– Апам, апай! Раушания килә! Телеграмма алдым. Иртәгә ҡаршы барып алып ҡайтам. Бер генә көнгә...
– Аһ-аһ, ниңә бер көнгә генә тиһең, бәлки, ғүмерлеккәлер!
– Юҡ, апай, ул хаҡта уйларға иртәрәк әле. Иртәнән һуңға бит миңә китергә, Өфөгә тиклем бергә барырбыҙ...
Ҡулына ҡағыҙ киҫәге тотҡан Байым ике баҫаһы урынға бер баҫып, ихата буйлап йүгермәләне, сабый балалай, үрле-ҡырлы һикереп ҡыуанды. Апаһы уның һис ҡасан булмағанса сабыуыллап осоноуын ғәжәп итеп күҙәтте. Шулай булмай һуң: бер туған ҡустыһы Байымдың һөйгәне Раушания ауылдарына үҙе килә бит.
Һе, Раушания килә, ер аяғы, ер башынан. Өфөнөң аръяғынан. Училищены тамамлап, икеһе ике яҡҡа эшкә китер алдынан Байым: «Әйҙә, тыуған яғыма алып ҡайтам үҙеңде!» – тип күпме өндәһә лә, ниңәлер риза булмағайны Раушания. Әллә егеттең ныҡышмалылығы етмәне инде, әллә аралары һыуына башлауы булдымы...
Хәҙер, ана, үҙе килергә булып киткән хатта. Байым тәпәй-тәпәй баҫып үҫкән тупраҡҡа аяҡ баҫырға килә Раушания. Ысынында, Байымды армияға оҙатыр өсөн килә. Училищены тамамлап, һәр ҡайһыһы үҙенең тыуған яғына эшкә ҡайтҡан егет менән ҡыҙ бер уҡыу йылы буйы хатлашып торҙо. Өфөләге хушлашыуҙары ҡойто ғына килеп сыҡһа ла, хаттарында улар бергә булған мәлдәренең ҡәҙерен белә башлағайны. Бергә саҡтың ғына ҡәҙерен белмәй икән кеше.
Бына инде күптән түгел Байымға армияға китергә повестка тотторҙолар. Ҡыҙ килһә, бер юлы егеттең туғандары һәм тиңдәштәре менән осрашасаҡ, Байым уны дуҫтарына, барлыҡ ауылдаштарына «буласаҡ кәләшем» тип таныштырыр. Аталарынан ҡомартҡы булып ҡалған өйгә барлыҡ туғандары, бергә уйнап үҫкән тиңдәштәре, дуҫтары йыйыласаҡ. Күңелле итеп мәжлес ҡороп ултырасаҡтар, йыр-бейеү буласаҡ. Барыһы ла егеткә намыҫ менән хеҙмәт итергә, ауылдаштарының йөҙөнә тап төшөрмәҫкә, тыуған яғына имен-аман әйләнеп ҡайтырға фатихаһын бирәсәк.
Иң мөһиме, унда егеттең йән һөйгәне, Өфөлә барлыҡ егеттәрҙең һушын алған, әммә Байымға ғына ҡараған һарысәс, һылыу Раушания ла буласаҡ. Ҡайһылай шәп! Эх...
Байым менән бер үк курста уҡый башлағайны Раушания. Барлыҡ училище егеттәрен таң ҡалдырған ҡыҙҙы, әлбиттә, ул да күрҙе. Башҡалар кеүек бер күреүҙән ғашиҡ та булды. Әммә баҙыҡ кәүҙәле Байымға шундайын сибәр ҡарай буламы инде. Хатта Раушания менән һөйләшеп тороу ҙа уның өсөн хыял ине. Ятаҡтың тар коридорында бер мәл өлкән курс егеттәре үҙ-ара Раушания өсөн талашып китте. Кем ҡыҙҙы киноға саҡыра, йәнәһе. Дәғүәләшеү уҫмаҡлашыуға барып еткән мәлдә, егеттәрҙең береһе Раушанияның үҙен коридорға саҡырып сығарырға тәҡдим итте. «Кем менән киноға барырға теләгәнен ҡыҙ үҙе әйтһен!» тигән шартҡа барыһы ла риза булды.
Шулай итеп, Раушанияны һөйрәп тиерлек коридорға сығарып баҫтырып ҡуйҙылар. Егеттәрҙең был ҡылығын аңлай алмаған ҡыҙ ҡурҡышынан ап-аҡ булды, ҡулдары менән битен ҡапланы. Шул саҡта кухняға сәйнүк ҡуйырға тип бүлмәһенән килеп сыҡҡан Байым егеттәр ҡамауында ҡалған ҡыҙҙы күреп ҡалды. Тегеләргә тәүҙә ипләп кенә өндәшеп ҡараны. Ҡайҙа инде, әллә ҡасан уҡ Өфөгә килеп, «донъя күргән» егеттәр беренсе курста ғына уҡыған, етмәһә, үҙҙәренән бер баш түбән «первашты» тыңлап тора буламы инде! «Егеттәр, мин һеҙҙе иҫкәрттем!» – тине лә Байым, ҡулындағы сәйнүген ҡыҙға тотторҙо. Шунан килеп, ике-өс минут эсендә һауалы йәндәрҙе урҙы ла һалды Байым. Икәүһе ҡасып ҡотолдо. Ана шулай итеп Раушанияның күңелен яуланы егет...
...Әле Рәйсә апаһы башҡа ҡыҙ туғандары менән иртәнгелеккә, Байымды әрмегә оҙатыу мәжлесенә дыу килтереп аш-һыу хәстәрләй. Еҙнәһенә Байым һарыҡ һуйышты ла, ихата эсен, урам яҡлап өй алдын рәткә килтерергә, таҙартырға тотондо. Тәүҙә эре-торо ҡыйғыпыр, тап-һапты өйөп түкте, аҙаҡ ҡулына һепертке алды. Эңер төшкәнсе, күҙ бәйләнгәнсе бер нәмә белмәй эшләне егет. Туҡтап хәл йыйырға ла онотто. Күңелендә эркелгән илаһи моң уны шундай талымһыҙ итә. Күҙен йомһа, һары сәсле һылыу күҙ алдына килә лә баҫа. Ауыҙ эсенән, ирен ситенә сығарыр-сығармаҫ «Раушания» йырып буҙланы ул.
Диңгеҙҙең дә була төрлө сағы:
Бер дауыллап ала,
Бер тына.
Раушаниям, бәғерем...
Апаһы киске ашҡа саҡырғас ҡына иҫенә килеп, туҡталып ҡалды. Уның ҡарауы, ихата эсе, өй тирәһе ялт итеп, йылмайып ҡалғандай. Барыһына ла Байымдың да ихлас йылмайыуы ҡушылды. Валлаһи, сабыйҙың ялтыр ҡағыҙлы кәнфит күргәндәй мәле һымаҡ ине ул ошо саҡта.
Иртәгеһен иртүк уянып, ауылға терәлеп үк торған урман сите буйлап йүгереп килде, Һаҡмарға сумып та алды. Һалҡын һыу тәнен өттө өтөүгә, әммә иртәгә һалдат шинеле кейә торған егеткә нимә инде. Өҫтәүенә, Байым көрәшсе-боксер, уныһының да ниндәйе бит әле: беренсе разрядлыһы, үҫмерҙәр араһында республика чемпионы. Етмәһә, бер шағир әйтмешләй, «Һыуыҡ тейәме һуң һөйөүгә?» – күкрәгендә һөйгән йәре өсөн өлпөлдәп тибеп торған йөрәге бар саҡта нимә инде уға Һаҡмар һыуының һыуығы.
Өфөлә уҡыған саҡта шоферҙар әҙерләү курсында һөнәр үҙләштереүенең дә файҙаһы тейҙе. Еҙнәһенең машинаһы менән тимер юл вокзалы урынлашҡан ҡалаға юл алды.
Поезд станцияға килеп етеүгә, күңеле тартыуы буйынса туҡталған вагон ишегендә, ысынлап та, Раушанияның яҡты йөҙө күренде. Педучилищела уҡыған саҡта ла егет ҡыҙға ҡарата булған ошондай һиҙемләнеүҙәренән һис тә алданманы. Был юлы ла шулай булды. Байым һөйгәнен ергә лә аяҡ баҫтырмай, ҡулына күтәреп үк алды.
– Төклө аяғың менән, Раушания, нисек килеп еттең, бәләкәсем? – тип ҡыҙҙы ҡулында бер аҙ күтәреп торҙо ла, аяғына баҫтырҙы.
– Өфөнән шул тиклем алыҫта тыуып үҫкәнеңде белһәмме...
– Әйтеп бөтөр?
Белә Байым, һөйгәненең йор һүҙле, күңелсәк йәнле икәнен. Хәбәрҙе һәр саҡ кинәйәләп һөйләүенә лә күнегеп бөткән. Улар вокзал алдында кеше күп булғас, артабан наҙлашып торорға уңайһыҙланды. Уның ҡарауы, машина эсенә инеп ултырғас, рәхәтләнеп ҡосаҡлашты. Ирендәре ирендәрен тиҙ эҙләп тапты.
Рәйсә апаһы менән еҙнәһе уларҙы ҡапҡа тышына сығып уҡ ҡаршы алды. Һаулыҡ һорашҡанда, Раушания яйын тура килтереп, хужабикәгә кескәй генә төйөнсөктә тотторҙо: «Өфө күстәнәсе...»
Дүртәүләшеп ултырып сәй эсеп алдылар. Бында инде хәбәр дилбегәһен күберәк апаһы Рәйсә тотто. Ғаиләләрендә иң оло бала булараҡ, үҙенсә бурыс атҡарҙы. Ипләп- ипләп Раушаниянан ата-әсәһе, туғандары, зат-ырыуы, тыуған ере, эшләгән мәктәбе тураһында барлыҡ мәғлүмәтте яйлап-яйлап ҡына һөйләтте, дөрөҫөрәге, һығып алды.
Апаһының тәүге осрашыуҙа уҡ Раушанияга ҡарата шул тиклем төпсөр булыуын Байым оҡшатманы. Тәүҙә баш һелкеп тыңлап ултырҙы ла, тора-бара килештермәүен дә белдерҙе.
– Апай, ул тиклемен... Мин уның тураһында һиңә һөйләгәйнем бит...
Апаһы «ҡылт» итте. Берсә ҡыҙға, берсә егеткә ҡарап алды. Шулай ҙа тиҙ генә үҙ-үҙен ҡулға алып өлгөрҙө. Ирәүәнләнеп йылмайҙы.
– Аһ-аһ, нишләп һорашмай, ти, ҡыҙыҡсы, – тигән булды ул самауырҙан сәйнүгенә һыу ағыҙып. – Сит кеше түгел бит, Байым ҡустым, һине әрмейәнән көтөп алаһыбыҙ бар. Мин һорашмай, кем һорашһын. Үҙегеҙ бит миңә «ата-әсәй урынына ҡалдың» тинегеҙ.
– Ә миңә үҙем тураһында һөйләүе ҡыҙыҡ, – тип һүҙгә ҡушылып китте Раушания. Үҙе Байымға ҡарап, һиҙҙермәй генә күҙ ҡыҫып та өлгөрҙө. Уның ошо ишараһы егетте албырғатты ла ҡуйҙы. Ул ҡыҙҙы шул тиклем һағынып өлгөргәнен дә тойоп алды. Тап үҙ итеп күҙ ҡыҫыуында Байым Раушания менән икеһенең араһындағы аңлатып булмаҫлыҡ яҡынлыҡты тойҙо.
Артабан сәй табыны артында һөйләшеү-әңгәмәләшеү күңелле юҫыҡҡа боролдо. Сәй эсеп бөткәс, Байым Раушанияны тыуған ауылы, уның тәбиғәте менән таныштырырға алып сыҡты. Яҙ әле үҙенең тулы көсөнә инмәһә лә, илаһи ине уларҙың ауыл тирәһе. Йырсы ҡоштар күңелдәрендәге осрашыу шатлығы ауазына бар донъя ҡушылып йырлай һымаҡ. Ауыл урамын үткәс, Байым Раушанияны етәкләп яҡындағы тауға алып менде. Тау башынан тирә-яҡҡа ҡарап, ундағы асылған матурлыҡҡа ҡыҙ хайран ҡалды.
– Ҡарасәле, Байым, шундайын матур донъя! Һин юҡҡа ғына хыялый булып үҫмәгәнһеңдер ошонда?
– Мин тәүләп һине күргән көндән башлап хыялыйға әүерелдем инде...
Улар тау башынан ауылға бик оҙаҡ ҡарап торҙо, һөйләшеп, ҡосаҡлашып туйманылар, һағынышып өлгөргәйнеләр шул.
Ике сәғәттән ашыу ваҡыт үткәс, өй эсе тулып ҡунаҡ килде. Күптәре ауылда ауыҙҙан ауыҙға, ҡолаҡтан ҡолаҡҡа күскән хәбәрҙең дөрөҫлөгөн үҙ күҙҙәре менән күреп инанырға иткәндәй, ҡыҙыҡһыныулы ҡарашын был төбәккә хас булмағанса, һары сәсле, ап-аҡ йөҙлө сибәр ҡыҙға йүнәлтте. «Байымды әрмегә оҙатырға Уфа аръяғынан әллә мәрйәгә, әллә сирмешкә оҡшаған ҡыҙы килә-ниме, тиҙәр», тигән хәбәр, ысынлап та, йәшен тиҙлегендә түбән остан бирге осҡа тиклем таралып өлгөргәйне.
Күптәренең ауыҙы асыҡ килеш ҡалды, сөнки ғәҙәттән тыш сибәр һары сәсле ҡыҙҙарҙы улар был яҡтарҙа күргәне юҡ ине, шикелле. «Аныһы мәрйәгә оҡшап, һап-һары бит әле, сибәрлеген ҡара әле һин аның, Байымдың башы юҡҡа ғына әйләнмәгән икән», тигән тәүге ирендән башланған шыбырлау һүҙе артабан өйгә йыйылыусыларҙың барыһына ла барып етте. Бигерәк тә егет-еләндең күҙ-ҡарашы йылтылданы. Улар һәр ҡайһыһы Байымға яҡыныраҡ булырға, уның менән күберәк һөйләшергә ынтылды. Ошо ынтылышта ғәжәйеп сибәр ҡыҙға һис юғы һөйгәне аша мөнәсәбәтле булыу тырышлығы ла ярылып ята ине. Йорт эсен ситтән күҙәткән кеше был хәлде шундуҡ төшөнөр. Шуға ла мәжлестең иғтибар үҙәге, һис һүҙһеҙ, Раушания булды.
Йола буйынса мәжлестең тәүге һүҙен ауылдың муллаһы әйтте. Ул армияға китергә әҙерләнгән егеткә фатиха доғаһын башҡарҙы. Йола ҡушҡанса аш ашалып бөткәс, сәй эстеләр. Ауыл муллаһы менән ике ауыл ҡарты тағы бер тапҡыр доға уҡып, хуш итеп, ҡайтып киткәс, мәжлес икенсе төҫ алды. Йәғни ризыҡ янына ялтыр баштар менеп ҡунаҡланы.
«Ысын» мәғәнәһендәге мәжлестең башланғанын көтөп ялҡҡан йәштәргә ялҡын ҡабындымы ни. Һуңғы аҡһаҡал өйҙән сығып китеүгә, табын гөж итеп ҡалды. Ситлектәге арыҫланды асып сығарҙылармы ни: тәүге рюмкалар ауыҙ ителгәс, йәштәр бер тауыштан заманса «Әрмегә оҙатыу» йырын башлап та ебәрҙе.
Военкомат ишек алдын
Тапамам тигән инем.
Янып һөйгән йәркәйемде
Ташламам тигән инем...
Байым менән Раушания күберәк еңел вальс әйләнде. Училищела уҡығанда матур итеп бейергә өйрәнгәйнеләр. «Өс таған», «Ебегән» бейеүендә лә улар һынатманы. Барыбер ҙә мәжлестең иң юғары нотаһы Байымдың ҡулына баян алып үҙе сығарған йырҙарҙы башҡарыуы булғандыр. Әлбиттә, был йырҙар Раушанияға арналғайны.
Телефондар шылтырайҙар,
Яуап көтәләр...
Йәштәр геү ҡул сабышты. Раушания йәтеш кенә итеп Байымдың яурынына ике ҡулы менән таянып, уның йырҙарына үҙ мөнәсәбәтен белдерҙе. Ошондай йомшаҡ һәм наҙлы ҡағылыуға ҡыҙҙың барлыҡ тойғоһо һалынғайны. Йәштәр ҙә һис һүҙһеҙ бер хәҡиҡәтте аңланы: таңға Байымға китергә, ул Раушания менән ҡалырға тейеш.
Тәүҙә өлкәнерәктәр, аҙаҡ йәштәр ҡайтышты. Уларҙың береһе лә Байым менән хушлашманы, иртәнсәк һалдатты оҙатырға килә улар. Төнгө сәғәт өс тирәһендә өйҙә бары дүрт кеше генә тороп ҡалды.
* * *
– Балалар ҡәйнәмдәргә йоҡларға китте, беҙ еҙнәң менән аласыҡҡа сығып ятабыҙ, һеҙ бында ҡалығыҙ...
Рәйсә апаһының ҡарары шулай булды. Ул һауыт-һаба йыуып торған еренән үҙенә ярҙамлашыусы Раушанияға боролоп әйтте был һүҙҙәрҙе. Шундай итеп сәнсеп ҡарап та алды. Төпкө өйҙә диванда ултырған Байым да ишетте быны, апаһы юҡҡа ғына шулай ҡысҡырып әйтмәй был һүҙҙәрҙе. Ғилләһе бар.
Еҙнәһе сығып киткәс тә, егет бала саҡтан алып төнәргә өйрәнгән бәләкәй йоҡо бүлмәһенә үтте лә, сисенеп тә тормаҫтан, диванға һуйҙайҙы. Хәҙер, хәҙер, апаһы менән һөйгәне Раушания һауыт-һабаны йыуып бөтөрәсәк тә... Апаһы сығып китәсәк һәм улар Раушания менән икәүҙән-икәү генә тороп ҡаласаҡ...
Буйтым ғына эселгән шарап шауҡымы Байымдың башын апаруҡ ҡына иткән икән. Егет һөйгәне менән алда буласаҡ яҡынлыҡ һипкененә бирелеп, рәхәтләнеп күҙен йомдо. Яҡынлыҡ тигәс тә, уларҙың был ҡауышыу төнө түгел, әлегә иртәрәк, бары егет һөйгәнен ҡосаҡлан үбәсәк, ҡолағына һөйөү һүҙҙәрен әйтәсәк, хушлашыу көндәрендә күңелендә яралған һағышлы ауазын ишеттерәсәк. Раушания менән ҡауышыу сәғәттәрен Байым бөтөнләй башҡаса, йола ҡушҡанса, аҡ келәттә, ап-аҡ юрғандар, ап-аҡ күпмәләр араһында итеп күҙ алдына баҫтыра. Бына армиянан ғына хеҙмәт итеп ҡайтыр ҙа. Ике йыл ваҡыт һиҙелмәй ҙә үтә лә китә ул. Ә әлегә ул һөйгәне менән икәүҙән-икәү генә ҡаласаҡ. Егет күҙен йомдо, әллә ҡолағына салынды, әллә төшөндә уға кемдер өндәшкән кеүек. Хәтһеҙ генә ятып та өлгөргәйне шул.
– Ба-йым, Ба-йым, тим, һин ҡайҙа, ас әле, – тигән шыбырлап ҡына, әммә үҙәккә үтерлек итеп әйтелгән һүҙҙәргә уянып китте Байым. Бәй, Раушанияның тауышы бит. Шул ике арала ойоп та киткән түгелме?
Байым тиҙ генә аяғына баҫып, йоҡо бүлмәһенең ишеген этеп асырға итте. Бикле булып сыҡты. Үҙ ҡулына үҙе ышанмаған егет инде барлыҡ кәүҙәһе менән ишеккә бәрелде. Ҡымшанманы ла.
– Раушания, кем бикләне уны, бар, аласыҡҡа барып апайымдан асҡыс алып кил, яңылыш бикләп киткәндер... Ҡыҙ оҙаҡ ҡына өндәшмәй торҙо ла, аҙаҡ уның «Ярар, хәҙер...», тигән шыбырлауы ишетелде. Әммә бер аҙҙан ул йоҡо бүлмәһенең ишек төбөнә кире әйләнеп килде.
– Байым, уф Аллам, йорт ишеге лә тыш яҡтан бикле...
Байым башын тотоп диванға ултыра төштө. Мейеһенә ҡан һикереүҙән ҡапыл үҙ-үҙен аңлай алмаҫлыҡ хәлгә килеп еткәйне. Әммә бокста ринг алдынан үҙен нисек тынысландырырға өйрәнһә, бында ла шулай итте. Күп булһа, бер минут үткәндер, ул тынысланғайны.
Оҙаҡ уйлап торорға ваҡыты юҡ, ул тәҙрә өлгөһөн алып, тәүҙә тышҡа сығасаҡ, аҙаҡ йорт ишеген асасаҡ. Егет ишек янына килде.
– Раушаниям, борсолма, мин хәҙер тәҙрә аша сығып йорт ишеген асам, мин хәҙер...
Байым тәүҙә тәҙрәнең ҡорғанын тартып асты ла, тыштағы айлы төндө күрергә итте. Күренмәне тыш. Тәҙрә ҡапҡастары ныҡлы итеп ябылғайны. Байым «аһ» итте, тәҙрә өлгөһөн алған хәлдә лә, ҡапҡасты асып булмаясаҡ. Тирә-яҡ ауылдарҙа атаҡлы балта оҫтаһы булып танылған атаһы үҙ йортондағы ишектәрҙе һәм уларға биктәрҙе ысынъяһау итеп, ныҡлы рәүешкә килтереп эшләгәйне. Быны егет бик яҡшы белә. Ул үҙен «тимер ҡоршау» эсенә килеп эләккәнен шундуҡ аңланы.
Апаһы... Тик уның этлеге был. Тик ниңә улай ҡылана һуң? Әллә һүҙгә килештеләрме? Апайҙарҙың ҡустыларын буласаҡ килендәренә көнләшә тигәндәре шулай буламы икән? Раушания өйҙәренә килеп ингәндән бирле Рәйсә апаһы утҡа баҫҡан бесәй ише шомтайып йөрөнө шул. Тәүҙә сәй эскәндә ана ниндәй ҡолаҡҡа ятмаған һорауҙар биреп маташты, ҡыҙының башын ҡатырҙы. Аҙаҡ мәжлес барғанда ла, бигерәк тә Байым менән Раушания вальс әйләнгәндә ҡорған артынан тишерҙәй булып ҡарап торҙо. Егет һөйгәненә арнап йыр башҡарғанда апаһы ниңәлер йәшләнгән күҙҙәрен яулығының осо менән һөрттө.
– Байым, һин ҡайҙа, мин ҡурҡам...
– Ҡурҡма, Раушания, утты яндыр ҙа, ишеккә терәлеп ултыр, мин хәҙер һиңә барыһын да аңлатып бирәм. Тәҙрә лә тыштан бикле...
– Былай ҙа барыһы ла аңлашыла, Байым, миңә бында килергә кәрәк булмаған, – ҡыҙ шыңшый башланы. Апайың минең килгәнемде оҡшатманы, шикелле...
– Улай түгел, Раушания, мин уның ниңә шулай иткәнен беләм. Тик был хаҡта мин һиңә армиянан яҙған хатымда аңлатырмын, йәме...
– Ярар, Байым, мин һинән хәҙер үк хат көтә башлайым, йәме?
– Ярар, тыныс йоҡо, Раушания, әйҙә, былай итәбеҙ, иртәнсәк апайым алдында бер нәмә булмаған кешеләй ҡыланайыҡ. Нишләгән булыр икән.
– Әйҙә, шулай итәйек, ҡыҙыҡ итәйек, һиңә лә тыныс йоҡо, Байым...
Иртәгеһенә Байым менән Раушания Рәйсә алдында һыр бирмәне. Киреһенсә, шау-гөр килеп, йылмайып-көлөп, төндәге хәлде һиҙҙермәне. Әйтеләһе һүҙҙәр әйтелеп, теләктәр теләнеп, фатихалар бирелгәс, Байымды оло юлға оҙатырға сыҡҡан йәштәр үҙен ауыл осона тиклем ҡулына күтәреп тиерлек алып сыҡты. Тик шунан һуң ғына ауыл хакимиәтенән бүленгән махсус машинаға ултырҙы буласаҡ һалдат. Янына Раушания һыйынды. Тәүҙә район военкоматына тиклем улар бергә барасаҡ, аҙаҡ поезд менән Өфөгә тиклем бергә-бергә туҡылдаясаҡтар. Артабан инде уларҙың юлы айырыласаҡ. Шулай ҙа ауыл осонда машинаға ултырыр алдынан Рәйсә апаһы Байымдың ҡолағына ошо һүҙҙәрҙе бышылданы: «Кисәге ҡылығым өсөн ғәфү ит инде, ҡустым, ниңә икәнен хат аша аңғартырмын. Хәйер, мәле еткәс, үҙеңдә аңларһың...»
* * *
Рәйсә апаһы «хат аша аңғартырмын» тиһә лә, ике йыл һалдат хеҙмәте үтеп китте, был хаҡта ләм-мим һүҙ булманы. Шулай итеп, ата йортонда Байым менән Раушания араһына апаһы һалған биктең сере шул килеш, асылмай ҡала килде. Уның ҡарауы, үҙе хеҙмәт иткән хәрби часта Байымдан да бәхетлерәк кеше булманы, буғай. Ни өсөнмө? Сөнки уға көн һайын хат килеп торҙо. Раушания яҙҙы уларҙы. Ә инде шуларға апаһы һәм башҡа туғандары, дуҫтары яҙған хаттарҙы ла ҡушһаң, көнөнә 2-3 конверт килгәндәре лә булманы түгел, булды.
Дембель Байым «ана ҡайтам, бына тыуған яғыма талпынам», тип һуңғы көндәрен һәм сәғәттәрен тултырғанда, ҡайтыр юлы теүәл дүрт айға өҙөлдө лә ҡуйҙы. Рәтен килтереп, яйын яйлап парадкаһын да шартына килтереп, әҙерләп ҡуйғайны.
Үҙе хеҙмәт иткән һауанан һөжүмгә ҡаршы оборона тотоу хәрби часының һуңғы ҡарауыл нарядында булды Байымдың тыуған яғына юлын ҡыйған ғәҙәттән тыш хәл. Бейек ҡаялы тауҙың уртаһында урынлашҡан радиостанцияны тикшерер өсөн улар, дембелгә әҙерләнгән өс һалдат, ҡаяға беркетелгән арҡан баҫҡыстан өҫкә үрмәләне. Алдап украин егете Диденько китте, уның артына Байым баҫты. Өсөнсө егет аҫта ҡалды, һалдаттарҙың арҡаһына СКС карабины аҫылған: Диденько аҫҡан карабиндың көбәге өҫкә ҡарап тора. Ә Байым баҫҡысҡа баҫыр алдынан уңайлы булһын өсөн, кире төшөп, карабинының көбәген аҫҡа ҡаратып аҫып алды. Ауылда һунарҙа йөрөгәндә шулай итергә күнеккәйне ул.
Бына алдан барған дуҫы арҡан баҫҡыстың һуңғы киртмәсенә баҫып өҫкә үрелде, Байым уртансылыҡ юлда. Шул саҡ, ҡапыл, көтмәгәндә... Байым өҫтән Диденьконың осон килгәнен генә күреп өлгөрҙө. Үҙе лә ҡолап бара түгелме? Бөтөн тәне менән таш ергә «ыңҡ» итеп ҡалды егет. Башҡа бер нәмәне лә иҫләмәй...
...Хәрби госпиталдең реанимация бүлегендә иҫенә килде ул. Тәү күргәне өҫтәге лампанан төшкән яҡтылыҡ булды. Тойғаны – шаңҡыуҙан һуң була торған ауыртыныу, башының зиңкеүе һәм һул аяғының үҙәккә үтерлек булып тәҡәтһеҙ һыҙлауы. Бәй, уның аяғына кемдер ҡағыла түгелме?
Эйе, аҡ халатлы хәрби табип уның аяғындағы итеген бысаҡ менән телгеләп маташа.
– Теймәгеҙ, ул бит минең дембель итектәрем...
Егет йән асыуына ҡысҡырып, аяғын тартып алырға итте, әммә улар хужаһын тыңлашманы. Бары алдағынан да нығыраҡ ауыртыныу ғына ҡабатланды.
– Был итектәр һиңә, иптәш һалдат, бүтән кәрәге теймәҫ, ахырыһы...
Табип итектең ҡунысын бысағы менән ярып ебәрҙе лә, ситкә алып һалды. Байым үҙ аяғын үҙе таныманы. Улар ике-өс тапҡыр йыуанайып шешенгәйне.
– Иптәш доктор, мин үҙ аяғыма баҫа аламмы, әйтегеҙ, зинһар, – һалдат һыҙланыуҙан йәшкәҙәгән күҙҙәрен табипҡа төбәне.
– Ҡырҡырға тура киләсәк...
«Ошо килеш үлһәм, ятып үләм, әммә аяғымды ҡырҡырға бирмәйәсәкмен!» Байым үҙен ҡарарға килгән хәрби табиптарҙың барыһына ла тик ошо ғына һүҙҙе еткерҙе. Бер аҙҙан уға хеҙмәттәше Диденько хаҡында ҡот осҡос хәбәр әйттеләр.
Ҡарауыл буйынса һуңғы нарядҡа бәйле фажиғәле ваҡиға түбәндәгесә булған икән. Оҙаҡ ҡулланыуҙан ҡаяташҡа ышҡылып ашалған арҡан өҙөлөп киткән дә, улар Диденько менән аҫҡа ҡолаған. Иптәшенең карабин көбәге елкә тапҡырынан мейеһенә ҡаҙалған... Диденько шундуҡ йән биргән. Хеҙмәттәшенән күпкә арттараҡ күтәрелгән Байымды Хоҙай аралаған. Диденьконы цинк табут менән тыуған яғына оҙатҡандар...
Хәрби округтан килгән оло дәрәжәле табиптар ҙа: «Һалдаттың аяғы серей башламаҫ борон кисекмәҫтән ҡырҡырға!» – тигән һығымта яһаны. Әммә егет уларҙың бер ниндәй дәлиленә лә ыңғайламаны.
«Беҙ ашығыс хәрби командировкала, шуға күрә мин тиҙ арала ғына ҡайтып етә алмам», тип яҙҙы Байым барлыҡ туғандарына, Раушанияға яҙған хаттарында. Тешен ҡыҫып түҙҙе, әммә үҙ хәле хаҡында берәүгә бер зарланманы. Үҙенең ғәрип булып ҡалмаҫына ышанысы көндән-көн һүрелеп барған көндәрҙең береһендә Раушаниянан йөрәгенә ҡан һауҙырған хат алды.
«...Байым, һин мине ғәфү итә алырһыңмы-юҡмы. Әммә беҙҙең ауылға уңыш йыйырға тип ситтән командировкаға килгән бер егет мине ҡосаҡлап үпте лә ҡуйҙы. Шунан бирле артымдан эйәреп тик йөрөй, үҙен ҡыуып ебәрә алмайым, йә үҙең ҡайта һалмайһың...»
Байым хатты артабан уҡып торманы. Йыртып бырғатты. Оҙайлы төндәр буйы иңрәп иланы. Ҡасандыр бер ағайҙың әйткән һүҙҙәрен дә иҫенә төшөрҙө. «Башҡанан ирененән үптергән ҡыҙ һинеке түгел инде ул...»
Һағышын ҡайҙа ҡуйырға, ни эшләргә белмәгән егет Рәйсә апаһына яҙған хатына түбәндәге юлдарҙы теҙҙе: «Апай, һиңә барыһы өсөн дә ҙур рәхмәт. Бигерәк тә мине оҙатҡан төндә Раушания менән арабыҙға һалған бигең өсөн... Мин барыһын да аңланым инде...»
Апаһынан да хат оҙаҡ көттөрмәне. «Эй, ҡустым, үтә сибәр, үтә сағыу шул Раушания. Бәлки, холҡо ла күркәмдер. Ҡояш кеүек шул Раушанияң. Ә ҡояш булып тыуғандар бер кешене генә яҡтыртмай, йылытмай. Үтә сибәрҙәр, матурҙар үҙенең шундай икәнен белеп ҡалғандан һуң башлана инде уның тормош иптәше өсөн тынғыһыҙ көндәр. Ҡояшҡа тартылыусылар ҙа күп була. Һин бигерәк бер ҡатлыһың, ҡыҙыуһың. Уның менән барыбер бәхетле була алмаҫыңды йөрәгем менән тойҙом шул, ҡустым! Ниңә улай оҙаҡланың, тиҙерәк ҡайт, һағындыҡ үҙеңде!» – тип яҙылғайны апаһының хатында.
Хәрби госпиталдә йәмғеһе дүрт ай ятты Байым. Табиптарҙы ғәжәпләндереп, тәки үҙ һүҙен һүҙ итте, аяғына баҫты. Ҡатмарлы, ауыртыныуы үҙәккә үтерлек операцияларҙы еңел үткәрҙе. «Булып-булып та, шул тиклем үҙ һүҙле һалдатты тәүге тапҡыр күреүебеҙ. Гражданкалағы тормошоңда ла шундай уҡ ихтыяр ныҡлығы, ҡоростай рух теләйбеҙ һиңә, башҡорт егете!» тип оҙатып ҡалдылар уны госпиталь табиптары. Тыуған яғына юлланасаҡ поезды көтөп платформаға сығып баҫҡас, Байым үҙен ирекле итеп тойҙо. Күкрәген тултырып еңел һулап та ҡуйҙы. Барлыҡ биктәрҙән ысҡынғайны, ҡотолғайны ул.
Әхмәр ҮТӘБАЙ.
Фото: Лилиә Такаева