Бына шулай инде нисәнсе көн Сара ноутбук алдында ултыра. Өйрәнмәгән уйыны ҡалманы, тиерлек. Көн һайын яңы бер уйын. Ҡалайтып булһа ла көндө үткәрергә кәрәк тә баһа! Унан уйынға әүрәп, мейене сүкегән уйҙарҙан арынаһың, эстә ҡайнаған асыу һүрелә.
...Сараны эштән ҡыҫҡарттылар. Бына шулай. Бөтә ерҙә лә үтте бындай ҡаза. Гәзит-журналдарға ла ҡағылмай ҡалманы. "Телең оҙон, ҡай саҡ өндәшмәй ҡала белергә кәрәк! Ниндәй ғәҙеллек талап итәһең баш мөхәррирҙән. Ил буйынса ошо уҡ хәл, ау-маркетинг һымаҡ эләктереп ала ла китә, ысҡыныу юҡ унан!" - тип үҙенсә йыуатҡан булды һөнәрҙәше Зилә. Холоҡто үҙгәртеп булмай шул. Сара гәзиттең яңы һандарын тикшергәндә унда баҫылған яҙмаларҙы тәнҡитләп тә ала торғайны шул. Үткерерәк, уҡымлыраҡ әйберҙәр бирәйек, халыҡ журналист һүҙенә ышанырға тейеш, тип ныҡый ине. Үҙе һәр саҡ экологик теманы яҡтыртты, мәҡәләләрен сығартыр өсөн хужалары менән телләшеп тә ала торғайны, ләкин ул бит уҡыусыларҙың ихтыяжын яҡланы! Ә һөҙөмтәһе бына шулайыраҡ килеп сыҡты.
Эштән китеүе тураһында Сара әлегә берәүгә лә әйткәне юҡ - ире лә, улы ла, әсәһе лә белмәй. Илдар ағаһы менән Ләлә һеңлеһенә былай ҙа әйтмәҫ ине... Бер яҡтан, яҡындарын көйҙөрткөһө килмәй. Улар барыбер Сараға ярҙам итә алмай. Икенсенән, ғәрләндерә лә, уларҙың йәлләүҙәрен, борсолоуҙарын күреү кемгә рәхәт булһын, ти? Намыҫланырлыҡ та... Сара үҙен ошоғаса үткер журналистарҙың береһе тип йөрөнө. Ҡай саҡ телгә килешһәләр ҙә, баш мөхәррир уның хеҙмәтен баһалай ине лә һуң, сөнки Сара Ғәбитова ҡайһы бер журналистарҙан айырмалы рәүештә, интернеттан әҙер материалдарҙы алып, шуны саҡ ҡына үҙгәртеп, гәзит битенә биреп ултырманы. Ул ижад кешеһе булды. Ашығыс хәбәр кәрәкһә, "нескә" теманы асырға булһа, баш мөхәррир һәр саҡ Сараға мөрәжәғәт итте. Хаттар буйынса командировкаларға сыҡты, социаль мәсьәләләрҙе ҡыйыу яҡтыртты. Бәлки, хужа ҡылған эшенә үкенер ҙә, уны кире саҡырыр? Юҡ, саҡырған хәлдә лә, Сара хәҙер унда аяҡ баҫмаясаҡ. Тик йәтеш эш ҡайҙан табырға? Бөтә ерҙә лә ҡыҫҡартыуҙар бара! "Ныҡлап эшкә сумһам, былай ҙа ял итергә ваҡыт булмаҫ. Берәр ай ошолай йөрөйөм дә, шунан аҙаҡ белешә башлармын, мин бер эштән дә ҡурҡмайым",- тип йыуатты үҙен Сара.
Әлеге мәлдә ул өйҙә япа-яңғыҙы. Ире Рауил вахтовик булып байтаҡ йылдар Себерҙә эшләй. Рауил менән студент йылдарында танышҡайнылар. Уҡып бөтөү менән өйләнештеләр. Дөрөҫ, әсәһе ҡыҙын бик бай кешегә биреү тураһында хыялланғайны ла, тик хыялы тормошҡа ашмағас, күнде. Шулай ҙа, юҡ-юҡта, ҡасандыр ҡыҙы артынан йөрөгән Тимур Бикҡужинды телгә алғылай. Телгә алмаҫ ине, ул иптәш хәҙер ҡайҙалыр начальник булып ултыра. Рауил ғына Сараның йөрәген яуланы. Рауил Ғәбитов! Улар студент саҡта уҡ өйләнештеләр. Берҙән-бер улдары Ирек ун берҙе тамамлағас, быйыл Силәбе институтына уҡырға инде. Өфөлә ҡалғыһы килмәне, ҡырға китһә, үҙаллы тормош көтөргә өйрәнә, йәнәһе. Сара улын БДИ-ға әҙерләнһен тип, былай ҙа артыҡ бәйләнеүсән булып киткәйне. Ярар, үҙаллылыҡҡа ынтылышына ҡаршы килеп булмай. Ир бала сынығыу үтергә тейеш, юҡһа, яңғыҙ бала иркәрәк булды. Әсә ҡоршауынан азат булырға тырышҡан Ирек, көн дә булмаһа ла, аҙнаһына бер нисә тапҡыр шылтырата. Хәйер, Сара ла сәбәп табып, йә кәңәш һораған булып, балаҡайына шылтыратмай ҡалмай. Бер-береһе өсөн бындай хәстәрлек, йәки телефон аша аралашыу ике яҡты ла ҡәнәғәтләндерә. Әле яңыраҡ ҡайтҡанында Ирек үҙенән өлкән "Лада" автомобилен дә алып китте. Был машина менән егерме йыл йөрөлдө, шөкөр. Ире Себергә китеп, вахта менән эшләй башлағас, Сара һирәк-һаяҡ үҙе йөрөштөрә ине, ни тиһәң дә, Өфө бәләкәй ауыл түгел, бик тә кәрәге тейеп ҡуя. Шуға ла ул иҫке "дуҫ"ын улына биргеһе килмәне. Тик балаңдың һүҙен кире ҡағыуы ла бик ауыр нәмә!
- Әсәй, һин машинаға һирәк ултыраһың. Ә миңә Силәбелә кәрәк. Беләһеңме, унда ҡайһы бер студенттарҙың ниндәй зәһәр автомобилдәре бар!
Машинаны алып китеүен ишеткәс, ирекәйе Рауил асыуланды: "Ана, үҙе аҡса эшләй башлағас, теләгән маркаһын һатып алыр. Нимәне кәрәк тип әйтә, шуны йәһәтләп ҡулына тоттора һалаһың! Мәмәй ауыҙға әйләндерәһең бит егетте!"
Телефон зыңланы. Дисплейға күҙ һалыу менән Сараның ауыҙы йырылды, әсәһенең нимә уйлағанын, кисерештәрен һиҙгән, тиерһең, Ирек улы шылтырата! Сара көр тауыш менән өндәште.
- Улым, һаумы!
- Бара әкренләп... - Иректең тауышы үҙгәргән һымаҡ. Әллә көрһөндө?
- Әйт, улым, нимә булды? Берәй нәмә кәрәкме?
- Кәрәк шул... Тик һин асыуланма. Әрләмәйһеңме?
- Нимә булды?
- Әсәй, тик әрләмә. Мин авария яһаным.
Үҙ ҡолағына үҙе ышанмаған Сара ҡысҡырып ебәрҙе:
- Нимә? Имгәнмәнеңме?
- Юҡ.
- Ярай, улай булғас, - ҡатын иркен тын алды.- Машина яңы түгел. Инде ҡалайтаһың...
- Әсәй, мин ғәйепле. Теге кеше аҡса талап итә.
- Аҡса? - тип ҡабатлап һораны Сара. -Күпме һорай?
- Илле мең...
- Илле мең? - Сараның тыны ҡыҫылды. - Шулай һөйләшәбеҙ, Ирек. Ебәрәм аҡсаны. Тик машинаны кире алып ҡайт. Бүтән ултырмайһың! Ишеттеңме!
- Әсәй асыуланма. Рәхмәт! Әсәй, алып ҡайтам.
Яңғыҙ бала, аҡса таптыра белә. "Лада"ны алып китер алдынан да, йүнәтергә кәрәк, тип аҡса алғайны. Хәҙер тағы өҫтәп ремонтлатырға кәрәк... Ирекәйе Рауилын көйҙөрөргә ярамай. Белмәһен, белмәгәндең беләге тыныс. Эше ауыр уның. Буровойҙар, торбалар, ғүмеркәйе шул тирәлә йөрөп үтә... Институт тамамлаған булһа ла, Рауилға һөнәре буйынса эшләргә яҙманы. Үҙе лә ауыр эшкә күнде, йылы урын эҙләп бәргеләнмәне. Рауилдың атаһы ла төҙөүсе ине бит. Шуға ла Рауил тураһында, бәләкәйҙән физик эшкә күнегеп үҫкән эшсе синыф балаһы, тип әйтергә генә ҡала. Сараның әсәһе шулай тип төрттөрөргә ярата. Күрәһең, әсәкәйе үҙенең ҡыҙын министр улына барыр, тип хыялланғандыр. Атаһы Айтуған ағай Рауил кейәүенән бик риза булды. Был Сара өсөн иң мөһиме, сөнки ул атаһының үҙен яратҡанын ихлас тойоп үҫте. Атай һәр саҡ эргәлә булды. Тик өс йыл элек ҡаты ауырып, фани донъянан үтте. Шул саҡта Сара өсөн тормоштоң нуры һүнгәндәй булғайны. Ә эште юғалтыу нимә инде? Сағыштырырлыҡ ҡазамы ни? Эш табылыр!
Япа-яңғыҙы өйҙә ултырғанда ла, тормош бит дауам итә. Яҡындары уны онотмай. Әсәһе Линиза апай иртәнсәк шылтыратып, Сараһының хәлен белешергә өлгөрҙө. "Ҡыҙым, эштән нисәләрҙә ҡайтырһың икән?" - тип һораны. "Бөгөн өйҙә генә эшләйем", - тип алдашты ҡыҙы. Линиза апай был хәбәргә ҡыуанып китте: "Улай булғас, барып сығырмын!" Тауышы көр үҙенең. "Нимә булды, әсәй?" "Йә, ярай, барғас, һөйләшербеҙ!" "Миңә кәрәк саҡта балам да өйҙә", - тип ҡыуаналыр әсәһе. Бисара ҡыҙының хәлен белмәй шул...
Ҡотолдо унан ҡурҡаҡ баш мөхәррир. Анһат юлын тапты... Сара тағы интернеттағы уйынға күсте. Баш мөхәррирҙән үс алғандай, ярһып-ярһып уйнаны. Виртуаль дошмандарҙы еңә барҙы, һәм үҙенең бер нисә "йән"гә эйә булыуынан кинәнес алды. Ваҡыт һиҙҙермәй үтә бирҙе. Бына һуңғы алыш ҡалды, унан инде...
Ишек төймәһенә баҫтылар. Бүлмәлә зыңлау тауышы яңғыраны, ҡатын терт итеп ҡалды. Сара ишекте барып асты. "Аһ" та "уһ" итеп әсәһе Линиза апай килеп инде.
- Әйҙә, әсәй! Хәҙер сәй ҡуям, - тине Сара көр тауышлы булырға тырышып.
- Ярар, ҡуйырһың, ашыҡма, - әсәһе диванға барып лыпын ултыра төштө. - Бер кеше менән танышҡайным... - тине ул яғымлы тауыш менән.
Әсәһе һуңғы йылдарҙа табиптар менән танышырға ярата. Был юлы үҙенән ниндәй сир эҙләй икән?
- Нимәнән дауалай?
- Яңғыҙлыҡтан!
- Нимә?
- Мин һиңә бер кеше менән таныштым, тинем. Бер буйҙаҡ ир менән.
Сара әсәһенә ҡараған килеш селт-селт күҙҙәрен йомдо. Линиза апайҙың әйткәне һаман башына барып етмәне. Әсәһе үҙенә ир эҙләй башлағанмы әллә? Булмаҫ!
- Кем ул буйҙаҡ? - тине Сара ҡоро тауыш менән.
- Ҡарасәле, һөмһөрө ҡойолдо. Әсәңде көнләмәйһеңдер? Ниңә, мин бит хәҙер япа-яңғыҙ.
- Әсәй, ниндәй бәндә һуң ул? - Сараның ҡашы төйөлдө, быны күргән Линиза апай ҙә һүҙҙе икенсе яҡҡараҡ борҙо:
- Таныштым. Интернет таныштырҙы. Хәҙер кеше менән тереләй аралашып буламы ни? Ана, һинең дә бит ноутбугың эшләп ултыра. Алдынан китмәйһең. Бәй, аҡайма миңә улай!
- Ҡасандан таныш?
- Төпсөнәһең бит, балаҡайым, ә! Зерә әйттем! Ярты йыл була инде.
- Күрешкәнегеҙ бармы?
- Юҡ, миңә күрешер өсөн үҙемде рәткә килтерергә кәрәк. Битте әҙерәк шымартып, эйәк тирәһен ҡараштырып...
- Әсәй!
- Бәй, алтмыш етелә тормош башлана ғына. Бөтәһен аңлап, төшөнөп, иң матур итеп йәшәү шул йәштә башлана. Ҡалай яман итеп ҡарайсы!..
- Юҡ, аптырайым ғына. Әсәйгә яман ҡарап була тиме ни инде? - Сара үҙен ҡулға алды, тыныс тауыш менән өндәште. - Әйҙә, сәй эсергә.
Өҫтәл янына килеп ултырғас, Сара һорамай булдыра алманы.
- Алтмыш етелә тормош башлана ғына икән, әсәй. Һм-м... Ә минең йәштәсе?
- Һеҙ әле хаталана-буталана торған йәштә. Әйтәм бит, минең йәшкә килеп еткәс, тормоштоң ҡәҙерен белерһең.
Сара ҡысҡырып көлөп ебәрҙе. Бына әле генә ул үҙе өсөн тормошо бөткән һымаҡ тойоп, төңөлөп ултыра ине. "Тә-ә-әк!" тине. Баҡтиһәң, әсәһе иҫәбе менән ул әле йәшәй ҙә башламаған! Бынан һуң үҙенә лә рәхәт булып китте. Ҡайһы саҡ мәғәнәһеҙ хәбәр ҙә кәйефте күтәрә икән, бигерәк тә үҙ әсәйеңдең ауыҙынан ысҡынһа. Линиза апай ҡыҙының яуап биргәнен дә көтмәй, үҙенең сумкаһын аҡтара башланы. Әсәһенең бындай ҡыланышына өйрәнеп бөткән Сара урынынан ҡыбырламаны ла. Бына әсәһе ниндәйҙер дарыуҙы йотоп ебәрҙе. Линиза апай шулай һәр ваҡыт етди һөйләшеүҙән ҡаса торғайны. Мотлаҡ рәүештә берәй дарыуға йәбешә, үҙенең сирләп киткәненә ышандыра. Һәр хәлдә, атаһы ҡатынының һаулығы насар икәненә ныҡ ышанып йәшәне. Иҫ белгәндән ул: "Линизам үлә инде", - тип ҡайғыра торғайны. Атай был донъяла юҡ, ә әсәй үҙе өсөн тормош башланыуы тураһында гәп һата... Сара әсәһенең валерьянка йотҡанын ғәмһеҙ генә ҡарап ултырҙы. - Һин бөгөн әллә ҡалайһың, - тине Линиза апай.
Сара иренен ҡымтыны, эштән ҡыҫҡартылғанын белһә, хәл ҡатмарланасаҡ ҡына, ул саҡта, һис шикһеҙ, әсәһенә "Ашығыс ярҙам" машинаһы кәрәк буласаҡ. Сара үҙен мөләйем тоторға тырышты.
- Виртуаль шәп дуҫың барлығы менән аптыраттың дабаһа, - Сара һүҙҙе икенсегә борорға тырышты. - Илдар ағайым ни хәлдә?
Илдар тигән исемде ишетһә, әсәһе бар донъяһын онота. Линиза ханым өлкән балаһын бөтөнөһөнән дә өҫтөн күреп ярата. Илдар ағаһы Саранан биш йәшкә оло, тормошта үҙ урынын тапҡан, үҙен раҫлаған кешеләрҙең береһе - әлеге көндә Стәрлетамаҡта судья булып эшләй. Ә Шамун ауылында йәшәгән Ләлә һеңлеһе Саранан ете йәшкә кесе, шулай ҙа өс бала әсәһе булырға өлгөрҙө. Береһенән-береһе ваҡ балалы ғаиләгә, әлбиттә, ярҙам кәрәк. Иҫән генә булһындар бәләкәстәр. Бала яратҡан Рауилы балдыҙы менән бажаһына ихлас йорт һалышты. Хәйер, Сараның да хәстәрен тойоп йәшәйҙәр, һәр береһенең тыуған көнөнә ул аҡса, бүләк ебәреп кенә тора. Өфөнән ситтә торғастары, Линиза апай кесе ҡыҙына йыш йөрөмәй. Унан, ҡәрендәштең һеркәһе бик һыу күтәрмәй, Сара шикелле, әсәһенең мыжыуына күнеп, баш ҡағып ултыра, йә өндәшмәй генә үткәреп ебәрә торғандарҙан түгел. Шуға Линиза апай эше-мәшәҡәте килеп сыҡһа, туп-тура өлкән ҡыҙына, йәғни Сараға йүгерә. Сара яңылышманы. Әсәһенең йөҙө яҡтырып китте. Ул тәмләп иренен ялап алды ла баш балаһын маҡтарға тотондо.
- Шундай ҙа хәстәрлекле кеше булыр инде был Илдар! Бөгөн иртәнсәк мине йоҡонан уятып, хәл белеште. Шылтыратып ҡына тора. Ә һин кисә телефоныңды ла алманың.
- Тауышын һүндергәйнем. Күрмәгәнмен. Ҡай саҡ теләһә кем шылтыратып йонсота бит. Виртуаль дуҫтарға ла ышаныс юҡ, әсәй.
Әсәһенең был темаға бүтән һөйләшкеһе килмәне шикелле.
- Әле һиңә килгәндә Риана юлыма осраны. Теге мәлдә лә урамда тап иткәйнем. Нимә, эшләмәйме әллә ул бер ерҙә лә?
- Әйтә алмайым, әсәй. Үҙе өндәшкәне юҡ.
- Йөҙөнә ҡарарһың әле, бөтөнләй һүнгән! Заманында һинең менән ҡалай ярыша торғайны. Вәт бит, ә! Әсәһе үлгәндән һуң, уны яҡлаған, ҡарауыллаған әҙәм ҡалманы шикелле. Класташың тип әйтерлек түгел, хәҙер ул һинән өлкәнерәк күренә, - тине Линиза апай ниндәйҙер бер ҡәнәғәтлек менән. - Ире күҙгә-башҡа салынғаны юҡ. Йөрөйҙөр ил ҡыҙырып. Барабанщик, тинеңме әле?
- Эйе, музыкант. Былай иренә зарланмай.
- Зарланып ҡайҙа барһын! Тәүгеһенең ҡәҙерен белмәгәс. Эскеләй ҙә шикелле. Юҡ, яманлап әйтмәйем, шуныһы насар, әсәһенең өмөтөн аҡламаны. Ә минең ҡыҙ, - Линиза Сараһына йылмайып ҡарап алды, - эштән бушағаны юҡ. Эшлә, эшлә, ваҡытыңды алмайым. Эйе, ҡай берәүҙәр ваҡыттарын заяға үткәрә. Минекеләр гел эш өҫтөндә!
Сара ирекһеҙҙән эйәк аҫтын ҡашып алды, яуап бирмәне. Ҡайтырға йыйынған Линиза апай, ишек төбөнә барып еткәс, туҡтаны.
- Әйткәндәй, Рауил кейәү ҡасан ҡайта?
- Әле генә йыйынмай. Уның ҡарауы, Ирек ҡайтырға тейеш, шылтыратты. Бөтәһе лә яҡшы, ялға ғына ҡайта...
Әсәһе сығып киткәс, өйҙө тынлыҡ баҫты. Сара буш мониторға ҡараған килеш уйға батты.
Риана, тигәндән. Эйе, Риана менән бер класта уҡыны улар. Уҡыу буйынса ла ярыша инеләр. Тик Риана һәр саҡ отличница булды. Уның әсәһе мәғариф министрлығында эшләне, класс етәксеһе менән дуҫтар инеләр. Риана, әсәһенең һәм класс етәксеһенең инаныуы буйынса, бөтөн фәндәрҙән тик бишкә өлгәшергә тейеш, һәм был уңышта уны берәү ҙә ҡыуып етергә тейеш түгел. Сараға уҡыу ауыр бирелмәне. Ул да бөтөн фәндәрҙән "бишле" алыр өсөн тырышты. Ләкин нисек кенә серәнмәһен, нисек кенә әҙерләнеп барып ҡул күтәреп ултырмаһын, класс еткәксеһе үҙ фәненән уға бер ҡасан да биш ҡуйғаны булманы. Ошо ғәҙелһеҙлектән күпме күҙ йәше түкте Сара. Линиза апай, уҡытыусың менән үҙем барып һөйләшәм, тигәс, ғәрсел Сара уны тыйҙы. "Юҡ, әсәй, Риана, бәлки, уҡыуҙа алдынғылыр, ләкин тормошта уны һәр саҡ ҡарауыллап, бәпләп торған әсәһе лә, уҡытыусыһы ла булмаҫ. Ә мин үҙ юлымды табасаҡмын", - тине. Риана шикелле алтын миҙалға бөтмәһә лә, үҙе теләгән факультетҡа уҡырға инде. Ҡыҙыл дипломға тамамланы. Ләкин ҡыҙыл диплом да һинең тормош юлың ал да гөл булыр тигәнде аңлатмай. Рианаға килгәндә, уны әсәһе мединститутҡа индерҙе, ә бит ҡыҙҙың бер ҙә унда уҡырға ингеһе килмәй ине. Юҡ, әсәһе күндерҙе. Риана өсөнсө курста уҡыған сағында бай кейәүгә барҙы. "Риана элиталы өйҙә йәшәй", тип класташ ҡыҙҙары бер булып һөйләгәйнеләр. Тик өс йылдан ире аварияла һәләк булып ҡуйҙы. Бейеме улының үлемендә Риананы ғәйепләне, аралары боҙолдо. Ул атай өйөнә кире ҡайтты, тик туғандары менән тынсыша алманы. Холоҡһоҙ шул ул... Шулай уҡ бер ҡайҙа ла оҙаҡ эшләй алманы. Дөрөҫөн әйткәндә, кешеләр менән һөйләшә белмәй ине ул. Мәктәптә уҡыған сағында кем менән булһа ла йыш ҡына эләгешеп китә торғайны. Ул йылдарҙа, әлбиттә, яҡлаусылары булды. Ә тормошҡа үҙаллы аяҡ баҫҡанда улар әллә ни ярҙам итә алмай ине шул. Әсәһе ауырып үлеп киткәс, туғандары фатир бүлешеп, үҙ-ара судлаша башланылар. Риана бер нәмәһеҙ тиерлек тороп ҡалды. Ҡасандыр элиталы йортонда көн күргән иркә ханым бер мәл Нияз исемле ябай бер музыкантҡа тормошҡа сыҡты. Нияздың да даими эшләгән урыны юҡ. Ниндәй ансамбль, ниндәй төркөм саҡыра, шунда барып барабан һуғып ултыра. Иң ҡыҙығы шунда, мәктәпте бөтөргәс, бүтән күрешмәбеҙ, тигән класташтар бер өйҙә тора башланылар. Бер подъезға тура килделәр хатта. Сара, аптырап, башын сайҡап ҡуйҙы. Бер йорт, хатта бер подъезд... Бына бит тормош. Баштараҡ Риана уны күрмәмеш була торғайны, һаулыҡ алыуҙы ла ғәрлек һананы. Аҡса кәрәк була башлағас, үҙе килеп өндәште. Хәҙер ҡәҙимге иҫәнләшеп йөрөйҙәр. Бер күрешкәндә Риананың һөйләп хәбәре бөтмәй. Икенсе ҡарағанда, теләр-теләмәҫ баш ҡағып үтеп китә, өсөнсөһөндә бөтөнләй күрмәмеш була. Уның был ҡылығына аптырамай Сара, өйрәнгән.
Телефоны шылтыраны. Сараның күҙҙәре маңлайына менде. Уның кем тураһында уйлағанын һиҙгән тиерһең, Риана шылтырата.
- Сәләм, дуҫҡай! Өй алдында Линиза апайҙы тап иткәйнем. Ул һине өйҙә, тине, - Риана Сараның яуап биреүен дә көтмәй, һүҙен дауам итте. - Дуҫҡай, онлайндан өс мең ебәр әле!
- Нимә?- тип ишетмәгәндәй ҡабатлап һораны Сара.
- Бурысҡа аҡса, - тип ҡабатланы Риана. - Нимәгә аптыраған булаһың? Был донъяла беҙҙе тулҡынландырған, борсоған, ярһытҡан, хисләндергән бер генә нәмә бар, ул - аҡса. Йөрәккә тәьҫир итер нәмә бары ул ғына. Был тормош фәлсәфәһе.
- Йөрәккә тәьҫир иткән нәмәләр күп булыр ул.
- Береһе лә мәңгелек түгел, аҡыллым. Хатта һине хыянатһыҙ яратҡан әсәй ҙә бер мәл мәңгелеккә ташлап китә. Унһыҙ йәшәй башлайһың. Ә аҡса һәр саҡ кәрәк.
"Был тағы һуҡмыш, ахырыһы..."
- Нишләп шылтыратып ятаһың? Төшөп алыр инең, ике ҡат аҫҡа төшөүе ауырмы? Әллә өйҙә түгелһеңме?
- Мин хәҙер!
Бер минут та үтмәне, Риана ишекте дөбөрләтергә кереште.
- Дуҫҡай! Яратам үҙеңде! - тип, атылып килеп, Сараны ҡосаҡлап алды. Эйе, Риана самаһыҙ кәйефле! Ҡайҙа байрам итергә өлгөрҙө икән? - Мин оҙаҡҡа түгел, - Риана түшәмгә төртөп күрһәтте. - Мине Алина менән Әҙилә көтә. Ғәләмәт шәп байрам итеп ултырабыҙ. Алинаның тыуған көнө! Интернет аша миңә лә, уға ла кәттә туфли һайланыҡ. Ташлама менән бирәләр!
"Тыуған көн," имеш. Һеҙгә сәбәп кенә булһын!" - тип уйланы Сара.
- Алина бай түгелме ни? "Һин бер ай эшләгәнде, мин бер көндә эшләйем", - тигәйне ул миңә.
- Алкаш бит ул, - Риана хихылданы. - Тапҡанын эсергә тотона, аҡса ҡулында тормай.
Риана Сара тотторған берәр меңлектәрҙе баш осонда һелккесләп, көлә-көлә сығып китте. Бер аҙҙан уның тауышы подъезды яңғыратты.
- Ҡыҙҙар, аҡса булды! Киттек ресторанға! Һис кенә лә был хәлде көтмәгән Алик үкереп ебәрҙе, руле ҡулынан ысҡынды:
- Мин һеҙҙе түгел!
- Мине! Был мин!
- Мин "Лада"ны!..
- "Лада" эсендә мин! Мине урлап булмай! Борол Алексеевкаға! Борол! - Риананың ҡулына нимәлер килеп эләкте. Ә был үҙе һалып ҡуйған бита ла баһа! Ҡатын суҡмарҙы тотоп, ғәйрәтләнеп, Аликтың арҡаһын төйгөсләргә кереште.
- Алексеевка! Хәҙер мейеңде сәсрәтәм, борол шул яҡҡа! Сволочь, мине урламаҡсы!
...Сара менән кейәүе сауҙа үҙәгенән сыҡтылар. Парковкала "Рено-Логан"дың багажнигына һатып алған әйберҙәрҙе урынлаштырып торғанда кейәүе светофор эргәһенә килеп туҡтаған һары "Лада"ға иғтибар итте.
- Ҡәйенбикә, машинаңдың игеҙәге лә бар икән.
"Лада"ға ҡарап тора биргәс, Сараның йөҙө ағарып китте.
- Был минең машина! Риана! - Ул бот сапты. - Эйе, эсендә ултырып ҡалғайны. Үҙе рулдә китеп бара шикелле?
- Ҡайҙа китеп бара?
- Бөгөн ирен алып ҡайтырға тейеш инек. Ай, Риана! Һуң, ул бит машина йөрөтә белмәй. Нисек... - Сара башын усланы. - Әле нисек механиканы йөрөтә? Бәләһенән баш-аяҡ... Әйҙә, туҡтата һалайыҡ.
"Лада" уның нимә әйткәнен ишетте, тиерһең, ҡыҙыл светофор янып торһа ла, шәп итеп ҡуҙғалып ары елдерҙе.
- Ай... Ҡалай борғослай, хәҙер барып төкөй инде! Ай, харап итә машинамды.
- Хәҙер-хәҙер, ҡәйенбикә... Сабыр. Машинанан бигерәк үҙен харап итмәгәйе. - Кейәүе парковканан сыға алмай этләнә, сөнки сығыр юлды икенсе машина ҡаплағайны.
Риана иһә, аҡыртып, йөрөтмәнде һаман алға ҡыуҙы. Тегеләй-былай кәйелгән машина, әлбиттә, патрулдәрҙең иғтибарына эләкмәй ҡалманы. Арттан ҡыуа төштөләр. Динамик аша автомобилдең номерын атап, туҡтарға ҡуштылар. Был тауышты инде эштәрен бөтөрөп, өйҙәренә ҡайтырға сыҡҡан Рауил менән Ирек тә ишетте.
- Атай, әсәйҙең машинаһына туҡтарға ҡушалар.
- Юҡтыр, ул бында нишләп йөрөһөн!
Был мәлдә уларҙың "Тойота"һы боролошҡа яҡынлағайны.
- Ана бит! Күрәһеңме, һары "Лада"! Патруль машинаһы баҫтыра.
Һары "Лада"! Рауил бер мәлгә телһеҙ ҡалды, күҙҙәрен селт-селт йомоп алды:
- Хәҙер ҡыуып етәбеҙ.
- Ҡыҙма, атай, ана, беҙгә ҡыҙыл янды!
- Барыбер ҡыуып етәбеҙ! - тине светофорҙы ашарҙай булып текләгән Рауил.
Риана яман тауыш менән һаман Аликты алға табан ҡыуҙы:
- Алексеевка!
"Лада" Салауат Юлаев проспектына килеп төштө.
- Нимә булды был Сара Наилевнаға? Туҡтарға уйламай ҙа, тине гаишник Шамил һәм рулде тотоп барған иптәшенә ҡысҡырҙы. - Үтеп кит, улайһа, ҡаршыһына сыҡ!
- Нишләп туҡтамай? - Ата менән ул бер-береһенә ҡараштылар.
- Уй, ана, юлдан ҡыйыш төшөп китә яҙҙы. Нишләүең был, Сарам, йәнкиҫәк! - тип ҡысҡырып ебәрҙе Рауил. Атаһының былай өҙгөләнеүен дә, әсәһенә "йәнкиҫәк" тип өндәшкәнен бер ҡасан да ишеткәне булмаған Ирек күҙҙәрен ҙур асып, ғәжәп итеп атаһына ҡараны, шунан йөҙө яҙылды, ауыҙы йырылды. Йәнә атаһына ҡараны, йәнә "Лада"ға төбәлде. Һәм шулай ирәбе йылмайған килеш бара бирҙе.
- Туҡтамай, алйот. Туҡтай белмәйме икән әллә! - тип өҙгөләнде "Рено-Логан"да ултырған Сара.
- Туҡтама, үлтерәм! Мейеңде сәсрәтәм! - тип аҡырҙы Аликҡа "Лада" эсендә ултырған Риана.
Нияз ҡатынын матур итеп ҡаршы алыр өсөн сәскәләргә заказ биргәйне инде, тиҙ хеҙмәтләндерәләр икән, бүләкте һә тигәнсе килтереп тә еткерҙеләр. Ир ҙур сағыу гөлләмә тотоп, ҡатынын ҡаршы алыр өсөн, болдорға сығып баҫты.
Һары "Лада", уның артынан гаишниктар, уның артынан "Рено-Логан", уның артынан "Тойота" теҙелешеп, йылт-йылт итеп, Ағиҙел йылғаһы аша үтеп киттеләр.
* * *
Сара "Внимание. Розыск!" тигән иғландар таҡтаһы эргәһенән үтеп барғанда, нишләптер, бер фотоға иғтибар итте. Таныш һымаҡ тойолдо уға был ир һүрәте. Маңлайында яра эҙе бар. Баяғы иғланда ла ошо тамғаны яҙып ҡуйғандар. Ысынлап та, ҡайҙа күрҙе һуң ул был әҙәмде? Сара күҙен йомоп, иҫенә төшөрөргә тырышты. Эйе-эйе, Черниковкала! "Социаль хеҙмәткәр" булып Сөйөм ҡарсыҡтың иҙәнен йыуып сыҡҡандан аҙаҡ, икенсе ҡатҡа күтәрелгәйне, ишек ҡыңғырауына баҫыуы булды, уны бер әҙәм дөрләтеп эскә тартып алғайны, ә ҡашы өҫтөндәге йәрәхәт эҙенә иғтибар итмәү мөмкин түгел ине. Шәйт, иғланда уның һүрәте. Хәйер, ер йөҙөндә яралы, йөйлө бәндәләр етерлек. Ҡатын тағы икеләнде. Шулай ҙа эскә шом һалырлыҡ, хаяһыҙ ҡарашты онотоп буламы ни?.. Сара тағын үҙен тынысландырырға тырышты: "Ҡуйсы, ер йөҙөндә хаяһыҙ ҡарашлылар ҙа етерлек. Булышма буш менән!"
Өйгә ҡайтып ингәс, ноутбукты тоҡандырҙы. Ҡапыл күңелдә шиғри юлдар тыуҙы. Һәм Сара ихластан ижадҡа тотондо. Ниңә тотонмаҫҡа, эсендә урғылған уй-тойғоларын ул да рифмаға һала ала бит. Башта дүрт юллыҡ тыуҙы, фекер әйтеп бөтөлмәгәс, йәнә строфалар өҫтәлде. Сара тормош, кешеләр мөнәсәбәте тураһында уйланды. Уға ла төрлө һынауҙарҙы үтергә тура килде, ауырлыҡты йырып сығаһың икән - һин еңеүсе. Ундай еңеүҙәр етерлек. Тормош - алыш, тигәндәре раҫҡа тура килә. Шулай ҙа иң насары - бер-береңә булған битарафлыҡтыр. Күҙ алдына йәнә ҡаш өҫтөндәге шрамы булған ир килеп баҫты. Әгәр ҙә иғланда яҙылған маньяк һәм Сара күргән ир бер кеше булып сыҡһа, ул үҙенең битарафлығы менән кеше үлтереүсегә ярҙам итмәйме? Тейешле органдар тегенең шәхесен асыҡларға тейеш. Бының өсөн Сараның бер шылтыратыуы етә. Ҡатын ҡулына телефонын алды, төймәһенә баҫты. Ләкин бер секунд эсендә лә хәл иткес ваҡыт була. Миллисекунд. Тимәк, кемдер уға саҡ ҡына алдараҡ шылтыратты. Сара дисплейға күҙ һалды. Рәүзәт! Һөнәрҙәше битараф кеше түгел, бына шулай юҡ-юҡта шылтыратып, хәл белешеп тора. Кәйефе күтәрелгән Сара уға сюрприз эшләмәк булды һәм, Рәүзәт сәләм бирмәҫ элек өлгөрөп ҡалайым тип, әле генә күңеленән төшкән шиғри юлдарҙы уҡый башланы:
- Һатлыҡ йәнһең, һатлыҡ йәнһең, белмәгәнмен,
Ике йөҙлө икәнеңде һиҙмәгәнмен.
Дуҫым, тиеп, серҙәремде уртаҡ иттем,
Ә һин арттан ағыу тулы уҡтар аттың.
Тик уҡып бөтөргә өлгөрмәне, Рәүзәт уны бүлдерә-бүлдерә үҙ хәбәрен һөйләргә кереште. Сара башта бер нәмә лә аңламаны. Шунан бер заман ҡулынан саҡ трубкаһын төшөрөп ебәрмәне.
- Сара, туҡта! Сара, мине ғәйепләмә. Һинең алда бер ниндәй ғәйебем юҡ. Ғирфан Рәсүлевич үҙе һинең турала һорашты. Мин фекеремде генә әйттем. Бер ниндәй ҙә насар уйҙан әйтмәнем...
Сара телефонын һүндерҙе һәм күҙҙәре даһрайған килеш ултыра төштө. Әле яңғыраған һүҙҙәр һаман аңына барып етмәне. Бер минуттан тамаҡ төбөнән ухылдаған өн сыҡты. Рәүзәт! Тап ошо кешегә ул бөтөн серҙәрен аса торғайны. Тап ошо кешегә редакцияла булған һәр хәл-ваҡиғаға үҙ мөнәсәбәтен йәшермәй һөйләй торғайны. Тимәк, баш мөхәррирҙең ҡарашы үҙгәрә барыуы Сараның үткер тәнҡит мәҡәләләре яҙыуына ғына бәйле булмаған. Ауыҙынан сыҡҡан һәр һүҙе уға барып етеп торған. Сара эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Ғирфан Рәсүлевичтың эшкә саҡырғанын да Рәүзәткә сер итеп кенә әйткәйне. Һәм бына һөнәрҙәшенә шиғырын уҡып бөтөргә лә өлгөрмәне, шеш һытылды... Сейле-бешле булһа ла, юҡҡа ғына яҙылмаған икән. Рифмаға һалынған юлдар, ысынлап та, ике йөҙлө дуҫты фашларға ярҙам итте.
Юҡ,ҡурҡыныс түгел миңә һатлыҡ дуҫым,
Мин көслөмөн хаҡ намыҫым, иман менән,
Йоҡмай миңә бысраҡ һүҙең, яуыз уйың,
Киләсәккә бағам ҙур ышаныс менән.
Иң яманы - бер-береңдең йәнен ҡыйыу,
Беҙҙең бурыс был донъяла - әҙәм булыу.
Күңелдәге яҡтылыҡты ергә һибеү,
Ауырлыҡтар килгән саҡта бергә булыу.
Аҙаҡҡы дүрт юллығы өсөн яҙылғайны был шиғыр. Кеше үлтереүселәр тураһында уйланып, әрнеп яҙғайны Сара. Ҡаш араһында яра эҙе булған әҙәм тынғылыҡ бирмәгәнгә. Ә бит был шиғырында Сара алдашманы - кеше үлтереүсе әҙәм күпкә ҡурҡыныс. Байтаҡ йылдар бергә ултырып эшләгән һөнәрҙәше уны үҙенә тип ҡабул итте. Сара йәнә ҡулына телефонын алды. Полицияға шылтыратырға кәрәк, бәлки, улар эҙләгән кеше Еңеү урамындағы ике ҡатлы йортта йәшенеп яталыр? Туҡта, үҙенең дә күптән Трофимычты күргәне юҡ. Бәлки, башта ҡарт янына барып килергәлер? Тормошта ыңғай һәм кире геройҙар бар. Трофимычҡа ҡарата икеһен дә әйтергә була. Эйе, тик ошо ҡарт ярҙамында Сара цехҡа инеп, кәрәкле документтарҙы эләктерә алды. Тап уның ярҙамында кеше ғүмере менән "шаярған" араҡы яһаусылар шайкаһын фашлай алдылар. Ундайҙар һәр саҡ күләгәлә. Улар тураһында берәү ҙә белмәй. Улар маҡтауға, иғтибарға мохтаж да түгелдәр. Улар рәхмәт әйтеүҙе лә көтмәйҙәр. Ләкин улар бар. Әгәр ҙә Сара хәҙер Трофимыч янына бара икән, һис шикһеҙ, маңлайына тамға һалынған кешекәй тураһында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт ишетәсәк, тимәк, күңелдә тыуған һорауҙарға асыҡлыҡ индерәсәк. Сара сумкаһын ҡулына алды һәм ихатаға сыҡты. Ҡаршыла - ике автомобиль. Ҡатын "Тойота"ға ҡарап торҙо. Рауилдың: "Был ҡәйнәмде йөрөтә торған машина була инде", - тигәнен иҫенә төшөрөп, йылмайып ҡуйҙы һәм мажаралар яратҡан "Лада"һына табан атланы. Сөләймәнгә тип нәҙерләнгән был иҫке тимер аттың хужабикәнән айырылғыһы килмәй. Кейәү Шамунға алып ҡайтманы. "Сөләймән бер сығып ҡараған мәлендә генә лә асҡысын юғалтып инде. Шул арҡала нисәмә кешене бәләгә тарыта яҙҙы. Ҡотортмайыҡ. Беҙҙең малай үҙенә ҡыйбатлы тәтәй ҡарағансы, ана, уҡыуы менән булышһын," - тине кейәүе.
"Бер нәмәне лә онотоп ҡалдырманыммы?" Ҡатын кеҫәһендәге газ баллонына тиклем барланы. "Нимәнелер онотҡан кеүекменсе. Башың үҙ урынындамы, Сара? Урынында! Бәй, шулай булғас, ҡуҙғалырға ваҡыт!"
Сара "Лада"һына инеп ултырҙы, рулде йәтешләп тотто.
- Йә, Лада әхирәт, яңы... - ул туҡтап ҡалды.
"Яңы эҙләнеүҙәргә", тиергәме? Әллә "яңы мажараларға" тиһә, дөрөҫөрәкме? Бәй, бер һүҙ бар бит! Ул хатта брендҡа әйләнеп бара шикелле. Хәйер, мода ла тиҙ үҙгәреүсән.
- Алға!
Был мәлдә оҙаҡ дауаханала ятып, операция үткәреп, сәләмәтләнеп эшкә сыҡҡан Ғирфан Рәсүлевич секретары Нәйрәгә эш ҡуша ине.
- Сара Ғәбитоваға шылтырат. Килеп етһен.
Нәйрә күҙҙәрен селт-селт йомоп алды.
- Ғирфан Рәсүлевич, уға, һеҙ Сараны эшкә алмайһығыҙ икән, тигән хәбәр еткергәндәр. Кемдер һеҙгә Сара Наил ҡыҙы тураһында яманлап әйткән, имеш...
- Бәй, һәр әйтеүсенең фекерен тыңлап, баш ҡағып ултырһам, мин нишләп баш мөхәррир булырға тейешмен? Үҙ фекерем юҡмы әллә минең? Шылтырат.
Нәйрә, баш ҡаға-ҡаға сәбәләнеп, Сараға шылтыратырға тотондо. Тик яуап биреүсе генә булманы. "Нимәнелер онотҡан кеүекменсе", тигәйне Сара, ә телефоны өйөндә тороп ҡалғаны уның башына ла инеп сыҡманы. Телефон туҡтауһыҙ шылтыраны ла, шылтыраны.
Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА.