Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
23 Май 2025, 19:00

Ҡурсаҡ (хикәйә)

– Ғаяз, ғәфү ит, ете төн уртаһы икәнлеген дә беләм... Кисекмәҫтән мине теге бала табыу йортона алып бар! Юҡ, иртәгә түгел... Ул баланы хәҙер күрергә теләйем! Бала табыу йортона уларҙы төн уртаһында кем генә индереп торһон инде! Таңға ҡәҙәр, эш көнө башланғансы, кисектереп торорға тура килде. Ғаяз менән инеп ҡаранылар сабыйҙы. Ҡып-ҡыҙыл йомарсыҡты ап-аҡ биләүгә төрөп һалғандар. Буйы ла беләк буйы самаһы ғына. Янына кешеләрҙең инеүен белде әллә – бүлтек иренен сәпелдәтеп, ашағыһы килеүен һиҙҙертте. Шуларҙы яратып күҙәтте лә бәхетле йылмайып ебәрҙе, тартынып ҡына Ғаязға һирпелде, ә ул «оҡшаны бит, тәүәккәллә» тигәндәй башын һелкте. Күңелендә бөрөләнеп тулышҡан теләген өтәләнеп, ашығып тормошҡа ашырҙы. Әсәһенең ҡаршы килеүенә, тырт-мырт итеп ризаһыҙ ҡыланыуына ла иғтибар итмәне. Кәрәкле документтарҙы юридик шартына килтереп тултырып, баланы алып ҡайтҡансы аҙна-ун көн самаһы ваҡыт уҙҙы. Бала табыу йортоноң баш табибы уны кабинетына саҡыртты: – Ҡайһылайыраҡ итеп оформить итәбеҙ? Опекун... Әйтеп бөтөргә бирмәй бүлдерҙе: – Мөмкин булһа, минең балам итеп! – Мөмкин түгел шул, ташлап китһә лә, уның әсәһе бар, бер көн килеп ташлағанын таптырыуы ихтимал...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Шул дәү ҡурсаҡ хәҙер зәңгәр күҙҙәрен тултырып, шелтәләгәндәй уға төбәлгән. «Ниңә улай хөкөм иткәндәй ҡарайһың? Ғәйеплемен, гонаһлымын, Хоҙай ярлыҡаһын өсөн ни ҡылайым, әйт? Ҡарама улай, ҡарама!..» Ҡурсаҡты йөҙтүбән әйләндереп һалды.

Илһөйәрҙең күҙ йәштәре сикәләренән һырғалап аҡты ла аҡты. Төпһөҙ күлдер ул үрһәләнгән йәне, юғиһә керпек төптәрен әсеттереп, тыйып торғоһоҙ тоҙло ағымдай тышҡа бәргән күҙ йәштәре бер туҡтамаһа бер туҡтар ине. Ул уларҙы тыйманы ла, тыйырға ла теләмәне. Кемдән тартынырға был яландай иркен, ҡиммәтле йыһаздар менән тулы һәм шул уҡ ваҡытта тере зат ҡалмаған таш лабиринтта? Хатта телефондан шылтыратып йыуатыусы, хәленә инеүсе лә юҡ бит. Шаулап-гөрләгән миллионлы ҡалала япа-яңғыҙы ҡалды. Тышы ялтырай, әммә булмышына иремәҫлек һалҡын боҙ һеңеп ҡатҡан. Ошо мәлдә йөрәк өйәнәге тотоп яҡты донъянан китеп барһа, белеүсе лә, күреүсе лә, хатта эҙләүсе лә табылмаҫ. Унһыҙ ҡолаҡтары тынсый ҙа баһа һәммәһенең, сөнки уҫал етәксенең теңкәгә тейеп мыжып йөрөүенән йөрөмәүе хәйерле! Эшенән дә өс-дүрт көн үткәс кенә, зарураттан түгел, әҙәп йөҙөнән эҙләргә тотонорҙар: унда-бында шылтыратып, белешеп аҙапланырҙар, рәт сыҡмаҫтайға оҡшаһа, һуңғы сиктә милицияға хәбәр итерҙәр. Уныһы ла машинаһындағы сиренаны яман олотоп, уттарын янаулы балҡытып килеп етер, бүнәтәйҙәр табып, уларҙы ҡаратып ҡуйып фатир ишеген ҡайырырға керешер. Тимер ишек бирешә һалып бармаҫ, оҙаҡ этләнер емереүселәр. Ингәс уның ошо йомшаҡ ҡәнәфигә хәрәкәтһеҙ һеңеп ҡатҡанлығын күрерҙәр...

Ауырлыҡ менән тороп, ишек яҡ стенаны биләгән трюмо ҡаршыһына барып баҫты. Көҙгөнән уға илле йәштәр тирәһендәге арыған йөҙлө, йонсоу ҡиәфәтле ҡатын ҡараны. Ул уны таныны ла, таныманы ла: йоҡоһоҙлоҡтан, ана, һөрөм тартылған ҡабаҡтары ҡабарып шешмәкләнгән, күҙ ағы ҡан һауыуҙан ҡыҙарған, биттәрен күҙ йәштәренә уҡмашҡан тушь йәмһеҙләп юлаҡлатҡан. Ошо фиғеле кеүек үк, уның болоҡһоу күңеле лә аҡбалсығы ыҫланған мейестәй шыҡһыҙ. «Алдыҡ менән берҙән-бер ҡыҙын үлем сигенә еткерҙе. Барыһын да үҙе ойошторҙо, бөтәһен тәфсилләп уйлап, айыҡ аҡыл менән ҡылды. Хәҙер килеп типкеләнеп урамға ҡыуылған эттәй шыңшый, Хоҙай Тәғәләнән Гөлкәйенең терелеүен һорай, ялбара. Шулай ҙа әле уға үлергә ярамай. Ярамай! Яҡты донъя менән хушлашырға әле иртәрәк. Дауахананың реанимация бүлегендә ятҡан ҡыҙын әсә булараҡ әжәлдән ул әрсәләмәһә кем әрсәләр?..»

Ҡыҙыл буяҡлы лакка ҡатырылған осло тырнаҡлы нәфис бармаҡтары менән ойпаланып ялбыраған ҡыҫҡа сәстәрен рәткә килтерҙе, усын маңлайына тигеҙҙе. Башы ярылыр сиккә етеп сатнап ауыртһа ла, маңлайы һалҡын. Әсәһен ерләгән мәлдә, хушлашып, ирендәрен уның маңлайына тигеҙеп алғайны, ул да ошолай этәргес, өшәндергес ине. Ус төптәре менән ике сикәһен ауырттырғансы ҡыҫты, шулайтып ул баш ауырыуынан, һеңгәҙәүҙән арынырға итте. Әммә еңеллек килмәне. Тотош кәүҙәһе менән әкрен боролоп, ҡарашын зал түрендәге пианино өҫтөнә ҡуйылған ҡурсаҡҡа йүнәлтте. Элекке көн дауахананан ҡайтышлай алғайны уны. Ни өсөн шулай эшләгәнен үҙе лә аҙағынаса төшөнмәне. Уйынсыҡты магазин витринаһының түрендә күрҙе лә, берәре һатып алмаҫ элек тип, ашығып мосолманға оҡшаған һатыусыға башҡортсалап мөрәжәғәт итә һалды: «Миңә анау ҡурсаҡты бирегеҙ, зинһар!» «Эту что ли?» Сөм-ҡара сәсле тәтәй һатыусы алһыу ҡан төҫөндәге помадаға буялған ирендәрен бөрөштөрөп ирештергәндәй, руссалап шулай тине лә, юрый ҡыланып, ситкәрәк ҡуйылған күрмәлекһеҙ арзанлыға нәҙек бармағын төрттө. «Юҡ, анау, түрҙәгене.» – «М-м-м... Но эта кукла очень дорогая, штучного исполнения.» – «Меня цена не интересует. Дайте!» Һонолған ҡулға ҡурсаҡ һалынманы. «Сами видите, размер большой. Товар для дошкольного возраста, так сказать. Вы наверное внучке покупаете?» – «Вам не все ли равно? – Ярһый барыуын тойҙо ла тауышын баҫып, тыныс ҡалырға тырышып өҫтәне. – Ваша обязанность – обслуживать посетителей, не так ли?» Бәйләнсек һатыусы иҫкәрмәгә ҡылъяйманы ла, әрһеҙ текәлеп яуабын ҡайтарҙы: «Наша обязанность не только обслуживать, но и объяснять, предлагать подходящий товар». – «Шулай булғас, бирегеҙ, ҡыҙыма алам!» Әрепләшеүгә тартҡан ошо һөйләшеүгә нөктә ҡуйырға теләгән ҡыҙ, сама белмәй, йөҙөнөң имен ерен ҡалдырмай крем-буяҡтар яҡҡан йөҙөнә мыҫҡыллы йылмайыу ишараты йәбештерҙе лә, һорағанды тоттороп хаҡын алғандан һуң, ҡаҡ яшыҡ кәүҙәһе менән бергә ҡуш йоҙроҡтай осаларын бейетеп ситкәрәк китте һәм унда, йоҡомһорағандай күҙҙәрен йомоп, йыбанып ҡына һағыҙ сәйнәгән әхирәтенең ҡолағына үрелеп ниҙер шыбырҙаны. Уның яғына кинәйәле мут һирпелеп, пырх-пырх килеп көлөшөп алдылар. Ғәйбәтләнеләр, мыҫҡыл иттеләр инде үҙҙәренсә.

Шул дәү ҡурсаҡ хәҙер зәңгәр күҙҙәрен тултырып, шелтәләгәндәй уға төбәлгән. «Ниңә улай хөкөм иткәндәй ҡарайһың? Ғәйеплемен, гонаһлымын, Хоҙай ярлыҡаһын өсөн ни ҡылайым, әйт? Ҡарама улай, ҡарама!..» Ҡурсаҡты йөҙтүбән әйләндереп һалды.

Ярты ғүмере уҙып та бара, ә ул ҡәҙимге ҡыуаныстарға кинәнеп, тапҡанына мөрхәтһенеп йәшәмәне лә. Өҙлөкһөҙ көрәште, кемгәлер нимәлер иҫбатланы, талашты, еңде-еңелде, тағы ла сәмләнеберәк алға ынтылды, терһәктәре менән үҙенә юл ярҙы, уны ла кәсеп уҙармандары, көндәштәре һайлаған һуҡмағынан мәтәлдерергә аҙ тырышманылар. Ә өнәмәүселәр һәр ваҡыт һәм һәр ҡайҙа ла етерлек. Көндәштәр, тигән була, ир-атҡа талашҡандарҙы ғына шулай атайҙар ҙа. Ә ул талашып йөрөмәне, сөнки сибәр ине, әле лә төҫ ташламаған, шуға көслө заттарға бер ҡасан да ҡытлыҡ кисермәне, йәш сағында йәне түгел, тәне тартҡанын теләгән еренә алып китте. Тегеләренең тормошо, ғаилә хәле уны бөтөнләй ҡыҙыҡһындырманы. Ирҙәренең йәшерен, боҙоҡ хилафлыҡтарын юллап йөрөүселәр ҙә булманы һәр хәлдә. Күҙҙәре майланған, ләззәт көҫәгән мәжнүндәргә вәғәҙәле ҡаш һикертеү ҙә етә ине, артынан магнитҡа тартылған тимер киҫәгеләй эйәрҙеләр. Бер кискә баштарын әйләндерә лә һуңынан онота был осрашыуҙы, бөтөнләйгә онота, ярҙамы тейерҙәйҙәрҙе генә хәтерендә ҡалдыра, бер кәрәкмәһә бер кәрәгеүҙәре бар. Фәхишәлек булдымы был, әллә аҙғынлыҡмы – уныһы хаҡында уйлап та ҡараманы. Фәхишә тиергә – ул бит тәнен бер ваҡытта ла аҡсаға һатманы! Әммә ләкин бәғзеләрҙең ҡөҙрәте һуңынан фирманың үҫеүенә булышлыҡ итте, күптәр инә алмаған ауыр ишектәр уның өсөн ауырлыҡһыҙ асылды. Ул, ғүмер океанында киләсәктә ҡайһы ярға сығарып ырғытырын белмәй, ағым ыңғайына йөҙгән юнысҡы ишаратында көн итте. Был эшенә, бизнесҡа түгел, шәхси тормошона ҡағылышлыһы, әлбиттә. Ә ирҙәрҙе түшәккә саҡырыуы йәшәүенең буш мөйөшөн тулыландырырға ынтылыуы булды бары. Йәнә тәбиғәтте алдармын тимә, ул бит ни тиһәң дә ҡатын-ҡыҙ: көслө, дәртле, кәр-ғәйрәтле ир танһыҡлай, һөйгөһө, һөйөлгөһө килә. Тик һайлап эйәләтә уларҙы. Сыуалғаны ла ҡөҙрәтле түрәләр, министр урынбаҫарҙары, ҡалғандарға икенсе сортҡа ҡарағандай ерәнеп, түбәнһетеп ҡарай. Һуңғы модаға ярашлы кейенгән, еренә еткереп биҙәнгән, һыланған-һыйпанған һауалы ҡыҙға ябайыраҡтар күҙ һалыу ҡайҙа, яҡынларға ҡыймайҙар, тартыналар. Ғаяз ғына унан өркмәне, осрағанында гелән ҙур һоро күҙҙәрен тултырып ҡарап уҙа торғайны. Һоҡланып, яратып ҡарай. Улайға китһә, яңы ғына ойошторолған фирма ла ул саҡта артыҡ ҙурҙан түгел ине, хеҙмәткәр-эшселәре лә тиҫтә самаһы ғына. Шул бәләкәй төркөмдөң хужаһы ине, етәксеһеме, ойоштороусыһымы шунда. Һәр хәлдә «директор» исеме менән нарыҡламайҙар ине уны. Аралашыуҙары ла ябай, мөғәләмәләре лә тиң. Эреләнеп ҡыланыу ҙа юҡ. Шул осорҙа килгәйне Ғаяз. Килде лә яғымлы һирпелеүе менән тертләтеп ебәрҙе күңелен. Уның машинаһына һағып бер нисә тапҡыр алыҫ юлға сығып йөрөп тә әйләнгеләне. Һиҙҙермәй генә күҙәтте егетте, уның фиғеленә, һөйләшеүенә, үҙен тотошона яҡындан иғтибар итте, тағы ла бер тапҡыр күңел яҡынлығына инанды. Бынан тыш та фирманың коридорында йә ихатала көн һайын тейерлек тап итә Ғаязды, тап итә лә йөрәге сабырһыҙ тулап китә. Тик үҙен ҡулға алып өлгөрә, йөҙөнә һауаланыу ғәләмәте сығарып, күрмәгәнгә һалышып ситкә ҡарап үтә.

Һуңғы йылдарҙа фирма үҫте, киңәйҙе, сит ҡалаларҙа филиалдары барлыҡҡа килде. Фирма менән бергә тырыш, замананың алмашыныусан елен һиҙгер тойомлаусы, оҫта ойоштороусы етәксе булараҡ ул да үҫте, һәм... Ғаяз менән былай ҙа арауыҡ һаҡлаған аралары тағы ла алыҫлаша төштө. Ябай водитель менән фирма директорының араһында ниндәй яҡынлыҡ булыуы мөмкин? Йөрәк ҡушыуы менән йәшәргә бит 18 йәшлек елбәҙәк ҡыҙ түгел, уның йәшендә бөтөнөһөнән бигерәк айыҡ аҡыл өҫтөнөрәк. Өҫтөн дә бит, осрашҡандарында барыбер юғалып ҡалыр булды, һәм шул осрашыуҙы онота алмай йөрөй, күңеленән генә киләһе тап булышыуҙы көтә.

Онотолоп, таш һын һымаҡ урынында бер килке һерәйгәс, трюмо өҫтәлендәге ҡыҙыл корпуслы телефонға ҡарап алды. Уныһы нисәнсе көн өнһөҙ-тауышһыҙ. Һаҡ ҡына трубкаға һуҙылған ҡулы йәнһеҙ һалынып төштө. Ҡыҙыл төҫ, «ярамай» тип туҡталырға ҡушҡан светофор ише баҙлай. «Ярамай, төнө менән ярамай. Йоҡоһоҙ төн үткәрер ҙә иртәгә, таң менән шылтыратыр».

Кире килеп ҡәнәфигә гөрһөлдәгәс, башын артҡа ташлап, күҙҙәрен йомдо. Талсыҡҡан кәүҙәһе, аяҡ-ҡулдары хәрәкәтһеҙ, ә башында үткәндәрен барлаған уйҙар ҡайнаша. Уйы башында – Ғаяз. Ул бит йәшәүенең ҡәҙерле, онотолмаҫ бер хәтирәһе ине, үткән генә түгел, киләсәк көндәренә мәғәнә, йылылыҡ, яҡтылыҡ бөркөүсе яҡыны. Нишләп уны юғалтты, яҙмышы юлдарын киҫештереп, эргәһенә ебәргән йәренән баш тартты. Бына ул, эргәлә генә, йылмай ҙа ҡулыңды һон инде. Юҡ бит, икеһен айырып тотоусы, ҡарар күҙгә күренмәҫ ҡаршылыҡты еңә алманы. Мөхәббәттә аҡыл түгел, эске тойомлау, йөрәк ҡушыуы алда йөрөй, ошо төшөнсәләр һиҙгер йән талабын барлыҡҡа килтерә. Егет кеше булараҡ тәҡдимде ул яһарға тейеш ине лә бит, тик был осраҡта түгел. Водитель директорына, мин һине яратам, һинһеҙ йәшәй алмайым, тип йөрәк сирен сисһенме? Былай ҙа белә, һиҙә ине барыһын да, шулай булғас, теге ашатламаҫлыҡ кәртәне емереп, беренсе аҙымды ул, фәҡәт ул ғына яһарға тейеш ине.

Бер нисә йылға һуҙылған өнһөҙ мөхәббәт уйынынан һуң Ғаяз көтмәгәндә фирманың финанс бүлегендә эшләүсе Рәсимә исемле экономист ҡыҙға өйләнде лә ҡуйҙы. Дуҫлашыуҙары ла күҙгә салынманы, буғай, шуға был никах фирмалағы күптәр, шул иҫәптән уның өсөн көтөлмәгән яңылыҡ ине. Бер генә мәлгә һеңгәҙәп ҡалды. Аҙаҡтан күңелен йыуатыулы, үҙһүҙле сәм тырнаны: «Теләй икән, әйҙә, өйләнә бирһен! Кем һуң ул Ғаяз?! Водитель! Уға тиңме? Абруйлы кисәләргә ябай эшсене ҡултыҡлап бара алмай ҙа инде, ул унда йә үҙен тота белмәҫ, йә әңгәмәне күтәрмәләй алмаҫ. Ояты ни тора!» Шулай тип үҙен-үҙе тынысландырырға тырышһа ла, йөрәге яҡын кешеһен юғалтыуҙан иңрәне, әммә кисерештәрен йөҙөнә сығарманы, хистәрен ете ҡат йоҙаҡҡа бикләне. Шаңҡыуы уҙғас, йүгереп йөрөп ят туйҙы ойошторорға керешеп китте. Белһендәр фирманың мөмкинлектәрен, эшсе-хеҙмәткәрҙәренә күрһәткән хәстәрен! Айырым сәм менән тотондо был сараға: хаҡына ҡарамай, ҡаланың ҙур ресторандарының береһен биләне, һый-хөрмәткә лә аҡсаны йәлләмәне, өйләнеүселәрҙе аптыратып, уларҙың яҡындарынан тыш арҙаҡлы ҡунаҡтарҙы ла саҡырҙы, телевидение, гәзит-журналдарҙың хәбәрселәренә йәүкәләтте, туй фирманы рекламалауға ла әйләнһен бер юлы. Бүләктең иң затлыһын да ул һалды, мәжлестәгеләрҙең ғәжәпләнеү ҡатыш хуплаулы геүләүе һәм алҡыштары аҫтында Ғаяздың усына бер бүлмәле фатирҙың асҡысын йомдорҙо. Иҫ киткес йомартлыҡ ине был. Аҡ бейеү башланғас, егетте уртаға саҡырып, уның һоро күҙҙәренә төбәлеп әйләнде- әйләнде лә, вальс тамамланғас: «Бәхетле бул!» – тине өҙөлөп. Ҡунаҡтарҙы оҙатып бөткәс, иң аҙаҡтан, кис буйы эргәһендә өйөрөлгән ут күҙле сибәр егеткә ҡаш һикертеп, сығыу яғына йүнәлде. Уларҙы Ғаяз моңһоу ҡарап оҙатты...

«Волга»ла ҡунаҡханаға йүнәлделәр. Өйҙә ярамай, унда әсәһе бар. Таныш администратор һүҙһеҙ ҙә аңланы, тауышһыҙ хәрәкәтләнеп, аулаҡ люксҡа алып барҙы. Артынан ишек ябылыр-ябылмаҫтан, егеттең өҫтөнә ташланды, өҫ кейемдәре тәртипһеҙ һибелеп, тирә-яҡҡа остолар. Шашты, ярһыны, иркәләне-наҙланы, үҙе лә ҡыҫыу, ҡомһоҙланыуҙарҙан иҫен юя яҙҙы, өйөгөү мәлендә арлан танһыҡлаған кәнтәй эттәй ҡыланды. Бушаныу мәле еткәс, ирендәренән «Ғаяз!..» тигән, аңына буйһонмаған иңрәүле өн ысҡынды.

Иҫергән зиһен бәргеләнеүҙәр аша айныған кеүек, ләззәтле енси ҡәнәғәтлек кисереү ҙә мәғәнәһеҙ бушлыҡ, сәбәпһеҙ асыу эйәртә артынан. Ҡайһы саҡ тәмәке ыҫы, араҡы көйөгө, ҡырҡыу тир еҫе аңҡып ятҡан, кисә күрмәлекле булып та, бөгөн уҡшытҡыс һөмһөҙгә әүерелгән әҙәмде ваҡ киҫәктәргә өҙгөсләп ырғытҡыһы килә. Был юлы ла, ут ҡапҡандай, өтәләнеп кейемдәрен йыйып, ашыҡ-бошоҡ кейенергә кереште, түшәктә ирәйеп тырпыраған яланғас һөйәр, ятҡан еренән тартыныуһыҙ ынтылып, биленән эләктерергә маташҡайны – йылғыр кәүҙә ситкә тайшанды.

– Вы что себе позволяете, уберите руку!

– Не понял, после всего этого... Илһөйәр Вариҫовна, һеҙ – супер мөғжизә, неповторимое чудо!

– Забудь эту ночь, понял, считай, что ее не было вообще... Ары минең менән осрашыу эҙләргә маташһаң, ул һинең файҙаға булмаясаҡ, шуны онотма!

Шул мәл бихисап тапҡырҙар ҡабатланған яуапһыҙ һорау мейеһен ауырттырып һулҡытты: «Ни эшләнем мин?... Тағы ҡасанға тиклем ошолай дауам итер?..»

Туйҙан һуң Ғаязды йөк машинаһынан төшөрөп, шәхси водителе итеп эшкә алды. Боҙоҡ уйҙан түгел, яҡынлығын тойғоһо килеүҙән шулай эшләне. Уныһы ла еңел машинала йөрөүҙе хуп күргәнгәмелер, ҡаршылашманы, ҡатыны ғына инеп ҡыуанысын белдереп, рәхмәт әйтеп сыҡҡан булды. «Бер ҡатлы, хәйләһеҙ йән... – Ҡаршыһындағы хеҙмәткәрен көнсөл күҙәтте ул. – Кәүҙәң тыртыҡ, йә түшең беленмәй, йә осаң тимгелләнмәй тигәндәй, йоҡа сәстәрең еүеш һаламдай һалынған, оҙонса битең, ослайыбыраҡ күренгән танауың матурмы инде, йә, мәскәй әбейҙән саҡ ҡына күрмәлеклерәкһең бит! Ҡайһы ереңә ҡыҙыҡҡандыр, иҫе киткәндер инде Ғаяздың? Аңламаҫһың ҡатын-ҡыҙ һайлай белмәгән оңҡот ирҙәрҙе!»

Илһөйәр, күҙҙәрен асыулы яндырып, инеүсене тиктомалға ҡыҙҙырып ташланы:

– Ниңә улайтып эш мәлендә ваҡытһыҙ борсойһоғоҙ? Һеҙгә, кабинеттан кабинетҡа сапмайынса, төп бурыстарығыҙ менән шөғөлләнергә кәңәш итер инем. Ә кешене эшкә алыуалмауҙы йәки вазифанан бушатыуҙы директор булараҡ мин үҙем хәл итәм. Хушығыҙ!

Туйға әҙерлек мәлендә хужаның ихласлығын, эскерһеҙ алсаҡлығын күреп, баһалап өлгөргән йәш ҡатын башта ни әйтергә белмәй юғалыңҡырап ҡалды, ҡулдарын ҡайҙа ҡуйырға белмәй ыҙаланды, шунан, ғәйепле кешеләй башын баҫып, сығыу яғына йүнәлде.

Көнө буйы Ғаяздың эргәлә йөрөүе ҡанатландыра уны, үҙен күктең етенсе ҡатында осҡандай хис итә. Яҡын кешеһенең эргәлә йөрөүе уның йәшәйешен тулыландыра, бөтәйтә. Ошолай киләсәккә туҡтауһыҙ елеп бараһы ла бараһы, башҡа бер ни ҙә кәрәкмәй. Егеттең буйсан, ҙур кәүҙәһе машина салонына көслөк менән инеп тығылһа, кабина тулып, йылынып, яҡтырып киткәндәй була: бөҙрәләнеп һибелгән һорғолт сәстәрҙән, яҫы маңлайҙан, табаҡ биттәрҙән, ҡымтылған ҡалын ирендәрҙән уға ғына тәғәйенләнгән наҙ бөркөләме ни! Тик ваҡыт-ваҡыт Ғаяздың Рәсимәһе янына инә һалып сығыуы ғына кәйефен ебәрә. Шул саҡ водителенән үс алғыһы, уны түбәнһеткеһе килә. Ул сабыр, ә сабыр кеше түҙеү сигенән үтһә – ғәҙәттә, көтөлмәгән аҙым яһай. Бер нисә тапҡыр «консператив» фатирға, ҡунаҡханаға «Волга»ла барҙы. Ғаяздың тышта көтөп ултырыуы – ниндәйҙер еңеүсе кисергән тойғоно көсәйтә. Ҡалыплашҡан, бихисап тапҡырҙар татылған һөйөү-иркәләүҙәрҙән ғарҡ булған, ят йөҙҙәрҙән, алдатҡыс һүҙҙәрҙән бүккән, һуңынан үкенәсәген дә белә күрә шулай эшләй. Әлегә генә ул ханбикә, бер аҙҙан бысраҡ итектәр һөртөлгән ҡойоло сепрәктәй тапланған йәнен ҡалтыратып, ытырғандырғыс ят еҫте эйәртеп афәттән ҡасҡандай ҡайтыу яғына еләсәк.

Табындарҙан сыға ла, Ғаяздан күҙҙәрен йәшерергә теләп, көндөң ниндәй мәле булыуға ҡарамаҫтан, ҡара күҙлеген кейә һалып ала. Былай ҡулай: кисерештәре, хистәр ғазабы ҡоромдай быяла артына йәшеренә. Ышаныслы, текә баҫып атлап йөрөүенә ҡарап ҡына, бар, уның күңел торошон тойомла, билдәлә.

Эшкә килеү менән секретарь ҡыҙ эш ҡағыҙҙары һалынған папканы индереп һалды. Һәр документтың мөйөшөнә күрһәтмә биреп ҡултамға ҡуя: «Баш тартырға!», «Тикшерергә», «Өйрәнергә», «Ултырышҡа сығарырға». Ғаяздың ғаризаһы ла бар: «Үҙ теләгем менән эштән ебәреүегеҙҙе һорайым...» Пультҡа баҫып, секретарына бойорҙо:

– Хәҙер үк Кәримовты тап!

Ғаяз инде лә ситке ултырғыстарҙың береһендә тынып ҡалды.

– Был нимә, Кәримов?

– Күрәһегеҙ бит. Ғариза.

– Сәбәп?

– Сәбәп юҡ, эштән китәм, шул ғына.

– Кеше сәбәпһеҙ китмәй. Нимә, алған зарплатаң ҡәнәғәтләндермәйме? Әйт, өҫтәрмен.

– Эш аҡсала түгел.

– Улайһа нимәлә?

– Шәхси тормошоғоҙға ҡыҫылырға теләмәйем.

– Ҡыҫылмайһығыҙ бит.

– Башҡаса һеҙҙе киске табындарға, осрашыуҙарға алып бара алмайым. Эштән һуң өйҙә ҡатыным көтә.

– Кәримов, мине өйҙә бер кем дә көтмәй! Дүрт яғым ҡибла, шуға таш стеналарға бикләнәһем килмәй. Тағы кейәүҙә түгелмен, иреклемен, нимә теләһәм – шуны ҡылам! – Өҫтәлдәге ҡағыҙҙары маҡсатһыҙ шылдырғылағас, һәүетемсә өҫтәне. – Әйткәндәй, фирманың ярты проблемаһы шул табындарҙа хәл ителә.

– Уныһы һеҙҙең эшегеҙ. Ә мин китәм.

– Һине... Һеҙҙе бер ҡайҙа ла ебәрмәйем, Кәримов! – Шырпы бөртөгөләй ҡабынып китеп, ғаризаны йомарлап, ҡый һауытына ырғытты. – Хәҙер бар, сыҡ, машинала көт. Бөгөн бараһы ерҙәребеҙ күп!

Ғаяз аяғүрә баҫты:

– Ебәрмәһәгеҙ ҙә китәм! Ә ғаризаны йомарлап ырғытырға һеҙҙең хаҡығыҙ юҡ!

– Һеҙ минең водителем!

– Эйе, водитель, тик шәхси машинағыҙҙыҡы түгел.

– Машинала көтөгөҙ, Кәримов, үтенәм...

– Бына быныһы – әҙәмсә. – Ҡыҙыу атлап, ишекте ҡаты ябып сығып китте.

Көнө буйы һүҙ ҡушышманылар. Ул йөҙөн төмһәртеп, үсеккән балалай ситкә ҡараған, Ғаяз башлап яғымлы һүҙ ҡушһа, ҡайтымһаҡланып йылмайып ебәрер ине лә бит, уныһы ла рулгә сат йәбешеп, ҡаштарын төйөп ҡаршыға елгән юл таҫмаһына тексәйгән.

Эш һуңында Ғаяз ҡоро ғына һораны:

– Хәҙер ҡайҙа алып барырға бойорорһоғоҙ?

– Бойормайым. Һиңә бер ҡасан да бойорғаным булманы, Ғаяз, бойора ла алмайым. Арыным... – Йөҙөн ҡушусланы. – Бая ҡыҙып киттем, ғәфү ит, Кәримов... Инде мине кис һайын тик фатирыма ғына алып ҡайт, йәме, башҡа бер ҡайҙа ла түгел. Ғаяз... Һин Рәсимәне яратаһыңмы ул?

– Ул мине ярата.

– Быныһы һәйбәт. Был донъяла һине кемдер ярата икән, был – бәхет. Ғариза мәсьәләһен хәл иттек, буғай, ҡалаһыңмы?

– Юҡ, Илһөйәр Вариҫовна, китәм. Әгәр ебәрмәйем тиһәгеҙ, тейешле ваҡытты эшләрмен дә, расчет яһарһығыҙ. Урыныма башҡаны эҙләгеҙ.

«Миңә башҡаһы кәрәкмәй...»

Теле икенсене әйтте:

– Йәл... Ҡайҙа инде?

– Муйын барҙа ҡамыт табылыр, уныһын уйламағанмын әле. Рәсимә һеҙҙә ҡала бит, шуға күрә хушлашырға ашыҡмайыҡ, килеп йөрөрмөн.

«Ҡатыныңа киләһең бит, миңә түгел!» – тип саҡ ысҡындырманы, үҙе салондың ишеген кинәт асып, сығыу яғына ынтылды:

– Хушығыҙ, тыныс төн теләйем!

Подъезд ишегенә йәбешкәйне, Ғаяздың тауышы кире боролоп килергә мәжбүр итте:

– Илһөйәр Вариҫовна! Ҡара күҙлегегеҙҙе оноттоғоҙ.

– Ҡалһын ошонда.

– Ә һеҙҙең күҙҙәрегеҙ һөйкөмлө. Шул матурлыҡты йәшерер өсөн кейәһегеҙме быны?

– Рәхмәт, Кәримов. Бер иҫкәрмә: һеҙ ҡатын-ҡыҙға комплимент әйтә белмәйһегеҙ.

«Күҙҙәрегеҙ һөйкөмлө!» Ғаяздың мөләйем ҡарашынан, яғымлы һүҙҙәренән балҡып киткән йөҙөн йорт яғына бороп, китергә ашыҡты.

Өйҙә әсәһе ашын бешереп көткән. Ишек асылып-ябылыу менән һыйын өҫтәлгә теҙергә лә кереште. Ирәбеләнмәй-сөсөләнмәй генә тәғәмләнеп алдылар. Әсәһе ҡырыҫыраҡ холоҡло шул. Пенсияға сыҡҡансы ҙур төҙөлөш тресында баш бухгалтер вазифаһында эшләгән. Шуға элекке эрелеге һаман ҡайтмаған, подъезд ауыҙындағы ултырғыста көндәр буйы ләстит һатҡан әбейҙәрҙе үҙһенмәй, улар менән эйәк ҡағып иҫәнләшеүҙән ары үтеп, аралаша һалып бармай. Йомошо төшһә, йә магазинға, йә урамға сығып әйләнә лә ҡалған ваҡытында, өй тауығылай, фатирҙа соҡсона. Үҙенә күрә мәшәҡәте лә табыла инде: туҙан ҡунмаған ҡаралтыны ҡат-ҡат һөртөп алыу, бүлмәләрҙе йыйыштырыу, аш-һыу хәстәрләү кеүек эштәр уның өҫтөндә.

Аштан һуң залға сығып, эш ҡағыҙҙарын өҫтәлгә йәйеп ебәрҙе. Ҡашаяҡ шауҙырлатҡан әсәһе мәшәҡәтен осланы ла, бәйләмен алып, ҡаршыһына ялпашты, уның күҙлек аша тағы ла ҡапсайыбыраҡ күренгән һалынҡы күҙ ҡабаҡтары асыла төштө, йоҡа ирендәре яҙылды:

– Бөгөн урамда бер әбейҙе осраттым әле.

Ҡағыҙҙарҙан айырылып, тыңлағанлығын белдерҙе.

– Шул әбей этеп килгән коляскаһындағы ейәнен, эй, яратып ҡылана, тегеһенең эргәһендә, эй, бөтөрөлә. Хәленән генә килмәй, тереләй йотор ине, билләһи. Шунан был бер заман тешһеҙ ауыҙын ышылдатып көйләп ебәрмәһенме! Баланың, мәйтәм, ҡотон осораһың! Был, ошоғаса йырҙан берәүҙең дә ҡото осҡаны юҡ әле, киреһенсә, моңға ылығып үҫкән бала миһырбанлы, кешелекле булып үҫә, ти. Педагог Макаренко, һиңә әйтәйем.

– Ул ҡарсыҡ ысынлап та йәш сағында йә уҡытыусы, йә тәрбиәсе булғандыр?

– Ҡайҙан! Ҡараһына ҡатҡан наҙан ауыл әбей-һәбейен әллә ҡайҙан танырға мөмкин.

Башланған әңгәмәне күтәрмәләмәй ҡағыҙҙарына эйелде лә, бер аҙҙан эш теләгенең һүрелеүен тойоп, уларҙы йыйып ситкәрәк һалды.

– Әсәй, бәләкәй саҡта һин миңә йыр йырлағаның булдымы ул?

– Әйттең хәбәр, улайтырға ваҡытты ҡайҙан тапмаҡ? Трестың бар финанс ауырлыҡтары минең өҫтә ине ләһә! Төпкөл башҡорт ауылынан килеп шул дәрәжәгә күтәрелеп ҡара! Һәр кемдең ҡулынан килерлекме? Көнө-төнө тиерлек йүгерәм, өҫтәүенә, ситтән тороп финанс институтында уҡыйым, фатир юҡ. Бүреләр араһында бүре булып, тешләгәнен тешләп, тамаҡларлығын тамаҡламаһаң, килеп йәбешеүҙәрен көт тә тор! Ҡырағай капитализмдың бәғерһеҙ алымдарын мин шул саҡта уҡ аңлап, төшөнөп өлгөргәйнем инде. Уның ҡарауы, аҙаҡтан һин бер нәмәгә лә ҡыйынлыҡ, тарлыҡ кисермәнең, бал-май өҫтөндә йөҙөп кенә ауырлыҡһыҙ институтты бөтөрҙөң. Әле лә бынамын тигән кәсебең бар. Быларҙың бөтәһе лә таныштарһыҙ, файҙалы бәйләнештәрһеҙ эшләнмәй. Йүнсел ҡатын ғына булдыҡлы бала тәрбиәләй ала. Ул бәлйерәгән әбейҙең «Бишек йыры» кемгә хәжәт? Бигерәк тә бөгөн.

– Онотҡанда бер булһа ла мине шул йырҙы йырлап йоҡлатырға кәрәккәндер ул, ә, әсәй? Ысынбарлыҡҡа икенсерәк күҙлектән ҡарар инем, бәлки...

Алтын тештәр ҡымтылды, әсәһе ҡайтарып өндәшмәне. Һүҙ башҡаса ялғанманы. Кәрәк булған өсөн генә «Яңылыҡтар» программаһын ҡарағас, йоҡо бүлмәһенә йүнәлде. Йомшаҡ түшәгенә сумһа ла, йоҡлап китә алманы, әйләнеп-тулғанып ята бирҙе.

...Әсәһе уны көслө итеп тәрбиәләгән дә бит, тик ул көслө ҡатын бәхетлеме? Нимә һуң ул бәхет тигәнең, уның асылы нимәлә? Эйе, нужа татымай үҫте, ауырлыҡ кисермәне, ә бына атаһын бер тапҡыр ҙа күргәне булманы. Күргеһе килә ине бит! Ниндәйерәк кеше һуң уның атаһы, буйы-һыны, килбәте нисегерәк, ҡайһылайыраҡ итеп кейенеп йөрөй, үҙен тота? Бәләкәй саҡта, атайым кем ине, тип йыш төпсөнә ине. Ҡыҙының һорауына әсәһе һәр саҡ уратып яуап ҡайтара:

«Атайың һин бәләкәй саҡта уҡ китте беҙҙән. Араҡыға әүәҫләнде.»

«Аҡыллы инеме?»

«Эскән кеше аҡыллы була тиме инде.»

«Ул нишләп килмәй, беҙҙе күргеһе килмәйме ни?»

«Алыҫта атайың.Тиҙ генә килеп етер ерҙә түгел. Йә, мәшәҡәтләмә мине, былай ҙа эштәрем күп...»

«Атайымды ярата инеңме?»

«Ниндәй яратыу?.. Осраҡлы осрашыу, яҙмыш хатаһы ғына бары...»

«Мин кемгә оҡшағанмын, әсәй: һиңәме, әллә атайымамы?»

«Күреп тораһың бит – миңә! Һин минең ҡыҙым, башҡа бер кемдеке лә түгел!.. Тағы шуны киҫәтәм: урамда берәй берәҙәк йә эскесе туҡтатып һүҙ ҡушһа, туҡтама, үт тә кит. Әгәр бәйләнә ҡалһа, милициянан ярҙам һора...»

«Нишләп улай тиһең, әсәй?»

«Ҡабатлатма, әйткәнде эшлә! Урам тулы йыйын әтрәгәләм, килеп бәйләнеүҙәре бар».

Бер көн мәктәптән сығышлай унан апаруҡ йыраҡҡа баҫҡан, бит-йөҙөн шырт баҫҡан иргә иғтибар итте. Төбәлеүҙе шәйләгән ир, йөҙөн йәшереп, ситкә тартылғандай итте, мәгәр бөтөнләй үк китмәне, ыуаланып шул тирәлә ҡалды, тулҡынланып, кеҫәһенән тәмәке сығарып ҡапты. Иртәгәһен дә, бер нисә көн үткәс тә, был асарбаҡ ҡаҡҡан ҡаҙыҡтай шул ерҙә һерәйә ине. Ҡыҙыҡай һынамышҡа күсә башланы, мәктәп тупһаһына сыға ла күҙҙәрен йома, шунан эсенән ҡабатлай: «Хәҙер башымды уң яҡҡа ҡайырып күҙҙәремде асһам, теге ағай торасаҡ». Һәм шулай булып сыға ла. Ҡыйыулығын туплап, уға яҡынларға йөрьәт итте бер көн.

– Вы кто?

Йоҡа кәүҙәле ир йәнләнеп китте лә, ас яңаҡлы, күкһел соҡорҙарға батҡан һүрәнке күҙҙәрен көлдөрҙө:

– Минме? Ошо тирәлә йәшәйем, дөрөҫөрәге, ҡарауылдамын, төндә эшләйем, әле сменанан ҡайтып килеш.

– «Нишләп һеҙ гел ошо урынға баҫаһығыҙ?

– Матур урын, ҡалҡыулыҡ, тирә-яҡ ус төбөндәгеләй асыҡ күренә. Йәнә бында минең ҡыҙым уҡый.

– Кем ул? Бәлки, мин уны беләмдер?

– Юҡ, юҡ, белеүең икеле. Перәник, кәнфит, туңдырма ашағың киләме? – Ул керләнеп, йылтырап ҡатҡан кеҫәһенә тығылды.

– Мин таныш түгел кешенән бер нәмә лә алмайым! – Бындай кеҫәлә аҡса ятамы, тигән һымағыраҡ ҡараны шикелле шул саҡ.

– Ниңә улай тиһең? Кеҫәм йыртыҡ булһа ла, ҡотло ул, тиндәр төшөп ҡалып бөтһә лә, унан ҡағыҙ аҡса өҙөлмәй. – Әйткәндәренән ҡыҙыҡ табып, эскерһеҙ көлөп ебәрҙе. – Унда кәнфитлек аҡса ятамы икән, әйҙә, һынап ҡарайбыҙ! – Ирҙең һүҙ сыбалтыуына ҡарағанда, шыпа уны эргәһенән ебәргеһе килмәй. Тап әсәһе киҫәткән шикле кешегә оҡшаған.

– Мин һеҙҙән аҡса ла, кәнфит тә алмайым, әсәйем ҡушмай.

– Ни өсөн?

– Ят кеше менән һөйләшмә, әгәр ул бәйләнә ҡалһа, милиция саҡырт, ти.

– Ят кеше... – Аралашыуҙан теремекләнгән күҙҙәр ҡалҡмаҫ өсөн кире төпһөҙ соҡорҙарына баттылар. – Йә, ярай, әйҙә, шулай булып ҡалһын. – Ир үҙ алдына һөйләнгәндәй әйтте. – Йыш осрап торһам, аптырама, йәме, әйтәм бит, ҡыҙым ошонда белем ала, йәнә ҡайтыр юлым ошо тәңгәлдән. Әгәр ярҙам кәрәкһә, тартынма. Мин гел ошо ерҙә булырмын. Ярай, хуш, йә әсәйең килеп сығып, тауыш күтәрер.

Ул ир, көн һайын булмаһа ла, теге ҡалҡыу урында йыш күренә ине, ярпайып баҫа ла өмөт менән мәктәп ишегенә төбәлә. Уның ҡорҙай кәүҙәһенән, моңһоу күҙҙәренән ниндәйҙер илаһилыҡ бөркөлә төҫлө. Уҡытыусы ирекле темаға инша яҙырға ҡушҡас, тотто ла ошо сәйер, шул уҡ ваҡытта тыйнаҡ, миһырбанлы кеше хаҡында яҙҙы. Бөтә тырышлығын һалды, яҙғанына йән йылыһын, күңел матурлығын, йәшәйештең тылсымлы сер-мөғжизәһен өҫтәне. Тәҙрәгә ҡарап теге иргә төбәлеп ултыра ла, картина яҙған рәссамдай, илһамланып ҡағыҙға эйелә.

Ул ир уға осраясаҡ әле, йыш осраясаҡ, арауыҡ аша уны ҡурсырға теләгәндәй баҫып торасаҡ, тик башҡаса эргәһенә генә килмәйәсәк, һүҙ ҡушмаясаҡ.

Үҫә төшкәс, бер тапҡыр ҙа күрмәгән атаһына булған ҡыҙыҡһыныу яйлап һүрелә төштө. Бәлки, һүрелмәгәндер ҙә: аныҡ булмаған яуап ҡайтара, кәметә бит ул теләкте, ни тиһәң дә. Паспорт алыр мәл еткәс, атаһының барлығын тағы ла бер тапҡыр хәтерләттеләр, паспорт өҫтәленә әсәһен саҡыртҡандан һуң, тейешле урынға «Борисовна» тип яҙып ҡуйҙылар, ә бит тыуыу тураһындағы танытмала ундай мәғлүмәт юҡ ине лә баһа. Ҡайҙан тапҡандар был исемде?

Тағы һорай ҡуйҙы:

«Әсәй, атайым урыҫ инеме әллә?»

«Һиңә барыбер түгелме ни?»

Ғәжәп, ул урыҫ та түгел, башҡорт та түгел, ә бары ер менән күк араһында аҫылынған тоҡомһоҙ, затһыҙ йән. Институтты бөтөргәс, үҙен «Вариҫовна» тип атарға ҡушты. Сөнки был һүҙҙең мәғәнәһен тәрәндән аңлай ине, әсәһе телде яҡшы белде, ҡыҙына ла өйрәтте, үҙ-ара ла туған телдә аралаштылар, өйгә һәр ваҡыт башҡорт баҫмаларын яҙҙырттылар, өй китапханаһының ҡап яртыһын башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәре биләй. Вариҫ – тимәк ул кемдәндер мираҫ алыр өлөшлө кеше. Эйе, ул өлөшлө ине: утыҙ йәшендә баш ҡалала билдәле фирманың директоры дәрәжәһенә күтәрелде, әле лә матди ауырлыҡ кисермәй, етеш йәшәй. Тик бер генә нәмә: йәшәүе ҡотһоҙ. Уны һорап та, юҡтан әүәләп тә, аҡсаға һатып алып та булмай икән. Ҡотһоҙлоғоноң айышына төшөнә лә төштө һымаҡ, әммә уйының тормошҡа ашырына шикләнә, уны оноторға, аңынан ҡыуырға ынтыла.

Ял көнө йорттары эргәһендәге паркта йөрөп әйләнергә итте. Ундағы аулаҡ эскәмйәләрҙең береһендә йәш әсә балаһын имеҙә. Өҫтөнә киң итәкле килешле күлдәк кейгән, йоҡа плащы ла һомғол буйҙы кипсәлдереп, кәүҙәне нәфис итеп күрһәтә. Яурыны тапҡырынан киҫелгән ҡуйы сәстәре, күрмәлекле йөҙө уны тағы ла сибәрләндерә төшә. Күлдәк иҙеүенән күренгән йәш, йоморосай түше һөттән тулышҡан. Ҡатындың йөҙөнән аңлата алмаҫлыҡ рух ныҡлығы һәм самимилыҡ бөркөлә, бары игелек кенә сағылған күҙҙәрендә эске кинәнес һәм өмөт балҡый. Был күренеште тәү ҡат күргәндәй ҡатты ла ҡалды. Ҡапыл уның да имсәк остары баланың ҡытыршы теленән, бәрхәт ирендәренән тертләгәндәй зымбырлып киттеләр, тәненән ҡайнар ағым йүгерҙе, хыялый ләззәт кисереүҙән күҙҙәрен йомдо.

Уны әле генә абайлаған ҡатын түштәрен йәшереп боҫормаланы:

– Ғәфү итегеҙ, улым саф һауала имергә ярата шул.

– Зарар юҡ... Һау булығыҙ... – Мамыҡҡа әүерелгән аяҡтарын көскә хәрәкәтләндереп китеп барҙы.

Шул сабыйҙың уймаҡ ауыҙын ҡайтҡас ҡабаттан күкрәгендә тойғандай итте, тулҡынланыуҙан маңлайы еүешләнде, ирекһеҙҙән кипкән ирендәрен ялап алды. Ҡатын-ҡыҙҙың ырыҫы әсә булыуҙалыр: баланы яратыу, ҡурсыу, хәстәрләүҙәлер, моғайын.

Әллә уға ла бала табырғамы икән? Тик кемдән?! Яратмаған кешенәнме? Тағы йәше үткән, һуңлаған. Ниңә, тәүәккәлләргә лә мөмкин, ул бит бизнес тип аталған, ике осло хәтәр шөғөлдән ҡурҡып торманы. Тик атайһыҙ баланы бағыуҙан ни мәғәнә? Бына ул да «Борисовна-Вариҫовна» бит, дөрөҫөндә мөхәббәтһеҙ бәйләнештән яралған. Ана, әсәһе ирен, уның атаһын күргеһе лә килмәй, башмаҡ үгеҙҙән ҡасып быҙаулаған тана һыйырҙай түлләнгән дә онотҡан тегене, яҡын да юлатмай. Ауырға ҡалды ла икән, ти, уны туғыҙ ай буйы ҡарынында йөрөтөргә тейеш була ла. Тыуҙырғандан һуң әле әллә күпме декрет отпускыһында ултырырға кәрәк! Ә эше? Бизнес бит бер генә көндө лә файҙаһыҙ үткәреүҙе ғәфү итмәй. Йүргәк йыуып мәшәҡәтләнгән арала конкуренттары тапаясаҡ, иҙәсәк уның фирмаһын.

Бәлки, Ғаяз?.. Яратҡанлығын күҙ ҡарашынан, ым-ишараһынан һиҙә. Ғаяз да уның өсөн ҡәҙерле, булмышын гөлтләтеп тоҡандырыр сатҡы. Юҡ, юҡ, ул түгел... Уларҙың араһын айырып тотҡан, теге күҙгә күренмәҫ кәртә бар... ул – ҡатын ире, ғаилә башлығы. Уға яҡынлай ҙа алмай, ташларға ла көсөнән килмәй. Ә Ғаяз китергә булды. Бәлки, хаҡлылыр ҙа...

Түшәгендә бесәй балаһындай йомарланды. Уны бөтәһе лә көслө, ҡырыҫ итеп күреп өйрәнгән. Ә бит ҡайһы ваҡыт көсһөҙлөгөн күрһәткеһе, кемгәлер һыйынғыһы, унан ярҙам өмөт иткеһе килә. Ул да бит ҡатын-ҡыҙ затынан, әлеге мәлдә бала тапҡыһы килгән яп-ябай бисә. Фирмаһы ла, килеме лә, етеш тормошо ла кәрәкмәй. Уға бала кәрәк, уның бәпес имеҙгеһе килә.

Иртәгәһен башы тубалдай булып эшкә барҙы, оперативка үткәрҙе, урынбаҫарҙарының ҡайһыһын хупланы, ҡайһыһын тәнҡитләне, бәғзеләрен ерле юҡҡа тиргәп ташланы. Ағымдағы эш: ул иртәгә лә, иртәнән һуң да, унан ары ла шулай ҡабатланасаҡ, бер нәмә лә үҙгәрмәйәсәк. Эшмәкәрлек бары күберәк табыш алыуға ҡоролған, бында хистәргә бирелеү урынһыҙ. Уның таштай ҡатҡан битлеге аша бер кем дә эсендә ҡайнаған икеләнеүле уйҙарҙы һиҙмәне. Оперативка тамамланғас, Ғаязды саҡыртты. Тағы һүҙ ялғанманы. Тынлыҡты уның әрнеүле тауышы бүлде:

– Ғаяз, мин арыным...

– Ял итергә кәрәк һеҙгә, Илһөйәр Вариҫовна, мәшәҡәттәрегеҙҙе ҡуйырға ла ял итергә.

– Юҡ, мин яңғыҙлыҡтан арыным.

Шул мәлдә микрофонда секретарының тауышы ишетелде:

– Илһөйәр Вариҫовна, һеҙҙе аҙыҡ-түлек министрлығынан һорайҙар!

– Тоташтырығыҙ!.. Кәримов, мин һеҙҙе шуға саҡырттым: беҙгә бөгөн Стәрлегә барып киләһе бар, машинаны һәйбәтләп ҡарағыҙ. Сығырға мөмкин!

«Тағы һөйләшергә бирмәнеләр...» – тип екһенеп уйланы.

Һиҫкәндереп, төн уртаһында телефон шылтыраны:

– Тыңлайым... – Күрше бүлмәлә йоҡлаған әсәһен уятып ҡуйыуҙан ҡурҡҡанға ишетелер-ишетелмәҫ өндәште.

– Илһөйәр... Илһөйәр Вариҫовна... Был мин борсой инем...

– Сәғәткә ҡара, Кәримов!

– Төнгө ун ике... Ваҡытһыҙ бимазалағаным өсөн ғәфү итегеҙ...

– Шылтыраттың бит инде, әйт йомошоңдо!

– Бала табыу йортонда бер йәш әсә өс көнлөк кенә балаһын ҡалдырып киткән, тип ишеттек, Рәсимәнең әхирәте шунда эшләй бит. Бөгөн барып ҡараным. Ҡыҙ бала, һөйкөмлө генә үҙе.

– Ҡалдырһа һуң? Ниңә уны миңә һөйләйһең? Улайтып йүгергеләп йөрөгәнсе ҡатыныңа әйт тә, бик һөйкөмлө булғас, алығыҙ аҫырарға! Тыныс төн теләйем, иртә менән подъезд алдында бул! – Йәне көйгәнгә тауышын күтәреп, һәр һүҙенә баҫым яһап яуапланы ла асыу менән трубканы урынына һалды. Ләкин йоҡоһо осҡайны инде, халатын кейҙе, балконға сығып баҫты, сигарет тоҡандырҙы. Кәрәҙҙе хәтерләткән йорттарҙың күбеһендә, төн уртаһы ауыуға ҡарамаҫтан, уттар балҡый. Аҙға ғына булһа ла күҙҙәрен йомоп серем итәме икән был ҡала? Йоҡоһоҙлоҡтан интегә төҫлө, тыныслығын юғалтҡан, шуға ҡуҙғыған күс һымаҡ геүләй һәммәһе... Ана бит, күктәге бөләңгерт ай ҙа шул шау-шыуҙан арып, алйып, йыуылмаған батмустай, офоҡ ситенә эленеп ҡалтайған, көслөрәк тауыш сыҡһа, ҡайтауазға ҡаҡлығып, урынынан ҡубып, хәҙер түбәнгә тәкмәсер. Бәләкәй сағында әсәһенән һорағаны ла булды:

«Мин ҡайһы мәлдә тыуҙым, көндөҙмө, әллә төндәме?»

«Төндә. Айлы төндә. Палата эсен һыу һымаҡ яҡтырта ине тулған ай».

Уның игеҙ һыңары һымаҡ күктәге ай, ғүмеренең хәтерҙә ҡалыр мәлдәрендә, юғарыға ҡара, мин бит бында, тигәндәй күҙгә бәрелеп күренеп тора. Әле айҙың да хәле үтә мөшкөлгә оҡшаған. Теге саҡ, Ғаязды тәү тапҡыр тап иткәнендә, йоҡоһо ҡасҡанда тулған ай бүлмә эсен әкиәттәгеләй көмөш нурҙарына тултырғайны...

Үҙәген әсеткән әсе төтөн менән бергә аңына яңы ғына барып еткән уй көтмәгәндә зиһенен тертләтеп ебәрҙе: «Ғаяз бит уны яңғыҙлыҡтан ҡотҡарыу сараһын эҙләй!.. Ул бит уның бала һөйгөһө килеүенә төшөнгән. Ҡыҙ бала, ти бит, һөйкөмлө, ти...»

Сигаретын ырғытты ла ашығып инде, йоҡо бүлмәһенең утын ҡабыҙып, үрле-ҡырлы йөрөргә тотондо, башы тиҙ әйләнде, түшәгенә ултырып тотош кәүҙәһен ҡайҡайтты, йоҡомһорағандай күҙҙәрен йомдо. Тыштан боҙ ҡаялай һалҡын, һәммәһенә битараф һымаҡ күренһә лә, уның эсендә утлы ҡойон ҡайнай. «Әсәйемде уятып кәңәшләшергәме икән? Юҡ! Был мәсьәләне ул, бары ул ғына хәл итергә тейеш! Йәнә шуны алдан һиҙә: теләгенән баш тартырға өгөтләп һүрәсәк уны әсәһе, әллә ниндәй сәбәптәр уйлап табасаҡ, кире ҡаҡҡыһыҙ дәлилдәр килтерәсәк...»

Кинәт алға ынтылды ла, телефон трубкаһын ҡалҡытып, таныш номерҙы йыйҙы:

– Ғаяз, ғәфү ит, ете төн уртаһы икәнлеген дә беләм... Кисекмәҫтән мине теге бала табыу йортона алып бар! Юҡ, иртәгә түгел... Ул баланы хәҙер күрергә теләйем!

Бала табыу йортона уларҙы төн уртаһында кем генә индереп торһон инде! Таңға ҡәҙәр, эш көнө башланғансы, кисектереп торорға тура килде. Ғаяз менән инеп ҡаранылар сабыйҙы. Ҡып-ҡыҙыл йомарсыҡты ап-аҡ биләүгә төрөп һалғандар. Буйы ла беләк буйы самаһы ғына. Янына кешеләрҙең инеүен белде әллә – бүлтек иренен сәпелдәтеп, ашағыһы килеүен һиҙҙертте. Шуларҙы яратып күҙәтте лә бәхетле йылмайып ебәрҙе, тартынып ҡына Ғаязға һирпелде, ә ул «оҡшаны бит, тәүәккәллә» тигәндәй башын һелкте.

Күңелендә бөрөләнеп тулышҡан теләген өтәләнеп, ашығып тормошҡа ашырҙы. Әсәһенең ҡаршы килеүенә, тырт-мырт итеп ризаһыҙ ҡыланыуына ла иғтибар итмәне. Кәрәкле документтарҙы юридик шартына килтереп тултырып, баланы алып ҡайтҡансы аҙна-ун көн самаһы ваҡыт уҙҙы.

Бала табыу йортоноң баш табибы уны кабинетына саҡыртты:

– Ҡайһылайыраҡ итеп оформить итәбеҙ? Опекун...

Әйтеп бөтөргә бирмәй бүлдерҙе:

– Мөмкин булһа, минең балам итеп!

– Мөмкин түгел шул, ташлап китһә лә, уның әсәһе бар, бер көн килеп ташлағанын таптырыуы ихтимал.

– Нимә эшләргә ул саҡта?

– Белмәйем. Уйлашайыҡ.

– Минең исемгә ауырлы ҡатын картаһын тултырып булмаймы? Асығыраҡ итеп әйткәндә, мин ауырлы булып һеҙҙә иҫәптә торғанмын һәм ошо ҡыҙҙы тапҡанмын.

– Ә был бала?

– Ә ул тыуғандан һуң өс көн үткәс – үлгән! Теге ҡатын һорай ҡалһа, шулай тип әйтерһегеҙ. Минең өсөн ул – тыуҙы! – Ҡыйыу уйын нығытып ҡуйырға теләп, аҡса төргәге сығарҙы ла баш табип яғына этте.

– Бөтә нәмә лә аҡсаға һатылмай, һеңлем. Беҙҙең араға аҡса мөнәсәбәттәре килеп инһә, һөйләшеүебеҙ килеп сыҡмаясаҡ!

– Ғәфү итегеҙ, мин яңылыштым! – Төргәкте йәшереүҙән башҡа сара ҡалманы.

– Һеҙ – иртәгәге көн кешеһе, ҡыйыу һәм әрһеҙ. Йәмғиәтебеҙҙә алыш-биреш мөнәсәбәттәре моронлай башланы бит инде, баҙар һеҙҙең кеүектәр өсөн. Биғәйбә, быларҙы һүҙ араһында ғына әйтеүем. – Ҡулындағы ҡәләмен өҫтәлгә туҡылдатып, баш табип биниһая ваҡыт өндәшмәй ултырҙы. – Һеҙҙең тәҡдим, дөрөҫөн әйткәндә, минең башыма инеп тә сыҡманы, шулай ҙа ҡыҙыҡлы фекер. Уны тормошҡа ашырырға мөмкин, тик сер ике арала ҡалған осраҡта.

– Уның өсөн мин ни эшләргә тейешмен?

– Ихлас итеп рәхмәт әйтергә.

– Шул ғынамы?

– Эйе, шул ғына.

Ыңғай хәл ителде уның үтенесе, баланың исемен таныҡлыҡҡа Гөлкәй, ә атаһын Ғаязовна тип яҙҙыртты. Шул мәлдә, берәйһе күреп ҡалмаһын тигәндәй, тирә-яғына һипһенеүле ҡарашын атты.

Ошоғаса динде бар тип тә белмәгән әсәһе, уны аптыратып, көтөлмәгән тәҡдим яһаны:

– Балаға исемде мулла саҡыртып, ҡолағына ҡысҡыртайыҡмы икән әллә? Өсәүләп мәсеткә барып әйләнгәндә лә килешер. Ни тиһәң дә, беҙ – мосолмандар, иманға хилафлыҡ килмәҫ ине. Башта ҡаршы килһәм дә, тәү күргәс үк был бала оҡшаны, күңелемә ятты. Хәҙер уны, Хоҙай Тәғәләнән рөхсәт алып, үҙебеҙҙеке итәйек.

– Әсәй! – Ғәжәпләнеп уға бер аҙ текәлгәндән аҙаҡ аптырағандай һораны: – Һин динде бар тип тә белмәй инең, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе иҫкелек ҡалдығы тип һанға һуҡманың, әле шуларҙы үтәмәксеһеңме? Ышанғы килмәй!

– Олоғайҙым бит инде, ҡартайған һайын күп нәмә иҫкә төшә икән ул.

Баланы бағыу әсәһенә ауырға төшөр тип, юғары белемле, яңы ғына институт бөтөргән тәрбиәсеһен дә тапты. Хеҙмәтсе менән һөйләшкәндәй, тегенең алдында дорфа ҡыланды. Белһен хеҙмәтсе уның кемлеген һәм үҙенең биләгән урынын.

– Беҙҙә йәшәрһегеҙ, йәшәр урынығыҙ юҡлығын беләм. Бында урын етерлек. Туҡланыу ҙа ошонда, ул хеҙмәт хаҡы иҫәбенә инмәй. Аҡсаға мохтажлыҡ кисермәҫһегеҙ, эшегеҙҙең сифатына ҡарап өҫтәрмен дә. – Саҙаҡа биргәндәй ҡыланып, ҡыҙҙың тубығына меңлек аҡса һалды. – Баланы балалар баҡсаһына биргәнгә тиклем бында эшләрһегеҙ, ары минең офисҡа, секретарь вазифаһына күсеү ихтималлығы бар, әле ул эштә йөрөгән ҡатын пенсия йәшендә. Алдан шуны иҫкәртмәксемен: баланы – биләүҙән, тигән әйтем бар, ҡыҙымды беренсе көндән үк бизнес-леди итеп тәрбиәләү – беренсе бурысығыҙ.

Хәйҙәр ТАПАҠОВ.

(Аҙағы бар)

Автор: Лилия Такаева
Читайте нас