Әҙәби бит
12 Июль 2025, 16:00

Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева.

- Мөғжизәләр эйәһе әүлиә ун дүрт йәшлек сағымда, аҡ әбей ҡиәфәтенә инеп, мине ауылыма килеп үҙе эҙләп тапты. Был уның миңә тәү күрһәткән кирәмәте булды, - тип башланы бәйәнен Үлмәҫбикә инәй. - Шунан алып беҙҙең аралашыу башланды. Ул ни сәбәптәндер, юлдарымда йыш ҡына осрап торор булып китте. Әллә уны донъяның серлелегенә, мөғжизәләргә ышаныусан ихлас холоҡ-фиғелем әсир итте, әллә күңеленә халыҡтың ауыҙ-тел ижадын яҡшы белеүем, тел биҫтәһе, шаян, йор һүҙле булыуым хуш килдеме, ни µсµн оҡшатҡандыр инде ул мине?! Рәхмәт әүлиәгә, күҙ күрешкәндән миңә иғтибарлы булды, - тип башланы хәтирәләрен Үлмәҫбикә инәй...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

- ТуҡҺанды ваҡлай башлағайны, мине күрергә теләүен әйтеп ебәргән. Барҙым. „"Кыҙым, - олатай миңә һынап тура ҡараны, - һин зирәкһең, тапҡыр теллеһең, үткәрә әйтә беләһең. Дини байрамдарҙа, ҡөръән аштарында, дуҫ-иш ултырҙаш булған ерҙәрҙә мине гел генә иҫләп һөйләп йөрө, телеңдән дә төшөрмә, йәме. Минең рухыма Хоҙай ризалығы µсµн доғалар бағышлатырһың".

 

Үлмәҫбикә инәй «Мөжәүир хәҙрәт» китабын ҡулына алды ла, тышлыҡтағы һүрәткә төбәлеп, мөғжизәгә юлыҡҡандай, телһеҙ ҡалды. Шунан иң ҡәҙерле әйберен тапҡан кешеләй ҡыуанып, китапты ныҡ итеп күкрәгенә ҡыҫты, керпектәре йәшкә сыланды. Ирендәре бер туҡтауһыҙ:

- Хәҙрәт олатай! - тип бышылдай, ә күҙҙәренән субырҙап йәш аға. Тик бер ни тиклем ваҡыт үткәс кенә ул үҙен ҡулға алды һәм тынысланып телгә килде:

- Һин яҙҙыңмы?

- Эйе. - Ниңәлер уңайһыҙланам, сөнки тауышы ҡарлығып тоноҡ сыҡты.

- Мин башҡара алмаған бурысты атҡарып ҡуйғанһың даһа, туғаным.

- Инәйебеҙҙең күҙҙәре шатлыклы йылтыраны. Бер ни аңламайым:

- Ниндәй бурыс?

Инәй ҡапыл да яуап бирмәй, әйтерһең, ишетмәй. Китапты ҡөрьәндәй ҡәҙерләп тотоп, эсен асып ҡарай башлай. Күңеле бер аҙ һилләнгәс кенә, ул миңә күтәрелеп ҡараны:

- Рәхмәт, туғаным, - тине. - Былай булғас, йылдар буйы йөрәк түремдә ҡәҙерләп һаҡлаған хәтирәләремде һиңә аманат итеп ҡалдырам, тыңлайһыңмы, әллә яҙып алаһыңмы? - Ул ҡарашын алыҫҡа төбәп, һүҙҙе йыраҡтан уратып башланы.

... Хәҙрәт олатай бит ул Хоҙай Тәғәлә рәхмәтенән яралған, кешеләргә тик изгелек ҡылыр µсµн донъяға килгән аҫылдарҙан-аҫыл зат. - Үлмәҫбикә инәй белгәнен кешеләргә әйтә һалып ҡалырға ашыҡҡандай, хәбәрен ҡыҙыулатыбыраҡ дауам иттерҙе.

- Олатай иҫән саҡтарҙа миңә уның менән күп тапҡырҙар осрашыу бәхете насип булды,-тине лә оло кинәнес менән хәтирәләр йомғағын  тағата башланы.

- Мөғжизәләр эйәһе әүлиә ун дүрт йәшлек сағымда, аҡ әбей ҡиәфәтенә инеп, мине ауылыма килеп үҙе эҙләп тапты. Был уның миңә тәү күрһәткән кирәмәте булды, - тип башланы бәйәнен Үлмәҫбикә инәй. - Шунан алып беҙҙең аралашыу башланды. Ул ни сәбәптәндер, юлдарымда йыш ҡына осрап торор булып китте. Әллә уны донъяның серлелегенә, мөғжизәләргә ышаныусан ихлас холоҡ-фиғелем әсир итте, әллә күңеленә халыҡтың ауыҙ-тел ижадын яҡшы белеүем, тел биҫтәһе, шаян, йор һүҙле булыуым хуш килдеме, ни µсµн оҡшатҡандыр инде ул мине?! Рәхмәт әүлиәгә, күҙ күрешкәндән миңә иғтибарлы булды, - тип башланы хәтирәләрен Үлмәҫбикә инәй.

- ТуҡҺанды ваҡлай башлағайны, мине күрергә теләүен әйтеп ебәргән. Барҙым. „"Кыҙым, - олатай миңә һынап тура ҡараны, - һин зирәкһең, тапҡыр теллеһең, үткәрә әйтә беләһең. Дини байрамдарҙа, ҡөръән аштарында, дуҫ-иш ултырҙаш булған ерҙәрҙә мине гел генә иҫләп һөйләп йөрө, телеңдән дә төшөрмә, йәме. Минең рухыма Хоҙай ризалығы µсµн доғалар бағышлатырһың".

Хәтирәләрҙән илһамланған инәйебеҙ тағы дәртләнеберәк дауам итте:

- Изге эштәремде ни тиклем күберәк хәтерләп һөйләһәләр, Аллаһы Тәғәлә алдында дәрәжәм шул тиклем ҙурырак булыр. Мине онотмау дини ҡәрҙәштәремдең үҙҙәре µсµн дә кәрәк: үлгәндәргә хөрмәт бөтһә, тереләргә лә һан ҡалмаҫ. Йәнә шуны ла онотмаһындар: милләттең дәрәжәһен уның изге рухлы кешеләре билдәләй.

- Олатайҙың был һүҙҙәрен беҙ аманат итеп һанларға тейешбеҙ, - тине Үлмәҫбикә инәй, бер аҙҙан уның илһамлы йөҙөнә үкенеү билдәләре сыкты:

- Теләгеңде үтәрмен, олатай, тип ихлас вәғәҙә бирҙем, исемен дә телдән төшөрмәнем. Әммә шуныһы үкенесле: күрһәткән кирәмәттәрен, һирәк осрар һәләтен ташка баҫтырып сығарып, бөтә халыҡҡа еткерә алманым.

Инәй йәшле күҙҙәре менән миңә ялбарып ҡараны:

- "Ҡыҙым, улай китап сығарырлыҡ һәләтең булғас ни, хәтирәләремде яҙып ал да ташҡа баҫтырып сығар, үҙеңә  сауап булыр, - тине.

Бер аҙҙан хатта ялбарып үтенде:

- Алла хаҡы µсµн тырыштырып ҡара, туғаным! Үлмәҫбикә инәйҙең йөрәк түренән сыҡҡан бындай үтенесе хәтирәләр яҙыу теләгемде тағы ла нығыраҡ дөрләтте. Ысынлап та, тим, бөйөк шәхесте белгән-күргән кешеләр китеп бөтөр. Телдән-телгә һөйләнеп йөрөлгән хәтирәләр ҙә йылдар үтеү менән онотолор  булыр. Ә китап мәңге йәшәр! Киләһе быуын кешеләре уны алып уҡыр ҙа ҡасандыр беҙ­ҙең еребеҙҙә олуғ әүлиә йәшәгәнен белер. Күңелдә икеләнеүҙәр ҙә булмай тормай бит инде.

- Китап сығарыуға хәҙрәттең рухы ризамы икән?-тип, инәйгә һораулы ҡарашымды төбәйем.- Әүлиәләр рухы мәңге тере, гел беҙҙең менән бәйләнештә икән, тиҙәр?

- Риза булмаған ҡайҙа ул! - тип инәйҙең ялҡынлы ҡарашы дәртле осҡонлана. - Риза ул, риза! Әгәр риза булмаһа, тәүге китабыңды ла сығара алмаған булыр инең! Һиңә фатихаһын да биреп яталыр әле! Олатай үҙе әйтә торғайны, кемдәр минең ярҙамға мохтаж, үҙем үлгәс, ҡәберемә килһендәр, бер сихәтем тейер, мине уйлап ҡына йөрөһә лә, эше уңға китер, - ти торғайны.

Үлмәҫбикә инәй һөйләгәндәренә шик белдермәйемме икән тигәндәй миңә бер килке ҡарап торҙо:

- Бына әле лә үҙен хәтерләгәнде белеп, рухы эргәбеҙҙәлер, йәне бәйтуллаһына ҡыуанып ҡайтыр, иншалла.

Тамам күңеле күтәрелгән сәсәниә инәйебеҙ хатта арҡамдан тупылдатып һөйөп алды:

- Китабыңды тиҙерәк сығар! Уны бөтә халыҡ көтә! Хәҙрәтте белеп яратыусыларҙы ҡыуандыра һал!

Бындай оло ышанысты, ихтирамды күреп күңелем шатлыҡ менән тулды. Эйе, Мөжәүир хәҙрәттең шәхесен ололау беҙгә, тереләргә кәрәк! Ошондай әүлиәләребеҙ була тороп та уны белмәһәк, ҙурламаһаҡ, беҙгә яҙыҡ булыр ул.

Күңелдә үҙ заманының бөйөк заты, дин әһеле, әүлиәһе, табибы, аҡыл эйәһе тураһында хәтирәләрҙе йыйыу, яҙғы килеү хисе көсәйҙе. Миңә ең һыҙғанып был маҡтаулы эшкә йомолорға кәрәк икәнлекте аңланым.

- Рәхмәт, Үлмәҫбикә инәй, һин минең эшләгән эшемдең хаҡлығын, кешеләргә кәрәклеген раҫланың.

Шунда уҡ ашығып инәй һөйләгәндәрҙе түкмәй-сәсмәй ап-аҡ ҡағыҙ битенә төшөрә башланым. Был минең Баймаҡ еренең изге заты тураһындағы икенсе китабым буласаҡ. «Мөжәүир әүлиә тураһында хәтирәләр» тип аталасаҡ ул!

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас