Атаһы Фуаттың һалдатҡа алыныуына башҡалар һымаҡ һушы алынып көймәй: «Егет кеше ер кеүек, ул ауырлыҡ күтәрә», — ти ҙә ҡуя. Үҙе дүрт йыл хәрби хеҙмәттә, өс йыл герман һуғышында йөрөгән. Кавалерист, полк командирының ат тотоусыһы, ординарецы ла булған. Шулай ҙа күҙ ҡараһылай улының бөтөнләй башҡа алышҡа китәсәген уйлап, һиҙҙермәй генә хафалана. Артыҡ мохтажлыҡ күрмәй, ғазап сикмәй үҫкән балаға әрмегә һәм артынса уҡ яуға китеү ау-йәтмәгә эләгеү һымаҡ тойолмаһа, ауыр хис-кисерештәргә дусар ҡылмаһа ярай ҙа... Шуныһы тынысландыра: улы үҙенә оҡшаған, түҙер, бирешмәҫ.
Атай менән инәй шым ғына һөйләшеп, кәңәшләшеп, ғәзиз улдарының өҫ-башын хәстәрләй, юлына аҙыҡ-түлек әҙерләй. Бына хушлашыр мәл дә етте. Фуаттың аяғында — сарыҡ, өҫтөндә — тула сәкмән, ҡулында — кисә генә бәйләнеп бөткән йөн бейәләйҙәр. Өр-яңы беше тоҡҡа сохари, ҡаҡланған ҡаҙ, әпәй, бешкән бәрәңге, ҡорот, йәнә ойоҡ, бейәләй, таҫтамал, һабын, ҡәләм, дәфтәр һалынып, ауыҙы ҡыҫып бәйләнгән. Тиҫтерҙәренең өҫтөндә иһә әллә ни юҡ, ризыҡтары ла таҡыр, тоҡсайҙа ғына. Бөтәһе лә етеш йәшәмәй шул. Мәгәр күңелдәре киң. Ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙ, бала-саға: «Юлығыҙ аҡ, күңелегеҙ пак булһын!» — тип, хәйерле тараф теләп, оҙатып ҡалды.
Тәүҙә Учалы ауылында йыйылдылар. «Юшалы» күмәк хужалығының дүрт бригадаһынан да Фуат менән утығып үҫкән егеттәр бар. Ҡунаҡбайҙан 110 саҡырым алыҫлыҡта ятҡан Мейәскә ике көн буйы ҡылтыраған, һәр ат арбаһына дүрт-биш центнер ашлыҡ тейәп алып барған, ҡайтышлай төрлө хужалыҡ кәрәк-ярағы, кәрәсин алып ҡайтҡан, бөтә юл ғазабын бергә татыған малайҙар. Бер-береһен күреп, күрештеләр, ҡыуаныштылар.
Яйыҡ башынан алынғандарҙың барыһын Туңғатарҙа тупланылар. Бында дүрт-биш егеткә бер егеүле ат һәм оҙатыусы беркеттеләр. Таныш ылау, инде әрме юлынан Мейәс ҡалаһына барып еттеләр. Тимер юл станцияһынан йыраҡ түгел ташландыҡ баракта урынлаштырҙылар. Ни табыла, шуны түшәп, өшөп, кейенгән килеш иҙәндә йоҡлап, аҙна буйы яттылар, нишләргә белмәй зарығышып бөттөләр. Фуат ата-инәһе хәстәрләгән, һарыҡ йөнөнән һуғылып, кейеҙләп баҫылған туҡыманан тегелгән тула сәкмәндең йылыһын, ҡәҙерен бында нығыраҡ тойҙо.
Ниһайәт, сафтарға теҙеп, белешеп, ете һәм унан юғары синыф бөткән алтмышлаған егетте һайлап, вагондарға ултырттылар. Бөтәһенең дә телендә тынғы бирмәгән бер һорау:
— Беҙҙе ҡайҙа алып баралар икән?..
— Тамуҡҡа түгел, ҡурҡмағыҙ, — тине әйҙәүсе көлөп. — Ни бары офицерҙар әҙерләүсе училищеға.
— Ҡайҙа ул училище?
— Бына, әй, һеҙгә барыһын да белергә кәрәк. Барғас күрерһегеҙ...
Яйыҡ йорт егеттәренә исеме ятыраҡ тойолған Быҙаулыҡ тигән ҡаласыҡҡа килеп төштөләр.
— Быҙаулыҡ... Ҡалай ирмәк исем! Бәлки, был яҡта Һыйырлыҡ та барҙыр әле.
— Нимәһе ирмәк? — тине Туңғатарҙан олораҡ йәштәге бер сая егет. — Хәйбулла яҡтарында Таналыҡ йылғаһы ла бар. Наҙанлығығыҙҙы күрһәтмәгеҙ, белмәгәнегеҙҙе һөйләп тормағыҙ!
Ятырға бойорҙолар. Фуат бүҫкәрә биргән тоғон баш аҫтына һалып, шундуҡ күҙҙәрен йомдо. «Подъем!» тип ҡаты ҡысҡырыуға тертләп уянды. Ах, шайтан!.. Төндә тоғон бысаҡ менән телгәндәр, бер нәмәне ҡалдырмай сәлдергәндәр. Был урындағыларҙың ғына эшелер, моғайын, сөнки юлдан килгәндәр арып-талып, барыһы ла үлек һымаҡ йоҡоға талғайны. Ярай әле иртәнән үк ашханаға йөрөтә башланылар.
Хәрбиҙәр килеүселәрҙе төркөмләп әңгәмәләшергә саҡырта башланы. Инеп сыҡҡандар төрлө һорауҙар биреп, белем кимәлдәрен, русса белеү-белмәүҙәрен тикшереүҙәрен әйтте. Әлбиттә, ауыл егеттәре йүнләп русса белмәй. Етмәһә, килгәндә поезд тәгәрмәстәре шаҡылдауы ҡолаҡтарын томалаған. Фуаттың да башы һаман шаулап тора. Һынау тоталамы, юҡмы инде?.. Сикәләре ағарған оло ғына офицер бик һынсыл ҡарап:
— Когда образована Рабоче-крестьянская Красная Армия? — тине.
Егет яуап ҡайтарманы. Аптырап ҡарап тик торҙо.
— Тогда скажи мне, кто есть Семен Михайлович Буденный?..
Хәрби кейемдәге олпат кешеләр алдында ҡаушап, Фуат алйып ҡалды, бөтөнләй хәтерен юйҙы. Аңра һарыҡ шикелле, һорауҙарының мәғәнәһен төшөнмәй «а-а-а?» тип торғас, уны сығарып ебәрҙеләр. «Туң, наҙан» тигәндәрҙер инде. Ҡайһылай оят, ғәрлек!.. Алтмыш егеттең егермеһен генә училищеға алдылар.
Яҙмыштан уҙмыш юҡ, тип ҡалғандарға үҙ-ара уфтанышырға ғына ҡалды. Уфылдашҡандарҙы шундуҡ Быҙаулыҡтан да ебәрмәнеләр, дүрт-биш саҡырымдағы йылға буйы әрәмәлегенән яғыулыҡ өсөн ҡороған ағас, ботаҡ-сатаҡ ташырға ҡуштылар. Фуаттың аяғындағы сарығы туҙҙы, сылғауы күренә, сәкмәне йыртыла башланы. Башҡалар ҙа өтәләгән әтәскә оҡшап ҡалды. Бер-береһенә ҡарашып, ирештерешкән, мәрәкәләшкән булалар:
— Әфисәрҙәрме тиһәм, меҫкендәрсе...
— Беҙ, йолҡоштар, телһеҙ байғоштар сыбыҡ-сабыҡ ташырға ғына эшкинәбеҙ шул.
Кемдер төшөнкөлөккә бирелеп, өләсәһенән отҡан бәйетте әйтеп ебәрҙе:
Тыуған ерҙән айырылып,
Йөрөүҙәр бәлә икән,
Ошо һуғыш арҡаһында
Күрәсәктәр бар икән...
Бер буранлы төндә уятып, сафҡа теҙеп, атлатып та, йүгертеп тә ҙур ғына ауылға алып барҙылар. Иҫке мәктәп йортонда урынлаштырҙылар. Һалдат кейеме кейҙерҙеләр, отделение, взводтарға бүлделәр. «Йолҡош»тар күҙ алдында танымаҫлыҡ һомғол егеттәргә әүерелде лә ҡуйҙы. Һуғыш ҡоралдары тоттороп, улар менән ҡайһылай эш итергә өйрәтә башлағастары, кәйефтәре тағы ла күтәрелде. Погондар ҡайтанан булдырылып, хәрби дәрәжәләрҙең ни икәнен дә төшөндөрҙөләр. Ашау ғына шәптән түгел. Юҡ-юҡта ауылға сыҡһалар, ҡатындар бәрәңге, икмәк, һөт, ҡатыҡ биргеләй.
* * *
1943 йылдың апрелендә йәш һалдаттарҙы ниңәлер Алкиндағы хәрби лагерға ебәрҙеләр. Бер ротаға иҫәпләнгән, ер өҫтөнән аҙыраҡ ҡына ҡалҡып торған бәләкәй тәҙрәле еүеш ер өйгә килтереп индерҙеләр. Ярты йыл ошонда тоттолар. Йомро ағастан балта менән ярып, арлы-бирле ҡоролған өс ҡатлы һикеләр — ял итеү, йоҡлау урыны. Бында ла ҡытлыҡ, егеттәрҙең эсендә бүреләр олой. Бирелгән шәкәрҙе йәшереп йыйып, лагерҙан сыҡҡанда бәрәңге йәймәһенә алмаштырып алғылайҙар. Барыбер күҙҙәр ҙә, ҡарындар ҙа ас. Ҡайнатылмаған мамыҡ майы эсеп, эстәре китеп үлгән һалдаттар тураһында һөйләйҙәр. Әле ҡан ҡатыш эсе киткәс, Вәкил исемле егетте ҡайтарып ебәргәйнеләр. Үлеп ҡалыуын ишетеп: «Нимес менән алышҡа ла барып етә алманы, эй-й, меҫкенкәй», — тип бик йәлләнеләр. Һәйбәт егет ине.
Асҡаҡлау ниндәй генә хәлгә төшөрмәй, яфаға ҡалдырмай. Ашханаға Фуат менән бәрәңге әрсергә барғанда Миңлеғәле һиҙҙермәй генә өс йөҙ грамм самаһы сей ит алған, сәйнәгән-сәйнәгән, ашай алмаған. Ташлаһа булған да бит... Кеҫәһендә бер-ике көн йөрөгәс, ит һаҫый башлаған. Һиҙеп ҡалғандар. Киске тикшереү мәлендә Миңлеғәлене батальон алдына сығарып баҫтырҙылар. Муйынына фанер таҡта, уның өҫтөнә һөрһөгән итте элгәндәр. Егет башын эйгән, бөршәйгән. «Бирән! Уғры! Һәптән бур!» — тип мәсхәрәләнеләр. Төнөн аҫылынырға маташҡанында иптәштәре саҡ ҡотҡарып алып ҡалды уны. Һалдаттар үҙҙәренсә әсенде:
— Этте ашатҡан һымаҡ та ашатмайҙар, ә мыҫҡылларға беләләр.
— Һуғыш тактикаһын да өйрәтмәйҙәр, өйрәтерлек офицерҙары ла юҡ...
Һуҡыр рәүештә хәрби тәрбиә ысулы, аңһыҙ рәүештә муштралау бик көслө ине был ваҡытта Алкин лагерында.
Һәр йома һайын берәр-икешәр мәртәбә һигеҙ-ун саҡырымдағы урманға әйҙәйҙәр. Бында казарма төҙөү өсөн имән ҡырҡып, өс-дүрт һалдат бер ағас күтәреп килтерә. Ә иртәләрен физзарядка урынына биш саҡырым араға, тимер юл разъезынан кирбес килтерергә йүгерәләр. Йәнә утын яралар, арманһыҙ булып арыйҙар.
Бер көн рота гарнизон буйынса дежурға китте, Фуаттарҙың отделениеһы казармала ҡалды. Ефрейтор Киселев подъемдан бер сәғәт алда Фуатты бик ҡаты төрткөсләп, бәргесләп, торғоҙмаҡсы итте. Тартҡылашҡанда, үҙе лә теләмәҫтән, ефрейторға аяғы менән эләктерҙе. Ул өсөнсө ҡат һикенән иҙәнгә йығылып төштө. Нәҡ шул ваҡытта часть дежуры лейтенант Аверьянов килеп сығып, Фуатты һикенән һөйрәп төшөрҙө лә, боғаҙынан матҡып тотоп, йә стенаға бәрә, йә һикегә ҡуша һуға башланы. Фуат уның күҙҙәре аларып, ҡып-ҡыҙыл булғанын күрҙе.
— Атам, сволочь! — Лейтенант, ҡотороп, кобураһын һәрмәне.
Фуат иһә, ҡото алынып, иҫенән яҙҙы.
— Туҡта! Туҡта! Тыныслан! — тип старшина ярһыған офицерҙың ҡулынан пистолетын ҡайырып алды.
Фуатты ун көнгә гауптвахтаға ябып ҡуйҙылар. Ул шул хәлгә ҡалғанына ифрат та ныҡ көйәләнде. Дуҫы Дәүләтбай: «Ябылып тороу — бер һынау ғына ул. Юҡҡа борсолма, Иҙел кисмәҫ — ир булмаҫ», — тип ҡайғыһын уртаҡлашты. Һигеҙ йыл хәрби хеҙмәттә йөрөү дәүерендә был уның тәүге һәм һуңғы язаһы булды. Дәүләтбай иһә башҡаларға ҡарағанда аҡыллыраҡ, иплерәк, йыйнағыраҡ, шуға ла Фуат уны туғанындай яҡын күрә.
Тора-бара яу ҡоралдары менән таныштырҙылар, пулеметсы, минометсы, элемтәсе, артиллерист, сапер һөнәрҙәренә өйрәттеләр. Егеттәр һалдат тормошона тамам күнегеп, ҡоралдарын күҙҙәрен йомоп һүтеп-йыйыу оҫталығына өлгәште. Ошолай йәй үтеп, октябрь аҙаҡтарына кесе сержант звание биргәс, Өфө эргәһендәге осоавиахим лагерында өс аҙна самаһы күнекмәләр үттеләр.
* * *
— Һеҙҙең тылдағы һалдат хеҙмәте тамамланды. Етер икмәк серетеп ятыу! Инде — фронтҡа, яуға! — тине командирҙар.
Бер эшелон тейәлеп, илдән айырылып, киттеләр белмәгән-күрмәгән ерҙәргә. Туҡтауһыҙ барҙылар. Әҙәм ҡырылған ҡара яу ҡырҙарына ла яҡынлаштылар. Украина еренә, Днепр буйына килеп еттеләр.
Ноябрь айы аҙағы. Алыҫта тоноҡ ҡына гөрһөлдәгән тауыштар ишетелеп ҡала. Артабан — йәйәү. Ике тәүлеккә аҙыҡ бирҙеләр. Дәүләтбай: «Һуғыш хәлен белеп булмай, дуҫ, кәрәге тейер», — тип баҡсала тороп ҡалған, туңырға өлгөрмәгән бәрәңге-сөгөлдөрҙәрҙе аҫылмалы тоҡтарға тултыртты. Дәртле генә атлайҙар. Ныҡ ҡына ҡар яуҙы, епшеп ята. Гөрһөлдәүҙәр асығыраҡ ишетелә, төндәрен ҡыҙғылт яҡты булып тора. Арҡаларҙағы ауыр тоҡтар хәлде бөтөрә. Ҡырҡ саҡырымлап барғас, Фуат иптәшенә инәлә башланы:
— Атларлыҡ та рәт ҡалманы, ташлайыҡ бәрәңгеләрҙе...
— Аҙыҡтың ауырлығы юҡ. — Түҙ!
— Шулайҙыр ҙа... Әммә, ысынлап та, хәлем ҡалманы.
Иң элек сөгөлдөрҙәрен ырғытты. Бара-бара, аҙ-аҙлап, бәрәңгеләрен дә төшөрөп ҡалдыра торғас, тоғо яртылайға бушаны һәм еңеләйҙе. Ике тәүлеккә бирелгән ризыҡ та бөттө.
Арып-талып бер украин ауылына, артиллерия батареялары урынлашҡан ергә етеп туҡтанылар. Дәүләтбай артиллеристарҙан ярты буханка икмәк һорап алды, уларға алмашҡа сөгөлдөрмө, бәрәңгеме бирҙе. Тамаҡ ялғап, асығыуҙарын баҫтылар. Саман йорт һымаҡ балсыҡтан һалынған, һалам менән ябылған өйҙәр ышығында ултырып, серем итеп тә алдылар. Кисен аш, йөҙәр грамм араҡы өләштеләр. Бығаса араҡының нимә икәнен белмәгәс, ауыҙға ла алмағас, Фуат та, Дәүләтбай ҙа эсмәне. Һуңынан да татып та ҡараманылар. Шул саҡ ер һелкенгәндәй, донъя ҡуҙғалғандай булды, тирә-йүнде ҡып-ҡыҙыл ут солғаны. Кемдер яр һалып ҡысҡырҙы:
— Ахырызаман!.. Тамуҡ!..
Ултырған урындарынан ергә йығылдылар, котелоктарҙан аштар түгелде. Мәхшәр баҫылғас, ҡурҡып, алан-йолан ҡаранып ҡына баштарын ҡалҡыттылар. Бөтәһе лә иҫән, бер кем дә йәһәннәмгә осмаған. Бары уларҙан йөҙ метр арттараҡ «катюшалар» залп биргән икән. Фронтҡа барып кереүҙәре, тәүге һынау үтеүҙәре бына шулай мәрәкәле булды.
Иртәгәһенә барыһын да сафтарға теҙҙеләр. Офицерҙар батальондар туплай башланы. Дәүләтбайҙы ла сығарып баҫтырҙылар. Фуат, иптәшемдән айырылам инде, тип, аптырап тора ине, тәүәккәл дуҫы ымлап, уны үҙ янына саҡырҙы. Йылт итеп йәнәшенә килеп торғас, афарин, айырылманыҡ, йәнә бергәбеҙ, тигәндәй, ҡулын ҡыҫты.
Нығытмалар һыҙатына килгәндә лә, төндә лә атыштар тынманы. Уларға ҡарап, дошман туҡтауһыҙ ата төҫлө тойолдо. Шуға ла баштарын ҡалҡытып ҡарарға ла ҡыйманылар. Артиллериянан утҡа тотҡандан һуң, немецтар танктары һәм йәйәүле ғәскәре менән һөжүм яһаны. Оборона тотҡан, бығаса күпте күргән яугирҙар һис кенә лә ҡаушап ҡалманы: туптарҙан снаряд осорҙо, пулеметтарҙан пуля сәсте. Уң фланг һөҙәк ине. Ошо юҫыҡта «аждаһа» оборонаны өҙҙө, әммә йән аямай ҡаршы тороуҙан алға бара алмай туҡтап ҡалды. Бер кем дә артҡа сигенмәне.
Рота командиры Фуат менән Дәүләтбайҙы 82 миллиметрлы миномет расчетына тәүҙә мина ташыусы, шунан яһаусы итеп тәғәйенләне. Артабан баллистиканы өйрәтеп, тоҫҡаусы итеп ҡуйҙылар. Егеттәр аңламағандарын ныҡышып һорашып, яңы һөнәрҙәрен бөтә нескәлектәренә тиклем төшөнөргә, үҙҙәрен мәргән итеп танытырға тырышты.
Һалдаттар туҡтауһыҙ окоптар, траншеялар ҡаҙый. Мөмкин ҡәҙәр ергә нығыраҡ ҡаҙынып, снаряд, мина ярсыҡтарынан, пуляларҙан ышыҡланалар. Тик Украина ерендә ҡышын окоп ҡаҙыу ғәйәт ауыр. Кәйлә, көрәк ни тиклем осло, үткер булмаһын, ҡара көрән үҙле балсыҡ шәкәр киҫәгенән дә ҙурыраҡ сыҡмай, соҡой торғас, үҙеңдең йәнең сыға яҙа. Өҫтәүенә ҡар ҡатыш ямғыр яуа. Һыуланған шинелдәр туңа, кейгеһеҙ була. Шуға ла ололар икешәр шинель йөрөтә.
Декабрь аҙағында һәм яңы йыл башында һөжүм итешеүҙәр булманы. Шулай ҙа алыҫҡа атыусы туптар көнөнә бер сәғәткә яҡын атыша. Беҙҙең «ильюша»лар килеп сығып, дошман өҫтөнә бомбалар бырағыта. Төндәрен күкте ракеталар балҡыта, яҡтыртҡыс пулялар үлем көҫәп оса. Оборонала торһалар ҙа, юҡ-юҡта яраланыусылар, үлеүселәр булып тора. Ай ярым эсендә ротала һигеҙ кеше яраланды, өс кеше үлде. Йәл, бик йәл, әлбиттә, тик торғанда яуҙаштарҙың баҡыйлыҡҡа китеүе.
Яу серен яу белмәҫ, тигәндәй, ваҡыты һуҡмайынса, һөжүм көнөн, сәғәтен белмәнеләр. Ниһайәт, әйттеләр. Башланды алыш, көс һынаш. Тәүге биш көндә ул һөҙөмтәле генә барһа ла, артабан аҡрынайҙы. Йылытты. Юлдар — йәбешеп торған ҡуйы батҡаҡ, аяҡтарҙы һурып алып булмай. Һуғыш кәрәк-яраҡтары, артиллерия артта ҡалды. Фуат менән Дәүләтбай, лысма тиргә төшөп, миналарҙы йөкмәп ташый.
Таң алдынан батальон тимер юл станцияһына яҡынлашты. Йөҙләгән немец автомашинаһы батҡаҡлы юлдан үтә алмай, хәрәкәтһеҙ ҡалған. «Әһә, баттығыҙмы, дуңғыҙҙар! Беҙҙең юлдар батҡыл ул», — тип Дәүләтбай ныҡ ҡоһорланды. Китте атыш. Фуат дүрт «пәрей»ҙе дөмөктөрҙө. Әммә... Әммә... «Атыш кәрәкме, алыш кәрәкме?» — тип үкергән дейеүҙәй, бронепоезд пәйҙә булып, ут бөрктө. Уның артынса, төтөн шаршауы ҡуйып, немецтар атакаға ташланды. Роталар сигенде.
Был хәлдән ғәрләнеп, командирҙар бойороҡ артынан бойороҡ яуҙырҙы:
— Вперед! Только вперед!
— За Сталина!
— За Родину!..
Һынылыш яһап, айбарланған егеттәр Ингулец йылғаһы буйындағы район үҙәгенә яҡынлашты. Көтмәгәндә немец танктары һырттан килеп сығып, дәһшәтле, һәләкәтле ялҡынға күмде. Шаулы көс, утлы өйөрмә донъяның аҫтын өҫкә әйләндерҙе. Кемдер һуңғы һулышын ала, кемдер иңрәй... Юғалтыу хәтһеҙ. Ярай әле ҡыҙыл йондоҙло танктар күренде...
Икенсе көндө туҙҙырылған полк ҡайтанан бәрелешкә әҙер хәлгә килтерелде. Ул, тереһыу йотҡандай, ғәййәрләнеп, район үҙәген штурм менән алды. Фуат минометтан тура тоҫҡап атып, тиҫтәнән ашыу «ғифрит»те тамуҡҡа оҙатты.
«Катюша»лар дошман өҫтөндә ҡойон уйната, алыша-тартыша торғас, дошмандың ҡаршы тороусанлығы кәмене. Ул сигенә, беҙҙең ғәскәр эҙәрләй. Ауыл ситендә автоматтарҙан атышҡан мәлдә Фуаттың һул яҡ ҡабырғаһын нимәлер өтөп алды. Ҡараһа, фуфайкаһының мамығы теткеләнгән, ҡан килә. Санитарҙар санбатҡа алып китте. Шартлағыс пуля ҡабырғаһын һындырған. Айҙан ашыу дауаланып ятты. Арыу булғас, үҙенең хәрби часын ҡыуып етте. Инде 1944 йылдың май айы тыуғайны.
* * *
Полк Днестр йылғаһының уң яғында Тирасполь ҡалаһынан төньяҡтағы һуғыш ҡырында урын биләне. Был урын — бик мөһим, Румынияға һикереү өсөн трамплин! Шуға ла немецтар бер-нисә дивизия, танктар менән ябырыла, самолеттары боҙло ямғырҙай бомба ҡоя. Тәүге көндө дүрт тапҡыр ырғылыуҙары таш ҡаяға бәрелеп ҡаҡсыған һымаҡ булды. Иртәгәһенә тағы ла ҙурыраҡ өйөр ажарланып өҫкә ташланды һәм алдағы линияны өҙөп, ажғырып нығытмаларға яҡынлашты.
Беҙҙең минометтарҙың тауышы һис тынманы, Фуат осорған миналар ҙа һыҙғырышып осоп, шартлап, өйөрҙө һирәкләндерҙе. Әммә ҡалғандары ныҡ ҡына яҡынайғас, миномет менән эш итеү ҡыйынлашты. Фуат яраланған сержанттың танкка ата торған ҡоралын йәһәт кенә алып, тоҫҡап, немецтың үҙйөрөшлө орудиеһын сафтан сығарҙы. Икенселәр пушкаларҙан снарядтар тондорҙо. Танктары яна, яна... Яйы сығып, Фуат, Дәүләтбай, йәнә күрше расчеттар тура прицел менән мина яуҙырырға тотондо. Немецтар сыҙаманы, сигенде. Быны күреп, полк атакаға күтәрелде. Минометсылар ҙа «урра!» ҡысҡырып, алға ынтылды. Әүәлге позиция яуланды. Днестр плацдармында немецтарҙың ун бишләгән ҡоторонҡо һөжүмен кире ҡағыуҙа күрһәткән ҡыйыулығы өсөн Фуат Әсәҙуллин III дәрәжә Дан ордены менән наградланды.
Бер ниндәй алыш, атыш, йән ҡыйыш булмағандай, ҡояш йылмая, арҡаларҙы йылыта. Бейектә, йыһанда — тыныс, ер йөҙөндә генә — һәләкәтле, үлемесле ҡыйралыш. Иң юғары аҡыл көсөнә эйә йән эйәләре, әҙәми зат, ниңә ваҡыты-ваҡыты менән әҙәм аҡтығына, асыуы үә үсе күп дейеү пәрейҙәренә әйләнә, яһиллыҡ ҡыла икән?.. 18 май көндө йәшел сирәмгә ятып, сәстәре уҡмашҡан, өҫтәре ҡатҡан ике дуҫ, Фуат менән Дәүләтбай, ошо хаҡта уйланды. Төнөн уларҙы алмаштырырға яңы көс килде.
Тылға сығып, ләззәтләнеп мунса керҙеләр, май япрағы менән танһыҡтары ҡанғансы сабындылар, йәйге кейемдәр кейҙеләр. Июнь уртаһына хәтлем ял иттеләр, туйғансы йоҡланылар, өйҙәренә оҙон-оҙон хаттар яҙҙылар. Был көндәр йәннәттәй тойолдо. Шундай рәхәт, шундай хөрриәт!.. Күкрәктәренә орден-миҙалдар таҡҡан һөлөктәй егеттәрен күрһә, ауылдарының иң һылыу ҡыҙҙары ла һушын юйыр ине, моғайын. Хыялда булһа ла тыуған яҡтарына ҡайтып урағандай хис иттеләр үҙҙәрен...
Тәндәренә ҡөҙрәт ҡайтарған, һулыштарын иркенәйткән Молдавияның тылсымлы төйәге менән 16 июндә хушлаштылар. Вагондарға тейәнеп, дүрт көн барып, Төньяҡ Украинаның Сарны станцияһына килеп төштөләр. Бында, урманлы-һаҙлыҡлы ерҙәрҙә һуғыш алымдарын өйрәтеп, тактик күнегеүҙәр үткәрҙеләр.
Илбаҫар һис кенә лә тынмай, һаман ҡаныға, һөжүм итә. Йыртҡыс өйөрө, ҡан көҫәп, үҙ ил-йортон һаҡлаусыларҙы ҡорбан ҡылырға, ботарлап ташларға ырғыла. Уның бер төркөмөн аңдып, Фуат, Дәүләтбайҙар Көнбайыш Буг йүнәлешендә ҡурғауылда тора. Йәмле июль көндәрендә самолеттары шыҡыйып тапҡыр уларға ҡарай осоп килә лә ҡап-ҡара бомбалар ырғыта. Бомба тоноҡ ҡына һыҙғырып өҫтөңә килгәндә бик ҡурҡыныс. Береһе яҡында ярылып, Фуатты ла балсыҡ менән күмде. Шөкөр, иҫән әле, иҫән...
Әммә әжәл эргәлә генә эҙләнеп йөрөй. Фуаттың алдында баҫып торған һалдат, һушынан яҙғандай, ҡапыл уға һөйәлде. Ҡараһа, осраҡлы пуля нәҡ маңлайына тейгән. Бахыр шундуҡ йән бирҙе. Бындай хәлдәр һирәкләп булып тора, һөжүмгә бармаған саҡта ла һалдаттар ҡазаға тарый. Әллә һаҡһыҙлыҡ, әллә күрәсәк... Арала төрлө әҙәм бар: аҡыллыһы, аҡылһыҙы, һармағы; ауырлыҡҡа, яраланыуға сыҙағаны, сыҙамағаны... Берәүҙең беләгенең йомшаҡ ерен саҡ ҡына ярсыҡ һыйпап үтте. Шуға ла ах та ух килеп, тылға тайҙы. Шул уҡ сәғәттә ярсыҡ Фуаттың да уң ботоноң итен өҙөп алды. Ләкин ул түҙҙе, яуҙаштарынан айырылманы. Ә яраһы егерме көн тирәһендә төҙәлде. Ауылда йыраусылар: «Һөйләгән дә ғәләм, ай, һөйләһен, тәҡдир етмәй, әҙәм үләме?» — тип йырлай торғайны. Фуат быға ышанып та ҡуя, ниндәйҙер илаһи көс уны ҡурсалай кеүек.
Дошман менән уларҙы айырып торған аралағы ерҙә үҫеп ултырған бәрәңге күренә. Иҫке ауыҙға яңы аш, тигәндәй, шул тиклем яңы бәрәңге ашағыһы килә. Взвод командирынан рөхсәт һорап, Фуат шул тирәгә шыуышты. Йөҙтүбән килеш биҙрәнән ашыу бәрәңге йыйҙы ла тоҡҡа, емерелеп бөткән траншеяға төштө. Алдында немец снарядының ялтырап торған еҙ гильзаһы ята. Капсюле юҡ, өс тишеге генә йылтырап тора. Ниндәй шайтан ҡотортҡандыр, соҡорҙан сыға биреп, гильзаны күҙенә ҡуйып, өс тишек аша немецтар яғын күҙәтә башланы. Ҡулында күҙәтеү торбаһы, йәнәһе. Шул саҡ тегеләр снаряд яуҙырырға тотонмаһынмы?! Тирә-йүндә өҙлөкһөҙ шартлау, соҡолмаған урын ҡалмағандыр... Күрәһең, гильза ҡояшта ялтырап, немецтар уны күҙәтеүсе тип уйлаған. Ҡырҡ килограмлыҡ снаряд өҫтөнә, йәиһә йәнәшенә төшөп шартлаһа, иптәштәре һөйәк-һаяҡтарын да тапмаҫ, ошо соҡор уның ҡәбере булыр ине. Ҡомһоу тупраҡҡа күмелгән көйө байтаҡ ятты Фуат. Бәрәңге ҡайғыһы китте. Ергә һырығып, һырышып, аҡрын ғына, шым ғына үҙенекеләргә табан шылышты. Траншеяға килеп төшкәс, яуҙаштары уның тере ҡалыуына бер килке ышанмай торҙо:
— Анауындай ҡойондан һуң һине вафаттыр тип, амин әйткәйнек инде.
— Тыуғанда уҡ бәхетең менән тыуғанһыңдыр ул?!
— Бер үҙеңә немецтың күпме снарядын әрәм иттерҙең, афарин!..
* * *
Иртән иртүк, ике сәғәтлек артиллерия утынан һуң, дивизия ғәййәрләнеп, ташҡын һымаҡ күтәрелеп, дошмандың оборона һыҙығын өҙҙө. Бындай көслө ынтылышты көтмәгән немецтар тәртипһеҙ рәүештә сигенде. Ике көндән Көнбайыш Буг йылғаһын кисеп сыҡтылар. Фуатҡа ул Байрамғол эргәһенән аҡҡан Яйыҡ ҙурлыҡтай ғына тойолдо. Ҡыҙыл ғәскәр, ужар сәсеп, көн һайын утыҙ-ҡырҡ, бөтәһе дүрт йөҙ саҡырым юл үтеп, Вислаға яҡынлашты. Инде еңеү ҡомары менән сәмләнгәндәрҙе ошо ҙур йылғаның аръяғына үткәрмәү өсөн немецтар теше-тырнағы менән ҡаршылашты. Шуға ҡарамаҫтан, автоматсылар Висла аша сығып, плацдарм яулауға һәм уны киңәйтеүгә, хатта бер ауылды алыуға өлгәште. Төнөн башҡалар, минометсылар ҙа Висланың арғы ярына аяҡ баҫып, теге ауылға барып урынлашты.
Ауыл бик ҙур, оҙонса, халҡы ҡасып бөткән. Эргәлә генә түбәһе ялпаҡ яланғас тау. Таң менән ошо тау башынан һис көтмәгәндә әллә нисә батарея, эре калибрлы пулемет тура төҙәп атырға тотондо. Шул уҡ мәлдә унлап танк өйҙәрҙе емереп-ҡырып, донъя туҙҙырып, кисәңге батырҙарға ябырылды. Улар ауылды ҡалдырып, Висла яғына сигенде. Ығы-зығы, шау-шыу... Йылғаға ҡарай бер генә юл, ә ике яғы ла — һөрөлгән ер. Ямғырҙан һуң тубыҡтан батҡаҡ, батҡыл. Ғәскәр юлға килеп тығылды. Пулеметтар пуля яуҙыра, танктар терәп тиерлек ата, «мессер»ҙар түбәндән генә осоп, бомба ҡоя. Юл мәйет менән ҡапланды. Ыңғырашыу, ялбарыу,ҡысҡырыу, аҡырыу, ирешеү, һүгенеү — бөтәһе бергә буталды.
Ошолай булалыр, күрәһең, йәндәрҙе язалай торған йәһәннәм, тамуҡ уты... Вислаға етергә бер-нисә йөҙ метр ҡалғас, штаб офицерҙары, полковниктар, майорҙар сигенеүселәрҙе пистолеттарын тоҫҡап, өҫкә атып, яман аҡырып ҡаршыланы:
— Ни шагу назад!
— Противостоять!..
Әмәл юҡ, боролдолар, ҡаршы торҙолар. Авиация, артиллерия ярҙамға ашыҡты, миналар һыҙғырып осто. Һөжүм баҫыла төштө. Дивизияның яртыһынан күбеһе ҡырылған. Фуаттарҙың ротаһындағы илле бер һалдаттың ун бере генә иҫән ҡалған. Йән тетрәткес юғалтыу!.. Был инде һиҙгерлекте юйған, тик еңеүгә генә ышанған штаб офицерҙарының, дивизия һәм полк разведкаларының үҙ бурыстарын аныҡ үтәмәүенең үтә лә аяныслы күренеше ине. Ошо мәхшәр ҡойон эсендә Фуат менән Дәүләтбай ҡалай ғына иҫән ҡалғандыр, ҡотолғоһоҙ үлемдән уларҙы кем ярлыҡағандыр, ниндәй мөғжизә аралағандыр?.. Ике дуҫ иҫтәре китеп, телһеҙ ҡалып, бер-береһенә ҡарап торҙо ла, күҙҙәренән йәш атылып, ҡосаҡлашты.
Висла өҫтөндә «ҡоҙғон»дар ҡомһоҙланып үлем көҫәһә лә, йәнфарман алышҡа ашығыусылар түңкәрелһәләр, батһалар ҙа, дивизия яңы көс менән тулыланды. Асыуҙары ҡабарған яугирҙарҙың нәфрәттәре «аждаһа»ларға алмас ҡылыс булып ялтланы, уҡ булып ҡаҙалды, плацдарм фронт буйынса егерме, тәрәнлеккә ун-ун биш саҡырымға киңәйҙе, ҙурайҙы. Әлбиттә, утта көйрәп, баштары өҙөлә барған «дейеү» тағы ла яһилланды. Китте ҡәһәр орош. Ғазраилдар ҡыҫырыҡларға маташып, көнөнә дүртәр-бишәр тапҡыр өҫкә ташлана, мәгәр ҡанһырап ауа, сигенә. Фуат: «Дәүләтбай, мәрхүм яуҙаштарҙың ҡонон алайыҡ, рухтарын ризалайыҡ!» — тип мина осорҙо ла осорҙо, яуыздарҙы байтаҡ ҡына ҡорбан ҡылды. Күп юғалтыуҙарға дусар булып, ниһайәт, тындылар.
Ҡыҙыл ғәскәр башҡаса алға ынтылмаһын өсөн немецтар нығытмалар, ДОТ, ДЗОТ-тар ҡорҙо, танктар үтә алмаҫлыҡ йырындар ҡаҙыны, һөжүм юлдарын сәнскеле тимер сыбыҡ менән сырманы, миналар менән тултырҙы, ашамлыҡтарҙы һәм эсәр һыуҙарҙы ағыуланы... Үҙҙәренсә Висланан Одерғаса араны үтә алмаҫлыҡ рубежға әйләндерҙе. Мәгәр дошмандың аҫтыртынлығын, мәкерлеген төшөнөп, юғары командование нығытылған һыҙатты тәүҙә авиация, артиллерия, «катюша»лар, танктар менән йырҙыртып, ғәйәт дәһшәтле көс ҡулланды.
Фуат, Дәүләтбай инде мең ҡыйынлыҡты бергә кисергән яуҙаштары менән Польшаның Варта йылғаһы буйына етеп туҡтаны. Егерме һигеҙенсе февраль көнө уны аша сығыу бурысы ҡуйылды. Был урында Вартаның ярҙары бейек, текә, ағымы көслө. Өҫтәүенә, туҡтауһыҙ киҫәк-киҫәк боҙ аға. Бер ярҙан икенсе ярға арҡан тартылды. Ялғашҡа ултырып, арҡанға тотоноп, Фуат та йөҙә башланы. Йөгө лә етерлек: карабин, патрондар, ун туғыҙ килограмлыҡ көбәк, ике тәүлеклек аҙыҡ. Иҫкәрмәҫтән боҙ киҫәге килеп һуғылды ла ялғашты ағыҙып алып китте. Бәхетенә күрә, арҡан ҡултыҡ аҫтына тура килде. Уға аҫылынып, муйынынан һыуға сумып тороп ҡалды. Һыу үтә лә һыуыҡ, үҙәккә үтә. Бер ҡулын арҡан буйлап шыуҙырып, алға ынтылды. Икенсе ҡулда көбәк, уны һис кенә лә төшөрөп ебәрергә ярамай. Хәле бөтһә лә, үҙен дарманландырҙы: «Бирешмә, егет, бирешмә, һине атаң-инәң, йәшәлмәгән тормош көтә!» Аҙапланып, ғазапланып, көс-хәл менән ярға сыҡты. Взвод командиры Бедритский: «Молодец!» — тип флягаһынан ауыҙына спирт ҡойҙо. Сәсәй-сәсәй эсте, әммә донъя шундуҡ томаланып, уның күҙ алдынан юғалды. Дәүләтбай: «Он раньше никогда водку не пил, поэтому сразу опьянел», — тип, яуҙаштары менән уны поляктарҙың мамыҡ юрғанына урап, йөн яҫтығын түшәп, повозкаға һалды. Бер нәмә белмәй күпме ятҡандыр, дуҫының: «Фуат! Фуат!» — тигәненә уянып, бер нәмә булмағандай килеп торҙо.
* * *
Одер йылғаһына яҡынлашҡан һайын немецтар йәнәсыҡҡа ҡаршылыҡ күрһәтте, үлем күбәйҙе. Яу зәһәрен татыған ир-уҙамандар, үс-нәфрәттәре йәшендәй йәшнәп, ҡан даръяһы түккән дошманға ҡан ялатты. Висла аръяғындағы ҡырылышты күреп ҡәһәтләнгән танкистар тимер табанлы «айғыр»ҙарында дошман тулы ауылға йәнфарман барып кергән. Тегеләр иҫ-һуш алырға ла өлгөрмәгән. Ауылдың тирә-яғы, тыҡрыҡтар тулы ҡара ҡандары йәйелгән немец һалдаттарының мәйеттәре. Бигерәк тә оло урам уларҙың кәүҙәләре — ит йәйм
әләре менән түшәлгән. Ҡурҡыныс та, ифрат имәнес тә ине был күренеш. Фуат менән Дәүләтбай уҡшып, оҙаҡ ҡына күңелдәре болғанып йөрөнө. Вислала уларҙың дивизияһының ҡот осҡос ҡырылыу ҡоно ҡайтарылғайны.
Яйыҡ йорт егеттәре лә, Одерҙы кисеп, фельдмаршал Паулюстың имениеһына барып сыҡты. Кирбестән һалынған ат һарайының ҙур ҡапҡаһын асып кереп, уңайлыраҡ урын һайлап урынлаштылар. Артиллерия һәм танктар йылғаның теге яғынан сығып өлгөрмәгәндән файҙаланып, немец танктары текәп атырға тотондо. Көн уртаһында береһе бик яҡын килеп, һарайҙың стенаһын иләк кеүек тишкеләп бөттө. Бер снаряд-болванка эргәлә торған ике аттың арт һандарын, янбаштарын туҙҙыра һуғып, икенсе стенаны тишеп сығып осто. Ат ҡунып, егеп, һыбай йөрөп үҫкән егеттәр, арғымаҡтарҙы үҙҙәренекеләй йәлләп, болоҡһоно. Ниндәй һомғол малҡайҙар әрәм... Улар ҙа — һуғыш ҡорбаны!
Көс өҫтәлеп, биләгән майҙан ҙурайҙы. Әйтеүҙәренсә, Берлинға тиклем һикһән саҡырым ғына ара ҡалған. Көнө-төнө атыш, һөжүм. Америка, Бөйөк Британия ғәскәрҙәре немецтарҙың башҡалаһына яҡынлаша, тиҙәр. Оло һалдаттар, бигерәк тә офицерҙар борсола:
— Беҙ нишләйбеҙ, егеттәр?.. Һуғыштыҡ, һуғыштыҡ та, инде Берлинды уларға бирәбеҙме!?.
Ниһайәт, егерме дүрт сәғәт эсендә Берлинға инеү тураһында Жуковтың ҡәтғи бойороғо булды. Ун алтынсы апрель төнөндө, әйтерһең, бөтә ергә ут ҡапты. Бихисап прожектор, автомашина, танк фаралары немецтарҙың күҙен сағылдырҙы. Һауала ут өйөрмәһе хасил итеп, У-2 самолеттары фосфор ҡоя. Туптар, «катюша»лар атыуы, танктар, самолеттар геүләүе бергә ҡушылып, ҡолаҡ тондорғос тауыш барлыҡҡа килде, донъя тамуҡҡа әйләнгәндәй тойолдо. Туптарҙан, минометтарҙан атыу өсөн команда биреү юҡ, булһа ла тауыш ишетелмәй. Шуға ла Фуат менән Дәүләтбай ҙа, башҡа минометсылар ҙа билдәле ваҡыттан һуң, прицелды үҙгәртә биреп һәм зарядты арттыра барып, ата. Шау-шыуҙа мина атылып сыҡтымы-юҡмы икәнен белеү өсөн терәк плитаға баҫып торалар. Атылһа, плитала тибеү, һелкенеү һиҙелә. Фуат ярты сәғәт эсендә немец өҫтөнә илле мина осорҙо.
Ут яуһа ла, һуңғы көндәре еткәнен тойһа ла, дошман йәнтәслим ҡаршы тора. Көндөҙ ни бары биш-алты саҡырым ғына һынылыш яһалды. Ергә ҡаҙынған танктарҙы, ДОТ-тарҙы юҡ итеүе, ай-һай, ауыр. Әммә ҡаһарманлыҡ артынан ҡаһарманлыҡ ҡылып, алға ынтылыу дауам итте. Ун етенсе апрелдә танк корпусы фронтты өҙөп, Зеелов ҡалҡыулығына сыҡты. Кискә табан ул ҡыйыу йөрәкле яуҙаштар ҡарамағында ине.
Һуғыш аҙағы яҡынлашҡанғамы, рота командиры капитан Хлопочков һис тә һаҡланмай башланы. Минән пуля ла, мина ла яҙа оса, тип уйлаймы икән?.. Атаһы Фуатҡа һуғышта һаҡланыу зарурлығы, мин-минләнмәү тураһында ҡат-ҡат туҡығайны. Тәкәбберҙәр, именлеген уйламағандар тик торғанда ла бер һүҙ әйтә алмай йән биргеләй. Фуат ярты метр тәрәнлектәге окопта ултыра, ә капитан өс-дүрт метр ситтәрәк үҫкән ағас эргәһендә биноклдән күҙәтә ине. Шул саҡ немец танкыһынан атылған снаряд нәҡ башына тейҙе, баш һөйәге ярсығы сәсрәп, Фуаттың окобына килеп төштө. Йөрәге дерелдәп, ныҡ аптырап, күҙҙәре шарҙай булып, егет инәһе кеүек көрһөнөп: «Эй Илаһым!» — тип ҡуйҙы.
Хлопочков урынына шул уҡ көндө рота командиры итеп өлкән лейтенантты тәғәйенләнеләр. Госпиталдән генә сыҡҡан, бик йәш, төҫкә матур, тап-таҙа кейемдә. Капитандың мәғәнәһеҙ үлеменән ул да һабаҡ алманы. Немец яғына аяғөҫтө ҡарап торғанында, ҙур снаряд ярсығы уның да башын өҙҙө. Бығаса ҡаты яраланған һалдаттарҙың ыңғырашыуы, үлә алмай ятып ҡысҡырыуҙары, атып китеүҙе үтенеүҙәре инде күнегелгән ғәҙәти хәл кеүек ине. Мәгәр ниңәлер ике офицерҙың үтә лә аяныслы үлеме гелән Фуаттың күҙ алдына килде лә торҙо. Шул саҡ, күңелен шом биләп, был йән ҡыйғыс һуғыш ҡотто алырлыҡ яман дәһшәт, пәрей, өрәк, нәғәләт-ләғнәт, ун ике башлы дейеү һымаҡ күренде.
Йөрәк әрнеткес юғалтыуҙар менән хәрәкәтләнеп, бер урындан икенсе урынға күсеп, ялан ергә килеп сыҡтылар. Алда, һул яҡтараҡ урманлыҡ күренә. Көндөҙгө ун икеләр тирәһендә йөҙләгән немец һалдаты окоптарынан сығып, урманға ҡарай шыла башланы. Фуат йәһәт кенә алыҫлыҡты тоҫмаллап, бер ниндәй команда көтмәйенсә, тегеләрҙе ярсыҡлы миналар менән ҡойондорорға кереште. Йәнәштәге расчеттар ҙа ут асты. Өрәк заттары урманға инеп йәшеренергә өлгөрмәне, егермеләгәне, ҡулдарын күтәреп, әсир төштө. Саялығы, тәүәккәллеге, мәргәнлеге өсөн Фуаттың II дәрәжә Дан орденына лайыҡ икәнен әйттеләр.
Яуҙаштары менән бергә, йән аямай алыша-алыша, Берлин урамдарына ла барып керҙеләр. Танктар алдан тегеләй ҙә былай туҡтауһыҙ атып бара. Немецтар тәҙрәләрҙән дә, өй баштарынан да пуля яуҙыра. Танктарға ҡаршы фаустпатрон ҡулланып, кумулятив граната елгәрәләр. Уларҙан ҡотолоу өсөн имен урында туҡтап, тимер рәшәткәләр йәбештереп, дошманды өңөндә дөмбәҫләнеләр. Урамдар кирбес, бетон ватыҡтары, мәйеттәр менән тулды. Һәр йорт тиерлек яулап алынды. Ҡарт-ҡоро, бала-саға подвалдарға йәшеренгән, йәш ҡатын-ҡыҙ американдар яғына ҡасҡан. Беренсе майҙан икенсе майға ҡараған төндө атыштар кәмегәндән кәмене һәм иртәнге ундарҙа бөтөнләй тынды.
— Берлин бирелде, немец баш һалды! Урра! Урра! — тигән шатлыҡлы ауаздар яңғыраны.
Ҡыуаныстан ҡосаҡлаштылар, ҡотлаштылар, хатта ки илаштылар... Оло һалдаттар, офицерҙар спирт эсеп иҫерҙе. Әсир төшкән Берлин гарнизоны автоматсылар ҡамауында кискә ҡәҙәр урамдар буйлап ағылды. Иртәгәһенә Фуат менән Дәүләтбай Рейхстагты ҡарарға барҙы. Башында ҡыҙыл байраҡ елберҙәүе күңелдәрендә әйтеп бирә алмаҫлыҡ ғорурлыҡ уятты. Йыраҡ та түгел ҙур ресторан булған. Үтә затлы йыһаздар ҡыйралған, иҙән тулы көҙгө, люстра ватыҡтары... Рейхстаг тирәләй йөрөнөләр. Бер урында немецтарҙың яу-һуғыш ҡоралдары тау кеүек өйөлөп ята.
— Уларҙы ҡабаттан ил баҫыу, талау, кеше үлтереү өсөн ҡулланмаһындар инде, Хоҙайым үҙе һаҡлаһын инде, — тине Дәүләтбай етдиләнеп.
— Эйе, дуҫҡайым, мәрхәмәтһеҙ ҙә, аяуһыҙ ҙа, фажиғәле лә шул һуғыш, ҡан ҡойош! Күпме әҙәм түҙмәҫлек ғазап сиктек, михнәт йоттоҡ, йән тетрәткес яфа, көсөргәнеш кисерҙек.
— Үлем сигендә, үлемдән бер аҙымда торҙоҡ, түҙҙек, сыҙаныҡ...
— Шулай... Беҙ, ике ябай ауыл егете, ватандаштарыбыҙ менән илбаҫарҙарҙы илебеҙҙән ҡыуҙыҡ, Берлин тиклем Берлинды алдыҡ, күкрәктәребеҙгә орден-миҙалдар таҡтыҡ!..
Ике дуҫ, әл дә бергә булдыҡ, айырылышманыҡ тип, бер үк мәлдә уйлап, ҡолас йәйеп ҡосаҡлашты. Ун ете ай һуғыш өйөрмәһендә йөрөп, иҫән ҡалыуҙарына, Еңеү көнөн күреү бәхетенә ирешеүҙәренә сикһеҙ шат ине улар...