көндө айныҡ, йәйҙең йылы, эҫе көн булғас Заһирҙың алып һыу буйына ял итергә барырға булалар. Һыу буйында кәмә тора, Миләүшә улын шунда йөрөтөргә була. Күлдең уртаһына еткәс Заһир шаярып килеп , һыуға ҡолап төшә, Миләүшә ҡурҡышынан ҡатып ҡала, йөҙә лә белмәй бит, һыуға һикерһә икәүләшеп батып үләсәктәр. Шуға бар көсөнә ҡысҡырып , ярҙам һорай башлай. Ярҙан кешеләр йөҙөп килеп Заһирҙы күлдең төбөнән сығарҙылар, тын алмай ине инде. Улына тиҙ ярҙам күрһәткән арала Миләүшәнең бар үткән тормошо күҙ алдынан үтте, ғәмһеҙ баласағы, күңелле студент йылдары, тормош иптәше менән бәхетле ғаилә ҡороп йәшәгән, һуңынан ошо яман йәшел йыландың тотҡонона эләгеүе. Улы егет булып етеп килә, Миләүшәгә бик оят булып китте, үҙенең ошондай гүзәл доньяның ҡәҙерен белмәй, заяға үткәргәнен аңлай. Заһирҙы ҡорҡаралар, тик болницаға һалалар, бала аслыҡтан хәле юҡ тип, Миләүшә улы янында ике тәүлек күҙ ҙә йоммай ултыра, ҡайсандыр өләсәһе өйрәткән "Аятел Көрси" доғаһын уҡый, күңеленән ғәфү үтенә.
Ошонан һуң Заһирҙың тормошо әкиәттәге кеүек дауам итә, әсәһе элекке матур, мөләйем ҡатынға әйләнә. Намаҙға баҫа. Заһир мәктәпте тамамлағас, автомеханник һөнәрен үҙләштерә, тәүҙә автосервиста ябай механик булһа, бер нисә йылдан үҙенең автосервисын асып ебәрә дуҫы менән. Атаһына оҡшап ҡулы оҫта, нимәгә тотонһа ла бар эше лә бик яҡшы килеп сыға.
Тормош иптәше Зиләне осрата, сәстәрен-сәскә бәйләйҙәр. Кәләше үҙәк больницала балалар врачы, педиатр булып эшләй. Миләүшә улар менән йәшәй, килене н ҡыҙы кеүек күрә, һәр яҡлап терәк , таяныс йәштәргә. Барыһы ла һәйбәт, тик бына биш йыл йәшәйҙәр, бәпәйҙәре юҡ, икеһе лә сәләмәттәр.
Заһир урамда күргән малай тураһында онота алманы. Белешергә кәрәк кем балаһы икән, бәлки ярҙам итә алыр. Ҡатыны менән һөйләшеп, күрше тирәләрҙән һорашып белеште ул малай тураһында.
Ул малайҙың ата-әсәһе яңыраҡ эскән килеш янғында мәрхүм булғандар. Ә Айҙарҙы, шулай икән исеме, атаһының ағаһына биргәндәр, ә ул баланы аҡса өсөн генә алған, ҡарамай, туҡмай, кейем алмай, үлмәҫлек кенә ашата, мәктәпкә лә барһа бара, бармаһа юҡ.
Заһир опекаға барып бар хәлде һөйләп , аңлата, документтар йыйып Айҙарҙы үҙҙәренә алдылар.
Айҙар бик алсаҡ, аҡыллы малай булып сыҡты, Заһирҙы-атай, Зиләне-әсәй тип әйтеп шатландырҙы. Миләүшә лә өләсәй булып китте. Түңәрәкләнгәндәй булды тормоштары, балалы ғаилә ҡояш нурҙары һибеп торған кеүек бит.
Ғаиләләренә Айҙарҙы алып ярты йыл да үтмәне, Зилә йөклө икәнен белде.
"Баланы-бала тарта" тигәндәре шулдыр инде.
Лена Шәйәхмәтова.