Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Әҙәби бит
3 Июль 2025, 16:00

Бармаҡ буйы бер балыҡ (хикәйә)

– Мә, нимә кәрәк, барынса ал! – тине лә баҡса буйындағы эскәмйәгә барып ултырҙы. – Теге аждаһа, әсәйем менән күрешеп, ул-был иткән арала ултырайыҡ әле әҙерәк. Бына шулай йәшәп ятабыҙ инде. Эш юҡ, аҡса юҡ. Ҡара әле, юл буйынса бала саҡты хәтерләп ҡайттым: мин алйотто ғәфү ит, йәме, бигерәк иҫәр булғанмын. Аҡылыңдан, холҡоңдан көнләшә торғайным, шуға күрә һине гел кәмһетергә, көлкөгә ҡалдырырға тырыштым. Күрәһең, дөрөҫ көнләшкәнмен. Бына һиңә мә! Иҫке ауыҙҙан яңы хәбәр, тиҙәрме? – Ә мин һинән көнләшеп йәшәнем...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Заһир ял көндәрендә шәхси машинаһында ҡала урамдары буйлап “таксовать” итергә ғәҙәтләнгән. Беренсенән, ҡола ялан өйҙә яңғыҙы ни эшләп ултырһын? Икенсенән, артыҡ аҡса эсен тишмәй ҙәһә. Бәлки, Алла бирһә, көҙгә “девятка”һын берәй шәп кенә иномаркаға алыштырып ебәрер...

Туҡталышта көтөп ултырғанда тәҙрәнән ябыҡ, ҡара йөҙлө, етек сәсле берәү башын тыҡҡас, аптыраманы. Бер ҡулын скорость таяғына, икенсеһен рулгә һалып, мин әҙер тигән ҡиәфәт менән теге иргә текләне. “Ауылдан”, – тип уйланы үҙе. Уларҙан әллә ни күпте өмөт итеп тә булмай. “Аҡса юҡ бит әле, эш юҡ...” – тип меҫкенләнеп ала ла китә торғандар. Бәғзеләре инәлергә тотона: “Картуф ал... Ит, май бирермен.” Заһирға ни, яңғыҙ башына, туңдырғысын көҙҙән ит менән тултырып ҡуйһа, йәйгә тиклем етә. Күберәген ашханала туҡлана лаһа.

– Баймаҡҡа саҡлы күпме һорайһың? – Ир, эре генә ҡиәфәт менән сыртлатып ергә төкөрөп ҡуйҙы, ҡатҡыл ҡулдары менән ыҫмалалай сәсен артҡа һыпырҙы. “Ҡала кешеһе алдында һыр биргеһе килмәй, маладис...” – Заһир бының ҡыланышынан еңелсә көлөмһөрәне. Юҡһа, башҡорт ауылдарынан килгән ҡайһы берәүҙәр үҙҙәрен шул тиклем урыҫтарҙан кәм тоя, кейеменән, теленән ояла, әйтерһең, уның алдындағы шул уҡ ике ҡуллы, ике аяҡлы ҡала кешеһе – Алланың ҡашҡа тәкәһе. Башҡортлоҡтарын йәшерергә тырышып, күбеһе вата-емерә русса һупалап маташа, етмәһә. Ә был ир шартлатып үҙ телендә һөйләшә: ни яғы менәндер яҡын тойолдо Заһирға, күптән беләлер ҙә кеүек.

– До Баймака сколько берешь, тим? – Өндәшмәй, көлөмһөрәп ултырған таксисҡа йәне көйөп, ахырыһы, ҡабатлап русса һораны. Үҙе ауыҙ эсенән: “Эй, ошоларҙы, әллә ысынлап аңламайҙар, әллә аңламағанға һалышалар! Башҡорт икәне маңлайына яҙып ҡуйылған!” – тип мыңғырҙап алды.

Заһир һыҙғырып уҡ ҡуйҙы: алыҫ.

– Аҡсаң етмәҫ шул, ағаҡайым! – Заһир һәр һүҙенә баҫым яһап, башҡортса мөмкин тиклем асығыраҡ әйтергә тырышты. – Баймаҡ бит йыраҡ, йәһәннәм тишегендә.

– Етәме, юҡмы, уныһы минең эш! – Ир ҡоро ғына яуапланы. – Алыҫ икәнен һинһеҙ ҙә беләм! Унан, бәлки, минең аҡсам быуа быуырлыҡтыр, һин ҡайҙан беләһең? Ауылдан килгән тигәс тә...

– Биш, – тигәс, Заһир биш бармағын тырпайтып, клиенттың йөҙө үҙгәреүен көттө.

Әммә ул көткәнсә булмай сыҡты. Ир көрәктәй усын Заһирға һондо:

– Килештек! Иртәгә таң менән – юлға!

Заһир ни әйтергә лә белмәй, аптырап ҡалды. Бындай сәйер клиенттар осрағаны юҡ ине әле бығаса. Алыҫлыҡҡа алыҫ, түләйем ти бит әле, һатыулашып та торманы хатта. Үҙенең күҙ алдына ап-аҡ төҫтәге “Ford” килеп баҫты. 70 меңдәй генә йыйырға ҡалды бит... Иртәгә ялы, етмәһә. Күптән ҡаланан ситкә сыҡҡаны ла юҡ. Заһир ни эшләргә белмәй икеләнгән арала, бумала баш күкрәк кеҫәһенән ҡағыҙ киҫәге, ручка сығарып, шәп-шәп яҙа башланы. Заһирға ҡыҙыҡ та, нисектер, рәхәт тә ине был ябай ауыл мужигы менән. Шуға күрәме, эсенән генә “барырға!” тигән ҡарарға килде. Унан, Баймаҡ яҡтары – тыуған яҡтары бит әле. Ауылдан күсенеп киткәндәре бирле юл төшкәне юҡ, һағындырған, күргеһе килә. Әлеге ир ҡағыҙ киҫәген уға һондо:

– Бына бында телефон, адрес яҙылған, иртәнге етелә ишек алдында ултыр! Минән башҡа йәнә ике кеше бара. Все! – тип ҡуҙғала башланы.

– Туҡта, ә ниндәй ауылға барабыҙ һуң әле беҙ?

– Биҡҡолға!

– Биҡҡолға?.. – уны-быны уйлап өлгөргәнсе, ир китеп тә барҙы.

Заһир бер килке иҫ-аҡылын юя алмайынса ултырҙы. Бер-нисә минут эсендә булған был ваҡиға төш кеүек кенә тойолдо. Әллә ысынлап та төш күрҙе? Унан, иҫенә килгәс, “Биҡҡолға!..” – тип бәләкәс балаларса ихлас йылмайҙы. Ошонан һуң Алла юҡ тиген инде! Шулай булмаһа, уйламаған ерҙән тыуған ерҙәренә юл төшөр инеме ни? Күсенеп киткәндәренә нисәмә йыл үткән, әле һаман бөгөнгөләй һымаҡ ап-асыҡ төшөнә керә бит. Ә нисә йыл үткән һуң әле? Күсенгәндә уға ун ике йәш тирәһе ине, хәҙер – утыҙ дүрт. Тимәк, егерме ике йыл! Ғүмер тигәнең шул тиклем дә тиҙ үтер икән!

Был кисте Заһир бүтәнсә эшләй алманы. Йоҡларға ятҡанда ла тулҡынланыуҙан йөрәге ярһыу аттай дөп-дөп килде, башынан бала сағы, хәтирәләр сыҡманы. Күпме тулғанып ятһа ла, күҙенә йоҡо ҡунманы. Ана ул тыны ҡыҫылып йүгерә, бәй, ҡулына ҡармаҡ тотоп алған түгелме? Тәкмәсләп ҡолап барып төштө лә, тора һалып, ары сапты. “Тыңҡыш! Тыңҡыш!” Хахылдап көлә-көлә артынан бер өйөр малай-һалай баҫтыра. Ҡапыл уның күҙенә шау сәскәле күлдәк кейеп, башына өс мөйөшлө ебәк яулыҡ бәйләгән Сөмбөл салынды. Ул Заһирға шул тиклем йәлләп, бахыр итеп ҡарай... Һаташыу аша килеп ингән ошо күренештән Заһирҙың йөрәге сәнсеп-сәнсеп ҡуйҙы. Бик үк матур иҫтәлектәр ҙә ҡалмаған икән шул ул мәлдәрҙән. Уны ошо төшмө-өнмө тигәне 22 йыл йөҙәтә бит инде. Бала саҡта тағылған “Тыңҡыш” ҡушаматы шулай әле һаман төшөндә булһа ла артынан ҡалмай эйәреп йөрөй. Ауылда ҡушаматһыҙ кеше һирәктер ул. Быға аптырарға ла түгел. Әммә Заһир үҙенә тағылған был исемгә ныҡ ғәрләнә ине, төндәр буйы керпек ҡаҡмай, йоҙроҡ төйнәп, урт сәйнәп сыҡҡан мәлдәре лә әҙ булманы. Ҡушаматтан да бигерәк, ысынлап та тыңҡыш булыуына, үҙен үҙгәртер өсөн бер ни эшләй алмауына йәне көйҙө.

Ни эшләптер уны бик яратып барманы тиңдәштәре. Әллә йыуантыҡ кәүҙәһе, яй ҡыланыуымы ҡамасауланы, әллә яҡшы уҡыуы менән бүтәндәрҙән айырылып тороуы, әллә икенсе нәмәләр сәбәпсе булды. Эстән генә кластарындағы Рәсих исемле малайҙың ҡыйыулығына, буй-һынына һоҡланып та, көнләшеп тә йөрөгәндәре хәтерендә. Уға асыуы килгән, үс һаҡлаған саҡтары ла йыш ине. Бер уйлаһаң, әле һаман көнләшә түгелме һуң? Һирәк-һаяҡ иҫенә төшөрөп ала. Хәҙер ул, моғайын берәй директормы, етәксемелер. Иң һылыу ҡыҙға өйләнгәндер. Бәлки, Сөмбөлгә? Өйө лә һарай кеүектер. Үҙенең белмәгән нәмәһе юҡтыр. Әллә нисә юғары уҡыу йортон тамамлаһа ла, Заһир аптырамаясаҡ. Ауылдағы бөтә малай-шалай ауыҙына ғына ҡарап торҙо бит. Ә-ә, Заһирҙан башҡалары. Уның иһә үҙен гел ҡыйырһытып, ситкә типкәстәре, һәр ваҡыт киреһен эшләгеһе килде. Рәсих “Тыңҡыш” тип үсекләгән һайын эстән генә: “Үҫә бирәйем, мәктәпте бөтәйем – күрһәтермен әле мин һиңә Тыңҡышты!” – тип үсәне, үҙ-үҙен йыуатты. Нисек күрһәтерен теүәл генә белмәй ҙә ине, әммә шунан һуң ниндәйҙер көс өҫтәлеүен тойҙо, үҙенә ышанысы артты.

Заһирҙың яратҡан шөғөлө – балыҡ тотоу. Шул ләззәттән дә мәхрүм иткәйне ләһә йүнһеҙ малайҙар. Йылға буйында йә күл тирәһендә күреп ҡалдылармы, кемуҙарҙан баҫтырып, үсекләп-кәзерекләп, ҡыуып тигәндәй ҡайтаралар. Ә Йәмлекүлдә табан балыҡ ҡармаҡ һалған һайын эләгә.

Тиңдәштәре менән борсағы бешмәгәс, күберәген үҙенән ҙурыраҡ малайҙар йә ҡыҙҙар менән уйнаны. Класташ ҡыҙҙарын да ҡушып үсекләп, үсектереп ыҙалатты тегеләр. Бер Сөмбөл генә уларҙың һүҙенә ҡарамай, Заһирҙы элекке кеүек үк класташ, иптәш күреп һөйләшеп маташты, тик малай үҙе унан ситләште. Сөмбөлгә дуҫының китап, тәбиғәт менән дуҫ булыуы оҡшай ине. Заһирҙың йорт ҡуяндарын ҡарашты. Йәйгеһен шулар өсөн кишер, кәбеҫтә үҫтерҙеләр. Йәнә тутыйғоштары, ҡомағы, балыҡтары булды. “Конструктор”ҙарын да икәүләп йыйҙылар. Ҡыҙыҡ, хәҙер ул ниндәйерәк икән? Ғаиләһе, бала-сағаһы бармы? Был һорау йыш ҡына башына килә егеттең.

“Өфөгә күсенәбеҙ” тигән хәбәргә Заһирҙың ҡыуаныуы! Бигерәк тә Рәсихтарҙан ҡотолоуына ныҡ шатланды малай. Бынан ары үҙен ҡыйырһытырға бирмәйәсәк! Ошо уйҙары уның алдына: “Тырышырға, шөғөлләнергә, элекке класташтары янына эре генә ҡайтып төшөргә,” – тигән маҡсат ҡуйҙы. Тәүге мәлдәрҙә холоҡ-фиғелендәге, кәүҙәһендәге етешһеҙлектәрен бөтөрөү өҫтөндә эшләп маташты: спорт секцияһына яҙылды, балыҡ менән мауыҡты, әмәле сыҡҡан һайын тәбиғәткә сыҡты. Әммә әкренләп бала саҡ тормошо, Рәсихтар, уларға булған асыуы, ҡуйған маҡсаттары онотолдо, ҡайнап торған ҡала уны үҙ эсенә алды. Яңы дуҫтары Заһирҙы нисек бар – шулай ҡабул итте. Улар менән уртаҡ тел табыуы ҡыйынлыҡ тыуҙырманы. Йылдар үтте, уңышлы ғына урта мәктәпте тамамланы, армияла булды, авиация институтын бөтөрөп, инженер һөнәрен алып сыҡты, бер төҙөлөшкә эшкә урынлашты, машина, йорт, бөтөн кәрәк-ярағын һатып алды. Тик тормошо үҙе теләгәнсә бармауын йөрәге менән тойоп йәшәне ул. Күңелен һәр ваҡыт ниндәйҙер ризаһыҙлыҡ хисе өйкәп торҙо. Әйтерһең, үҙе – үҙе түгел. Әлеге көнгә тиклем үҙен табырға тырыша түгелме?

Яҙмыш елдәре ҡайҙарҙа ғына йөрөтһә лә, күңел тыныслығына анау ҡушаматы – “Тыңҡыш” ирек бирмәгәнме әллә? Әле Заһир күңеленән тыуған ауылын, бала сағын, иптәштәрен, бөтөн кисерештәрен яңынан үткәреп, шуларҙы уйлай: ҡалаға килгәс тә ауылдағы баҙнатһыҙлығы, йыуашлығы бөтмәне бит. Иңенә яуаплылыҡ алыуҙан гел ҡасты – минең хәлдән килмәҫ тип ҡурҡты. Эсендәге уйҙарын кешегә белдермәне – көлөрҙәр кеүек тойолдо. Иң тәүҙә “Тыңҡыш” йөрөнө, унан ғына Заһир эйәрҙе. Ә Тыңҡышҡа күләгәлә йәшәү уңай ине. Әле һаман кәләш алмауы ла шуға бәйләнмәгәнме икән? Ҡыҙҙарҙан үҙе ситләште бит, мөхәббәтен белдерергә оялды, оҡшатып йөрөгән ҡыҙҙарға үҙен лайыҡлы түгел тип һананы. Баҡ тиһәң, үҙен шул тиклем түбән ҡуйып йәшәгән. Баҙнатһыҙлығы, оялсанлығы бына ҡайҙан килә!

Әйләнеп-тулғанып ята торғас, Америка асҡандай, һикереп тороп ултырҙы Заһир. Ауылда уны ниндәйҙер мөғжизә, яҙмышының өҫтөн аҫҡа әйләндерерҙәй ваҡиға көтәлер кеүек, тулҡынланыуы көсәйә төштө. Кладовкаһында күптән тейелмәйенсә торған ҡармаҡ кәрәк-ярағын һөйрәп сығарҙы, дәртләнеп, шуларҙы әҙерләй башланы. Йәмлекүлдә бер рәхәтләнеп балыҡ тотор исмаһам. Әлеге ирҙән һорашмаған: ауыл, күл буйҙары элекке кеүек үкме икән, балыҡ та шулай уҡ шәп ҡабамы? Заһир емләргә ҡамыр әҙерләне, барғас та һыуға һибергә ярма быҡтырырға ҡуйҙы. Алданыраҡ һибеп ҡуйһаң, балыҡ тиҙ йыйыла торған, унан, перловкаға яҡшы ҡаба ла. Селәүҙе унда барғас та ҡаҙып алыр. Эше бөткәс, әйтеп аңлатҡыһыҙ бер кинәнес табып, карауатына ауҙы һәм әүен баҙарына киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.

Һуң йоҡлап китеүенә ҡарамаҫтан, сәғәт шылтырамаҫ борон уянды. Етеҙ генә тороп сәй ҡуйып ебәрҙе, өйрәнгән ғәҙәте буйынса күнекмә яһап алды, урынын йыйыштырҙы. Өйө ҙур булһа ла, ҡатын-ҡыҙ ҡулы теймәгәс, ҡурсаҡ кеүек тип әйтеп булмай. Йоҡо бүлмәһендә үҙенең карауатынан, бәләкәй өҫтәл һәм телевизорҙан башҡа бер нәмә лә юҡ. Әммә һәр нәмәһе ҡиммәтле, матур. Залда йомшаҡ мебель, иҙәндә келәм, стенка, дәү көҙгө элеүле, музыкаль үҙәк, затлы өҫтәл. Артығы кәрәкмәй ҙә уныңса. Кәләш алып ебәрһә, булыр әле барыһы ла. Үҙен шулай йыуата ул һәр ваҡыт.

Майға икмәк яғып, ҡоролай ғына сәй эсеп алғандан һуң, сумкаһына алмаш футболка, ветровка, спорт салбарын, юлда ҡапҡыларға тип әҙерләгән бутербродтарын һалып алып, тиҙерәк сәфәргә ашыҡты.

Клиенты тышта көтә ине инде. Зәңгәр футболка, аҡ һыҙыҡлы трико кейгән ирҙе әллә ҡайҙан уҡ абайлап алды. Күптән сыҡҡан, ахырыһы, ҡулдарын артҡа ҡуйып, түҙемһеҙләнеп тегеләй-былай йөрөштөрә. Ара-тирә йорт яғына ҡарап ала. Заһирҙың машинаһын күреп, ауыҙы ҡолағына тиклем йырылды. Ҡаршыһына йүгереп үк килде.

– Килмәҫһең тип ҡурҡҡайным, шөкөр, килдең! – тип ҡыуанды. – Килмәһәң, ну, уҡыта инең, әй!

Машинаға инеп тә ултырҙы. Салон эсен күҙенән йүгертеп, панелен һыйпап алды ла: “Шәп!” – тип ҡуйҙы. Бөгөн ул, нисектер, икенсе төрлөрәк ине. Күҙҙәре ярҙам һорағандай ҙа, нимәлер әйтергә лә теләгәндәй, икеләнгән, ҡурҡҡан кеүек тә. Уның уйҙарын һиҙгәндәй:

– Ҡара әле, – тип өндәште. – Тегеләргә мин алты меңгә һөйләштем тип әйттем, бер меңен үҙемә генә бирерһең, йәме. Тик тегеләргә һиҙҙермә, бигерәк тә ҡайынбикәмә. Серегән байҙар, ҡыҫыр тиндәрен дә йәлләйҙәр юҡһа. Уларҙы һыйларға аҡса кәрәк булыр ул. Минең ит менән картуфҡа ғына хушһынырҙар тиһеңме!

Ул аҡланырға тырышты, ә Заһирға – барыбер. Быларҙы алып барып ҡуйыр ҙа, танһығы булғансы бала сағы үткән һуҡмаҡтар буйлап йөрөр. Күлендә балыҡ ҡармаҡлаясаҡ та Өфөгә ҡайтып китәсәк. Бынау әҙәмде бүтәнсә ғүмерендә лә күрмәйәсәк. Ир иһә хәбәр һөйләүен дауам итте:

– Себерҙә йәшәйҙәр, Өфөлә лә фатирҙары бар. Беҙ бай ҙа, шайтан ярлы тип, әллә кем булып йөрөйҙәр, хәстрүштәр. Мине кәмһетеп маташалар. Ҡатындың туғандарын әйтәм әле. Һәүетемсә генә йәшәй башланыҡмы тиһәң, ошолар ҡайтып, боҙа ла китә. Теге нәмәм шулар һүҙенә төштөмө, китә ике арала һин шулай ҙа, һин былай тигән тартыш...

Заһир: “Һөйләгең килгәс, һөйлә әйҙә”, – тип диҡҡәтһеҙ генә тыңланы. Дөрөҫөн әйткәндә, уға ҡыҙыҡ та түгел ине күрмәгән-белмәгән кешенең зары. Клиентының телефоны шылтыраны. Ҡабаланып, кеҫәһенә үрелде. Трубкаһын ҡолағына ҡуйып өлгөрмәне: “Ҡайҙа юғалдың, хайуан!” тип сәрелдәне ҡатын-ҡыҙ тауышы. Ир ғәйепле тауыш менән:

– Булды, булды, ҡайынбикәм! Шофер килде, әйҙә, төшөгөҙ, – тип татлы телләнде.

– Килгәс, атаң башына шылтыратмайһыңмы?!

Ир “ялҡытты” тип мығырланы ла:

– Һуң, әле генә килеп туҡтаны бит, – тип өҙгөләнгән булды. – Әйҙәгеҙ, тим бит.

– Аңғыра булып тыуғанһың, шундай булып ҡалырһың инде! Сумкаларҙы мин күтәреп төшәйемме, әллә бисәңме?

Ҡатын шул тиклем ҡысҡырып һөйләй ине, тауышы салон эсендә лә яңғырап ишетелә. Ирҙең күҙҙәре ҡыҫылды, иренен ҡымтыны, асыуҙан йөҙө ҡыҙарып сыҡты. Телефонын һүндереп кеҫәһенә тыҡты, әммә урынынан ҡуҙғалманы. Уфтанып, бер аҙ тынысланды ла:

– Бына шулай, – тип ҡуйҙы. – Кәләш әллә ни насар түгел ул. Туғандары ҡотортһа ғына киреһе әйләнеп ҡуйғылай ҡайһы берҙә. Уларға ҡаршы бер һүҙ әйтә алмай... Бынау ҡайынбикә торғаны менән бер аждаһа.

Заһирҙы таныш түгел ирҙең ябайлығы, эсендәге тышында булыуы албырғатты. Ауыл кешеһе генә шулай итә алалыр. Ауыл тигәндән, Биҡҡолданмын тине, бәлки, Заһир уны беләлер ҙә әле. Әйләнеп, күршеһен күҙҙән үткәрҙе. Таныш та кеүек. Әллә уйлағанға шулай тойоламы? Бите ҡояшҡа ҡара янған, мыйыҡ үҫтергән, ҡара ҡаштары ҡуйы... Маңлай, күҙ тирәләрен һыр баҫҡан. Заһирҙан өс-дүрт йәшкә өлкәнерәктер. Йәшел күҙҙәре, ирен ситендәге миңе кемделер хәтерләтте, тик тотоп ҡына кем тип әйтергә лә белмәне.

– Туҡта әле, – тип һүҙен бүлде Заһир яңы танышының. – Ғәфү ит, ә һинең исемең кем һуң?

Уныһы, һинең дә телең бармы ни тигәндәй, боролоп ҡарап ҡуйҙы.

– Рәсих. Рәсих минең исемем. Ябай ғына кешенең – ябай ғына аты инде...

– Рәсих?! – Ғәжәпләнеүҙән Заһирҙың күҙҙәре шарҙай асылды, ауыҙы ҡолағына саҡлы йырылды. Йәшел күҙҙәр! Бына кемдеке улар! – Кит, юҡты! Аҫылғужинмы әллә?

– Эйе.

Рәсих күҙ менән ҡаш араһында алтын тапҡандай ҡыуанған Заһирға аптырап та, ҡыҙыҡһынып та текәлде, танырға тырышты.

– Мин һине беләмме ул әллә?

Заһир Рәсихты күреүгә шул тиклем ҡыуанды, уның яурынына төртөп алды.

– Онотмаһаң, беләһең. Мин – Заһир!

Рәсих күңеленән үҙе белгән Заһирҙарҙы барлап сыҡты шикелле.

– Тыңҡыш! Иҫеңә төштөммө?

Рәсихтың ҡапыл күҙҙәре янып китте лә шунда уҡ кире һүрелде. Унан яңынан һүрән генә йылмайҙы. Ишеткән хәбәренә ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәй аҙапланды, ахырыһы.

– Заһир! Күҙемә күренәһеңдер. – Беләгенән тотоп, күҙенә текләп ҡарап торғандан һуң, ҡосаҡлап алды, унан йәнә үҙенән айырҙы. – Һуңғы араларҙа йыш иҫемә төшөрә торғайным, бына бит, уйламағанда осрашырға тура килде. Вәт, әй! Ғүмерҙә лә уйламағайным... – Башын сайҡай-сайҡай, тел шартлатып, дауам итте хәбәрен: Бына һин хәҙер ниндәй! Элекке Тыңҡыштың әҫәре лә юҡ. Шулайҙыр тип уйлағайным да. Шулай булырға тейеш ине лә! – Ҡапыл күңелһеҙләнеп китте, башын аҫҡа эйҙе. – Уның ҡарауы мин...

Салонда урынлашҡан тынлыҡтан файҙаланғандай, Рәсихтың телефоны йәнә шылтыраны.

– Ҡайҙа юғалдың тағын?! Күпме көтөргә була! – Сәрелдәк тауыш йән асыуына ҡысҡырып та ебәрҙе.

– Хәҙер, хәҙер. – Рәсих ҡабаланып өтәләнергә кереште. – Хәҙер төшәбеҙ, айн момент!

“Тыңҡыш тиген, вәт, әй, иҫең китерме лә китмәҫме...” – Һөйләнә-һөйләнә, ҡабаланып подъезға инеп юғалды. Ул ғына түгел, Заһир ҙа шаңҡыны был осрашыуҙан. Бына һиңә Рәсих! Ул белгән уҫал, тәкәббер Рәсихты алыштырып ҡуйғандармы ни. Уйлап ҡараһаң, яҙмыш иҫ китмәле ҡыҙыҡ. Уға ҡапыл рәхәт тә, ҡыйын да булып китте. Рәхәт, сөнки ҡасандыр үҙен ҡыйырһытҡан, гел үсекләгән, кәмһеткән Рәсихты шул ваҡыттағы Заһир хәлендә күреү – уның еңеүе, рухи өҫтөнлөгө, сәменең тантанаһы ине. Нисәмә йылдар буйы, үҙе лә һиҙмәҫтән, шуның өсөн тырышманымы ни? Ҡасандыр: “Рәсих кеүек күкрәк ҡағып йөрөһәң ине”, – тип хыялланған һын ошо түгелме ни? Рәсихты күргәс, ситтән үҙенә баҡҡандай булды. Әле килеп, ул уйлағандан да ябайыраҡ килеп сыҡты. Хәл-әхүәлдән хатта Заһир ҡәҙерле нәмәһен юғалтҡандай тойҙо. Күңелен бушлыҡ биләне, үҙен ҡая ситендә баҫып торалыр тип хис итте. Заһирҙың идеалы ундай булырға тейеш түгел дәһә! Еңеү хисе әкренләп кенә йәлләүгә әүерелде. Класташын осратыуға үкенеп тә ҡуйҙы. Иҫендә нисек тора, ғүмергә шулай ҡалһын ине лә...

Ул арала ике ауыр сумка күтәргән Рәсих күренде. Ҡаҡса кәүҙәһе бабайҙарҙыҡы кеүек кәкрәйеп ҡалғайны. Артынан ябыҡ һәм кәрзин тотҡан йыуан ике ҡатын эйәргән. Кейеменең ябайлығынан, ауылсараҡ атлауына ҡарағанда, ябығы Рәсихтың ҡатыны икәнен аңлауы ҡыйын түгел. Заһир сумкаларҙы багажникка урынлаштырҙы.

– Егет, аҡсаны шунда уҡ биреп ҡуяйым, бурыслы булып торорға яратмайым, үҙеңә лә рулдә барыуы күңеллерәк булыр, – шулай һөйләнә-һөйләнә йыуантағы аҡса һондо. Заһирҙың күҙҙәре ҡатындың һәр бармағында ялтыраған алтын балдаҡтарына төштө. Кейгән күлдәге лә йылҡылдап тора. Әллә уныһына ла алтын парса ҡушып тегелгән инде? Ғәҙәттә, ошондай ханымдар үҙҙәрен донъя тотҡаһы итеп күрһәтергә ярата. Алты меңгә Баймаҡҡа барырға ризалығы ла шунандыр. Заһир көлөмһөрәп ҡуйҙы. Һәр кемдең тапҡан мөлкәтенең үҙ урыны бар шул. Сәсен дә шул тиклем түбәһенә оҫта итеп өйөп ҡуйған, прическаһының боҙолоп ҡуйыуынан ҡурҡҡандай, кәүҙәһен текә генә тотоп атлай. Аҫҡа эйелгәндә иһә тәүҙә сүкәйә, шунан ғына кәрәкле әйберен ала. Шуға күрә машинаға ла көс-хәл менән инеп ултырҙы. Ҡулындағы кәрзинен сыҡҡас та кейәүенә тотторғайны, кире алып торманы. Ханымдың һул яғынан урын алғас, уныһы кәрзинде күндәм генә үҙенең тубыҡтарына ҡуйҙы. Ҡуҙғалып киткәс, бер кем бер ни өндәшмәне. Нисәмә йыл күрешмәгән класташы менән бик һөйләшкеһе килһә лә, тыйылды Заһир. Кем белә, Рәсихтың туғандары алдында иҫтәлектәргә бирелгеһе килмәйҙер. Эш юҡтан эш булһын тигән һымаҡ, Заһир әкрен генә юлдаштарын күҙәтте. Ҡыҙыҡ ине уға. Рәсихтың ҡатыны тышты күҙәтеп бара. Мәгәр ҡараған нәмәһен күрмәй, ахырыһы – уйҙары менән әллә ҡайҙа, алыҫта гиҙә. Рәсихтың ниңә ошо көнгә төшөүен аңларға тырышты. Ҡарап тороуға ҡатыны әллә ни уҫал да кеүек түгел, һөйкөмлө генә. Иренән айырмалы рәүештә, үҙен дә ҡарап ҡына йөрөтәлер, килешле генә итеп биҙәнеп тә алған.

Йыуан бисә ултырғас та күҙҙәрен йомғайны, әллә йоҡлай, әллә уйға сумып бара. Рәсих та ғәмле. Башын тотоп, әленән-әле маңлайын һыпырып ала. Туҡтауһыҙ көрһөнә. Берәй бәләһе бармы икән әллә?

Белорет тауҙарына үрләүгә ханым күҙҙәрен асты. Хозур тәбиғәткә һоҡланып ах та ух килде. “Ҡәйнә теле” өҫтөндә машинаны туҡтатып, бер килке тирә-яҡты өҫтән күҙәтеп торҙолар. Һоҡланмау мөмкин түгел: бейек-бейек тауҙар ғорур ҡарағай, һомғол ҡайындарҙы ҡосағына алған. Ағас ҡынамы? Күпме ауылдар ошо ышыҡҡа һыйынған. Тәбиғәт иң уҫал кешенең дә күңелен йомшартыу һәләтенә эйә, моғайын. Кейәүенә алан-йолан ҡарап килгән ханым да асылды. Йылмайғанда үҙе һөйкөмлө генә имеш. Ике яҡ сикәһендә матур ғына ике соҡор хасил була. Ире бармы икән? Заһирҙа уға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уянды. Рәсихҡа ла бая ғына “хайуан”дан һалдырһа ла, әле алсаҡланып: “Кейәүкәйем!” – тип үк ебәрҙе. Уныһы шунда уҡ йүгереп барып кәрзинен килтереп тә тотторҙо. Ергә түшәк йәйеп, күмәкләп бәлеш, бутерброд менән тамаҡ ялғап, емеш һуты эсеп алдылар. Заһир асығып та киткәйне, һый ай-һай ярап ҡалды. Бәлештәр тәмле ине, ҡулы аш-һыуға оҫталыр ханымдың.

Улар төшкә барып етте. Таныманы Заһир Биҡҡолдо. Ҡасандыр гөрләп торған ауыл етемһерәп ҡалған гүйә. Өйҙәр ҙә берәм-һәрәм ултыра, ҡайһыларының тәҙрәләре бөтөнләй ҡаҙаҡлап ҡуйылған. Заһир ҡарашы менән үҙҙәре йәшәгән өйҙө эҙләне. Тик уларҙың йорто урынында ҡасандыр үҙе ултыртҡан сирен ағасы ғына тороп ҡалғайны. Кемдер кәртәләп ҡуйған.

– Дә-ә, ауыл үҙгәргән, бөткән, – тип тәрән һуланы ул. – Үлгән...

– Бындай нищий ауылдарҙың кемгә кәрәге бар, магазины ла юҡ, бөтһөн! – тип әйтеп һалды йоҡоһонан уянып, яңынан элекке уҫал ҡиәфәтенә ҡайтҡан ханым.

– Ауылдар бөтөргә тейеш түгел, тем более – Биҡҡол! Рәсих, нимә ҡарайһығыҙ? Йөрәгең янмаймы?

– Уның эсеүҙән башҡаға йөрәге яна белмәй! – Кейәүе урынына йән асыуы менән ханым яуапланы. Рәсих башын эйҙе, ҡатыны: “Апай!” – тип, уңайһыҙланып, шоферға ҡараны.

– Аһ-аһ, дөрөҫө шул булғас! Айырыл тием, йәбешеп ятаһың да шуныңа, бынауында мүкләнеп.

– Балаларҙың атаһы бит. Унан, эсеп-эсеп ала ла, туҡтай белә ул.

Бына нимәлә икән эштең кәттәһе! Йәшел йылан аҫыл-аҫыл егеттәрҙе лә бөгә, юҡҡа сығарып ҡуя шул. Класташы ла шул ауға эләккән икән. Ҡапҡа алдына килеп туҡтауға өйҙән йүгерешеп өс малай килеп сыҡты. Ҙуры хас Рәсих. Уныҡы кеүек янып торған йәшел күҙҙәр, оҙон буй-һын, бөҙрә сайыр кеүек ҡара ҡалын сәс. Бәләкәсенә өс йәштәр тирәһелер, әттә, тип, атаһына тәтелдәп хәбәрҙәрен һөйләй ҙә башланы. Заһирҙы уларҙың әсәләренә түгел, иң тәүҙә аталарына килеүе ғәжәпләндерҙе. Йыуан ханым да:

– Абау бынау нишаналарҙы, ҡара әле! Атайҙары бар, йәнәһе, берәүҙәрҙең! Кеше тәүҙә әсәйҙе ҡосаҡлар ине, – тип ҡуйҙы инде йомшарған тауыш менән. Машинанан төшкәс, Рәсих хужаларса ҡиәфәт алды.

– Шунан, малайҙар, шәп торҙоғоҙмо? Әсәйегеҙгә әйберҙәрен индерешегеҙ! – Унан ҡунаҡтарына боролдо. – Әйҙәгеҙ, өйгә рәхим итегеҙ! Заһир, һин иртәгә ҡайтырһың. Аҡсаһы өсөн борсолма, сутычныйға бер һарығымды тейәп ебәрермен.

“Һарыҡ” һүҙенә Заһир йылмайып-сирылып ҡуйҙы. Хужабикә менән йыуантаҡ бисә өйгә инеп китеүгә, бурыслы булырға яратмайым, тип көлөмһөрәп, ул Рәсихҡа бер меңен кире ҡайтарҙы. Уныһы уңайһыҙланып китте, йәпһеҙ килеп сыҡты бит әле, тип ауыҙ эсенән генә һөйләнде. Шунан ҡатынын саҡырып сығарып, аҡсаһын уға тотторғас:

– Мә, нимә кәрәк, барынса ал! – тине лә баҡса буйындағы эскәмйәгә барып ултырҙы. – Теге аждаһа, әсәйем менән күрешеп, ул-был иткән арала ултырайыҡ әле әҙерәк. Бына шулай йәшәп ятабыҙ инде. Эш юҡ, аҡса юҡ. Ҡара әле, юл буйынса бала саҡты хәтерләп ҡайттым: мин алйотто ғәфү ит, йәме, бигерәк иҫәр булғанмын. Аҡылыңдан, холҡоңдан көнләшә торғайным, шуға күрә һине гел кәмһетергә, көлкөгә ҡалдырырға тырыштым. Күрәһең, дөрөҫ көнләшкәнмен.

Бына һиңә мә! Иҫке ауыҙҙан яңы хәбәр, тиҙәрме?

– Ә мин һинән көнләшеп йәшәнем...

– Әйттең хәбәр! Уҫаллыҡ менән генә берәй нәмә атҡарып була тиме икән!

– Ә тыңлай торғайнылар бит үҙеңде!

– Булғандыр... – Быныһын ниндәйҙер маһайыу менән әйтте Рәсих. – Шул ваҡытта һиндәйҙәр менән дуҫлашырға кәрәк булған. Мин ни, юҡһа, үҙемде әллә кемгә ҡуйып йөрөгән булдым. Һуғышып, бер аҙ ултырып ҡайтҡас ҡына аңланым тормош ҡәҙерен. Ҡурҡаҡ инем бит мин. Шуны белдермәҫ өсөн ҡыйыу булып ҡыландым. Неү балаларымды яратам. Улар ҙа минең өсөн өҙөлөп тора. Улар булмаһа ни эшләр инем! Шул эскелек кенә мишайт итә ҡайһы берҙә. Әллә ҡайһы арала дуҫлашып алынған бит. Ҡатын менән дә шул арҡала талашабыҙ. Шундай мәлдә, утҡа ҡуҙ өҫтәгәндәй, апайҙары килеп ҡыҫыла.

– Ауылда бөтөнләй эш юҡмы ни?

– Бар ул. Тик тәүҙә бынау эске менән араны өҙөргә кәрәк. Әле дауаланып ҡайтып киләм, ярҙамы булырмы, юҡмы. Теге Йәмлекүлде арендаға алып, балыҡ үрсетергә ниәтләп торам әле. Ярҙамға малайҙарым үҫә.

– Вәт шәп була! Мотлаҡ булдырасаҡһың. Ойоштороу һәләтең балалыҡтан бар бит һинең.

– Рәхмәт, Заһир! Сөмбөлдө, иҫләйһеңдер, класташ ине, уға рәхмәт инде. Кәләштең әхирәте. Шул, ныҡый торғас, күндерҙе бит алкашлыҡтан дауаланырға. Күңелде үҫтерергә, үҙемә ышанырға ярҙам итте. Төшөп ҡалғандарҙан да түгелмен, ә?

Маһайғандай итеп, күҙ ҡыҫып алды.

– Сөмбөл тиһеңме? Ул ни хәлдә йәшәп ята әле? – Заһирҙың күҙҙәре янып китте. Үҙенең күҙ алдына өс мөйөшлө яулыҡ бәйләгән, йәшел борсаҡлы күлдәк кейгән, ҡаҡса ғына ҡыҙ килеп баҫты.

– Ут инде, ут! Биологиянан уҡыта. Балаларға тынғылыҡ бирмәй инде, баҡса үҫтерәләр. Ҡыш көнө лә ҡыяр ашап ултырғас... үҙең уйла инде.

– Ә ире? Кейәүҙәме? – Иң ҡыҙыҡһындырған һорауын бирҙе Заһир.

– Һорап тораһың! Икәүләп шул тиклем килешкәндәр. Эшҡыуар ире. Мәктәп балаларын да шул һөнәргә өйрәтәм тип башын ҡатыра. Баҡса ултыртыуҙары ла шунан. Әлеге күлде арендалап, балыҡ үрсетеү ҙә шул икәүҙең уйы. Бына, балалар ғына түгел, үҙем дә ҡушылырға торам әле уларҙың бизнесына. Хатта эсеүемде ташлаттылар...

Тимәк, Сөмбөл һаман элекке кеүек йүнсел икән, тип йылмайҙы Заһир. Күңеле тулды. Буласаҡ ҡатынын тап шундай итеп күҙ алдына килтерә ине түгелме? Уның Сөмбөл булмаясағы ғына йөрәген сәнсеп-сәнсеп ҡуйҙы.

 Класташтар оҙаҡ ҡына яңы Рәсих, яңы Заһир менән танышып ултырҙы. Бер-береһен аңланылар, буғай.

Заһирҙың тиҙерәк күлдә балыҡ тотҡоһо килде. Сәй эсеп алғандан һуң, ҡармаҡтарын алды ла шунда юлланды. Ошо һуҡмаҡтан әҙ ҡасманы инде ул Рәсихтарҙан. Ҡурҡа-ҡурҡа йөрөгән сағы хәҙер төш кеүек кенә. Күлгә төшкән һуҡмаҡ тарайып ҡалған һымаҡ, әммә шул уҡ урында әле лә, тап-таҡыр. Ҡурҡмайынса, батыр аҙымдар менән атлап барыуы ҡайһылай рәхәт! Күл тап-таҙа. Ярында ла бер сүп-сар әҫәре күренмәй. Берәйһе таҙартып торамы икән әллә? Элек бөтөн ҡош-ҡорт, мал-тыуар, ауылдың бөтөн бала-сағаһы ошонда булғанлыҡтан, һыуҙа ни генә йөҙөп йөрөмәй торғайны! Әле ҡаҙҙар күренә күренеүен, әммә ҡайҙа ла таҙалыҡ.

Күҙенә өс малай салынды. Рәсихтың улдары ине улар. Тимер селтәр менән күл ситенә тулҡын өйгән ҡыйҙарҙы һөҙөп йөрөйҙәр...

Тәү һалыуында уҡ балыҡ эләгеп тә сыҡты. Әлбиттә, уның ҙур-ҙур йылға-күлдәрҙә тотҡан балыҡтарынан күпкә бәләкәй ине ул, әммә ошо бәләкәс кенә табан балыҡҡа ла сабыйҙарса шатланыуы! Берәйһе ҡарап торһа, мотлаҡ, был иҫәр икән, тип шикләнер ине. Әммә Заһирҙың кешелә эше юҡ: ул ихлас ҡәнәғәтлек менән ҡармағын бер-бер артлы һыуға ташлауын белде.

Тыныс күңел, тулы бәхет өсөн ғүмере буйы ошо бармаҡ буйы табан балығы ғына етмәй ыҙалатҡандыр, кем белә... Ҡысҡырһындар ине хәҙер “Тыңҡыш” тип. Валлаһи ҡыуаныр ғына ине.

Гөлнара МОСТАФИНА.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас