Повестың аҙағы. Башы түбәндәге һылтанма буйынса:
https://ejansura.ru/articles/hikaya/2025-05-15/y-nn-t-ulyshy-4234715
* * *
Шул тиклем күп зәғиф баланы бер юлы күреүҙән Инсаф шаңҡып ҡалды башта. Тиҙерәк сығып ҡасҡыһы килгәнгә уңайһыҙланып китте. Нимә эшләргә белмәй тирә-яғына ҡаранды.
– Сәләмәттәрен алып бөтәләр хәҙер. Быныһы Аллаға шөкөр инде, – тине бала бағыусыларҙың береһе уның хәлен ҡарашынан аңлап. – Бында ауырыуҙары ғына ҡала. Операция яһап һауыҡтырырҙайҙарын да алғылайҙар. Бигерәк тә сит илдекеләр. Уларҙың бит дауаларға мөмкинлектәре лә, аҡсалары ла бар. Һуңғы осорҙа беҙҙекеләр араһында ла ундайҙар осраштыра башланы.
– Бөтөнөһө лә шул ҙур аҡсаға барып төкәлә шул. Бәғзеләренә ярҙам итеп тә булыр ине, – тип башҡалар ҙа һүҙгә ҡушылды. Яңыраҡ булған ҡыуаныслы ваҡиға хаҡында һөйләп ташланылар.
Бөйөр сиренән яфаланған һәм ғүмере ҡыл өҫтөндә ҡалған бер сабыйға операция яһатыу өсөн аҡса тапҡандар. Баланың да даланы бар икән. Операция уңышлы үткән. Был ғына ла түгел, больницала уны уллыҡҡа алырға теләгән мәрхәмәтле кешеләр осраған.
– Дилбәрҙең тырышлығы инде. Ул бит йөрөнө йыландай телен сығарып байҙан байға, – тинеләр.
Инсафҡа был ғәжәп тойолдо. Самаһыҙ ҡырыҫ, терпе кеүек сәнскәк ҡатындың билен бишкә бөгөп аҡса теләнселәп йөрөгәнен күҙ алдына килтереүе ҡыйын ине. Шунда ғына уның һыҡмырлығының серен аңланы. Нисә ҡарама, шул һиҙрәп бөткән джинсы, осһоҙ куртка. Ә инде ашауға аҡса йәлләүенән әсе телле Байым нисек кенә көлмәй. Шуларҙы уйлап, оялыштан сикәләре янып китте.
Был бөтмәҫтәй оҙон көндә Инсаф Дилбәрҙең «киң күңел кәрәк» тигән һүҙҙәрен ҡабат-ҡабат уйланы. «Киң генә түгел, бөйөк күңел кәрәктер бында сыҙар һәм ҡабат-ҡабат килер өсөн».
Эңер төшә башлағас, иләмһеҙ ҙур башлы бер баланы көн буйы йөкмәп йөрөткән Дилбәр Инсафҡа:
– Һин сыға тор, – тип өндәште. Уның эске көсөргәнештән керештәй тартылғанын тойған егет өнһөҙ һорау менән ҡараны.
– Динис менән беҙҙең хушлашыу мәхшәрен күрмәһәң, нервың нығыраҡ булыр, – тип йылмайыу ишараты сығарырға маташты Дилбәр. Инсаф, уның нимә тип әйтергә теләгәнен аңламаһа ла, йәһәт кенә кейенергә китте. Ишеккә етер-етмәҫтән, ҡолаҡ ярғыс илау тауышы ҡыуып етте. Һиҫкәнеп боролһа, әле генә Дилбәрҙең яурынына башын һалып, зәғиф аяҡ-ҡулын иҫке сепрәк кеүек йәнһеҙ һәлберәтеп йөрөгән өнһөҙ-тынһыҙ бала үҙен тартып алырға маташҡан тәрбиәселәр менән айҡаша. Ирекһеҙҙән, күҙҙәренә йәш төйөлгән Инсаф был күренештән ҡасырға ашыҡты.
Бер нисә минуттан сәсе-башы туҙраған, биттәре ҡыҙарып янған Дилбәр ҙә йүгереп килеп сыҡты. Машинаға ултырыу менән, ишекте шапылдатып ябып:
– Киттек бынан тиҙерәк, – тине лә, башын артҡа ташлап күҙҙәрен йомдо. Ҡулдарын йоҙроҡлап, бармаҡтарының ҡалтырауын баҫырға тырышты.
* * *
Балалар йортонан байтаҡ алыҫлашҡас ҡына үҙ алдына һөйләнгәндәй, һүрәнке тауыш менән һүҙ башланы.
– Судтан һуң мине һаҡ аҫтында конвой машинаһына алып сыҡтылар. Язаның ҡатылығына шаңҡып, һаман да ни хәлгә төшкәнемде аңлап етмәй инем. Шул саҡ өс йәшлек кесе улым, «әсәй» тип ҡысҡырып, тубығымдан ҡосаҡланы. Бысраҡ тротуарға теҙләнгәнмен дә уны күкрәгемә ҡыҫҡанмын. Ә һаҡсы автоматы менән тишерҙәй итеп арҡама төртә. «Ярамай, гражданка, ярамай», – тип ҡысҡыра. Кеше йыйылып киткән. Баламды ысҡындырырға тырышам, ә ул, йәтсә кеүек йәбешкән дә, ебәрмәй. Әсәйем менән атаһы ике яҡтан тартҡылай. Ә ул сәсемдән умырып тотоп алған да, бәләкәс кенә бармаҡтарын яҙырға һис әмәл юҡ.
Ҡайҙан килгән шул яшыҡ ҡына сабыйға өс өлкән кешенең йән әсеһе менән йолҡҡолауына бирешмәҫлек ҡөҙрәт?
Инсаф Дилбәрҙең ағарып киткән йөҙөнә һирпелеп ҡарап ҡуйҙы, тик йыуатырлыҡ һүҙ таба алманы.
– Хәйер, ниңә һөйләп торорға, шундай уҡ ваҡиғаға бөгөн үҙең шаһит булдың, – тип дауам итте ҡатын. – Ошо һауһыҙ тәнгә, ғәрип ағзаларға ҡайҙан килә һуң ул шундай көс? Наҙға сарсаумы, яңғыҙлыҡтан ҡурҡыумы был?
Йылдан ашыу, һәр хушлашҡан һайын бына шулай айҡашабыҙ. Бер-беребеҙҙе шулай ғазаплайбыҙ.
Дилбәр башын күкрәгенә һәлендергән килеш шымды. Ҡабат һөйләй башлағанда, тауышы һығылып, күҙ йәштәренә мансылып сыҡты.
– Аҡтыҡ көсөн исраф итеп мине, дөрөҫөрәге, уның өсөн миндә кәүҙәләнгән һөйөү менән наҙҙы ебәрмәҫ өсөн һуғыша. Әле ул, мин беләм, яр һалып аҡырып ята. Унан үлек кеүек ятасаҡ бер килке. Бер нәмәгә лә әүрәмәй, ашамай, эсмәй... Тәүҙәрәк мин быны юҡһыныуҙан, миңә бауыр баҫҡандан, тип уйлай инем. Сөнки миңә тиклем ул күндәм булған, бер ваҡытта ла улай ҡыланмаған. Ә хәҙер, тоҡанған өмөтө өҙөлөүҙән, сираттағы алданыу әсенешенәндер, тип уйлайым. Тимәк, мин уға ғазап ҡына килтерәм. Килеп терелтәм дә, китеп үлтерәм. Туҡтауһыҙ язалайым.
– Ә, минеңсә, улай түгел, – тине Инсаф байтаҡ уйланып барғас.
– Ә нисек?
Егет аҙыраҡ бара бирҙе лә машинаны юл ситенә туҡтатты.
– Күрәһеңме, һинең менән һөйләшеү еңел түгел. Башты гел көсөргәнештә тоторға тура килә, – тип көлөмһөрәп әйтеп ҡуйҙы тәүҙә. Шунан, сабырһыҙланып көткән Дилбәргә иғтибар итмәгәндәй, уйланып ултыра бирҙе. – Һин үҙеңдең кисерештәреңде, тәжрибәңде балаға күсерәһең шикелле ул. Моғайын, бөтәбеҙ кеүек үк иғтибарға мохтаж булған Динис тора-бара уның юҡлығына күнгәндер. Үҙенең дөм ҡараңғы донъяһына батып әкрен генә һүнә барғандыр. – Аҙ һүҙле Инсафтың ҡапыл шулай оҙон итеп һөйләй башлауы Дилбәргә генә түгел, уның үҙенә лә ғәжәп ине, буғай. Үҙ-үҙенә ҡолаҡ һала биреп торҙо. – Ғөмүмән, тома һуҡыр баланың донъяһы тураһында нимә беләбеҙ беҙ?
...Унда яҡтылыҡ та, төҫтәр ҙә юҡ. Ул бары тик тауыштарҙан һәм һиҙеүҙән генә тора, һәм шунда ниндәйҙер мәлдә бер яғымлы тауыш ишетелә. Һинең тауышың ысынлап та матур. Бына ошо тауыш уның эргәһендә туҡтап ҡала.
Шунан ул һинең тын алышыңды ишетте, һинән аңҡыған хуш еҫте, һинән ағылған йылыны тойҙо. Һин уның эргәһендә туҡтаның. Уның янында... Аңлайһыңмы уның өсөн был ваҡиғаның ниндәй мөғжизә булғанын?
Ә бит ул бик яҡшы белә, көн оҙоно уның тирәһенән тыпыр-тыпыр кемдәр генә үтмәй – тәрбиәселәр, бала ҡараусылар – тик оҙаҡҡа туҡтамайҙар. Тимәк, хәҙер һин дә китәсәкһең. Шуға күрә ул өмөтләнергә лә ҡыймайынса тағы ла бөршәйеберәк ята. Ул инде тәжрибәле: күнеү өмөтләнеүгә ҡарағанда еңелерәк. Сөнки аҡланмаған өмөт һыҙландыра. Тик һин һаман тораһың, тын алаһың. Бына һинең һулыш яҡыная. Дөм ҡараңғылыҡтың бөткөһөҙ ғазабында ятҡан бала өсөн ул йәннәт һулышы булып тойолғандыр.
Бына һин уға ҡағылаһың. Ҡулың бер кемдекенә лә оҡшамаған. Уны йыуындырған, ашатҡан, кейемен алмаштырған тилбер, әммә һәр ваҡыт ашыҡҡан ҡулдар кеүек түгел, ҡытыршыраҡ, ҡатыраҡ, әммә шундай йылы, рәхәт...
Бармаҡтарың саҡ ҡына ҡалтырай, сөнки һин, бер яҡтан, уны йәлләйһең, икенсе яҡтан, зәғиф тәненән ҡурҡаһың. Тик был ҡулдар бер аҙҙан тыныслана – уларҙан наҙ ғына ағыла башлай. – Инсафтың тауышы бәрхәт кеүек йомшаҡ, ул күкрәктән гөрөлдәп кенә сыға ла рәхәт итеп ҡолаҡты иркәләй, күңелгә үтеп инә. Дилбәр үҙенең эзбиздән ашалып, штукатурканан тупаҫланып бөткән ҡулдарына беренсе тапҡыр күргәндәй иғтибарлап ҡарай һәм уларҙан, ысынлап та, наҙ ағылғанын һиҙә.
– Шунан һин уны күтәреп күкрәгеңә ҡыҫаһың. Тап шул ваҡытта ул һине бөтә донъянан айырып торған иң мөһим нәмәне тоя. – Инсаф туҡтап уйға сумды. Ә Дилбәр йотлоғоп уға текләгән, сөнки иң мөһим нәмәне тиҙерәк белгеһе килә.
– Ул бөтөнләй башҡа ысынбарлыҡтың барлығын һиҙә. Икенсе, бәхетле мөмкинлектең барлығы асыла уға. Бөтөнләй башҡа мөнәсәбәттәрҙең барлығын асаһың һин уға.
Дилбәр түҙмәй.
– Нисек? – тип ашыҡтыра ул, сөнки был яуапҡа эйәреп уның үҙ донъяһына ла ҡот ҡайтыр кеүек...
– Һин уны күкрәгеңә ҡыҫыу менән ул үҙенең дә һиңә кәрәклеген һиҙә. Аңлайһыңмы айырманы: бығаса ул үҙенә башҡаларҙың кәрәклеген генә белә ине. Ул наҙға, һөйөүгә, иғтибарға мохтаж ине. Әле ул үҙенең дә кемгәлер кәрәклеген, кемдеңдер уға ла мохтаж икәнен тоя. – Инсаф әсенеп ҡулын һелтәне. – Һөйләп аңлатыуы ҡыйын шул бындай нәмәне.
– Һөйлә, – тине Дилбәр. – Ҡайһы берҙә аңлашылмаҫ кеүек тойолған нәмәләрҙең дә шифаһы тейә.
– Шифа тигәндән, мин уның һиңә нисек итеп һыйынғанына иғтибар иттем бөгөн, – тине Инсаф. – Ул бит, үҙенең энергияһын биреп, һинең йәнеңде имләргә тырышты. Ә кешегә был донъяла йәшәр өсөн үҙенең кәрәклеген аңлауҙан да мөһимерәк нәмә юҡ.
– Һин шулай тип уйлайһыңмы? – Дилбәр тылсымға арбалған кеүек тирә-яғына ҡараны. Һил ҡараңғылыҡты бары машинаның фарынан төшкән яҡтылыҡ ҡына шыйыҡлата. Эргәлә генә урмандың ҡара шәүләһе. Яйлап ҡына ҡар яуа башлаған. Ҡар бөртөктәре яй ғына өйөрөлә, әммә ергә төшөргә ашыҡмай. Дилбәргә күптән инде онотолған рәхәт тойғо, юғалған, һәм был мәңгелеккә юғалғандыр, тип уйлаған йәннәттең һулышы еңелсә генә ҡағылып үткән кеүек булды.
«Һөйөү бәрәкәтле ямғыр кеүек йыһандан һәр саҡ яуып тора, тик үҙебеҙ генә усыбыҙҙы йомоҡ тотабыҙ».
Дилбәрҙең доға уҡығандағы кеүек усын асҡыһы килде.
– Уның хәҙер һин киткән саҡта өҙгөләнеүе ҡайғынан ғына түгел бит. Тауышында үҙ-үҙенә ҡарата эске бер баһа яңғырағанын ишетмәнеңме ни? Ул хәҙер үҙен тыңлаған кеше барлығын белгәнгә күрә шулай ҡысҡыра. Ул берәүҙең ысын йөрәктән уны яратҡанын белеп ҡысҡыра, сөнки уға ла талап итергә мөмкин икәнен белә. Аңлайһыңмы?
– Юҡ, аңламайым.
– Бер ваҡыт апайым ике йәшлек балаһын беҙҙә ҡалдырҙы. Ул тыңлаусан ғына йөрөнө, нимә бирһәк, шуны ашай, уйнатһаң, уйнай, йоҡларға һалғайныҡ, мыжымай ғына күҙен йомдо. Ә әсәһе килеп инеү менән алмаштырған кеүек: көйһөҙләнә, киреләнә, тыңламай башланы. Шул саҡ әсәйем: «Үҙ әсәһе янында балаға ҡайһылай рәхәт, – тине. – Нимә генә ҡыланһа ла әсәһенең уны яратҡанын белә».
Шуның кеүек, әле Динис та буҫлығыуҙан саҡ тын алып яталыр, бәлки. Тик ул, һин уйлағанса һүнмәй, бары киләһе осрашыуға көс туплай.
Шулай булғас, һин уның илағанынан ҡурҡма. Моғайын, быға тиклем йыйылған өмөтһөҙлөгөн шулай сығарырға кәрәктер уға. Шул рәүешле күкрәгендә наҙға урын бушаталыр. Ул әле киләһе осрашыуығыҙға һиңә хоҡуғы барлығын тағы ла көслөрәк итеп белдерергә хәл йыйып яталыр.
– Һиңә шағир булырға кәрәк. – Дилбәр һоҡланыуын йәшерә алмайынса башын сайҡап ҡуйҙы.
– Юҡ, – тип көлөмһөрәне Инсаф. – Минән бик һәйбәт адвокат сығыр тип өмөтләнәм.
Әммә Дилбәр тылсымдың йоғонтоһонан ҡотолорға теләгәндәй битен һыпырҙы. Әкиәттә рәхәт, тик ысынбарлыҡтың аяуһыҙлығын оноторға ярамай.
– Әле үҙеңдең һөйләгәндәреңә ысынлап та ышанаһыңмы? – тип һораны ул. Тауышы ғәҙәттәгесә ҡырыҫ, ҡатҡыл яңғыраны. Ебеп төшөүенә, кәрәгенән тыш асылып ташлауына йәне көйгәне һиҙелде.
– Юҡ, – тине Инсаф. – Ышанмайым. – Юрый ҡыланғандай, һүҙен бүлде, шунан һуң боролоп Дилбәрҙең күҙенә ҡараны. Был күҙҙәрҙән ышанмау, ышанырға теләмәү, алданыуҙан ҡурҡыу Дилбәрҙең күңеленә шул тиклем тәрән үтеп ингәнен һәм ҡорт кеүек йәнен кимергәнен күрҙе. – Шулай икәнен беләм. Бөгөн көнө буйы шуға шаһит булдым. Башҡалар ҙа уның йылмайырға өйрәнеп барғанын, аяҡ-ҡулы нығынғанын күрә.
– Инде нимә эшләргә һуң? Бер-беребеҙҙе артабан да ғазапларғамы?
– Һин уны көтөргә, ышанырға өйрәтеп ҡара. Үҙеңдең уны бер ваҡытта ла ташламаясағыңды аңлатырға тырышҡаның бармы? – Дилбәр өндәшмәгәс, үкенес менән: – Тик һин бит үҙең дә кешеләргә ышанмайһың, – тип ҡуйҙы.
– Әгәр ул, ышанырға өйрәнеп, ялған алдында ярҙамһыҙ ҡалһа?
– Ул ышанырға өйрәнһә, донъя үҙенең яҡты яҡтары менән дә асылыр. Унда ялған менән хыянат ҡына түгеллеген белер. Тормоштоң тик хыянаттан ғына тормағанын һин үҙең дә бик яҡшы беләһең.
– Белмәйем.
– Белгәнһең, тик онотҡанһың ғына... Ә һин үҙең, үҙең бит уны алдамаясаҡһың?
Дилбәр өндәшмәне. Инсаф машинаны ҡабыҙҙы. Өфөгә барып еткәнсе һөйләшмәнеләр. Баш ҡағып ҡына хушлашҡандан һуң Дилбәр ятағына инеп китте. Машинаны һаҡлауға ҡалдырып ҡайтып барғанда ла Инсафты бығаса бер ваҡытта ла кисерелмәгән сәйер халәте ташламаны. Гүйә, ул ысынбарлыҡтың икенсе бер кимәле, бығаса барлығын да белмәгән тәрәнлеге һәм юғарылығы менән осрашты. Уның әлегә тиклем тормошто, кешеләрҙе бөгөнгөләй тойғаны юҡ ине. Шуға күрә кисерештәренең тамсыһын да сайпылтмаҫҡа тырышып һаҡ ҡына баҫып ҡайтты. Бүлмәлә яңғыҙы ғына булғанын иҫенә төшөрөп ҡыуанды, сөнки бер кем менән дә һөйләшкеһе килмәй ине. Тик үс иткәндәй, әхирәттәре араһында шарылдығын сығып һөйләшеп торған Ләйсән менән йөҙмә-йөҙ осрашты.
– Бәй, һин ауылға ҡайтманыңмы ни? – тип ғәжәпләнде ҡыҙ. Эйәреп бүлмәгә инергә йыйынғайны, Инсаф, үҙе лә белештермәҫтән, уның юлын бүлде.
– Эшкә сығырға тура килде, – тине. Ҡыланышы өсөн ғәфү үтенгәндәй йомшаҡ тауыш менән ҡәтғи итеп өҫтәне. – Шул тиклем арытылды. Сисенергә лә йығылырға ғына. Һин мине аңла инде, йәме.
Бығаса күҙенә ҡарап, үлә яҙып торған егетенән быны көтмәгән ҡыҙ, бер нәмә лә аңламайынса ишек төбөндә баҫып ҡалды.
* * *
Йәне яралыларға, өмөтһөҙҙәргә, яңғыҙҙар һәм етемдәргә донъя Яңы йыл алды көндәрендә айырыуса аяуһыҙ. Рекламалар, биҙәлгән шыршылар, байрам тип аҡылдан шашҡан һәм аҡылдан шашырға саҡырған телевидение һәм радио, бер йыллыҡ табышты бер аҙнала алып ҡалырға дәртләнеп күҙҙәре һазлаған һатыусылар, дөйөм тилелектә аңдары томаланып бүләк эҙләгән һатып алыусылар һине лә ошо хыялый өйөрмәгә өҫтөрәй. Ә инде хәлең, теләгең йәки мөмкинлегең юҡ икән, йәшәргә лә хоҡуғың юҡ кеүек тойола башлай. Шулай итеп, тормошто йәмләргә тейешле көндәр ҡыуанысҡа айырыуса мохтаж кешеләрҙең ғазабын тағы ла нығыраҡ арттыра. Статистика буйынса байрам ваҡыттарында үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар һаны ғәҙәттәгенән күберәк булыуы хаҡында ҡасандыр уҡығаны бар ине Дилбәрҙең. Яңы йыл яҡынлашҡан, донъяла шау-шыу көсәйгән, шыршылар нығыраҡ ялтыраған һайын уның да ҡурҡыуы артты: был көндәрҙә нисек тере ҡалырға. Элеккеләрҙе мөмкин тиклем уйламаҫҡа, ҡалҡыуыс кеүек өҫтән генә йөҙөргә тырышырға, башкөллө эшкә бирелергә ҡарар итте ул.
Аҡты илап беҙҙең ҡарға һалған эҙҙәр...
Һин минең һағыштарым...
Ең һыҙғанып түшәм шымартып йөрөгән Дилбәр башы әйләнеп, баҫып торған еренән өҫтәлгә сүгәләне. Улар Харис менән ошо көйгә бейергә ярата торғайны. Дилбәр ҡапыл иренең еҫен, ҡулдарының йылыһын, ирендәренең сәсенә ҡағылыуына тиклем тойҙо. Ә бит үҙен һуңғы арала оноттом, онотоп барам тип ышандырырға тырыша башлағайны.
Һин минең һағыштарым, юғалтыу-табыштарым...
Түҙгеһеҙ ине был үҙәк өҙгөс бәхетле минуттарҙы хәтергә төшөргән бәрхәт тауыш. Ошо моңға сорналып өйөрөлгән саҡтағы тойғоларҙан мәхрүм булып йәшәүҙең бер ниндәй мәғәнәһе лә юҡ ине. Мәғәнәһе лә, кәрәге лә юҡ. Сараһы ла ҡалмай бара. «Йөрәгең шартлап үлһәң ине». Тик әҙәм балаһы ҡайһылай сыҙам, әрһеҙ. Дилбәр аҡтыҡ көсөн йыйып һикереп төштө лә күрше бүлмәгә атылды. Радиоалғысты розетканан тартып һүндерергә ынтылды ла, нимәгәлер абынып һөрлөккән ыңғайға, уны ҡолатып төшөрҙө. Һаман да өнө тығылмағанға йәне сығырҙай булып тибеп ебәрҙе. Донъяға булған бөтөн асыуын һалып, тағы, тағы типте. Барыһы ла эштәрен ташлап уға ҡараған. Шунда ғына үҙенең ни ҡыланғанын абайлағандай ватыҡ радиоға текләп торҙо ла: «Әйттем бит мин һеҙгә», – тип сығып китте. Тешләнеп йәнә эшенә тотондо.
Егеттәр ни тиергә лә белмәй аптырап тора бирҙе. Дилбәрҙең яңынан түшәмде шымартырға керешкәнен ишеткәс кенә, Байым:
– Психопат, – тип һуҡрана-һуҡрана ватыҡ радио янына барып сүгәләне. Уның эшкә ашырлыҡ хәлдә түгел икәнен күргәс, йәне көйөп төкөрҙө лә сүп-сар тоғона алып барып тыҡты. – Нимә тип әйткәйне һуң ул?
– Бәлки, эш ваҡытында радио тыңламағыҙ тип әйткәндер? – тине егеттәрҙең береһе. – Бәлки, музыка яратмайҙыр.
– Яратмаһа, ҡолағын тыҡһын. Беҙ уға ҡолмо әллә!
Түшәмде ялтыратыу йәшәү менән үлемгә торошло булғандай туҡтауһыҙ йышты ла йышты Дилбәр. Эшен бөтөргәндән һуң, бер кемгә лә күтәрелеп ҡарамайынса сығып китте.
* * *
Заказсы ҡабаландыра һәм хатта тиҙләткән өсөн өҫтәп түләргә лә әҙер ине. Шуға күрә Дилбәр утыҙ беренсе декабрҙә эшләүҙе һәр кемдең үҙ ихтыярына ҡуйҙы. Кемгә аҡса кәрәк, теләһә, төнө буйы эшләһен, кем байрам итергә теләй, бөтөнләй килмәһә лә була.
Дилбәр өсөн Яңы йыл байрамы ғүмер буйы мөһим булды. Бәләкәй саҡтан уҡ ул уны мөғжизә көткәндәй ҡаршы ала һәм ул мөғжизәләр, ысынлап та, булып тора ине.
Харис та был байрамды ярата һәм үҙенә генә хас оҫталыҡ менән тормошто тотош бер әкиәткә әйләндереп ебәрә торғайны. Һуңғы тапҡыр бергә үткәрергә насип булған Яңы йылды улар Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда ҡаршыланы. Иртәнсәк балалар уянғансы улар өйҙә ине инде. Шуға күрә Яңы йыл яҡынлашыу менән Дилбәр үҙенең мәхрүмлеген нығыраҡ тоя һәм һағыныу менән һағыш упҡынына батҡандан-бата бара ине.
Бөгөн иртәнсәк үҙен: «Был кешеләр тарафынан шартлы рәүештә тәғәйенләнгән бер төн генә, бәхет тә, бәхетһеҙлек тә уны нисек үткәреүгә бәйләнмәгән», – тип өгөтләй-өгөтләй торҙо. Эшкә барышлай «Техно»ға инеп Байымға магнитофонлы радиоалғыс алды.
Дилбәр килгәндә эштә үткәргән һәр минуты менән әсәһенең ғүмерен оҙайтҡанын уйлап ашыҡҡан Инсаф менән дуҫына Ишәй кеүек береккән Байым дөбөр-шатыр стена емерә ине. Дилбәрҙең холҡонан биҙер булып бөткән егеттәр эштәренән туҡтап һаҡ ҡына сәләм бирҙе. Ә ул йәтеш кенә ҡумтаны Байым алдына алып барып иҙәнгә ҡуйҙы ла йыуаш ҡына:
– Ғәфү ит инде мине, йәме? – тип үтенде. – Күпме теләһәң, шул тиклем тыңла...
Шунан ең һыҙғанып эшкә тотондо. «Арманһыҙ булып арырмын да, ҡайҙа хәлем бөтә, шунда йығылып йоҡлармын. Бер төндө нисек тә үткәрермен», – тине. Әммә көн кискә ауышып эңер төшә башлау менән һағыш әсеһенең ҡан тамырҙары буйлап ағыу булып аҡҡанын һәм бар булмышын биләп алғанын тойҙо. Матди тиерлек ине ул һағыш. Дилбәр был лайлалы, йәбешкәк һағыштың бысраҡ йәшел төҫөн дә, уҡшытҡыс еҫен дә тоя. Бына ул уның аңын томалай һәм уйларға бирмәй. Ә Байым аҡыртып ҡуйған радиоалғыстан Яңы йыл һәм яңы бәхет тип аҡылдан шашҡан донъяның тантаналы ауаздары ҡолаҡты ярып инә, Дилбәр был тауыштан йәшенергә тырышып тағы ла тырышыбыраҡ, тағы ла йәһәтерәк эшләргә маташа.
Шул саҡ бер баланың:
Шыршы, шыршы, йәшел баш,
Йәшел баш та бөҙрә сәс... –
тип шиғыр уҡығаны ишетелде.
Стена шымартып маташҡан Дилбәрҙе хәнйәрҙәй телеп төштө түҙгеһеҙ ауыртыу. «Юлдаш» радиоһынан балалар ата-әсәләрен етеп килгән Яңы йыл байрамы менән ҡотлай. Ҡасан ғына әле Иҙрисе, унан Салихы һөйләй ине был шиғырҙы. «Шырршы, шырршы». Салихының «р» хәрефен ауыҙында нимәлер тәгәрләткәндәй мәрәкә итеп әйткәне, алма кеүек алһыуланып торған нәфис йөҙө, бөҙөркә сәстәре айырым-асыҡ булып күҙ алдына баҫты. Артабан был күтәренке кәйеф ағымында бер генә минут артығыраҡ ҡалһа ла аҡылдан шашасағын тойған Дилбәр алғы бүлмәгә атылды. Кейем-Һалым араһынан курткаһы менән шарфын һөйрәп сығарҙы ла зал яғында перфоратор менән эшләгән Инсафтың эргәһенә килеп өндәшмәй генә усын йәйҙе.
– Нимә? – Егет туҙандан кейгән күҙлеген сисеп уға боролдо.
– Асҡыс, – тип һығып сығарҙы Дилбәр.
Алдан уҡ һөйләшелеп ҡуйылғайны: байрамда машина егеттәрҙә буласаҡ. Улар дуҫ ҡыҙҙарына Өфөнөң бөтә шыршыларын да күрһәтеп сығырға вәғәҙә итеп бөткәйне. Иртәгәһенә елдертеп кенә ауылға ҡайтып урарға ла ниәттәре бар ине. Шуға күрә Инсаф аптырап ҡалды. Тик бер һүҙ әйтһәң, гөлтләп ҡабынырға торған Дилбәргә ҡаршы төшөргә баҙнаты етмәне. Кеҫәһенән асҡыс алып усына һалды. Дилбәр ҡырт боролоп сығып киткәндән һуң ғына хата эшләгәне башына барып етте. Бындай хәлдә рулгә ултырырға яраймы ни? Икенсе бүлмәлә мәшәҡәтләнеп был хәлде абайламай ҡалған Байым дуҫына:
– Әллә ниндәй ҡырағай бер бәндә икәнен беләһең дә инде... Беҙгә нәмә кәрәк? Аҡса. Теп-теүәл йөҙ илле меңде йыябыҙ ҙа, хуш, Хәйрүш, тип һөйләштек тә баһа, – тип үтә тәрәнгә төшөп китергә ирек бирмәне. Шунан йәне көйөп:
– Уртаҡ малды эт еймәҫ, – тине лә лап итеп бысраҡ ултырғысҡа ҡунаҡланы.
– Уртаҡ түгел, – тине Инсаф. – Машина уныҡы. Шулай булғас, бөтәһе лә ғәҙел. Иренеңде һәлберәтмә. Әйҙә, бөгөнгә етте. Машина булмағас, эштән иртәрәк китергә кәрәк.
* * *
Меңдәрсә уттары менән емелдәгән, унан да, бынан да байрамса кәйефле кешеләрҙең көлөшкән тауыштары ишетелгән, ҡыуаныс урғылған елбәҙәк ҡаланан, уның һағышына төкөрөп тә бирмәгән шаталаҡ, бәхетле ҡаланан тиҙерәк ҡасырға кәрәк ине.
«Шыршы, шыршы, йәшел баш...» – тип ғазапланы зиһененә ҡаҙалған сағыу тауыш.
– Уларға минең кәрәгем юҡ, – тине Дилбәр. – Беренсе тапҡыр үҙен ошо әсе дөрөҫлөктө танырға мәжбүр итте. – Минең уларға кәрәгем юҡ, – тип тағы-тағы ҡабатланы. – Аталары менән яңы әсәләре, Харис улар өсөн бөтәһен дә эшләй.
Күңеле баҙнатһыҙ ғына ҡаршы төшөргә маташҡас, Дилбәр йән көсөнә:
– Һин артыҡ уларҙың донъяһында. Ниңә һаман шуны аңламайһың, – тип аҡырып ебәрҙе лә, йән асыуы менән газға баҫты. – Улар бер нәмәгә лә мохтаж түгел, – тип ҡабатланы. Уға үҙен ошо дөрөҫлөккә күндерергә кәрәк. Шул саҡта уға тешләнергә, көрәшергә, иртә һайын артабан йәшәргә кәрәклеген иҫбатлап үҙеңде өҫтөрәп торғоҙорға кәрәкмәйәсәк. «Арыным, арыным, хәлем бөттө минең. Инде был донъяға бирергә бер нәмәм дә ҡалманы. Йәшәгем килмәй минең башҡа!»
Ҡалын ҡарағай урманына барып етер ҙә шырлыҡҡа инеп юғалыр. Йөҙйәшәр ағастың көслө олонон ҡосаҡлап бүре кеүек олор. Хәле бөткәс, ылыҫҡа түшәлгән зәңгәр ҡар өҫтөндә онотолор. Ябалаҡ ҡар, йоҡлаған балаһының юрғанын ҡымтыған әсәйҙәй уны ышаныслыраҡ йәшерергә, ҡапларға, йылытырға теләгән һымаҡ ҡутарылып яуыр ҙа яуыр. Ә ул ергә һеңергә, яҙғыһын ошонан нәфис сәскә булып шытып сығырға теләр. Күп тә үтмәҫ, боролоп урманға ингән эҙе лә, юл ситендә ҡалдырған машинаһы ла ҡар аҫтында ҡалыр.
* * *
«Әсәй, нишләп миңә асыуландың? Бөтә балаларҙы ла әсәйҙәре ярата, уларҙы ҡосаҡлай. Мин һине ҡосаҡланым, һинән ҡалмаҫҡа тырыштым, ә һин: «Алығыҙ минән был малайҙы!» – тип ҡысҡырҙың да машинаға ултырып киттең. Һин хатта минең арттан йүгергәнемде лә күрмәнең. Ҡул да болғаманың».
Дилбәр Салихы алдында аҡланырға тырышып үрһәләнә, тик, ниһайәт, баланың күҙ йәше менән сағыштырғанда үҙенең бөтә тойғоларының да ни тиклем әһәмиәтһеҙлеген аңлай. Әсәһен юғалтҡан бала өсөн унан аңҡыған төрмә еҫе, уның бысраҡ кейеме, ялбыраған сәстәре нимә инде.
Исмаһам, хәҙер хатаһын төҙәтергә теләп Дилбәр улына ынтыла, ҡосаҡларға теләй, тик ул көтмәгәндә юҡҡа сыға. Тик:
– Яңы әсәйем миңә гел ҡул болғай, – тигәне генә ишетелеп ҡала. Иҫенә килгәс, Дилбәр үҙенең ҡайҙа ятҡанын аңламай торҙо. Улы менән һөйләшеүҙең тик һаташыу ғына булғанына ышанғыһы килмәне. Ҡуҙғалырға маташты ла түҙгеһеҙ ауыртыуҙан тағы һушын юғалтты.
«Ә мин бит балаларымдың күңеле өсөн алышты башлап та тормайынса еңелдем». – Ошондай үкенес һәм салт аң менән күҙен асҡанда бөтөнләй ҡараңғы ине. Бензин еҫе килә. Күҙҙәрен генә йөрөтөп тирә-яғына ҡаранды. Моғайын, машина бик ҡаты аунаған да, юлдың икенсе яғындағы көрткә килеп сумған. Битен еүешләп аҡҡан ҡанды тойҙо. Күңелендә һил һәм рәхәт ине. Осраҡлы бер нәмә лә булмай. Тимәк, уға бына ошонда үлергә яҙған. Йәшәгең килмәгәндә, бына ошолай ғына китеп барыу яҡшылыр ул.
«Йәшәгең килмәгәндә...» Шул саҡ ниңәлер бер тапҡыр ҙа күрмәгән кеше, Инсафтың әсәһе хәтеренә төштө, һауһыҙ йөрәгенең һәр тибеше менән йәшәү көсө кәмегәнен, минуты һайын инде айҙар түгел, көндәр генә ҡалғанын белеп йәшәү ҡурҡыныстыр ул. «Ә бит мин уны ҡотҡара алыр инем...» Фатир һатып алырмын да, улдарым менән йәшәрбеҙ, тигән хыял менән тыҡшырған аҡсаһын уйланы. Ҡолағында Инсафтың Динис тураһында: «Һин уны алдамаҫһың бит?» – тип һорағаны яңғырап киткәндәй булды. Ошолар уны ҡыбырларға мәжбүр иттеме, ишеккә үрелде. Алғылары асылманы, күрәһең, бик ныҡ йәнселгән. Артҡа шыуышты. Ҡанды бик ныҡ юғалтҡанғамылыр, ауыртыу тойманы. Ятып бер ни тиклем хәл алды. Сыҡҡас, аяғына баҫа алмағанын аңланы. Йән көсөнә тешләнеп, аҡтыҡ ихтыярын туплап кәүҙәһен машина юлына ырғытты ла ҡап-ҡара упҡынға ҡоланы.
* * *
– Әйҙә өйләнешәйек, – тип бышылданы Ләйсән Инсафҡа һыйынып. – Никах уҡытайыҡ та барып яҙылышайыҡ. Һин дөрөҫ әйткәнһең. Ысынлап та, мотлаҡ туй тимәгән бит. Туйҙы әсәйең һауыҡҡас та яһарға була.
Әгәр ҙә һөйгәне был һүҙҙәрҙе һис юғында бер ай элек кенә әйтһә лә донъяла Инсафтан да бәхетлерәк кеше булмаҫ ине, моғайын. Әле иһә ниҙер ҡамасаулай кеүек. Һуңғы осорҙа ул үҙенә яратып ҡараған һөйөклө күҙҙәргә элеккеләй онотолоп ҡарай алмай. Әле лә ғәфү үтенгән кеүек Ләйсәндең биленән ҡыҫыбыраҡ ҡосаҡланы ла, моң ағымына әүрәтеп яуаптан ҡасырға теләне. Шул саҡ кеҫә телефоны шылтыраны.
– Шундай-шундай машинаның хужаһы һеҙме? – тип һораны ирҙәр тауышы.
– Мин. Ә нимә булды?
– Рулдә кем ине, ҡатынығыҙмы?
Йөрәге «жыу» итеп киткән Инсаф үҙ-үҙен белештермәй:
– Нимә булды? Нимә? – тип ҡысҡырҙы. Теге башта яуап бирмәнеләр. – Ул тереме? – Инсаф музыка, шау-шыу тауышын еңергә тырышып, кешеләрҙең аяғына баҫа-баҫа сығыу яғына ашыҡты. – Тереме ул?
– Шул тиклем ҡысҡырма, егет. Мин яҡшы ишетәм, – тине ир. Кем менәндер мығырлап һөйләшкәне ҡолаҡҡа салынды. Шунан ышанысһыҙ ғына: – Иҫән, – тип яуап ҡайтарҙы. – Әле операция яһайҙар, тип торалар бына...
– Ҡайҙа ул? Мин хәҙер барып етәм. – Инсаф һаман ишек яғына ынтылды. Ниндәйҙер мәлдә ҡулына аҫылынып килгән Ләйсәнде һелкеп ташлап киткәнен дә абайламаны.
Милиционер ғүмерҙә ишеткәне булмаған бер ауылды әйтте лә юл өйрәтә башланы.
Ул арала Байым менән Ләйсән ҡыуып етте. Ҡыҫҡаса ғына хәлде аңлатҡандан һуң, Инсаф:
– Ярар, мин киттем, – тип кейемдәрен алырға гардеробҡа ыңғайланы.
– Ҡайҙа бараһың? – тип уның еңенә йәбеште Ләйсән. – Ә Яңы йыл?
Егет уға аптырап ҡараны.
– Ә Яңы йыл? – тип ҡабатланы ҡыҙ. Йылдың иң мөһим мәлендә бергә булмау уның башына һыймай ине. – Яуап ала алмағас, йәне көйөп: – Уға нисек ярҙам итмәксе булаһың? – тип ҡысҡырҙы.
– Ысынлап та, – тип йөпләне Байым. – Иртәнсәк барырбыҙ. Беренсенән, әле такси тотоу бәлә. Икенсенән, ныҡ ҡиммәт. Өсөнсөнән, унда барып нисек ярҙам итмәксе булаһың?
– Ғөмүмән, бында ни ҡыҫылышың? – тип һаман нығыраҡ ҡыҙҙы Ләйсән. – Кемең ул һинең? Берәй туғаныңмы? – Ирекһеҙҙән күҙенә йәш тулды. Бөтәһе лә араларына шул ҡотһоҙ килеп ҡыҫылғас башланды. Бына әле лә улар өсөн иң мөһим, иң тулҡынландырғыс минуттарҙы боҙорға әмәлен тапты. Ә бит Ләйсән, ниһайәт, инәлтеүҙән туҡтап Инсафҡа кейәүгә сығырға ризалыҡ бирҙе һәм егетенең бәхеттән башы күккә тейгәнен күрергә теләне.
Инсаф өндәшмәне. Ни әйтергә, нисек аңлатырға белмәне. Теләмәне лә. Күңеле күптән тегендә, операция өҫтәлендә, үлем сигендә ятҡан йән эйәһе янында. «Мин алйот, алйот! – тип үрһәләнә ине эстән. Ошолай булып бөтөрөп һиҙгәйне бит ул. Артынан сығып йүгерергә лә ынтылғайны. Туҡтатырға, нисек булһа ла туҡтатырға кәрәклеген белә ине. «Их, – тине, – әгәр ҙә...» Үҙе лә белештермәйенсә күңеленән генә иң ҡөҙрәтле көскә мөрәжәғәт итергә маташыуы ине. «Әгәр ҙә, – тине, – әгәр ҙә тере ҡалһа...» Артабан нисек дауам итергә белмәй туҡтаны. Түшенән бөрөп тотоп күҙҙәренә текләгән Ләйсәнгә танымағандай ҡараны.
– Кемең ул һинең? – тип ныҡышты Ләйсән. – Ниңә өндәшмәйһең?
Яратҡан ҡыҙының шул тиклем өҙәләнгәнен күргәне булмаған Инсафҡа уны былай рәнйетеп китеүе ҡыйын ине. Шуға күрә ҡарашын йәшереп:
– Машина, – тип мығырлаған булды.
– Машинаһы ла һинеке түгел. Ул һиңә бер кем дә түгел. Аңлайһыңмы?
Инсафтың яратыуынан файҙаланып, һәр ваҡыт үҙенсә эшләргә өйрәнгән Ләйсән бирешергә теләмәй ине. Тик егет, уның яурындарынан ауырттырып тотоп ҡулынан ысҡынды ла, аптырап ҡарап торған Байымға табан этә биреп, баҫҡыстан йүгереп төшөп китте.
* * *
Инсаф больницаға барып еткәндә көнсығыштан шыйыҡ ҡына яҡтылыҡ шәйләнә башлағайны.
– Һеңлеңдең бәхете бар икән. Әгәр саҡ ҡына һуңыраҡ аунаһа, бөткән булыр ине, – тип ҡаршыланы уны шәфҡәт туташы. – Күрше ауылдағы иҫерек малай-шалай ҡанға туҙып һуғышмаһа, милиция саҡыртмаһалар... Шунда китеп барған участковый саҡ тапап китмәгән бит. Шыуышып юлға сығып ятҡан булған. Ярай әле хирург туйға китеп өлгөрмәгәйне. Алып килеү менән операция яһарға тотондолар. Бөтәһе лә уңай ғына килеп торҙо. – Ул Яңы йыл төнөндә шундай яман хәбәр ишетеп килеп еткән егетте нисек тә йыуатырға тырышты. – Башҡа ваҡытта беҙ реанимацияға индермәйбеҙ. Тик ул туҡтауһыҙ һине саҡырып һаташа.
Аҡ мендәрҙәге ап-аҡ йөҙҙө тәү һирпелеп ҡарауҙа танымай торҙо Инсаф. Башы тотош бинтҡа сорналған. Тәне менән аяҡтары ла. Хас та аҡ биләүгә төрөлгән сабый. Бары тик һыҙылып киткән ҡаштары ҡара ла, яңы тыуған ай һилалдай оҙон керпектәре... Йөҙө йәш кенә күренә.
Инсафтың ғәжәпләнеүен шәйләгән шәфҡәт туташы:
– Әллә һеңлекәшең түгелме? Яңылыш хәбәр иткәндәрме? – тип һорай һалды.
– Юҡ, юҡ, дөрөҫ, – тип әйтергә ашыҡты егет. – Шул тиклем бала ғына булып ята, – тип өҫтәне.
– Бала инде. Икегеҙ ҙә бала. Ата-инәгеҙгә Хоҙай ярҙам бирһен. Инде үҫтереп кеше иттем тигәндә... Ярар иҫән ҡалды. Ҡыуанып ҡына йәшәргә лә йәшәргә хәҙер, – тип йөпләне ҡатын. – Әллә нисәмә урындан ҡоршап тигәндәй алып ҡалдылар.
Әле ул наркоздан айнымаған. Тик бик тынғыһыҙ. Ваҡыт-ваҡыт тулап китә. Ниндәйҙер аҡса тураһында һөйләй. Ул-был булһа, саҡырырһың.
* * *
Түшәмдәге ҡырҡлы лампочканың һүрән яҡтыһында текләгән дә киткән Инсаф мендәрҙәге йөҙгә. Таный ҙа кеүек, бөтөнләй танымай ҙа...
Эске ярһыуы, донъяға һәм яҙмышына ҡарата нәфрәте йырылып сығып китмәһен тип үҙен һәр саҡ ҡулда тотоуы, теш ҡыҫып йәшәүе уны күпкә өлкәнерәк күрһәткән. Һәр саҡ төйнәлгән ҡаш, ҡурғаш ҡараштары матурлығын күләгәләп тотҡан. Ә бына аҡ йәймәлә һуҙылып ятҡан ҡулдары ғына ауыр эштән тупаҫланып бөткән, ысынлап та, Дилбәр ҡулдары.
Инсаф уларға яҡын танышын осратҡандай яратып ҡараны ла һаҡ ҡына усына алды. Ә алдында ятҡан Дилбәр уға бигүк таныш түгел. Хатта әлегә үҙен дә танып етмәй Инсаф. Авария тураһында ишеткәндән һуң, Дилбәрҙең тереме-юҡмы икәнен белмәгән бер нисә секунд эсендә ул үҙе лә үлеп торҙо. Шунан элекке түгел, икенсерәк булып терелде, буғай. Икһеҙ-сикһеҙ ҡырҙар аша елдергәндә башында бер генә уй, бер генә теләк өйөрөлдө. «Йәшә, тик йәшәй генә күр». Әгәр Дилбәр йәшәһә, үҙенең тормошонда ла бөтәһе лә, бөтәһе лә һәйбәт булыр кеүек тойолдо уға.
– Кемең ул һинең?
Ошо бер нисә сәғәт эсендә әллә нисәмә тапҡыр бирелгән һорауға теүәл генә яуапты ул үҙе лә белмәй ине әле.
* * *
– Нотариус табырға кәрәк. – Ниндәйҙер мәлдә күҙе эленгән, күрәһең, хәлһеҙ генә тауыштан уянып киткән Инсаф Дилбәрҙең ҡарашы менән осрашты. Һаман һаташалыр, тип уйлағайны, әммә ул:
– Бөгөн үк ышаныс ҡағыҙы менән барып аҡса алһаң, яҡшы булыр, – тип дауам итте. – Әсәйеңә байрам үтеү менән операция яһатырһың. – Хәле бөттө, ахыры, күҙен йомдо. Һүҙҙәре бәхилләшеү кеүек ишетелгәнгә, тертләп киткән Инсаф, шәфҡәт туташына йүгермәксе ине, Дилбәр һыу һорап туҡтатты.
– Бөтөн ағзаларың да теүәл. Операция яҡшы үткән. Байрам бөткәнсе үҙең дә йүгереп йөрөрһөң әле, – тип йыуатты Инсаф уны ла, үҙен дә.
* * *
Дилбәрҙең машина асҡысын алып сығып киткәненә тәүлек тә үтмәгәйне әле. Әммә тотош ғүмер уҙған кеүек. Бына Яңы йылдың тәүге көнө лә кисләне. Байрам булғанға больницала кеше күп түгел. Артыҡ бимазалаусы юҡ, шуға күрә уларға тотош ғаләмдә икәүһе генә ҡалғандай тойола.
Инсаф Дилбәрҙе был тормошҡа сат йәбештерер өсөн иң башта төшөнкөлөк упҡынынан йолоп алырға кәрәк икәнен тоя. Бының өсөн уға Дилбәрҙең күңел тәҙрәләрен томалаған бысраҡты йыуып ташларға, күңеленә өмөт нуры индерергә кәрәк. Шуға күрә туҡтауһыҙ һөйләй ҙә һөйләй. Кеше ҡайғыһын һыпырып ҡына ташлап булған һымаҡ тойола шул беҙгә...
– Тормош ағымы алға һөйрәй, ә һин үткәнде матҡып тотҡанһың. Шуға күрә йәшәү һиңә һыҙландырғыс. Ебәр уны.
– Кемде?
– Кемде түгел, үткәнеңде.
– Әйтеүе еңел. Йәшәүемдең мәғәнәһе шунда түгелме ни? Яратҡан кешем, балаларым...
– Бөгөн улар юҡ инде, Дилбәр. Ә һин яратҡан, һине яратҡан кеше, ғөмүмән, булғанмы?
– Мин һине аңламайым.
– Кемде ярата инең һин? Тыныс күңел менән һине үҙенең урынына төрмәгә оҙатып, балаларҙы әсәйһеҙ итә алған кешенеме?
Дилбәр өндәшмәй. Белмәйме ни ул быны. Тик йөрәк бит алйот. Әгәр кешене яҡшы тип кенә яратып, насар тип кенә ваз кисеп булһа икән.
– Ә балаларға килгәндә, – ти Инсаф, алдап йыуатыуҙан аяуһыҙ дөрөҫлөк файҙалыраҡ тигән ышаныс менән. – Һин һағынған бәләкәй малайҙар ҙа юҡ. Ниндәйҙер сәбәп арҡаһында һиңә әсәй тип әйтергә теләмәгән башҡа балалар йәшәй бөгөн. Үткән менән булып бөгөнгө проблемаларыңды хәл итмәһәң, балаларың киләсәгендә лә булмаҫ. – Ул сорналып ҡуҙы кеүек ятҡан Дилбәргә иғтибар менән ҡараны ла уйсан өҫтәне. – Ғөмүмән, ул киләсәгең булһа...
Дилбәрҙең күҙ төбөн ҡытыҡлап торған күҙ йәшен һөртөп алғыһы килде, тик хатта иҫән ҡулын күтәрергә лә хәле етмәне. Көсһөҙлөгөнә йәне көйөүҙән йәмрәйеп ҡуйҙы. Был уның һәр ваҡыттағы һытыҡ сырайын хәтерләтте. Инсаф йылмайып ҡуйҙы.
– Нимә көләһең? – тине Дилбәр ризаһыҙлыҡ менән.
– Матурлығыңа артыҡ ышанып ревизорға ришүәт бирергә маташҡаныңды һөйләгәнең иҫемә төштө.
Дилбәр уға аптырап ҡараны.
– Ул саҡта мин эстән генә, был да үҙен матурға һанай микән, тип уйлағайным. – Инсаф көлдө. – Ә һин ысынлап та матурһың икән.
– Һин, малай, хәлһеҙлегемдән файҙаланып, мине рәхәтләнеп мыҫҡыл итмәксе булдың, ахыры? – тине Дилбәр асыуһыҙ ғына.
– Ишекте шарт ябып ҡасып китә алмайһың, һуғышырға ла форсатың юҡ.
– Нишләп булмаһын? Мин робот-һалдат кеүек хәҙер. Гипслы аяғым менән тибеп осорһам...
Был һүрән генә яҡтыртылған, стеналары бысраҡ йәшелгә буялған шыҡһыҙ бүлмәне батша һарайынан да былайыраҡ күркәмләп байрам тулғанын инде Инсаф ҡына түгел, Дилбәр ҙә тойҙо. Бер ниндәй календарҙа ла билдәләнмәгән, үлә яҙып көтһәң дә килмәгән, махсус әҙерлеккә, биҙәктәргә мохтажлығы булмаған, көтмәгән-уйламағанда донъяңды йәмгә мансып, кинәнескә тултырған шөһрәтле күңел байрамы ине был.
Таждарын асҡан сәскәләй нурланып киткән Дилбәрҙең ҡабат йомолоу ихтималынан борсола ине Инсаф. Уның артыҡ асылдым түгелме тигән уйы йөҙөн күләгәләп үтеүен абайлап етдиләнде.
– Әйҙә бөгөнгә генә үҙеңә көсһөҙ булырға рөхсәт ит. Бөгөн генә мине тыңла.
Дилбәр ризалығын белдереп керпек елпте.
– Һин бик көслөһөң. Ғүмер буйы шул көсөңә таянғанһың. Төрмәгә лә шул көсөң арҡаһында барып индең.
– Ҡайҙан беләһең быларҙы?
– Һин бер ваҡыт: «Ни өсөн миңә шул тиклем ауыр яза? Был бит ғәҙел түгел», – тигәйнең. Енәйәт, хөкөм, яза, ғәҙеллек – барыһы ла минең буласаҡ һөнәремә ҡағыла. Шулай булғас, был хаҡта уйлап йөрөүем ғәжәп түгел, – тип йылмайҙы Инсаф. – Шул көсөң арҡаһында иреңдән яҙҙың. Уның үҙенең көслө булғыһы килде. Шунан һин мин көсһөҙҙө табып алдың, фирма астың. Кисә, дөрөҫөрәге, былтыр, ҡулымдан машина асҡысын йолҡоп алып сығып елдерҙең. Һин шул тиклем көслөһөң. Тормош һинең умыртҡаңды шаҡара, бәреп йыға, ә һин һаман бөгөлмәйһең.
– Көсһөҙмөн тип мин нимә эшләргә тейеш?
– Донъяға ҡаршы көрәшәһең дә уның һине яратҡанын, ҡурсалағанын абайламайһың.
– Эй ныҡ ярата, – тип әсенешле йылмайҙы Дилбәр. – Бөтөн нәмәмде тартып алып бөттө лә, бер нәмә лә ҡалмағас, йәнемде ала яҙҙы.
– Әйҙә дөрөҫөн әйтеп һөйләшәйек. Һин бит үҙең был донъянан ҡасырға теләнең. Ә донъя һине тағы алып ҡалды. Ана бит, һине ҡотҡарыр өсөн нимәләр генә эшләргә тура килмәне уға: егеттәр ҡанға туҙып һуғышты, участка милиционеры бисәһенән әрләнә-әрләнә байрам табынынан тороп уларҙы айырырға киткәйне, һине табып алды. Ул ғына етмәгән, хирург туйға китеп өлгөрмәһен өсөн әллә ниндәй сәбәптәр килтереп сығарырға мәжбүр булды донъя. Күрәһеңме, тормошто еңәм дә үлемде һайлайым тип ҡәһәтләнгән бер көслө ҡыҙыҡайҙы алып ҡалыр өсөн күпме мәшәҡәт...
– Шулай ҙа булһын, ти. Инде миңә нимә эшләргә, аҡыллы малай?
– Тормошҡа ышан. Ул һиңә иң ҡәҙерле нәмәне, ысынлап та һинең йәшәүеңә лайыҡлы нәмә тотторорға самалай, ә һинең күҙеңә аҡ-ҡара күренмәй.
– Нимә инде ул ҡәҙерле нәмә? – тип иренен ҡыйшайтты Дилбәр. Инсафтың «мөхәббәт» тип әйтерен көттө. Хатта шулай тип әйтеүен теләне.
– Һин үҙең, – тип яуапланы егет.
«Нимә, һаман аҡыл һатып бөтмәнеңме әле? – тигәндәй күҙен йомдо Дилбәр. – Һөйлә әйҙә, тик был юҡ-бар миңә ҡыҙыҡ түгел».
Тик Инсафтың бирешергә самаһы юҡ ине.
– Белмәйем, ҡасан үҙеңде юғалтҡанһың, ҡасан булмышыңды емерә-вата аймылыш юлдан дөрөп киткәнһең. Хатта әсәлек инстинктың да эштән сыҡҡан бит һинең. Ғәҙәттә, әсәйҙәр хәүефле мәлдә балаларын ҡайғырта, ә һин уларҙы уйламағанһың. Ике йылмы, өс йылмы. Был мөһим түгел. Өс йәшлек балаға әсәйһеҙ үткән бер сәғәт тотош быуатҡа торошло, яҙмышын ғүмерлеккә емерергә етә.
Инсаф ҡатыраҡ әйтеп ташлағанына үкенә биреп туҡтағайны ла, Дилбәр: «Бер башлағас, һөйләп бөт инде», – тигәндәй һораулы ҡараны.
– Нисек ул һине балаларың өсөн законлы юл менән көрәшеүҙән баш тартырға мәжбүр итте? – тип аптырап һораны Инсаф. – Һин бит әсәй кеше, нисек кенә булмаһын, закон иң тәүҙә һинең яҡлы.
– «Улар һиңә минән үс алыр өсөн генә кәрәк», – тине Харис.
– Ә һин күңелеңдән генә уның менән ризалаштың.
– Үҙең дә яңы ғына шулай тинең бит. Хатта әсәлек инстинктың да юҡҡа сыҡҡан, тинең. Башҡалар ҙа шулай уйлай.
– Тормош һине яратмай, тигән булаһың. Ә ул һине кем менән таныштырған, уйлап ҡара әле.
– Кем менән, һинең менәнме? – тип ышанысһыҙ ғына һорап ҡуйҙы Дилбәр. Уның ярҙамһыҙ ихласлығы шул тиклем ирмәк ине, Инсаф көлөп ебәрҙе.
– Юҡ, – тине. – Динис менән осраштырған. Һин тик уның янында ғына үҙеңдең булмышыңа ҡайта башлағанһың. Элекке Дилбәр уны ярата алыр инеме? Шул ғәриптәргә ул иғтибар итер инеме? Имәнестән күҙҙәрен ҡаплап сығып ҡасыр ине. Һин хәҙер бик һәйбәт әсәйһең. Тик быға башҡаларҙы ышандырыр өсөн, иң башта үҙеңә ышанырға кәрәк.
– Минең хатта йәшәргә фатирым да юҡ. Ә улар бай, татыу, бәхетле ғаилә. Улар һәр йәһәттән камил, аңлайһыңмы? Мин инде нисәмә тапҡыр барып уларҙы ситтән генә күҙәтеп йөрөйөм, бер нәмәгә лә бәйләнерлек түгел.
– Уларҙың бәхетле икәнен ҡайҙан беләһең? Эҫтәрен ярып ҡараныңмы ни? – тип ҡаршы төштө Инсаф. – Ә яуызлыҡ нисек камил булһын? Харистың һиңә генә түгел, балаларға ла аяуһыҙ икәнен күрмәйһеңме ни? Ә, бәлки, ул яҙмыштың ҡулында бер ҡорал ғыналыр һәм шуға ла битарафтыр. Ҡамсы бит кемделер әрнеткән өсөн ҡайғырмай.
– Ҡыҙыҡ фекер.
– Ә һин шуларға балаларыңды тоттороп ҡуйғанһың. Әгәр ҙә мин адвокатың булһам, миҫалға бер ҡисса һөйләр инем. Бер кеше пәйғәмбәрҙән: «Ожмах ҡайҙа?» – тип һорағас, Мөхәммәт уға: «Әсәйеңдең аяҡ аҫтында», – тип яуап биргән. Бай һарайҙарҙа, ризыҡ тулы табын артында, емештән бал тамып торған баҡсала, тимәгән. Әсәйеңдең аяғы аҫтында, тигән. Балаларыңдың ожмахы уларҙың һыуытҡыстары лыҡа тулы ун бүлмәле йорттарында түгел, һинең ятаҡтағы бүлмәңдә.
– Бушты һөйләйһең. Теләһә ҡайһы судья минән иң тәүҙә, уларға тейешле тормош шарттары булдыра алаһыңмы, тип һораясаҡ.
– Хан һарайы түгел бит, тейешле шарттар ғына.
Ә Харис ҡурсалайым тип балаларҙың психикаһын емерә, сөнки нормаль бала үҙенең әсәһен яратырға тейеш. Эскесе булһа ла, уны ас тотһа ла, туҡмаһа ла, барыбер ярата. Был – тәбиғәт ҡануны. Артабан кеше булып, үҙ-үҙен ихтирам итеп, донъяла лайыҡлы булып йәшәр өсөн кәрәк был уға. Әсәһен яратыу уға ҡандан күскән. Балаға әсәһенә ҡарата нәфрәт һеңдереү – енәйәт. Әсәһен күрә алмаған кеше артабан бәхетле була алмай. Сөнки ул күңел түрендә үҙен дә яратмай. Сөнки донъялағы башҡа һөйөүҙәрҙең барыһы ла әсәйҙе яратыуҙан ярала.
– Нишләп һин ошоларҙы миңә быға тиклем һөйләмәнең?
– Һин тыңларлыҡ түгел инең.
* * *
Инсаф шул һөйләшеү ваҡытында уҡ Дилбәрҙең балаларының хәл-әхүәлен белешергә ҡарар иткәйне. Харис – бай, күренекле кеше. Тормошо – ус төбөндәгеләй күҙ алдында. Уның күптән түгел, бөтә ғаиләһен алып, Швейцарияға киткәне мәғлүм булды. Сәйер ине, уҡыу йылы уртаһында ниндәй сит ил булырға мөмкин? Баҡһаң, ике йәшлек ҡыҙҙарында бик ауыр сир табылған. Рәсәй табиптары ярҙам итә алмағас, Швейцариялағы бер клиникаға мөрәжәғәт иткәндәр. Ошо хәсрәт арҡаһында сығып китергә мәжбүр булғандар. Малайҙар шундағы бер шәхси пансионатта тәрбиәләнә икән.
Интернет заманында ун йәшлек малайҙы ла эҙләп табыуы ҡыйын булмаҫ кеүек күренгәйне. Тик улай еңел генә булып сыҡманы. Ярты йыл самаһы үткәс кенә виртуаль донъяла гиҙгән дуҫы Иҙристең «Контакт.ру»лағы фотоһын күрһәтте. «Һин эҙләгән малай түгелме?» Класташтарын һағынған бала үҙенең битен асҡайны. Бер нәмә күҙгә ташланды: «Иң яратҡан кешем», тигән һорауға, «Әсәйем», – тип яуап биргән. Был Инсафты уйға һалды. Кемде күҙ уңында тота ул, Дилбәрҙеме, үгәй әсәһенме? Шулай ҙа тәүәккәлләргә булды. Малайға дуҫлыҡ тәҡдим итте.
* * *
«Әсәй, һин мине берәй ваҡыт ғәфү итә алырһыңмы икән? – Ун йәшлек малайҙың хаттары өлкәндәрсә тәрән һәм һағышлы булыуы менән тетрәткес ине. – Мин һине оноторға тырыштым. Тиҙерәк онотһам, һинһеҙ ни тиклем ҡыйын булғаны ла онотолор тип уйланым».
«Салих һине төшөндә күреп уяна ла төндә илап яныма килә торғайны. Мин уны бер нисек тә туҡтата алмайым да ҡушылып иларға тотонам. Шым ғына иларға тырышабыҙ. Атайым белеп ҡалһа, ныҡ асыулана ине. Моғайын, ул да һине ныҡ һағынған да, тиҙерәк оноторға теләгәндер. Беҙ бит һине шул тиклем һағына торғайныҡ, әсәй».
«Бер ваҡыт икебеҙ генә инек. Салих шул тиклем һине таптыра. Аптырағас, уның менән һинең күлдәктәрең эленеп торған шифоньерға инеп ултырҙыҡ. Унда ҡараңғы, йылы, бөтә яҡтан да һинең еҫең сыға. Беҙҙе һин ҡосаҡлаған кеүек тойола. Шунда йоҡлап киткәнбеҙ ҙә икебеҙ ҙә һине төшөбөҙҙә күргәнбеҙ. Шунан һуң беҙ үтә ныҡ һағынып киткәндә, инеп кейемеңде еҫкәп ултыра торғайныҡ».
«Атайым бер көндө: «Әсәйегеҙ төрмәнән сыҡҡан. Уны бик насар эш эшләгән өсөн япҡандар ине. Ундай кешеләр енәйәтсе була. Ә енәйәтселәр бик ҡурҡыныс. Шуға күрә һаҡ булығыҙ, уның менән һөйләшмәгеҙ», – тине.
Мин тәүҙә һине таныманым, ныҡ үҙгәргәйнең. Берәй енәйәтсе юрамал һин булып һөйләшәлер, тип уйланым. Тик Салих аҙаҡтан: «Унан әсәй еҫе килә ине», – тине».
Улының хаттарын уҡып Дилбәр аҡылдан шаша яҙҙы. Баланың кисерештәре янында үҙ әрнеүҙәре сүп кенә булып тойолдо. Тиҙерәк уларҙы ҡайтарып алырға кәрәк! «Мин дә уларға кәрәкмен. Уландарым мине ярата!» Был донъяла әсәгә ошонан да ҙурыраҡ бәхет биргән бер нәмә лә юҡ ине.
Тик закон юлдарының урау буласағын да, түҙемлек менән ныҡышмалылыҡ кәрәклеген дә яҡшы аңлай. Харис иза тапап китмәһен өсөн, уға үҙ хәлен нығытырға, матди яҡтан ныҡлап аяҡҡа баҫырға кәрәк. Шуға күрә фирманы ҙурайтырға, эш күләмен ныҡлап арттырырға тура килде. Әсәһенең операцияһы уңышлы үткәс, яурындарын тауҙай баҫып торған бәләнән ҡотолған Инсаф уға ышаныслы терәк булды.
* * *
Инсаф ҡәһүәнең хуш еҫенә уянып китте. Үҙенең ҡайҙалығын аңламай торҙо ла йылмайып ебәрҙе. Улар – Питерҙа. Элекке көн иртәнге самолет менән килеп төштөләр.
Көҙгө ямғырға күшеккән ҡала тәүҙә бойоҡ, хатта йонсоуыраҡ күренгәйне. Тик әллә ни арала үҙенең нәзәкәтле матурлығы менән тотош арбап алды. Бала сағынан уҡ китаптарҙан уҡып, күрһәң ине, тип хыялланғанға, оҙаҡ йылдар хатлашып, туғанлашып бөткән дуҫын осратҡандай тойҙо. Каналдарға, ҡорос баҫмаларҙың семәрҙәренә, йорттарҙың биҙәлешенә һоҡланып туҡтай ҙа уйсанланып киткән Дилбәрҙән артта тора ла ҡала. Ә тирә-яғында – уның кеүек үк Петербургтың матурлығына арбалғандар.
Бына бер ҡатын әхирәтенә:
– Был минме, мин түгелме? – тип сәрелдәй. – Ҡыҙыҡай, семте әле, был төшмө, әллә мин ысынлап та Питерҙамы?
Унан тағы:
– Ҡара әле, ҡара! – тип ҡысҡыра. – Ниндәй бәһлеүән ирҙәр, ә?!
– Ҡайҙа?
Инсаф та күҙҙәре менән бәһлеүәндәр эҙләй.
– Ана, – ти ҡатын яурындары менән балконды терәткән Атланттарға күрһәтеп. Рәхәтләнеп көлөшәләр.
Башта улар саҡырыусылар тәҡдим иткән ҙур ҡунаҡханаға туҡталғайны. Биҙәлешендә быяла менән металл өҫтөнлөк иткән был иләмһеҙ йорт ҡотһоҙ күренде. «Әйҙә икенсе ергә барайыҡ, – тине Дилбәр. – Бынан алыҫ түгел бәләкәй генә ҡунаҡхана бар».
Шунда киттеләр. Инсафтың бындай ыҡсым ғына шәхси ҡунаҡханаларҙы сит ил киноларында ғына күргәне бар ине. Үҙен ун туғыҙынсы быуаттағы Парижға килеп эләккәндәй хис итте. Быға ҡунаҡхананың атамаһы ла сәбәп булғандыр – «Оноре». Шунда уҡ романдарын йотлоғоп уҡыған Бальзак иҫенә төштө. Әле бына шул «Оноре»ла уяныуы.
* * *
Бер нисә ай элек Санкт-Петербургтан сәйер хат – Рәсәй эшҡыуарҙарының йыл һайын үткәрелә торған йыйынына саҡырыу килгәйне. Төрлө юл менән аҡса умырырға теләүселәрҙер, тип иғтибар итмәгәйнеләр, яңынан шылтыраттылар. «Беҙ бит яңы аяҡҡа баҫып килгән бәләкәй генә фирма», тиеүҙәренә, уларҙан артыҡ сығым талап ителмәүен, ҡунаҡ рәүешендә саҡырылыуҙарын әйттеләр. Төпсөнөүгә: «Был – сюрприз, мотлаҡ килеүегеҙ һорала», – тигән яуап булды.
Ике көн буйы шунда ҡайнашып, төн уртаһында ғына ҡайтып йығылғайнылар. Үтә күп тәьҫораттарҙан ныҡ арытылған. Әммә әле тышта ҡараңғы булыуға ҡарамаҫтан, торорға булды егет. Питерға килеп түшәктә аунап ятыу килешкән эш түгел.
Һуңғы осорҙа Инсаф үҙен ғәйәт бәхетле тоя. Хатта ваҡыт-ваҡыт үҙ халәтенән уңайһыҙ булып китә. Әле лә үҙендә тауҙар аҡтарырлыҡ көс-ҡеүәт тойоп урынынан һикереп торҙо. Шул ваҡыт коридорҙа меңдәр араһынан да таныр ғәзиз тауыш ишетелде.
– Хәйерле иртә, – тине Дилбәр.
– Хәйерле иртә, – тип яуапланы сәй әҙерләп һауыт-һаба шылтыратҡан хеҙмәткәр ҡатын. – Нимә ашағығыҙ килә?
– Һоло бутҡағыҙҙы һағындым. Үҙем бешереп ҡарайым, һеҙҙекеләй килеп сыҡмай.
– Мең тапҡыр бешерһәгеҙ, мең дә беренсеһе минекеләй тәмле булыр. – Көлөштөләр.
«Тынғыһыҙ йән, – тип уйланы Инсаф. – Төн уртаһына тиклем эшләй ҙә, өкөмөн, иртә йоҡлай алмайым, ти. Таңдан тора ла, мин – һабан турғайы, оҙаҡ йоҡлаһам, башым ауырта».
Бергәләп сәй эсергә теләгән егет душҡа ашыҡты. Күңелле көй һыҙғыра-һыҙғыра йыуынып-ҡырынып ишек тотҡаһына йәбешкәйне, йәнә Дилбәрҙең тауышы ишетелде.
– Һаумы? – Баяғыса көләс түгел, гүйә, йөрәге тамағына килеп тығылған һымаҡ.
– Бәй, әллә һин инде? – тине ир кеше. Оҡшаманы Инсафҡа был тауыш. Унда йәшерен һағайыумы, хәүефме бар ине. Егет икеләнеп туҡтаны. Сыҡһа, ниндәйҙер мөһим бер нәмәгә ҡамасаулар һымаҡ. «Минең эргәлә икәнемде белә, кәрәк булһам, саҡырыр», – тип туҡтаны.
– Миңә һөтһөҙ, шәкәрһеҙ ҡәһүә, – тине ир. Унан Дилбәрҙән һораны: – Эргәңә ултырырға мөмкиндер?
– Рәхим ит. – Дилбәр үҙен ҡулға алып өлгөргәйне.
– Ә мин кисә һине таныманым. Башта исемеңә иғтибар иттем. Ни тиһәң дә һирәк осрай. Фамилияң үҙгәргән. Кейәүгә сыҡҡанһың икән.
– Юҡ. Әсәйемдең ҡыҙ фамилияһы.
– Конспирация?
– Юҡ, ҡотом ҡайтһын тинем.
– Нисек һуң, ярҙам иттеме? – Ир һаман дорфа ҡыланырға тырыша, хас та төрттөрөргә теләгән кеүек.
– Күреп тораһың, – тине Дилбәр.
– Күрәм, – тине ир, бер аҙ өндәшмәй торғандан һуң. – Күрҙем...
* * *
– «Быйылғы йыл мәрхәмәте» номинацияһына лайыҡ кешене һайлап алыу ҡыйын булманы, – тип иғлан итте кисәне алып барыусы. – Әгәр ҙә ошо сюжетты ҡараһағыҙ, һеҙ ҙә беҙҙең менән килешерһегеҙ.
Инсаф менән Дилбәр үҙҙәрен ниндәйҙер һөйөнөс көткәнен белә ине. Ләкин экранда «Бөтә Өфө» студияһында төшөрөлгән фильмды күрһәтә башлағас, аптырап киттеләр. Тапшырыу Дилбәр ярҙам иткән балалар йортона арналғайны.
«Киң күңел һәм оло йән булғанда, хатта бәләкәй генә мөмкинлектәр менән дә күптәргә ярҙам итеп булғаны айырыуса оҡшаны беҙгә», – тине был номинация өсөн бүләк тапшырыусыларҙың береһе.
Дилбәр сәхнәгә менде. Микрофонды алды. Залға күҙ йүгертте. Бизнес, аҡса, килем тип йәнен фиҙа ҡылырға әҙер булған эшлекле ир-ат, үҙ-үҙенән ифрат ҡәнәғәт бай ханымдар... Ул әйтергә теләгән һүҙҙәрҙән уларҙың тормошо ер менән күк кеүек йыраҡ.
– Был донъяға ҡатын-ҡыҙ яратыр һәм яратылыр өсөн тыуа. – Тауышы баҙнатһыҙ ғына яңғыраны. «Асырға буламы күңелемде һеҙҙең алда, әллә юҡмы?» тип һаман икеләнгән кеүек ине ул. Әммә яғымлы, сағыу тауышы залдың иғтибарын шунда уҡ яулап алды. – Тик ҡайһы ваҡыт һин яратҡан кешеләреңә кәрәк түтелһең. Шул саҡ бәхет өсөн яралған тойғолар тормошоңдо тамуҡҡа әйләндерә. Мин ана шундай аяуһыҙ яҙмышҡа тарыным. Йән йылым, һөйөүем бер кемгә лә кәрәкмәй, тигән әсенешле мәлемдә, йылыға мохтаж булған йән эйәләрен осратыу мине тормошҡа кире ҡайтарҙы.
Ҡайһы ваҡыт миңә был етемдәр алдан уҡ ғазаплы яҙмыштарына риза булып, күңелебеҙҙе ташҡа әйләнеүҙән йолоп ҡалыр өсөн килгән фәрештәләр кеүек тойола. Улар был донъяға яҡшылыҡты, һөйөүҙе һәм наҙҙы ишәйтергә, булмышыбыҙҙа ятҡан хазиналарҙы асырға килгән. Ә беҙ уларҙы һаман да күҙ алдыбыҙҙан алыҫҡа, ҡалын стеналар, бейек ҡоймалар артына йәшереп, күрмәҫкә тырышабыҙ.
Уларға тәү тапҡыр килгәндә йылмайыу һәләтен дә юғалтҡан бәхетһеҙ ҡатын инем. Мин уларҙы йылытырға, йылмайырға өйрәтергә йыйынғайным. Ә улар мине үҙҙәре йылытты һәм йылмайырға өйрәтте.
Залда тып-тын. Бөтәһенә лә ул һөйләгән фәрештәләр бындалыр ҙа, уларҙы өркөтөүең ихтимал һымаҡ. Шунан ҡурҡып, гүйә, тын алырға ла тартынаһың. Бары Дилбәр сәхнәнән төшөп үҙ урынына барып еткәс кенә, барыһы ла аяҡ үрә тороп алҡышларға кереште. Ә ул ҡосағындағы аҡ раузалар гөлләмәһенә йөҙөн йәшергән килеш күҙ йәшенә мансылып торҙо.
– Кисә һин һөйләгәндә күҙгә йәштәр килде хатта. Һоҡланам, бирешмәгәнһең, – тине Харис. – Нисек әле: «Яҙмыш ҡулыңа лимон тотторғас, һин унан лимонад яһағанһың», тиҙәрме?
Ситтән ҡарағанда был икәүҙең һөйләшеүе сәйер. Яуаптары һәм һорауҙары ла урыҡ-һурыҡ. Хатта ҡай саҡ бер-береһен ишетмәгән дә кеүектәр. Тик улар өсөн һүҙҙәрҙән ғәйере, улар артында йәшерелгәне ҡиммәт. Һәр кем үҙенә кәрәкте һөҙөп алырға тырыша.
Харистың ҡалағы менән сылтыратып ҡәһүәне болғатҡаны ишетелде.
– Сәйер... Нисәмә йылдан һуң һине тағы бында осратыу. Көтмәгәйнем.
– Ә мин теләгәйнем. Меңәр ҡабат күҙ алдына килтерә торғайным. – Дилбәрҙең тауышы тағы ҡуйы, йәшен болотолай көсөргәнешле булып китте. – Мин бик күп нәмәне аңланым, Харис. Башта иң мөһиме – һине төрмәнән ҡотҡарып алып ҡалыу, тип уйлағайным. Үҙемде ҡотҡарыусы итеп тойҙом. Шунан һинең ҡорбаныңа әйләндем. Быларҙың яза түгел, ә һынау менән һабаҡ икәнен байтаҡ ҡына аңламай ҡырҡыштым. Иң ҡыҙғанысы шул, миңә аҡыл керһен өсөн, балаларға күпме ҡайғы кисерергә тура килде.
– Малайҙар әле Швейцарияла, – тине Харис.
– Беләм, – тип яуапланы Дилбәр. – Уларҙың мине ни тиклем һағынғандарын да беләм. «Һин уларға кәрәкмәйһең» тип мине алдағанһың.
– Мин ысынлап та бөтәбеҙ өсөн дә шулай яҡшыраҡ булыр тип уйлағайным.
– Башыңа бәлә төшһә, тормошҡа бөтөнләй башҡаса ҡарай башлайһың, – тине Дилбәр.
– Ҡатыным тик һинең генә ҡарғышың төштө, тип иҫәпләй. – Ирҙең тауышында – көтөлмәгән сараһыҙлыҡ, хәсрәт.
– Ҡарғыш төшмәй кешегә, күҙ йәше төшә, ти торғайны әсәйем. Мин һеҙгә бәхетһеҙлек теләмәнем. Мин үҙемә бәхет теләнем. Ә һеҙҙең ҡайғығыҙ миңә бәхет бирәме ни? – тип өҙөк-өҙөк яуапланы Дилбәр, гүйә, һәр һүҙен әйтер алдынан бизмәнләне – мыҫҡалы ла ялған булмауын тикшерҙе.
Бер килке моңһоу тынлыҡ аҫылынып торҙо. Унан ир ашыға-ашыға һөйләп китте. Ҡапыл йылыға эләккәс, сатнап ярылып киткән боҙ кеүек булды, ахыры, туңған күңеле.
– Һау-сәләмәт булып тыуғайны. Әллә ҡайҙан килде был афәт! Нисәмә меңгә бер генә осрай торған бик һирәк сир, тиҙәр. Йүнләп дауалай ҙа белмәйҙәр. Инде ниндәй генә врачтарға мөрәжәғәт итмәнек, бармаған имсе, күрһәтмәгән экстрасенс ҡалманы.
– Әле өмөтөгөҙ бар бит. Яратыу менән өмөт ҡай ваҡыт мөғжизә лә эшләп ҡуя, – тине Дилбәр. Үҙе йөҙө ҡара янып, башын һәлендереп ултырған Харисҡа танымағандай ҡараны. Һуңғы тапҡыр күрешкәндә ниндәй ҡеүәтле, үҙ-үҙенән ҡәнәғәт, ғорур ине. «Бәлә килһә, аҡсаң менән власың ғына етмәй шул».
– Теге етемдәргә ярҙам кәрәк булһа, һин миңә лә әйт. Кемдеңдер яҙмышын еңеләйтеү аҡсаға ғына бәйләнгән булһа, был әле бик ҡурҡыныс түгел, шулай бит?
– Балалар минең менән йәшәргә теләй, Харис. Мин уларҙы үҙемә алам. – Күптән хәл ителгән мәсьәлә кеүек тыныс ҡына әйтте ҡатын. Күпме хыялланды ул ошо һүҙҙәрҙе әйтергә. Боҙ һалҡынлығы, ҡурғаш тослоғо һалып Харистың оятһыҙ битенә ниндәй тантана менән сәпәйәсәген күҙ алдына килтереүҙән дә татлыраҡ хыялы булмағандыр. Әле иһә, һаҡ ҡына, аяп, хатта ғәфү үтенгәндәй әйтте. Ә Харис үҙ уйҙарына сумған килеш башын ғына ҡағып ҡуйҙы. «Бәлки, ул аңлап етмәгәндер?» тип уйланы Дилбәр. Шуға күрә: – Уларға Швейцария ла, Оксфорд та кәрәкмәй әлегә. Улар мине һағына, – тип дауам итте. Харис тағы ризалығын белдереп баш ҡаҡты. Ул екеренер, кәмһетергә керешер, тигән ҡурҡыу шул тиклем ҙур булған икән, Дилбәр үҙ күҙҙәренә үҙе ышанманы. Тормошта шундай ҙа мөғжизәләр була, кеше шул тиклем дә үҙгәрә ала икән дә. Әллә бер үк йән иблискә лә, фәрештәгә лә төйәк тигәндәре дөрөҫмө? Артабан үҙ ауыҙынан сыҡҡанға үҙенең ҡолаҡтары ышанмай торҙо:
– Һин һәйбәт атай булырға тырыштың. Ә мин яҡшы әсәй булмағанмын. Был һабаҡты тормош миңә ҡайыҙлай-ҡайыҙлай, ҡан илатып һеңдерҙе. Мин һеҙҙең алдығыҙҙа бик ғәйеплемен.
Инсаф үҙен: «Һин нимә һөйләйһең, Дилбәр!» – тип килеп сығыуҙан саҡ тыйып ҡалды. Сөнки Дилбәрҙең тауышында ишетелгән үкенестә улар икәү бергә хыялланған бәхеткә янау ишетелгәндәй булды.
– Әгәр ҙә миндә әсәлек тойғоһо көслөрәк булһа, һиңә лә, үҙемә лә, ҡомһоҙлоҡҡа бирелеп, закон боҙорға юл ҡуймаҫ, байлыҡ тип балаларымдың мәнфәғәтен онотмаҫ инем. – Шул саҡ Инсафҡа Дилбәрҙең һөйләгәндәре көсһөҙлөктән түгел, үҙенең хаҡлығын, ҡеүәтен, бәхетен тойған сабыр ҡатындың күңел киңлегенән икәне барып етте. – Ә инде икенсе яҡтан ҡараһаң, бәлки, шулай бул-ғаны дөрөҫтөр ҙә. Икебеҙ ҙә йәнебеҙ теләгән кешеләрҙе осраттыҡ.
Дилбәрҙең «йәнебеҙ теләгән кешеләрҙе» тигән һүҙҙәре Харистың күңелен сыйып үтте, һиҫкәндерҙе. Кәрәкһеҙ һанап сығарып бырғаған әйбереңдең ҡәҙерен төшөнгәс кенә, уны бөтөнләй юғалтҡаныңды аңлап, үкенеү ишараты булды, ахырыһы, был.
– Кисә эргәңдә булған егетме? – тип һораны тауышы ҡарлыға биреп.
– Эйе. Дөрөҫөн әйткәндә, ҡасандыр һинең менән иң бәхетле көндәрҙе үткәргән был ҡунаҡханала махсус рәүештә туҡтаным. Үҙем яратҡан, мине яратҡан кешегә «яҙмышымды бәйләргә ризамын» тип әйткәнгә тиклем үҙемде һынап ҡарағым килде: һинән ҡотола алдыммы, юҡмы?
– Шунан? Нисек һуң? – Харис көсөргәнешле иғтибар менән Дилбәргә төбәлде.
– Һынаным. Яратҡан кешеңде онота алмайынса рәнйеүҙән үрһәләнгәндә, уны ла, үҙеңде лә күрә алмайһың. Көсһөҙлөгөңдән, сараһыҙлыҡтан, нисек булһа ла уның иғтибарын йәлеп итергә маташаһың. Үс алғың, ҡон ҡайтарғың килә. Минең дә һинән нисек булһа ла үс алғым килә торғайны. Әле, күрәһең, күптәнге таныштар кеүек һәүетемсә һөйләшеп ултырабыҙ. Минең һине үсәгем дә, әрнеткем дә килмәй. Тимәк, тойғолар һүнгән, хатта көл аҫтында ҡуҙ ҙа ҡалмаған.
– Һин бик ныҡ үҙгәргәнһең, Дилбәр. Әле ҡарайым да, бөтөнләй танымайым.
– Һиңә рәхмәт инде, – тип көлөмһөрәне Дилбәр.
– Бәхетле булығыҙ, тиеүҙән башҡа нимә әйтәһең. Тик яңы ғаилә ҡорорға йыйынғас, балалар һиңә нимәгә? Ҡалһындар шунда. Тел өйрәнһендәр. Йәй көнө каникулға ҡайтып китерҙәр. Инде уларҙы үгәй атай күҙенә ҡаратып әрнетергәме?
– Үҙ аталары бар сағында, ниндәй үгәй атайҙың булыуы мөмкин? – тип ҡаршы төштө Дилбәр. – Инсаф уларға атай түгел, дуҫ булырға теләй. «Скайп» аша гел аралашып торалар. Ә бәхеттең нигеҙе батша балалары уҡыған колледж, пансионаттарҙа һалына тип беҙ яңылышҡанбыҙ. Әсәй менән атайҙың яратыуына нигеҙләнә ул. Ә һин улар менән ҡасан теләһәң, күпме теләһәң, шулай күрешеп торорһоң. Минең һиңә бер тарлығым да юҡ.
* * *
Ҡасандыр йәннәт ерҙә булған, тиелә дини китаптарҙа. Әммә иң тәүге гонаһ ҡылынып, кешеләр яҡшылыҡ менән яманлыҡ араһындағы айырманы белә башлау менән Аллаһ уларҙан йәннәтте йәшереп ҡуйған. Ҡайҙа ул хәҙер – күк ҡабағы асмандамы, ете ҡат ер аҫтындамы? Юғалтҡандың ғына ҡәҙерен белә торған әҙәм балалары туҡтауһыҙ хыялланып эҙләйҙәр уны хәҙер.
«Ә ул ҡул һуҙымында ғына, – ти бәғзе әүлиәләр. – Ул күктән өҙлөкһөҙ ағылған бәрәкәт кеүек. Барлығына ышанһаң – бар, юҡ, тигәнгә – юҡ. Яманлыҡтың аҡтығын да һепереп түгеп, тик һөйөү менән генә тулышҡан йәндәш күңелдәр ҡауышҡанда килеп тула ла йәшәйеште нурға күмә, тормошҡа ҡот бирә икән ул».
Инсаф менән Дилбәр әүлиәләрҙең хаҡлығын тойҙо ошо мәлдә.
Гөлсирә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА.