Әҙәби бит
16 Май 2025, 16:00

ЙӘННӘТ ҺУЛЫШЫ (Башы)

– Яңыраҡ ҡына төрмәнән сыҡҡан, – тине ҡыҙҙарҙың икенсеһе Дилбәр артынан ишек ябылыр-ябылмаҫтан. – Эсмәй-тартмай. Ҡарун. Бер тин өсөн йәнеңде алыр. Бынауылай, – тип сикәһенә бармағы менән төртөп аҡылға бер төрлө тигән ишара яһаны. – Ирен үлтергәнме – этем белһен, – тип арттырып та ебәрҙе. – Шуға күрә абай булығыҙ...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

– Яңыраҡ ҡына төрмәнән сыҡҡан, – тине ҡыҙҙарҙың икенсеһе Дилбәр артынан ишек ябылыр-ябылмаҫтан. – Эсмәй-тартмай. Ҡарун. Бер тин өсөн йәнеңде алыр. Бынауылай, – тип сикәһенә бармағы менән төртөп аҡылға бер төрлө тигән ишара яһаны. – Ирен үлтергәнме – этем белһен, – тип арттырып та ебәрҙе. – Шуға күрә абай булығыҙ.

 

(Повесть)

Үс – ул бәхетһеҙҙәрҙең ғәҙеллеге.

Үс – көсһөҙҙәрҙең тәҡдире.

Тамсы ла һағыш юҡ был ҡайындарҙың күҙҙе һөйөндөргән һарыһында. Йылыһы һүрелгән көҙгө ҡояштың үҙенән дә сағыуыраҡ булғанға ҡупайышып көҙгө эңерҙә лә балҡып тороуҙары. Үҙҙәренә ғәжәпләнеп баҡҡан Дилбәргә улар: «Был – мәңгелек тәртип. Йәйҙән һуң көҙ, көҙҙән һуң ҡыш, ә унан һуң йәнә яҙ килә. Камиллыҡ ана шул тәртиптең үҙендә бит», – тип әйткән кеүек.

Дилбәр поезд ҡуҙғалып киткәс тә ҡарашын уларҙан айырып ала алмайынса, бер килке боролоп ҡарап барҙы. Күңеленә уларҙың нурлы сабырлығын һеңдергеһе килде. Тик оҙаҡҡа түгел: әрһеҙ уйҙары йәнә үҙ артынан һөйрәкләй башланы. «Мине лә үҙең менән алып китһәңсе», тигән һымаҡ, әсәһе һуңғы тапҡыр буяғандан һуң тәрбиә күрмәгән йәшкелт ҡыйығын ҡайҡайтып ҡарап ҡалған тыуған йортонан айырыла алманы һаман.

Әйтеп-аңлатып бөтөрлөк түгел итеп эсе янды.

* * *

Әсәһенең эстән-тыштан ағартып, туҡтауһыҙ йыуып-йышып, гөл итеп тотҡан донъяһы ҡаҡашып ҡатҡан. Уйындағын ҡарашынан абайлап ҡуймаһындар тип, Дилбәр күтәрелеп бағырға ла тартынды. Тик, әйтерһең дә, хужабикәләренең ҡотон һаман онотмаған әйберҙәр, ҡурсалау һорағандай, күҙгә кереп бара. Әсәһе әллә ҡайһылай ҡупшылап, ҡыялатып беселгән тәҙрә ҡорғандары бойоғошоп һәленгән. Мейестең ауыҙғынаһы аҡлауҙың нимә икәнен бөтөнләй белмәгәндәй ҡара ҡором. Ҡыҙыл мәк сәскәһе төшкән сынаяҡтар ихласлап йыуғанды көтә-көтә һарғайышҡан. Ул арала ҡара көйөп шарт-шорт баҫып йөрөгән апай (әсәй тигән ғәзиз һүҙҙе үгәй тигән шыҡһыҙы эргәһенә ҡуйғыһы килмәгән Дилбәр атаһының икенсе ҡатынын шулай йөрөтә) олоғара таба менән һуғанһыҙ-ниһеҙ ҡурылған эре макаронды шап иттереп өҫтәлгә ултыртты.

Әсәһенең тәрбиәләп бешергән һурпалы аштарынан, мейескә саҡ һыйып ҡабарып бешкән икмәгенән дә етешһеҙлек табып мыжыр булған атаһының әле килеп еҫе лә, төҫө лә булмаған ошо ризыҡты батша һыйылай маҡтап-маҡтап ашауын ғәжәп итеп ултырҙы Дилбәр.

Өйҙә өсәүһе генә. Апай Дилбәрҙе ҡурҡыныс енәйәтселәй күреп шиксел һәм ризаһыҙ шымтайған. Ул хатта күстәнәстәргә лә ҡағылманы, терһәге менән өҫтәлдең икенсе башына шылдырып ҡына ҡуйҙы. Дилбәр, ни әйтергә, үҙен нисек тоторға белмәгәнлектән, өндәшмәй. Бары атаһының кинәнеп ашағаны ишетелә. «Ысынлап та тәмле күренә микән? – тип уйлай Дилбәр. – Гел һыйлы тамаҡҡа өйрәнгән кеше, әсәм үлгәс, яңғыҙ донъя көтөү шулай үҙәгенә үткән дә, шунан ҡурҡып ҡалған микән?»

Ул һағынып, сарсап ҡайтҡан элекке бәхетле тормошоноң бында ла ҡалмағанын торған һайын нығыраҡ төшөнә барҙы. Шуға күрә бөтөнләй ят бауырға әйләнгән атаһының янынан, ҡайҙа ҡараһа ла мәрхүмә әсәһен хәтерләткән тыуған йортонан мөмкин тиклем тиҙерәк сығып киткеһе килде. Ҡапыл ғына фекер туплап, бер сынаяҡ һөтһөҙ сәйҙе эсте лә: «Ярар, килдем, күрҙем, инде юл кешеһенең юлда булыуы яҡшы», – тип урынынан ҡуҙғалды. Ҡал, тип ҡыҫтарға йыйынған кеше булмаһа ла һүҙҙе ялғар өсөн: «Берәй яйлап ҡайтырмын. Әле командировканан ҡайтышлай, юл ыңғайында ғына һуғылдым», – тигән булды. Атаһы элекке ғәҙәте буйынса: «Ниндәй эш буйынса, ҡайһы ойошманан?» – тип төпсөнөргә иткәйне, ҡатынының бер тызрайыуы етте. Сығып барышлай, өләсәһенән мираҫ булып ҡалған, әсәһе ғүмере буйы күҙ ҡараһылай һаҡлап тотонған тегеү машинаһының ҡәҙерһеҙләнеп аяҡ аҫтында ултырыуына йәне әсеп ҡуйҙы Дилбәрҙең. Артынан эйәргән апай шул арала уның ҡарашын абайлап та алды, тағы ла нығыраҡ төҫө боҙолдо. Ҡатынының кисерешен аңлаған атаһы иһә ҡаушауҙан тағы ла бөршәйә төштө. Шуға күрә Дилбәр: «Тотонмаһағыҙ, майлаңҡырап төпкө келәткә ултыртып ҡуйһағыҙсы», – тип әйтергә лә тартынды. Саҡырылмаған ҡунаҡтың тиҙ киткәненә еңел һулап болдорҙа тороп ҡалған хужаларҙың күҙ алдынан йәһәтерәк юғалырға теләп йүгерә-атлай барҙы. Бынан дүрт-биш йыл элек тыуған йортонан кискә ҡаршы шул рәүешле ҡәҙерһеҙ булып сығып китерен әйтһәләр, йөрәге ярылыр ине, моғайын. Әле иһә бешегеп тумбыҡҡан йәненә тағы бер һыҙландырғыс йәрәхәт кенә өҫтәлде. «Ысынлап та, әсәй – ҡаҙна, атай – еҙнә икән. Халыҡ ҡалай дөрөҫ әйткән», – тип кенә уйланы.

Киске поезға өлгөрөр өсөн шау алтындан ҡойонған көҙгө урманға ҡалҡып та ҡараманы. Ваҡыт аҙ ҡалғанға ашыҡты, күберәген йүгерә-йүгерә барҙы. Тыны быуылып, хәле бөтә барған һайын күңел әрнеүе бер аҙ баҫылғандай ине. Тик урман юлына ҡып-ҡыҙыл йондоҙҙар һымаҡ ҡойолған эре саған япраҡтары һаман онотолорға бирмәй йәнен таланы. «Ярар, балам, тормош гел шулай ғына булып тормаҫ, айҙың да ун дүрт көнө ҡараңғы булһа, ун дүрте яҡты була», – тип йыуатып киткәйне әсәһе төрмәгә һуңғы тапҡыр күрешергә килгәнендә. «Ҡайҙа һуң ул айыңдың яҡты көндәре, әсәкәйем?» – тип ҡысҡырыр ҙа ине бынау көҙгө урманды яңғыратып, яуап ҡына булмаҫ.

Исмаһам, бер ыңғай нәмә булды был көндө. Поезға өлгөрҙө. Хатта йәкшәмбе кисе булыуға ҡарамаҫтан, урындар ҙа бар. Тәҙрә эргәһенә ултырып, артҡа йүгергән таныш урмандарға ҡарай-ҡарай йәнә тыуған өйө хаҡында уйланы. Ҡыҙыу килеп әллә күңеле имшегән, был юлы нишләптер үртәлеүһеҙ, йәлләп уйланы. Атаһының ҡараштарын йәшереп маташыуын, яһалма күтәренкелек менән туҡтауһыҙ һөйләнеүен балаһына терәк була алмағанына ғәйепле тойоу тип аңланы. «Ирҙәр ҡартайһа, бигерәк кеше көнлө була икән, – тип уны яҡларға, аҡларға тырышты. – Яңы ҡатынына ярап ҡына торорға тырышыуы аңлашыла инде. Ярар, тамағы туҡ, өйҙәре йылы. Үҙ көндәрен үҙҙәре күреп татыу ғына тороп ятһалар, шул еткән».

Тубығындағы сумкаға ҡулын тығып ҡәҙерле монаятын һыйпаны. Бер яйын табып, әсәһенең соландағы урҙала эленеп торған иҫке күлдәген һалып алғайны. Был донъяла ысын яратыуҙың, тоғролоҡтоң барлығына, мөмкин икәненә раҫлау булараҡ, Дилбәрҙең иң ҡәҙерле, затлы берҙән-бер нәмәһе ине ул. Үтә түҙгеһеҙ мәлдәрендә битенә ҡаплап илар, исмаһам. Әсәһенең төҫө менән еҫе күңел төшөнкөлөгөнә башкөллө йотолорға ирек бирмәҫ. Ҡайтып китеүе лә файҙаһыҙға булманы. Ул һағышланған тормош, исмаһам, бер ерҙә боҫоп булһа ла ҡалғандай гел әйҙәп тора торғайны. Өмөттөң өҙөлөүе әсенешле булһа ла, үткәндәргә күперҙәрҙе яндырып, алға ҡарап йәшәү өсөн йәтеш.

Сираттағы туҡталышта вагонға шаулашып күмәк йәштәр инде. Һәр береһе күтәргеһеҙ итеп арҡаһына биштәр аҫҡан. Атай йортонан аҙналыҡ ризыҡ тейәп Өфөгә китеп барған студенттар. Дилбәр ҙә күп ташыны ундай биштәрҙәрҙе. Ун туғыҙ йәшендә кейәүгә сығып, студент ғаиләһе ҡорғас, уларға атай-әсәй ярҙамы бигерәк тә ныҡ кәрәк булды. Бахыр әсәһе, үңәсе өҙөлөрҙәй булып йөкмәнеп, аҙна уртаһында ла килеп етә торғайны. Әммә уй ырғаҡтарына үҙен үткәндәргә һөйрәп алып китергә ирек бирмәне Дилбәр, иғтибарын ошонда, вагон эсендә ҡалдырырға тырышты. Тирә-яғына ҡаранды. Бер төркөм егеттәргә эйәреп килеп кергән сырҡылдаҡ ҡыҙҙар баштарына саған япраҡтарынан үреп таж кейеп алған. Уларҙы күреп ирекһеҙҙән ыңғырашып ҡуйҙы. Әйтерһең, был япраҡтар үткер бысаҡ булып бәғерен телде. Ҡасан ғына ул да шулай йөрөй торғайны бит донъяның шау бәхеттән торғанына ышанып. Сыҙаманы, джинсы кеҫәһенән сигаретын ҡапшаны ла, эргәһендәге ҡатындан урынын һаҡлап тороуын үтенеп, тамбурға сыҡты. «Беҙ янғансы, тәмәке көйрәһен», – ти торғайны төрмәләш Настасья. Дилбәрҙең үҙен аҙым һайын йәрәхәтләгән был ысынбарлыҡтан ҡасып, сәнскеле тимерсыбыҡ менән уратып алынған төрмәгә ҡабаттан инеп йәшенгеһе килде. Хәйер, оҙаҡламай ул бауыр баҫҡан Настя ла иреккә сығасаҡ. Алкаш иренә ярайым тип урлашып, төрмәгә эләккән, балалар йортона урынлаштырылған улы менән ҡыҙын һағынған был ҡатын менән Дилбәр бик тиҙ дуҫлашып киткәйне. Сөнки икеһенең дә уйлағандары, һөйләгәндәре балалар. Улар бер- береһен яҡшы аңлай, ә кемгәлер әрнеүеңде түкһәң, бер аҙға булһа ла эс бушап тора. «Һин бәхетле, ҡыҙыҡай! Оҙаҡламай ғаиләң менән ҡауышаһың», – тип йыуата торғайны Настя «Прима»һын һура-һура. Ул саҡта Дилбәр ҙә шулай буласағына шикләнмәй, үҙенең һәр йәһәттән теүәл, етеш донъяһын уйлап эстән генә һөйөнә ине. Ә бит бына ҡайһылай килеп сыҡты...

Барып күрҙе Дилбәр Настяның балаларын. Күстәнәс тапшырып, әсәләренең уларҙы нисек яратҡанын һөйләп, йыуатып ҡайтты. «Һеҙҙе һағынмаған, уйламаған бер генә минуты ла юҡ», – тип ҡат-ҡат ҡабатланы. Үҙе алып барған йомшаҡ ҡына уйынсыҡ ҡуянды ҡыҙына тоттороп: «Һин уны ҡосаҡлаған һайын, әсәйең һинең яратҡаныңды тойор», – тине. «Оҙаҡламай малайының тыуған көнө етә. Йәнә барып урарға кәрәк»...

Артында бер тәмәжниктең ҡыжғылдатып йүткерә-йүткерә лысҡылдатып иҙәнгә төкөрөүенә сикәнеп Дилбәр ҡабат вагонға инде.

Дилбәргә ни өсөндөр был егет ышаныслы күренде. Ышанғыһы килде. Әгәр есеме лә исеменә тура килһә... Тик һөйкөмлө һөйәк менән кешегә яғымлы мөнәсәбәт кенә намыҫлы тигәнде аңлатмай. Ана, Харис ниндәй яғымлы ла, хәстәрлекле лә була торғайны. Шулай ҙа күңелгә ятты был егет. Барыбер кемгә булһа ла мөрәжәғәт итергә кәрәк буласаҡ. Былай бөтәһенән дә шикләнеп, һәр саҡ яңғыҙ йөрөү менән бер ниндәй ҙә эш ҡырып булмаҫ. Унан тағы мөкиббән китеп ышаныу мотлаҡ түгел дә баһа. Хәйер, инде бер ваҡытта ла, бер кемгә лә элекке кеүек онотолоп китеп ышанып булмаясаҡ. Шулай булғас ни, әйҙә, тәүәккәллә!

Ул арала Өфө вокзалына килеп тә етелгән. Дилбәр бауланған шикелле егеттәр артынан эйәрҙе. Тик танышып китер өсөн бер ниндәй ҙә сәбәп уйлап таба алманы. Әмәлгә баҡҡандай, вагондан сыҡҡанда яҙатайым баҫып йығылып китте. Ярҙам итергә ҡул һонғандар араһында Инсаф та бар ине. «Был – яҙмыш», – тип уйланы Дилбәр, егеттең беләгенә аҫылынып һылтыҡлай-һылтыҡлай туҡталышҡа табан атлағанда.

– Ҡайһы яҡта йәшәйһегеҙ? – тип һораны Инсаф автобус туҡталышына барып еткәс. Ул яурынындағы биштәрен шаулашып трамвай туҡталышына йүнәлгән иптәштәренә биреп ебәргәйне инде. Дилбәр дөйөм ятаҡтың адресын әйтте.

– Мин дә шул яҡҡа эшкә барам. Бәлки, юл ыңғайында һеҙҙе травмпунктҡа оҙатып ҡуйырғалыр?

– Юҡ, рәхмәт, – тип баш тартты Дилбәр. – Баҫып була, тимәк, һынмаған. Иң мөһиме шул.

– Мәйелегеҙ, – тине егет. Ул арала автобус килеп туҡтаны. Кешеләр ишеккә ябырылды. Дилбәрҙең хәлен абайлап кемдер урын бирҙе, ә Инсафты халыҡ салонға төпкәрәк этеп алып китте. Дилбәр юл буйы ҡабат осрашырға сәбәп уйлап маташты, тик башына бер генә йүнле фекер ҙә килмәне. Бер нисә туҡталыштан һуң, егет баш ҡағып ҡына хушлашып төшөп ҡалды.

– Рәхмәт, туғаным, – тип әйтергә өлгөрҙө шулай ҙа Дилбәр. – Һәр саҡ шулай изгелекле булып ҡал.

Егет ирен сите менән генә йылмайҙы. Дилбәр уның эңер ҡараңғылығына инеп киткәнен тәҙрәнән ҡарап үтте. Боролоп ҡарауын теләгәйне, тик тегеһе өшәнгән кеше шикелле ике ҡулын кеҫәһенә тыҡҡан да көмрәйә биреп атлай бирә.

Дөйөм ятаҡтағы бүлмәлә тын алғыһыҙ төтөн, араҡы, тир еҫе аңҡый. Бүлмәләш ҡыҙҙар, ғәҙәттәгесә, ҡунаҡ йыйған. Ҡәҙимге һуғып алған ир-ат йәнә бер ҡатын-ҡыҙ заты килеп ингәнен күтәренке шау-шыу менән ҡаршыланы. Береһе тәмәке, икенсеһе араҡы һондо. Кеше менән ара боҙмаҫҡа, яңылыш ҡына ла эләгешмәҫкә тырышып йәшәгән Дилбәр йәне көйөүен йәшереп, мөмкин тиклем йомшаҡ итеп баш тартты.

– Эсмәйем шул. Тартмайым да, – тиһә лә ай-вайына ҡуймай битенә үк килтереп терәгән стаканды кире этте. – Миңә эсергә ярамай, ауырыйым.

– Эсһә, кем ауырымай, бөтәбеҙ ҙә ауырыйбыҙ, – тип геүләне ир-ат.

– Юҡ, юҡ, ярамай миңә, – тип сәбәләнде Дилбәр.

– Ауырлыһыңмы әллә? – тип хахылданылар.

Бөтә егеттәрҙең Дилбәр тирәһендә өйөрөлөүенә ҡылтайған ҡыҙҙарҙың береһе, танауын сирып:

– Әбрәкәйеңә инерлек түгел, бар йыуа һал, – тип бурҡылданы.

Бының менән ул Дилбәрҙе урынына ултыртырға һәм ҡунаҡтарына кемдең күңелен күрергә маташаһығыҙ, бәҙрәф йыйыштырыусының, тип әйтергә теләгәйне. Ниндәй сәбәп табып сығып китергә белмәй торған Дилбәргә йәтеш булды. Ҡаймыҡҡан аяғы үҙәк өҙгөс һыҙлаһа ла:

– Эйе шул. Хәҙер йыуып алам, – тип йәһәтләне.

– Яңыраҡ ҡына төрмәнән сыҡҡан, – тине ҡыҙҙарҙың икенсеһе Дилбәр артынан ишек ябылыр-ябылмаҫтан. – Эсмәй-тартмай. Ҡарун. Бер тин өсөн йәнеңде алыр. Бынауылай, – тип сикәһенә бармағы менән төртөп аҡылға бер төрлө тигән ишара яһаны. – Ирен үлтергәнме – этем белһен, – тип арттырып та ебәрҙе. – Шуға күрә абай булығыҙ.

Төҙөлөштә штукатур-маляр булып эшләгән (төрмәлә үҙләштергән был һөнәре иреккә сыҡҡас бик ярап ҡалды) Дилбәр ятаҡта иҙән дә йыуа. Ял көнө бөтә халыҡ өйҙә булғанлыҡтан, ысынлап та, бөтә ер ҡарағыһыҙ бысраҡ. Күҙҙәрен генә ҡалдырып битен-башын ураны ла, кафель стеналарҙан башлап иҙәндәргә тиклем бөтә ерҙе тызырға кереште. Йән асыуын һалғас, эш ырай. Ә ул эстән генә: «Барыбер минеңсә буласаҡ! – тип ҡабатлай. – Барыбер мин теләгәнсә буласаҡ. Күреп торорһоң бына!» Бөтөн донъялағы әшәкелекте ҡырып йыуған кеүек тойғанға, тирә-яғы таҙара барған һайын күңеленә еңеллек килә. Дилбәр төрмәнән үҙен бысраҡ эшкә тәғәйенләүҙәренә зарланып яҙған хатына әсәһенең: «Эштең иң бысрағы ла, риза булып, ихлас эшләһәң, күңелде сафландыра ул», – тип яуап биргәне иҫенә төштө.

Ике сәғәт тигәндә эшен тамамлап та ҡуйҙы. Ул ҡағылған урындарҙың ялт итеп ҡалғанына һоҡланған вахтер ҡарсыҡ түҙмәне.

– Ҡулыңдан һөйөн, балам, – тип баш сайҡаны. – Бәхетең булһын инде, ен кеүекһең.

– Эштән бәхет бар инде ул беҙҙең, – тип яуапланы Дилбәр.

– Ә шул бәхеттең иң ҙуры ул, балам. Эшләһәң, эш ҡарышмай ул, алдамай ҙа, уңышы ла һалған тырышлығыңа бәрәбәр була. Әйҙә, ҡыҙым, минең менән сәй эс. Мөрхәтһенһәң, бәрәмәстән дә ауыҙ ит. Үҙем әтмәлләгәйнем.

Көтөлмәгән яҡшылыҡтан ҡыйынһынып китһә лә, ризалашты. Бүлмәһенә ҡайтһа, теге иҫеректәр менән осра-шырға тура килә. «Оҙаҡлаһалар, әбей янында ултырыңҡырармын, ваҡытты үлтерергә телевизоры ла бар».

* * *

Табындаштар күңел асыуҙы төнгө клубта дауам итергә теләне, ахыры, геүләшеп сығып киттеләр. Ғәҙәтенсә, Дилбәр улар артынан бүлмәне лә йыйыштырып ҡуйҙы.

Дөйөм кухняла күрше ҡатындарҙың: «Ялландыңмы әллә шуларға», – тиеүҙәренә, «Шул бысраҡта ултырырға ерәндерә», – тип кенә яуапланы.

Инде арырға ла ваҡыт ине. Кисә көнө буйы ҡала ҡыҙырҙы. Поездағы йоҡоһоҙ төндән һуң ауылына ҡайтып әйләнде, йәйәү алты саҡрымдан ашыу юл үтергә тура килде. Өс ҡатлы ятаҡты йыуып сығарҙы. Көс төшкәнгә тағы ла нығыраҡ һыҙлай башлаған аяғын һөйрәп саҡ урын һалды. Инде башты терәргә лә йоҡоға талырға ине. Тик мендәрҙә, ғәҙәттәгесә, тамуғы көтөп тора. Керпектәре ябылыу менән көнө буйы иҫкә алмаҫҡа тырышҡан күренеш ап-асыҡ булып күҙ алдына баҫты. Алтынға мансылған ағастар араһынан тартылған һуҡмаҡтан бәхетле ғаилә атлай...

Дилбәр түҙмәне, ятҡан еренән һикереп тороп өҫтәлдә тороп ҡалған араҡы шешәһенә үрелде. Мул ғына уртларға ла онотолорға... Харис бик ҡыуаныр ине ул шулай ғәҙәтләнһә... «Юҡ. Ҡыуандырмайым». Сумкаһынан әсәһенең күлдәген алып йөҙөнә ҡапланы: «Әсәй, мин һиңә һыйынам, йәме». «Әле түҙерлек бит әле, балам», – тигән кеүек булды уға әсәһе. «Әгәр ҙә ҡыбырлап йөрөп ятам икән, тимәк, ысынлап та түҙерлек. Тик был ғәҙел түгел бит, әсәй? Ниңә шулай килеп сыҡты һуң? Ни өсөн мин шундай хәлгә ҡалдым? Шул тиклем ҙур яза алыр өсөн ниндәй гонаһ ҡылдым?» Урманда аҙашҡан кеше, үҙе лә абайламаҫтан, бер тирәлә уратып тик йөрөгән кеүек, Дилбәрҙең башында ла ятһа-торһа ошо һорауҙар өйөрөлә. Үткәндәрҙән өҙөлөп инде йәшәй башлар өсөн уға шуларға яуап табырға кәрәк. Мотлаҡ кәрәк, тик яуап юҡ та юҡ...

* * *

Дилбәрҙе төрмәнән өс айға алдараҡ сығарҙылар. Был көтөлмәгән шатлыҡты шылтыратып һөйөнсөләргә теләгәйне, иренең һуңғы осорҙа һирәк һәм ҡоро яҙылған хаттарын уйлап туҡталды. Тәүҙә поезда, унан автобуста – юлда үткәргән ике көн ярым ваҡыт, әллә артыҡ ныҡ ашҡынғанға күрә, бөткөһөҙ оҙон тойолдо. Ниһайәт, ҡалаға килеп ингәнендә, түҙемлеге өҙөлөрҙәй тартылған ҡыл ине. Автовокзалдан ҡайтышлай трамвай тәҙрәһенә йомолдо. Бында бер нәмә лә үҙгәрмәгән. Ул киткәндә лә ошо бәпембәләр сәскә атып ҡалғайны. Милиция машинаһының рәшәткәле тәҙрәһенән күҙ йәштәре аша ҡарап барғаны иҫенә төштө. Июнь башы ине. Йәшел газондарҙа һап-һары бәпембәләр сәскә атҡан. Улар сирәмдә кинәнешкән ҡаҙ бәпкәләренә оҡшаш. Бәпкә көткән саҡта «Шығай ағай, бәп-бәп» тип һамаҡлай-һамаҡлай уйнағандары, әхирәттәре менән таж үреп кейгәндәре күҙ алдына килгәйне. Шул саҡ газон сапҡыс менән сәскәләрҙе ҡырып йөрөгәндәрен күреп һиҫкәнде. Әле генә ҡояш нурҙарында йымылдашып ултырған йомшаҡҡайҙар, тәпәйҙәре ҡырҡылып йығылған ҡаҙ бәпкәләренә оҡшап, тумарлап ятып ҡала... Был уға киләсәк яҙмышына ишаралаған ҡурҡыныс билдә кеүек күренде һәм йөрәгенә шырау булып ҡаҙалды.

Әле тағы шулай. Ике ир тырылдатып газон саба. Башынан «тигенгә түгел был» тигән уй ялтлап үтте. «Тилеләнмә, – тип ҡаршы төштө аҡылы. – Күп кешенең сәскәгә аллергия. Шуға күрә сабалар бәпембәләрҙе. Тирәктәрҙе лә мамыҡтары туҙраған өсөн ҡырҙылар. Бары шул ғына». Хәүефен ҡыуаларға тырышып, өйөнә ашыҡты. Ҡабаланып ишек ҡыңғырауына баҫты. Яуап булманы. «Ошондай матур ҡояшлы йәкшәмбелә өйҙә ултырмай бит инде эсендә йәне булған кеше. Баҡсалаларҙыр». Ҡәҙимге тормоштан ситләшкәнгә был хаҡта башына ла килмәгән. Юғиһә, автовокзалдан баҡсаға яҡыныраҡ ине. Кеҫәһенән асҡысын сығарҙы – яраманы. Бөтөнләй икенсе йоҙаҡ ине. «Йүнлегә түгел», – тип йөрәк йәнә һыҡрап ҡуйҙы. «Йоҙаҡ алмаштырыу яҙыҡ түгел инде», – тине аҡыл.

Ишек алдына сығып эскәмйәгә ултырҙы. Бер төркөм әбей-һәбейҙең ҡыҙыҡһыныусан ҡарашын тойоп, ситкә боролдо. Танығандарын теләмәй ине. Ҡиәфәтенән дә, өҫ-башынан да ғәрләнде. Ишекте аса алмауы үкенесле. Харистар ҡайтыуға йыуынып, биҙәнеп өлгөрһә, яҡшыраҡ булаһы икән дә. Подъезд эргәһенә килеп туҡтаған «Lexus»ҡа иғтибар итмәне башта. Хаттарында эштәрҙең хөрт барыуына зарланған иренең ундай машинала йөрөүе башына ла килмәне. Тик эскәмйәлә ултырған әбейҙәрҙең мәғәнәле ымын абайлап, иғтибар һалды. Ысынлап та Харис... Бына ул ашығып икенсе яҡтағы ишекте асты һәм йәш, сибәр ҡатынға сығырға ярҙам итте. Ул арала артҡы яҡтан сыуылдашып малайҙар күренде. Һикереп тороп уларға ҡарай атылырға торған ерҙән ҡаушап туҡтаған Дилбәрҙе Харис та абайланы.

– Һин?

Тауышында сикһеҙ аптырау ишетелде, ҡыуаныс юҡ ине. Әйтерһең дә, алдында башҡа бер ваҡытта ла күрергә йыйынмаған өрәк пәйҙә булған. Аталарының тауышындағы хәүефте шәйләп, малайҙар икеһе ике яҡтан теге ҡатынға барып һарылды. Былай булыры иң ҡурҡыныс төштәренә лә инмәгән Дилбәр ҡатты ла ҡалды. Ул арала үҙен ҡулға алырға өлгөргән Харис, ҡатынға балаларҙы алып китергә ишараланы, ахыры. Тегеһе уларҙы арҡаларынан ҡосаҡлап, ишек яғына әйҙәне. Харис тиҙ-тиҙ атлап Дилбәргә яҡынлашты.

Ирен ни тиклем яратҡанын һәм һағынғанын әле генә бөтөн тәрәнлегендә тойған Дилбәр уға текләгән дә ҡатҡан. Йәш тулы ҡуңыр күҙҙәре уның һуштарҙы алырлыҡ сибәр йөҙөн иркәләй. Ике йыл ваҡыт уның өсөн дә эҙһеҙ үтмәгән. Сәсенә аҙ ғына сал төшкән. Дилбәрҙең, үрелеп, ул зәңгәрһыуланып торған шәлкемде һыйпап ҡарағыһы килде. Кәүҙәһе ҡалынайып олпатлана төшкән. Өҫтөнә килешле итеп кейенгән. Затлы одеколон еҫе аңҡый. Яңы еҫ. Инде ҡояшта ҡарайып өлгөргән көслө беләктәренә күҙ төшөрҙө. Уларҙың наҙын татығыһы, күкрәгенә һыйынғыһы килде.

Ә Харис ашыға-ашыға ниҙер һөйләй. Тәүҙә уның әйткәндәрен аңламай торҙо Дилбәр, унан сала-сарпы ишетә башланы.

– Балаларҙың күңелен йәрәхәтләмә. Ҡатынымды ла. Күрҙең бит, беҙ бәпәй көтәбеҙ.

«Ҡатынымды»... Дилбәр тамағына килеп тығылған йоҙроҡ ҙурлыҡ төйөндө йотоп ебәрә алмай тыны быуылып торҙо. Арҡаһына хәнйәр менән ҡабат-ҡабат, ҡабат-ҡабат сәнскән кеүек. Юҡ, хатта бысаҡ та уның ауыҙынан сыҡҡан һүҙҙәргә ҡарағанда аяулыраҡ булыр ине.

– Балаларҙы йәллә, – тип ҡабатлай Харис. – Улар саҡ тынысланды, яңы әсәйҙәренә бауыр баҫты. Әҙәмсә айырылышайыҡ.

Ир бирмәк, йән бирмәк, тиҙәр. Йән биреүе лә шул тиклем ауыр булмайҙыр кеүек.

Ә Харис һаман мөңгөрләй. Ни өсөндөр ул Дилбәрҙе туҡтауһыҙ тубәнһетергә тырыша. Иң ҡыйыны, ысынлап та, кәмһетеү ҡулынан килә. Дилбәр үҙен тағы ла меҫкенерәк, йәмһеҙерәк тоя, һаҫыҡ һәм мәхлүк булып, уның ҡаршыһында шаҡ ҡатҡан килеш тик тора.

– Иртәгә офисҡа кил. Шунда бөтәһен дә яҡшылап һөйләшербеҙ. Мине тыңлаһаң, үкенмәҫһең. Мин һине таларға йыйынмайым. Үҙеңә тейешен алырһың.

«Үҙеңә тейешен? – тип ҡысҡырғыһы килә Дилбәрҙең. – Миңә һин тейеш, балалар тейеш, минең һағынып ҡайтҡан ғаиләм тейеш». Тик бер нәмә лә әйтә алмай. Алйот шикелле усын асып, унда ятҡан асҡысты һона.

– Ташла, – ти Харис. – Бырға, кәрәге юҡ.

Ул ҡапыл боролоп подъезға инеп китте. Нимә генә тиһә лә, янда торғанында рәхәт булған икән. Һомғол кәүҙәһе күҙҙән юғалыу менән тотош донъяның, күктәге ҡояштың, гөрләп торған тормоштоң, үҙенең – бөтә-бөтә нәмәнең кәрәге юҡҡа сыҡты. Күпме торғандыр һеңгәҙәп, кемдер ҡултыҡлап алып эскәмйәгә ултыртты. Берәү һыу эсерергә маташты. Әбейҙәрҙең ниҙер һөйләп тынысландырырға маташыуы Дилбәргә ҡоро бимаза булып яңғыраны. Бер кемде лә күрерлек һәм ишетерлек түгел ине, барыһын да ситкә этеп, иҫерек шикелле абына-һөрөнә ишек алдынан сығып китте. Бер аҙ барғас, беләгенә ҡағылғанға боролоп ҡараны. Торғоҙоп ҡалдырған сумкаһын алып килгәндәр икән.

Ҡайҙа барғанын да белмәне, ҡаңғырып барҙы ла барҙы. Әллә ниндәй тыҡрыҡтарҙа аҙашты, көрсөктәргә барып терәлде.

Нисәмә йыл йәшәгән, үҙен ифрат бәхетле тойған был ҡалала барып һыйыныр, һыйынырға теләр бер генә урыны ла булмай сыҡты. Йөрөй торғас, таныш ерҙе абайланы. Алыҫ китә алмаған, үҙҙәренең гаражы янына килеп сыҡҡан икән. Ҡапыл алҡымында торған рәнйеүҙән нәфрәт тоҡанғанын тойҙо. Үс көҫәү һулышын быуҙы. Емергеһе, яндырғыһы, юҡ иткеһе килде. Үртәргә кәрәк тотош донъяһын, үҙе ғазап менән түләгән ошо бар байлыҡты. «Ғәҙел түгел! Түгел! Түгел!» – тигән уй сүкене мейеһен. Йоҙағын ватып инергә лә... Ут төртөргә...

Уҡталды, тик өркөтөлгән, күндәмләнгән булмышы ирек бирмәне. Эске уяу тауыш уға тағы ниндәй кәмһенеүҙәр аша үтергә тура киләсәген иҫкәртте. Харистың: «Былай иртә сығырһың тип уйламағайным», – тигәне мейеһендә ялтлап китте. Уға бик ҡулай булыр ине Дилбәрҙе оҙаҡҡараҡ олаҡтырып булһа. Сараһыҙлығынан ыңғырашып ҡуйҙы.

– Юҡ, ҡәҙерлем, мин һиңә ундай бүләк эшләмәйәсәкмен, – тине ул тешләнеп.

Тағы китте. Был ҡалала ғына түгел, тотош ғаләмдә уның хәленә инерҙәй, уның барлығына ҡыуанырҙай бер генә йән эйәһе лә ҡалмаған кеүек тойолдо. Ә бит нисә сәғәт элек кенә автобустан алда төшөп йүгерерҙәй булып ашҡынып ҡайтҡайны. Ҡайһылай бәхетле булған ул өмөтө лә, хыялы ла тере саҡта...

Бара биргәс, ҡолағына сәйер ауаз салынып тирә-яғына ҡаранды. Бәләкәй генә бесәй балаһы күләүектән сығырға маташа. Еүеш, бысраҡ, ябыҡ... Инде мыяуларлыҡ хәле лә ҡалмаған, ауыҙы йәлләүес итеп асыла, ә тауышы юҡ, ара-тирә генә бысҡылдау ишетелеп ҡала. Дилбәр мәхлүкте күтәреп алды ла арлы-бирле йыуындырып, ҡуйынына тыҡты. Ни ғәләмәт, ошо тере йомғаҡ уға әле генә дошман тойолған донъяны йылытып ебәргәндәй тойолдо. Аҙға ғына булһа ла үҙ хәлен ситкә ҡуйып торғанға, ахыры. Ҡапыл улының бер мәл хужаһыҙ бесәй балаһын алып ҡайтҡыһы килгәне, үҙенең уға рөхсәт итмәгәне һәм һелкетә тартып алып ҡайтып киткәне хәтеренә килеп төшөп әсендерҙе.

– Йә, нишләйбеҙ? Ҡайҙан һиңә һөт табабыҙ? – тип һүҙ ҡушты ул тере йомғаҡҡа.

Яр буйлап унда-бында ауылса өйҙәр һибелгән яҡҡа ыңғайланы.

Байып барған ҡояштың һүрән нурына сырыш йөҙөн ҡуйып, ҡул ҡаушырып йәтеш кенә ултырған әбейгә яҡынлағас, үҙенең ни тиклем арығанын самаланы.

– Эргәңә ултырып саҡ ҡына ял итеп китәйемсе, инәй, – тип өндәште. Шундай ҡәнәғәтлек, тормош менән ризалыҡ бар ине әбейҙең ҡиәфәтендә, йән тыныслығы һирпелә ине.

– Ултыр, балам, – тине, саҡ ҡына шылыңҡыраны. Үҙе бына-бына офоҡҡа инеп сумырға торған ҡояшҡа ҡарап ултырыуын белә. Гүйә, әле шунан да мөһим эше юҡ. – Ошо мәлен бигерәк яратам тәүлектең, – ти ул ҡәнәғәт, һил тауыш менән.

– Миңә лә берәй саҡ рәхәт булыр микән? – Дилбәргә уйлаған ғына кеүек тойолғайны, яуап ишетеп тертләне.

– Сабырлыҡ кәрәк. Был донъяла һәр саҡ ҡыйын да, гел генә рәхәт тә булып тормай. Ҡайғынан иҫемде юйырҙай ваҡыттарымда мин гелән Хоҙайҙан сабырлыҡ һораным.

– Төрмәнән сығып өйөмә ҡайтҡайным, – тине Дилбәр, үҙе лә абайламаҫтан, – ишектә – яңы йоҙаҡ.

Үҙе ауыҙынан сыҡҡанға ғәжәпләнеп ҡолаҡ һалды. Тыңлап торһаң, әллә ни ҙә түгел һымаҡ. Тормош, моғайын, шулай булалыр. Әбей өндәшмәйсә дауам көттө. Ә Дилбәр тел осонда ғына торған һүҙҙәрен әйтергә баҙнат итмәйенсә туҡталған, уларҙы ауыҙында әүәләп, әрем әсеһен тәм итә. Шунан ҡурҡа: әле һөйләгәндәре төш кенә булһа, ҡысҡырып әйтеү менән ғәмәлгә әйләнер кеүек.

– Ә ишек артында яңы ҡатынмы? – Әбейҙең тауышында һорау ҡатыш раҫлау ишетелә.

Ни тиклем әрнеткес булмаһын, артабан йәшәп китер өсөн ысынбарлыҡты ҡабул итергә кәрәклеген белә ул.

– Эйе, – ти Дилбәр. – Ике улым ул ҡатынды әсәй тип йөрөй, ә мине танымай. – Һөйләй, тик бының һаман үҙ яҙмышы икәне башына һыймай.

– Ир ҡайғыһы итәктә, бала ҡайғыһы йөрәктә, – ти әбей.

«Хәҙер ул: балаларың һау булһын, тип әйтәсәк, – тип уйлай Дилбәр. – Унан, танымай ҡайҙа китһендәр, йән тартмаһа, ҡан тарта, тип өҫтәйәсәк». Кешелектең меңдәрсә йылдарға Һуҙылған тарихында бындай ваҡиғалар аҙ булған тиһеңме? Шуға күрә йыуатыу һүҙҙәрен гел яңынан уйлап тормаҫ өсөн халыҡ әҙер формулалар сығарған да ятлап алған.

– Боролдолар ҙа күмәкләп фатирыбыҙға инеп киттеләр, – ти ул. – Ә мин ишек алдында яңғыҙым тороп ҡалдым. Нисек инде улай? – Һуңғы һорауы бөтөнләй балаларса яңғырай. Әбей ирекһеҙҙән көлөмһөрәп ҡуя.

– Ә нисек була? Инеп сәй эсеп сыҡ, тиһендәрме?

– Ә балалар хаҡы, бергә йәшәгән йылдар хаҡы? Беҙ бит яратышып өйләнештек...

– Бөтә нимәгә лә бер юлы яуап табып булмай, балаҡай. Иртәгә лә көн бар. Әйҙә, ин, улай барыр ерең булмағас. Мунсаның эҫеһе лә бөтмәгәндер.

Был сәйер һөйләшеү ҙә, ҡуйынында йылынып йоҡлап киткән бесәй балаһының ҡыбырлап ҡуйыуы ла, үҙенең бер нисә минут элек кенә белмәгән дә, күрмәгән дә кешегә бауыр баҫып бауланған кеүек эйәреп китеүе лә Дилбәргә кинолағы кеүек тойола.

* * *

«Яҡшылыҡ менән»... Харис һәр һүҙе, ҡыланышы менән Дилбәргә үҙенең тик яҡшылыҡ ҡына теләүен күрһәтергә тырышты. Иң яҡын дуҫын осратҡандай алсаҡ ҡаршыланы, секретарь ҡыҙҙы саҡырып сәй әҙерләргә ҡушты. Үҙе бер туҡтауһыҙ ниндәй эштәр менән шөғөлләнгәндәре, алда ниндәй һуш китмәле пландар торғаны, күпме табыш алырға ниәтләүҙәре менән уртаҡлаша башланы.

– Беҙ ҙә йөрөгәнбеҙ икән һинең менән эшҡыуарбыҙ, тип. Бер ниндәй таянысһыҙ нисек эш башларға баҙнат иткәнбеҙ, ике ыштанһыҙ. – Күңелле итеп көлөп алды. Унан яңы ҡатынының төҙөлөш корпорацияһы тураһында һөйләп алып китте. – Атаһы ҡайным ҡарт эшҡыуарлыҡты үҫтереү йүнәлешендә эшләгән ҙур түрә. Төҙөлөшкә ер бүлә торған урында бер ағалары, төҙөлөш материалдары менән тәьмин итә торған урында икенсе ағалары. Хатта миграция мәсьәләләре менән шөғөлләнгән ойошмала ла уларҙың кешеһе. Миграцияның ни ҡыҫылышы тиһеңме? Төҙөлөштө арзан эшселәр менән тәьмин итеү өсөн. Бына эште нисек ойошторорға кәрәк!

Дилбәр уның оятһыҙ илгәҙәклегенә, шымалығына хайран ҡалып, артыҡ һүҙсәнләнеүенең сәбәбен төшөнөргә тырышып шым ғына ултыра. Бөгөнгө байлығымда һинең өлөшөң юҡ, тигәнде аңлатыуымы, донъяға минең ишле нәҫел-нәсәп хужа, тип ҡурҡытырға самалауымы?

– Бына шулай эштәр, тора-бара нишләр, тигәндәй. Ә хәҙер беҙҙең проблемаға күсәйек, – тип сынаяғын ситкәрәк этте Харис. – Һинең әлегә алыҫҡараҡ китеүең дөрөҫөрәк булыр, Дилбәр. – Яҡын итеп, үҙәктәрҙе өҙөр хәстәрлек менән йылы итеп әйтте. Ҡатын ҡолаҡтарына ышанмайынса һирпелеп баҡты. Харис уға шундай яратып, айырым бер наҙ менән ҡарап ултыра. Йөрәге өмөттән һертелдәп ҡуйҙы Дилбәрҙең: «Һаман ярата. Яраталыр...»

– Башлап китер өсөн мин һиңә аҡса бирермен. Барып урынлашыу менән банкта иҫәп асырһың да, шунда күсерермен.

– Ә балалар? – тип һораны Дилбәр. Тауышы ҡарлығып сыҡты. Үҙе, эске ҡалтыраныуын баҫыр өсөн кеҫәһенән сигарет сығарҙы. Харис уға хупламай ҡараны, әммә өндәшмәй генә үрелеп тәҙрә төбөндә торған көл һауытын алдына ҡуйҙы.

– Хәтереңдәме, бизнесҡа тотонорға тәүәккәлләгәндә, балаларыбыҙҙы Оксфордта уҡытырбыҙ, улар алдында бөтөн донъя асыҡ булыр, тигән хыялдан башлағайныҡ. Тик был шул тиклем баш етмәҫлек ҙур ине, хатта үҙебеҙ ҙә ышанманыҡ. Әле иһә минең ундай мөмкинлектәрем бар. Шуға күрә әйҙә хис түгел, аҡыл менән үлсәп эш итәйек. Һинең тойғоларыңды мин аңлайым... – Харис саҡ ҡына тотлоғоп торҙо. Элек ул, «йәнем» тип өҫтәр ине, әле исеме менән сикләнде. – Дилбәр. Һин – әсәй кеше. Улар һиңә кәрәк. Тик һин уларға кәрәкһеңме? Ни тиклем ҡыйын булмаһын, аңла: улар һине онотто. Ике йыл бала кеше өсөн артыҡ күп. Йәшермәйем, уларға һине онотоу еңел булманы. Уларға ла, миңә лә... Күпме күҙ йәше, йоҡоһоҙ төндәр... Тик шуны ла онотмайыҡ – асыҡтан-асыҡ һөйләшәйек, элек тә һинең уларға ваҡытың бик ҡалмай торғайны. Башта, ауыр тупрағы еңел булһын, әсәйең ҡарашты, унан бала ҡараусы ялланыҡ.

– Һин мине бала ҡарамауҙа битәрләйһеңме? – тип үрһәләнеп китте Дилбәр. – Һинең шуға баҙнатың етәме?

– Бизнес, тормош шарттары, мине ҡотҡарырға теләүең – былар береһе лә әсәй булараҡ һине аҡламай, Дилбәр.

– Бына һин нисек килтереп сығарҙың...

– Төрмәгә килгәндә, – Харис уның һүҙҙәрен ишетмәгәндәй тыныс ҡына дауам итте. – Мин бит һинән һораманым. Үҙең тәҡдим иттең. Унан, беҙ бит һине, ике бәләкәй бала әсәһен, ябып ҡуйырҙар, тип уйламаныҡ. Суд системаһы һине башҡаларҙы өркөтөр өсөн миҫал итеп һайларын кем белгән. – Ул туҡтап, фекер туплап торҙо. – Тик әле беҙ ситкә киттек. Мин үҙебеҙҙең хыялдан башлағайным. Аңлайым, балаларға кәрәкмәйһең, тип әйтеүем әрнетте. Тик бер нисә йылдан мин дә уларға кәрәкмәйәсәкмен. Тәүҙә Иҙрискә, унан Салихҡа. Әле белешеп йөрөйөм. Ун йәштән уларҙы Англиялағы махсус колледжға бирергә була. Унда тәрбиәләнгән бала артабан донъяның иң күренекле, бай кешеләре менән аралашасаҡ. Тик үҙең беләһең, унда эләгер өсөн нәҫел-нәсәбең пак булырға тейеш. Ә һин...

Харистың әйткәндәренең аяуһыҙ асылы Дилбәрҙең яурынына көс етмәҫлек йөк булып ятты. Шул уҡ ваҡытта ул ҡото осоп, күңеленән генә ире менән ризалашырға мәжбүр икәнен тойҙо.

– Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы шул. Бына һиңә аҡса. Өҫ-башыңды ҡара. Билет ал.

Ул арала секретарь ҡыҙ башын тығып «кәңәшмә» тине, кабинетҡа кешеләр тула башланы.

– Ә балалар? – тип тағы ауыҙ асып маташты Дилбәр.

Әммә Харис:

– Һөйләштек бит инде, – тип ҡул ғына һелтәне.

* * *

Уландарын күрмәйенсә, уларҙы тотоп һөймәйенсә, һөйләшмәйенсә ҡайҙалыр китеү ихтималын башына ла килтермәй ине Дилбәр. Әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителмәгән дә инде ул. Төнө буйы уйлап ятты ла икенсе көндө балалар баҡсаһы янында ҡарауыллап көтөп алды.

– Туҡтап тороғоҙ, – тине ул тулҡынланыуҙан тыны быуылып. – Тороп тороғоҙ! – Һағыныуҙан, әрнеүҙән быуыны тотмай, аталарына һыйынған балалар алдына тубыҡланды.

– Балаҡайҙарым! Балам, – тип Иҙрисенә үрелде.

– Дилбәр, мин бит һине киҫәткәйнем. – Харистың тауышында битәр менән бергә янау ҙа ишетелде.

– Һин төрмәнән сыҡҡанһың, – тине малай. Әйтте лә күҙҙәрен йәшерҙе. – Беҙҙең яңы әсәйебеҙ бар.

Дилбәр көтөлмәгән аяуһыҙ һүҙҙәрҙән ҡойолоп төштө, тик һағыныуы көслөрәк ине. «Нимә генә тип әйтһәгеҙ ҙә, китмәгеҙ. Саҡ ҡына ҡарап торорға мөмкинлек кенә бирегеҙ, зинһар».

– Ә һин, балам, мине иҫләйһеңме? – тип һораны ул атаһының балағына сат йәбешеп, боҫорға маташҡан һәм ҡурҡып ҡарап торған бәләкәсенән. Салих өндәшмәне. Атаһының ҡарашын тойоп, юҡ тигәндәй башын сайҡаны шулай ҙа.

– Әсәй иҫке йәки яңы булмай, – тип бышылданы Дилбәр күҙ йәштәре аша. – Әсәй берәү генә була.

– Ярар, туҡтат был тамашаны, – тине Харис ҡоро ғына. – Киттек, балалар. Үҙеңде бер аҙ ҡулда тоторға тырышһаң ни була? Илап балаларҙың күңелен яралағаныңды аңламайһыңмы ни? Әгәр ҙә уларҙы ысынтылап яратаһың икән, бүтәнсә осрашыу эҙләмә!

Ашығып аталарына эйәргән балаларына ҡарап ҡалған Дилбәрҙең, яралы йыртҡыс шикелле олоп, улар артынан ташланғыһы килде, тик ҡурҡытырмын тип тыйылды. Иренен ҡанатҡансы тешләгәнен дә абайламаны.

Байтаҡ өйөрөлөп йөрөнө ошо тирәлә. Хәлле кешеләрҙең балалары өсөн балалар баҡсаһы – башланғыс мәктәп рәүешендә махсус төҙөлгән йорт ныҡ һаҡлана икән. Инеп тәрбиәселәр менән һөйләшергә теләге килеп сыҡманы. Харис ҡарауылсыларҙы киҫәткән дә булғандыр, күрәһең. Бәһлеүәндәй ир шунда уҡ документ таптыра башланы һәм милиция саҡыртты. Ә тегеләре һөйләшеп тә торманы, участкаға алып киттеләр ҙә, «хәл асыҡланғансы» тип бикләп тә ҡуйҙылар.

Таныш мөхит шунда уҡ йыуашайтты Дилбәрҙе. Мөйөшкә барып иҙәнгә ултырҙы ла, уйға сумды. Эше ысынлап та хөрт. Харис юҡҡа ғына янамай. Яңы Харис. Моғайын, ул элек тә эстән шундай булғандыр, тик Дилбәр генә аңламаған. Аяуһыҙлығын... Хәйер, сит кешеләргә ҡарата бәғерһеҙлеген элек тә белә ине бит. «Бөтә нәмәне үҙ өңөнә ташый торған кернис кеүек ул беҙҙең кейәү», – ти торғайны атаһы. Колхоз эше тип йөрөп, ғаиләһен бер ағас утынға тейендермәгән атаһынан йонсоп үҫкән Дилбәргә оҡшай ине иренең был холҡо. Ул саҡта «үҙ» булғас, бының ике яҡлы бысаҡ шикелле хәүефле икәненә иҫәп бирмәгән. Ә хәҙер Дилбәр уға ят, тимәк, уны юҡ итеү бер ни ҙә түгел. Ят бауырға әйләнеүенең сәбәбен дә аңлай ине ҡатын. Харис бөтә нәмәгә лә хаҡ ҡуя белгән кеше. Белә һәм иң затлы, иң сифатлыға ынтыла. Шуға күрә күңел һалып йөрөгән ҡыҙҙар араһынан Харистың тап уны һайлап алыуына Дилбәр һәр саҡ ғорурлана торғайны. Кейем-Һалым, йорт йыһазы ла шәп булырға тейеш ине уның. Ә саҡ ҡына төҫ ташлаған кейемде лә тотмай, «яңының юлын быуа» тип сығарып бырғыу яғында. Шулай икән, төрмә мөһөрө баҫылған ҡатынынан ҡотолорға ты- рышыуы, аҡыл менән уйлағанда, һис тә ғәжәп түгел. Бына бит ҡайһылай килтереп сығара тормош.

Ә теге мәлдә, иренә төрмә янағанын белеү менән, ҡото осоп уға текәлгәне хәтерендә Дилбәрҙең. Харис уның өсөн яраланыусан, нескә күңелле, хәстәрлекле, наҙлы һәм иҫ киткес сибәр ине. Шунда уҡ зоналағы аяуһыҙ ҡанундар хаҡында уҡығандары, ишеткәндәре башына килеп, тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Унда барып инеү менән Харисты һындырасаҡтар. Иренең шыма тиреле һылыу тәненә, зифа буй-һынына бысраҡ ниәт менән ҡағылыу ихтималынан ғына ла ҡалтыранып:

– Һиңә ярамай унда. Мәсхәрәләйәсәктәр, – тип әйтеп һалды ҡатын. «Ә мин көслө, – тип уйланы. – Унан тағы ҡатын-ҡыҙҙар барыбер улай аяуһыҙ һәм бысраҡ түгелдер». – Үҙе тағы төптө кәрәкмәгән нимәләр тураһында һөйләп торғанын аңлап:

– Мине ултыртмаясаҡтар. Шул ғына ғәйеп өсөн ике баланы әсәйһеҙ ҡалдырмайҙар бит инде, – тиергә ашыҡҡайны.

* * *

Быға тиклем ирен хатта балаларынан да өҫтөнөрәк ҡуйып йәшәгәнен бары төрмәлә генә аңланы ул бер көн. Аңланы ла хайран ҡалды. Гүйә, әсәлек тойғоһо балаларҙан айырылғас ҡына уянды. Бәғерҙәрҙе телгеләгән түҙгеһеҙ һағыныу булып тыуҙы ла Дилбәрҙең төндәрен ҡараңғы тамуҡҡа әйләндерҙе ул. Улдарын һуңғы тапҡыр күргәне, өндәрендә генә түгел, төштәрендә лә ғазапларға тотондо.

...Әсәһенең күңеле һиҙгәндерме, Хоҙай әшкәрткәнме, – нишләп алып килгәндер ул балаларҙы суд бинаһы ҡаршыһына! Ә бит Дилбәргә шартлы ғына срок биреп, суд ултырышынан туп-тура өйгә ҡайтарып ебәрәсәктәренә бер кем дә шикләнмәй ине. Язаның көтөлмәгәнсә ҡаты булыуына бөтәһе лә шаңҡып ҡалды. Дилбәр иһә, ишеткәндәренең ысынлығына һаман ышанмай, хәҙер-хәҙер артынан ҡыуып килеп етерҙәр ҙә, «ҡарар яңылыш булған, һин – ирекле», тип әйтерҙәрен көтә, шуға күрә атларға теләмәй. Ике яҡтан беләгенән тотоп уны тышҡа әйҙәгән һаҡсыларҙың быға асыуы килә. Машина янына сыҡҡас та әле ул, хас та һуйырға алып барған мал кеүек ҡарыша, һаман артҡа ҡайырыла ине. Шул саҡ:

– Әсәй, – тип ҡысҡырған йөрәк ярғыс тауыштан айнып киткәндәй булды. Өләсәһенең ҡулынан ысҡынған Салихы, әсәйһеҙ үткәргән төндәрҙә һәм көндәрҙә йыйылған һағыш әсеһенә быуылып, Дилбәрҙе тубыҡтарынан ҡосаҡлап алды. «Нишләнем мин? Нишләнем?» – тигән ҡот осҡос үкенес булмышын урталайға телеп үтте ҡатындың. Законға ҡаршы ҡылғандары өсөн уға өс йыл бирһәләр, балаларына ҡарата тотош ғүмере буйы ла түләп бөтөрә алмаҫ хыянат эшләгәнен зиһене аңламаһа ла, зирәк күңеле тойҙо. Быуынһыҙланып балаһының алдына, бысраҡ тротуарға тубыҡланды. Айҙан ашыу СИЗО-ла ултырып, тиргә ҡатып, арзанлы тәмәке еҫен һеңдереп, төрмә һаҫығынан ҡаҡашып бөткән тәненән үҙе ытырғанып торған ваҡытта улының сафлыҡ еҫе аңҡыған йомшаҡ сәстәренә бите менән ҡапланғас, тыны быуылды. Конвойҙың:

– Етте, гражданка, ярамай, – тип автомат менән яурынына ауырттырып төртөүенә һушын йыйҙы. Эргә-тирәгә халыҡ йыйыла башлаған.

Һуңғы йылдарҙа үҙ-үҙенә, үҙенең шәплегенә ныҡ ышанып, башын текә тотоп йөрөргә күнеккән ҡатын ҡапыл ниндәй меҫкенлеккә төшкәнен аңлап ытырғанып китте.

Сағыу, көслө, тәкәбберлектең сигенә еткән ғорур, бай булырға яратҡан үҙенең ни тиклем бысраҡ, меҫкен, ҡыҙғаныс булғанын тойоп тетрәнде. Балаһының хәтерендә шулай ҡалыуҙан ҡурҡып, улының ҡосағынан ысҡынырға ынтылды. Әммә сабыйҙың әрнеүле һағышы кескәй бармаҡтарына аңлатып булмаҫтай ҡеүәт биргәйне – сытырман йәбешкән улын айырып ала алмай аҙапланды.

– Аламы берегеҙ был баланы, юҡмы?! – тип ҡысҡырҙы ул йән әсеһенә. Бер яҡтан, әсәһе, икенсе яҡтан, ире баланың көсөргәнештән ағарып ҡатҡан бармаҡтарын ҡайырырға кереште һәм һене ҡатып ҡалған Салихты ситкә һөйрәкләне.

«Саҡ ҡына сабыр итегеҙ, балаҡайҙарым. Барыһы ла башҡаса буласаҡ», – тип ҡабатланы Дилбәр төрмәлә. Әммә икһеҙ-сикһеҙ өс йылдан һуң улар бөтөнләй икенсе буласаҡ. Ә ул балаларының һәр көнөнән, оҙон төндәренән, мәрәкә хәбәрҙәренән, тормошта көн һайын яһаған тәүге асыштарынан, ҡыуаныс һәм күҙ йәштәренән мәхрүм ҡала. Тик үкенестән файҙа юҡ. Шуға, исмаһам, хаттарым йылытһын, тип уларға көн һайын оҙон итеп хаттар яҙырға кереште – һағыныу тулы, һөйөү тулы хаттар. Ә бөгөн улар, беҙҙең икенсе әсәйебеҙ бар, тип тора. Тимәк, аталары был хаттарҙы уларға күрһәтмәгән. Уны оноттороу өсөн бөтәһен дә эшләгән.

* * *

Харис милициянан Дилбәрҙе үҙе килеп сығарҙы. Банкет-фәләндән һуң ине, күрәһең. Ҡыҙмаса. Шуға һүҙ һайлап тормай, шунда уҡ һөжүмгә күсте.

– Советтар Союзы Геройы ролен уйнама, зинһар, ә! Мин бит һинең ҡотҡарыуыңды һораманым. Амбразураны күкрәгең менән ябырға һин үҙең теләнең, – тине. – Баштан уҡ ғәйебеңде дөрөҫ самалағанһың. Һиңә ысынлап та ялған аҡса килешмәй. Аҡса һиңә, ғөмүмән, килешмәй, Дилбәркәй. Мин һинең урыныңда булһам, ҡайҙа булһа ла йыраҡҡараҡ олағыр инем. Чукоткағамы шунда, Ямал ярымутрауынамы – аҙмы ни беҙҙең Рәсәй-әсәйҙә һинең кеүек фиҙаҡәрҙәр кәрәк булған урын. Үҙең кеүек үк геройҙы йәки ярҙамыңа мохтаж берәй бисараны табып алырһың. Итәк тулы балаларығыҙ булыр. Һин бит йәш, таҙа, һау-сәләмәт. – Үҙенең әйткәндәренә йылмайып ҡуйҙы ла Дилбәрҙең йонсоу йөҙөнә текләп ҡарағандан һуң: – һәм сибәр ҙә, – тип өҫтәп ҡуйған булды. Шунан сәғәтенә күҙ һалып, ҡапыл етдиләнде:

– Мин һине һуңғы тапҡыр киҫәтәм. Юғал беҙҙең тормошобоҙҙан. Аңлашылдымы? Инде лә аңламаһаң, үҙеңә үпкәлә. Ҡотолоп ҡайтҡан ереңә тағы ла оҙаҡҡараҡ барып ҡапҡаныңды һиҙмәй ҙә ҡалырһың. Әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итәм – аңлайһыңмы? – Шунан битараф ҡиәфәт менән ситтәрәк тәмәке төтәтеп торған ике әзмәүергә боролдо. – Ярар, егеттәр. Вокзалға алып барып ҡуйығыҙ. Бына егерме мең аҡса. – Дилбәр ҡымшанмағас, курткаһының кеҫәһенә тыҡты. – Юғалтып, бәлә һалып йөрөмә. Багажникта ике юл сумкаһы. Бөтә кейемдәрең дә шунда.

Йәнен бирерҙәй булып яратҡан, тормошоноң мәғәнәһе булған иң ғәзиз кешеһенең һүҙҙәре бөтөнләй үҙенә ҡағылмаған һымаҡ ине Дилбәргә. Тәүге һәм һуңғы тапҡыр күргәндәй йотлоғоп ҡарап ҡатҡан Дилбәрҙең, иренең ҡулдары ҡағылыуға, башы әйләнеп китте. «Йәнем, һиңә ни зыяным тейҙе?»

Әзмәүерҙәр уны вагондың эсенә үк алып инде. Әҙәм күтәргеһеҙ ике ҙур сумканы багаж һандығына ҡуймаҡсылар ине, үткән бәхетен хәтерләткән ҡулъяулыҡҡа ғына тейһә лә аҡылдан шашырҙай тойолған Дилбәр:

– Зинһар, уларҙы бында ҡалдырмағыҙ. Берәй хәйерсегә биреп китегеҙ, йәки сүплеккә бырғарһығыҙ, – тип ялынды.

Ҡыҙғандылармы, әйбергә ҡыҙыҡтылармы, – тыңланылар. Береһе өҫкө һәндерәнән матрас төшөрөп түшәне. Билетты өҫтәлгә һалды. Дилбәр стенаға ҡарай боролоп бөршәйеп кенә барып ятты. Купеға башҡа юлаусылар килеп ингәс, оҙатыусылары төшөп кипе.

Бына шулай, бер тынала бөтә булған нәмәһен юғалтып, төрмәнән тотоп сыҡҡан ҡул сумкаһы менән генә Өфөгә килеп төшкәйне Дилбәр йыл ярым элек. Яратыуы, быуындарҙы алған яратыуы, һулытып, киптереп, үлтереп барған яратыуы өтөп барған нәфрәткә әйләнгәнсе нисәмә айҙар олорға тура килде уға ирендәрен сәйнәп.

* * *

Үткән йәкшәмбелә поезда уҡ башында ярала биреп ҡуйған ниәте өс көн буйы тынғы бирмәне. Ни әйтерен, үҙен нисегерәк тоторон асыҡ ҡына күҙ алдына килтермәһә лә, тәүәккәлләргә булды.

Төнгө сменанан ҡайтҡас, саҡ ҡына серем итеп, йыуынып алды ла хоҡуҡ институтына йүнәлде. Инсаф уҡып барған китап эсендә ятҡан дәфтәр яңылыштан иҙәнгә төшөп киткәндә, Дилбәр уның тышына «Баязитов И. 2-се курс» тип яҙылғанын абайлағайны.

Шуға күрә Баязитов Инсафты эҙләй башланы. Баязитов тигәс, мыҡты кәүҙәле, ҡара бөҙрә сәсле егетте күрһәттеләр. Тик ул Инсаф түгел, Иршат тинеләр. Шунан ул икенселә түгел, өсөнсө курста булып сыҡты.

– Һеҙҙең Инсаф тигән танышығыҙ бармы? – тип һораны Дилбәр егеттән.

– Булһа һуң, шунан? – тип шикле генә һорап ҡуйҙы тегеһе.

– Элекке көн электричкала минең янда ултырып килгәйне, һеҙҙең китабығыҙҙы уҡып. Пакеттарыбыҙ буталған, – тип хәйләләне Дилбәр.

– Улай булғас, һеҙ Мансуров Инсафты эҙләйһегеҙ, – тине егет. – Ул 2-се курста уҡый. Әйҙәгеҙ, – тине лә ихлас ҡына эйәртеп алып китте. Расписаниены ҡарағандан һуң уйланып торҙо. Шунан: – Ана ла һуң, – тип йүгерә-атлай баҫҡыстан төшөп барған Инсафты күрһәтте.

Дилбәр егетте туҡталышта ғына ҡыуып етте.

– Һаумы, туғаным, – тигән булды, мөмкин тиклем илгәҙәгерәк күренергә тырышып. – Ә мин һине эҙләп йөрөйөм.

Был һөмһөҙ ҡатынды теге көндө үк оҡшатмағайны Инсаф. Юл буйы әрһеҙ ҡарашы уҡырға ҡамасаулап, йәнгә тейеп килде. Инде нимә кәрәк икән? Нисек килеп тапҡан? Шикләнеп: «Ауырыумы, әллә берәй шауҡымы бармы?» – тип уйланы.

– Минең һиңә йомошом бар ине, – тине Дилбәр. – Ҙур йомош, былай аяҡ үрә генә һөйләшерлек түгел.

Тәбиғи тыйнаҡлығы, тәрбиәһе ялыныслы текләп торған кешенең үтенесен тота килеп кире ҡағырға ирек бирмәне Инсафҡа. Ҡыҙыҡһыныуы ла еңде – сабырлыҡ менән һүҙҙең дауамын көттө.

– Мөмкин булһа, әйҙә берәй кафеға барып ултырайыҡ, – тип саҡырҙы Дилбәр. Егеттең ризалығын белер-белмәҫтән: – Яҡын-тирәлә берәй йүнле урын бармы? – тип китеп тә барҙы.

Инсаф уның иҫке генә джинсыһы менән «Эконом» магазинынан ярты хаҡҡа алынған курткаһына (үҙҙәре лә шунда кейенгәс, студент егет яҡшы белә ине әйбер хаҡын) ҡарап, «йүнле» тигәненә көлөмһөрәп ҡуйҙы. Үҙе һаман: «Нисек бынан үпкәләтмәй генә ҡотолорға?» – тип икеләнеп барҙы. Тик башына бер ниндәй фекер ҙә килмәгәнгә эйәрә бирҙе. Телһеҙ кешеләй шыпа өндәшмәү ҙә уңайһыҙ булғанға:

– Аяҡ нисек? Бик яфаламаймы? – тип һораған булды.

Уйҙарына сумып барған Дилбәр иһә был тынлыҡты абайламаны ла, буғай, тотлоғоп торҙо ла:

– Ауыртыңҡырай, – тиеү менән сикләнде.

«Бик һөйләнсәк тип әйтеп булмай үҙен, – тип ҡуйҙы егет эстән генә. Сәбәп табып тайырға тигән уйынан кире ҡайтты. – Ҡыҙыҡ та баһа! Нимә тип йөрөгән була икән? »

– Бында ҡиммәт, – тине ул ҡатындың үтә ҡупшы кафе яғына боролоуын абайлап.

– Етди әйберҙәр тураһында йүнле урында һөйләшергә кәрәк, – тип ҡырт киҫте тегеһе.

Өҫ-башының бындай урынға бик үк тап килмәүенә ҡарамаҫтан, ғүмер буйы затлы урындарҙа йөрөгәндәй, үҙен бик ышаныслы тота ине. Официант менән дә донъя күргән кешеләй эре һөйләште. Инсафтан:

– Нимә эсәһең? – тип һораны. – Араҡы, бренди, мартини...

– Мартини, – тип яуапланы Инсаф ҡыҙыҡ өсөн.

Дилбәр үҙенә ниндәйҙер шарап һораны.

– Мин Зарипова Дилбәр Фәрит ҡыҙы булам, – тип һүҙ башланы ул эсемлек уртлап, ашарға килтереүҙәрен көткән арала. – Аҡылым камил. Психоневрология диспансерынан күптән түгел алған справкам бар. Унда, тулыһынса һау-сәләмәт, тиелгән. – Бер аҙ өндәшмәй торғандан һуң дауам итте. – Быға нимә кәрәк, тип баш ватаһыңдыр инде. Поезда ауылдашың менән һөйләшкәнегеҙҙе тыңлап килдем – һиңә аҡса кәрәк.

– Аҡса кемгә лә кәрәк, – тине йәне көйөп киткән Инсаф. Был ҡатын, ысынлап та, бер төрлөрәк, ахыры, тигән шиге көсәйҙе. Алған ризыҡҡа түләргә хәле бармы икән, тип уйынан ғына аҡсаһын барланы, иҫәпләшә алмай мәсхәрәгә ҡалыу ихтималынан кәйефе ҡырылды.

Хыялыйҙыҡылай янып торған күҙҙәре менән текләгән Дилбәр уның хәүефен абайламаны.

– Юҡ, һиңә бик күп һәм бик тиҙ кәрәк, – тип ныҡышыуын дауам итте.

– Шунан, һеҙ миңә ул аҡсаны бүләк итергә булдығыҙмы?

– Мин мәрхәмәт ойошмаһынан түгел, – тип ҡырт киҫте Дилбәр.

– Улай булғас, нимә, ҡушарлап берәй олигархты таларға тәҡдим итәһегеҙме? Әллә берәй банкоматты һелкетәйекме?

Ул арала официант алдарына салат килтереп ҡуйҙы. Дилбәр, ҡапыл уянып киткән кеше кеүек йылмайҙы. Көтмәгәндә хас та ауылса ихласлыҡ менән:

– Әйҙә, тәүҙә тәмле итеп ашап алайыҡ, – тип ҡуйҙы. – Ынтыл, тиҙәр беҙҙең ауылда.

Талау тураһында әйткәс, асыуланырға уйлап та бирмәне. Был ысынлап та мине бер-бер насар эшкә ылыҡтырырға уйламай микән? Ашарғамы, тороп сығып китергәме, тип икеләнде егет. Шулай ҙа ҡыҙыҡһыныуы тағы еңде.

– Ашығыҙ тәмле булһын, – тип сәнскегә тотондо.

– Мин һиңә етди бизнес тәҡдим итәм, – тине Дилбәр официант буш тәрилкәләрҙе алып, ҡәһүә артынан киткәс. – Законлы бизнес. Ат кеүек эшләйһең, әммә шулай уҡ йүнле аҡса алаһың.

– Мәрхәмәт ойошмаһынан түгелмен, тигәйнегеҙ, буғай?

– Эш, тип торам түгелме? Ауыр, тынғыһыҙ эш. Үҙебеҙҙең эш.

– Ә ниңә тап мине бәхетле итергә булдығыҙ? – тип төпсөндө егет «бәхет» һүҙенә баҫым яһап.

– Беренсенән, һиңә ысынлап та бик күп аҡса кәрәк. Ошо заманда, типһә тимер өҙөрлөк егеттең, ҡул ҡаушырып әсәһенең күҙ алдында хәлһеҙләнеүен ҡарап ултырыуы, эт ботонан ҡырын. Икенсенән, һин ауыл малайы, әллә ҡайҙа сығып ҡаса алмаҫһың. Һине ҡалпаҡ аҫтында тотоп була. Шунан, исемең Инсаф. Шунан, юрфакта уҡыйһың, тимәк, закондарҙы һәйбәт беләһең. Дөрөҫөрәге, беләсәкһең. Эш ваҡытында уларҙы боҙорға ирек бирмәйәсәкһең һ.б. һ. б.

– Ә башланғыс капитал?

– Аҡсам бар минең. Бер тине лә харам түгел. Хәләл көсөм менән йыйылған. Быныһына шикләнмәһәң дә була.

– Ә нимәгә шикләнергә? Инде тәҡдимегеҙҙең әтнәкәһен әйтһәгеҙ...

– Ниндәй әтнәкәһен?

– Ни өсөн һеҙгә мин кәрәк булдым?

– Мин ун алты ай ҙа ун дүрт көн дә биш (кеҫә телефонына күҙ һалғандан һуң йөпләп ҡуйҙы), эйе, биш сәғәт тә ун ете минут элек төрмәнән сыҡтым...

Нимә-нимә, Инсаф ни өсөндөр бындай һүҙҙе көтмәгәйне. Ҡапылда ни әйтергә лә белмәй юғалып ҡалды. Ә Дилбәр егеттең һиҫкәнеүен күреп уйсан ғына өҫтәне.

– Кеше үлтергән өсөн түгел. Иҡтисади енәйәт. Ирем менән икебеҙҙең машина ремонтлау мастерскойы бар ине. Ул – директор, мин – бухгалтер. Башта осто осҡа ялғағансы, аҙаҡтан аяҡҡа баҫҡансы тип хөкүмәткә һалым түләмәнек тә, аҙаҡтан артыҡ мауығып кителгән.

– Шуның өсөн ултырттылармы? – тип ғәжәпләнде Инсаф. – Кем генә шулай эшләмәй.

– Беҙ ҙә шулай тип уйлағайныҡ. Тик артыҡ шашып китмәһендәр тип, аранан берәүҙе дер һелкетергә булғандар, күрәһең. Ул берәү беҙ булып сыҡтыҡ. Етмәһә, мин тикшереүсегә ришүәт бирергә маташып яндым.

– Нишләп һин?

– Аңламаным...

– Ә ирең?

– Нимә ирең?

– Бындай ваҡытта яуаплылыҡты ир кеше үҙ өҫтөнә алырға тейеш түгелме ни?

– Үҙемдең матурлығыма артыҡ ышанып ташлағанмындыр, күрәһең. Тикшереүсе һөйкөмһөҙ генә бер ир ине.

«Матурлығыма», – Инсаф ирекһеҙҙән йылмайып ҡуйҙы. Тормош тарафынан байтаҡ тәпәрләнгән был һытыҡ сырайлы, күрекһеҙ генә ҡатындың шулай тип әйтергә баҙнат итеүе мәрәкә тойолдо. Төҫкә-башҡа йәмһеҙ генә, әммә тел тиһәң телеп һала торған апай тейешле кешеһенең: «Беҙҙең өсөн матурлыҡ бер ваҡытта ла проблема булманы», – тигән лаҡабы иҫенә килеп төштө. – Матурлыҡтың проблема булып китеүе лә бар икән шул».

– Шартлы срок ҡына бирерҙәр тип уйлағайныҡ. Ә улар судҡа журналистарҙы саҡырып күрһәткес процесс яһанылар ҙа, өс йыл сәпәнеләр. Быны мин зарланып түгел, һорауыңа яуап итеп һөйләйем. Шулай итеп, мин – енәйәтсе. Тимәк, миңә юҡ сәбәпте бар итеп, аяҡ салырға, абындырырға тырышыусы күп буласаҡ. Шуға күрә бизнесты һинең исемеңә теркәйбеҙ.

– Әгәр ҙә алдаһам?

Дилбәр ауыҙын ҡыйшата биреп, йылмайыу ишараты сығарҙы.

– Етерлек туҡмалдым инде, хәҙер мине алдауы еңел түгел. Шулай итеп, тағы бер тапҡыр төшөндөрәм, мин әлегә үҙаллы бизнес менән шөғөлләнә алмайым, дөрөҫөрәге, алам, тик был өҫтәлмә ҡаршылыҡтар тыуҙырасаҡ. Икенсенән, бындай эштә барыбер ир-атһыҙ булмай. Йәнә лә миңә выжданлы кеше кәрәк. Асығын ғына әйткәндә, мин бер кемгә лә ышанмайым. Бының өсөн сәбәптәрем менән әсе тәжрибәм етерлек. Бына шул.

– Улай икән, – тине егет уйсан ғына.

«Тура әйткән, туғанына ярамаған» тиһәләр ҙә, Дилбәрҙең «типһә тимер өҙөрлөк егеттең ҡул ҡаушырып ултырыуы» тип әйтеүе был һөйләшеүҙә хәл иткес булды, ахыры. Ул үҙе лә бер ҡарарға килә алмай йөрөүенә ғәрләнә һәм таныштары аша Себерҙә эш эҙләй башлағайны. Шуға күрә:

– Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, һеҙ нимә тәҡдим итер инегеҙ? – тип һораны.

Тәүҙә Дилбәрҙең «евроремонт» тигәненә:

– Хәҙер бит ул эш менән шөғөлләнеүселәр быуа быуырлыҡ, – тип ышанмайса баш сайҡаны.

– Күберәге әпен-төпөн йөрөгән шабашниктар. Ә мин белемем буйынса интерьер дизайнеры. Төрмә тағы ла шәберәк һөнәргә өйрәтте: штукатур-маляр. Дөрөҫ, шәхси предприятие тип теркәлмәй, бригадаға тупланып фатир ремонтлап та йөрөп була, тик етди клиент, ҙурыраҡ, төшөмлөрәк объекттар алыр өсөн теркәлеү файҙалыраҡ тип уйлайым.

Иң һуңынан Дилбәр бер уртлап ҡуйғандан һуң онотолған бокалдарҙы күтәрергә тәҡдим итте:

– Икебеҙҙең дә үҙ хыялы, тимәк, үҙ тосы бар. Һин әсәйеңдең һаулығына күтәрәһең, ә минең – үҙемдеке...

– Һинең тосың нисек һуң? – тип ҡыҙыҡһынды Инсаф.

– Икенсе йыл ошо ваҡытта.

– Икенсе йыл ошо ваҡытта әйтәһеңме тосыңды? – тип йылмайҙы егет.

– Юҡ, шундай тост.

– Сәйер.

– Сәйер түгел. Өмөтлө. Йәһүдтәр мең йылдан ашыу үҙҙәренең яңы йылында, киләһе йыл ошо ваҡытта Иерусалимда булыр өсөн, тип теләк теләгән һәм ул теләк тормошҡа ашҡан.

– Һин йәһүҙәме ни?

– Юҡ, тик уларҙың мең йылға һуҙылған хыялының бер көн килеп ысынлап та тормошҡа ашҡаны бер ниндәй ҙә өмөтөң ҡалмағанда ла йәшәргә илһамландыра.

«Ҡыҙыҡ ҡына кеше был. Аңламаҫһың», – тип уйлап ҡуйҙы Инсаф.

* * *

Ниһайәт, бөтә документтарға имза һалдырып, фирманы теркәтеп, айҙан ашыу һуҙылған мәшәҡәттәргә һуңғы нөктә ҡуйҙырып килеп сыҡтылар. Инсаф ҡыуанысынан ауыҙын йыйып ала алмай, туҡтауһыҙ йылмая. Эргәләге тәғәмхананан тәмле итеп ҡәһүә еҫе аңҡый. Асыҡтырған.

– Ҡапҡылап сығайыҡмы? – тип ымланы Дилбәр.

«Бындай ваҡиғаны йүнлерәк урында, шампань шешәһен асып билдәләгәндә лә булыр ине», – тип уйланы егет. Тик һуңғы осорҙа Дилбәрҙең саманан тыш иҫәпселлегенә шаһит булырға тура килгәнлектән, өндәшмәне. Башланғыс капитал тураһында иҫенә төшөрөп: «Һыҡмыр булмаһаң, шуның сама аҡсаны йыйып та булмайҙыр», – тип уйланы.

Берәр сынаяҡ ҡәһүә, берәр ҡабартма алып, бейек өҫтәл янына күҙмә-күҙ ҡарап баҫтылар. Дилбәрҙең һытыҡ сырайына күнегеп барған Инсаф йылмая-көлә ниҙер һөйләй. Уның балҡып торған күҙҙәренә ҡарап Харис менән автомашиналар ремонтлау оҫтаханаһы асырға рөхсәт алып сыҡҡан көндө күҙ алдына килтерҙе Дилбәр. Самаһыҙ ҡыуаныуы менән Харис, моғайын, бөгөнгө Инсафҡа оҡшаған булғандыр. Уның ҡатынын бер генә минутҡа ла эргәһенән ебәргеһе килмәй, инде мең ҡат һөйләшеп бөткән пландарын йәнә ҡабатлағыһы, хыялдарын барлағыһы килә. Кафеға инеп ҡапма-ҡаршы ултырғас, ул үрелеп Дилбәрҙең ҡулын усына алды ла күҙҙәренә ҡараны – сикһеҙ рәхмәт тойғоһо менән. Ул ваҡытта Дилбәр иренең үтә хисләнеп китеүенең сәбәбен аңламай ине, хәҙер төшөндө: ул эште алып барып сығарыуҙарына ышанмаған һәм танк кеүек дөрөп барған ҡатынына арҡаланған. Уйға сумған Дилбәр үҙенең өҫтәлдә етемһерәп ятҡан әрһеҙ, ҡәҙерһеҙ ҡулдарына күҙ төшөрҙө. Шул саҡ Инсафтың көтмәгәндә уларға ынтылыуынан башына ҡан һикерҙе, ҡорт саҡҡандай, уларҙы аҫҡа йәшерҙе. Тоҙға үрелгән Инсаф уға аптырап ҡарап ҡуйҙы. Һуңғы көндәрҙә инде нисәнсе ҡат: «Был авантюраға ылығып яңылышмайыммы икән?» – тип шикләнде. Тик сигенергә һуң ине. Икеләнергә ваҡыт ҡалмағайны. Әсәһенең күгелйем ирендәрен күҙ алдына килтереү етә, ул әллә ниҙәргә барырға ла әҙер.

* * *

Тәүге хеҙмәт хаҡы егеттәр көткәнгә ҡарағанда байтаҡҡа күберәк булды. Күҙҙәренә ышанмайынса конверттағы аҡсаны бер нисә тапҡыр һанап ҡаранылар. Бигерәк тә Байым кинәнде. Кеҫәһенә тығып ҡуйған ерҙән кире сығара ла, өр-яңы аҡсаларҙы ҡыштырлығын сығара, йә елпеүес итеп һелкетә.

Уның балаларса ҡыланышына өнәмәй ҡарап торған Дилбәр:

– Ҡапҡан һайын ҡалъя булмаясаҡ. Шуға күрә өмөтөгөҙҙө һәлберәтмәгеҙ. Был юлы йүнле кешегә, һәйбәт заказға юлыҡтыҡ, бары шул ғына, – тип әйтеп ҡуйҙы.

– Уныһы шулай, – тип йөпләне Инсаф. – Тик үҙебеҙ ҙә тырыштыҡ бит. Күпме көс түгелде. Күңел һалып эшләнек.

– Тормош йыш ҡына һинең көс һалыуыңа төкөрмәй ҙә. Еңел-елпеләр һәр ваҡыт рәхәтерәк йәшәй.

– Бөгөн генә ҡыуанайыҡ инде, ағай-эне, ә?! – тип бәхәскә ҡыҫылды Байым. – Сәбәп сыҡһа, иркенләп ултырып көйөнөрбөҙ, беҙҙән ҡасмаҫ.

– Ярар инде улай булғас, ҡыуанығыҙ, ҡыуан, – тип яуапланы Дилбәр һытыҡ сырайын үҙгәртмәйенсә. Унан ике ҡулын кеҫәһенә тыҡҡан килеш ишекте яурыны менән генә этеп асты ла ҡужрайып сығып китте.

– Рәхмәт инде. Түбәнселек менән беҙгә ҡыуанырға рөхсәт итеүегеҙҙе ғүмерҙә лә онотмабыҙ, – тип әләкләп тороп ҡалды уны Байым. Шунан: – Булыр булыр ҙа, шул тиклем шөкәтһеҙ кеше булмаҫ, һаумыһығыҙ, тигән юҡ, һау булығыҙ, тигән юҡ. Минең өләсәй әйтмешләй, иҫәнләшә лә белмәгән кешенән ни өмөт инде, – тип башын сайҡаны.

– Ярар, ярар. Бик бөтөрөп ташламайыҡ әле. Шул кеше арҡаһында ғүмерҙә күрмәгән аҡсаны алып ултырабыҙ, – тине Инсаф.

– Хужа Насретдин әйтмешләй, һин дә дөрөҫ әйтәһең, дуҫ. – Байымды һәйбәт кәйефе ташламаны. – Эштәр былай барһа, беҙ өс-дүрт айҙан әсәйеңә операциялыҡ аҡсаны йыя алабыҙ бит, Инсаф. Һин шуны аңлайһыңмы? Тик эштәрҙе тиҙләтер өсөн тағы бер нисә егәрле генә кеше алырға кәрәк.

* * *

– Ҡасан да булһа һеҙгә хыянат иткәндәре бармы? Ғәҙәттән тыш йомоҡ Дилбәр ауыҙынан шундай һорау сығыуы ғәжәп ине. Егеттәр йәлп итеп бер-береһенә ҡарашып алды ла өндәшмәй генә һүҙҙең дауамын көттө.

Башын аҫҡа баҫып ултырған Дилбәр ҡалҡып уларға күҙ йүгертте. Ҡарашы ғәҙәттәгесә ҡырыҫ түгел, моңһоу, уйсан.

– Әгәр ҙә юҡ икән, һеҙ – бик бәхетле кешеләр. «Эйе» тиһәгеҙ, бының ни тиклем әрнеткес икәнен беләһегеҙ инде. Тик был донъяла иң яҡын кешеләре генә түгел, хатта, күрәһең, Хоҙай тәғәлә үҙе лә уларҙан баш тартҡан йән эйәләре бар. Мин иртәгә шулар янына барам. – Әйтте лә үҙенең самаһыҙ асылып киткәнен абайлағандай тағы йомолдо, Хатта сәй артынан тороп уҡ китте. Даһырлатып бер йәшниккә эш ҡорамалдарын тултыра башланы. Нимә әйтергә теләне, үҙе менән бергә саҡырырға ниәте бар инеме – Инсаф менән Байым аңламаны.

Был эштәрен тамамлап, икенсе урынға күсергә тейештәр ине. Шуға күрә һуңғы осорҙа тәү тапҡыр ике көнлөк ял алдылар. Аҡса ла булды. Ҡайтып, әсәһенең күңелен күрергә, йорт-ҡураны ҡараштырып килергә теләгәйне Инсаф. Йәтеш кенә итеп быйылғы уҡыу йылына академик ял алырға уйлағанын, аҡсалы эш тапҡанын да аңлатырға кәрәк ине. Уҡыуҙы кисектерергә тура килеүенә әсәһе бер аҙ бошонор бошоноуын да. Тик ҡулыңдан килгән саҡта, кешенән аҡса һоранып меҫкенләнергә теләмәгәнен хуплар. Уҡыу ҡасмаҫ, әсәйҙе ҡотҡарырға кәрәк. Былай ҙа байтаҡ ваҡыт әрәм ителгән.

Ҡайтырға сәбәбе етди булһа ла, икеләнде, сөнки иртәгәге сәфәре Дилбәр өсөн бик мөһим икәнен тойғайны. Әсәһенә шылтыратып хәлен белеште лә, һораған дарыуҙарын, күстәнәс-фәләнен Байым аша ғына ебәрергә булды. Төнгө поезда дуҫын оҙатып ебәргәс, Дилбәргә:

– Иртәгә һинең менән мин дә барһам буламы? – тип шылтыратты ла яуап та көтөп тормай: – Нимә алырға, аҙыраҡ күстәнәсһеҙ булмайҙыр бит? – тип һораны. – Унда нимә кәрәк?

– Күңел, – тине Дилбәр. – Ихлас күңелеңде ҡалдырмаһаң, шул еткән.

Дилбәрҙең ҡылығына күнегеп барған Инсаф сәйер яуабына аптыраманы. «Ярар, аҡса алырмын. Бәлки, улай яҡшыраҡтыр ҙа», – тип кенә ҡуйҙы.

* * *

Ныҡ ауыр, хатта ҡурҡыныс булды былтырғы көҙ. Иреккә сыҡҡанына ярты йылдан ашыу ваҡыт үтеп китһә лә, Дилбәр үҙен был тормошҡа бәйләп тотҡан ниәтенә – нисек тә Харистан үс алыу һәм балаларын үҙенә ҡайтарыуға бер аҙым да яҡынлаша алманы. Улай ғына ла түгел, хыялының берәй заман ғәмәлгә ашыу ихтималына өмөтө ҡаҡшағандан-ҡаҡшай барҙы. Ә был берҙән-бер теләгенән башҡа тормошо ят, ҡотһоҙ һәм мәғәнәһеҙ ине. Күңел төшөнкөлөгөнөң сигенән үтеп, шым ғына аҡылдан шаша башлағайны инде. Хатта хәҙер үс алыу теләгенән бигерәк, тотош юҡҡа сығып Харисты ҡыуандырғыһы килмәгәнгә генә йәшәй кеүек тойола ине. Сөнки ҡасан да булһа, Харистан нығыраҡ байып, балаларына үҙ әсәйҙәре янында яҡшыраҡ буласағын иҫбатлай алырын күҙ алдына килтереү ҙә мөмкин түгел ине. Шуға күрә ял көндәренән биҙәр булып тора ине. Сөнки белә: аҙна буйы үҙен ни тиклем генә өгөтләһә лә, шәмбе көн таң һарыһынан тороп автовокзалға һөйрәләсәк һәм билет алып ғазап упҡынына йомоласаҡ.

Ул барып еткәндә йүнләп яҡтырып та өлгөрмәгән була. Һәм ул, ҡасан ғына әле үҙе лә йәшәгән ҡаланың таныш урамдары буйлап аңҡы-тиңке йөрөй ҙә йөрөй. Күреп ҡуйыуҙарынан өркә-ҡурҡа уларҙың өйҙәре тирәһендә өйрөлә. Тыны менән һурып алырҙай булып сыҡҡандарын көтөп ала. Малайҙарының ғәзиз йөҙөн күрһә, тауыштарын ишетһә, күкрәген һыҙлатып торған әсенештән аҙға ғына булһа ла ҡотолор ҙа бер тултырып тын алыр кеүек тойола. Тик өмөтө аҡланмай. Уларҙың күңелле геүләшеп килеп сығыуы була, тыны ҡурыла, йөрәгенән ҡан һарҡый, күҙ алдары ҡараңғылана. Әммә тоғро эт кеүек улар артынан ҡалмай.

...Иртәнге ун берҙәр тирәһендә байҙарса кейенгән, тормоштан да, үҙҙәренән дә ҡәнәғәтлектәре йөҙҙәренә сыҡҡан ир менән ҡатын, матур арба этеп, паркка килеп инә. Алты һәм һигеҙ йәшлек ике малай бер-береһен ҡыуышып, шаярыша-көлөшә улар эргәһенән йүгерекләй. Барыһының да күңеле көр. Тормоштары һәр яҡтан түңәрәк, һоҡланып туймаҫлыҡ бәхетле ғаилә. Был бәхеткә иренә һыйынып атлаған сабый сырайлы нәфис ҡатын идара иткәне күренеп тора. Ирене үпкәсел балаларҙыҡылай саҡ ҡына бүлтәйеп торған был ханым тәртипте ифрат ҡаты тота, күрәһең. Сөнки Харистың бер ваҡытта ла ғаиләһенән айырылып өйҙә тороп ҡалғаны юҡ. Ә бит элек улдарын уйнатып алып инһен өсөн Дилбәр уға күпме ялына торғайны. Үгәй әсәйҙең көслө ихтыяры малайҙарҙың ҡылығында ла сағыла. Улар ҙа рәхәтләнеп шаярһалар ҙа, артыҡ шашып китмәй. «Әсәкәйем!» – тип күҙенә ҡарап торалар. Ә Дилбәргә ғазап был бәхетте күреү. Шуға уның ниндәй ҙә булһа ек тапҡыһы килә. Үгәй әсәйҙең балаларға мөнәсәбәтендә яһалмалыҡ, йәшерен уҫаллыҡ, мәкер, исмаһам, вайымһыҙ һалҡынлыҡ эҙләй. Таба алмай. Бер көндө Салихы, туп артынан йүгереп барған ыңғайға, асфальтҡа һөрлөгөп барып төштө. Балаһы өсөн йәне сыға яҙған Дилбәр уға табан атылды. Әммә үгәй әсә унан алдараҡ өлгөрҙө. Һығылып илаған малайҙы күтәреп күкрәгенә ҡыҫты. Балаға әүрәгәнлектән ул Дилбәрҙе абайламаны. Ә Дилбәр ят бауыр ҡатындың уның улына наҙлы һүҙҙәр әйтеп йыуатҡанын йәне сыға яҙып ҡарап ҡалды. Тимәк, ул балаларҙы, ысынлап та, ярата, тимәк, ул ысын әсәй, тимәк, ул һәр йәһәттән камил ҡатын, тимәк, ул Харисҡа һәм балаларға лайыҡ. Ә был камиллыҡ янында Дилбәргә урын да, өмөт тә юҡ.

Бер һыуһын уйнағандан һуң, бәхетлеләр өйҙәренә йүнәлә. Ә Дилбәр шыпырт ҡына сығып, урамдың икенсе яғында урынлашҡан тәғәмханаға инеп ултыра. Совет осоронан уҡ тороп ҡалған был тәғәмхана эргә-тирәләге сәрхүштәр иҫәбенә йәшәй. Бер нәмәгә лә бошонмаҫ, һәр саҡ ҡыҙмаса вокзал фәхишәһенә оҡшата Дилбәр был бысраҡ, ығы-зығылы урынды. Унда үҙенең тәғәйен өҫтәле лә бар. Бындағылар уны танып бөткән һәм килеп инеүе була, шылып урын бирә һала. Бирмәһәләр, ҡыҫташып үҙе барып ултыра. Ҡыҙмаса ир-ат башта уға уйынсалап һүҙ ҡатырға, хатта ҡул һуҙырға маташа. Тик оҙаҡҡа түгел. Бер аҙҙан Дилбәр, кеше ни тиклем генә мыжғып тормаһын, был урында яңғыҙ ҡала. Моғайын, уның күкрәгендәге тамуҡ киҫәүенән тамаҡ ярғыс әсе һөрөм сығалыр. «Күңел гангренаһы», – тип атай Дилбәр үҙенең был хәлен. Хәйер, эргәһенән ҡасыуҙары бигерәк йәтеш. Сөнки бер кем дә ҡамасауламай. Ә бынан Дилбәрҙе ҡыҙыҡһындырған фатирҙың тәҙрәләре күренә. Хәҙер улар бит-ҡулдарын йыуып аш бүлмәһенә инер. Хеҙмәтсе ҡатын оҙонса ҙур өҫтәл тирәһендә өйөрөлә. Эйе, был фатирға күскәс, улар хеҙмәтсе алып ебәрҙе. Йәш балалы ишле ғаиләлә шунһыҙ булмайҙыр. Етмәһә, йыш ҡына ҡунаҡ саҡыралар. Бындай көндәрҙә өҫтәл тирәһендә тағы ла оҙағыраҡ ултыралар. Яҡты ҙур тәҙрәләр артындағы тормош Дилбәргә ниндәйҙер гонаһы арҡаһында үҙе аяуһыҙ рәүештә ҡыуып сығарылған йәннәт кеүек күренә.

Балалар бүлмәһендәге уттар һүнгәс, сәғәттәр буйы урын алып ултырғанына сыҙаған официанттарға мул ғына сәйлек тоттороп Дилбәр сығып китә. Тимер юл вокзалына бара торған автобус туҡталышына өҫтөрәлә ул. Байтаҡ торғас, асыуһыҙ һәм үкенесһеҙ генә: «Йәйәү атлаһам да күптән барып етер инем», – тип уйлай башлай. Төн ҡараңғылығынан оҙаҡ көттөргән бәхет кеүек инде өмөтө өҙөлгәс кенә шалтырлап килеп сыға был иҫке автобус. Йылыға инеп имшегәндән һуң, түҙгеһеҙ итеп тартҡы килә башлай. Ә фил кеүек дәү, эре һөйәкле, тупаҫ тауышлы ҡырыҫ кондуктор ҡатын, гүйә, Дилбәрҙең теләген аңлай. Төнгө сменанан ҡайтып килгән ир-ат сираттағы туҡталышта төшөп ҡалғас, ымлап унан тартырға һорай. Улар бер-береһенә текләп өнһөҙ генә тәмәке һура, һаңғырау һәм телһеҙ кешеләр кеүек ҡараштары менән генә гәпләшә. Һүҙҙәр ҡамасауламағанда аңлашыуҙың күпкә тәрәнерәк һәм тулыраҡ икәнен тойоп сәйерһенә Дилбәр. Тормоштоң әсеһен күп татыған, тәү ҡарашҡа тупһыҙ күренгән ҡатын ни ғиллә менәндер уны өмөтһөҙлөк даръяһынан тартып сығара белә. Үтә сабырлығы арҡаһында хатта бер аҙ аңрараҡ күренгән ҡиәфәтенән Дилбәрҙең яралары аҙып һулҡылдаған күңеленә ниндәйҙер бер аңлайышһыҙ сәйер шифа ағыла. «Сыҙам бул, ҡыҙый, – тип йыуата уның ҡараштары. – Түҙ, бөтә нәмәнең дә ахыры етә. Барыбер ҡайҙа ла булһа барып төкәлә был донъяға мәңгегә килмәгән әҙәм балаһы». «Рәхмәт яҡшы һүҙеңә, – тип кинәйәләй Дилбәрҙең күңеле. – Тыуымдан ҡалмаған үлемдән ҡалмаҫ, бер саҡ мотлаҡ ҡотолорһоң, тимәксеһең инде». Был өнһөҙ аңлашыуҙанмы, әллә тәмәке төтөнөнән башы тонопмо – уға еңелерәк булып китә. Шул кәйефе уға Өфөгә барған поезға инеп, икенсе һәндерәгә ятҡансы етә. Унан йоҡоһоҙ төн, аҙаплы таң...

* * *

Тағы ла шундай шәмбеләрҙең береһе көтә ине Дилбәрҙе. Йома көн кис, икәүләшеп кенә көнкүреш вагонында эш кейемен алмаштырған саҡта, бергә эшләгән ҡыҙыҡай:

– Апай, иртәгә буш түгелһеңме? – тип өндәште.

Кеше менән аралашырға яратмаған Дилбәр:

– Ниңә? – тип һорау менән яуап ҡайтарҙы.

– Балалар йортона барырға ине, – тине Наҙгөл. – Апайым ауырып китте лә ғәрип балаһын алып барып тапшырҙы. Ә хәҙер йәне сыҙамай. Хәлен бел, тип ялына. Ә мин һуҙып тик йөрөйөм, әллә нишләп аяғым тартмай. Етмәһә, балалар йортон ҡасабанан ситтәрәк, урман араһында урынлашҡан, тиҙәр. Миңә иптәшкә бара алмаҫһыңмы, тигәйнем.

Дилбәр башҡаһын һорап торманы, ризалығын белдереп баш ҡаҡты ла, ҡасан, ҡайҙа осрашасаҡтарын асыҡлап, китеп барҙы.

* * *

Балалар йортона барғас, тәүҙә өлкән тәрбиәсегә инделәр. Уныһы бик асыҡ йөҙлө, илгәҙәк ҡатын икән. Наҙгөлдөң апаһын да хәтерләй.

– Өҙәләнеп бөтөрөнмәһен, үҙенең һаулығын нығытһын. Хәле яҡшырғас, теләһә, килеп алыр. Энекәшең бында өйрәнде, тамаҡҡа ла шәп. – Шулай тип һөйләп кенә ултыра ине, бер иҙән йыуыусының эшкә сыҡмағанын инеп әйттеләр.

– Эсә лә китә, хәйерһеҙ, – тип көйәләнде ҡатын. – Ҡыумайынса булмаҫ.

– Ҡыуырһығыҙ ҙа ул, – тине зарланып ингән тәрбиәсе. – Әлегә беҙгә нимә эшләргә?

– Ҡайҙа бөгөнгә мин йыуып сығарайым, – тине Дилбәр. – Былай ҙа һеҙгә нисек ярҙам итергә тип ултыра инем. Наҙгөл энекәше менән булған саҡта мин барыбер бушмын.

Хөкүмәт ныҡ ҡарай икән етемдәрҙе. Уйын бүлмәләрендә ниндәй генә уйынсыҡ юҡ. Балаларҙың үҫешенә ыңғай йоғонто яһарҙай әллә ниндәй ҡорамалдар бар. Быныһы оҡшаны Дилбәргә. Тәҙрә төптәрендә гөлдәр, бүлмәләр яҡты. Бала-сағаның кейеме лә матур, бер ҙә иҫке-моҫҡо түгел.

Ныҡ бысранған урындарҙы йыуып сыҡҡандан һуң, Дилбәр балаларҙың йоҡо бүлмәһенә инде. Ишектә күренеүе булды, рәшәткәле карауатында үҙ алдына уйнап ултырған йәш ярымдар тирәһендәге бер өлтөк сәсле малай тора башланы. Үҙе ҡалҡа, үҙенең ауыҙы йырыла. Күҙҙәрендә шундай шатлыҡ, шундай кинәнес! Был күренештән хайран булып, ни әйтергә белмәй ҡарап тора ине, бер тәрбиәсенең:

– Ай афарин, беҙҙең Рөстәм. Ай-тай тора бит ул, үҙе тора! – тигәне ишетелде. – Ике-өс көн элек кенә баҫырға өйрәнде лә, ингән бер кешегә һөнәрен күрһәтә хәҙер. Хатта йоҡлағыһы ла килмәй, гел баҫҡыһы, гел маҡталғыһы килеп тора, – тип өҫтәне.

– Ошо фәрештәнән дә баш тартҡан кеше булыр икән, – тип аптырап баш сайҡаны Дилбәр.

– Һәр кемдең үҙ яҙмышы шул. Ҡайһы береһен ғәйепләп тә булмай.

Туҙандарҙы һөртөп, иҙәндәрҙе йыуып бөткәс, Дилбәр балаларҙы уйнатырға рөхсәт һораны.

– Рәхим итегеҙ, сауап алырһығыҙ. Ни тиклем тырышһаҡ та, һәр береһен туйғансы ҡулда йөрөтә алмайбыҙ шул, – тинеләр.

Тегенән дә, бынан да үҙенә үрелгән, карауаттарының рәшәткәләре араһынан уйынсыҡтарын һоноп иғтибарҙы йәлеп итергә тырышҡан балалар менән кинәнгәнсе булашты Дилбәр.

Бына бер мәл мөйөштәге карауатта баланан бигерәк ниндәйҙер бер сәйер йәнлеккә оҡшаған йән эйәһе яй ғына ҡыбырлап тороп ултырҙы. Унан еп кеүек муйыны иләмһеҙ ҙур башын тота алмағандай кире ятты. Йәлләүҙән дә, имәнестән дә ҡалтыранып Дилбәр уның янына сүгәләне.

– Бер нәмә лә күрмәй шул Динисыбыҙ, – тине бала ҡараусыларҙың береһе. – Тома һуҡыр. Етмәһә, церебраль паралич.

– Эй, бәләкәс, – тип өндәште Дилбәр. Нимә тип әйтергә белмәй туҡтаны. Хәлһеҙ ҡулдарына ҡағылды. Бала ҡымшанманы. – Киләһеңме миңә? – тигән булды. – Гел ятып арығанһыңдыр. – Ипләп кенә ҡулына алып күкрәгенә ҡыҫты. Сабый сепрәк ҡурсаҡ кеүек иләмһеҙ аяҡ-ҡулдарын һәлберәтеп тик торҙо. Дилбәр башын яурынына һалып, арҡаһынан һыпырҙы. Шул саҡ әле генә йәнһеҙ күренгән сабый уға йылышты. Ғәҙәти һыйыныу ғына түгел ине ул, май кеүек яғылды, әйтерһең дә, һеңеп юғалырға теләне. Ә Дилбәрҙә сәйер тойғо яралды. Бәләкәй саҡта әсәһе һулҡылдап тулған шешенә дегәнәк япрағы бешереп япҡанда шулай рәхәт була торғайны.

Көнө буйы ҡулында йөрөттө уны Дилбәр, арыманы ла, ялҡманы ла. Ҡайтыр ваҡыт еткәс, урынына һалмаҡсы булғайны, Динис уның сәсенән умырып тотоп алды ла ҡот осҡос тауыш менән аҡырып иларға кереште. Һис кенә лә ысҡынырға теләмәгән баланы тәрбиәсе саҡ көсө етеп йолҡоп алып ҡалды. Сабыйҙың йөрәк ярғыс тауышын ишетмәҫ өсөн ҡолаҡтарын баҫып сығып йүгерҙе Дилбәр. Бер аҙ барғас, туҡталышҡа илткән юл ситендәге ағаслыҡҡа ҡайырылды ла ҡарт ҡайынға һыйынып илап ебәрҙе. Буҫлыҡҡансы иланы.

– Ғәфү ит, апай, – тине уны нисек йыуатырға белмәй ыуаланғандан һуң үҙе лә ҡушылып илауҙан башҡа сара тапмаған Наҙгөл. – Һиңә шул тиклем ҡыйын булырын белмәгәйнем.

* * *

Үҙ яҙмышының ғәҙелһеҙлегенә зар илаған Дилбәрҙе тетрәндерҙе был сәфәр. Ауырлыҡ килдеме, әҙәм балаһы Хоҙайҙан: «Ни өсөн? Ни сәбәптән бирелде был яза?» – тип тәфтиш алырға тотона. Әгәр ҙә һәр бер яфаның, ғазаптың сәбәбе – гонаһ икән, тимәк, ғазапҡа дусар булған кеше үҙенең ғәйебе өсөн яза ала. Тик тыумыштан ғәрип, ауырыу сабыйҙарҙың ниндәй гонаһы булыуы мөмкин?!

«Ғәҙел түгел, түгел!» – тип үрһәләнде Дилбәр асырғанып. «Әгәр ҙә Һин барһың, ҡөҙрәтлеһең икән, гонаһһыҙ сабыйҙы әсәһе ҡарынында уҡ язалар өсөн ҡайһылай яуыз һәм бәғерһеҙ булырға кәрәк!» – тип Алланың үҙе менән дәғүәләшеп йонсоно, былай ҙа ҡотһоҙ тормоштоң мәғәнәһеҙ аяуһыҙлығы йәнен иҙҙе. Үҙе тағы китте был йортҡа. Тағы, тағы барҙы. Йышланы. Ял һайын тиерлек, үтә эсе янған көндәрҙә эштән һуң да барып етә. Үҙ тормошон үҙгәртергә, үҙ ҡайғыларынан сығырға бер ниндәй сара тапмағандан да килә ине шикелле ул. Ә бындағы сараһыҙлыҡ тағы ла тәрәнерәк, тағы ла өмөтһөҙөрәк. Нимә эшләй ала ул был балаларға? Һуҡыр тыуған сабыйға күҙ бирәме? Сатандың аяғын төҙәтәме? Йөрәге сирленең йөрәген алмаштырамы? Нимә килә уның ҡулынан? Илаһалар, баштарынан һөйөп йыуата, күкрәгенә ҡыҫып һөйә, уйнатып күңелдәрен күтәрә ала. Бары шул ғына. Нимәһе бар уның был үкһеҙҙәргә бирергә? Ғөмүмән, Хоҙай үҙе мәхрүм иткән сабыйҙарға бирерлек нимә бар? Бары тик иғтибар менән йылы мөнәсәбәт. Бына шул көсһөҙлөгөнә эсе янып килде башта. Тик ошо бәләкәс кенә иғтибарҙың да ҡиммәте, саҡ ҡына тырышлыҡтың да һөҙөмтәләре бар икән, баҡһаң. Бығаса йылмая белмәгән сабый һиңә ынтылып ауыҙын йырһын әле. Йәки зәғиф аяҡтарын кәлтерләтеп булһа ла тороп баҫһын. Йә ниҙер әйтергә теләп телен ҡыбырлатһын. Ниндәй рәхмәтле икән хатта аңы зәғиф сабыйҙың булмышы ла. Таш тишеп ҡояшҡа ынтылған орлоҡ ҡөҙрәте йәшеренгән икән уларҙа. Бары наҙың ғына етһен, күңел йылыңды ғына йәлләмә! Ҡояш кеүек балҡырға, мөғжизәләр ҡылырға әҙер икән дә баһа был нарасыйҙар. Ысынлап та, инде атламаҫтыр, тигән аяҡтарҙың нығыныуын, һөйләшмәҫтер тигән телдең асылыуын, мәғәнәһеҙ ҡараштарҙа зиһен остоғоноң емелдәй башлауын мөғжизәләрҙең мөғжизәһеләй ҡабул итте Дилбәрҙең ҡыуанысҡа сарсаған күңеле. Ошо бәләкәс кенә еңеүҙәренә әүрәп Хоҙайға дәғүәләрен дә онота башлаған мәлдә бер сәйер төш күрҙе.

...Имеш, Раббы фәрештәләренә:

– Көс етмәҫлек ауыр һәм ҡатмарлы бурыс бар, – тип әйтә икән. – Нисек тә әҙәмдәрҙә мәрхәмәт менән миһырбан тойғоһон һайыҡтырмаҫҡа ине. Бының өсөн фанилыҡҡа барып ғазаплы яҙмыш менән йәшәргә кәрәк.

Ошоға үҙе теләп дусар булырға әҙерҙәр табылырмы арағыҙҙа? – тигән һорауға аҡ нурҙан туҡылған фәрештәләр берәм-берәм гонаһһыҙ сабыйҙар рәүешенә инә, имеш.

Дилбәр тәүҙә төшөнөң асылын төшөнмәне. Күңеленә ниндәйҙер бер аңлайышһыҙ рәхәтлек ҡунғанын ғына тойҙо. Ямғырлы, йонсоу бер кистә, көнө буйы балалар менән мәшәҡәтләнгәндән һуң ҡайтырға сыҡты ла артына боролоп ҡараны. Яҡты тәҙрәләрҙең береһендә өс-дүрт бала шәйләнә. Тәрбиәселәрҙең береһе уларҙы Дилбәргә ҡул болғар өсөн тәҙрә төбөнә баҫтырып ҡуйған. Улар бәләкәс устары менән быялаға таянып төн ҡараңғылығына текләгән һәм Дилбәрҙең боролоштан килеп сығыуын көтә. Бына уны абайлап ҡалдылар ҙа, талпыныша башланылар. Ошо кескәй ҡулдарҙың елберләүе аңлатты уға төшөнөң асылын.

«Ысынлап та, – тигән уй мейеһен яҡтыртып үтте. – Һеҙ бит ул, ғазаплы яҙмышығыҙҙы белә тороп, йәнебеҙҙе туңыуҙан ҡурсалау, күңелебеҙҙе бысраҡтан йолоу маҡсаты менән арабыҙға килгән фәрештәләр. Хоҙайҙың беҙҙең кешелегебеҙҙе һаҡлар өсөн ебәргән илселәре бит һеҙ. Ә беҙ, таш бәғерҙәр, һаман һеҙҙе күҙ алдынан алыҫҡараҡ, таш стеналар артына, бейек ҡоймалар ҡамауына, урман эҫтәренә йәшереп оноторға тырышабыҙ».

Ошо асыш көс һәм тәүәккәллек, үҙ-үҙенә ышаныс бирҙе. Дилбәр үҙенә фекерҙәштәр тапты. Үкһеҙҙәр йөҙөндә йылмайыу артһын, был стеналарҙа шатлыҡ ауаздары йышайһын тигән бәләкәс маҡсат уның булмышына ҙур үҙгәреш индерҙе. Ғәжәп, ял йортонан беләктәре түгел, яңаҡтары талып ҡайтҡанын абайлап ҡалды ул бер мәл. Нисәмә йыл асыҡ сырай тигәнде онотҡан һытыҡ йөҙө йылмайыуҙан арып һыҙлана икән дә...

Гөлсирә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА.

(Аҙағы бар).

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас