Бөтә яңылыҡтар
10
Әҙәби бит
7 Февраль , 20:00

Мәүеш

уй ҡыҙғандан-ҡыҙҙы. Шымтайышып ул­тырғандар икенсе рюмканан һуң күҙгә кү­ренеп йәнләнделәр. Бәхәстәр ҡупты, йыр ишетелде. Әнүәр тәүҙә башын ҡалҡытып эргәһендә­геләрҙе ҡарарға ла баҙнатһыҙланып ултыра ине, эсемлекте ауыҙына алғас, үҙен иркенерәк тойҙо, тирә-яҡҡа ялт-йолт ҡаранып, ке­шеләрҙе барлай башланы. Мәжлестә халыҡ арыуыҡ ҡына ине. Күптәрен ул тәүгә күрә. Йәштәр нишләптер бармаҡ менән һанарлыҡ ҡына. Анау Ғәфүрҙең һеңлеһе лә мәжлестән ҡалмаған, әрһеҙ егеттәр Сәғит менән Тәлғәт, гармунсы Рәсүл, тағы ҡырҙан өс ят егеттән башҡа кеше юҡ шикелле. Туҡта, ҡаршыла ултырған күҙен-ҡашын буяған, һап-һары сәс­ле, аҡһыл йөҙлө ҡыҙыҡай... Юҡтыр, береһенең хәләл ефетелер, шундай төҫ, буй-һын булһын да, яңғыҙ...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Туй ҡыҙғандан-ҡыҙҙы. Шымтайышып ул­тырғандар икенсе рюмканан һуң күҙгә кү­ренеп йәнләнделәр. Бәхәстәр ҡупты, йыр ишетелде.

Әнүәр тәүҙә башын ҡалҡытып эргәһендә­геләрҙе ҡарарға ла баҙнатһыҙланып ултыра ине, эсемлекте ауыҙына алғас, үҙен иркенерәк тойҙо, тирә-яҡҡа ялт-йолт ҡаранып, ке­шеләрҙе барлай башланы. Мәжлестә халыҡ арыуыҡ ҡына ине. Күптәрен ул тәүгә күрә. Йәштәр нишләптер бармаҡ менән һанарлыҡ ҡына. Анау Ғәфүрҙең һеңлеһе лә мәжлестән ҡалмаған, әрһеҙ егеттәр Сәғит менән Тәлғәт, гармунсы Рәсүл, тағы ҡырҙан өс ят егеттән башҡа кеше юҡ шикелле. Туҡта, ҡаршыла ултырған күҙен-ҡашын буяған, һап-һары сәс­ле, аҡһыл йөҙлө ҡыҙыҡай... Юҡтыр, береһенең хәләл ефетелер, шундай төҫ, буй-һын булһын да, яңғыҙ...

 

Эсеп ҡыҙып алғандар бейергә төштө. Әнүәргә лә бер нисә рәт бе­йеүгә әйҙәп алдына тыпырлатып килеп баҫ­тылар. Ул бейей белмәгәнлектән түгел, ә уңайһыҙланған өсөн бейергә һөйрәп төшөрмәһендәр тигәндәй, эскәмйәгә сат йәбешеп ултырыуында булды.

– Класташ, мине әҙәмгә һанамайһыңмы? – тип уға өҫтәл башынан урын алған кейәү кеше бармаҡ янаған булды. – Давай, класташ, һынатма, мин дә әтеү һинең туйын­да ҡул ҡаушырып тик ултырырмын.

Мәжлестәгеләр, шуны ғына көткәндәй, уға, «давай бейе», тип ябырылдылар. Уға бейергә төшөүҙән башҡа әмәл юҡ ине. Уңайһыҙланыуынан манма тиргә батты. Туйға килеүенә үкенеүенең сиге юҡ. «Ниңә миңә Ғилманды тыңларға инде. Хәҙер йөрө цирктағы маймыл һымаҡ. Улай тиһәң, туйға килеүенең дә сәбәбе бар бит әле. «Әнүәр дуҫ, йәш тә үтеп бара. Ана, беҙҙең класташтар емертеп донъя көтә, бала тәрбиәләй. Ә беҙ... Ярай, мин бына хәлде үҙгәртәм, туйға кәләш иптәш ҡыҙын саҡырам, тигәйне. Нисауа, ти, бәлки, шуны үҙ яғыңа ауҙарырһың». Туйға саҡырырға килгән класташының һүҙе уны һиҫкәндереп ебәрҙе. «Юҡ, туйыңа бара алмайым» тип әйтергә йыйынған һүҙе уры­нына киреһе яңғыраны. Йәшәүгә дәрт, дар­ман өҫтәлде. Туйҙы бик көтөп алды. Мынауһылыр, ул тиҫтәләгән йөҙҙәр араһында бая ҡаршыһында ултырған ҡыҙҙы бик тиҙ тапты. Туҡта, һынап ҡарайым әле. Уңайһыҙлана-уңайһыҙлана тыпырлатып бейеп ҡыҙ алдына килеп баҫты. Тегенеһе ҡаршылашмай уның артынан төштө. Бейеп арығас өҫтәл артына ултырып, йәштәргә теләктәр әйтешеп, араҡы һемерҙеләр. Әнүәрҙе ҡыҫтаһалар ҙа бер рюм­канан артыҡ эсмәне. Ләкин күптән эсмәй йөрөгән кешегә ошо ла етә ҡалды. Ул дәртләнеп китте, башында төрлө-төрлө матур уйҙар тыуҙы. Гармунсы вальс уйнап ебәргәс, ятып ҡалғансы атып ҡал, тигәндәй, ҡыҙҙы вальсҡа саҡырҙы. Теге, әйтерһең, уның са­ҡырыуын ғына көткән. Ихлас йылмайып егет артынан эйәрҙе.

– Браво, браво, – тип класташы һөрән ҡалды. Күҙ ҡыҫып, нимәгәлер ишараланы. Йәнәһе бөтәһе лә план буйынса бара.

Ҡыҙ йыш-йыш тын алып, хушбуй, тағы әллә ниндәй тәмле еҫтәр бөркөтөп уға яҡы­найҙы. Ике төпһөҙ күл һымаҡ зәңгәр күҙҙәр Әнүәргә төбәлде. Егет үҙен ҡыйыу тоторға тырышһа ла был үткер ҡараштар уны ҡау­шатты. Ҡыҙҙың биленә тотонор-тотонмаҫ бармаҡтары лысма һыу икәнен тойҙо. Ул ғына түгел, бөтә тәне манма тиргә батҡанын һиҙҙе. «Эй, йүнһеҙ. Үҙемде егет тип йөрөгән булам». Ул эстән генә әсенеп алды. Нишләп­тер ғүмерендәге тәүге вальс иҫенә төштө.

Ул хәл армияла хеҙмәт иткәндә булғайны. Ниндәйҙер байрам аддынан фабрика клубына уларҙың ротаһын кисәгә саҡырғайнылар. Ар­мияның бер төрлөлөгөнән ялҡҡан һалдаттар­ға был ҙур ҡыуаныс ине. Уның күңеле аш­ҡынып барһа ла, клубҡа инеп сисенгәс, көҙ­гөлә үҙен күреп оялды. Ҡалай ямаҡай нәмә ҡарап тора, сәс тырпайған, күҙ ҡыҫыҡ, кейем һалбырап төшкән. Эргәһендәге күҙ яуын алып торған иптәштәренә ҡарап көнсөллөгө килде. Береһенән-береһе матур ҡыҙҙар ме­нән тулған залға килеп инделәр. Ансамбль вальс уйнап ебәрҙе. Батырыраҡ иптәштәре үҙҙәренә оҡшаған ҡыҙҙарҙы бейергә саҡыра башланы. Улар күҙгә күренеп һирәгәйҙе. Шулай ҙа ышыҡланыр урын бар ине. Бына бер заман алып барыусы «ҡатын-ҡыҙҙар ир-егеттәрҙе вальсҡа саҡыра» тип иғлан иткәс, бәлә башланды. Ҡыҙҙар ҡояш һымаҡ йыл­майып, матур-матур баҫып егеттәрҙе вальс­ҡа саҡыра торғас, уларҙың рәте һирәгәйҙе.

– Рөхсәт итегеҙ, – тигән һүҙгә ул һиҫ­кәнеп китте. «Булмаҫ, юҡ, нишләргә?» Ҡал­ғанын ул төштәге кеүек кенә хәтерләй. Зәң­гәр күҙле, иҫ киткес матур ҡыҙ уны музыка тулҡындарында тирбәлтә ине. Ғүмерҙә бын­дай нәмә менән шөғөлләнмәгәс, ҡыҙ нимә эшләй, шуны ҡабатлай, уға эйәрә. Күп урын­дар шыма ғына килеп сыҡмай. Ҡыҙҙың ая­ғына баҫмаҫҡа маташһа ла, булдыра алмай, ҡыҙ йөҙөн аҙ ғына сытырайта ла, көлә-көлә бейеүендә була. «Вәт айыу», – тип ул үҙен әрләй. Мәңге туҡталмаҫтай ағылған музыка­ны һүгә. Әллә барыһы ла миңә ҡарай инде? Ул манма тиргә батып, шартлар сиккә етте. Ниһайәт, музыка тына. Ул өҫтөнән тау төш­кәндәй еңел һулап, ҡыҙҙан тиҙерәк ҡотолоу яғын ҡарай.

Ул оялсан булды. Бала саҡта был етеш­һеҙлектең бәләһе булмаһа ла, егет ҡорона ингәс, һиҙҙерә башланы. Ике һүҙҙе бергә ҡу­шып һөйләй алмағанлыҡтан, бынамын тигән күпме ҡыҙҙан яҙҙы.

Ул үҙенән бер башҡа ҡыҫҡа ҡыҙҙың йөҙө­нә ҡарарға тырышты. Ҡыҙ уның ҡарашын тойоп уға ялт итеп күҙ һирпте. Егет ҡыҙа­рынды, тәне еңелсә ҡалтыранды, шулай ҙа ҡарашын ҡыҙҙың матур йөҙөнән алманы. «Ҡалай матур, әй, ҡулдан ысҡындырмаҫҡа кәрәк».

– Исемем Эльза була, ә һинеке?

– Әнүәр, – тип ул ҡабаланып, ҡыҙҙын һүҙ ҡушыуына ҡыуанып яуап бирә һалды.

– Һеҙ Ғилман менән класташтар ши­келле?

– Эйе, эйе. Бергә уҡыныҡ, шәп егет.

– Кәләше минең әхирәт.

– Ә-ә-ә...

Туй һаман ҡыҙа. Көслө хәмерҙән һуң ҡу­наҡтарҙың ҡаны ҡайнар сиккә етте, тамыр­ҙары бүртте. Әнүәр тирә-яҡҡа иғтибар ит­мәй эргәһендә ултырған ҡыҙға нимә һөйләр­гә, нисек уны ҡаратып алырға тип баш ват­ты. Шул ваҡытта уның ҡолағын «бажа ла бажа», тигән кейәү егеттең һүҙе ярып үтте. Ул аптырап, күҙен селт-селт йомоп, был ни­мә һөйләй, тип бер Ғилманға, бер ҡыҙға ҡа­раны. Ҡыҙҙың йөҙөндә бер ниндәй үҙгәреш юҡ ине. Хатта кейәү егетте ҡеүәтләп көлә түгелме?! Халыҡ алдында класташы тағы әллә нәмәләр әйтмәҫ элек тигәндәй, тәмәке тартыу һылтауы менән тышҡа сыҡты.

Тышта йәйҙең бер матур төнө ине. Күк­тә меңәрләгән йондоҙҙар балҡый. Төрлөһө төрлөсә бит әле, бәләкәйе, ҙуры бар, үтә яҡты янғаны, тоноҡ ҡына һарғылт яҡтылыҡ биргәндәре лә күренә, ҡыҙыҡ, шуларҙың бе­рәйһендә тереклек бармы икән? Барҙыр! Ҡа­пыл шул йондоҙҙар араһында яңы ғына та­нышҡан ҡыҙҙың һыны сағылғандай булды. «Юҡ, Эльзаны ҡулдан ысҡындырмаҫҡа кә­рәк. Бына Ғилманды әйтәм, «бажа, бажа», тип ултырыуы ғына. Хәйер, ул хәҙерҙән шун­дай һүҙҙәр һөйләгәс, аҙаҡтан «мин кәләш алып бирҙем», тип маҡтанмаҫмы? Һис һүҙ­һеҙ маҡтанасаҡ. Мин шунан димләнеп йөрө­гән булып сығаммы? Ояты ни тора. Егет ба­шым менән кәләш таба алмайым, әҙергә хә­ҙер йөрөйөм. Юҡ, ҡайтырға кәрәк, ҡайтырға.

Ҡапыл, ошондай ҡарарға килеп, ул ҡапҡаға йүнәлде.

– Әнүәр!

Был тауыштан тертләп үк китте. Ҡараң­ғылыҡтан тауыш-тын эйәһен эҙләй башланы. Берәү ҙә күренмәй, ҡолағына ғына шулай ишетелгәндер. Туҡта, улай тиһәң эргәлә генә берәү мыш-мыш тын ала түгелме? Аҡһыл күлдәк кейгән ҡыҙҙы шунда ғына күреп ҡал­ды.

– Эльза, һинме был?

– Әтеү.

– Ә-ә, мин ҡайтырға йыйынғайным.

– Минең менән хушлашмайынсамы? – тип ҡыҙ үпкәләүен белгертте.

– Иртәгә таң менән эшкә, әҙерәк кенә булһа ла ял итәйем тигәйнем, – тип ул сә­бәп таба һалды.

– Мин һине йәш егет икән тиһәм, һин бер ҡартлас та инде, йоҡо сүлмәге, – тип ҡыҙ уны мәсхәрәләп ташламаһынмы? Ул оялышынан, ғәрлегенән ер тишегенә инерҙәй булды. Ыҡ-мыҡ итеп нимә әйтергә белмәй, аптырап ҡалды.

– Кәзәң эргәңдә генә йөрөй икән, – тип ҡыҙ мәсхәрәләүен дауам итте. – Ғилмандың «бажа» тигән һүҙенә үпкәләгән булдыңмы?

Йөҙөнә бәреп әйткән был һүҙҙәре уға оҡ­шаманы. «Ҡалай ул, ғүмер буйына танышым һымаҡ ҡылана», – тип эстән ҡыҙҙы һүкте. Шулай ҙа сер бирмәй: «Нишләп үпкәләргә, бажа булмаҫлыҡ кешеме әллә» – тигән бул­ды. Ҡыҙ көлөп ҡуйҙы. Әнүәр ҙә, ҡыҙға үпкәһен онотоп, һыны ҡатып көлөргә тотондо. Ауыл урамы буйлап йәнәш атлап киттеләр. Ул ҙур ихтыяр көсө табып, ҡыҙҙың нәҙекәй биленән ҡосаҡлап алды. Ғәҙәтенсә, һәр бер ҡыҙ менән танышҡанда һөйләргә яратҡан анекдотын иҫкә төшөрҙө:

– Ҡыҙ менән егет самолетта йәнәш ул­тырып, осоп баралар икән, егеткә танышыу өсөн нисек булһа ла һүҙ башларға кәрәк. Ул ҡыҙға: «Һеҙ ҙә самолетта осоп бараһығыҙ­мы?» тип һорау бирә икән, ти.

Эльза Әнүәрҙең алда танышырға маташ­ҡан ҡыҙҙары һымаҡ «һе» тип кенә ҡуйманы, һаһылдатып, ихахайлап көлөп ебәрҙе. Шулай итеп ике йәш йөрәктең һүҙҙәре ҡуйыр­ғандан ҡуйырҙы.

 

***

Эльзаның күңеле бөгөн күтәренке. Сәбә­бен төрлөсә юрап ҡарай: атаһы ҡиммәтле күлдәк алып биргәнгәме икән, әллә Ринаттың «Һин – яңы асылған сәскә, һинән дә һылыу ҡыҙ юҡ» тигән һүҙенән микән? Бәлки, Әнүәр киләм тигәнгәлер. Юҡтыр. Бер кис йөрөп, моғайын, ғашиҡ булмағанмындыр. Улайға китһә, күпме аҫыл егеттәрҙе «юҡ» тип кире борҙом. Әнүәр улар алдында сүп кенә. Юҡ-юҡ, нимә һөйләп торам әле, иҫәр. Төҫкә, кәүҙәгә бынамын тигән егет тә инде. Шул берҙән-бер насар яғы: оялсан, аҙ һүҙ­ле инде. Ундағы ошо етешһеҙлек уны тәүҙә сығырынан сығарғайны. Мәүшәйеп торған егет егетме ни ул? Ҡасандыр алтын тауҙар вәғәҙә иткән егеттәрҙең юҡлығын, үтеп бар­ған йәшлеген иҫләп кенә тыйылды.

Ул көҙгө алдына килеп күңелһеҙ генә үҙен күҙҙән үткәрҙе. Эй-й, ғүмерҙең рәхим­һеҙ үтеүе. Һылыу аҡһыл йөҙөндә һырҙар ҙа һиҙелә башлаған. Күҙ төптәре ҡалай йәмһеҙ күгәреп тора. Нығыраҡ һөрмә һөртмәһәң, әл­лә кемдәр ҡасыр минән. Тағы ошолай йөрө­һәм, бер кемгә лә хәжәтем булмаҫ әле. Юҡ-юҡ, Әнүәрҙе ҡулдан ыскындырмаҫҡа кәрәк. Хәйер, мәүеш булһа ни. Сатай-ботай йөрөгән егеттәрҙән ни өмөт көтәһең?

Эңер яҡынлашты. Эльза, затлы күлдәген кейеп, ишек алдына сығып ултырҙы. Уға яңғыҙына күп булырға тура килмәне. Үрге остан, эт өрҙөрөп, болғандай-болғандай кисә уны оҙатып ҡуйған Ринат күренде. Уның менән кисә ваҡыт үткәреү өсөн генә осрашҡайны. Көн һайын ҡайҙан эсергә таба икән? Көн дә иҫерек. Бөгөн дә шул ғәҙәтен боҙма­ған шикелле. Эльза, уның менән осрашмаҫ­ҡа теләп, етеҙ генә урынынан торҙо. Тегеһе әллә ҡайҙан уны күргән, һөрән һалып уны туҡтатты:

– Эльза, ни өсөн ҡасаһың? Туҡта әле, әйтер һүҙем бар.

– Юҡ, эскән кеше менән һөйләшмә­йем, – тип ул, тәккәбер атлап, өйгә инеп кит­те. Ринатты кире боролор тип өмөт итһә лә егет ҡапҡа алдынан китмәне. Ул ғына түгел, уны сығарыу өсөн һыҙғырырға тотондо. Эльзаның йөрәге шартлар сиккә етте. Хәҙер Ән­үәр килеп етһә?!

Был уйын ғына көткәндәй, тыныс ауыл урамын яңғыҙ мотоцикл тауышы боҙҙо. «Нишләргә?» Ул бер урында ултырып түҙә алманы. Ата-әсәһен аптыратып бүлмә буйлап бер тегеләй, бер былай атланы, тәҙрәгә ми­нут һайын ҡараш ташланы. Уға ҡапыл ды­уамал уй килде. «Егет булғас, егетлектәрен күрһәтһендәр, кем көслө, шул минеке буласаҡ». Ике егет араһында оҙаҡ көттөрмәй, ғауға башланды. Был шау-шыуға әсәһе тәҙ­рәгә ҡапланды, атаһы иңбашына пинжәген һалып, тышҡа ашыҡты. Уның артынан Эль­за ла эйәрҙе. Улар сыҡҡанда ҡапҡа тышын­да тыныслыҡ урынлашҡайны. Ҡараңғылыҡ­та ул теләгәнен – Әнүәрҙең оҙон кәүҙәһен күрҙе.

Улар йондоҙҙар һанап, бер-береһенә ма­тур һүҙҙәр һөйләп, төнгө ауыл урамын ар­ҡыры-буйға һанһыҙ үтеп, таң аттырҙылар.

 

***

Әнүәр иртәнсәк эшкә һуңлаңҡырап кил­де. Баҫыу ситендә таҡта менән эшләнгән «ва­ҡытлы ятаҡтарында» ашнаҡсынан башҡа бе­рәү ҙә күренмәй ине. Ашнаҡсы ҡыҙ уны һалҡын ғына ҡаршы алды. Нишләптер һау­лығын да алманы. Шаяртҡанға ла иғтибар итмәне. Ашты ла тимер сеүәтәгә һалып ал­дына алып килеп ултыртты ла:

– Һыуыған тиме, һуңлап әллә ҡайҙарҙа йөрөмәйҙәр уны, – тип асыулы ғына әйтте лә, ҡашығаяҡ йыуырға тотоноп китте. Үҙенең бер туған һеңлеһе кеүек күргән был ҡыҙ­ҙың бушҡа асыуланыуы уны аптыратты. Бик сәйер ҡыҙ ул Хәмдиә. Күршеләрендә генә йәшәгәнгә, уның күҙ алдында тиерлек үҫте. Мәктәпкә барғанда-ҡайтҡанда юлдары гел бергә булды. Үҙенән бәләкәс булһа ла, тиң күреп ҡыҙ менән бәхәсләшә, хыялдарға сума торғайнылар.

Эй-й бала саҡтағы хыялдар! Мин шунда уҡырға инәм, мин фәлән булам. Ә ысынын­да тракторист булды. Яңғыҙ, ауырыу әсәһен ташлап киткеһе килмәне. Ә Хәмдиә һуң!? Уға юғары уҡыу йортона инеп, хыялдарын тормошҡа ашырыу өсөн бер ниндәй ҙә кәртә лә юҡ ине. Нишләптер быйыл, урта мәктәп­те тамамлағас, ҡалаға иптәш ҡыҙҙарының артынан эйәрмәне. Әнүәр сәбәбен һорағас: «Ағаҡайым, һине яңғыҙ ҡалдырып ҡайҙа ки­тәйем», – тине. Ул уны шаяртыу, тип ҡабул итте.

Әнүәр кискеһен тағы Эльза янына йы­йына башланы. Матайында бензин самалы ғына икән. Силос ташыусы машиналарҙың береһен туҡтатты. Бәхеткә күрә машинаның шоферы Ғилман булып сыҡты.

– Бажанан ҡайҙа инде йәлләү, – тип ул киң йылмайҙы. – Күрше ауылғамы?

– Шунда.

– Бик хуп, мин димләгән ҡыҙ ыңғаймы? Һо-һо-һо, мәүшәйеп ысҡындырып ебәрмә. Минең димләрлек бүтән ҡыҙым юҡ. Һо-һо-һо...

Был һүҙҙәр иң ауыртҡан ергә барып ҡа­ҙалды. Ул ғәрлегенән шартлар сиккә етте. Ғилман тағы әллә нәмәләр һөйләп ҡуймаһын, тип матайының багы тулыр-тулмаҫ ситкә китте.

– Давай, тиҙләт туйыңды, үҙем түрендә ултырырмын, – тигән ҡалын тауыш оҙатып ҡалды. «Юҡ, ултырмаясаҡһың, һине туйға саҡырып, мин алйотмо? Мәжлестең башынан аҙағына тиклем мин кәләш алып бирҙем, тип маҡтаныуҙан бушамаҫһың», – тип күңелһеҙ генә уйлап алды ул.

Матайын көс-хәл менән тырылдатты ла Эльзаларҙың ауылы яғына юл тотто.

«Минең һиңә димләрлек бүтән ҡыҙым юҡ...» Уның ҡолаҡ төбөндә был һүҙҙәр яң­ғырап тик торҙо. Мәүештең мәүеше мин, исмаһам йүнләп ҡыҙҙар менән дә таныша алмайым, йөрөйөм инде шунда димләнеп, әҙерҙе көтөп. Әҙер хөртмө ни? Барыһына ла риза. «Миңә кейәүгә сыҡ» – тиһәң бер ми­нут та уйлап тормаясаҡ. Ризалығын бирәсәк. Кисә ҡалай ти: «Магазиндан аҙыҡ ташыуҙы, ҡашығаяҡ араһында буталыуҙы енем һөймәй, ҡалала йәшәр инем», – ти бит әле. Хәҙер бер ҡайҙа ла минән китә алмайһың, үҙеңдең эшеңде алдан бел, тип иҫкәртә түгелме? Әнүәр был асышына иҫе китте. Дәртле хыял­дары селпәрәмә килде. Өмөтө өҙөлдө. Ул был асышына ҡаршы дәлилдәр эҙләй баш­ланы. «Шулай булһын ти, ҡыҙҙы бының өсөн генә ташлай алмайым да инде. Хәйер, йәш үтеп бара, тағы ошолай әҙер ҡыҙҙар осрай, әллә юҡ». Һуңғы уйы тәүгеһенән көслөрәк булып сыҡты.

Ауылға эңер төшөр-төшмәҫ килеп инде ул. Матайын таныш йорт алдында һүндереүе булды, ашҡынып Эльза килеп сыҡты.

– Привет, Әнүәрчик!

– Һаумы, – тип ул уға ҡарамай ғына һаулыҡ һорашты.

– Ниңә һин улай күңелһеҙ, хәйер... – тине лә ҡыҙ уны етеҙ генә ҡултыҡлап ал­ды, – әйҙә өйгә, атай-әсәйем менән таныш­тырам.

– Юҡ, юҡ, һин нимә, – тип Әнүәр ҡар­шылашты.

– Әйҙә инде, Әнүәр, әйҙә, пожалуйста, тегеләрҙең һине күргеһе килә бит, – тип ҡыҙ һаман инәлде.

– Юҡ, юҡ.

– Ҡырағай икәнһең, – тип ул мыҫҡыл ҡатыш үпкәләне һәм ҡолаҡ ярып: «Пап, пап!» – тип ҡысҡырып ебәрмәһенме. Әнүәр­ҙең тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте Ул ғәйепле кешеләй, ҡасырға ла уҡталып ҡуй­ҙы. Өйҙән йыуантаҡ, урта буйлы ир күренде.

– Әйҙә, нимә тораһығыҙ, инегеҙ! Эй-й егет кешегә улай ҡаршылашып тороу киле­шәме ни?!

Әнүәрҙең инмәй сараһы ҡалманы. Бына улар өҫтәл артында дүртәүләшеп ултыралар.

– Һарт ауылынан тиһенме? Атай-әсәйҙәрең кемдәр һуң? – тип пеләш башлы, ҡалын мыйыҡлы өй хужаһы һорауҙар яуҙыра. Ул әсәһенең исемен әйтте.

– Белеңкерәп етмәйем, әсәйең яңғыҙ ғы­на йәшәй тиең инде? Ә үҙең кем булып эш­ләйһең?

– Тракторист.

– Ауылда бик маҡтаулы һөнәр ҙә ул, ә ҡалала? – тип һүҙгә Эльзаның әсәһе ҡушыла.

– Мин ҡалаға йыйынмайым.

– Һуң... – тип ата-әсә бер ҡыҙына, бер Әнүәргә ҡарай.

– Мин ҡалаға йыйынмайым. – Әнүәр әл­лә ишетмәнеләр микән тип, һүҙен икенсе тапҡыр ҡабатлай.

– Ә Эльза?

Шунда ғына ул өйҙәгеләрҙең тел төбөн аңлап алды. «Туҡта, туҡта, үҙҙәренә кейәү яһап, минең яҙмышты хәл итеп ултыралар түгелме былар». Ул ҡорт саҡҡандай ырғып тороп ишеккә йүнәлде. Өйҙә тел шартлатыу­ҙар, бот сабыуҙар китте. Ҡыҙыу атлап китеп барған Әнүәрҙе Эльза биленән ҡосаҡлап туҡтатты.

– Әнүәрчик, үпкәләмә йәме, мин атай-әсәйгә шаяртып ҡына әйткәйнем. Нимә һөй­ләп ултыралар. Йәшәүгә килгәндә миңә ҡай­ҙа ла барыбер. Ауыл ни ҙә, ҡала ни?

Әнүәрҙең был һүҙҙәргә иҫе китте. Хатта бер арауыҡ телһеҙ ҡалды. Шулай ҙа үҙен ҡулға алып:

– Ҡасан һине алам тип әйттем, әллә һеҙ­ҙә егеттәр һорамайҙармы?

– Нахал, нимә һөйләп тора. Белгең кил­һә, һинең һымаҡ егеттәр һәр бер ауылда быуа быуырлыҡ. Теләһем уларҙы ҡаратам, теләһәм... Һин йөрөрһөң әле.

Хәйерсегә ел ҡаршы тигәндәй, матайы ла тырылдамай, Эльзаның әсе һүҙҙәре яуа ғына: «Мәүеш! Юҡ, нахал, нахал һин...»

 

***

Әнүәр, һөмһөрө ҡойолоп, теләр-теләмәҫ кенә ашап ултыра. Хәмдиә өтәләнеп уның эргәһенән китмәй. Матур-матур һүҙҙәр һөйләй, ҡыҙыҡ хәлдәрҙе иҫкә төшөрә, нимәгәлер диуана кеүек бер туҡтауһыҙ көлә. «Ҡыҙыҡ, кисә минең күңел барҙа уныҡы юҡ ине, бө­гөн киреһенсә».

– Әнүәр, утын ярып, һыу ташып бирер­һеңме? – тип Хәмдиә тәүге тапҡыр «Ағаҡа­йым» урынына үҙ исеме менән әйтте. Ысын йөрәктән сыҡҡан һүҙгә иғтибар итмәй ҡалманы. «Туҡта, туҡта, булмаҫ. Вәт иҫәүән мин, ә!» Ул ырғып тороп ҡыҙҙың ҡояш ке­үек балҡыған йөҙөнә тәүге тапҡыр оҙаҡ, их­лас итеп ҡараны.

Флүр Ғазин.

Фото: Лилиә ТАКАЕВА

Мәүеш
Мәүеш
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: