Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Әҙәби бит
1 Май 2025, 15:00

Йыһангир (хикәйә)

 – Һин килтергән ауырыуға әлегә дауа уйлап тапмағандар!   – Нисек тапмағандар?   – Төшөнмәйһеңме ни, егет, ҡарттың ашҡаҙанында яман шеш бар. Операция яһап ғүмерен бер аҙ оҙайтырға мөмкин, тик унан ни файҙа? Өҫтәүенә ауырыуҙың йөрәге шәптән түгел, йәше үткән… Так что көтөргә ҡала…  Йәнемде өшәндергес боҙ һалҡыны ҡорошторҙо.  Ҡапҡа төбөндә сүкәйеп көткән Йыһангир олатай аяғөҫтө баҫты:   – Нимә тине, враш?   – Ҡайтһын да дауаланһын, үтер тине. – Тишерҙәй итеп төбәлгән ҡарашты күтәрә алмай ситкә ҡараным, Йыһангир барыһын төшөнгәндәй һуҙҙы: Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Йыһангир (хикәйә)

Йыһангир ирендәренә үк килтереп терәлгән һауытты дерелдәк ҡулына алды, быны ни эшләтәм инде тигәндәй ҡабаттан ян-яғына һирпелеп алғас ирендәренә яҡын килтерҙе. Ғәләүетдин эсеп бөтөрмәй ҡалдырып ҡуймаһын, тигәндәй стакандың төбөнән этте лә һауыт түңкәрелгәс ҡәнәғәт ғыжылданы: «Бына шулай, ә һин беҙҙе иҫертеп айыҡ ултырырға иҫәбең. Артабан көсләмәһәк тә һорап эсерһең әле…»

 

1

Ауылыма үтә лә һирәк төшә юлым, сәбәбе – «ҡаршы сығып атым бәйләрлек» дуҫтарым һирәгәйгәндән-һирәгәйә, ихласлап көткән яҡын туғандарым юҡ. Ҡайтҡан хәлдә лә ҡусты тейеш кешегә һуғылып, юл туҙанын ҡағыштырып хәл-әхүәл белешкәндән һуң әсәйемдең ҡәберенә зыярат ҡылырға ашығам, шунан урман-ҡырҙарға сығып әйләнәм дә ҡунырға ла ҡалып тормай кире юлланам. Әллә нишләп олоғая барған һайын тыуған тәбиғәтем йәнемә яҡынайғандан-яҡыная бара, төштәремдә бик йыш урман төпкөлөндәге Ситлек ҡоҙоғоноң тештәргә үтер һалҡын һыуы инә, яҙ етте иһә Олотауҙың зәңгәр күҙле, ебәк суҡлы умырзаялары биттәремде наҙлы ҡытыҡлағандай, йәмле йәйҙә Аҡташ буйы мәтрүшкәләренең хуш еҫе танауыма бәрелгәндәй, ә көҙ етте иһә Баланлы Үҙәктең һарылы-ҡыҙыллы ағастары, ҡыш уртаһында Өс Ҡарағайҙың бәҫ ҡунған меңйәшәр шыршылары күҙ алдыма килеп баҫа. Ҡалала йәшәһәм дә ул тарафҡа «ҡайтам» һүҙен өҫтәргә телем әйләнмәй. Ергә һеңешкән торлаҡта сарға ауазымды һалып донъяға килгәнмен, шунда кендегемде ҡырҡҡандар, ошо тупраҡҡа тәү тапҡыр яланаяҡ тәпәй баҫҡанмын, ул ғына ла түгел, тиле йәшлегем ошонда үткән. Миңә ҡалһа ауылымды ташлап бер ҡасан, бер ҡайҙа китмәҫ һымаҡ инем дә бит, ни хәл итәһең, маңлайға яҙғанды ҡыуалатып нисә йылдар тормош елдәре ситтә йөрөтә. Яҙмышыма шыпа ла үпкәләмәйем, ауылымдан киткәндән һуң ылғый күтән һурпаһы эселмәне, уңыштар ҙа, шатлыҡ-ҡыуаныстар ҙа, еңеүҙәр ҙә етерлек булды. Бөгөн мине таныйҙар, ҡайһылыр кимәлдә үҙемә тәғәйен бейеклекте лә яуланым һымаҡ. Ә бына ауылымдың бала-сағаһы, йәш елкенсәге осратһалар, ҡайҙан килгән икән был, тигәндәй ятһынып баға, сөнки гәзит-журналдарҙа даими баҫылған повесть-хикәйәләрем, радио-телевидениела яңғыраған әҫәрҙәрем, алған юғары дәрәжәләремә ҡушып әйтелгән исемем уларға бер ни хаҡында ла һөйләмәй, хәйер, үҙем дә йәш ауылдаштарымды ата-әсәләренә оҡшатып, сырамытып ҡына таныйым.

 Урам уртаһында шау-гөр килеп уйнаған кескәй балалар төркөмөн ситтән күҙәтәм, уларҙың ни үҙ ғәмдәре, үҙ ҡыҙыҡһыныуҙары, әлеге мәлдә миңә иғтибар ҙа итмәйҙәр, күҙҙәренә лә элмәйҙәр. Бына ялан аяҡтары ҡаҙ тәпәйеләй йылтырап ҡатҡан итек башындай малай юл туҙанында соҡонған ҡыҙҙың ялбыр башына услап ҡом ҡойҙо. Тегеһе сәбәләнеп китте: «Нимә, Йыһангир булдыңмы әллә?» Кәмһетеп, һантыйға тиңләп әйтелгән, әммә күңелемә яҡын, таныш исемде ишетеп тертләп киттем. Белә инем бит мин уны, яҡындан белә инем!..

Яҙыусы, тип йөрөтә башлағастары уҡ Йыһангир олатай хаҡында матур хикәйә яҙырға ынтылып ҡуйҙым бер нисә тапҡыр, әммә ауылдаштар дөрөҫ аңламаҫ, шыр тиленән аҡыл эйәһе яһарға маташа, тип көлөрҙәр төҫлө тойолдо, шунан һуңғараҡ ҙурыраҡ әҫәрҙәргә тотоноп киттем, икенсе, үҙем көнүҙәк тип иҫәпләгән идеялар ҡыҙыҡһындырҙы, ә ябай ауыл ҡарты тураһындағы өҙөк-йыртыҡ хәтерләүҙәрем тоноҡланғандан-тоноҡланды. Тоноҡланды, мәгәр онотолманы. Бөгөн, яҡшы менән яман буталған болғансыҡ заманда йыш иҫемә төшә Йыһангир олатай. Күңелемдән генә: «Шыпа ла тиле түгел ине бит ул, аҡыллынан былайыраҡ ине», – тим.

2

Мунсанан саҡ ҡына ҙурыраҡ йортобоҙҙоң уймаҡтай тәҙрәһенә ҡапланғанмын да иғтибарлап урам буйын күҙәтәм. Беҙҙең ауыл оҙон бер урам булып ултыра. Ә өйөбөҙ түң башында, шулай булғас йорттарына ингән сыҡҡандар, йомоштарын юллап улай-былай үткәндәр ус төбөндәгеләй асыҡ күренә. Иртәнән кискәсә шөғөлөм шул, һалҡын тәҙрәне тыныуым менән өрөп тишәм дә ауыл йәшәйешен тамаша ҡылам, бер генә хәл-ваҡиға ла иғтибарымдан ситкә яҙлыҡмай. Саф һауаға сығыр инем дә һыуыҡ алдырғанмын, тамағым шешкән. Былай үҙем ятаған кеше түгелмен түгеллеккә, ни хәл итәһең, түҙергә ҡала. Көн яҡтыһында өй эсендә һин дә мин йөрөлә лә ул, төндәрен түшәккә һылашам: тәнем уттай яна, үҙәк буйым яна, төкрөктө йоторға ла ирек бирмәй тамағым сатнай.

 Тышта ҡышҡа инер алдынан була торған шыйыҡ томанлы бөләңгертерәк иртә. Ҡыш килеүҙең беренсе хәбәрсеһе алаҡсын ғына атҡан таңды бер аҙ яҡтырта, йәмлерәк итә. Тирә-яҡты ала-сола итеп буҙартҡан шул алаҡсындар бергә тоташып тиҙҙән аҡ юрған хасил итерҙәр. Әле лә күктәге он тоғонан елгәрелгән ҡар бөртөктәре елһеҙ ҙә туҙырап борхой, ул ер өҫтөнә генә түгел, өй ҡыйыҡтарына, арҡыры тартылған ҡапҡа һайғауҙарына, көҙгөлөккә алып ҡайтып кәртә баштарына өйөлгән бесәнгә, ялан кәртәлә сепсенгән мал-тыуарҙың өҫтөнә йоҡа ҡатлам булып ҡуна. Офоҡҡа ярпыҡ болоттарҙан туҡылған шыҡһыҙ шаршау тартылған. Ҡаршылағы тауҙың артындағы Сейәле Түң аша үтеп һөҙәкләтеп төшһәң Төп Туғайҙың көнсығыш өлөшөн ярым түңәрәккә алып Һаҡмар йылғаһы ағып ятыр булыр. Беҙ, тиҫтерҙәр йәй оҙоно, йылғаның ҡойоло һай ерендә быстырҙайбыҙ, үҙебеҙсә һыуҙа ҡойонабыҙ, шунан ләззәт алабыҙ, йөҙә белмәгәс тәрән сөңгөлдәргә ынтылырға шөрләйбеҙ, теге яҡ ярға бер тапҡыр ҙа аяҡ баҫҡаныбыҙ юҡ әлегә. Ул тараф беҙҙең өсөн әҙәм аяғы баҫмаған ер һымаҡ. Урман менән дала тарафын бүлеп аҡҡан йылға зиһен офоҡтарымды сикләй, беҙҙән дә ары ҡәҙимге көнитмеш барлығы хаҡында ишетеп кенә беләм әлегә. Йылғаның аръяғында текә үрҙе артылһаң, йәнәһе лә, Михайловка тип аталған урыҫ утары бар, тағы ла дала тартып дүрт-биш саҡрым арыраҡ китһәң тирмән тотҡан ҙур Ивановка ауылы йәйрәп ята икән. Шул ауылдан күршебеҙ Сәлимгәрәй ағайҙарға Йәстәгнәй белештәре килеп йөрөй, беҙ Ришат дуҫ менән шыпа ла урыҫса белмәгәс уға яҡынлай һалып бармайбыҙ. Йәй уртаһында әле, Һаҡмарҙан һуңлап ҡайтып ингәс, әсәйем ныҡ ҡына орошто ла ҡаты ғына итеп киҫәтеп ҡуйҙы:«Улай бәйелһеҙләнгәсең, әйткәнемде һанға һуҡмағасың, бар, әйберҙәреңде йый ҙа сығып кит!» Ныҡлап төйнәр нәмәм юҡ инде былай; ике күлдәк тә ике ыштан, йәнә баш бармаҡ тәңгәлдәре тишелгән сандалиҙарым, ҡышҡа ҡәҙәр ҡалынһа, табанлы быймам, оләсәйем тегеп биргән ҡанатлы сатин тышлы бишмәтем, Ҡотлоғәфәр олатай илек тиреһенән әтмәләгән, күп кейеүҙән йөнө ҡырыла төшкән ҡырма кәпәсем бар. Көн күргән мөлкәтем шуларҙан ғибәрәт. Өйҙән ҡыуылыуым хаҡында ишеткәс ысынлап хафаға ҡалдым, ҡайҙа барып морон төртөргә? Әсәйемдең үгәй ағаһы Сәлихйән олатайҙарға күсенер инем дә үҙҙәре килеп тороп күмәк, ишле ғаиләлә береһенән береһе ваҡ ун бер бала, артыҡ ҡалаҡҡа моғайын да урын табылмаҫ. Киң күңелле кеше булараҡ сыбыҡ осо туған Ғәбиҙә апай аңлар, бәлки, ҡабул да итер, иллә Фәтҡулла еҙнәй ҡыҫыҡ сикәле, уҫал, эсеп алһа йортонда ике көнгә бер тауыш ҡуптара, ҡатынын көҙгө ыҙғырыҡҡа, селлә һалҡындарына ҡарамай күлдәксән көйө урамға ҡыуып сығара. Ғәбиҙә апай үҙе әле аҙнаның ике көнөндә беҙҙә ҡуна. «Ир ҡыйырһытҡанды мир ҡыйырһытҡан», тигәндәй еҙнә тарафынан өйөнән һөрөлгән бисәгә эйәреп кире ҡайтып инә алмайым да инде. Ауыл уртаһындағы таш кибет ҡаршыһында йәшәгән Татар Вәлиҙең минең менән бер тиң Әлфиә исемле ҡыҙы бар. Шул Вәли мине яҡын күреп яйы сыҡҡан һайын кейәү, тип күтәрмәләй. Кейәүләргә, тип уларға барыр инем дә әлегә Әлфиәне әйттермәгәнмен, бата уҡылмаған, беҙҙе ҡушмағандар, тимәк, кейәү була тороп та мин улар өсөн ят бауыр. Аптырғандың көнөнән әсәйемдән һораным: «Китер инем дә, миңә ҡайҙа барырға?» «Дүрт яғың ҡибла, ана Хәсән берәҙәкте иш итеп Михайловкаға, йә булмаһа Ивановкаға кит!» «Ә унда беҙҙең белештәр бармы һуң? Йәстәгнәй знакум индермәҫме икән?» Бер ҡатлы һорауымды ишеткән әсәйем шарҡылдап көлдө лә ебәрҙе, шулай итеп беҙҙең тәмһеҙләшеү шыма ғына хәл ителде.

 Урамда эңер алдынан була торған һиллек, иллә бөтөнләй үк буш түгел. Ана Динислам, Ришат, Мөҙәрис уйнап йөрөйҙәр, Динислам менән Мөҙәристең ҡулында сәкән таяғы, Ришат әле шыуырға иртәрәк булһа ла ҡанатлы санаһын һөйрәп сыҡҡан. Күршебеҙ Ғизелхаҡ ағайҙың Алғыры ҡойроғон ҡыуаныслы болғап малайҙар тирәһендә бутала, тегеләрҙе уйнарға саҡырып еңдәренән, бишмәт итәктәренән тарта. Мин дә елкенеп, ултырған урындығымдың таҡталарын сыйнатып, урынымда борғаланып ҡуйҙым. Уйымды һиҙҙе әсәйем, түрбашта икмәк баҫып торған еренән башын ҡалҡытты: «Әлегә һиңә сығырға ярамай, фильшер Фәннүр ағайың тағы ла бер аҙна өйҙә булырға кәрәк тине. Хәҙер, эшемде ослайым да мәтрүшкә ҡайнатып эсерәм, тамағыңды картуф быуында тоторбоҙ. Тәҙрәне ышыҡлама әле, былай ҙа ҡараңғы». Бына бит, ултырышһыҙлығым арҡаһында тыш менән мине бәйләгән нимәнән яҙҙым! Ситкәрәк шылдым, әммә ике күҙем, быялаларын һалҡын ҡайыған тәҙрәлә. Урта төштәге тыҡрыҡтан берәү урамға килеп сыҡты ла ары ҡайҙа юлланырға белмәй урынында тапанды. Таныным, Йыһангир олатай бит!

  – Әсәй, Йыһангир олатай бөгөн кемдә ҡуна икән?

  – Кисә Рәхимйән ағайыңдарҙа утын яра ине, тимәк, бөгөн беҙҙең сират. Йоҡлатып сығарған өсөн ҡайһылайтып ялсы ише эшкә ҡушмаҡ, тамағын туйҙырып, тәмәкелек аҡсаһын биреп булһа ла сығарырбыҙ.

  – Уны ҡайҙа йоҡларға һалабыҙ инде, урындыҡта һин, мин карауатта?

  – Күңел киң булһа урын табылыр, түшәк түшәһәк иҙәндә ятыр.

  – Ир кеше ир кеше менән йоҡлай бит, әйҙә минең янда карауатта ятһын.

  – Юҡ, һиндә ангина, ярамай.

  – Йоҡтормаҫҡа тырышып арҡамды ҡуйып ҡына ятырмын, әсәй…

  – Ярамай, тинем бит! Алай ҙа икмәк баҫтым әле, хәҙер өшә бешерәм, мейес яҡһаҡ, картуф ҡуйырмын. – Әсәйем ҡунаҡ ҡаршыларға йыйынғандай һүҙҙе икенсегә борҙо.

 Йыһангир олатай хаҡында үткәндә беҙгә ингән Рәғиҙә инәй ҙә һөйләп ултырҙы: «Йыһангирҙе әйтәм ауырыу, тиһәләр ҙә төптө һантыйға оҡшамаған, тыныс, ипле холоҡло, әҙәмсә итәғәтле: кеше әйберенә һорауһыҙ ҡағылмай, тотонолған кейемде кеймәй, өҫ-башын гел ҡарап ҡына йөрөтә, тағы урынһыҙ маҙаһыҙлап бер йортта ике көн ҡунмай. Һантый түгел, тиеүем шунан ғибәрәт, үткәндә беҙгә ҡуна ингәндә тәмәке төрөргә гәзит битен һораны, мин ни ҡарап мәшәҡәтләнмәй тотторҙом ҡулға эләккәнен. Был миңә кире һона, тотонорға ярамай, бында Ленин һүрәте төшөрөлгән, уның тураһында матур һүҙҙәр яҙылған, ти…»

 Уңғансы соланға кирза итекле кеше инде, тамаҡ ҡырыу ишетелде, мәгәр ишеккә яҡынлаусы тойолманы. Әсәйем ҡаршы атлап ишекте асты:

  – Әйҙә үт, Йыһангир ағай.

 Йыһангир олатай өйгә инде, итектәрен һалып түргәрәк үтте, ултырғыс тартып ултырҙы ла башындағы кәпәсен һалып ҡулына йомарланы. Тар ергә таяу өҫтәлгәс өй эсебеҙ тулды ла ҡуйҙы, йәнә танауыма ят ир еҫе бәрелде.

 Урындыҡ төбөнән ҡыҙыҡһынып инеүсегә төбәлдем. Кешене тәү ҡат күрмәһәм дә осраған һайын ҡабаттан текәлеп алыуҙы ғәҙәт иткәнмен, һәр кемдә ниндәйҙер үҙгәреш, йә яңылыҡ эҙләйем, иғтибарымды бигерәк тә сәйерерәк холоҡ-фиғеллеләр йәлеп итә. Йыһангир олатай уртасанан саҡ ҡына ҡалҡыуыраҡ, ныҡ кәүҙәле, ирҙәргә хас ҡырыҫ йөҙөндәге тура ҡырлас танауы, ҡуйы ҡара ҡаштары, тирә яҡҡа һәр ваҡыт йылмайып ҡараусы һоро күҙҙәре уны һөйкөмлө итә. Ғәжәпкә ҡаршы йомро башындағы шырт сәстәре аҡтан аҡ, ул тотош фиғеленә яҡтылыҡ һәм сафлыҡ өҫтәй төҫлө. Сәсе ағарыуға килгәндә йәнәһе лә ул йәш сағында һунарҙа сағында яңылыш ҡына аҡҡошто атҡас бер төн эсендә сәсе ағарған, шунан аҡылдан яҙған. Был хәбәрҙең ысынбарлыҡҡа тап килеүе икеле, себенде лә рәнйетмәгән кеше ҡулына ҡорал ала буламы?! Ышанмайым, буш һүҙҙер, урам ғәйбәтелер. Миңә ҡалһа ауылыбыҙҙа Йыһангир олатайҙан да күрмәлеклерәк ир-ат юҡ һымаҡ.

 Бына һуңлап йөрөгән ҡунағыбыҙ яҫы усы менән аҡ сәстәрен һыпырҙы ла донъяһы теүәл кешеләй ихлас йылмайып ебәрҙе. Йылмайыуҙың да төрлөһө була, шуны белдем әле: беҙҙең ауылға бик йыш, теге, Хәстрүш ҡушаматлы берәҙәк Хәсән ҡайтып һеңлеһендә аҙна-ун йәшәй ҙә тағы ла билдәһеҙ тарафҡа китеп олаға. Мин уның йыртҡыс ҡарашынан ҡурҡам, ул күңелләнгән мәлдәрендә лә ҡорбанын тамаҡларға йыйынған бүре ише биттәрен йәмһеҙ сырыштырып эре һары тештәрен ыржайта, ә бына кибетсе Исмәғилдең йылмайыуы яһалма битлек ише, ирәбеләнеүе аҡсаһын биреп еткермәгән йылғыр әҙәмдең күҙ бәйләүенә тартым. Ә Йыһангиргә бер ҡатлы, гөнаһһыҙ булараҡ ҡанығыу, ялғанлау ят нимә, шуға йөҙө болот артынан кинәт сығып күренгән ҡояш ише көтмәгәндә ялтлай ҙа китә.

  – Э-э-э, Йәмилә, таплығыңда ҡоро-һары күкүренә, – тип һуҙҙы Йыһангир.

  – Эйе, Әхмәҙей бер арба йөгө килтереп ауҙарғайны, уны эшкәртергә әле ҡул етеңкерәмәй тора.

  – Э-э-э, шуны ҡы-ҡырҡып ө-ө-өйгәндә хайран шәп булыр ине… – Йыһангир әйтерен бер ваҡытта ла аҙағынаса еткермәй, башлағанын ым-хәрәкәт менән бөтөрөп ҡуя, был юлы ла балта менән киҙәнеп утын ҡырҡыу хәрәкәтен яһаны.

  – Әлләсе, иртәгә яйыңа ҡарарһың, бик тә эшләйем, тиһәң тәғәйен хаҡын да түләр инем.

 Ҡунып сығыу мәсьәләһен хәл иткәнгәлер, Йыһангир олатай фуфайка төймәләрен ысҡындырып ебәрҙе лә минең яҡҡа ҡараны:

  – Э-э-э, у-у-улым ө-ө-өйҙә, ҡалған малайҙар тышта…

  – Тамағы шешкән, фильшер урамға сыҡмаҫҡа ҡушты. Сисенеп ултыр, Йыһангир ағай, хәҙер картуф бешерергә ҡуям, сәй эсеп алырбыҙ.

 Кис табын артында йәнә шуға иғтибар иттем, Йыһангир олатай алдына ҡуйғанға һоғаланып йомолмай, ризыҡҡа ҡомһоҙланып үрелмәй, тыйнаҡ тәғәмләнә, әйтерһең әле генә һыйлы табын артынан килгән.

 Һүҙ араһында әсәйем һорай ҡуйҙы:

  – Ағай, улай кеше көнлө ыҙаланғансы ҡайтһаңсы, бында бит хәлле йәшәгән улың, киленең бар, әбейең дә шунда, әйҙә, тип саҡырып торалар.

  – У-у-унда ярамай… Ә-ә-әбейем намаҙ уҡый…

 Ошо ерҙә теге Рәғиҙә инәйҙең һөйләгәндәре яңынан хәтергә төштө: «Йыһангир диндар әбейенә ҡайтмай, уны унда шайтандары ебәрмәй!..» Бер яҡҡа шылыңҡырап ултырҙым, бәләһенән баш аяҡ. Бая әсәйемә урынды бергә йәй тигән булдым, әгәр тиленең йәнендәге шайтандарҙың береһе яңылыш миңә күсеп ҡуйһа, шуның ҡотҡоһона бирелеп мин дә ҡайта алмай йөрөйәсәкмен бит.

 Сәй аҙағында Йыһангир балғалаҡ осона май киҫәген эләктереп алды ла иң башта ярғыланып ҡатҡан ҡулдарын ыуҙы, ары биттәрен, ите ултырып тирегә ҡалып барған муйынын, иң аҙаҡтан яҫы ҡаштар, етек сәстәр тигеҙләп һыпырылды. Алдына ҡуйылған ашҡа ҡәнәғәт ҡалып доға ҡылыуы шул булды шикелле.

 Төн уртаһында ҡабаттан хәлем хөртәйеп китте, күҙҙәремде йомһам һаташа башлайым, имештер ҙә Йыһангирҙең шайтандары тегенең йәненән айырылып сыҡҡандар ҙа өй тултырып, сыҡ ҡубып бейейҙәр икән, тим. Таңға ҡарай ойоп киткәнмен. Күҙҙәремде асҡанда Йыһангир түшәгем ситенә һағып шыраулы устарын маңлайыма баҫҡайны. Мейес артында киҫек-киҫек соролдап алған өй сиңерткәһен иҫәпкә алмағанда ярым ҡараңғы өй эсендә тынлыҡ, Йыһангирҙең шайтандары бейеп, арманһыҙ булып, моғайын да уның йәненә кире инеп йәшеренгәндәрҙер, шуғалыр ҙа торлағыбыҙ тынып ҡалғандыр. Әлеге мәлдә юғарынан, түбә таҡтаһынан, юҡ, бейек йыһандан миңә мәрхәмәтле аҡыллы күҙҙәр төбәлгән…

3

… Йорт күтәрәләр. Тирә-яҡ байрам көнөндәгеләй шау-гөр килә. Ауылдың бар ир-аты, билдәре нығынған егет-еләне бында, ә ҡатын-ҡыҙҙар һуңғараҡ, әҙер өйҙөң стеналарын эсле-тышлы һылауға ошолай уҡ дәррәү йыйыласаҡтар. Беҙҙә ғәҙәт иткәндәр, кемеһенеңдер өмә йыйыу хаҡында хәбәре ишетелеүе була, һәммәһе мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып, ҡабатлап йәүкәләүҙе лә көтмәй, кәрәк-яраҡтарын эләктереп, килә һалып етә. Ҡатышып йәшәгәндәр, ҡатышмағандар, бер-береһен өнәүселәр, өнәмәүселәр, дуҫтар, дошмандар, серҙәштәр, көндәштәр бер урынға йыйыла, иллә бында ыҙғыш-талашҡа, кәзекләшеүгә урын ҡалмай, киреһенсә, ҡайһылыр кимәлдә үҙ-ара яҡыная төшәләр, мөнәсәбәттәр асыҡлана, ихласлана, бер һүҙ менән әйткәндә ошоға тиклем йәнде өйкәгән, ҡыйған үпкәләшеүҙәр, әңгәмәне беректермәүсе ҡытыршылыҡтар аҙға ғына онотолоп тора. Шулай булмай тағы, ғаилә торлағын низағлашып һалмайҙар, ҡормайҙар ҙа инде! Беҙ, малай-шалайҙар, ярҙам итер яйыбыҙ булмаһа ла аяҡ аҫтында буталып зыҡ ҡубабыҙ, һәр нимәнән ҡыҙыҡ-мәҙәк эҙләйбеҙ. Йыйылған халыҡ һайт-һайтлап дәррәү эшләй; мөйөштәргә, урталыҡтарға нигеҙ таштары һалынып, арҡыры-буйы үлсәнеп беренсе ниргә тартылғандан һуң һәр кемгә тәғәйен шөғөл билдәләнә; бер нисәү йүгертеп йөрөп буйҙарға еүеш мүк һала, көслөрәктәр күтәрелгән нигеҙгә бүрәнә ташый, таһыллыраҡтар килтерелгәнде ҡабул итә, олораҡ йәштәгене ғәҙәттә йорттоң төҙөлөшөн ситтән күҙәтергә ҡуялар, бөтөнлөк, ҡупшылыҡ, күркәмлек өсөн ул яуаплы. Бура ҡалҡа барған һайын эш ауырлаша, бүрәнәләрҙе лә күбә тарттырыу өсөн тәғәйенләнгән оҙон арҡандар ярҙамында күтәрәләр. Эштең айышын белгәстәре сымры, етеҙ ҡыланалар, шуға ла өмә ырамлы бара. Төш мәлендә түбә өрлөктәре иң өҫкә менеп ятҡас, урмансы Марат ағай бөйөрҙәренә таянып, ҡәнәғәт ҡиәфәттә бураны урап сыҡты ла эргәләге усаҡлыҡта ҡаҙан тирәһендә булашҡан, әле бишбармаҡтың бешкәнен, һоҫорға әҙерлеген белдереп ситтәрәк өйкөлөшөп баҫҡан ҡатын-ҡыҙҙарға ымланы. Ҡорһаҡлы ике тимер сәйнүк, ағас ҡоштабаҡ өймәләтеп ит, оло табаҡ күлбетеп һалмалы һурпа, ҡабарып бешкән икмәк, башҡа ризыҡтарҙы сығарҙылар. Уңғансы өмәселәр эш кейемдәрен һалып, аяҡ кейемдәрен сисеп ырғытып, ҡулдарын сайып, ишек алдындағы ҡаҙ бәпкәле сирәмгә, балаҫ, арҡыры-буй юрғандар түшәлгән ергә түңәрәкләп ултырып өлгөргәйнеләр. Уртаға киндер ашаулыҡ йәйелеп тәғәм шунда теҙелде, ҡалаҡ-сеүәтә өләшелде. Әллә нишләп беҙҙең өмә килгәс үк күңелемә ятып етмәне: һүҙҙең яйын, әҙәмсә мөғәмәләнең ни икәнен белмәгән Хәсән менән түбәнге ос Ғәләүетдин темеҫкенгән ерҙә һис ҡасан йәм дә мәғәнә лә булмай, быны бөтәһе лә белә, иллә килгән кешене ҡыуып ебәреү килешмәгән эш. Оҙон бүрәнәгә ҡош балаларылай теҙелешеп һаҡтыҡ, беҙгә лә кәнфит-перәник тараттылар, мәгәр тәмле-татлы ризыҡ кәйефемде күтәрмәне.Тумалаҡ мантасыйҙы уртыма ҡыҫтырып диҡҡәт менән табынды ситтән күҙәтәм.

 Эсергә әүәҫ Ҡыйышкүҙ Ҡадир һый-ниғмәтте күреү менән йәйенке ауыҙының ситенә һығылып сыҡҡан һеләгәйен ҡул һырты менән һыпырып, бер күҙе менән йоторҙай итеп сәйнүккә төбәлеп, икенсеһе менән Марат ағайға ҡаҙалып себештәрен тәүге тапҡыр күргән ата ҡаҙҙай һөрәнләп тә ебәрҙе:

  – Һо-о-о, был моғайын да Мөбинә апайымдың ҡорт балынан әсеткән нимәһелер әле, уны тәү ҡат ҡына ауыҙ ителмәй, көс-ҡеүәтен беләбеҙ! Көрәгә килә, йәмәғәт, көрәгә, бәрәкәт!

 Быны ишеткән башҡалар ҙа геү, итеп ҡалдылар. Мирҙы ҡыҙырып ғүмере үткән, эт ҡайышылай йышылып бөткән, тәпәнсе булыуҙы ғәҙәт иткән әрһеҙ Хәсән-Хәстрүш сәйнүктәрҙең береһен эләктерә һалып та алды. Сираттағы сәфәре мәлендә майлы бутҡа һирәк тәтегәндер, ул һиҙелеп йоҡарып киткән, ҡолғалай һонтор, ҡаҡланған кәүҙәһе елдә елберҙәй, урттары өңөрәйеп эскә тартылғандар, суртан күҙҙәре табышын аулағандай тирә-яҡты сәлгер, ташбайып күҙәтәләр. Кемдең ҡулында – шуның ауыҙында, бит инде Хәсән тултырғансы ҡойоп ике ҡырлы стаканды бер-бер артлы оло ауыҙына түңкәрҙе, йотоу хәрәкәте яһалмаһа ла эсемлек буранканан төпһөҙ бушлыҡҡа ҡойолғандай тауыш сығарып ҡаршылыҡһыҙ төшөп китте. Уның был ҡылығына һуҡраныусы, ҡаш төйөүсе табылманы, сөнки эшенә саҡырыусы өмәһенә һәр саҡ ныҡлап әҙерләнә; һарығын һуя, мискә-мискә бал әсетә, икмәген бешерә, ҡунаҡ ҡаршылағандай башҡа бешергән-төшөргәнен хәстәрләй, бында алҡынғансы һыйланырға мөмкин. Сират башҡаларға ла етте, хәтһеҙ стакандар теҙелгән еҙ батмус табынды ике тапҡыр урап сыҡты. Зәхмәтле эсемлектән телдәр сиселде, күҙҙәр йылтыраны. Шунда ғына Йыһангирҙең табында юҡлығына иғтибар иттеләр. Ул бер яҡ ситтә тамағы туйған кешеләй түмәр ҡырҡындыһы өҫтөнә ултырған да ашыҡмай ғына тәмәке төрә, эскегә ҡоролған табынға яҡынлай һалып бармауы хаҡындағы хәбәр моғайын да раҫтыр.

  – Кил бында, нишләп улай аштан оло булып ҡыланаһың! – Хәсән тамаҡ төбө менән екерҙе.

  – Э-э-э, о-о-ошонда ғына у-у-у-утырайым… Ми-и-ңә ҡа-ҡарамағыҙ…

  – Нисек инде, ҡарамағыҙ? Һин ағай-энене ихтирам итмәүең шу тиклемме, әллә хәләл ризыҡты ғына түгел беҙҙе эшкә һынамайһыңмы?

  – Һы-ы-ынайым…

  – Һынағасың кил!

  – Ю-ю-юҡҡ!..

– Ғәләүетдин, килтер шуны!

 Ғәләүетдин яһил, һуғышсан холоҡло, бүлексәнең баҫыуҙарын малдан һаҡлай. Әбйәщик иртәле-кисле сәсеүлектәргә төшкән малды һигеҙҙән үрелгән сыбыртҡыһы менән ярып алып ҡайтып урам буйлап тарата, һыйыр, тана-торпо боролоп ингән өй хужаһының исем-фамилияһын түш кеҫәһендәге дәфтәргә яҙа, билдәле, быныһы инде ғәйеплегә штраф һалыу өсөн эшләнә. Үткәндә ауыл эргәһендәге баҫыуға төшкән ҡаҙҙарҙы аты менән тапатҡан. Йөндәре туҙырап елдә осҡан, ҡанаттары һынған, муйындары ҡайырылған ҡоштарын ҡатын-ҡыҙ илай-илай өйҙәренә таратып алды. Зәбихә еңгә башҡалар булдыра алмағанды сәсрәтеп әйтте: «Ҡош ҡарғышы ебәрмәй ул, бер төшмәһә бер төшә, шуны онотма!» Ғәләүетдин ҡан һауған күҙҙәрен алартып, атын тыбызыҡлатып, сыбыртҡыһы менән киҙәнеп әсе һүгенеүен белә, еңгәне ҡуйынындағы зәғиф ҡаҙ себешенә ҡушып иҙеп ташламаҫ тимә!

 Ғәләүетдин бойороуҙы ғына көткәндәй Йыһангирҙе елтерәтеп тиерлек килтереп көслөк менән эргәһенә тартып ултыртты, мөлдөрәмә тулы стаканды уның ауыҙына килтереп терәне:

  – Эс бөтөргәнсе, түңкәргәнсе! Быныһы штрафной!

  – Ю-ю-юҡ, эсмәйем, м-и-и-иңә ярамай…

  – Ярамаһа ла беҙ эсәбеҙ түгелме? Һинең беҙҙән ҡайһы ерең артыҡ?

 Әйтер яуап тапмаған Йыһангир ярҙам өмөт иткәндәй табындағыларға ҡараны, әммә битараф, мыҫҡыллы, түбәнһетеүле ҡараштарға юлыҡты.

  – Үҙең эсмәһәң дә йәнеңдә йөрөткән шайтандарыңды ҡайғыртыр инең. Улар ҡаршы килмәҫтәр ине, киреһенсә, Ҡадир ҡорлаш ише һинең йотоп ебәреүеңде тамшанып көтәләрҙер ҙә әле. – Хәсән иләмһеҙ хихылдыны.

  – Э-э-э, э-э-эсмәйем, миңә я-я-ярамай… Ашап ҡына утырайым…

  – Ашау менән генә тамаҡ туймай, бик беләһең килһә, яйы сыҡҡанда аҙыҡты ошо эсемлек менән баҫырып ҡуйыу ҙа кәрәк! – Ғәләүетдин башҡаларҙы кәмит күрергә саҡырғандай ҡыҙарып ҡан һауған күҙен шуҡ ҡыҫты.

  – Һин ирме, әллә ир түгелме? – Ҡаршылашырға һүҙ тапмай башын баҫҡан Йыһангирҙең сәменә тейергә теләгән Маңҡа Мөнир боҙолған картуфтай осо бүртеп йомшарған еүеш танауын ыуып, араларында ултырыусынан аша үрелеп тегенең яурынына төрттө. – Бер генә йотоуҙан моғайын да уҡаң ҡойолмаҫ.

  – Араҡыны әҙәм балаһы йүләрләнеү өсөн эсә түгелме? Йыһангир унһыҙ ҙа… – тип кемеһелер уны түбәнһетергә ашыҡты.

  – Ағай-эне һорай, юҡ талап итә! – Ғәләүетдин ҡулындағын Йыһангирҙең ауыҙына терәп ултыра бирҙе, хатта стаканды бер аҙ аушайтып бының ирендәрен сылатты. – Ана бит, ураҙаң боҙолдо, ауыҙың һин әйтмешләй харамға ҡағылды. Ну, давай!

  – Э-э-э-с-с-мәйем… – Был юлы инде Йыһангирҙең тауышы инәлгәндәй сыҡты.

  – Һин ошо йорттоң ҡотло булыуын теләйһеңме? – Хәсән ғәйепләнеүсенән һорау алған тәфтишсе ише этеп алып бара.

  – Т- е- е-ләйем…

  – Улың Әхмәттең, киленеңдең, әбейеңдең сәләмәт булыуҙары ла һинең өсөн зарурмы?

  – Э-э-эйе…

  – Ызнашит һис һүҙһеҙ ошоно төп күтәрә ебәрергә бурыслыһың!

 Йыһангир ирендәренә үк килтереп терәлгән һауытты дерелдәк ҡулына алды, быны ни эшләтәм инде тигәндәй ҡабаттан ян-яғына һирпелеп алғас ирендәренә яҡын килтерҙе. Ғәләүетдин эсеп бөтөрмәй ҡалдырып ҡуймаһын, тигәндәй стакандың төбөнән этте лә һауыт түңкәрелгәс ҡәнәғәт ғыжылданы: «Бына шулай, ә һин беҙҙе иҫертеп айыҡ ултырырға иҫәбең. Артабан көсләмәһәк тә һорап эсерһең әле…» Мин дә һүҙендә тора алмаған ихтыярһыҙ Йыһангиргә үпкәләгәндәй бер яҡ ситкә киттем, кире әйләнеп килгәнемдә ҡыҙып алған ир-ат шау-гөр килеп табын ҡора ине инде: маңҡа Мөнир махорка төрөп быҫҡытып ебәргән, Ғәләүетдин тауыш алыштырмай шапырына, хәбәр һата, Хәсән ныҡлығын юғалтҡан аяҡтарын алмаш-тилмәш баҫып бейеп аҙаплана, Ҡыйышкүҙ Ҡадир быны алып ҡына китеп бармаһындар тигәндәй бер күҙен теге сәйнүктән алмай, икенсеһен асманға төбәп йыр һуҙа:

Аҡыллылар һәм йүләрҙәр эсмәһен,

Ҡалғандары теләгәнен эшләһен…

Мәжлестең йәме, ҡото киткәйне. Ошоға тиклем түңәрәк булып та әле бөтөнлөгө йәнселгән табында Йыһангир күренмәй. Кәртә яғына киттем, синнек аҫтына индем. Йыһангир ҡапҡа ауыҙына йығылған да быуылып-быуылып ҡоҫа ине.

  – Олатай, һиңә насармы әллә?

 Һағайып тынып ҡалған ир ҡапыл ҡулын болғап аҡырҙы:

  – Т- е- е- еймәгеҙ, яҡын килмәгеҙ!

  – Олатай, был мин…

 Һалам онтаҡтары һырыған баш ҡалҡты ла мәғәнәһе ҡасҡан күҙҙәр мине һөҙҙөләр:

  – Ә-ә-ә, һинме?.. Донъя сайҡала, донъя иҫергән! Ҡу-у-урҡы-ы-ыныс! Инде эсмәйем, һин дә бер ҡасан да эсмә! – Ир йәберһетелгән балалай үкһеп илап ебәрҙе, сүкәйеп ултырып биттәремде ҡушуслап уға мин дә ҡушылдым…

 Бер ай самаһы Йыһангир юғалып торҙо, ҡайҙалығын бер кем дә аныҡ ҡына әйтә алманы. Ауыл унһыҙ бушап, йәмһеҙләнеп ҡалғандай булды. Ҡайтып күренгәнендә Йыһангирҙең йөҙө тартылып киткәйне, гел йылмайып ҡараған күҙҙәре һүнгәйне.

 Һыйлы табындарҙа, шаулы мәжлестәрҙә күп булырға тура килде. Дуҫтарым араһында араҡы-шараптан ауыҙ итеүселәр бар. Уларҙы һис ҡасан ғәйепләгәнем, эсмәҫкә өндәгәнем дә юҡ, сөнки улар сама белеп эсеүсе, аҡыллы иҫерә белеүселәр ҡоронан. Ә мин спиртлы эсемлекте ҡулыма алһам, күҙ алдыма Йыһангир олатай килеп баҫа, тауышы ҡолағымды яра: «Һин бер ҡасан да эсмә!»

4

… Медицина училищеһын бөтөрөп ауылға ҡайтҡас, Йыһангир ҡарттың ҡапыл, күҙгә күренеп мөҙөрөп китеүе хаҡында әйттеләр. Ауыл ҡарты булараҡ һаман да өй беренсә йөрөп йоҡлай икән, тик ҡуныу хаҡын эшләп ҡайтарырлыҡ хәле генә юҡ, тиҙәр. Хәйер, унан бер ҡасан да эш талап итеүсе булманы шикелле. Иртән медпунктҡа килешләй Йыһангирҙе урамда тап иттем һәм уны көскә таныным: яурындары ауыр йөк күтәргәндәй һалынып төшкәндәр, шуғалырмы арыҡ, һалынҡы тиренән һәм һыу йыуып яланғасландырған ағас тамырҙарылай ҡалҡып беленгән тарамыштарҙан хасил муйыны торнаныҡылай һуҙылып күренә, күҙҙәре күгелйемләнеп соҡорҙарына батҡандар, һирәгәйгән сәстәре түбәһе өҫтөндә өт-өрәйгән.

  – Һаумы олатай? – Ике ҡулымды һондом.

  – Ә-ә-ә, һинме? – Ихласлап көлөргә теләгән тауышы иңрәүгә оҡшап тамағы төбөнән һығылып сыҡты. – Ҡа-ҡайттыңмы ҙур у-у-у-уҡыуҙы бөтөрөп?

  – Ҙур тип, урта тирәһе генә…

  – Барыбер ҙ-ҙ-ҙ-ҙ-ур… ү-ү-ү-ҙең дә ҙурайғанһың… Ә мин ни… мы-мы-на… – Ҡанаттары һынған ҡошмо ни, хәлһеҙ ҡулдарын көслөк менән яҙҙы.

  – Бирешмә, олатай! Бөгөн килеп сыҡ әле медпунктҡа, үҙеңде тыңлап, тикшереп ҡарармын.

  – Ми-ми-минең ни ҡайһы е-е-е-ремде тикшерергә?.. Һин әйткән балниста ғүмерҙә лә булғаным ю-ю-ҡ…

  – Булмаһаң инеп, күреп сығырһың.

  – Ә-ә-ә дөкәминттәрһеҙ унда барырға я-я-ярамайҙыр… Ауыл башлығы яйын табып пинсе юллап биргәйне биреүен…

  – Шул пенсия ҡағыҙыңды тотоп кил.

 Йыһангирҙе үҙемдә тикшергәндән һуң район үҙәгенә алып барҙым, анализдар тапшырттым, рентгенга алып индем. Һуңынан ҡабул итеүсе терапевт кабинетында ҡалдырҙы ла хөкөм сығарғандай ҡыҫҡа тотто:

  – Һин килтергән ауырыуға әлегә дауа уйлап тапмағандар!

  – Нисек тапмағандар?

  – Төшөнмәйһеңме ни, егет, ҡарттың ашҡаҙанында яман шеш бар. Операция яһап ғүмерен бер аҙ оҙайтырға мөмкин, тик унан ни файҙа? Өҫтәүенә ауырыуҙың йөрәге шәптән түгел, йәше үткән… Так что көтөргә ҡала…

 Йәнемде өшәндергес боҙ һалҡыны ҡорошторҙо.

 Ҡапҡа төбөндә сүкәйеп көткән Йыһангир олатай аяғөҫтө баҫты:

  – Нимә тине, враш?

  – Ҡайтһын да дауаланһын, үтер тине. – Тишерҙәй итеп төбәлгән ҡарашты күтәрә алмай ситкә ҡараным, Йыһангир барыһын төшөнгәндәй һуҙҙы:

  – А-а-алай икән…

 Ҡайтҡан көндө ул беҙҙә йоҡланы, дөрөҫөрәге күтәрмә тупһаһында һорау билдәһеләй һерәйеп сыҡты.

 Иртәгеһен участка дауаханаһына шылтыраттым:

  – Салауат ағай, һеҙгә бер ауырыуҙы ебәрәм, ҡабул итегеҙ инде.

  – Диагнозы ниндәй һуң?

  – Телефондан аңлата алмайым, ошо аҙнаның аҙағында барып сыҡҡанда һөйләшербеҙ.

  – Ауырыуың үҙ яйы менән килә аламы?

  – Хәле самалы шул, тағы ул ауылдан бик һирәк ситкә сыға, документтары ла юҡ.

  – Беҙгә асарбаҡты ебәрергәме әллә уйың?

  – Минең ауылдаш ул. Һеҙгә өҫтәмә бәләһен һалмаҫ, ипле, әҙәпле.

  – Машина ауылығыҙға барып етә алмай, Һаҡмарҙың кисеүе насар икәнлекте беләһең.

  – Сыға торһондар, мин был яҡтан ат егеп ҡаршы төшөрмөн…

  – Ыҫмала ише йәбешкәкһең, һинән ҡотолоп булмаҫ, йүнәлтмәне тултырырға онотма.

 Әсәйем ауырыуҙы юлға хәстәрләне: йыуыныу кәрәк-яраҡтарын әҙерләне, ашар-эсеренә төйнәне. Ҡабаланып иртәрәк төшкәнбеҙ икән, йылға ярында оҙаҡ ҡына көтөргә тура килде. Йыһангир тау битендәге ағастарҙы һыйпап ала, әрем үләнен йолҡоп алып ҡомһоҙланып еҫкәй, ул шулайтып тыуған төйәге менән хушлаша ине шикелле.

 Бына ҡаршы яҡ тау битләүендә беҙҙең яҡҡа төшөп килгән «тиҙ ярҙам» машинаһы күренде.

  – Әйҙә, игелеккә юрап, ат кистереп теге яҡҡа сыға торайыҡ, олатай.

 Һаҡмар уртаһына еткәс Йыһангир кинәт ҡуҙғалып өҫтөндәге пинжәген систе лә шаршы ағымына ырғытты:

  – А-а-ауырыуым ошолайтып һыуҙан ағып китһен…

  – Пенсия ҡағыҙың пинжәгеңдә түгел инеме?

  – М-м-ми-иңә… миңә бер ни ҙә кәрәкмәй инде хәҙер…

 Машинаға ултырыр алдынан шау һөйәк ҡулдары менән яурындарымдан ҡарманы:

  – Һин һәйбәт кеше, күңелең яҡты, гел шулай матур итеп йәшә! – Был юлы тотлоҡмай, асыҡ итеп әйтте.

 Машинаны күҙ яҙғансы ҡарап оҙатып тороп ҡалдым.

 Тағы ла ике көндән Салауат ағай үҙе шылтыратты:

  – Һин ебәргән ҡарт бөгөн төндә үтеп ҡалды?

  – Нисек? Ул әлегә үҙ аяғында йөрөй ине бит?

  – Беҙ бөтәбеҙ ҙә үҙ аяҡтарыбыҙҙа йөрөйбөҙ, тик иртәгә ни булырын бер кем дә алдан әйтә алмай. Ерләр кешеләре бармы?

  – Беҙҙә тотош ауыл сыға ул зыяратҡа…

5

Берәй яҡын, үҙ күргән кешемде хәтергә төшөрһәм, йәшәлгән ғүмерем, ауылдаштарым, ауылымдың үткәне, хәл-ваҡиғалар барған тупрағым, тыуған тәбиғәтем бер бөтөн булып күҙ алдыма килә лә баҫа, уларҙың береһен икенсеһенән айырыу мөмкин түгел, хәйер, айырымлау, бүлгеләү кәрәкмәй ҙә. Йыһангир олатай тураһындағы уйым ана ҡайһылайтып, төп фекеремде урау юлдарҙан алып китте. Шул тарҡаулыҡ өсөн уҡыусымдан ғәфү үтенәм.

 Уйнап йөрөгән балаларға яҡынланым.

  – Балалар, яңы Йыһангир тигән кешене иҫегеҙгә төшөрҙөгөҙ түгелме?

 Ялбырбаш тәтелдәне:

  – Беҙҙә йүләр кешене шулай тип атайҙар.

  – Ул кеше ысынлап та йәшәне беҙҙең ауылда, тик күптәр белмәй, шул иҫәптән һеҙҙең атай-әсәйҙәрегеҙ ҙә уның хаҡында ишеткәндәр генә. Йыһангир олатай матур кеше ине.

  – Иҫәр бер ваҡытта ла һәйбәт була алмай! – Ялбырбаш бирешергә теләмәне.

  – Бөгөнгө көндә күптәр иҫәрҙәр һанында йөрөй һәм киреһенсә аҡылһыҙҙар аҡыллы күренергә тырыша. Уны һеҙгә аңларға, төшөнөргә иртәрәк әле.

  – Йыһангир тип аталғас, ызнашит мин дә арыу кеше буламмы? – тине теге итек башындай малай.

  – Эйе.

  – Беҙ ҙәме? – Мине уратҡан балалар шау-гөр килде

  – Бөтәгеҙ ҙә. Ошо көндән алып һәр осрағанға Йыһангир игелекле, эскерһеҙ, аҡыллы кеше булған, тип һөйләгеҙ. Ул ысынлап та шулай ине!

Хәйҙәр ТАПАҠОВ.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас