Әҙәби бит
19 Март 2025, 14:00

Төнгө ҡунаҡ (хикәйә)

– Әссәләмәғәләйкүм! – тип иҫәнләшә-иҫәнләшә бер ҡарт инде. Уны күргәс тә пырх итеп көлөп ебәрҙем. Ҡолаҡсындарын береһен аҫҡа, икенсеһен өҫкә ҡайтарып кейгән бүрке аҫтында быҙлап янған йәшел күҙ, майлап таралған оҙон мыйыҡ был ҡарттың бар булмышына мутлыҡ бирә ине. Етмәһә, салбар балағының береһе аҡ быймаһының тышында ялпылдап тора. Еңгәм бының аяғына ҡарап бер ағарынды, бер ҡыҙарынды. – Ата-а-а-ғатаҡ, нишләүең ул, Ғәйнулла ағай, кемдән килдең яусыға, – тине. – Минеме? Әһ-е-е... – Ҡыҙыбыҙ үтә йәш, техникумды ла бөтмәгән. – Еңгәм ысынтылап ҡыҙа башланы. – Килен, ҡала күстәнәстәренән ауыҙ итәйем, сәй яһа әле. Суҡынмыш ҡыҙ, үәт, баштан сыҡҡан. Эһе, эһе-һе, – тип кеткелдәп көлә-көлә, Ғәйнулла ҡарт өҫтәлгә яҡынланы. – Сәй ишү һиңә, әйт тиҙерәк!..Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Мөлөкәй – тәбиғәттең хозур бер мөйөшөндә урынлашҡан бәләкәй генә ауыл. Өс яҡлап – урман менән ҡапланған мөһабәт тау, йорт-ҡураларының артынан уҡ, дағаға оҡшап борғаланып, ҡуйы таллыҡҡа ҡаймалған тын Дим йәйрәп ята. Бында әсәйем тыуған. Өләсәйем иҫән саҡта ла, ул донъя ҡуйғас та, мин унда ҡайтып йөрөй инем. Әсәйемдең ҡустыһы Ғәзим ағай ҙа алсаҡ, киң күңелле кеше. Тик һуңғы өс-дүрт йылда ғына булғаным юҡ. Аспирантура, диссертация мәшәҡәттәре баҫты. Ә быйыл, отпуск алғас та, Мөлөкәйгә киттем. Ҡалала, лабораторияла, һәр секунды программаланған эш тә туйҙырғайны. Шуға күрә, тиҙ йыйына һалып, икенсе көндө юлға сыҡтым.

Ноябрҙә ауылда күңелле: байлыҡ байрамы – ҡаҙ өмәләре, һуғым мәле. Шуға ла ҡатын: «Беҙҙе онотоп, үҙең генә туйып йөрөмә, ҡышҡа етерлек өйгә лә алып ҡайт, юҡһа һыуытҡыстағы өс-дүрт мәртәбә иретеп туңдырылған магазин ите йөҙәтте», – тип мәрәкәләп оҙатты.

Мөлөкәйгә кис ут алғас ҡына барып керҙем. Ауылға етәрәк бер соҡорҙо абайламайыраҡ ҡалғанмын машина ҡорһағынаса лыпым ултырҙы ла ҡуйҙы. Эх, был «Жигули»ҙы, һыйыр еүешләгән ерҙә лә батып ултырыр икән, тип ауыҙ эсенән мығырлана-мығырлана, таш-фәлән эҙләп йөрөй инем, бәхеткә колхоз тракторы осраны: утындан ҡайтып киләләр икән. Йөк өҫтөндәге өс-дүрт егет, мине күргәс, йәһәт төшә һалып:

Беҙҙең ауылға тик «Джип» менән генә йөрөйҙәр, алыштырығыҙ арбағыҙҙы, – тип көлөшә-көлөшә, улар машинаны сығарышып киттеләр.

Ағайым, еңгәм менән сөкөрләшә-сөкөрләшә киске сәйҙе нисәнселер тапҡыр яңыртып ултырабыҙ. Төн яҡынлаша. Бына бер саҡ ишек шаҡынылар.

– Кем йөрөй унда? – тип еңгәм тиҙ генә соланға ут ҡабыҙҙы.

– Минеүү, килен, мин.

– Күршеме ни?

– Эйе.

Тышҡы һалҡынды бөркөп, асылған ишектән үк:

– Әссәләмәғәләйкүм! – тип иҫәнләшә-иҫәнләшә бер ҡарт инде. Уны күргәс тә пырх итеп көлөп ебәрҙем. Ҡолаҡсындарын береһен аҫҡа, икенсеһен өҫкә ҡайтарып кейгән бүрке аҫтында быҙлап янған йәшел күҙ, майлап таралған оҙон мыйыҡ был ҡарттың бар булмышына мутлыҡ бирә ине. Етмәһә, салбар балағының береһе аҡ быймаһының тышында ялпылдап тора.

Еңгәм бының аяғына ҡарап бер ағарынды, бер ҡыҙарынды.

– Ата-а-а-ғатаҡ, нишләүең ул, Ғәйнулла ағай, кемдән килдең яусыға, – тине.

– Минеме? Әһ-е-е...

– Ҡыҙыбыҙ үтә йәш, техникумды ла бөтмәгән. – Еңгәм ысынтылап ҡыҙа башланы.

– Килен, ҡала күстәнәстәренән ауыҙ итәйем, сәй яһа әле. Суҡынмыш ҡыҙ, үәт, баштан сыҡҡан. Эһе, эһе-һе, – тип кеткелдәп көлә-көлә, Ғәйнулла ҡарт өҫтәлгә яҡынланы.

– Сәй ишү һиңә, әйт тиҙерәк!

Ҡарт йомшай төштө, күҙен сылт-сылт йомоп:

– Бәй-бәй, самалап, килен. Үәт, баштан сыҡҡан, әле кисә генәләй кеүек илай-илай ҡаҙҙар көтөп йөрөгәне. Үәт, әҙәм балалары.

– Ғәйнулла ағай, тим, ҡыҙҙырма!

– Мин ни... Һыйырыбыҙға һеҙҙең ала сыбарығыҙҙы ҡушмаҡсы инем, юғиһә киләһе аҙнаға алыштырырға уйлайһығыҙ шикелле, малҡайым үткән йыл һуҡыр Ғәләмшә үгеҙенән ҡасҡайны, быҙауы мандыманы.

– Тфү, ҡартлас, шул изобретатель булыуыңды ташламаның инде. Ҡотомдо алдысы, үгеҙгә яусы булып йөрөмәһәң, – тине еңгәм. – Ултыр, сәй яһайым.

Ә беҙ ағайым менән, көлөүҙән тыйыла алмай, диванға тәгәрәгәнбеҙ.

Яңынан табын яңыртылды. Ғәйнулла ҡарт лимон һалған эҫе сәйҙе өрә-өрә һүҙ башланы:

– Ошо нәмәҫтәкәйҙе үтә яратам инде, бер ашаһам, кинәнеүем ике-өс айға етә.

– Ә ниңә үҙегеҙгә үҫтермәҫкә? – тип мин дә ҡушылдым, был йор телле ҡартты һөйләндерергә теләп.

– Сәсеп ҡарағайным мин уны, үҫмәне шул.

– Ниндәйерәк ергә?

– Үҙебеҙҙең картуф баҡсаһына инде.

– Өйгә ултыртырға кәрәк уны, ағай, өйгә!

– Өйгә! Үҫәме? – Уның әүәлге мутлығы йөҙөндә тағы сағылды. Йә, һөйлә әле, ҡустым, тине, майланған мыйығын һыпыра-һыпыра.

Мин уға бүлмәлә лимон үҫтереү серен сискәс, ул иләҫләнеп китте, көтөлмәгән бүләк алған балаларса шатланды, хатта.

– Былай булғас, лимон ғына түгел, гранатын да үҫтерәсәкмен, ваҡытында уҡылмаған шул, һеҙҙең кеүек институт бөтһәм, әллә ҡасан ғалим булыр кеше мин.

– Эйе шул, һинең арҡала хәҙер ҡытлыҡ йылдарҙа ла бөтә ауыл ҡурмылы йәшәй, – тип Ғәзим ағай һүҙ ҡыҫтырҙы. Мин, нисек улай, тип һорағайным, ағайым, һөйләргәме-юҡмы тигәндәй, ҡатынына ҡараны, йылмайып алды. Ғәйнулла ҡарт, нисектер уңайһыҙланып, урынынан ҡуҙғалды.

– Минең тағы бер йомош бар, иртәгә һәммәгеҙҙе лә һуғым һуйырға саҡырам. Йәренгә баҙарға барырға ине, – ағайыма тағы бер ҡарап: Ҡунаҡты ла ҡалдырма, – тип ишеккә атланы.

– Бына ҡалай уңай сыҡты, ҡустыма ла ит кәрәк, бик шаштырмай һатһаң, ул да алмаҡсы.

– Баҙар хаҡы... баҙар... мин ҡырлы-мырлы һөйләй торған кеше түгел, әйткән – бөткән. Ярай, һау булығыҙ.

Ул, ишек янына еткәс, кире боролдо:

– Төндә машинағыҙ менән бер ҡайҙа ла барырға йыйынмайһығыҙҙыр?

– Юҡ, юҡ, хәҙер һуң бит, йоҡларға ятабыҙ. «Жигули»ҙың ишек-тәҙрәһе бикләп ҡуйылған. Әллә Ғәйнулла бабай бензин кәрәкме?

– Бензин ни ул – икенсе мәсьәлә. Был көндәрҙә ауылда стансанан килгән, ҡаланан ҡайтҡан егет-елкенсәк күбәйеп китте. Машинаңды, мин әйтәм, алып китә күрмәһендәр. Уларға ни, бер аҙ төшөрөп алғас, диңгеҙ тубыҡтан. Атайҙары алған мал түгел, кешенеке йәл түгел тигәндәй, күҙҙәренә ниндәй матай-машина салына, ултыралар ҙа китәләр. Тимер юл стансаһында һыра-фәлән юллап йөрөһөндәрме, бер-береһен ҡаршы алып оҙатһындармы, йә булмаһа күрше ауыл ҡыҙҙарын иҫтәренә төшөрөп, шуларҙы эҙләп тә сабалар улар. Ана, түбән ос Ғилметдин дүртенсе көн инде матайын таба алмай. Участкауай ҙа килеп китте. Юҡ инде, юҡ...

– Нишләп йөрөйҙәр һуң улар бында?

– Егеттәрҙе армияға оҙатабыҙ ҙа баһа. Хәҙерге йәштәрҙе белмәҫһең, кәйеф-сафа ҡороу тураһында ишетһәләр, хет Ҡаф тауы артында булһын, һис уйламай китерҙәр, моғайын. Беҙ генә ята инек күрше ауылға барырға ла оялып, ҡурҡҡаныбыҙ ҡурҡып тигәндәй. Ул заманды, хәҙер иҫкә төшөрһәң, эй-й-й, бигерәк сәйер йәшәгәнбеҙ. Күрше ауылдарға ҡыҙ бирмәй, уларҙан кәләш алмай инек. Әле кемдең килене ҡайһы яҡтан, кемдең ҡыҙы ниндәй ауылға кейәүгә киткән – белмәҫһең дә. Хатта немец, эстон килендәребеҙ ҙә бар. Заманалар, заманалар...

Ғәйнулла ҡарт тағы ла нимәлер һөйләргә йыйынғайны, ахырыһы, Ғәзим ағай ауыҙын ҙур итеп иҫнәгәс, уға ҡарап башын һелкеп алды: йәнәһе, һыйыр кеүек ауыҙ асмаһаң. Беҙҙең менән яңынан һаубуллашып, сығып китте.

Ул ишек ябыуға, еңгәм менән ағайым, бер-береһен бүлдерә-бүлдерә, һүҙҙәрен тағы Ғәйнулла ҡартҡа күсерҙеләр.

...Мөлөкәйҙә тыуып үҫһә лә, унда аҙ тора. Һуғыш ваҡытында тәүҙә танкист булып хеҙмәт итә, аҙаҡ бронь менән ҡорал заводына ебәрәләр, унан һуң бер нисә йыл Магниткала заводта эшләй. Шунда ҡулының баш бармағын өҙҙөрөп, өсөнсө группа инвалиды, пенсионер булғас, ауылға ҡайтып төшә был. Аҙмы күпме йөрөмәй, Мөлөкәйҙең иң һылыу ҡыҙына өйләнеп ала. Беренсе ҡатыны үҙе армияла саҡта икенсе берәүгә сығып киткәйне. Йәш кәләшен ят күҙҙәрҙән ҡурсалағанмы, башына икенсерәк уй төшкәнме – уныһы беҙгә ҡараңғы – был үҙе теләп ауылдан ун-ун биш саҡрымда ятҡан тирмәненә эшләргә һәм йәшәргә күсенә. Һуғыш ваҡытында ватылып ҡалған ул тирмәнде йүнәтергә әллә нисә кеше тотоноп ҡарай-ҡарауын, әммә ләкин эшкиндерә алмайҙар. Ғәйнулла быны биш-алты айҙан аяҡҡа баҫтыра бит, әй.

– Э-э-э-йй, ул тирмәнде, ауыҙ һыуҙарыбыҙ ҡороп, әле булһа иҫтән сығарған юҡ. Ашарға ултырған һайын келт итеп йөрәкте сәнсеп ала. Тирмәнде һүтергә тигән уй ниндәй дыуамал етәксенең башына килгәндер ул белмәйем, беҙҙең ауыл етәкселәре генә хәл итмәҫ, райондың ҙурыраҡ башлы экономисы булырға тейеш.

Йәнәһе, йыраҡ ара, ана, район үҙәгенә һалып ҡуйҙылар шунда бер тирмән. Тартҡан онон әйтер инем, ни икмәк йүнләп уңмай, ни көрпәһе күп сыға. Ғәйнулланың тары, көнбағыш һурҙыртҡыстарын, май сығарыу көйләмәләрен сүплеккә олаҡтырҙылар. Ул замандың тары бутҡаларын, көнбағыш майҙарын һағынып иҫкә алырға ғына ҡалды инде. Ә яҫтыҡ ҡәҙәр күпереп бешкән икмәктәре – телеңде йоторһоң. Ҡайҙа икән ул икмәктәр!

Тирмәнен һүткән саҡта Ғәйнулла бөрсөк-бөрсөк күҙ йәштәре лә түккән, ти. Булыуы ла мөмкин, ун йылдан артыҡ тормошо шунда үткән бит, үҙ ҡулдары менән нимәләр генә яһап бөтмәгәйне. Егәрле тигән даны ошо тирмәндә эшләгәндә тирә-яҡҡа таралғайны.

Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, Ғәйнулла был юғалтыуҙы ауыр кисерҙе. Ауылға күсеп ҡайтҡас та, бер нисә йыл илке-һалҡы ғына эшкә йөрөнө, һәр саҡ нимәлер уйларға өйрәнгән баш, тик тормаҫ ҡул эшһеҙ сыҙап ятамы һуң инде.

Алтмышынсы йылдарҙың башында булды был хәл. Ул йылдарҙа колхоз эше ҡара көҙгә тиклем һуҙыла ине. Игендәрҙең ятып ҡалғандары ла булғыланы, бигерәк тә көнбағыш кеүек һуң йыйыла торғандары. Дөйөм эш тип, колхозсыларға үҙ малдарына бесән әҙерләргә сентябрь айында ғына рөхсәт итәләр. Үҙең уйлап ҡара, был ваҡытта йүнле бесән ҡараға ҡатып серей, боҙола. Ә ямғырлы йыл булһа, мал аҙыҡһыҙ тораһың да ҡалаһың. Ҡышын аҙбар, өй ҡыйыҡтарын ашатыусылар ҙа булғыланы. Ошо йылдарҙа Ғәйнулла ҡарт өй алдына ҙур соҡор ҡаҙып, төрлө тәжрибә уҙғара. Беренсе йыл сапҡан бесәнен шунда тултыра, йәнәһе, силос яһай. Тик был ҡышҡа серей. Әллә, йүнләп тапалмағанмы әллә ныҡлап ябылмағанмы? Кем белә? Уны бер кемгә лә белгертмәй. Өй башындағы һаламды ашатып ҡыш сығара малдарын.

Ә икенсе йылда инде бесәнен, соҡор-саҡырҙағы ҡара-ҡураны бер аҙ елләтеп ала, балта менән тураҡлап, тағы ошо соҡорға тултыра был. Үткән йылғыһына яңылыҡ өҫтәп, үҙенә күрә иҫке тирмән ташын баҫтырыҡларға ла ҡулайлаштыра. Ҡыш асып ҡараһа, күҙе ни күрә: бесәне шул хәтлем яҡшы һаҡланған, хуш еҫ бөркөп торған бына тигән аҙыҡ.

Ғәйнулланың ғалим тигән даны ошонан һуң таралды ла инде. Күрһәтмәгән кешеһе, һөйләмәгән ере ҡалманы был бесәнде. Нисек әҙерләгәнен хатта, район етәкселәре араһында һүҙ булып, гәзиттән хәбәрсе килеп, һүрәтен баҫып, данын бөтә районға тараттылар. Дөрөҫөрэге, шул гәзиттә яҙылғайны «ауыл ғалимы» тип.

Хәҙер был аҙыҡты сенаж тиҙәр. Әммә Ғәйнулла сенажынан ҡалыша инде. Дөрөҫ һалмайҙар. Ҡабаланалар, ахырыһы. Ә ауыл халҡы өсөн үтә уңай, бәрәкәтле мал аҙығы булды ул. Шул йылдарҙан алып беҙҙә уны һалмаған кеше юҡ.

Ғәйнуллаға килгәндә, хужалыҡтар күпләп етештерә башлағас был аҙыҡты, «мин уйлап тапҡан ысул» тип авторлыҡҡа аҡса давайлап районда йөрөгән, тиҙәр, әммә дөрөҫлөгөн белгән кеше юҡ.

Ғалим тигән даны ҡарттың һүнеп бара ине инде, тағы бер нәмә уйлап тапты был.

Ул саҡта ит һаҡлар өсөн оло һыуытҡыстар тураһында ауыл халҡы гәзиттәрҙән генә уҡып белә ине. Ләкин һатып алырға магазиндарҙа юҡ. Хәҙер генә уларҙың төрлөһө өйөлөп тора.

Көҙ, һуғым һуйыр алдынан, ҡала магазинынан полиэтилен алып ҡайта. Оло бер башмаҡ итен полиэтиленға төрә лә төндә, кеше күрмәгәндә ҡар менән күмеп ташлай. Йәнәһе келәттә аҫылып ҡуйылған ит (беҙ генә түгел, ата-бабалар электән шулай һаҡлаған) ҡаҡланып, елләп һуғыла, туҙан ҡуна. Һатып ебәрер инең, көҙ хаҡы осһоҙ. Ә ҡарттың иҫәп итен яңы һуйған кеүек һаҡлап, яҙға ҡиммәтерәккә һатырға.

Йомош һорап кергән бисә-сәсә:

– Ғәйнулла ағай, келәтеңдә итең күренмәй, әллә тулайым ҡиммәткә ебәрҙеңме? – тиҙәр.

Ҡарт мут йылмайып:

– Яҙға, яҙға күрерһегеҙ! – ти.

Һигеҙенсе март алдынан, ҡатын-ҡыҙҙар байрамына, яңы ысул менән һаҡланған ит һатмаҡсы. Күршеләренә өндәшә лә:

– Ағай-эне, ошо ерҙе һаҡ ҡына ҡарҙан таҙартығыҙ, – ти.

Ә үҙе майланған мыйығын һыпырып тора. Ҡаҙып ҡараһалар, ни күрәләр: полиэтилендан башҡа бер нәмә лә юҡ. Ғәйнулла үҙ-үҙенә ышанмай, ҡулына көрәк алып, бөтә ихатаны ҡаҙырға керешә. Һәм эҙенә төшә был мутлыҡтың.

Итте күмеп ҡуйғас та, ҡомаҡтар эйәләшә бит, әй. Нисек һиҙгәндәр тиң, хәйер, танау көслө шул инде ул мәлғүндәрҙең. Ҡыш буйы баҡса уртаһындағы ташландыҡ ҡоҙоҡҡа ташып ашап бөтөрә былар итте.

Шул йылдан бирле Ғәйнулла ҡарт, малын һуйғас та, бүтәндәрҙән осһоҙораҡ хаҡҡа һата ла ебәрә. Ә ғалим тигән даны тағы ла күтәрелде ҡарттың. Тик хәҙер элекке кеүек етди итеп түгел, бер аҙ йылмайыбыраҡ әйтәләр. Йәнәһе, ҡаш төҙәтәм тип, күҙһеҙ ҡалма, ғалим Ғәйнулла кеүек.

Шул саҡ, беҙҙең һүҙҙе бүлеп, урамда гармун тауышы, ҡыҙҙарҙың сыйылдашҡаны, егеттәрҙең йомро-йомро һүҙҙәре ишетелде.

– Стансаға йыйыналар, ахырыһы, иртәрәк ҡуҙғалғандар, – тине еңгәм, тәҙрә аша тышҡа күҙ һалып.

– Машинаға ҡағылмаҫтар ҙа...

– Килгән ҡунаҡтарға теймәйҙәр ине лә, кем белә... Бер аҙ ҡарауылламай булмаҫ, – тип Ғәзим ағайым кейенеп тышҡа сыҡты.

Ә мин башым йомшаҡ мендәргә тейеү менән әүен баҙарына киткәнмен. Күпме йоҡлағанмындыр, ҡурҡыныс төш күреп уяндым. Имеш, «Жигули»ҙың дүрт тәгәрмәсе лә юҡ, ә үҙе йөрөй, ҡыуаҡлыҡтар, соҡор-саҡырҙар аша елә генә. Тирә-йүнгә бысраҡтар ғына сәселеп ҡала, әйтерһең, вездеход. Кинәт мин дә машинаға менеп ултырғанмын һәм тәҙрәне асам да шарҡылдап көләм, тәҙрәне асам да шарҡылдап көләм, ә машина тәгәрмәсһеҙ елә генә, осраған ниндәйҙер күлдәргә сумып та ала, әйтерһең, һыу аҫты кәмәһе. Бына бер саҡ ауыл урамына килеп сыға «Жигули», ә арттан паровоздай борхолдап төтөн, туҙан ғына уйнай, етмәһә, юлда ем сүпләп йөрөгән ҡош-ҡорттарҙы, сарбайлап сыҡҡан эттәрҙе тапата ла китә, тапата ла китә... Машина аҫтында ҡалған ҡара бесәйҙең йән өҙгөс тауышынан күҙҙәремде астым...

Бер аҙ уйланып яттым да урамға сыҡтым. Ҡарайым, «Жигули»ға бер нәмә лә булмаған кеүек. Урам яғын әйләнеп килдем, ауыл тып-тын. «Хәйерһеҙ төш, тәки йоҡоно ҡасырҙы бит», – тип һөйләнә-һөйләнә, машина эсенә кереп тәмәке көйрәтергә иҫәпләп ишеген асыуым булды, ике-өс яҡлап әллә ниндәй шлангыларҙан көслө баҫым менән һыу һибелә башламаһынмы. Әллә ҡурҡышымдан, әллә ҡапыл булғанға йығылып киткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Мин иҫ-аңыма килгәнсе, ҡайҙалыр звонок шылтырап, прожекторҙар ҡабынды. Уның артынса кемдер мылтыҡтан атып ебәрҙе. Һәм:

– Ҡулыңды күтәр, атам! – тип ҡысҡыра-ҡысҡыра, миңә яҡынлаша башланы. «Өнмө был, төшмө?» – тип уйлап өлгөрмәнем, еңгәм сәрелдәп ишекте асты:

– Нимә булды, Ғәйнулла ағай?

– Бурҙы тоттом, бурҙы! Ана, машина аҫтында ята. Әйҙә тиҙерәк, ҡалма!

Мин, үҙем дә һиҙмәйенсә, машина аҫтына тәгәрәгәнмен икән.

– Ғәзим, тим, нишләп һаман бызмырлайһың, балта ала һал, машинаһыҙ ҡалабыҙ бит!

Еңгәмдең ошо сеңләүе мине тамам айнытып ебәрҙе. Тамағымды ҡырып алдым да:

– Был мин, нишләйһегеҙ? – тип йәшелле-зәңгәрле тауыш менән йән көсөмә ҡысҡыра һалдым. Танып алдылар булһа кәрәк.

– Бәй, бәй, «Жигули»ҙың хужаһы, ахыры. – Шулай һөйләнә-һөйләнә, Ғәйнулла ҡарт яҡынлашты бер яҡтан.

– Иҫәргә ҡалдыраһың инде беҙҙе шул ғалимлығың арҡаһында, – тип ороша-ороша еңгәм икенсе яҡтан машина аҫтына эйелделәр.

Мин, ағайымдың алмаш күлдәк-салбарҙарын кейеп, арҡаны мейескә терәп сәй һемерәм. Еңгәм һаман Ғәйнулла ҡартты һоғондора.

– Яп-яңы бастуй костюмдарын нисек таҙартырбыҙ. Барыбер эшкинмәҫ. Машина майы, һыйыр, ҡош-ҡорт тиҙәге менән бергә бысраҡҡа буталған. Эх, был ҡартты...

– Ярар инде, килен, ярар, магазин асылғас, үҙем яңыһын алып бирермен.

– Бар ти һинең ауылыңда йүнле костюм.

Ә ағайым көлөүенән һис тә туҡтай алмай, бисәһенең асыуланып өндәшкәненә лә тыйыла алмай, һаман диванда тәгәрәүендә, «их» та «бых» килеп.

– Ул сигнализация ҡуйыуыңды ниңә беҙгә әйтмәнең һуң?

– Әллә инде, үҙем иртүк уянам шул, һеҙ торғансы кире алып өлгөрөрмөн, тип уйланым.

– Ҡурҡышынан йөрәге ярылыр, тип һис уйламайһың инде? Ҡала кешеһе ауыл ғәҙәтен беләме. Бер ҙә юҡҡа ауырып китер.

– Ауырыуға оҡшамаған әле. Ә бына берәй ярты зарар итмәҫ йылынып алырға, ҡала ученыйына тиҙ тымау төшөүсән. – Ул шулай минең янда үҙенең ғәйебен юйырға өлтөрәп йөрөй.

Төнгө ығы-зығынан һуң яңынан иҙрәп йоҡлап киткәнмен. Күҙҙәремде асҡанда ноябрь ҡояшының тоноҡ нурҙары тәҙрәгә төшкәйне. Йылыға терелгән бер себен, ике рам араһында бызылдап, сығырға урын эҙләй. Мейестән килгән тәмле бәлеш еҫе танауҙы ҡытыҡлай. Һикереп тора һалып, күҙ-битте йыуып йөрөгәндә, йырлай-йырлай күрше кереп тә етте:

Димдә тыуҙым, Димдә үҫтем,

Еләк йыйҙым туғайҙа.

Эй-й, йәмле Дим буйы,

Бик һағындым был юлы.

– Ну, ҡусты, хәлдәр нисек?

– Былай һәйбәт кеүек.

– Әләйһә, киттек беҙгә, ағай-эне һине таптырып тешһеҙ ҡалды.

Беҙ уларға ингәндә, һуғым эшкәртелеп эленгән, йөрәк-бауыры табала ҡыҙҙырылып өҫтәлгә ултыртылған ине. Ҡаҙанда бығырлап ит бешә. Мине ҡыҙмаса ирҙәр мәрәкәләп ҡаршы алды.

– Ну, ҡарттың мунсаһы шәпме, ә?

– Саҡ ҡына өндәшмәйерәк ятһаң, йомшаҡ ереңә тоҙ менән сәпәр ҙә ине...

– Беҙҙең ғалим шулай ул...

Ғәйнулла ҡарт тел сарларға ирек бирмәне:

– Һөйләмәгеҙ юҡты, ошо йәшемә етеп, кешегә мылтыҡ төҙәгәнем булманы.

Табаны минең яҡҡараҡ этәрҙе һәм тегеләргә:

– Ағай-эне, әлегә ошоноң менән тамам. Кискә ҡарсыҡтарығыҙҙы ҡултыҡлап ашҡа рәхим итегеҙ! Берүк һуңлай күрмәгеҙ, мине беләһегеҙ, – тине.

Ирҙәрҙе оҙатып ингәс:

– Ә беҙҙе, ғалим дуҫ, икенсерәк эш көтә, – тип минең ҡаршыға килеп ултырҙы. – Тот, әйҙә, бер аҙ ҡапҡылап алайыҡ та минең байлыҡтарҙы ҡарарға сығырбыҙ. Бәлки, төплөрәк фекер әйтеп ташларһың.

Ҡарттың йөҙөнә кисәгеләй мутлығы ут өҫтәгәндәй ялтлап китте.

Ул мине аҙбар буйының-буйына эшләнгән япмаһына алып килде. Ә унда, һиңә әйтәйем, нимәләр генә юҡ. Уларҙы күргәс, сәсем үрә торҙо, аптыраштан бер аҙ өндәшә алмай торҙом, хатта. Бында ике бәләкәй сварка трансформаторы, береһенең хатта буяуҙары ялтлап тора, яңыраҡ магазиндан алған, ахыры. Токарный станогы, электродрелдәр, төрлө размерҙағы паяльниктар, башҡа электродеталдәр, тешле тәгәрмәстәр, кәкре валдар, шлангылар, пружиналар, тағы әллә ниндәй частар – һәр береһе айырым кәштәләргә ҡуйылған. Мөйөштә ҙур өйөм электрокабель ята. Бер яҡ стенала – матур итеп эшләнгән китап шкафы. Унда ниндәй генә әсбаптар, журналдар юҡ. «Электротехника», «Уңған ҡулдар», «Фән һәм техника», «Фән һәм тормош», «Йәш техник», «Конструктор» тигән яҙыуҙар минең күҙгә салынды. Хатта фантастика китаптары ла кәштәнең иң түрендә урын алғандар. Ҡарт та һиҙҙе, ахырыһы, мыйыҡ аҫтынан йылмайып алды ла таныштыра башланы.

– Бына, һәйбәтләп кенә күҙ һал әле. Электроһабанға оҡшағанмы?

– Әлләсе...

– Ышанмаһаң, эшләтеп ҡарайбыҙ.

Ул янындағы бер төймәгә баҫты ла һабанды ҡулына алды. Тегеһе, ысынлап та иҙәндең бер мөйөшөндәге бысҡы онтағын һөрөп китмәһенме! Бына һиңә мөғжизә! Бысҡы онтағын һөрөү менән ер һөрөүҙең айырмаһы бар ҙа бит, ләкин...

– Тәк, ҡусты. Ары киттек. Быныһы электрокартуфултыртҡыс. Эшләтеп ҡарамайбыҙ, ҡай бер нәмәләрен алып торғайным. Уны көйләп ваҡыт әрәм итмәйбеҙ. Ана тегендә һөйәлеп торған ҡыҙыл буяулы әйберҙе күрәһеңме? Уныһы картуфты утай, күмә һәм үҙе үк ҡаҙып сығара. Ғөмүмән алғанда, әллә ни ҡатмарлы машина түгел, дүрт-биш айҙа яһап ҡуйҙым мин уны.

– Ҡатмарлы тип, беҙҙең промышленность әлегә ундай комплекслы машиналарҙы сығармай бит әле.

– Сығармаһа – сығарыр. – Ул кәштәләренең береһенән тағы нимәһендер күрһәтергә тип тартып сығара ине, бер тешле тәгәрмәс, эләгеп, минең яҡҡа төштө. Ҡарт «ауыҙыңды асып торма» тигәндәй, ишара яһаны ла тағы әллә нәмәләрен эҙләй башланы.

Былар ошолай тик ятамы, әллә файҙаланаһығыҙмы? – тип һорайһы иттем.

– А как же! Үҙем баҡсаны һөрәм, сәсәм, утайым, күмәм һәм сығарам. Бер үҙем, ҡарсыҡты ла ярҙамға алған юҡ.

– Да-а...

– «Да»лыҡҡа далыр ҙа ул, бына минең баш һуңғы йылдарҙа хөртөрәк эшләй инде, әллә машинаһы үтә лә ҡатмарлы – дүртенсе йыл ошоноң осона сыға алмайым.

Ул ике туҙан һурҙыртҡысты бергә ҡушып эшләгән нәмәһен яйлап ҡына күтәреп минең алға ҡуйҙы.

– Колорадо ҡуңыҙын йыйырға ине иҫәп: интегә бит бөтә халыҡ шул йүнһеҙҙе сүпләп.

– Һуң, ҡайһы ере килешмәгән икән?

– Үҙем дә аптыраған, һеҙҙән шуға ла кәңәш һорамаҡсы инем. Ҡуңыҙын йыйыуын йыя, ә бына ҡарышлауыҡтарҙы, һай, хәйләкәрҙәр, һис эләктереп булмай. Ошо машинаны эшкә ебәрһәм, Ер шарының миллионлаған халҡын ҙур бәләнән ҡотҡарыр инем. Һеҙҙең ҡала халҡы елкәһенә лә төшә бит шул мәлғүндәрҙе йыйыу.

Ебәреп ҡарайыҡ әле, ниндәй нигеҙҙә эшләй икән?

– Ҡарт менән беҙ кис ауышҡансы ошо нәмәкәйҙе бер һүтеп, бер йыйып айҡаштыҡ, әммә ләкин осона сыҡтыҡ, ахырыһы. Беҙ уйлап тапҡан яйланманы тик заводта ғына яһарға була ине, һәм мин ҡартты үҙем менән алып китергә килештем.

Икенсе көндө беҙҙе оҙатырға бөтә Мөлөкәй халҡы сыҡҡайны. Ғәйнулла ҡартты мәрәкәләп:

– Даның былай булғас, илгә тараласаҡ! Донъяға тараласаҡ, бөтә донъяға! – тип геүләшеп ҡалдылар.

* * *

Салт аяҙ көн.

«Жигули» еңелсә генә бәүелтеп алға тәгәрәй. Мин ауыҙ эсенән бер йырҙы көйләп, рулгә тотонғанмын. Ә Ғәйнулла ағай артҡы ултырғысҡа арҡаһын терәп, башын ҡырын һалған да тәҙрә аша тышҡа баҡҡан. Уйға сумып бара, ахырыһы.

«Эх, һин тынғыһыҙ йән! Ҡарт көнөңдә пенсия кимереп кенә ят бит инде, түшәмгә төкөрөп, ә ул ниндәйҙер машиналар, ҡорамалдар уйлап таба, эшләй. Шуның менән ләззәтләнә, донъя йәмен табып йәшәй. Кешеләргә файҙа килтерергә, ауырлыҡтарын еңеләйтергә тырыша. Төптәнерәк уйлағанда, бындай баштар беҙҙең кеүек ябай кешеләргә яңылыҡты күрә белмәгән, тиҫкәре, ялағай, һауалы, бер көнлөк мәшәҡәт менән генә көн иткән түрәләрҙән арынырға ла ярҙам итә түгелме? Молодец ҡарт! Ҡулдан килгәнде һис шикһеҙ эшләргә тырышасаҡмын. Кәрәк, күберәк кәрәк беҙгә ошондай тынғыһыҙ кешеләр...» Уйҙарымдан айырылып, ҡартҡа өндәшәм:

– Ғәйнулла ағай, тағы ниндәй хыялға баттығыҙ?

– Уйландыра шул, туған, уйландыра... Бына бензинһыҙ ғына йөрөй торған машина эшләп сығарғанда, мин әйтәм, һәләк күн нефть йәренгә ҡалыр ине.

– Ундайҙар бар ҙа баһа. Аккумулятор ярҙамында ла, газ баллоны менән йөрөгәндәре лә.

– Һе-е, ул әйберҙәрҙе эшләп сығарыу ҡиммәткә төшә шул, туған. Ә бына һауа һулап ҡына йөрөй торған машина булһа, был инде икенсерәк!..

Ҡарт менән тағы әллә нәмәләр һөйләшергә ине иҫәп, юл тайғаҡланды, «Жигули» ҡулдан ысҡынырға теләгән саптар тай кеүек бер уңға, бер һулға борғолана башланы. Мин, ирекһеҙҙән һүҙемде бүлеп, иғтибарымды юлға төбәнем.

Ғәйнулла ағай бер аҙ өнһөҙ барғас:

– Башҡа уй-фекерҙәрем, хыялдарым тураһында һеҙгә ҡайтҡас тағы бер һөйләшербеҙ әле йәме, туған, тине һәм ул ҡулбашыма еңелсә генә тейеп алды. Мин:

– Һөйләшеп, кәңәшләшербеҙ ҙә бергә эшләрбеҙ, ағай! – тип әйтергә уйлап ауыҙымды асҡайным, уның ихласланып йылмайған йөҙөн күргәс, «йә»не аңлатып баш һелкеп кенә ҡуйҙым.

Уның йөҙө тағы яңы асыштар яһағанын белдергәндәй сағыуланып китте...

Фәнис ЯНЫШЕВ.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас