Повесть
1
Поезд һелкенеп ҡуйҙы, шунан, ҡуҙғалырғамы-юҡмы тип икеләнгәндәй тора бирҙе лә, ниһайәт, запас юлдан Өфө вокзалының перронына табан тәгәрләне. Уның иң һуңғы вагонында ун туғыҙ йәшлек Шәүрә тигән ҡыҙ ашыға-ашыға алһыу йомшаҡ таҫтамалға һөртөндө лә ҡалаҡ һөйәктәре сосайып сығып торған ҡаҡса тәненә хаки төҫөндәге күлдәк менән юбка кейеп алды. Был хәрби күлдәкте ул ҡышҡыһын Мәскәүгә барғанында Калинин проспектындағы ике ҡатлы ҙур «Военторг» магазинында һатып алғайны. Ул бында Ҡыҙыл майҙанды эҙләп йөрөгәндә аҙашып барып сыҡты. Метрола «Ленин исемендәге китапхана» туҡталышынан ҡапма-ҡаршы яҡҡа киткән дә барған. Универмагтың бормалы баҫҡыстары, алтын ялатылған барельефтар, йөҙөм тәлгәштәре рәүешендәге мөһабәт гәлсәр люстралар – уның быға тиклем шул тиклем зиннәтте бер ерҙә лә күргәне юҡ ине. Хатта ҡайһы берҙә самаһыҙыраҡ булып киткән был байлыҡ уны хайран итте, һушын алды. Бындай урында берәй нәмә һатып алмайынса сығыу үкенес булыр ине. Тик һәр ерҙә лә хәрбиҙәр өсөн генә кейем-һалым һатыла. Аптырап йөрөй торғас, Шәүрә ошо офицерҙар күлдәген һатып алды. Ул сағында нимәгә алғанын, ҡайҙа кейерен үҙе лә белмәй ине: оҡшаған өсөн генә тәүәккәлләгәйне. Әмәлгә күрә, күлдәктең кәрәге бик тиҙ тейҙе. Ул Башҡорт дәүләт университеты студенттары проводниктар отрядының формаһы өсөн бына тигән булып сыҡты. Ә юбканы әсәһенең олоғара шкафында әллә нисәмә йыл буйы ятҡан тауарҙан оҙонлоғон тубыҡтан түбәнерәк итеп ҡыҙ үҙе текте. Кешенең тубығы йомро ғына булырға тейеш тип иҫәпләй Шәүрә. Был уйынан һис кем уны кире дүндерә алмаҫ. Шуға күрә ослайып торған тубыҡтарынан ныҡ ояла, уларҙы күҙгә салынмаҫлыҡ итеп ҡаплап ҡуйырға тырыша. Тик был юлы артыҡ тырышып ташлаған, күрәһең: перрондан вагон баҫҡысына күтәрелгәндә итәкте бер аҙ ҡалҡытырға тура килә. Бындай саҡта Шәүрә һәр саҡ ҡыҙарып китә лә, инде әллә нисәнсе тапҡыр, үҙен эстән генә әрләп ала. Ә бына аяғындағы резина ҡатаһы уның ысын мәғәнәһендә ғорурлығы. Үткән йәйҙән алып Өфөлә ифрат модалы булып һаналған был аяҡ кейемен «һабын һауыты» тип йөрөтәләр. Шәүрә уны быйыл йәй башында «Өфө» универмагында әллә нисә сәғәт буйы сиратта тороп һатып алды.
Шәүрә рейсҡа студенттар отрядының һалдаттарҙыҡына оҡшаған формаһы ялҡытып киткәндә кейергә алмашҡа ситса күлдәк ала. Ул ике яҡтан да кеҫәле, еңдәре күбәләк ҡанаты кеүек. Күк сәскәләр төшкән аҡ күлдәкте кейеп алһаң, рәхәтлектең сиге юҡ. Тик быны бик һирәкләп, төндә генә кейештерәһең. Тәртип икән – тәртип, форманы һаҡламай булмай.
Шәүрә һәр кейеменең тарихын хәтерендә һаҡлай. Был матур күлдәген ул өләсәһе ҙур һандығынан алып бүләк иткән тауарҙан тегеп кейҙе. Тауарға ҡушып ун һум да биргәйне өләсәһе. Бигерәк изге күңелле, йомарт йәнле кеше инде ул. Ҡыҙыҡай уны күлдәген кейгән һайын һағынып хәтергә ала. Ул да үҙенең ете тау, ете урман аръяғындағы ауылында, ыҡсым ғына өйөнөң тәҙрәһенән ҡарай-ҡарай, ейәнсәрен көтә торғандыр.
Шәүрә вагонды йыуып сығарырға, өҫтәлдәрҙе һөртөргә, тәҙрәләргә пәрҙәләр элергә өлгөргәйне инде. Хәҙер Ташкент тарафтарына юлға сығырҙан алда башҡа кәрәк-яраҡты ла әҙерләй һалырға кәрәк. Иң мөһиме – таш күмер брикеттары тейәлгән арбанан, ул үтеп барған арала ырғып сыға һалып, мөмкин тиклем күберәк яғыулыҡ алып ҡалыу. Ҡайһы берҙә түшәк кәрәк-яраҡтары һалып тегелгән тоҡсайҙар тейәлгән арба менән күмерле арба бер юлы үтә. Был ваҡытта инде ауыҙ асып торҙоңмо – бөттөң. Ярай әле, бельелы тоҡтарҙы эшселәр вагон тәңгәленә ырғытып ҡалдыра. Тик улар перронда оҙаҡ ятырға тейеш түгел. Шуға күрә лә Шәүрә үтә яшыҡ кәүҙәһен үҙе өсөн ауырыраҡ булған был физик эшкә старт һыҙығына баҫҡан спортсы кеүек әҙерләй. Шундай мәлдәрҙә йыш ҡына башына: «Был тиклемде күтәреп, мин аҙаҡтан бала таба алырмынмы һуң?» – тигән уй ҙа килеп ҡуя. Тик йәш ваҡытта кем сәләмәтлеге хаҡында артыҡ уйлап тора инде. Ғүмер тигәнеңдең иге-сиге юҡ, шуға күрә бөтәһенә лә өлгөрөргә мөмкинһең кеүек тойола.
Өфө вокзалында, һәр ваҡыттағыса, яңы ғына бешеп сыҡҡан ваҡ бәлеш һәм ҡыҙҙырылған көнбағыш еҫе аңҡый. Халыҡ мыжғып тора.
Бына «Өфө – Ташкент» поезы ла юлға сығырға әҙер. Инде күмер ҙә етерлек булды, хатта иң эҫе көндәрҙә лә һаҙлыҡ еҫе аңҡытып торған еүешерәк простынялар һалынған тоҡсайҙар ҙа купела ята.
Шәүрә үҙе менән бик ҡәнәғәт: күмерҙе етерлек алды, ашыҡ-бошоҡ булһа ла һындырғылап, титан янындағы йәшниккә тултырып та ҡуйҙы. Юл алыҫ, ҡайнаған һыу гел генә кәрәк. Уларға бит икһеҙ-сикһеҙ ҡыу дала һәм ҡом сүллектәре аша тын алғыһыҙ эҫелә бик оҙаҡ барырға тура киләсәк. Дөйә көтөүе кеүек сайҡала-сайҡала, өтөп барған ҡояш аҫтынан әҙәм әҫәре, күҙ эленерлек ағас, ҡыуаҡ йәки торлаҡ булмаған бушлыҡтан барған саҡта берҙән-бер күңел йыуанысы – ул сәй. Бындай саҡтарҙа ваҡыт бөтөнләй туҡтап ҡалған һәм поезд да бер урында сайҡалып торғандай күренә. Һәм бөтөн шартына килтереп, тәм ләп сәй эсеү генә тормоштоң һаман да нисек тейеш шулай дауам иткәненә дәлил булып күренә.
Шәүрәнең икмәкле ҡалаға беренсе генә барыуы түгел. Шуға күрә Өфө халҡының был шифалы эсемлекте ни тиклем яратҡанын яҡшы белә. Титан шыжлар һәм үҙенең бирән ҡорһағына иртәнән кискә тиклем бер туҡтауһыҙ күмер ырғытҡанды талап итер. Сәй эсеүҙән барыһы ла ҡәнәғәт ҡалыр. Оҙон юлда рәхәтләнеп һыуһын ҡандырған пассажирҙар ҙа, сәйлек баҡырҙар кеҫәһен ярайһы ғына ҡалынайтҡан студентка ла. Бер ҡараһаң, алты тин күп тә түгел. Әммә урап ҡайтыуға ҡәҙимге аҡса йыйыла. Бында иң мөһиме – сәйҙе дөрөҫ бешереү.
Шәүрәнең даланы бар: тәүге рейста ул ысын проводник ҡатын менән бергә эшләне. Аня сәстәрен перекись менән яндырып һарғайтҡан, йөҙөнә йылдар тәрән эҙҙәр һалған ҡырҡ йәштәр тирәһендәге ҡатын ине. Гүзәл заттың матурлығына юлдар шулай аяуһыҙҙырмы, ул ныҡ ҡына таушалғайны. Шулай ҙа Шәүрәгә үҙенә «апай» тип әйтергә рөхсәт итмәне. «Әсәйең йәшендә булһам да, Аня тип кенә йөрөт», – тине.
Уңды Шәүрә. Аня уны нишләп шул тиклем оҡшатҡандыр, билдәһеҙ. Бәлки, үҙенең балаһы булмағанлыҡтан, кемделер ҡурсалау теләге уянып киткәндер. Шаяртып һәм яратып, уны «батша ҡыҙы Будур» тип кенә йөрөттө. Ысынлап та, Шәүрә ҡайһы яғы менәндер «Аладдиндың тылсымлы шәме» тигән әкиәт-фильмда уйнаған актрисаға оҡшағайны. Етмәһә, үҙе бик зирәк. Шуға күрә Аня үҙенең ажарлы проводник ҡатындан хәстәрлекле кәңәшсе-тәрбиәсегә әйләнгәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Хатта үҙе лә аптыраны. Шулай итеп, рейстан урап ҡайтҡансы Шәүрә был һөнәрҙең бик күп серҙәренә эйә ине инде. Улар араһында «контролерҙарға эләкмәй генә нисек билетһыҙ пассажирҙарҙы алырға» кеүек өҫтәлмә табыш эшләү юлдары ла, титандың быуында картуф бешереү кеүек тамаҡҡа әҙерләү дәрестәре лә бар ине. «Ялҡауланмаһаң, сәй менән дә яҡшы ғына килем алып була», – тип өйрәтә торғайны Аня. Сәйҙе ҙур цинк сәйнүктә көнөнә бер нисә тапҡыр бешерәһең. Ҡатыраҡ сыҡһын өсөн саҡ ҡына аш содаһы өҫтәп ебәрәһең. Шәүрә үҙенә Аняныҡы кеүек ике кеҫәле алъяпҡыс та тегеп алды. Уң кеҫәгә көмөш, һул кеҫәгә баҡыр тинлектәрҙе һала. Һумлыҡтар шунда уҡ түш кеҫәгә инеп ята. Ситтән ҡарап торған кешегә ҡулына эҫе сәйле стакандар тотҡан ҡыҙға ваҡ аҡса һанап тороу бик мәшәҡәтле кеүек күренә. Шуға ла йыш ҡына: «Ярар, ҡалғанын биреп торма!» – тиҙәр. Шәүрәгә тап шул ғына кәрәк тә инде.
Шулай итеп, ҡыҙ хәҙер һәр рейс һайын арыу-талыуһыҙ сәй өләшә. Эске ярыш тойғоһо дәрт биреп торғанда, алыҫ юл да, мәшәҡәтле эш тә еңелерәк кеүек. Ә ҡыҙ һәр рейс һайын бәләкәс кенә булһа ла рекорд ҡуя, йәғни өҫтәлмә килеме саҡ ҡына булһа ла арта бара. Был иһә тормошҡа үҙенә бер мәғәнә өҫтәп ебәргән һымаҡ. Матди хәленең яҡшыра барыуы ла күңелде йылытып тора.
Отрядҡа ул әхирәте Әлиә менән бергә яҙылғайны. Тик уның атаһы менән әсәһе ҡыҙҙарының был теләгенә теше-тырнағы менән ҡаршы төштө. «Ҙур ҡалала былай ҙа ҡыҙ баланы хәүеф аҙым һайын һағалап тора. Инде яҙмышыңды тәгәрмәстәр өҫтөндә һынамаһаң да була. Тимер юлда эшләү ҡыҙ кеше өсөн үҙ башыңа үҙең бәлә эҙләп йөрөү менән бер», – тип, мең һүҙгә барып еттеләр. Хатта Шәүрәне лә был ниәтенән кире һүрергә тырышып ҡаранылар. Әммә ул аҡса эшләү мөмкинлегенән баш тартырға йыйынмай ине. Студенттар отрядында айына ике йөҙ илле һум эшләргә була. Премиялар менән өҫтәлмә табышты ла ҡушһаң, байтаҡ булып китә.
Унан Шәүрә кешеләрҙең яҡшылығына ышана һәм үҙенең донъялағы иң ғәҙел илдә – Советтар Союзында йәшәүе менән ғорурлана, Латин Америкаһындағы һәм Африкалағы үҙҙәренең азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәшергә мәжбүр булған халыҡтарҙы ул ихлас ҡыҙғана. Бер йылды атаһы менән әсәһе, әмәлен табып, уны халыҡ-ара пионерҙар лагерына ебәргәйне. Шунда йөҙҙәре төндөң үҙенән дә ҡарараҡ, ә устары, көтөлмәгәнсә, алһыу ғына балалар – сит илдән килгән дуҫтар бик күмәк ине. Улар ниндәйҙер аңлашылмаған һүҙҙәр һамаҡлап, йоҙроҡтарын күккә сөйә һәм бөтөн майҙан улар артынан ҡабатлай: «Эл пебло, унито, хаманто равен сито». Был һүҙҙәрҙе пионерҙар бер-береһенең йыр дәфтәренән ошолай кириллица менән күсереп алды һәм, лагерҙа кемде генә хатта төн уртаһында уятып һораһаң да, Азатлыҡ утрауында ирек өсөн көрәшеүселәрҙең ялҡынлы девизын тотлоҡмай әйтеп бирер ине. Был тылсымлы һүҙҙәрҙең «бергә саҡта беҙҙе еңеп булмай» тигәнде аңлатҡанын барыһы ла белә ине. Тик тәржемәлә улар Азатлыҡ утрауының үҙенән килгән революционерҙарҙың телмәрендәге кеүек ышандырғыс һәм еңеүле яңғырамай.
Шулай итеп, Шәүрә – идеологик йәһәттән ярайһы ғына сынығыу алған кеше. Ә инде тарих факультетында алған белеме уның донъя тураһындағы ҡараш тарының дөрөҫлөгөн тағы ла нығыраҡ раҫлай. Сөнки ул уҡытыусылары һөйләгәндәргә лә, үҙе уҡығандарға ла ысын күңеленән ышана.
Хәйер, ата-әсәһе әпәүләп кенә торған Әлиәнән айырмалы рәүештә, Шәүрә ғаиләлә, балаларҙың иң өлкәне һәм аҡыллыһы булараҡ, үҙе терәк ине. Юҡҡамы ни ул университетта конкурс иң юғары булған тарих факультетына уҡырға үҙ көсө менән барып инде. Ә бынан, тырышлығың һәм аныҡ маҡсатың булғанда, партия эшенә тура юл илтә. Ул саҡта иһә, быға Шәүрәнең иманы камил, уның үҙ фатиры ла, шәп вазифаһы ла, водителе менән машинаһы ла, һәм, әлбиттә, яҡшы ире менән аҡыллы, тыңлаусан балалары ла буласаҡ. Тик ҡыҙ хыялында ире менән балаларының йөҙөн күҙ алдына килтерә алмай. Водителде – етди сырайына бер ни тиклем арыу һыҙаты сыҡҡан өлкән йәштәрҙәге һәйбәт кешене – айырым-асыҡ күрә. Ә бына башҡаларҙың ҡиәфәте үҙе ванна бүлмәһендә ҡыҙыл ут яҡтыһында эшләгән фотоларҙағы кеүек тоноҡ.
Бына шул күңелен йылытып торған хыялындағы киләсәкте яҡынайтыу өсөн уға аҡса кәрәк. Өфөлә ҡышын бик һалҡын. Ә уның беренсе курста тәүге ике айлыҡ стипендияһына алған пальтоһының йүнле йылыһы юҡ. «Балалар донъяһы» магазинында алған итеген артабан да кейеп йөрөү иһә бөтөнләй оят. Ҡыҫҡаһы, Өфө тип аталған гүзәл ҡалала йәшәү өсөн һәр ваҡыт матур булырға кәрәк. Ленин урамында бер көн эсендә әллә күпме танышыңды осратаһың. Өҫтәүенә, Шәүрә театр ярата. Өфөлә улар бер нисәү: башҡорт һәм рус драма театрҙары, Йәш тамашасы театры, ә иң үҙенсәлеклеһе, әлбиттә, Опера һәм балет театры. Унда Рудольф Нуриев сәхнәгә тәүләп аяҡ баҫҡан, ул ғына ла түгел, Шаляпин йырлаған. Уйҙырма донъяның тылсымына сумһаң, үҙ тормошоң да сағыу һәм мауыҡтырғысыраҡ күренә. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, матур булыу талап ителгән урындар күп – Өфө затлы һәм уңыш ҡаҙанған ҡыҙҙарҙы ярата. Унда йәшәү ҙур ләззәт кенә түгел, оло хеҙмәт тә. Шул уҡ ваҡытта ғаиләңдең абруйы тураһында ла оноторға ярамай. Ғәжәп, бында барыһы ла бер-береһе тураһында белеп тора. Әсәһе гел генә тылҡый: миллионлы булһа ла, бында бөтә нәмә күҙ алдында. Бөтә яңылыштарың һәм хаталарыңды энә күҙәүенән үткәрәләр. Уңыштарың һәм осоштарың да шулай уҡ күҙ уңында. «Өфө бер нәмәне лә ғәфү итмәй. Әммә уны яратҡандарҙы һәм арымай-талмай эшләгәндәрҙе күтәрә лә, хөрмәтләй ҙә белә», – ти атаһы.
Шәүрә вагонды тағы ла бер тапҡыр ҡарап сыҡты. Барыһы ла тәртиптә кеүек. Тығыҙ итеп төрөлгән матрастар – өсөнсө ҡаттағы һәндерәлә, мендәрҙәр – икенсеһендә. Тәҙрәләрҙә ап-аҡ пәрҙәләр елберҙәй.
Пассажирҙар булмаған саҡта вагон ялтлап тора ла бит. Һауа ла саф, боҙола башлаған колбасаның, ҡаҡланған балыҡтың «хуш еҫтәре» лә әлегә танауҙы ҡытыҡламай. Тик хәҙер йүгерешеп килеп инәләр ҙә, әйберҙәрен урынлаштырыу менән, ғүмерҙәре буйына поезға ултырып туйғансы ашарға хыялланған кеүек, тығынырға тотоналар инде.
Бына диктор «Өфө – Ташкент» поезын иғлан итте. Шәүрә тағы бер тапҡыр өҫ-башын һыйпаштырып, сәсен рәтләне лә вагондың ишеген асып, шығырҙаҡ баҫҡыстан перронға төшөп баҫты. Үзбәкстан тарафтарына атлыҡҡан ғәм халыҡ күптән инде вагон тәңгәлендә өймәкләшкән. Улар шул тиклем күп, хатта Шәүрәгә вокзалдағы бөтә кеше тап уның вагоны эргәһенә йыйылғандай тойолдо. Ҡапыл барыһына ла эҫе Ташкентҡа барырға, бының өсөн тиҙерәк ултыра һалырға ла олоғара сумаҙандарҙы тыҡшыра башларға кәрәк булған. Тик бында Шәүрәнең хужа икәнлеге, билеттарын тикшермәйенсә бер кемде лә эскә индермәйәсәге береһенең дә башына килмәй, ахыры. Әммә ҡыҙыҡай асыҡ ауыҙҙарҙан түгел, юҡҡа өмөтләнмәһендәр.
Бала-сағаның илашыуы, бисә-сәсәнең ҡысҡырышыуы, ирҙәрҙең бурылдауы – Өфө вокзалындағы йәйге ығы-зығыға Шәүрә күнеккәйне инде. Барыһынан да алда вагонға инергә маташыусыларҙың ялбарыуы ла күңелен йомшарта алмай хәҙер. Ул эшен үҙенә өйрәтелгән ҡағиҙәләргә таянып башҡара. Барыһы ла ваҡытында инер, урынлашыр, ғәҙәттәгесә, был йүнәлештә багаж ҡуйырға урын етмәйенсә ыҙғыш булып алыр. Тик ҡыҙ пассажирҙар үҙ-ара хәл итә ала торған мәсьәләләргә ҡыҫылмаҫҡа тырыша. Бәләкәй түгелдәр, аңлашырҙар. Әлегә уның өсөн иң мөһиме: вагонына шул йүнәлештә барасаҡ кешеләр генә ултырырға тейеш. Юғиһә күҙҙәренә аҡ-ҡара күренмәй инәләр ҙә, эш үткәс: «Яңылыш ултырғанбыҙ, ярҙам итегеҙ», – тип инәлергә тотоналар.
Ниһайәт, барыһы ла ултырышты. Поезд яй ғына ҡуҙғалып китте. Ҡыҫҡа ғына толомдарын һелкетеп вагон күтәрмәһендә баҫып торған Шәүрә ямғырға еүешләнгән перрондың алыҫлашҡанына моңһоу ҡарап хушлашты. Әйтерһең дә, Өфө вокзалы менән бергә баш ҡаланың ғәжәйеп тормошо ла тороп ҡала. Шәүрәгә яратҡан ҡалаһына ҡабат ҡайтҡанға тиклем байтаҡ юл үтергә тура киләсәк. Киске Өфө һәр ваҡыт һоҡланғыс, миллиондарса уттарын емелдәтеп, ул гел генә үҙенең матур кейенгән һөйкөмлө кешеләре йөрөгән киң урамдарына саҡыра. Поезд ҡуҙғалыу менән үк Шәүрәнең шаулы проспекттағы ҡарт ағастар араһында ултырған өйөнә ҡайтҡыһы килә башланы.
Ташкентҡа сәфәр был юлы ла еңел булманы. Ни өсөндөр ошо йүнәлеш студенттар отрядына ышанып тапшырылған рейстар араһында иң ауыры һанала. Отрядта күберәге ҡыҙҙар. Егеттәрҙе, уларға вагонды тәртиптә тотоуы ҡыйын, алыҫ юлда спиртлы эсемлектәр менән шаярыуҙары ла ихтимал, тип был эшкә алмаҫҡа тырышалар. Дөрөҫ эшләйҙәр. Ә ҡыҙҙар халҡы әрһеҙ ҙә, егәрле лә, улар йөкмәтелгән ышанысты аҡлар өсөн йәнтәслим тырышып эшләй.
Отрядта Шәүрәнән башҡалар филология факультетынан. Бөтәһе лә икешәрләп, сменалап эшләй. Әлиәгә ышанған Шәүрә генә яңғыҙ. Тәүге рейсҡа ғына Аня менән барҙы ла йәй буйы бер үҙе. Арый инде, тик нишләйһең. Уның ҡарауы, аҡсаһы күберәк, уға бер ярым ставка түләйҙәр. Нишләп ярым, ошоноһон ул аңлап етмәй етеүен – әйтерһең дә, ярты кеше була.
Эшен нисек тә еңеләйтер өсөн Шәүрә төрлө яңылыҡтар уйлап таба. Бына әле лә «Башҡорт дәүләт университеты студенттары отряды. Проводник – тарих факультеты студенткаһы Шәүрә Вәлиева» тигән яҙыу эргәһенә иң кәрәкле дарыуҙарҙың барлығы тураһында белдереү яҙып элде. Дарыуҙар бушлай бирелә. Эҫелә бала-саға йышыраҡ эс китеүҙән йонсой. Пассажирҙар һау-сәләмәт булһа, проводникка ла мәшәҡәт аҙыраҡ тип, Шәүрә һәр үтенесте ихлас үтәй.
Вагонды таҙа тотоу мәсьәләһендә лә Шәүрәгә профессиональ проводниктарға ғына билдәле булған алымды ҡулланыу ярҙам итә. Таҙалыҡты тәьмин итеү алымдарын да, өҫтәлмә табыш алыу серҙәрен дә Шәүрә башҡалар менән уртаҡлашмай. Ҡайҙан беләһең, йә отрядтың талапсан командиры Фәйрүзәгә еткереп ҡуйырҙар. Ә инде поезд начальнигының үҙенә барып ишетелһә, бөттө баш, ҡалды муйын һерәйеп, тиерһең. Ул саҡта Шәүрәне премиянан мәхрүм итеү генә түгел, отрядтан ҡыуып сығарыуҙары бик ихтимал.
Ҡыҙ шым ғына пассажирҙарҙы күҙәтергә һәм кемдең кем икәнен фаразларға ярата. Ҡайһы ваҡыт дөрөҫ уйлағанмы-юҡмы икәнен белергә форсат та сығып ҡуя. Кемдәрҙер Үзбәкстанға эш буйынса бара, кемдәргәлер докторҙар климат алмаштырырға кәңәш иткән. Ташкентта ҡоро булғанлыҡтан, астма менән ауырығандарға унда тын алыуы еңелерәк. Үткән юлы уның вагонында Фатих тигән урта йәштәрҙәге ағай барғайны. Тыуған яғында тыны быуылып йонсоғанға Урта Азияға юлланырға мәжбүр булған. Ҡасандыр бергә хеҙмәт иткән һәм Ташкентта төпләнгән дуҫына төбәп барыуы.
– Оҡшаһа, тороп та ҡалырмын, бәлки, – тигәйне ул. – Ҡатыным менән айырылышҡанбыҙ. Балаларым юҡ. Атам менән әсәмде күптән ерләгәнмен. Яңғыҙ башым. Әлегә ял алдым. Эш, торор урын ҡараштырырмын. Тәүге мәлдә хеҙмәттәштә лә йәшәп торорға була ла, кешегә ауырлығымды һалырға күнекмәгәнмен. Иң мөһиме – сәләмәтлегем яҡшырһын.
Шәүрәнең Ташкентта булғаны бар инде. Ул юлы, эш башлауҙарының тәүге генә айы булғанғамы, ҡыҙҙарҙың береһе лә ҡалаға сығырға баҙнат итмәне. Уға бер үҙенә тәүәккәлләргә тура килде: шампунь дә кәрәк, икенсенән, форсат тейгән икән, нисек инде йырҙарҙа Көнсығыш йондоҙо тип маҡталған ҡаланы күрмәйенсә ҡайтаһың. Иң тәүҙә ул ҡала үҙәгендә урынлашҡан ҙур универмагҡа йүнәлде. Итәге теҙҙәренән саҡ ҡына түбәнерәк төшөп торған аҡ күлдәк, аяғына «һабын һауыты» кейгән, сәстәрен ике ҡыҫҡа толом итеп үргән ҡыҙ Ташкенттың эҫе бөркөп торған урамында, ете ят бер йән эйәһе булып, бөтәһенең дә иғтибарын йәлеп итә. Башҡалар менән сағыштырғанда ап-аҡ күренгән йөҙө лә, ғәҙәт-ҡылығы ла килмешәк икәнен әллә ҡайҙан күрһәтеп тора. Шәүрә бер кемгә лә йылмаймай, үҙен бик етди тоторға тырышты. Универмагтағы һатыусы – башына ялтыр епле ҡыҙыл яулыҡ ябынған, өҫтөнә милли кейем кейгән үзбәк ҡатыны – ни өсөндөр Шәүрәне күрмәмешкә һалышты. Бәлки, ул ысынлап та русса аңламайҙыр, тик Шәүрә лә үзбәксә белмәй ине. Бер нисә тапҡыр өндәшеп ҡарағандан һуң, түҙеп торҙо ла, сабырлығын юйып, башҡортсалап тороп һүгенде лә ебәрҙе: «Эш ниҙә? Миңә шампунь кәрәк», йәнәһе. Тимер юлында эшләү уны түҙемлегенең иң һуңғы сигенә еткәндә норматив булмаған лексиканы ҡулланырға өйрәткәйне. Шуныһы ҡыҙыҡ: уның да, Штирлиц тураһындағы мәшһүр фильмдағы радист ҡыҙ Кэт шикелле, бөтә тыйылған һүҙҙәр иҫенә туған телендә төшә.
Бына әле лә вайымһыҙ үзбәк ҡатыны уны иғтибар менән тыңлай. Әллә ҡайһы арала йыйылып киткән халыҡ та ауыҙын асҡан. Мәрәкә, Шәреҡтә кешеләр, хатта өлкәндәр ҙә, балалар шикелле ҡыҙыҡһыныусан. Берәй ғәҙәттән тыш хәл булһа, бөтөн эштәрен ташлап, донъяларын онотоп, сәғәттәр буйы күҙәтергә әҙерҙәр. Әле лә ҡыҙҙың һүгенеүен, ғәҙәттәгесә, бер ниндәй ғәйепләүһеҙ, хатта ихтыярһыҙ һоҡланыу менән ғәжәпләнеп тыңлайҙар. Ә Шәүрә ауыҙын ябыу менән, тирә-яҡта зыңлап торған тынлыҡ урынлашты. Кешеләр баштарын сайҡай-сайҡай таралыша башланы. Был ҡолаҡҡа яҡмаҫлыҡ йәмһеҙ һүҙҙәр улай уҡ матур ишетелмәҫкә тейеш ине, ә был ҡыҙ уларҙы шулай яңғырата алды.
Һатыусы ҡатын, ҡатырға ҡумтанан бер һауыт шампунь алып, Шәүрәнең алдына ҡуйҙы. «Рәхим итеп алығыҙ», йәнәһе. Шәүрә аҡсаһын түләп, тауарын алды ла сығыу яғына йүнәлде. Сираттағы баш әйләндергес еңеүенә ҡарамаҫтан, нимәлер һатып алыу теләге юҡҡа сыҡҡайны.
Килгән саҡта уҡ юлаусыларҙан Госпиталь баҙарында арзан ғына хаҡҡа көмөш биҙәүестәр алырға мөмкин икәнен, бында емештең дә осһоҙ тороуын һорашып белешкәйне. Ә «Ганг» тип аталған һинд магазинында ниндәй ҙә булһа дефицитҡа юлығыуың мөмкин икән. Шәүрәгә бындай магазиндың Советтар Союзында икәү генә булғаны мәғлүм: береһе – Мәскәүҙә, икенсеһе – бында. Шуға күрә был һирәк мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырғы килмәй, әлбиттә, бәлки, берәй матур кейем алып булыр. Тик көндөң түҙеп торғоһоҙ эҫе булыуы бөтөн теләкте һүндерә. Бындай көндә ят ҡаланың хуш еҫтәрен һулап, тирә-яҡтағы матурлыҡҡа һоҡланып бер маҡсатһыҙ йөрөгө килә. Уның ҡалаға юғарынан, «шайтан тәгәрмәсе»нән ҡарағыһы килеп китте. Өфөлә лә, дуҫтары менән Мәжит Ғафури паркындағы «күҙәтеү тәгәрмәсе»нә ултырып, ҡаланы юғарынан ҡарарға ярата ул.
Шунан ул баҙарға йүнәлде. Данлыҡлы шәреҡ баҙарҙарындағы кеүек үк, бында ла кеше мыжғып тора. Аллы-гөллө кейем, төрлө тел, төрлө лөғәт. Олоғара ҡаҙандарҙа хуш еҫле былау әҙерләйҙәр. Тандырҙа яңы ғына бешеп сыҡҡан ләүәш кеүек, уны ла шунда уҡ һатып алып ашарға мөмкин. Төрлө-төрлө кешеләр, баштарҙы әйләндерерлек тәмле еҫтәр үҙенекен итте: Шәүрә, асыҡҡанын тойоп, ашарға ултырҙы. Бындағы ҡайнап торған тормош әкиәт донъяһы кеүек күренә. Әйтерһең дә, эргәлә генә Ғәли-баба тылсымлы шәмен тотоп йөрөп ята, ә ҡала янындағы Сим-сим мәмерйәһенә ҡырҡ юлбаҫар хисапһыҙ хазиналарын йәшерә. Әммә был донъя, матур һәм мауыҡтырғыс булыуына ҡарамаҫтан, уныҡы түгел. Тирә-яғындағы бығаса күрелмәгән һоҡланғыс сәскәләр күҙҙең яуын ала, тәмле-татлы емештәрҙе татып ҡарағы килә. Тик улар барыһы ла ваҡытлыса ғына ҡыҙыҡ. Ҡояш та бында аяуһыҙ. Ир-ат та сәйер ҡарай. Ҡайһы береһе: «Бында һиңә яңғыҙ йөрөргә ярамай, урлап ҡуйма-һындар», – тип әйтеп китә. Шәүрәнең олатаһы менән өләсәһе йәшәгән ауылда ла ҡыҙ урлау йолаһы бар. Әммә был ят ерҙә буйлы ыштан, һырмалы сапан кейгән сәйер ҡарашлы кешеләрҙең урлау ихтималынан ҡурҡыныс булып китә.
Шулай итеп, Шәүрәгә Ташкент, ни өсөндөр, оҡшаманы. Шуға күрә икенсе сәфәргә ашҡыныуһыҙ ғына сыҡты. Юл ауыр, вагондар иҫке, етмәһә, барып еткәс, ҡалала иркенләп йөрөрлөк түгел. Берҙән-бер мәрәкә – тимер юл йүнәтеп йөрөгән һалдаттарҙы һыуыҡ һыу менән ҡойондороу. Уныһы былай. Ремонт эштәре барған урынға яҡыная башлау менән, машинист тиҙлекте әкренәйтә. Быны абайлап ҡалыу менән ҡыҙҙар вагондарының ишеген аса ла өтөп алған эҫе елгә биттәрен ҡуйып һонола, баш баҫып эшләп йөрөгән егеттәрҙең иғтибарын йәлеп итеү өсөн ҡул болғап ҡысҡырыша башлай. Йәш кенә егеттәр, һындарын турайтып, ҡыҙҙар тулы сәйер составтың яҡынлашҡанын көтә башлай. Егеттәргә был һылыуҙар әллә ҡайҙан алыҫ-алыҫтан тик уларға төбәп килгәндәй тойола, ҡиәфәттәрендә ғорурлыҡ сағыла, ауыҙҙары йырыла. Шул саҡ ҡыҙҙарҙың береһе, ғәҙәттә, иң арттағы вагондан – был мейе ҡайнатырлыҡ эҫе көндә боҙҙай һалҡын тойолған бер биҙрә һыу менән ҡойондороп үтә. Әхирәттәре иһә дала яңғыратып көлөшә.
2
Өфөнән сыҡҡаны бирле сәсенә сал төшкән ҡаҡса ғына кәүҙәле бер егет Шәүрәне эсеңкерәгән ир-аттың бәйләнеүенән, ғауғасыл ҡатын-ҡыҙҙарҙың һөйләнеүенән ипләп кенә ҡурсалап килә. Быны шунда уҡ абайлап ҡалған ҡыҙға, бер яҡтан, бик уңайлы – юҡ-бар хәбәре менән йонсотмай. «Сәй өсөн Ташкентҡа тиклем бер юлы түләп ҡуям», – тип башта уҡ бер һум тоттороуы ла йәтеш булды: башҡаларға үрнәк күрһәтте. Күптәр уға эйәрһә лә, һәр бер стакан өсөн тинлек һанап маҙаға тейгән һыҡмырҙар ҙа етерлек. Әммә Шәүрәнең уларға ҡаршы үҙенең көрәш алымы уйланылған: сәйҙе лә, ҡалған аҡсаны ла килтерергә ашыҡмай. Өҫтәүенә, ун тиндән ҡалған дүрт тинде үткән һайын берәр тинләп ҡайтара-ҡайтара башҡалар алдында һаранлыҡтарын күҙҙәренә төртә. Ниһайәт, иң ҡарун тигәндәре лә һына, ун тинде: «Ҡалғаны кәрәкмәй», – тип тоттора башлайҙар. Ә ярлы студентҡа шул ғына кәрәк тә инде. Ул эске ҡәнәғәтлек менән: «Һаран ике түләй» тигән әйтемде ҡабатлап ҡуя.
Ҡурсалаусының исеме Олуғбәк. Бер ай ваҡытын Өфөлә үткәреп ҡайтып барыуы. Әсәһенә бөтә илгә даны таралған Күҙ ауырыуҙарын дауалау институтында операция яһағандар.
Күреү һәләте кире ҡайтасағына өмөтләндереп алып ҡалғандар. Йонсоған, хафаларҙан йоҡоһон юғалтҡан егет кисерештәрҙән һаман тыныслана алмай. Әммә тәгәрмәстәрҙең тигеҙ генә туҡылдауы уны ысынбарлыҡҡа кире ҡайтара алды шикелле. Юл да, ниһайәт, бер аҙ иркенерәк тын алырға форсат бирҙе. Һуңғы аҙналарҙа булған ваҡиғаларҙы барлап, ул барыһының да шулай уңай ғына килеп торғанына һаман да ышана алмай. Бер генә танышы ла булмаған Башҡортостанға Алланың фатихалы сағында килергә ҡарар иткәндер, моғайын. Гәзиттә институт тураһында уҡыны ла әсәһен шунда алып барырға булғайны. Аҡса йыйҙы, етмәгәнен туғандарынан үтескә алып торҙо, шунан юлға сыҡтылар. Ул хатта институттың адресын да белмәй ине. Бара торған ҡала һы ғына мәғлүм: Өфө.
Әсәһе күҙ нурҙарын юғалтҡан аварияла уның ире – Олуғбәктең атаһы менән ғаиләләге кесе балалар: биш йәшлек һеңлеһе Рано менән ун йәшлек ҡустыһы Шухрат һәләк булғайны. Шулай итеп, егет һуҡырайып ҡалған әсәһе менән генә тороп ҡалды. Бер нисә йыл әсәһе ҡайғынан айный алманы. Яҡында йәшәгән туғандарының береһе уға өй эштәрендә ярҙамлашып, әсәһен ҡарашып йөрөй. Тик егет иң ғәзиз кешеһенең башҡа бер ваҡытта ла яҡты донъяны күрмәүе менән һис кенә лә килешә алманы. Ул бәхетте һынап ҡарарға һәм Аллаһы Тәғәлә менән кешеләр ярҙамында ҡулдан килгәндең барыһын да эшләргә ҡарар итте. Олуғбәкте үтә динсел кеше тип әйтеп булмаһа ла, ул көн һайын, төн һайын әсәһенең тере ҡалғаны өсөн Аллаға шөкөрана ҡыла. Юғиһә егеткә йәшәүҙең бер кәрәге лә булмаҫ ине.
Әсәһе тураһында хәстәрлек күрергә тейеш булыуы Олуғбәккә ҡайғыһын еңергә мәжбүр итте. Институттың ситтән тороп уҡыу бүлексәһенә күсеп, тыуған ҡалаһына ҡайтты, тимер юлға эшсе булып урынлашты. Күпмелер ваҡыттан һуң станцияға кассир булып күсте, институт тамамланы. Автобуста булған бөтә пассажирҙар араһынан бары әсәһе генә тороп ҡалған ул ҡурҡыныс һәләкәттән һуң өс йыл үтеп китте. Һуҡыр ҡалған ҡатындың улына нисек тә ярҙамсы булғыһы, буласаҡ килене менән ейән-ейәнсәрҙәрен күргеһе килә ине, әлбиттә. Шуға күрә улының өгөтөнә күнде. Шулай итеп, улар Өфөгә юлға сыҡтылар.
Төнгө туҡталыштарҙа Олуғбәк һәр ваҡыт Шәүрә эргәһендә була. Өндәшмәҫ үҙе, күҙгә лә ташланып бармай, уның менән ҡыҙыҡ та түгел. Ҡарап торһаң, уны эстән бер һыҙланыу туҡтауһыҙ кимергән һымаҡ күренә. Күҙҙәре төпкә батҡан, арҡаһы көмөрәйә төшкән был егеткә Шәүрә ҡәҙимге тормошта бөтөнләй иғтибар итмәҫ ине, моғайын. Ҡыҙ үҙе, йәшәү – ул уйын һәм тормошта бер ниндәй ҡайғы-хәсрәткә урын юҡ, тигән тойғо менән йәшәй. Әммә бында, төн йөҙөндә, Аллаһы Тәғәлә үҙе лә барлығын онотҡан станцияла, бик сәйер тойолған был кешегә үҙе башлап өндәште.
– Әллә һеҙ мине һаҡлап йөрөйһөгөҙ инде? – тине ул. – Мин бер нәмәнән дә ҡурҡмайым. Барығыҙ, рәхәтләнеп ятып йоҡлағыҙ.
Ҡайғынан ҡара торонбаштай көйөп ҡалған егеткә бары егерме ике генә йәш. Ул ҡыҙҙан өс йәшкә генә өлкән. Әммә улар араһында йылдар менән генә үлсәп булмаҫлыҡ упҡын ята. Ҡыҙ ирекһеҙҙән быны тоя һәм шуға күрә лә үҙенән күпкә олораҡ кеше менән һөйләшкәндәй мөрәжәғәт итә ине.
Егет үҙенең башынан үткәндәрҙе һөйләп торманы. Ҡыҙҙың кәйефен боҙмаҫлыҡ нәмәләрҙе генә әйтте. Йәш ҡыҙҙар өсөн тимер юлында эшләү еңелдән түгел. Уларҙың Үзбәкстанында проводник булып тик ирҙәр генә эшләй. Ҡыҙҙарҙың ҡаҡса ғына яурынына шул ҡәҙәре көс етмәҫлек йөк һалыу дөрөҫ түгел. Юғиһә киләсәктә нисек ул әсәй була? Ә үзбәк өсөн әсәйҙән дә ғәзиз йән эйәһе юҡ.
– Мин әсәйемде Өфөлә ҡалдырып киттем. Уның күҙенә операция яһанылар, хәҙер институтта дауалана.
– Пушкин урамындамы?
– Эйе. Унда шул тиклем һәйбәт кешеләр эшләй. Шуға күрә мин үҙемде бөтөн Башҡортостан кешеләре алдында бурыслы итеп тоям. Аңлайһығыҙмы?
Ҡыҙыҡай йылмая биреп баш сайҡаны. Юҡ, ул аңламай. Уның ҡарашы буйынса, бер кем дә бер кемгә лә бурыслы түгел. Ғаилә эсендә, әлбиттә, унда барыһы ла бер-береһенә терәк. Ә сит кешеләргә ни өсөн? Шәүрә уға туған түгел дә баһа. Бәлки, йәш, аҡылһыҙ тип, матур һүҙҙәр менән албырғатырға самалайҙыр.
– Әсәйем менән Өфөгә иртән иртүк барып төштөк. Такси алып, ҡунаҡхана эҙләп киттек. Бер ерҙә лә урын юҡ. Бушҡа ике сәғәт ваҡытыбыҙҙы ғына әрәм иттек. Таксист та бер нисек тә ярҙам итә алманы, институт алдында ҡалдырып китте. Торам аллеяла, юл аша – боронғо, әллә ун һигеҙ, әллә ун туғыҙынсы быуатта төҙөлгән бина. Уға ҡарағанмын да нишләргә белмәй аптырайым. Әсәйем арыған, асыҡҡан, врачҡа барыр алдынан, исмаһам, сайынып булһа ла сығырға кәрәк. Ул күләгәләге эскәмйәгә ултырған да йөҙөн ҡулъяулыҡ менән ҡаплаған: һуҡыр күҙҙәренән ояла. Эргәһендә кейем-һалым тултырылған сумаҙан, төйөнсөктәрҙә – ҡауындар. Врачтарҙы һыйларбыҙ тип алған булғайныҡ: Азиянан киләбеҙ бит. Эргәнән үтеп барған бер иргә: «Иптәш, ҡунаҡханала урын булмағанда ҡалағыҙҙа тағы ҡайҙа туҡталырға мөмкин?» – тип өндәштем. Әсәйемде күреп ҡалды ла унан ҡарашын айырып ала алмай. «Берәй нәмә булдымы әллә?» – тип һораны. Һөйләп бирҙем. Ул беҙгә ҡарап торҙо ла: «Әйҙәгеҙ», – тип институт эргәһендәге бейек йортҡа алып китте. Икенсе ҡаттағы фатирға күтәрелдек. Эскә ингәс, бөтә нәмәне күрһәтте лә, ҡулыма асҡыс тоттороп: «Йәшәгеҙ, – тине. – Кәрәк була ҡалһам – бына телефон. Минең исемем – Шамил. Ҡайтып киткәнегеҙҙә асҡысты эстә ҡалдырырһығыҙ, шапылдатып япһағыҙ, ишек үҙе бикләнә ул». Шулай тип, ете ят кешеләргә фатирын ышанып ҡалдырҙы ла китте. Мин ныҡ ҡаушағайным, күпме түләргә икәнен һорамағанмын. Шылтыратҡайным, асыуланды. «Юҡ-бар менән баш ҡатырма, мин ысын йөрәктән ярҙам итәм», – тип кенә ҡуйҙы. Ҡайтып китер алдынан рәхмәт әйтер өсөн тағы шылтыраттым. Күп һөйләшергә яратмай, күрәһең: «Ярар, ярар», – тип кенә ҡуйҙы. Тәүләп күргән кеше бына шулай ярҙам итте. Ә больницала операцияға сират, бер йыл алдан яҙылырға кәрәк икән. Унда ла хәлебеҙгә инделәр, әсәйемә нисектер сиратһыҙ ғына эшләнеләр. Ул тәүҙә яҡтылыҡты ғына шәйләне, яйлап ҡына әйберҙәрҙең һыҙаттарын да күрә башланы. Әле тыныс күңел менән ҡайтып барам, сөнки уны бик яҡшы ҡарайҙар. Бер айҙан ҡабат киләм. Бөтә врачтарҙы, шәфҡәт туташтарын, Шамилды, рәхмәтемде белдереп, берәй нисек ризалатҡым килә. Әле аҡсам ҡалманы тиерлек. Бурысҡа алып торорға тура килер. Әммә беҙҙә: «Табипҡа мотлаҡ түләргә кәрәк, юғиһә дауаның файҙаһы булмаясаҡ», – тиҙәр. Аҙ булһын, бүләгең дә хәлеңдән килгәнсе булһын, әммә булһын. Бына шулай. Шуға күрә һеҙ минән ҡурҡмағыҙ.
– Тимәк, әсәйегеҙ әле больницала?
– Эйе, көн һайын шылтыратып хәлен белеп торасаҡмын. Шәфҡәт туташтары менән һөйләшеп киттем. Өйҙә эштәремде ҡараштырып, аҡса табам да ҡабат киләм. Мин һеҙҙән бер нәмә һорайым тигәйнем. Урыным титан эргәһендә генә бит. Рөхсәт итһәгеҙ, кәрәк сағында күмер ташлап, уны үҙем ҡарап торор инем. Саҡ ҡына булһа ла мәшәҡәтегеҙ кәмер.
– Һеҙ бит былай ҙа һәр бер станцияла тап-топ йыйып, уны ҡайнатып тораһығыҙ. Нишләп рөхсәт һорайһығыҙ?
Егет беренсе тапҡыр йылмайҙы.
– Йыям шул. Һеҙгә бит кире ҡайтҡанда ла күмер кәрәк буласаҡ. Яғыулыҡты һаҡлайым. Тик рөхсәтһеҙ, нисектер, уңайһыҙыраҡ.
– Улай бик теләйһегеҙ икән, яғығыҙ, – тип көлдө ҡыҙ.
Шулай итеп, һөйләшә-һөйләшә туҡталыш ваҡытын үткәрҙеләр, төнгө перронда саф һауа һуланылар. Башҡаса Шәүрә Олуғбәк менән һөйләшмәне, хатта нисектер уға иғтибар ҙа итмәй башланы.
Вагонда Олуғбәк, тыныс төн теләп, үҙенең урынына китте. Шәүрә был станцияла төшкән пассажирҙар тапшырған түшәк кәрәк-яраҡтарын ҡарарға кереште. Өс комплекттан сағыштырмаса таҙа ике йәймә, мендәр тышы, таҫтамал табылды. Төнгө һиллектә ҡыҙыҡай «ҡытай» әҙерләргә тотондо – проводник ҡатын Аня өйрәткән аҡса эшләү серҙәренең береһе ошо ине.
Тотонолған бельены элекке бөгөлдәренә тап килтереп бөкләйһең дә, саҡ ҡына һыу бөркөп, тоҡтоң иң төбөнә, яңыларының аҫтына һалып ҡуяһың. Ул шул рәүешле «үтекләнеп ята». Ә был тоҡтан таҙа комплектты алып, буш тоҡҡа һалаһың. Иң мөһиме, таҙалары янында ундан артыҡ комплект булып ҡуймаһын. Тикшерһәләр-маҙар, быға иғтибар итәсәктәр. Икенсенән, бындай һаҡлыҡ үҙең буталып китмәҫ өсөн дә кәрәк. Бәйле тоҡтарҙа унар комплект. Тоҡ сиселгән икән, тимәк, унда – кәмерәк ҡалған. Бер комплект – бер һум. «Ҡытай» ни тиклем күберәк була, кеҫәңә һумдар ҙа шул тиклем күберәк төшөп ята. «Ҡытай»ҙы төндә, йәшерәк кешеләргә, иң яҡшыһы ир-атҡа бирергә кәрәк – улар бик иғтибар итеп бармай. Ҡатын-ҡыҙҙар ҡараңғыла ла күҙгә күренмәҫлек тапты абайларға, сит еҫте һиҙергә һәләтле. Улар менән бәйләнмәүең хәйерле», – тип өйрәтә торғайны Аня. «Кәңәшсе-тәрбиәсе»һенең һабағын үҙе һынап маташманы Шәүрә, оҫталыҡ серҙәре менән уртаҡлашҡан өлкән иптәше нисек әйткән, шулай эшләне. Ҡайһы берҙә уның шул тиклем белгеһе килеп китә: ҡыҙҙарҙың берәйһе «ҡытай» етештереү серен беләме икән, әллә ул ғына шулай эшләйме?
«Ҡытай» менән эште бөтөргәндән һуң, Шәүрә күрше вагонға, Айгөл менән Вәлимә янына, барып килергә булды. Бөгөн көндөҙ ҡыу далалағы бер туҡталышта ҡысҡырышҡан тауыш ишетеп тәҙрәгә ҡараһа, ике ҡаҙаҡ егете Вәлимәне вагон күтәрмәһенән һөйрәп ҡырталаша. Шәүрә, пассажирҙарҙы этә-төртә, уға ярҙамға ташланды һәм бик ваҡытлы килеп өлгөрҙө. Вәлимәнең хәле бөтә яҙғайны инде. Ә егеттәрҙә көс-дәрт ташып тора.
Баҡтиһәң, поезда килгәндә береһенең Вәлимәгә күҙе төшкән. Станцияһына ҡайтып еткәс, төшөп барышлай, үҙе менән бергә ҡыҙҙы ла алырға булған. Ҡаршыларға килгән ағаһына ҡаҙаҡса ҡысҡырған да, тегенеһе атынан һикереп төшә һалып, платформаға шаптырҙап килеп менгән. Икәүләшеп ҡыҙыҡайҙы һөйрәкләргә тотонғандар. Әммә сымыры ғына ҡыҙыҡай ҙа бирешә һалып барыусыларҙан түгел. Ҡолаҡ тондорғос итеп ҡысҡыра башлаған. Шул тиклем шарылдауға ҡаҙаҡ егеттәре лә ҡаушаңҡыраған. Ул арала Вәлимәгә әхирәттәре Айгөл менән Шәүрә ярҙамға килеп өлгөрҙө. Поезд ҡуҙғалғас, тәҙрәнән был эшкинмәгән ҡыҙ урлаусыларҙың башына әллә күпме мыҫҡыллы һүҙҙәр яуҙы. Егеттәр иһә, рәхәтләнеп көлә-көлә, үтә сос ҡыҙҙарға ҡул болғаны. Алыҫтағы ярым ҡыйшайған саман өйҙәр фонында тыныс ҡына үлән семсегән ҡара юрғалары был шау-шыуҙан тертләп, ҙур күҙҙәрен тонйоратып ҡарап-ҡарап алды.
Ул арала Айгөл вагондағы пассажирҙар һанын асыҡлаған мәғлүмәт ҡағыҙы килтерҙе. Үҙеңдә күпме юлаусы барғанын өҫтәп яҙырға ла уны артабан ебәрергә кәрәк. Арыуҙан һәм эҫелектән йонсоп сайҡала-сайҡала китеп барған Шәүрәне күрше вагондың тамбурында иҫерек егет эләктереп алды. Нәҙек оҙон буйлы, үҙе торғаны бер ҡоро һөйәк. Егет тиҙ генә өйләнешергә лә артабан юлды бергәләшеп ҡыҫҡартырға тәҡдим итте. «Улай күпкә еңелерәк буласаҡ, сибәркәй. Бына үҙең күрерһең», – тип өгөтләне ул аяғында саҡ баҫып торған килеш. «Минең бит әле йәшем етмәгән», – тип хәйләләне Шәүрә. Егет йораты уға шунда уҡ ышанды. «Йәл, – тине ул, ҡаҡса ғына ҡыҙға ҡарап. – Ярар, үҫеп етеү менән мине эҙләп табырһың».
«Шөкөр, ҡотолдом, – тип һөйөндө ҡыҙыҡай. – Поезға ултырыу менән тубыҡтары сығып, ҡайышланып бөткән спорт салбарҙарын кейеп алалар ҙа, колбаса турай һалып, араҡы эсергә ултыралар. Етмәһә, үҙҙәрен яҙмыш бүләгеләй һанап, бәйләнергә керешәләр. Ярай әле, ун алты йәшлек ҡыҙыҡайҙың проводник була алмағанына башы етмәне».
Үҙенең вагонына урап ҡайтты. Халыҡ йоҡлай. Был юлы рейс тыныс. Бер кем дә эсеп, боларып йөрөмәй. Тынлыҡты кемдеңдер хырылдауы ғына боҙа. Киләһе станцияға тиклем саҡ ҡына йоҡлап алырға ла мөмкин. Тик сәғәтте шылтыратырға ҡуйырға онотмаҫҡа кәрәк. Тәүге үҙ аллы сәфәрендә ул, йоҡлап ҡалып, ирле-ҡатынлы пассажирҙарҙы уятырға онотҡайны. Шул арҡала тегеләр кәрәкле туҡталыштарын үтеп киткән. Әл дә әрләшмәнеләр, хатта һаман уянып етмәгән йәш кенә ҡыҙыҡайҙы йәлләнеләр ҙә булһа кәрәк әле.
Шәүрә, юл ыңғайында оҙон, ҡалын резина бирсәткәләрҙе кейә-кейә, икенсе остағы бәҙрәфкә йүнәлде. Әсәһе был бирсәткәләрҙе әллә ҡайҙан табып, уның өсөн бер нисә пар һатып алғайны. Ҡыҙыҡай уларҙы күҙ ҡараһындай һаҡлап ҡына тотона. Биҙрәгә һыу алып, мул ғына хлор өҫтәне лә таяҡ менән болғатты. Унан стенаның уртаһынан башлап тотош һибеп сыҡты. Әле хлор еҫе уға «Шанель №5» хушбуйынан да хуш еҫлерәк тойолдо. «Эш хаҡы бирһәләр, шунда уҡ француз хушбуйы һатып алам», – тип хыялға бирелде ул. – Шундай хәтәр булып факультетҡа килермен дә коридор буйлап үтермен. Ә артымдан затлы хуш еҫ томаны аңҡып ҡалыр». Шәп бит, ә! Тик бына дефицит әйберҙәр менән шуныһы ҡыйын: ялғанды тоттороуҙары бик мөмкин. Францияла түгел, Дерибасовская урамында әтмәләнгән тауар өсөн әллә күпме аҡса түләп отолоуың бик тә ихтимал. Бер саҡ әхирәте Clema һатып алғайны, шыптырын асып ҡараһа, шешә буп-буш. Әммә был осраҡ Шәүрәнең затлы хушбуйға эйә булыу теләген һүндермәне, бары тик таныш фарцовщиктарҙан алыр кәрәк.
Эшен бөтөргәс, Шәүрә бәҙрәф ишеген бикләп ҡуйҙы: ныҡлап кибергә тейеш. Юғиһә таҙартыуҙың бер файҙаһы ла юҡ. Был эшкә лә уны Аня өйрәткәйне: ҡулыңды бысратып, сепрәк менән мәшәҡәтләнеп тораһы юҡ. Ә һөҙөмтәһе иҫ киткес. Тәүлегенә бер нисә тапҡыр ошолай эшләп, ике бәҙрәфте лә алмаш-тилмәш таҙалап торһаң, бер ниндәй ҙә насар еҫ сыҡмай. Был бик мөһим. Юғиһә бит, Ташкент йүнәлешенә «тәгәрләгәс тә ярай, шуныһына ла рәхмәт» тип әйтерлек иҫке вагондар бирәләр. Ә бына Мәскәүгә һәр ваҡыт ялтлап торған өр-яңы вагондар йөрөй. Уны йыйыштырыуы ла еңел, барыуы ла күңелле. Ә бында әллә ниндәй тотош ағас тип әйтерлек вагон, революцияға тиклемге тормошто күрһәткән кино төшөрөргә генә ярарлыҡ. Уларҙың Өфөһөндә лә берәй ваҡыт киностудия булыр әле, бына шул ваҡытта оҙон-оҙаҡ юл тормошонан таушалған тәгәрмәс өҫтөндәге был «табуттар»ҙың бик тә кәрәк булыуы бар. Егәрле һәм тернәксел ҡыҙ шул Шәүрә. Тормоштағы моңһоу һәм ялҡытҡыс ваҡиғаларҙың да ыңғай яҡтарын күрә белә. Кем әйтмешләй, шул арҡала бирешмәйбеҙ ҙә!
3
Был яҡҡа барышлай вагон һәр саҡ лыҡа тулы була. Башлыса ғаиләләр: береһенән береһе бәләкәйерәк мыжыҡ балалы ата-әсәләр. Саҡ ҡына ҙурыраҡ балалар тиҙ арала үҙ-ара танышып ала ла вагон буйлап йүгерешә, шаяра башлай. Эҫелектән мейе ҡайнарлыҡ вагонда сыр-сыу тынмай тиерлек. Кескәйҙәрҙән айырмалы рәүештә, өлкәндәр ҡымшанып бармай, әлһерәшеп, ярға ташланған балыҡ кеүек ауыр һулап, урындарында аунай. Ә балалар, нисектер, эҫене еңел кисерә.
Плацкарт вагондың беренсе һәм икенсе бүлектәрендә урынлашҡан ҡатындар юлға сығыу менән үк әшнәләшеп алғайны. Был апаҡайҙар хатта тышҡы ҡиәфәттәре менән дә бер-береһенә ныҡ оҡшағайны: ҡыҫҡа ғына итеп ҡырҡылған сәстәрен химка менән бөҙрәләткәндәр. Ауыҙҙарында алтын тештәре йылтырай, йыуан бурбайҙары йөнтәфи. Кейемдәренә тиклем бер рәүештәрәк: кизе-мамыҡ туҡыманан тегелгән лапшыҡ халаттар. Ҡарап тороуға өлкән күренһәләр ҙә, ҡырҡтан артыҡ түгелдәр, буғай. Яһиллыҡтары йөҙҙәренән генә түгел, бөтөн булмыштарынан аңҡып, титан шикелле ҡайнап тора. Улар шунда уҡ ҡыҙҙары йәшендә булған йәш кенә проводник һылыуҙы күрә алмай, көндәшкә ҡараған кеүек ярыша, уның менән булаша башланы. Балаларын ҡарарға ла онотоп, Шәүрәнең һәр аҙымын күҙәтергә, йылан һымаҡ ыҫылдап тикшерергә керештеләр. Үтеп барған һайын артынан: «Ана, тағы китте. Бер туҡтауһыҙ тегендә-бында йүгерә. Ҡалай анһат эш табып алған, ә беҙ ғүмер буйы бил бөгөүҙән башҡаны белмәйбеҙ. Иртәнән кискә тиклем эш тә эш! Ә был, сәсен елпелдәтеп, вагондар буйлап сабыуын белә!»
Мәшәҡәтенә сумған ҡыҙ иһә уларҙы бар тип тә белмәй. Бындай бисәләрҙе осратҡылағаны бар, шуға күрә, нисек кенә тырышһаң да, уларға ярап булмағанын бик яҡшы аңлай. Шулай ҙа был апаҡайҙар уның йәненә тейергә сәбәп тапты. Тауыштары көр, үҙҙәренә башҡаларҙың да иғтибарын йәлеп итеү теләге лә ҙур:
– Нишләп һеҙҙең расписаниеғыҙ юҡ? Поездың йөрөү ваҡыты һәр бер вагонда эленеп торорға тейеш.
Дөрөҫөн әйткәндә, Шәүрә аптырап ҡалды. Бөтәһе лә күрерлек итеп элеп ҡуйырлыҡ расписание, ысынлап та, юҡ. Ул үҙе файҙаланғаны – тәүге биттәре йыртылып бөткән китапсыҡ кеүеге – бик иҫке. Уның менән кешеләрҙең башын бутағыһы килмәй. Тик был йүнһеҙҙәргә аңлатып буламы ни?
Уның ҡулындағын күреп ҡалдылар ҙа янъял ҡуптарҙылар:
– Үҙенеке бит бар! Ҡарағыҙ әле, ҡарағыҙ! Уға ғына булһын да, башҡаларға кәрәкмәйме ни?! Төкөрә ул пассажирҙарға!
Ҡыҙ тәүҙә аңлатырға тырышҡайны. Кемдер уны яҡлап маташҡанын, ғауғаға башҡаларҙың да ҡатнашып, ҡысҡырыш киткәнен күргәндән һуң, ҡул һелтәне. Бөтәһенең дә бер аҙға шымып ҡалған мәлен файҙаланып, тотош вагонға ише телерлек итеп:
– Ярар, элеп ҡуям, – тип белдерҙе. – Тик алдан уҡ иҫкәртәм: ул ныҡ иҫке, күп ваҡыт ысынбарлыҡҡа тап килеп тә етмәй. Шуға күрә, бер-бер хәл була икән, яуаплылыҡ һеҙҙә. Үҙегеҙгә үпкәләгеҙ.
Был ҡатындар атлаған һайын юрамал расписание ҡарай һәм һәр бер туҡталышта, үҙҙәре әйтмешләй, «быуындарҙы яҙып алыр өсөн» тышҡа сыға башланы. «Әйтерһең дә, уларҙың быуындары менән һөйәктәре бар, – тип йәне көйөп уйланы ҡыҙ. – Ҡасандыр булһалар ҙа, шул тиклем май араһында йомшарып бөткәндәрҙер инде».
Әммә был оҙаҡҡа барманы. Кискә табан поезд далала туҡтаны. Будкалағы кешенән һәм шлагбаумдан башҡа күҙгә ташланырлыҡ бер нәмә лә юҡ. Өҫтәл өҫтө кеүек тип-тигеҙ, аяуһыҙ ҡояш нурына көйгән ер. Проводник купеһының ишегендә эленеп торған расписание буйынса, был ваҡытта илле минутлыҡ туҡталыш булырға тейеш. Йүнһеҙ бисәләрҙең береһе был турала барыһы ла ишетелерлек итеп иғлан итте. Бөтөн вагон дәррәү ҡуҙғалып тышҡа атлыҡты. Будкалағы кешенең бындай хәлде бер ҙә күргәне булмағандыр: аптырап ҡалды. Бында поездар биш минуттан артыҡҡа туҡтамай ине. Бөтәһе лә ошонда төшөп ҡала тиер инең, яҡын-тирәлә кеше йәшәгән урын юҡ. Ә был тимер йорттан балалы ҡатындар, ир-егеттәр, хатта ҡарт-ҡоролар ҙа ағыла.
Шәүрәгә лә барыһы менән бергә сығырға тура килде.
«Ҡайҙа бараһығыҙ инде? Күрмәйһегеҙме ни, тирә-яҡта ҡоро даланан башҡа бер нәмә лә юҡ», – тип һөйләнә-һөйләнә, бейек ҡырсын өйөмөнә һикерергә ярҙам итеп торҙо. Кешеләр төшөп кенә бөткәйне, поезд сайҡала бирҙе лә, гудогын ҡысҡыртып, яй ғына ҡуҙғалып та китте. Көтөлмәгән хәлдән баштарын юғалтҡан халыҡ сыр-сыу килә. Етеҙерәктәр вагонға ырғыны, тик береһенең дә, Шәү рәнең ҡысҡырыуына ҡарамаҫтан, «стоп-кранға» баҫырға баштары ет мәне. Был юлы ҡыҙға инде тиҙлеген арттыра барған вагонға кешеләрҙе бер-бер артлы этеп мендерешергә тура килде. Бөтәһе лә шул тиклем тиҙ булды. Пассажирҙар аптырашып йүгерешә, һикерешә, кемдеңдер аяҡ кейеме төшөп ҡалды. Поезд бөтөн тиҙлегенә китеп барғанда өйөмдә Шәүрә бер үҙе генә баҫып тора ине. Үҙенең вагонына өлгөрөрлөк түгел ине, әле эргәһенән вагондар елдереп үтеп тора. Шул ваҡыт кемдеңдер көслө ҡулдары уны күтәреп алды һәм иң һуңғы вагондың күтәрмәһенә баҫтырҙы.
Вагонына әйләнеп ҡайтҡас, проводник ҡыҙға бер кем дә битәрләп һүҙ әйтергә баҙнат итмәне. Был хәлдән һуң барыһы ла уның ҡағиҙәләренә буйһондо. Баш-баштаҡлыҡтары арҡаһында ҡыу далала тороп ҡала яҙғандарын һәммәһе лә яҡшы төшөнгәйне.
Шәүрә өндәшмәй генә расписаниены алып ташланы ла үҙ мәшәҡәттәренә кереште. Ярай, үткән эшкә ҡар яуһын, иң мөһиме, бәлә-ҡазаһыҙ ҡотолдолар. Кешеләргә был хәлдән һуң тынысланырға кәрәк. Кем генә хаталанмай? Был тормошта үлемдән башҡа бөтә нәмәне лә төҙәтергә мөмкин. Хәҙер ул ҡаты итеп сәй бешерер. Унан, серле алъяпҡысын кейеп, хуш еҫле эҫе сәй таратыр һәм барыһы ла яйланыр. Башҡаса булыуы ла мөмкин түгел. Сәй өләшкән саҡта күңеленә хуш булған шөғөлөн дә онотмаҫ: пассажирҙарҙы күҙәтер, кемдең кем булыуы хаҡында күрәҙәлек итер.
Был рейста бер пассажир күптән инде уның иғтибарын йәлеп иткәйне. Буйлы ыштан, оҙон аҡ күлдәк кейгән, тап-таҡыр итеп ҡырылған башында ҡап-ҡара түбәтәй. Ул башта уҡ Шәүрәнең сәйенән баш тартты, әммә титанда һәр ваҡыт ҡайнар һыу булған өсөн бер һум аҡса бирҙе. Үҙенең ыҡсым ғына сәйнүгендә сәйҙе үҙе бешерә, шунан кәсәгә аҙлап ҡына яһай ҙа яйлап ҡына, ләззәтләнеп тороп эсә. Тимер ҡумтаһындағы яҙыуға ҡарағанда, ҡарт йәшел сәй эсә. Ә ғәмәлдә эсемлек ни өсөндөр аҡһыл һары төҫтә һәм унан бөтөн вагонға һулап туймаҫлыҡ хуш еҫ тарала. Ҡарт бик тотанаҡлы, артыҡ бер кем менән дә һөйләшеп бармай, бер кемгә лә ҡамасауламай. Көмөрөрәк танау, үтә күренмәле кеүек тойолған зәңгәр күҙҙәр, нәҙек ирендәр, төйөлөңкөрәп торған ҡаштарына ҡарағанда, ул үзбәк тә, ҡаҙаҡ та түгел. Башҡорт тиер инең, кейеме, ҡылыҡ-фиғеле ятыраҡ. Йөҙ һыҙаттары менән ул бер ни тиклем Шәүрә нең олатаһын хәтерләтә. Шул уҡ ваҡытта ниндәйҙер ят тормоштоң йоғонтоһо ла һиҙелеп ҡала. Был кеше шул тиклем мауыҡтырғыс тойолдо – ҡыҙ юл буйы һиҙҙермәй генә уны күҙәтеп килде. Ул илле өсөнсө урында, тап Олуғбәктең һәндерәһенең аҫтында бара ине. Сәй өләшеп бөтөүе булды, шул ҡарт эргәһенән үтеп барған ҡыҙға башҡортсалап өндәште:
– Кил әле, ҡыҙым, аҙ ғына яныма ултырып ял ит, сәй эс. Минең менән һөйләшкең килеп йөрөгәнеңде һиҙеп торам. Һис ҡаршылығым юҡ, әйҙә һөйләшәйек. – Ҡаршыһында ултырған Олуғбәккә үзбәксәләп ниҙер әйтте. Тегеһе ихтирамлы ғына тороп, Шәүрәгә урын бушатты, тамбурға сығып китте.
Ҡыҙ ҡарттың алдына күндәм генә килеп ултырҙы, ул өлкәндәрҙе тыңларға күнеккәйне. Ҡарт ап-аҡ тоҡсайҙан тағы бер кәсә килтереп сығарҙы ла үҙенең үҙенсәлекле сәйен яһап бирҙе. Был һирәк осрай торған шифалы тау үләндәренең ҡатнашмаһы булып сыҡты. Ҡайһы берҙәрен Шәүрә таныны ла шикелле, тик барыһын да түгел.
Бал, сәтләүек, кипкән өрөк ҡушып, яйлап ҡына сәй эсәләр. Ҡарт өндәшмәй. Шәүрә лә өнһөҙ. Ул ҡарттың яҙмышын саҡ ҡына сырамытҡан да кеүек, әммә был тарихты уның үҙенең ауыҙынан ишеткеһе килде. Ул, моғайын, Урта Азияға колхозлашыу осоронда киткәндәрҙең береһелер. Ә, бәлки, иртәрәк, Граждандар һуғышы барған саҡта уҡ ҡасырға тура килгәндер. Ҡарт һаман да етеҙ хәрәкәтле, шуға күрә уның, яланғас ҡылысын һоноп, һыбай сапҡанын күҙ алдына килтереүе ҡыйын түгел. Шулай тип фараз итте ҡыҙ, ә ҡарт уға сабыйҙарҙың күҙ йәшеләй саф күҙҙәре менән текләгән дә һаман өндәшмәй. Икенсе кәсә лә эсеп бөтөлөп, өсөнсөһө яһалғандан һуң ғына ҡарт һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә йылмайҙы. Унан Шәүрәгә табан эйелә биреп, тик ул ғына ишетерлек итеп:
– Ярай, ҡыҙым, һине нимә ҡыҙыҡһындырғанды аңлайым. Ишегеңдәге яҙыуҙан һинең тарих факультетында уҡығаныңды белдем. Тимәк, минең унда нисек барып сыҡҡанымды, кем булғанымды, ҡасан унда киткәнемде белгең килә. Үҙең нисек уйлайһың һуң?
– Моғайын, һеҙ Башҡорт ғәскәрендә булғанһығыҙ һәм аҡтар менән дә, ҡыҙылдар менән дә һуғышып, сит илгә сығып киткәнһегеҙҙер. Унан кире ҡайтып, баҫмасыларға ҡушылғанһығыҙҙыр, – тип бер тынала әйтеп һалды Шәүрә.
Ғәжәпләнгән ҡарт йәшенә күрә түгел аҡ, тип-тигеҙ, ныҡ тештәрен күрһәтеп көлөп ебәрҙе.
– Тап өҫтөнә баҫтың, тиергә була. Тик мин баҫмасы булманым. Ә бына Башҡорт ғәскәре тураһында – дөрөҫ. Вәлиди менән бергә киткәйнем. Тик Көнбайышта йәшәй алманым. Төркиәлә төйәкләнергә лә була ине. Тик Тыуған илемә яҡыныраҡ булғы килде. Шуға күрә һуғыш алдынан, уның буласағы асыҡ ине инде, боролоп ҡайттым.
Шәүрә:
– Һуғыштың булыры билдәле инеме ни? Германия бит мәкерле рәүештә һөжүм иткән, бөтөн килешеүҙәрҙе боҙоп, – тип ҡыҙып һөйләй башлағайны, ҡарт йылмая биреп бүлдерҙе.
– Был Сталиндан башҡа бөтәһенә лә асыҡ ине бит. Ул мәлдә Францияла инем. Советтарға ҡурҡыныс янағанын күптәр аңлай ине инде. Мин Урта Азияға күстем, уның төрлө яҡтарында йәшәнем. Бер урында ла тамырланып, ныҡлап төйәкләнеп китә алманым. Гел Уралға тартты, һаман да тарта. Тыуған илдән дә ғәзизерәк бер нәмә лә юҡ, ҡыҙым. Тик минең нәҫелдән бер кем дә тере ҡалмаған. Барыһын да үлтереп бөткәндәр. Башҡаса өйләнмәнем, балаларым да бүтән булманы. Сит яҡта, ят ҡатындарҙан балаларым булыуын теләмәнем. Кем булып үҫер ине улар? Моғайын, һеҙҙең тарих факультетында был турала һөйләмәйҙәрҙер.
– Һуғыш ваҡытында нимә эшләнегеҙ?
– Бөйөк Ватан һуғышын күҙ уңында тотаһыңмы? Һуғыштым, әлбиттә. Уларҙың Уралға барып етеү ихтималын күреп, нисек сыҙап тораһың? Үзбәкстан тураһында ишеткәнең барҙыр. Рәсәйҙән килгәндәр, унда Совет власы юҡ, тигән фекерҙә. Бында бер ни тиклем дөрөҫлөк бар. Шуға күрә унда йәшәнем дә инде мин. Урта Азияла беҙҙекеләр бик күп бит. Ҡайһы берәүҙәре хәҙер Башҡортостанға күсеп ҡайта. Бәлки, берәй ваҡыт мин дә ҡайтырмын. Әлегә мөҙҙәте етмәгән. Һеҙҙә азатлыҡ юҡ әле.
– Унда бармы?
– Көлһәң көлөрһөң инде, әммә бар. Эшләп тапҡаның менән бүлешә белһәң, байлығың менән күҙҙәренә төртмәһәң, һиңә иғтибар итеп бармайҙар. Тик ерле халыҡ ҡына бай була ала. Ә беҙгә уларҙың йәненә теймәү хәйерле.
– Ә һеҙ миңә быларҙы һөйләргә ҡурҡмайһығыҙмы?
– Юҡ, ҡурҡмайым. Әгәр ҙә минең ейәнсәрем булһа, ул тап һинең кеүек булыр ине, моғайын.
– Ысынлап та миңә оҡшаған булыр ине, тип уйлайым. Ышанмаҫһығыҙ, бәлки, әммә һеҙ минең олатайыма ныҡ оҡшағанһығыҙ. Тик ул буйға һеҙҙән тәпәшерәк. Ул һуғышмаған. Бик бай булған, өҫтәүенә мулла. Ғаиләһе менән Башҡортостандың икенсе яғына күсеп киткән. Икенсе фамилия алған һәм бөтәһен дә яңынан башлаған. Аҙаҡтан, заманалар бер аҙ тыныслана башлағас, Үзбәкстандан алыҫ ҡына туған апай һирәк-һаяҡ ҡунаҡҡа килә башланы. Килә лә илай. Ул Урта Азияға ата-әсәләре менән сығып киткән. Улары күптән инде гүр эйәһе. Шул киткәндәренән бер тапҡыр ҙа кире ҡайтып күрә алмағандар. Апай шунда кейәүгә сыҡҡан, балалары инде ҙурайып бөткән, ә ул һаман күнегә алмай, һаман да үҙен ят итеп тоя, тик ҡайтырға һуң. Ханатластан тегелгән ялтыр-йолтор күлдәген кейеп ҡайта. Был күлдәгендә ул шул тиклем сәйер күренә, шул арҡала минән иптәштәрем көлә. Шуға күрә мин ул күлдәкте берәй нисек бысратырға тырышам, тик уның бөтә күлдәктәре лә бер төрлө.
– Уға йәнең көйгәне тойола, тик ни өсөн? – тип ҡыҙыҡһынды ҡарт.
– Үҙем дә аңламайым. Уны бәләкәй генә сағында алып киткәндәр, бер ниндәй ҙә ғәйебе юҡ.
– Көсһөҙҙәрҙе бер кем дә яратмай. Ә ул һиңә үҙенең көсһөҙлөгөн күрһәткән, шуға күрә һин үҙең дә аңламаҫтан уға асыуланаһың. Ысынында иһә һин үҙеңде көсһөҙ тип тояһың һәм шунан ҡурҡаһың. Әммә бел: һин көслөләр нәҫеленән. Тик ир-егеттәргә көсөңдө күрһәтмә, улар быны яратмай. Иҫеңдә тот.
Шәүрә һөйләшеүҙең тамам икәнен аңланы. Ҡарттың сырайы ҡапыл ғына битарафҡа әйләнде, әйтерһең дә, асыҡ китап күҙ асып йомғансы ябылды. Ҡыҙ, урынынан тороп, ҡартҡа хөрмәт менән баш эйҙе. Уларҙың осрашыуы һис тә осраҡлы һәм, иң мөһиме, һуңғы түгел кеүек тойғо ҡалды. Ҡарт та быға ышана ине шикелле. «Ниндәйҙер мистика, – тип уйланы ҡыҙ. – Шулай ҙа була икән был донъяла». Ул да үҙенең китабын япты һәм уға яңы ғына мәғлүм булғандарҙы күңеленең иң түренә бикләп ҡуйҙы.
4
Ташкенттан һуң Шәүрәләрҙең отрядын Мәскәүгә ебәрҙеләр. Йәнәһе, яҡшы эшләнегеҙ, афарин, хәҙер баш ҡалаға бараһығыҙ. Бер баш ҡаланан икенсе баш ҡалаға. «Өфө – Мәскәү» поезының өр-яңы вагондары ялтлап тора. Йәйге ямғыр уның башындағы күҙгә күренмәҫлек туҙандарын да йыуып төшөргән. Һәр йүнәлештең үҙенең ыңғай һәм кире яҡтары бар шул. Ташкент поезында халыҡ ябай булһа, Мәскәүгә юлланған ханымдар барыһы ла тиерлек үҙҙәрен әллә кемгә ҡуя. Уның ҡарауы, Мәскәүҙә рәхәтләнеп урам ҡыҙырырға мөмкин. Иң тәүҙә Арбатҡа барырға кәрәк. Унда яйлап йөрөп тә, ҡайһы бер кәрәк нәмәләрҙе алып та була. Тәүге барғанда Шәүрә унда футболка һатып алды, ҡап- ҡара ғына, еңһеҙ, түшенә «New-York» тип яҙылған. Был юлы, бик булмаһа, Калинин проспектына барыр, унда магазиндар күп, инеп ҡапҡылап сығырлыҡ урындар ҙа етерлек.
Рейс тыныс, артыҡ мәшәҡәтһеҙ. Күберәге Өфө халҡы бара. Дөрөҫөн әйткәндә, юл да рәхәт: эҫе түгел, хатта тештәрҙә шытырҙай башлаған ҡом да юҡ. Етмәһә, бер тәүлек кенә барырға. Шәүрә, бығаса һис булмағанса, бер китап уҡып бөтөп, икенсеһен башланы. Күрше вагонда барған Вәлимә килгәс, көнбағыш ярып, байтаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙылар. Ул Шәүрә менән бергәләп Мәскәүҙә йөрөргә лә дәртләнгәйне, һуңғы минутта кире уйланы – ҡыҙҙар менән Горький исемендәге паркка барырға булды.
Йәкшәмбе. Шәүрә тәүҙә сит ил туристары мыжғып торған Иҫке Арбатҡа барып, сувенирҙар һатылған ерҙә йөрөнө. Бына ошо айырым ғына бер урамда ирекле, матур, хатта бай ҙа сит ил тормошо ҡайнай кеүек тойолоп китте. Ваҡыт һиҙелмәй ҙә үтеп киткән. Шәүрә «Нәфис фильм» кинотеатры янындағы бер киоскынан йәнә «New-York» тип яҙылған футболка алды, был юлы көл төҫөндәгеһен, оҙон еңлеһен.
Ә бына ҡайтыр юл ҡыйын булып сыҡты, бәлки, шуға күрә лә бөткөһөҙ оҙаҡ тойолғандыр. Урта йәштәрҙәге ирҙәр, табын ҡороп, юл буйы эсте. Атлаған һайын үҙҙәренә ҡушылырға саҡырып маҙаға тейеп бөттөләр. Ниһайәт, иң ситтәге купела килгән, уларҙан йәшкә бер ни тиклем өлкәнерәк ике ҡатын уларҙың иғтибарын йәлеп итте. Бәхеткә күрә, аралашыу теләге уртаҡ булып сыҡты, һәм шаулы табын таңға саҡлы дауам итте. Бының һөҙөмтәһе булараҡ, иртәнсәк бөтөн вагон тәрән йоҡола ине.
Элеонора Петровна тигән егерме ете йәштәрҙәге ҡатын урынында барыһынан да оҙағыраҡ аунаны. Һүнгән ҡараштарына ҡарап, уға үҙ йәшенән байтаҡҡа күберәкте биреп була. Элеонора Һамар ҡалаһында тимер юл кассаһында билет һатыусы булып эшләй. Иптәштәре уны күңелсәклеге һәм алсаҡлығы өсөн бик ярата ине.
Әле уның Мәскәүҙән ҡайтып килеүе. Түҙгеһеҙ итеп эсе яна, һәм, ҡулынан килһә, мәңге урынынан тормаҫ ине. Әйтерһең дә, уның ниндәйҙер бер ағзаһын ҡырҡып алғандар ҙа, бөтөн булмышы йән әрнетеп һыҙлай. Ә бит был сәфәрҙе ул йыл буйы өҙөлөп көтөп алғайны. Баш ҡалала уны яратҡан кешеһе, берҙән-бер Витюшаһы көтә ине.
Еүеш түшәгендә әйләнә-тулғана ятҡан Элеонора Петровна поезд тәгәрмәстәренең йәнгә тейгес туҡылдауы аҫтында нисек итеп үҙенең көндәше барлығы хаҡында белгәнен ҡабат-ҡабат иҫенә төшөрҙө. Һәр ваҡыттағыса, ул Витюшенькаһының коммуналь фатирында туҡталды. Ул көндө лә йәренең ҡасан ялҡытып бөткән ҡатынынан – ҙур түрәнең һөйөклө ҡыҙынан – ысҡынып килерен көтә ине. Ялының өс аҙнаһы бына шул көтөүҙәр менән һиҙелмәй ҙә үтеп бара. Эшһеҙлектән Элеонора күптән инде бер кем дә йәшәмәгән был бүлмәне йыйыштырырға булып итте. Бәлки, үҙенсә яҡшы хужабикә булыуын да күрһәткеһе килгәндер. Ботинка ҡумтаһының эсендә ятҡан ҡағыҙҙар араһында үҙенең хаттары менән бергә икенсе берәүҙекен дә күреп, йөрәге өшөп китте. Тәрбиәле кеше булараҡ, башҡаларға төбәлгән хаттарҙы уҡыуҙың бик насар икәнән аңлай. Әммә бындай саҡта нисек сыҙамаҡ кәрәк. Хаттар ҡыҫҡа, шаян һәм уның һөйгәненә ҡарата һағыш менән һуғарылған хаттарына бөтөнләй оҡшамаған. Бына бит береһендә Элеонора Петровна, ниҙер һиҙгән кеүек: «Бына тарағым төшөп китте лә иҙәндә аунап ята. Минән башҡа һин унда бер кем менән дә аунама инде, зинһар, йәме», – тип яҙған.
Хаттарҙың башында эш тураһында яҙылған, шуларҙан сығып, ул алтын бөҙрәле Витюшаһы менән был бисәнең бергә эшләгәнен аңланы. Артабан иһә һөйөшөү тураһында бер нисә генә һөйләм өҫтәлгән. Уларҙы уҡып, ҡатындың тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Йәш булыуы өҫтөнә бик дәртле лә, оятһыҙ ҙа, ахыры, был көндәш. Ә йәш икәне шикһеҙ, яҙыуы балаларса, хаталары ла байтаҡ. Элеонора Петровна ла улар танышҡан саҡта Эля ғына ине. Ҡырҡ йәшлек Виктор Федорович уның йәшлегенә ымһынғайны. Улар бынан һигеҙ йыл элек көньяҡта, данлыҡлы Сочи ҡалаһында, йәйге ял ваҡытында осрашты. Ул саҡта барыһы ла мөмкин кеүек ине. Элеонора Виктор янына Мәскәүгә бара. Ҡайһы берҙә икеһенең ялы бергә тура килә. Шул рәүешле улар Алупкала, Геленджикта, бер тапҡыр Феодосияла булды. Күҙгә төртһәң дә күренмәҫлек көньяҡ төндәрендә һөйгәне уның ҡолағына: «Сабыр ит, һөйөклөм. Мин беләм, һин барыһын да аңлайһың. Һин генә мине аңлайһың, башҡаса һиндәйҙәр юҡ, – тип бышылдай. – Әле генә айырылыша алмайым. Ҡайным эштән ҡыуҙырасаҡ. Ул сағында беҙ нишләрбеҙ?» «Беҙ» тигән татлы һүҙ башты әйләндерә. Витяның әйткәне дөрөҫ. Ир кеше эшһеҙ ҡайҙа барһын? Ә Витюшаның эше һәйбәт, Мәскәүҙең төҙөлөш трестарының береһендә етәксе булып эшләй. Улар бер ваҡытта ла Витюшаның ҡатыны тураһында һөйләшмәй торғайны. Элеонора йәне һөймәгән ҡатын янында ғүмер үткәреүҙең ни тиклем әрнеткес икәнен былай ҙа күреп тора. «Ҡайным мәңгелек түгел. Оҙаҡламай пенсияға сығасаҡ. Шул саҡта инде ул миңә бер нисек тә зыян итә алмай. Мин һине Мәскәүгә яныма алырмын, һәм беҙ, ниһайәт, бәхетле булырбыҙ».
Әле килеп Элеонора Петровна был һүҙҙәрҙең алдаҡ икәнен, үҙенең юҡҡа ғына өмөтләнгәнен тулыһынса аңланы. Һәр ваҡыт унан йәшерәк ҡыҙҙар табылып торасаҡ. Йылдар үткән һайын, улар тик арта ғына барыр. Ана, вагон буйлап берәүһе, былай ҙа әрнегән яраһына үткән һайын сибәрлеге менән тоҙ һалып, елдереп йөрөй. Нисек шул тиклем алданды һуң Элеонора? Артыҡ ныҡ ышанғыһы килгәндер, моғайын. Иң ҡыйыны хыянатты фашлаған хаттар түгел, ә Викторҙың мөнәсәбәте булды. Элеонора Петровна хаттарҙы күрһәткәс, һөйгәне һиҙелер-һиҙелмәҫ йылмайыу менән генә сикләнде. Дөрөҫөн генә әйткәндә, был үтә оҙаҡҡа киткән бәйләнеш уны ялҡытҡан һәм араны нисек өҙөргә белмәй йөрөгән булған, күрәһең. Витюшаһының шулай еңел генә ташлашырға әҙер булыуына һаман да ышанып бөтмәгән бисара ҡатын үҙенең хаттарын да кире ҡайтарып биреүен талап итте. «Әлбиттә, әлбиттә, ал», – тине Виктор тыныс ҡына. Шунан: «Һине вокзалға алып барайыммы?» – тип һораны. Элеонораның үҙәк өҙгөс итеп илауы уны ныҡ аптыратты. «Бигерәк эҫенеп киткән. Күптән үк өҙөргә кәрәк булғандыр, күрәһең», – тип ғәжәпләнде ул. Уның бер ваҡытта ла Элеонораның тормошо тураһында уйлағаны юҡ ине. Тимәк, ҡатын был мөнәсәбәттәргә артыҡ етди ҡараған. Нишләргә белмәй, түшәккә ҡапланып үкһегән Элеонора янына ултырҙы, ҡулынан һыйпарға маташты. Тегеһе тартып алғас, яурындарын һикертеп, урынынан торҙо ла: «Кисер инде мине, – тине. – Үҙеңде ҡулға ал. Барыһы ла яҡшы булыр. Мин арыным, артабан һуҙыуҙан бер ниндәй ҙә фәтүә юҡ. Һин тыныслан, өйөңә ҡайт. Асҡысты бында ҡалдыр, ишекте шапылдатып япһаң, үҙе бикләнер». Эйелеп иренен Элеонораның маңлайына тейҙереп алды. «Былай килеп сыҡҡан өсөн ғәфү ит инде. Ярар, миңә китергә кәрәк», – тип урынында тапана бирҙе лә сығып китте. Элеонора кис буйы үкһеп ятты, төн буйы илап сыҡты ла иртәнсәк тороп вокзалға китте. Барыһы ла бөттө.
Алда әле бер аҙна ялы ҡалған, тик был уны ҡыуандырмай инде. Проводник ҡыҙ килеп, тиҙҙән Һамарға етәсәктәрен, ярты сәғәт алда бәҙрәфтәрҙе бикләргә тейеш булыуын әйтеп китте. Уның һылыу йөҙөнә ҡарап, Элеонора Петровна йәнә Витюша хаҡында уйланы. Бәлки, уның башҡа һөйәркәләре лә барҙыр һәм, ғөмүмән, бер ваҡытта ла ҡатынынан айырылырға йыйынмағандыр. Нишләп был ошоға тиклем уның башына килмәгән һуң?
Проводник ҡыҙ йәнә Һамарға яҡынлашҡандарын ҡабатлай. Йә Хоҙай, ни тиклем ялҡытты был Шәһрезада. Бына шундай икенсе бер йәш һәм һылыу арҡаһында Элеонора Петровна ташландыҡ ҡатын булып ҡайтып бара бит инде.
Шәүрә, уңыштар теләп, уның менән Һамарҙа хушлашып ҡалды ла шунда уҡ онотто. Үҙенең вагонында барған егеттән туңдырма һатып алыуын һораны.
Ә егерме минуттан һуң, автобустан төшөп, урамдың икенсе яғына сығып барған Элеонора Петровнаны юғары тиҙлектә килгән йөк машинаһы бәреп китте. Ҡатын шунда уҡ йән бирҙе. Әллә ҡайҙа барып төшкән сумаҙанынан тигеҙ генә ваҡ хәрефтәр менән сыбарланған ҡағыҙ биттәре һәм сағыу төҫтәге юбкалар менән блузкалар осоп сығып, тирә-яҡҡа туҙраны. Һөйөү һәм һағыш тулы хаттарҙы ел өйрөлтөп алып китте. Ике хат барыһынан да алыҫҡараҡ барып төштө, гүйә, перрондан ҡуҙғалып киткән поезды ҡыуып етергә теләй ине улар.
5
Шәүрә төндә вагон ишегенә тиҫтәләрсә кеше дөбөрҙәткәнгә уянып китте. Йоҡо аралаш һикереп торҙо ла, арыуҙан сайҡала-сайҡала, көтөлмәгән пассажирҙарға ишек асырға ашыҡты. Ниндәйҙер бәләкәй генә станцияла нишләп улар шул тиклем күмәк булып ябырылды һуң? Нишләп барыһы ла Шәүрәнең ун өсөнсө вагонына ынтыла, ә перронда башҡа бер йән эйәһе лә юҡ? «Моғайын, кассир шаяртып билетты тик уның вагонына ғына һатҡандыр», – тип уйланы арыған ҡыҙ. Нижневартовскиға сәфәр бик ауыр булғайны. Шуға күрә ҡайтыр юлда пассажирҙарҙың булмауын ул күктәрҙең фатихаһы кеүек ҡабул иткәйне. Тимәк, рәхәтлектең дә сиге етте, Себерҙән кире китергә теләүселәр ҙә бар булып сыҡты.
Бәләкәй генә станциялағы берҙән-бер фонарҙең яҡтыһында Шәүрә, ғәҙәтенсә, билеттарҙы төпсөрләп тикшереп индермәксе ине, күмәк халыҡ быға ирек бирмәне. Дөһөрләшеп өҫкә менеп киләләр. Профилдән ҡараһаң, йөҙө гректарҙыҡына оҡшап торған ҡарасман ир талапсан тауыш менән: «Бына, бөтә билеттар ҙа ошонда. Индерегеҙ, туҡталыш бында биш кенә минут», – тигәс, һаман уянып та етмәгән ҡыҙ тамбурҙа артҡа сигенде. Ныҡлап йоҡо эләкмәгәнлектән, баш йүнләп эшләмәй. Билеттарҙы һанап ҡараны, ун ете, күбеһе – балалар билеты. Ә эргәһенән леһерләшеп үтеп торған ғәм кәмендә биш тапҡырға артыҡ кеүек. Шәүрә асыуланып уларҙың артынан ташланырға, билетһыҙҙарҙы ҡыуып сығарырға теләгәйне, өлгөрмәне, поезд ҡуҙғалып та китте. Нишләйһең, уларҙы бөтөн тиҙлектә төртөп төшөрөп булмай бит инде. Ишекте ябырға тура килде. Инде ҡалайтырға, поезд начальнигына нисек хәбәр итергә? Әҙерлек курстарында бындай хәлдәр һәм унан сығыу юлдары хаҡында һөйләүсе булмағайны. Дөрөҫөн әйткәндә, унда артыҡ бер нәмә лә өйрәтмәнеләр инде. Ниндәйҙер сәйер уҡытыусылар бер-бер артлы иҫке вагондарҙың бер нисә минут эсендә янып бөтөргә һәләтле икәнен генә ҡабатланы. Һөҙөмтәлә, уларҙың нимә әйтергә теләгәне лә аңлашылып етмәне: «Янғын сыға ҡалһа, йәһәтерәк үҙеңә ысҡынырға, сөнки башҡаларға барыбер ярҙам итеү мөмкин түгел» тигән һығымта яһарғамы? Бынан тыш, уларға һәр станцияла тәгәрмәстәге бутсаларға ус менән тейеп тикшереп торорға кәрәклеген өйрәттеләр. Эҫе булһа, йәһәт кенә поезд начальнигына хәбәр итергә. Был инде: «Артабан барырға ярамай, был вагонды төҙөгөнә алмаштырырға кәрәк» тигән һүҙ була, йәнәһе.
«Моғайын, поезд начальнигы билет һата алыр, – тип уйланы ҡыҙ. – Әгәр ҙә улай булмай икән, оятһыҙҙарҙы киләһе туҡталышта төшөрөрҙәр ҙә ҡалдырырҙар. Бик рәхәт түгел, әлбиттә, тик начальствоға баш баҫып барырға тура килә инде».
Ул, мөмкин тиклем асыулыраҡ төҫ сығарып, вагон буйлап йөрөп сығырға ынтылғайны, ишек асылғанын, вагондар тоташҡан урындан тәгәрмәстәр туҡылдауын ишетеп туҡтаны. Ҡараһа, филология факультетының икенсе курс студенткаһы, хәҙерге мәлдә күршеләге ун икенсе вагондың проводнигы Вәлимә икән.
– Шәүрә, тороп тор әле. Бер нәмәкәй әйтәм... – Ашығыуҙан ыһылдап төшкән үҙе.
– Сәләм. Нишләп йоҡламайһың? Һинең пассажирҙарың юҡ та инде. Күрҙеңме, әй, миңә килеп тулдылар! Күҙ алдыңа килтерә алаһыңмы оятһыҙлыҡтарын – ун ете генә билеттары бар, ә бөтөн вагон туп-тулы. Үәт эләктем!
– Һин ысынтылап та эләктең, ҡыҙыҡай! Ҡара әле, вагоныңда кемдәр икәнен һин һаман аңламаныңмы әллә?
– Нисек инде кемдәр? Пассажирҙар инде!
– Улар бит сиғандар! Тотош таборҙары менән!
– Ниндәй табор? – Шәүрә аптырауҙан ҡысҡырып ебәрҙе лә шау-шыулы пассажирҙар яғына ҡараны. Ҡараңғыла йөҙҙәре күренмәй. Тик эргәләге бер нисәһе генә, уның тауышын ишетеп, был яҡҡа боролдо.
Араларында оҙон буйлы бер егет, аттыҡы кеүек эре, ап-аҡ тештәрен йылтыратып:
– Ҡурҡма, һылыуҡай, беҙ сиғандар, тик беҙ тешләшмәйбеҙ, – тип йылмайҙы.
Рәхәтләнеп көлөп ебәрҙеләр ҙә шымдылар. Вәлимә бышылдап ҡына үҙенә әйтергә ҡушылғандарҙы һөйләп бирҙе.
– Мине поезд начальнигы ебәрҙе. Бөтөн состав буйлап йөрөй алмаһындар өсөн, беҙҙең бөтәбеҙгә лә вагондарҙы бикләргә ҡушылды. Улар менән һин генә ҡалаһың. Нимә ҡушалар, шуны эшлә. Улар менән әрләшмә. Тик постель бирмә. Начальниктың ҡото осҡан. Вагондан бер нәмә лә ҡалмаҫ инде, тип борсола. Бына шул. Ярай, мин киттем. Ныҡ тор.
Бер тынала теҙеп сыҡты ла ялп итеп сығып та китте. Ишекте гөрһөлдәтеп япты һәм артынан өсмөйөшлө махсус асҡыс менән бикләп тә ҡуйҙы.
Шәүрә бикле ишеккә арҡаһы менән боролдо ла, был сәйер пассажирҙарҙан нимә көтөргә икәнен уйламаҫҡа тырышып, ғәҙәттәге эшенә тотондо. Вагонда утты тоҡандырҙы. Титанды яға башланы. Унан барыһы ла ишетерлек итеп: «Кемгә сәй кәрәк?» – тип һораны.
Барыһы өсөн дә балаһын имеҙеп ултырған һарғылт сәсле, йәшел күҙле һылыу йәш ҡатын яуап бирҙе. Ул бай итеп кейенгән, юбкаһы менән блузкаһы затлы тауарҙан, ә биҙәүестәре әллә кемдәрҙе көнләштерерлек.
– Беҙгә сәйнүк кенә бир. Үҙебеҙ яһап эсербеҙ. Йәл булмаһа, шәкәр менән сәй бирһәң дә була. Тағы ла стакандар кәрәк булыр. Шунан, һиңә постель бирмәҫкә ҡуштылар. Ә одеял тураһында бер нәмә лә әйтмәнеләр. Бирәһеңме? Төн һалҡын. – Ул күҙҙәре кеүек үк фәйрүзә төҫөндәге ебәк блузкаһы аҫтындағы йомро яурындарын һикертеп ҡуйҙы.
– Берәйегеҙҙе миңә ебәрегеҙ. Сәйнүк менән стакан бирәм. Сәй менән шәкәр күп ҡалмаған. Күпме бар – барыһын да бирермен. Одеял да алырһығыҙ.
– Бына был икәү һинең менән барыр. – Сибәр ҡатын башта артыҡ бешкән еләк кеүек тамылйып торған ҡыҙға күрһәтте. Тулы ғына, бүлтек ирендәре өҫтөндә мыйыҡ ишараты ҡарайып беленгән һылыу янында баяғы ҡуйы ҡара ҡашлы көләкәс егет күҙҙәре янып баҫып тора. Шәүрә баш ҡағып уларҙы артынан әйҙәне лә үҙенең купеһына йүнәлде. Бөтә нәмәне яҙып, һанап бирҙе, «бушҡа ғына мәшәҡәтләнәм» тигән уйҙы башына ла килтерергә теләмәне. Бер нисә минуттан вагонға үрелеп ҡараны. Сиғандар барыһы ла тамаҡ туйҙырып алған, дәррәү ҡуҙғалышып йоҡларға ятырға әҙерләнәләр. Беренсе купела ултырған егет менән ҡыҙға:
– Мин йоҡларға ятам, берәй нәмә кәрәк булһа, ишеккә туҡылдатырһығыҙ, – тип өндәште.
– Ярай, – тинеләр. Вагонда утты һүндерҙе лә купеһында бикләнде. Ни генә булһа ла, йоҡларға, көс йыйырға кәрәк. Поезд башлығының нимәгә шул тиклем ҡото осҡанын, Вәлимәнең нишләп хафанан күҙҙәре түңәрәкләнгәнен аңламаны. Хәйер, бер ваҡиға иҫенә төшә биреп ҡуйҙы. Бер поезда сиғандар, проводник ҡатын менән ыҙғышып китеп, тотош вагонды ҡыйратып ташлағандар икән, тип һөйләгәйнеләр. Өҫтәлдәргә тиклем емергәндәр, тәҙрәләрҙе ватҡандар, бәҙрәфтәге көҙгөләрҙе лә ҡалдырмағандар. Уйлап ҡараһаң, күпме зыян! Ә бит үҙҙәренән елдәр иҫкән. Тоторһоң һин уларҙың ҡойроғон!
«Поезд начальнигы валерьянка эсәлер инде», тип көлөмһөрәп уйланы ҡыҙ. Ә уға ни өсөндөр үҙенең сиғандары бик тә һөйкөмлө күренде. Таҙа ғына кейенгәндәр, кейемдәре кинолағы кеүек, сағыу, ялтыр-йолтор. Күберәге йәштәр. Араларында икәүһе генә өлкән күренә. Ни өсөндөр улар Шәүрәгә оҡшап етмәне. Ҡараштары ауыр, йөҙҙәре һытыҡ. Ә теге сибәр ҡатынға береһе бер ҡаршы һүҙ әйтмәй, һәр бойороғон үтәп торалар. Өҫкө һәндерәлә ятҡан баяғы грек профилле ир иһә ҡараштарын түбәгә төбәгән дә бер нәмә лә өндәшмәй, гүйә, ишетмәй. Хас та батшаларса эре тота үҙен, хужалыҡ мәшәҡәттәренә ҡыҫылмай, ҡатынына идара итергә ирек ҡуйған.
Шәүрә иртәнсәк үҙе уянып китте лә, һағайып, вагондағы тынлыҡҡа ҡолаҡ һалды. Унан урынынан һикереп торҙо, башын һоноп ҡараны. Сиғандар үҙҙәре титанды ҡайнатҡан, рәхәтләнеп сәй эсеп ултыралар. Вагонда тәртип. Бөтә нәмә лә теүәл күренә. Йылмайышып, уға хәйерле иртә теләйҙәр. Хатта поезда ла улар үҙҙәренең тәртибе, табор тормошо менән йәшәй. Шәүрәнең уларҙың донъяһына ҡыҫылырға бер теләге лә юҡ. Уның үҙ донъяһы бар һәм унда рәхәт, һил. Үҙенә сәй яһаны, әсәһе ҡайнатҡан вареньены алды, сыр телде. Иртәнге тамаҡтан һуң үткән рейста уҡ уҡый башлаған китабына тотондо. Мауыҡтырғыс ҡына, тик был мәшәҡәтле эш менән бер битте лә тыныс уҡып булмай. Бына әле лә бер ҡатындың өндәшкәненә тертләп китте, шым ғына ингән дә һиҙҙермәй генә эргәһенә баҫҡан. Егерме биш йәштәрҙә, бәлки, йәшерәктер, Шәүрәнең тиҫтерелер. Был сиғандарҙың йәшен теүәл генә билдәләүе еңел түгел.
– Лагың матур икән. Миңә лә буярға биреп тор әле.
Шәүрә яҡтыла йылҡылдап торған көмөш тырнаҡтарына ҡараны ла ризалашып баш ҡаҡты: ысынлап та матур.
Тороп, кәштәнән бәләкәс кенә лаклы һауытты алып һондо.
– Бүләк итәм. Тик аҙыраҡ башланған. Ә һеҙ миңә киләсәгемде әйтерһегеҙме?
Ҡояшта емелдәп торған ялтыр һауыт киң итәктең бөткөһөҙ ҡатмарҙарының береһендә юғалды. Моғайын, унда кеше күҙенән йәшерен әллә күпме кеҫәләр барҙыр. Шунан сиған ҡатыны Шәүрәнең тәүҙә бер, унан икенсе усын асып ҡараны ла башын сайҡаны.
– Юҡ, әйтмәйем, – тине. – Ҡурҡма, иртәме-һуңмы барыһы ла һәйбәт буласаҡ. Нимәгә һиңә алдан белергә? Ә үткәнеңде үҙең дә яҡшы беләһең. Кәрәкмәй һиңә алдан белеү, миңә ышан.
Сағыу сәскәле киң итәген бөтөн купе иҙәненә йәйеп, йыуынғыс янына сүгәләне лә, Шәүрәнең күҙҙәренә туп-тура ҡарап, һөйләүен дауам итте.
– Һиңә күрәҙәлек итергә ярамай. Алдан белергә ярамай һиңә. Юғиһә йәшәргә көсөң булмаясаҡ. Тураһын әйткәндә, күптәр күрәҙәлек тә итә белмәй бит ул. Хатта беҙҙекеләр араһында ла. Шуға күрә бер кемде лә тыңлама, бер кемгә лә ышанма, нисек беләһең, шулай йәшә. Йөрәгеңә ышан, күңелеңә ҡолаҡ һал, ә башыңды тыңлама. Һинең тәбиғәтең шундай. Башҡаса ярамай һиңә. Был турала әйтеп бөттөм. Бына һин миңә үҙең әйт әле. Һин беҙҙән ҡурҡмайһыңмы ни? Ана, әхирәтең ҡайһылайтып ағарынып йүгереп килгәйне. Ә һин ҡурҡмайһың...
– Ә нимәнән ҡурҡырға? Һеҙ ҙә шул уҡ әҙәм балалары.
– Беҙ – молдаван сиғандары. Ишеткәнең бармы? Юҡтыр, моғайын. Беҙ һәйбәтбеҙ, ә кешеләр был хаҡта белмәй. Беҙ сиғандар ғына түгел, беҙ – артистар. Күпме йөрөйбөҙ, һинең кеүек үҙен дөрөҫ тотҡан кешене тәүгә осратабыҙ. Мине кисә һинең менән һөйләшкән ҡатын – ул барондың бисәһе – ебәрҙе. Борсолмаһын, үҙ ихтыярынан башҡа бер нәмәһенә лә теймәйбеҙ, тип әйтергә ҡушты.
Ул талғын ғына, бейегәндәге кеүек һығылмалы итеп тороп баҫты ла инде коридорҙан:
– Һепертке менән биҙрә алам. Йәштәр йыйыштырып сығарыр. Беҙ ҡарбуз ашаныҡ, сүпләнек, – тигән тауышы ишетелде.
– Юҡ-юҡ, һеҙ нимә! Үҙем, – тип урынынан һикереп торҙо Шәүрә. – Был бит минең эшем.
– Ултыр, йыйыштырабыҙ тигәнмен икән, йыйыштырабыҙ. Ултыр, ял ит, – тип бойорҙо ла ебәк итәктәрен ҡыштырҙатып, тәңкәләрен сылтыратып, китеп тә барҙы.
Шәүрә тәҙрәгә ҡарап бара, бер пейзаж икенсеһе менән алмашына. Башта бер генә уй ҙа юҡ, ә күңелдә ни өсөндөр яҡты.
Икенсе көндө иртән иртүк шау-шыулы табор ҙур ҡаланың перронына төштө. Шәүрә үҙенең инде ары китергә ҡуҙғалған сиғандарына оялып ҡына ҡул болғағандай итте. Барон кешеләрен күҙ ҡараштары менән генә туҡтатып ниҙер әйтте лә Шәүрәгә боролдо.
– Бар, ҡара, барла. Барыһын да һанамай тороп, беҙ китмәйбеҙ.
Ҡыҙыҡай вагонға йүгерҙе. Бөтә матрастарҙы, матрас тыштарын, мендәрҙәрҙе, стакандарҙы һанап сыҡты. Сәйнүк менән бер матрас тышы юҡ. Тағы ла ике стакан етмәй, тик уларҙың ярсыҡтары титан эргәһендәге биҙрәлә ята. Тимәк, юғалмағандар, иҫәп-хисапҡа ҡушып була. Тимер юл сметаһында сәйнүктең күпме торғанын ул белмәй ине, ә бына матрас тышы – һигеҙ һум ҡырҡ тин.
– Сәйнүк менән матрас тышы етмәй. Ике стакан ярылған, тик ватыҡтары булғас, уларҙы иҫәптән төшөрә алам.
Барон Шәүрәгә баштан уҡ оҡшамаған өлкән йәштәге ирле-ҡатынлыға асыулы ҡараш ташланы. Ауыҙын асып та өлгөрмәне, тегеләр урлаған әйберҙәрен кире ҡайтарып бирҙе.
Был станцияла туҡталыш ярты сәғәттән артыҡ ине. Ҡыҙыл флажогын тотоп кире сығып баҫҡас, теге ваҡытта унан тырнаҡ лагы алған ҡатын:
– Поезд начальнигынан беҙгә кер һабыны менән сода һорап ал әле, – тип ҡысҡырҙы.
– Күпме?
– Күпме йәл түгел!
Шәүрә штаб вагонына йүгерҙе. Начальник перронда тора ине.
– Кер һабыны менән сода һорайҙар.
– Күпме?
– Күпме йәл түгел!
– Бына, егерме киҫәк һабын менән биш ҡап сода. Башҡаса юҡ, – тине начальник, ауыр ғына тоҡ сығарып тоттороп. – Һин миңә шуны әйт әле: вагонда берәй нәмә имен ҡалдымы, исмаһам, әллә юҡмы?
– Бер нәмәне лә боҙманылар, бер нәмә лә алманылар.
Начальник бер нәмә лә аңламаны, ахыры, – аңшайып ҡарап ҡалды. Шәүрә кире йүгерҙе. Ул, эсендәге әйберҙәрен әйтеп, тоҡто бирҙе лә яңынан вагонының баҫҡысына күтәрелде һәм был юлы инде сиғандарына ҡулын ҡыйыуыраҡ болғаны. Тегеләр ҙә уға йылмаялыр, ҡул болғайҙыр кеүек тойолдо. Тик таборҙың инде унда эше юҡ ине. Улар шаулашып үҙ юлына китте һәм һалҡын иртәнең ҡуйы томанына инеп юғалды.
Пассажирҙарын оҙатҡандан һуң Шәүрә вагонын Өфөлә тапшырырға әҙерләй башланы. Тәҙрәләрҙән пәрҙәләрҙе йыйып алды, матрастарҙы тығыҙ итеп төрөп, өсөнсө ҡаттағы һәндерәләргә урынлаштырҙы, вагон иҙәндәрен йыуҙы, бәҙрәфтәрҙе таҙартты. Сепрәк, һыу, порошок ярҙамында үткән көндөң эҙҙәре йыуылды ла бөтә нәмә ялт итеп сафланып ҡалды. Бер нисә сәғәттән улар һөйөклө Өфөгә ҡайтып етер. Ҡайтыу менән ул иң тәүҙә рәхәтләнеп йоҡо туйҙырып алыр. Бер уянмай тәүлек буйы йоҡо һимертер, моғайын. Өс көндән – беренсе сентябрь. Башҡорт дәүләт университеты тарих факультетының өсөнсө курсында уҡыу йылы башлана. Тимәк, уға тиклем факультетҡа инеп, уҡыу расписаниеһын күсереп алырға кәрәк булыр. Шәүрә бөтә нәмәне лә алдан уҡ эшләп ҡуйырға, тормошон алдан планлаштырырға ярата.
Эшен тамамлағас, Шәүрә ҡарайып барған латунь ҡоршауға ултыртылған стаканға эҫе сәй ҡойоп алды ла, тәҙрәнән һарғая башлаған ағастарға ҡарап, яйлап ҡына сәй эсергә тотондо. Бер аҙҙан вагон тәҙрәһенә һалҡын ямғыр тамсылары туҡылдата башланы. Йәйҙең аҙағы етте һәм инде көҙ ҙә беленде. Йыл миҙгелдәре үҙгәргән кеүек, тормош та үҙгәрә. Тәгәрмәс өҫтөндәге туҡтауһыҙ алмашынып торған, ҡайһы ваҡыт хәүефле лә булып киткән тормошо тамамлана. Уның урынына күңелле студент тормошо башлана. Үлән һалып то роп бешергән тәмле сәйен эсеп бөткәс, тәгәрмәстәрҙең туҡылдауын гитара моңо кеүек күҙ алдына килтереп, ҡыҙ шым ғына яратҡан йырын башланы. «Өфө вокзалы» тип аталған был йырҙың авторы билдәле түгел ине. Шиғыры ла, көйө лә күңелгә шул тиклем ятышлы. Былтыр археологик экспедицияға барғас, төнгө усаҡ янында ултырғанда уны, моғайын, меңәрләгән тапҡыр йырлағандарҙыр.
***
Һәйбәт сиғандар ун өсөнсө һанлы вагонға ысынлап та бер тинлек тә зыян килтермәгәйне. Әммә поезда уларҙың махсус асҡыс менән вагондар араһындағы ишекте еңел генә асып, төн йөҙөндә, күрше вагондан ун туғыҙ матрас тышы, ете мендәр, әлбиттә, өр-яңы һүренделәре менән, алып сыҡҡандарын әле бер кем дә белмәй ине. Ҡыҙыллы-күкле буй-буй матрас тыштарынан арыу-талыуҙы белмәгән сәйәхәтселәр өсөн бик тә йәтеш ҙурҙур тоҡтар сыға. Ун икенсе вагондың проводнигы Вәлимә был юғалтыуҙы бары тик Өфөлә генә беләсәк, һәм уның хеҙмәт хаҡынан байтаҡ ҡына аҡсаһын тотоп алып ҡаласаҡтар. Шәүрә иһә хатта ватыҡ стакандарҙы ла иҫәптән төшөрөп ҡотоласаҡ. Поезд начальнигы ҡыҙға яҡшы эшләгәне, асылда, тимер юл транспортының мөлкәтен һаҡлап ҡала алғаны өсөн премия вәғәҙә итер, тик, ғәҙәттәгесә, онотор. Күңел нескәреп киткәндә нимә генә әйтеп ташламайһың!
Шәүрә менән Вәлимәнең араһы һыуыныр. Күршеһенең уны шулай еңел генә сиғандар менән яңғыҙ ҡалдырып бикләүе, аҙаҡтан иһә хәл дә белешмәүе Шәүрәнең күңелен ҡырһа, Вәлимәнең сиғандарҙың уның вагонын талауына йәне көйөр. «Үҙҙәренең», йәғни Шәүрәнең вагонында урлашырға тейештәр ине бит, тип фекер йөрөтөр ул.
Ике йылдан һуң Үзбәкстан Совет Социалистик Республикаһының Мөбәрәк ҡалаһында сал сәсле ир төндә конвертҡа ваҡ ҡына хәрефтәр менән семәрләнгән аҡ ҡағыҙ һалыр. Конверттың тышына «Өфө. Башҡорт дәүләт университеты, тарих факультеты. Вәлиеваға (сәсен ҡыҫҡа ғына ике толомға үргән ҡыҙыҡайға)» тип яҙылғайны.
«Һаумы, ике толомло ҡыҙыҡай! Исемеңде онотҡанмын, ғәфү ит. Ул минең өсөн ҡатмарлы тойолғайны. Тик мин һине һәр ваҡыт иҫкә алам. Һин миңә бик оҡшаның һәм мин һине онота алмайым.
Мин инде өйләнгәнмен. Ҡатыным бик һәйбәт. Бәләкәй генә ҡыҙыбыҙ үҫә. Уны ҡулыма алған ваҡытта теге мәлдә һиңә тойғоларымды белдерергә баҙнат итмәгәнем, һинең менән бәхетле булырға ынтылыш яһамағаным өсөн әрнеү бер аҙ сигенгәндәй була.
Моғайын, инде һин дә кейәүгә сыҡҡанһыңдыр, балалар үҫтерәһеңдер. Ҡатыным да һинең турала белә. Ә әсәйем һиңә сәләм ебәрә. Беҙ барыбыҙ ҙа һине ғаиләң менән бергә үҙебеҙгә саҡырабыҙ. Өйөбөҙ иркен, ҙур емеш баҡсабыҙ бар. Һин бит емеш яратаһың. Һеҙгә эсәр һыу ағыуланған ҡалала һис кенә лә ҡалырға ярамай. Бөтәгеҙ ҙә, атайың-әсәйең дә, туғандарың да, ирең, балаларың – күмәкләшеп килегеҙ.
Һинең ни тиклем ғазапланыуыңды күҙ алдына килтерһәм, йөрәгем ҡанһырай. Һин бит бер нәфис кенә сәскә кеүек инең, нисек иҫән ҡалырһың? Минең һуңлап асылған тойғоларым кәрәкһеҙҙер, әммә файҙаһыҙ түгел. Һеҙгә бәлә килгәндә мин ярҙам итергә теләйем һәм ярҙам итә алам. Хәҙер мин ҡалабыҙҙа ҙур ғына вазифалы кешемен. Сәләм менән Олуғбәк».
Хатты уҡыһа ла, Шәүрә уға яуап ҡайтара алмаҫ. Был ҡыҫҡа ғына ваҡытта – 1989 йылдан алып 1991 йылға тиклем – уның тормошонда, бер яҡтан ҡараһаң, һис нәмә лә үҙгәрмәҫ, икенсе яҡтан, барыһы ла бөтөнләй икенсе булыр. Уға тыуған ҡалаһынан Өфөләге экология һәләкәтенә тиклем үк ҡапыл ғына китергә тура килер. Был хат ҡулдан ҡулға тапшырылып, бары бер йыл үткәс кенә уға килеп етер. Шәүрә уны Манхеттен ҡалаһында кафела ултырып ғәжәпләнеп һәм сәйерһенеп уҡыр. Төҙөлөш отрядында үткәргән ул йәйҙән һуң уның тормошонда булған сағыу ваҡиғалар быға тиклемге бик үк әһәмиәтһеҙ хәлдәрҙе компьютерҙағы кәрәкһеҙ файлдар кеүек юйып ташлар. Урта Азия тарафтарына йөрөгән сәфәрҙәрҙән уның хәтерендә бары тик теге ҡарт ҡына тороп ҡалыр, башҡалары, тупраҡҡа һеңгән ҡар һыуы кеүек, эҙһеҙ юғалыр. Әле ул үҙенә хат яҙған кешенең йөҙөн иҫенә төшөрөргә тырышыр, әммә бер нәмә лә килеп сыҡмаҫ. Хәтерендә уның яҙмышын ҡырҡа үҙгәртеп ебәргән ҡарттың һыҙаттары ғына уйылып ҡалған булыр. Ҡыҙ Америка Ҡушма Штаттарына егерменсе быуаттың егерменсе йылдарындағы башҡорт тарихына ҡағылышлы көтмәгәндә табылған архивты өйрәнергә барыр. Был документтарҙы тапшырған кешенең төп шарты буйынса, уларҙы өйрәнеүсе төркөмгә мотлаҡ рәүештә контракт менән Американың тарих фәне өсөн быға тиклем бөтөнләй билдәһеҙ булған СССР тарихсыһы – Башҡорт дәүләт университетының тарих факультеты студенты Вәлиева Шәүрә индерелергә тейеш ине.
Шәүрә ШӘКҮРОВА
2005 йыл, сентябрь – ноябрь.
Руссанан Гөлсирә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА тәржемәһе.