Беҙҙең Аҡташ ауылында булғанығыҙ бармы икән, белмәйем, булhағыҙ, ишеткәнhегеҙҙер: элегерәк ауыл халҡының күбеhенең ҡушаматы була торғайны. Yгeҙ Сәлих, Контор Зиннәт, Ҡабыҡ Fиниәт hымаҡ әллә ниндәй ҡушаматтар тағып бөтөрәләр ине. Әйтмәй сара юҡ: ҡушаматтан мин үҙем дә мәхрүм түгел инем. Мине Әстел Әсәт тип йөрөтә торғайнылар. «Әстел» тигәне - «әсе тел» тигән hүҙ, уныhына тел ғәйепле булhын, ти, инде. Ләкин «Әсәт»енә минең hис ризалығым юҡ ине. Минең исемем - Әсғәт, Әсәт түгел. Ярай әле, бәхеткә ҡаршы, беҙҙә кешегә ихтирам тыуҙы, hәм ундай ҡушаматтар бөтөрөлдө. Мин дә хәҙер Әстел дә, Әсәт тә түгел, Әсғәт Яруллин булып йәшәйем. Быныһы бик hәйбәт.
Ләкин, әлеге шул, тартай теленән таба, тигәндәй, теге бәлә лә тел арҡаhында килеп сыҡты.
Мин тимерлектә эшләйем. Беләhегеҙ, тимерлеккә йомош-юлға килеүсе халыҡ күп була. Бер заман шулай, кис менән, беҙҙең председатель Хәтмулла ҡусты тимерлеккә молотилка барабаны килтерҙе. Барабандың тештәре ҡырылып бөткән. «Төҙәтеп бирегеҙ, нисек кенә итhәгеҙ итегеҙ - иртәгә әҙер булһын»,- ти. Аңлашыла, өлгөртөргә кәрәк. Уттай эш ваҡыты бит.
Степан ҡорҙаш менән эшкә тотондок. (Тимерлектә беҙ уның менән икәү эшләйбеҙ.) Беҙ беләбеҙ инде, Хәтмулла ҡустының иртәне бик иртә була ул. Күп тә үтмәҫ, килеп тә етер. Эш өстөндә ай-hай тынғыhыҙ кеше лә hуң!
Эшләйбеҙ. Шул арала беҙҙең янға үрге ос Шәмсибанат килен килеп инде.
- Кем… Әсғат ағай, бынауҙың ҡолағын ғына йәбештереп бирегеҙсе, - тип сепрәккә төрөлгән бер иҫке ҡыңғырауҙы шалтыратып килтереп сығарҙы. - Һыртаҡ һыйырымдың дуңғылдағы ул, ҡолағы ҡубып төшөп ҡалған. Көскә таптым, - ти.
- Һал шунда, иртәгә ҡарарбыҙ, - тим мин уға.
Шәмсибанат килен бик үҙhүҙле кеше бит ул. Ултырған урынында өйөрөлөп үк ҡуйҙы.
- Ҡуйсы, ни нәмәһен иртәгәләп торорға, ти, уны? Күпме генә эше бар тиһең?.. - тип тағы ла сатырҙай башланы. Степан ҡорҙаш, ҡыҙыҡһынып, Шамсибанатҡа ҡарап ҡуйҙы:
- Башҡалар дуңғылдаҡһыҙ ҙа йәшәй бит, ниңә кәрәк ул? - тип hорай.
- Кәрәк, кәрәк… дуңғылдаҡһыҙ - ҡолаҡһыҙ мин, тип, Шәмсиә килен тағы ла тырылдарға тотондо. - Шул дуңғылдаҡ арҡаһында йоҡлағанда ла һыртағымдың ҡайҙа йөрөүен ишетеп ятам даһа мин,- ти. - Дуңғылдаҡ тукталдымы - тороп ултырам, тыңлайым… ни булды икән hыртағыма, тип уйлайым. Дуңғылдап китhә - тағы ла ятам… Һыртағымдан миңә хәбәр биреп йөрөй ҙәhә,- ти.
- Хәтәр икән һинең эш, - ти Степан ҡорҙаш.
- Хәтәр булмай чурт булһын, - йәбештереп бирегеҙ ҡолағын,- ти Шәмсиә килен.
Беләм инде мин Шәмсибанат килендең бәйләнсеклеген. Бер нәмәне ауыҙына алдымы - өҙмәй ҙә ҡуймай ул. Ләкин хәҙер уның ҡайғыһымы ни? Барабанды өлгөртөргә кәрәк.
- Ҡалдыр шунда, ҡалдыр, - мин әйтәм. - Күрәһең бит, барабан төҙәтәбеҙ. Унда эш туҡталып тора, - тим.
Ә ул hаман үҙенекен hөйләй: төн йөзөндә ышанып килдем дә, фәлән дә төгән, ти, дуңғылдаҡһыҙ ни эшләйем мин хәҙер, ти. Колхоздың барабанында ни кайғыһы бар уның… Ултыра, тәки ултыра бызылдап. Беҙ барабанды төҙәтеп бөткәнсе ултырҙы, теңкәгә тейеп бөттө. Төҙәтеп бирмәй булдырып булманы. Төҙәттек. Шунан Шәмсибанат, дуңғылдағын ҡулына тотоп, ҡара төндә доңғорҙатып ҡайтып китте.
Беҙ Степан ҡорҙаш менән тимерлек алдында аптырап карап тороп ҡалдыҡ.
Был арала, барабан алырға тип, егет-елкенсәк менән бригадир Хәсән килеп етте.
- Кем ул унда доңғорҙап китеп бара? - тип hораны Хәсән.
- Шәмсибанат килен, - мин әйтәм,- ярғанат hымаҡ, ҡараңғыны ярата… Ҡараңғыға яраҡлаша, - тим. Егеттәрҙен береhe был һүҙҙе тиҙ генә элеп алды. «Шәмсибанат - ярғанат», - тип көлөп тә ҡуйҙы, Шул, утыҙ тештән сыҡҡаны - утыҙ кешегә еткәне. Таралды китте был исем. Торғаны ярғанат бит инде үҙе лә. Яҡтылыҡты яратмай, ышыҡҡа hыйына. Бына шуға күрә әйтелгәйне лә. Ләкин, кешенең кешелек исемен юйып, ҡушамат ҡушырға минең хаҡым булғанмы икән hуң? Бына уныhын уйлап еткермәгәнмен, күрәhең, элекке ғәҙәт буйынса әйтелгәндер инде. Ғәйеп миндә.
Бер ваҡыт шулай, Шәмсиә килен мине урамда туҡтатты ла:
- Әсғәт иптәш! - ти (ололап әйтә бит әле, ҡара hин уны!). - Һин Микулай заманы тип белдеңме әллә? Ниңэ улай итеп кешегә исем тагңғып йөрөйhөң? - тип бөрөп алып китте кем… Мин аптыраным да ҡалдым. Ни әйтергә белмәй ҡаушап торғанда, ул совет закондары хаҡында иҫкә төшөрөп ҡуйҙы.
- Әйтелгәндер инде, Шәмсибанат килен,- тигэн булдым мин.
Шәмсиәгә шул ғына кәрәк булған, күрәhең:
- Әйттерермен әле мин hиңә, онотма! - тип бармаҡ янаны ла китеп тә барҙы.
«Онотма!» Онотмайым. Бик hәйбәт заманда йәшәйбеҙ беҙ. Илебеҙҙә кешегә ихтирам ҙур. Кешене кәмһетергә ярамай. Онотмйым. Ләкин, уйлап-уйлап ҡарайым да, дөрөҫ әйткәнмен шикелле, тигән фекергә киләм.
Шәмсибанат, мин әйткәнсә, «Ярғанат Шәмсиә» - кем hуң ул? Уның кемлеген мин hеҙгә ҡыҫҡаса ғына таныштырып үтәйем.
Беҙҙең Аҡташта булhағыҙ, күргәнhегеҙҙер: колхоз клубынан алыҫ түгел, ауыл ситенда, күлгә табан киткән юл буйында, бейек ҡоймалы, ауыр ҡапҡалы бер өй бар. Өйҙөң тәҙрә ҡапҡастары йәйен дә, ҡышын да hәр ваҡыт тиерлек бикле була. Әллә ҡояш нурынан, әллә кеше күҙенән hаҡланыу өсөндөр инде -- белмәҫhең. Улар икәүҙән-икәү генә йәшәйҙәр: Шәмсиә лә ире Fәләүи. Бала-саға аҫырауҙың мәшәҡәте күп тип иҫәпләйҙәр. Тормоштары йоморо ғына: мал-тыуар бар, ҡош-ҡорт бар, йәшелсә-емеш баҡсаһы ла иркен, ҡаралтылары ла бөтөн генә.
Мал-тыуарға иҫәп-хисап барған саҡта уларҙын бөтә эш тәртипле: hуйыры hуйылған, йыйыры йыйылған була. hис бер артык-бортоҡ нәмә юҡ, барыһы ла устав ҡушыуынса, сама самаға тура килеп кенә тора. Ләкин hыйыр ҙа, hарыҡ та быуаҙ, башмаҡ - тана, тана - hыйыр булып өлгөрмәгән әле. Ә инде перепись үттеме - уларҙың мал үрсей hэм ишәйә башлай. Ә колхоз эшенә килгәндә инде елкә соҡоро ҡысыта, һыңҡырҙап ҡына ҡуҙғалалар. Колхоздыҡы булдымы - арҡырыны буйға әйләндереп hалмаҫ улар. Ләкин шул арҡыры ятканды үҙ йортона алып ҡайтып турайтып hалырға булhа, hөйәк еңел ҡуҙғала. Эйәhеҙерәк ятҡан, күҙенә салынған әйберҙе улар күңелгә hалып китә, hәм бер уңайлы ваҡытта ул әйбер, нисектер, уларҙың йортона килеп, бик тәртипле генә урынлашҡан була. Бер заман шулай Шәмсибанат килендәрҙең баҡса артында бер аҙ урын hөрөлмәй тороп ҡалды. Был ни хәл, мин әйтәм, Шәмсиәнең дә нәфсеhe туйыр көн бар икән дәбаhа, тип уйлайым. Был ергә ҡарағура үҫте. Бесән ваҡыты еткәс, уны Шәмсиә менән Fәләүи сабып та ҡуйҙылар. Бер көн иртә менән үтеп барhам, бер мөйөштә, аҙ ғына урындан, hәйбәт кенә, төйөрөм генә күбә ҡалҡып сыҡҡан. Иртәгеhенә шул уҡ урында күбә икәүгә әйләнде. Күрәм, үрсей бит был күбәләр. Үләне көн дә үҙгәреп тора: ҡылғаны ла бар, көрешкәhе лә бар, башкаһы ла бар. «Баҡсағыҙға бик hәйбәт үлән үҫә икән», - тигән булам Шәмсиәгә, «Yҫә, үҫә», - ти. Yҫә, әлбиттә, үҫә. Ләкин бында түгел, колхоз баҫыуында үҫә, шунан әкренләп-әкренләп кенә Шәмсибанат баҡсаhына күсә. Баҡсанан hарайға…
Бына бит ул нисек! Уларҙың был ҡылығы йыш ҡына иғтибарһыҙ ҡала, Шәмсиә бит ул ай-hай шыма тота ла hуң үҙен килгән-киткән кеше алдында - иҫ-аҡылың китер! Мәсәлим ҡарт әйтмешләй, «йоп-йоморо дипломат инде!»
Ауыл советенекеләр уға таныш, район вәкилдәре таныш. Бер-бер эш менән ситтәнерәк килгән кеше булhа, уның янында иң элек Шәмсиәне курәhең. Килеүсене колхоз хәлдәре менән, эш торошо менән таныштыра. Уның замечаниеләрен хуплай, етешhеҙлектәр тураhында асынып бер-ике hүҙ әйтә. Һәм шулай итеп, ситләтеп-ситләтеп кенә барып, килгән кешенең эсенә инеп ала ла hуңғы яңылыктар менән дә таныша, уның ни өсөн килеүен дә белә. Шунан инде күр ҙэ тор: Шәмсибанат - «актив еңгәй», Шәмсибанат- «түбәнге масса». Бәйләнеп ҡара hин уға!
Колхоз тормошона, ауыл хужалығына ҡағылған бер-бер ҡарар сыҡтымы - Шәмсиә тиҙ генә Fәләүиен ауыл советенә командировать итә: шундай-шундай ҡарар сыҡҡан, тап, алып ҡайт, ти. Таба, килтера Fәләүи! Шәмсиә ул ҡарарҙы энәhенән-ебенә тиклем ентекләп өйрәнә лә үҙенә киҫәтеп ҡуя: уның файзаһына булған елешенең тамсыһы ла бушҡа китмәhен, ил файзаһына булғанын ҡарарбыҙ, күрербеҙ, ти. Был икәүҙең, гөмүмән, тәртип шулай: илдеке - минеке, минеке - үҙемдеке. Общий файҙаға, әйтәйек, колхоз файҙаһына тинеңме ҡайҙа ул! Ҡыл да ҡыбырҙатмаҫ улар, ярык балта ла йәл… Бына шундай ул беҙҙең Шәмсиә килен!
Шул. Әлеге «онотма» һүҙенән hуң Шәмсиә килен миңә асыу тотоп йөрөй башланы. Мин тегеләй ҙә, былай ҙа итеп, уйынға ла бороп ҡарайым: юҡ, ти, закон, ти, арт hабағыңды уҡытырмын, ти. Вәссәләм!
Мин әйтәм, юҡҡа сәпсенмә әле, Шәмсиә килен, тим. Ярғанат бит ул hис зыянhыҙ ғына бер ни ҙаһа: йәнлек тимме шунда, ҡош тимме инде. Уның өсөн нәмәhенә үпкәләргә, тим. Юҡ, ҡолағына ла элмәй минең һүҙемде.
Шундай көн килеп етте: Шәмсиәнең жалобаhы буйынса мине кәнсәләргә саҡырттылар. Барҙым. Кәнсәләргә байтаҡ ҡына халыҡ йыйылған. Өҫтәл янында колхоз председателе Хәтмулла ҡусты күренә, ауыл совете председателе Мырҙагәле тиңдәш тә шунда. Сын яhay кейенеп алған, асыуынан ауыҙын сумарҙай ослайтҡан Шәмсиә килен дә шунда ултыра.
Шәмсиә килендең ҡиәфәтен күргәс тә, мәсьәләгә төшөнөп алдым. «Арт hабаҡты уҡыталар икән», мин әйтәм.
Жалобаны уҡынылар, бик уҫал яҙылған. Береhe лә ҡалмаған, хатта минең элекке кушаматты ла иҫкә төшөрөп үткән, ҡәһәрең: «Әстел Әсәттең үҙен дә совет кеше итте, Әсғәт яhаны», - тигән. Белә бит шайтаның ҡайҙан тотоп алырға! Жалобаның аҙағын: «Мине, колхоз ағзаhын, совет кешеhен кәмһетергә Әсғәт Яруллин иптәштең ни хаҡы бар?» - тип бөтөрөп ҡуйған.
«Ай-яй-яй, эләктең ҡапҡанға, Әстел Әсәт!» -- тип мин үҙемде шелтәләп тә алдым.
- Нисек? Дөрөҫмө был хәл, иптәш Яруллин? - тип hорай Мырҙагәле тиңдәш.
Ни тиһең инде, дөрөҫ булғас.
- Әйтелгәндер инде, нисек итәhең, ғәйеп миндә, - тинем.
Хәтмулла ҡусты башын hелкеп ҡуйҙы.
- Уйнап әйттеңме, уйлап әйттеңме? – ти. Нисек инде «уйнап әйттем» тип алдарға кәрәк. Уйлап, асыу килеп әйтелгән hүҙ бит.
- Әйтелгәндер инде, - тим.
Мине ҡыҙҙырып алып киттеләр кем, сыҙап ҡына тор. Тегеләй ҙә былай, личностән көләһең, тиҙәр, иҫкене иҫеңә төшөрәhең, тиҙәр, пережитка, тиҙәр… Тетеп hалдылар. «Эйе, мин әйтәм, бәлә юҡтан бәлә таптым… шул була инде ул ауыртмаҫ башҡа тимер таяҡ»,- тим.
Шунан Хәтмулла ҡусты:
- Шәмсиә еңгә, әллә үҙ-ара килешеп, бөтөрөп кенә ҡуяһығыҙмы? -- тип hораны.
Ҡайҙа ул килешеү, бүре кеүек ҡарай.
-Юҡ, юҡ! Атаҡ, халыҡ араhында мәсхәрәләп исем тағып йөрөтhөн дә, килешә буламы! - тип сатылдап тора.
«Ярғанатын - ярғанатһың инде, юха, ләкин әйтмәгәндә лә ярар икән дә», -тип уйланып торғанда, Мырҙағәле тиңдәш, минең уйымды hиҙгәндәй:
-Ә ни өсөн ярғанат? Ниңә, әйтәйек, кәкүк йәки өйрәк түгел hуң? - тип, көлөмheрәберәк, hoрай ҡуйҙы.
-Шәмсиә килен, - мин әйтәм, - кеше күҙенән йәшенеберәк йәшәй торған кеше, яҡтылыҡты яратып еткермәй. Шуның өсөн әйтелгәндер инде. Исеменә лә тура килеберәк тора: Шәмсибанат - ярғанат, - тим.
Кәнсәләрҙә шым ғына көлөүселәр ҙә булды, ләкин Шәмсиә килен миңә тағы ла асыулыраҡ ҡараны.
-Сүлмәктә ни булhа, сүмескә шул сыға, яҡшы hүҙ көтөп буламы ни унан,- тип куйзы.
Өндәшмәйем.
-Шәмсиә апай колхоз эшен яратып еткермәйме әллә? - тип hорай ҡуйҙы бит Мырҙагәле тиңдәш Хәтмулланан.
Шәмсиә килен яуапҡа аптырай торған кеше түгел ул. Хәтмулла урынына үҙе hөйләп алып китте:
- Атаҡ, колхозды яратмай, беҙҙе колхоз кеше итте ләбаhа. Колхоз булмаhа, минең нием булыр ине…
- Колхозды яратыу бар, колхоздың эше бар, мин эш хаҡында hорайым, - ти Мырҙагәле тиңдәш.
Был юлы ла Шәмсиә килен үҙе яуап бирергә ашыҡты:
- Эшләйемсе… - тине ул. Yҙе тирә-яғына тынысhыҙ ҡарана. Минең эс йылыныбыраҡ китте. Эшкә килеп бәйләндеме - уның тел ҡыҫҡарасаҡ. Бында беләләр уны. Мин, эстән генә рәхмәт әйтеп, Мырҙагәле тиңдәшкә ҡарап ҡуйҙым. «Бәләнән ҡотҡарып ҡуйыуың бар…» - тип уйлайым.
- Эшләйем… хәлдән килгәнсә, - тип ҡабатланы Шәмсиә килен. Ләкин күрәм: баяғы күркәлеге юғалды. Төҫө ҡомhарып, бит остары ла hикергеләй башланы. Был инде - Шәмсиәнең ауыртҡан еренә тейҙеләр тигән hүҙ. Хәтмулла ҡусты, Мырҙағәле тиңдәштең hорауына яуап итеп:
-Вообще - законница, - тине.
Хәтмулла ҡусты шул хаҡта әйтә ул: колхоз эшенә ихлас күңелдән бирелеп эшләмәйенсә, илке-hалҡы ғына йөрөүселәр бар бит. Улар инде хеҙмәт көнөн hанап ҡына торалар. Закон ҡушҡан самаға этеп-төртөп тигәндәй еткерhәләр -- йәнәһе өҫтән бурыс төштө була. Хәтмулла ҡусты шундай кешеләрҙе, көлөбөрәк, «законник», тип атай. Закон hүҙен ишеткәс, Шәмсиә килендең инде йөҙө яктыра төштө.
- Эйе шул, закон боҙған юҡ. Законса эшләйбеҙ,- тип әйтеп hалды. Уның инде эстән генә Хәтмулла ҡустыға рәхмәт әйтеп ултырыуы ла күренеп тора ине.
Шәмсиәнең был hүҙенән hуң Мырҙағәле тиңдәш көлөп үк ебәрҙе.
- Һуң, Шәмсиә апай, бында закон hинең файзаға түгел бит әле. Эш…
- Бәй, нисек минең файҙаға булмаһын ти? Һөйләмәгеҙ юҡты, совет законы барыһы ла беҙҙең файҙаға, - тип Шәмсиә үҙенекен hөйләп алып китте. «Иштең арыш сумарын былай булһа, - мин әйтәм, - ҡапҡанға эләгәhең», - тип көлөп торам.
-Шулай, шулай, - ти Мырҙағәле тиңдәш, тегене йөпләп. - Уныһы дөрөҫ, Шәмсиә апай, совет хокүмәте законды hәр ваҡыт халыҡҡа файҙа булһын тип сығара. Ләкин бында бит әле эш законда тугел, - ти. - Бына, председателдең әйтеүенсә, hеҙ колхозда бик үк ялсытып эшләмәйheгeҙ булып сыға бит әле…
Мырҙағәле тиңдәштең әйтеүе булды, Шәмсиәнең яңынан тоҡанып китеүе булды.
- Ни эшләп эшләмәhен ти, aha… Әйтмэҫ Хәтмулла ул hүҙҙе, әйтмәҫ. Ул белергә тейеш, ҡараhын. Минең хеҙмәт көнөм минимумдан кәм түгел…- тип теҙеп алып китте, кем, тыңлап ҡына өлгөр.
Шәмсиәнең ниндәй hуҡмаҡҡа килеп төшкәнен хәҙер барыhы ла hиҙенә. Һәp кем өндәшмәй генә, көлөмhөрәп кенә тыңлап ултыра. Ә ул hөйләй, үҙе ни hөйләгәнен белмәй. Һай, тел тигәнең… Үҙ башына hөйләй бит инде, күренеп тора. Үҙен йәлләп киттем тағы. Ни тимә -- үҙ кешебеҙ бит әле.
Мырҙағәле тиңдәштең төҫө үҙгәреп үк китте. Ул бер аҙ асыулана төштө булhа кәрәк. Өҫтәлгә усы менән шапылдатып hуғып ҡуйҙы.
-Ярар, аңлашылды, - тине. - Эш минимумда түгел, Шәмсиә апай. Уныhы инде- крайность. Әгәр hәр кем минимумға hыйына башлаhа, колхоз эше алға барырмы hуң? Беҙгә максимумы хаҡында уйларға кәрәк. Быныһы асыҡ. Ләкин беҙ бында мәсьәләнән ситләберәк киттек. Йә, иптәш председатель, hеҙ нисек ҡарайhығыҙ был ярғанат мәсьәләhенә? - тип hoраны Хәтмулла ҡустынан.
- Белмәйем инде, - тип ҡулын hелтәп ҡуйҙы Хәтмулла. -- Ярғанатын да белмәйем, мыҫҡыллау тип әйтерлек әллә ни алама нәмә лә түгел шикелле… белмәйем…
Ошолай hөйләшеп ултырғанда, беҙҙең бухгалтер шкафынан бер ҡалын ғына китап килтереп сығарҙы. Бик ҡыҙыҡ кеше ул беҙҙең бухгалтер. Һәp нәмәнең китапса булыуын ярата. Бер-бер әкәмәтерәк нәмә килеп сыҡтымы -- башта китаптан ҡарап ала. Йәнәhe: «Китап ни әйткән икән?» - ти инде. Әле лә ул ошо ҡалын китапты Хәтмулла ҡустыға hуҙҙы.
-Бына ошо китапта ярғанат тураhында яҙылған булыр, ҡарағыҙ, ти.
Хәтмулла ҡусты, йылмая биреп, китапты ҡулына алды ла аҡтара башланы.
- Ҡайҙа әле, ҡайҙа, ҡарап ҡарайыҡ әле, ни тип яҙылған икән? - ти. - Тәк… Ярғанат… русса «Летучая мышь» була бит әле ул. Л…л… тәк, тәк,- тип hөйләнә- hөйләнә аҡтара.
Күрәм, был арала ҡыҙыҡhынып, тыңлап тороусылар ҙа байтаҡ ҡына һыйылып китте. Шәмсиә килендең күршehe Мирсәй зә килеп инде. Уның килеүен шунлыҡтан әйтәм, Шәмсиә килен менән уларҙың борсаҡ бешеп етмәй. Яратмай ул Шәмсиәне, ене кеүек күрә. Эш аламаға китә башлаhа, минең файҙаға бер-ике hүҙ әйтеп ҡуйыуы ла бар бит әле…
-Тә-әк… «Летучая мышь». Таптыҡ…- тип, Хәтмулла ҡусты уҡый башланы: уҡыған берен башҡортсалап hөйләй бара. Сысҡанға ла, ҡошҡа ла оҡшаған бер нәмә була икән шул. «Бигерәк та йылы урындарҙа күп була, тигән. Ҡараңғыны ярата, тигән. Мөгәрәптәрҙә, ташландыҡ урындарҙа йәшәйәэр», тигэн…
Был ваҡыт кәнсәләрҙәге халык шырк-шырк көлөшә башланы. Ҡәhәрең, үҙенә тура килә бит әле, бик килештереп яҙғандар.
-«…Күмәкләп йәшәүгә ҡарағанда янғыҙ йәшәүгә әүәҫерәк булалар», тигэн…
-Бик дөрөҫ әйткән! - тип ҡуйҙы берәү.
- «…Аҙыҡтары ҡош-ҡорт hәм төрлө алам-hалам нәмә була», тигэн.
- Күҙенә ни эләкһә, шуны ҡымтый, значит, - тип әйтеп ҡуйҙы икенсе берәү. Халыҡ геү килеп көлдө.
- «…Ауыҙы ҙур була», тигән…
- Ауыҙ тигәнең көрәк менән төртөп тишкән кеүек инде… Ҡайҙан белеп яҙғандар…
- «…Yткер тешле, hиҙгер ҡолаҡлы була», тигэн…
Был юлы халыҡ тағы ла геү килеп көлөп ебәрҙе. Шәмсиә килен бер уңарып, бер ҡыҙарып, йән-тиргә батып ултыра.
- «…Бер төрлөhө hыҙғырған hымаҡ итеп, ҡайhы ваҡыт үҙәк өҙгөс тауыш менән сыйылдай», тигэн…
- Эйе, эйе, эш тураhында hүҙ сыға башлаhа, - тине Мирсәй. Халыҡ ҡысҡырып көлә башланы.
- Иллә ҡайҙан тура килеп тора…
- Тас үҙe…- тигән тауыштар ишетелә.
Шәмсибанат килен түҙә алманы, тырҫ-мырҫ килеп ниҙер hөйләнде лә, шәп атлап, кәнсәләрҙән сығып китте.
Башта халыҡ гөж килде. Кемдең ни hөйләгәнен дә аңлап булманы. Шунан hуң, берәм-берәм, Шәмсибанат менән Fәләүиҙең ҡылыҡтарын иҫкә төшөрҙөләр.
- Ситкә тарталар, ситкә - ҡараңғыға,- тине берәү.
- Илдекен итәкләп ташыhаң, үҙеңдекен усыңа йомһаң, булмай инде ул, - тине икенсehe.
- Ярғанат булып түгел, яҡтылыҡта рәхәтләнеп йәшәр заман! - тине өсөнсөhө.
Мине бик ныҡ ҡыҙҙырып алдылар. Ярай әле бер ярсыкка эләккәнмен. Шәмсибанат кеүектәр беҙҙә хәҙер бик hирәк. Юҡһа, ысынлап та, арт hабаҡты уҡыталар ине. Кешенең кешелеген кәмһетергә юл ҡуйылмай хәҙер. Ихтирам ҙур беҙҙә кешегә. Шулай булғас, ярғанаты ла булмаһын тим мин. Шул.
Шәкир НАСЫРОВ.
Фото: Лилиә Такаева