Бөтә яңылыҡтар
10
Әҙәби бит
8 Февраль , 20:00

Таң мәскәйе. Т. Баһауетдинова.

Эй, әттәгенәһе, ялҡау, булдыҡһыҙ, тағы эйендеһенә быҙауын ҡушты ла ҡуйҙы. Шунан ниндәй ҡаймаҡ буһын да ниндәй май буһын. Әүәле бер һыйырҙан ҡышҡа етерҙек май эштәп ала торғайным, был хәстрүш ике һыйыр һауып, ҡыш етһә, маргарин ашап утыра. – Килененең һыйыр һауғанын ҡойма егенән күҙәтеп торған Хәтирә әбей таяғын ҡоймаға һөйәп, ҡомғанын бер ҡулынан икенсеһенә күсереп, үҙалдына шулай һөйләнә-һөйләнә артабан туйтанланы... 

  • Эй, әттәгенәһе, ялҡау, булдыҡһыҙ, тағы эйендеһенә быҙауын ҡушты ла ҡуйҙы. Шунан ниндәй ҡаймаҡ буһын да ниндәй май буһын. Әүәле бер һыйырҙан ҡышҡа етерҙек май эштәп ала торғайным, был хәстрүш ике һыйыр һауып, ҡыш етһә, маргарин ашап утыра. – Килененең һыйыр һауғанын ҡойма егенән күҙәтеп торған Хәтирә әбей таяғын ҡоймаға һөйәп, ҡомғанын бер ҡулынан икенсеһенә күсереп, үҙалдына шулай һөйләнә-һөйләнә артабан туйтанланы.

 

Юғиһә, килене аҙбар яғында эшен тамамлап, был яҡҡа ыңғайламаҡсы. Күреп ҡалһа, тағы арттан тикшереп йөрөйөң, тип енен сәсер.

  • Рәхәтләнеп йоҡлап ҡына ятмай, мине аңдып тик йөрөйөң, таң мәскәйе һымаҡ…
  • Минең йәшкә етһәң, йоҡоң килер микән үҙеңдең.

Райхана бүтән һүҙ ҡуйыртып торманы, һөтлө биҙрәһен тып иттереп аласыҡ урындығына ҡуйҙы ла кире кәртә яғына атланы. Быҙауҙары әсәләренән айырылһа, ҡапҡаны асып сығарып ебәрер кәрәк. Юҡһа оҙаҡ тылҡып, һыйырҙарының еленен эштән сығарыуҙары бик ихтимал. Унан һауырһың һаумай ҙа.

  • Һәш-һәш!

Таныш тауышты ишетеү менән быҙауҙар әсәләренең елененә морондарын матҡыбыраҡ батырырға тырышты. Уларҙы көс-хәл менән әсәләренән айырып, үҙҙәренең кәртәһенә индергәс,  һыйырҙарын ҡапҡанан сығарып, тау яғына ыңғайлатты ла,  Райхана аласыҡҡа йүнәлде. Быҙауҙар тороп торһон әле, мал көтөүһеҙ булғас, һыйырҙар ҡайһы бер көндәрҙә ауыл эсендәге элекке ферма тирәһендәге саңдауҙа себендәп, төшкә тиклем йәйрәшеп ята торған. Иртә сығарһаң, әсәләренең был ғәҙәтен белеп алған быҙауҙар шунда атылырға ғына тора. Быҙауын ҡушарлап алған һыйыр ҡайтыуҙы онота ул. Ундай саҡта донъяһы теүәл уларҙың: урманға китеп, аҙып, йәшел үләндә мыңғалай булып тик йөрөйҙәр.

Хәйләкәр ҙә инде ҡәйнәһе. Көн һайын иртәнсәк тороп, тикшеренеп йөрөмәһә, исеме Хәтирә булмаҫ. Кеше көндөмөн, тимәй, һаман губернаторлығын ташламай. Хәтирә әбейҙең йәш сағында ҡушаматы шулай булды. Ер һелкетә баҫып йөрөгәнгә, уҫалыраҡ булғанға шундай ҡушамат эләккән.

Тәү күргәндә үк оҡшатманы ҡәйнә киленен. Ул хыял иткән килендең тап киреһе ине шул. Хәтирәнең уйынса, килен тигән кеше ап-аҡ йөҙлө, оҙон толомло, оҙон күлдәкле, нескә билле, буйсан булырға тейеш һымаҡ ине. Ә Райхана, киреһенсә, ҡыҫҡа сәсе һарыға буялған, кәүҙәһе бәләкәй генә, үҙе йыуантағыраҡ, ҡарағусҡыл йөҙлө. Аҙаҡ, әлбиттә, сәс яйлап үҙ төҫөнә ҡайтты – ҡап-ҡара булып үҫеп сыҡты. Ләкин толомға уҡ етә алманы – ҡырҡыла торҙо.

Таһиры алып ҡайтып күрһәткәс, енен сәсеп ҡараны ла ул ҡарсыҡ, тик әллә нимә ҡыйрата алманы. Ейәндәр тыуғас, яйлап күңеле йомшара төштө ҡарсыҡтың. Тик бөтөнләй үк түгел.

 

Райхана һөтөн, ҡоймаҡ ҡойоуға, сәйгә айырым һөҙөп алды ла, ҡалғанын 3 литрлыҡ банкаларға ҡойоп һыуытҡысҡа тығып, өйөнә ыңғайланы. Донъяһын таң һарыһынан ҡыумаһа ла, күршеләренән ҡалышҡаны юҡ әле, әҙерәк серем итеп алыр.

Йылы түшәгенә сумыуы ла булды, тышта сылтыр иткән тауыш ишетелде. Һикереп тороп,  ихатаға ҡараған тәҙрәгә һонолдо. Ҡорған ситен генә ҡайырып күҙ һалды. Аласыҡтан ҡәйнәһе сығып килә. Йөҙө ҡара янған. Йәнә теге ишек төбөндәге бак ҡапҡасына эләккән инде. Ғәҙәттә, иртәнсәк йәне көйһә, шул бак ҡапҡасына таяғы менән һуғып үтә торған ғәҙәте бар әбейҙең.

Райхана эштең нимәлә икәнен тойомлағас, кире ятты. Үсегеп. Ҡыйрап китһен, әйҙә, донъяһы.

Ул арала өй ишеге асылғаны ишетелде. Иҙәнгә әүәлгенән дә нығыраҡ дөп-дөп баҫып үтте әбей. Таяғын ишек төбөндә лә ҡалдырып торманы хатта был юлы – аяғы менән бергә дуэт яһап туҡыданы аныһы. Аңғансы бүлмәһендә нимәлер тыпылдап иҙәнгә ҡоланы.

  • Әллә, беҙ донъяны улайтып көтмәнек. Һыйырҙы һауып-ҡыуғас, һөттө бороп, аҡты эш итмәйенсә аласыҡтан сыҡманыҡ. Ул тороуын-торғас, нимә тигән кире ятыуҙыр инде. Әллә инде, мин ҡыйрап китһәм, был донъя ҡалай булыр. Йә-ә-ә Алла-а-а. Һәүкәшкенәләрем төш ауғансы аҡырышып торорҙар инде, күршеләрҙе маҙаһыҙҙап, себендәп. – Әбей ауыр итеп ыңғырашҡан һымаҡ көйләп уфтанып ҡуйҙы.

Райхана ишетмәмеш булып ята бирҙе.

Тағы ла нимәлер тып итеп ҡалды. Быныһына инде Таһир ҙа уянды.

  • Нимә булды ул?
  • Ана, әпсәңдән һора! – Үҙе лә аңғармаҫтан шулай тине Райхана.
  • Шашма, килен, һин дә әпсәгә әйҙәнерһе-е-ең. – Ғәҙәттә, ҡолағы насар ишетеүгә зарланырға яратҡан әбей ҙә яуапһыҙ ҡалманы.
  • Өләсәй булыр мәлең етеп килгәндә лә килен ҡамытын сисә алмай йөрө инде, ҡыйбрәт. Улым кәләш алып, киленле генә булайым әле, күрмәкәйен күрһәтәм үҙемдең таң мәскәйе булған мәлдәрем өсөн. – Түҙмәй, ырғып торған Райхана яулығын рәтләп ябына-ябына юрый тауышын яһалма күтәрә биреберәк шулай һамаҡланы.
  • Тор, нимәңде ҡарап ятаң. Ана, вис күршеләр беҙҙе үтеп китеп бөткән, - тип иренә лә ҡаты ғына әйтеп ҡуйҙы.

Таһирҙың күҙе дүрт булды. Ул арала күрше бүлмәнән ҡәтғи тауыш яңғыраны:

  • Улыма һүҙ әйтмә! Йоҡлаһын әле. Беҙҙең ваҡытта бер ир ҙә бисәһенә быҙау һөрәшеп йөрөмәһә лә, дерһелдәтеп көттөк донъяны. Йәй буйы әллә нисә лаклы ҡапҡаслы биҙрә аҡ май тоҙлап, көҙгә иретеп алып, ҡыш буйы һары май ғына ашап сығыр инек.

Килененең ҡаймаҡ-майын аҙна һайын баҙарға алып барып һатып, байтаҡ аҡса эшәгәнен дә, туңдырғыстың яртыһы аҡ май менән тулғанын да белмәмеш булды әбей.

  • Урман ҡырҡып йөрөгән ере юҡ әле, торһон! Таһир минең менән бергә торһа, һыйырҙың эйендеһен дә һауырмын. Ул алаҡандап торған һыйырҙың аяндап торған быҙауын ике тапҡыр имсәктән айырыр өсөн ир көсө кәрәк. – Үҙе ипләп кенә Таһирына күҙ ҡыҫты.
  • Ҡабат, Таһир, мин ятҡан мәлдә ятаһың, мин торған мәлдә тораһың!

Теге яҡта тынлыҡ урынлашты.

Унан Райхана юрамал әбейҙең үҙе һымаҡ дөп-дөп баҫып ишеккә ыңғайланы.

Юҡ, әллә ней хөрт йәшәмәй улар ҡәйнәһе менән. Ошо иртәнсәкке йоҡларға яратыуы ғына эште боҙа. Кисәге ярты төнгә тиклем эркет ҡайнатып, һалмаһын йәйеп-ҡырҡып ятыуы ла бер нәмә лә түгел әбейгә. Таш яуһа ла, иртәнсәк килене ул торғансы һалдат һымаҡ аяғөҫтө булырға тейеш. Күрше килендәр һыйырҙарын 8-ҙә тороп һауһалар ҙа, һүҙ өндәшкән кеше юҡ, ә бында таңғы 5 тулып үткәс тораһың икән, тотош фажиғә. Ҡара таңдан ҡыптырҙамаһаң да кешенән артта ҡалмайһың да бит. Ана, аңлатып ҡара һин быны ҡәйнәгә.

Тупһаны аша атлап сыҡҡансы уҡ көйөүен онотҡан алабай килен, әле  иртәрәк булһа ла, сәғәт 6 ла тулмағайны, йылыта һалып алып, һөтөн электр сепараты аша үткәрҙе. Кисәге әсетергә ҡуйған һөтө күпсеп тә сыҡҡан икән, ул арала уны һөҙөргә ҡуйҙы. Йөҙөм ҡушып тасҡап алыр. Бер аҙ ванилин да өҫтәп ебәрһәң, телде йоторлоҡ була ул. Бөгөнгө һөтөнән ойотҡан ойотор. Йәш ҡаймаҡ туҡып, еләк-емеш турап болғатҡан ошо ризыҡты кибеттәге йогурттарға йәнәш ҡуйырлыҡ та түгел – балалары йыпырып ҡына ҡуя.

Ҡош-ҡортона ем һипте. Ул арала самауыры быу бөрктө. Тик өй яғынан сыҡҡан кеше күренмәй. Райхана яңы һөткә йомортҡа һытып ебәреп, тиҙ генә ҡыҙыу утта иртәнге сәйгә ҡоймаҡ ҡоя һалып алды. Өй яғында һаман тынлыҡ. Самауырына тағы күмер өҫтәне. Өйҙәгеләрҙе сәйгә саҡырырға әллә нисә ынтыла биреп ҡуйҙы. Тик… өйгә инеп, әйҙәгеҙ, сәй эсәйек, тип әйтергә йөрьәт итә алманы ла ҡуйҙы.

 Аласыҡ ишеге яҡтауына һөйәлеп, иртәнге симфонияға ҡолаҡ һалды. Эй, ауыл иртәләренең матурлығы… Ана, өй алды баҡсаһында өҙҙөрөп бер ҡош һайрай, йылға аръяғында кәкүк саҡыра. Урамда ҡаҙҙар ҡаңғылдаша, ялҡау ғына итеп эт өрөп ҡуйҙы. Лапаҫ башына ҡунған әтәс күкрәк киреп ҡысҡырып ебәрҙе. Тауыҡтар йырлай-йырлай тиреҫлектә тибенә. Ошо илаһи тауыштарҙы тыңларға ла ваҡыт булмай китә бит. Ә һауа һуң әле, һауа… Әллә ниндәй үлән еҫтәре тәм итә.

Ниһайәт, ишек тауышы ишетелде. Болдорҙа башта Таһиры, унан ҡәйнәһе күренде. Асыуы бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан килен, йәһәтләп алъяпҡысын, итәк-еңен рәтләштереп, яулығын төҙәтеп, алсаҡланып уларҙы сәйгә саҡырҙы. Өйҙән сығыусылар аптырабыраҡ ҡарап ҡуйҙылар ҙа, шым ғына бит-ҡулдарын сайҡап, табын артына ултырҙылар. Райхана, әлбиттә, был арала өйҙә булған һөйләшеү хаҡында белмәй ине. Ә һөйләшеү ошолайыраҡ төҫ алғайны…

 

- Әсәй, былай ҙа уйлап йөрөй инем, булды, етте, айырам был бисәне. Бөгөн барып ғариза бирәм. Былай булмай, теңкәмде ҡоротто бит һуң шул иртәнге йоҡоһо менән. Балалар менән теләһә ҡайҙа сығып китһендәр. Дүрт яғы ҡибла. Өй минеке. Атам нигеҙендә йәшәйем. Ирҙән айырылған бисәләр донъя ауылда, берәйһен алып ҡайтырмын. Бик булмаһа, ана, Зәбирәнең ирҙән ҡайтҡан ҡыҙы Динәне алырмын. Иртәсел килеп тороп. Әллә нейҙә бер иртәрәк торорға тура килгәндә лә гел урамда күрәм үҙен. Моғайын, таң һарыһынан һыйырҙарын һауып-ҡыуып ҡайтып килеше булалыр. Шул ҡатындың иртәсел булыуына һоҡланып ҡалам.

  • Атаң башы, һыйырҙың ҡайһы яғынан ултырып һауырға белә икән тиһеңме ул һөйрәлсек. Төнгө мажараһынан таңға ҡайта бит ул. Бөтә ауыл ғәйбрәт итеп һөйләй үҙен. Үҙе килеп тороп урамсы, ғәйбәтсе йәш кенә башына. Ире бушҡа үҙе әпкилеп түгеп киткән тейеңме. Йүнде бисә буһа, артынан инәлеп йөрөр ине әле, ҡайт та ҡайт, тип. Бүтән быяҡҡа аяғын баҫманы бит.
  • Анауы түбәнге ос Зарифтың ҡыҙы Хәбирә лә ирһеҙ. Ололоғон олораҡ инде. Ҡарт ҡуйынында ҡалас бар, тиҙәрме әле. Кейәүгә лә бармаған, эйәрсән балаһы ла юҡ.
  • Кит, ауыҙыңдан ел алһын. Эт ялҡауы бит ул. Кәкерәйеп бөткән әсәһен тотоноп, көнө буйы урам буйында симешкә сирып утыра. Әҙәм ыстырамы. Ишеү… Етмәһә, атаң мәрхүм егет сағында уның әпсәһе менән ғишыҡ тотоп йөрөгән. Тупһаға ла баҫтыраһым юҡ уны!

Улы ауылдағы ҡатын-ҡыҙҙарҙы барлап, хәбәрен дауам иткән һайын күҙе ҙурая, йөрәге нығыраҡ дарҫлап тибә  башлаған әбей түҙмәне, сеңләп кенә илап ебәрҙе.

  • Ҡуй, улым, улайтма, килен ялҡау ҙа түге, ҡайһы бер йәш бисәләр һымаҡ күңел асырға, эсергә лә ынтылып тормай. Балларҙы ҡалай матур ҡарай. Ҡу-уй, ейәндәремһеҙ нисек йәшәйем мин. Көйөшөп китһәк тә тиҙ ҡайтымһаҡ бит ул киленем. Хатта мунсаға тиктем апарып йыуындыра. Бүтән кем улайтып йөрөй әле. Килен булып килгәндән алып ҡулымды кергә тейҙергәне юҡ – үҙе йыуа. Донъяны гөл итеп тота. Аш-һыуға оҫта килеп тороп. Шул иртәнсәк йоҡтау ғынаһы инде… Эй, үҙемде ҡәйнәм дә шулайтып иртәнге йоҡоно йоҡтатмай ыҙалата торғайны ваҡытында. Шул саҡта, уның үсен киленемдән алырмын әле, тип уйлай торғайным мин, диуана. Ҡуй, балам, йоҡтағыҙ, әйҙә. Ҡабат бимазаламам. Йоҡо йәш саҡта ғына тәмде бит уу, олоғая баштаһаң, бөтә нәмәнең тәме бөтә. Ҡасандыр, ҡәйнәмдән башҡа сыҡһаҡ, бер туйғансы йоҡтап алыр инем, тип хыялдана торғайным мин, алйот. Кешенән ҡалышып йәшәмәй әле килен, шул эштәрҙе барыбер кеше ыңғайына үҙе атҡарып бөтә. Булыр-булмаҫ килендәрҙән арттырып көтә хатта донъяны. Ана, кисә эркет ҡайнатҡан арала төндә 6 өшә һалма йәйеп, ҡырҡып алды. Ул яҡтан зәрә сымыры. Төнәгөн мунсала мине сабындырғас, ҡәйнәм, ышлактарың сыға, эс әле ошоно, тип миңә эремсек һыуы эсерҙе, үҙе лә эсте. Ҡайҙан белеп бөткән тейең барыһын.

Үҙ хәлеңде күршеңдән һора, тейҙәр бит, өлөкөгөн Хазина ҡарсыҡ та, һай-һай, Хәтирә, бүрең олоно, уңдың килендән, һин бәхетте, минең ҡыҙым да һинең киленең кеүек ҡарамай, ҡул мөсһөҙҙәнгәс, кер йыуыуы ла бер бәлә, тип торҙо. Уныҡылар, ана, әбейҙең пенсия алғанын ғына көтөп торалар ҙа, аҡсаһын юхалам-юмалап алғас, пластинкаларын алыштыралар, унан аҙна эсеп яталар.

Таһир ипләп кенә мыйығын һыйпап ҡуйҙы. “Пуляһы” сәпкә генә тейҙе бит, ниһайәт…

-Миңә избунканы ҡараштырып бирегеҙ, ашау бергә буһа ла, ятыш-торошом шунда булыр. Миңә, оло кешегә, аулаҡ кәрәк һәҙер. Әбейҙәрем килеп лаңҡылдашып ултырһаҡ та яҡшы. Атыу ҡолаҡҡа ҡатыланғас, бер-беребеҙҙе ишетә алмай, теңкәгеҙҙе ҡоротоп бөтәбеҙ бит. Йәнә үҙебеҙгә күрә бөтә ғәмгә фаш итмәй торған серҙәребеҙ ҙә бар. Төндә таҡылдап һеҙҙе ҡырҡ уятып, әллә нисә тышҡа сығам, өҫтәүенә. Киленкәйем нисә сыҡһам да уяна бит әле ул. Кисә хатта артымдан барып сыҡҡан. Оҙаҡланың, әллә ҡолап ятаң микән тип ҡурҡтым, тей. Мин ней әҙерәк төнгө һауаны һулап тора инем, йондоҙҙо күкте байҡап.

Үҙемде йәш саҡта ҡәйнәм таң һарыһынан уятып, иртәсел итеп бөттө шу. Килен 5-тә тормаһа, эсем таша башлай шу әллә ништәп. Бая килен, киленемдән аласаҡмын үсемде, тигәс, терт итеп ҡалдым. Әҙерәк ята ла, 7-ләрҙә барыбер тора икәнен беләм бит инде. Бүтәндәрҙең килендәре әле 8-ҙә лә етенсе төшөн күрә. Сәс-баштары ялбырап, туғыҙҙа һыйырҙарын ҡапҡанан саҡ сығарып ебәргән килендәр ҙә бар, ҡуй инде. Беҙҙең заманда кешенән һуңға ҡалып һыйыр ҡыуыу хурлыҡ була торғайны. Хәҙер кешенең кешелә эше юҡ. Һәр кем үҙ ҡапҡаһы эсендә мәж килә. Тимер ҡоймалар, тимер ҡапҡалар эштәтеп бөттөләр вис кенә. Әүәле ҡойма ярығынан булһа ла бер-беребеҙҙе күреп йәшәй торғайныҡ. Беҙ йәш саҡта уныһы ла буманы. Ҡапҡа урынында исем өсөн индек кенә булыр ине. Кемдең нимештәгене вис күҙ алдында булды. Өйҙәргә йоҙаҡ элеү тигән нәмәне белмәнек. Бесәнгә киткәндә лә, тап ҡыҫтыра ла, бесәнгә йөрөмәгән күрше-гүләнгә күҙ-ғолаҡ булырға әйтә лә китә инек. Үә-ә-әй, булған бит алтын заманалар. Уның ғарауы кеше дәртте, сәмде булды. Күңелдәре лә йорт-ихаталары кеүек ап-асыҡ ине. Һәҙе-ер. Аҡса өсөн атаһын һатырға әҙер бәғзеләре. Әй, әллә ҡайҙа төшөп киттем…

Эй-й, иң шәп ҡәйнәнән дә ҡандала еҫе сыға инде ул. Шул иртәнсәк бер боларып алыуым ғына бар инде, былай бигүк хөрт тә ҡәйнә түгемендер тейем үҙемде. Киленемдән ризамын, ризамын.

Ҡу-уй, килендән яҙҙырмаһын Хоҙай. Ана, ҡартайғансы кәләш алмай, ата-әсәһенең бинсейәһенә тексәйеп ғүмер итеүселәр ҙә бар бит. Парлы йәшәүгә нимә етә ул…

…Ғәҙәттә, бындай иртәнге “шоу”ҙар ваҡытында бығаса ҡатынын яҡлап ярҙай булған Таһир бөгөн әсәһенең хәбәрҙәрен мыйыҡ аҫтынан ғына йылмайып тыңланы. Ошоға тиклем ул ҡатынын яҡлашҡанда, әсәһе оторо ҡыҙып китеп, киреһен иҫбатларға булып, Райхананы нисек тә бөтөрөп ташларға тырыша торғайны.

Үҙенең бөгөнгө стратегияһын үҙгәртеүенең ошондай ыңғай һөҙөмтәгә килтереүе эстән тантана иттерһә лә, әсәһенең киленен маҡтап әйткән һүҙҙәре күңеленә майҙай яғылһа ла, йөҙөнә битарафлыҡ халәте сығарған булды. Һиҙҙерергә ярамай. Быға тиклем әсәһенә кәләшенең шәп кеше икәнлеген үҙе иҫбатлап маташһа, бөгөн әсәһе уның үҙен шул уҡ һүҙҙәр менән үҙе әжеүәләй түгелме. Үәт, донъя ысынлап та ҡуласа икән шул, әйләнә лә бер баҫа икән.

Үҙенең биҙунданыуының һөҙөмтәһенән риза булған ир яйлап баҫып ишеккә ыңғайланы. Иртәлеккә иртәрәк инде әле, 7 лә тулмаған. Тик йоҡоһо осто, йәнә эсендәге шатлығы өйгә генә һыймаҫ төҫлө. Асыҡ тәҙрәнән ишетелеп торған сепарат тауышы тынғанға ла байтаҡ ваҡыт үтте. Райханаһы ла ҡыуаныр ул иртә торғанға.

 Хәтирә әбей ҙә улы артынан туйтанланы.

…- Ҡәйнәм, бына һин яратҡан вәринйәне астым бөгөн. Бөлдөргәндекен. Быйылғыһын йыйыр мәл етеп килә бит инде хәҙер. Ҡушып эс сәйеңә. Ҡоймаҡты йылылай ғына ашағыҙ әле, кисә тасҡаған майға ғына майланым. Мынауы өлөкөгөнгө эремсек тә тәмле килеп сыҡҡан. Һөт әсеп, күпсеп сыҡҡас, әҙ генә утта тотоп алғайным. Ғәҙәттә, сей һөттән эштәй торғайным бит. Ҡушып ашағыҙ, етешеп ултырығыҙ әле. Ҡана, Таһир, сәйеңде яңыртайым, һыуытып бөттөң. Ҡоймаҡты йылылай ғына ашағыҙ. Балалар тороуға хәҙер өҫтәп ҡоям тағы. Йоҡлай бирһендәр әле.  – Килен кеше шулай тәтелдәй-тәтелдәй һыйланы яҡындарын мәтрүшкә, ҡарағат япрағы ҡушып бешерелгән сәй менән. Аласыҡ эсендә нур уйнаны. Был нурҙан аласыҡ эсендә генә түгел, сәй табыны артындағыларҙың да йөҙҙәре яҡтырғандан-яҡтыра барҙы. Түҙмәне ҡәйнә кеше, күңелен игәп торған төйөндө тағатып ебәрҙе:

- Килен, ҡуй, буласаҡ килендәреңде улай таңдан торғоҙоп яфаламаҫһың инде, йәме, был үс сынйыры ошо урында өҙөлһөн.

Иртәнге ығы-зығыны инде әллә ҡасан онотҡан килен дә һүҙһеҙ ҡалманы:

- Эй, быҙауҙарҙы сығарырға онотоп торам бит. Былай… эйендеһен генә имеп йөрөгән нәмәләр бирешмәй инде, ивет, ҡәйнәм. – Райхана ҡәйнәһен йәтешләп яратып ҡына сағып алыуынан кинәнес табып, шарҡылдап көлөп ебәрҙе. Шул шардыуанлығын ярата инде ҡәйнәһе килененең. Әйтә лә онота, үс, кенә һаҡлап йөрөмәй. Эсендәге – тышында. Эсендә бер тотам боҙоҡлоғо булмаған, уйлағаны телендә булған килененә яратып ҡараны ла, сәйгә хуш итеп, иң изге теләктәрен теләп, яйлап доға ҡылды йәшәйеше менән бик тә риза булған “таң мәскәйе”:

- Эй, Хоҙайым, улым менән киленемдең икәү араһына өлфәт мөхәббәт, татыулыҡ насип ит. Балаларының изгелектәрен генә күреп ултырырға яҙһын. Миңә күрһәткән изгелектәре үҙҙәренә игелек булып ҡайтһын…

Төштән һуң ихаталағы бәләкәй өйҙөң асыҡ тәҙрәһенән Хәтирә әбейҙең, йөн иләй-иләй, күрше һаңрауыраҡ Зәкиә ҡарсыҡ менән бер булып, үҙе әйтмешләй, лаңҡылдашҡандары тотош ишек алдына яңғырап тора ине:

-Дауна ошонда сығып алмай, нимештәп йәштәргә мишәйт яһап йөрөнөң һуң һин, Хәтирә, ә? Мына ҡалай аулаҡ. Ятҡың килһә, ятып китәң, торғоң килһә, тораң. Яп-яңы өй. Мейесе ҡалай ҡупшы. Икмәк мейесе лә, белитәһе лә бар. Ҡомағыныңды белитә ситенә ултыртып ҡуйһаң, гел йылы була инде һыуы.

-Был өйҙә лә йылы һыу ҙа, һыуыҡ һыу ҙа бар ул. Улым вис үткәреп бөттө. Ике өйҙө йылытмаһындар, утындың да эше күп, тип былтыр оло өйгә күскәйнем дә ҡуйғайным. Барыбер ҡыш буйы еңелтә яғып сыҡтылар. Баҙында өс бөртөк кенә булһа ла умарталары ҡыштай. Йәнә картуфтың бер өлөшө ошо өй баҙында ҡыш сыҡты.

-Улың лисник була тороп, хәбәр һөйҙәп утыраң шунда. Утын моңмо һуң һеҙгә.

-Аллаға шөкөр, утын мул, эйе. Ана олоғара утындыҡ шыптап тутырылған. Һәҙер ней лисник бумағандыҡы ла шулай. Улым утын урҙап йөрөгәне юҡ.

-Урҙай тимәйем бит. Ҡарале, Хәтирә, ҡабат йәштәр янына инеп йөрөмә һин, әй. Сәй эсәргә, ана, баҡырсаң да бар. Һәҙер заман икенсе бит. Үҙҙәренсә йәшәһендәр. Ҡыҫылма. Һәҙер талашыр, һәҙер ярашыр улар. Һин ҡыҫылһаң, ҙурға китеп барыр. Әҙерәк сыйышып йөрөгәндәрен аңғарһаң, ана, миңә ҡас. Аулаҡта теләһә нисек килешһендәр (әбей тешһеҙ ауыҙын усы менән ҡаплай биреп, көләмәйҙәп алған булды). Ундай киленде хәҙер көндөҙ шәм яндырып эҙләһәң дә ҡабат таба алмаясаҡһың. Шөкөр генә итеп утыр. Губернаторҙар заманы үтте бит ул…

Икенсе көнө лә, ғәҙәтенсә, ҡара таңдан тороп, ҡомғаны менән таныш һуҡмағынан атлағанында теге ҡойма егенә барыбер күҙ һалмай үтә алманы “таң мәскәйе” Хәтирә әбей. Ә унда ҡаймаҡлы эйендене һауыр өсөн килене икенсе тапҡырға әсәһенә ҡушҡан быҙауҙы улы Таһир, кәләшенә нимәлер әйтеп көлә-көлә, бәйләй торған урынына һөрәй ине…  

Таңһылыу Баһауетдинова.

2018 йыл.

Фото:Лилиә Такаева

Таң мәскәйе. Т. Баһауетдинова.
Таң мәскәйе. Т. Баһауетдинова.
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: