Гөлсимә ИШТАНОВА
ИҪКЕ ЙОРТ ЙЫЛЫҺЫ
Хикәйә
Иҙәндәге балаҫта ҡояш йылыһына иҙерәп бесәй ятыр, ҡулына бәйләм тотоп мөйөштә ултырырға яратҡан Хужабикә кемгәлер шул тиклем оҡшай башлар, иҫке йорт иҫенә генә төшөрә алмаҫ. Ҡыйыҡҡа түшәлгән тупраҡ йоҡарһа, өйҙөң дә хәтере лә насарая икән ул. Өйҙөң хәтере нимә, бына балаларҙың хәтере насарайһа ҡыйын. Хужабикәнең артынан ҙур ҡапҡа ябылып ҡалғас, йорт эсе бушаны. Ул элеп киткән ҡорғандарҙы тамсы ла һелкетмәй оло юлдан күҙен алмай көтә башланы. Балалар ҡайтып йөрөнө ул, ейәндәр ҙә. Ә бына бүләләрҙе…
Улар бит урындыҡ аҫтындағы инә ҡаҙ менән дә танышып өлгөрмәне.
…Ауыҙын ҙур итеп асҡан ялмауыҙҙай, юғары күтәргән һоҫҡоһон өйҙөң ҡыйығына терәй яҙып килеп ултырҙы тағы баяғы трактор. Хужаһының әмерен көтөп ер тырнап торған януарҙай, бер-ике үкереп алды ла, туҡтаны. Өй тертләмәне лә, тәҙрәләре лә сыңламаны, бөтөнләй битарафлыҡ ялмап алғайны инде. Һуңғы йылдарҙа был техниканың тауышына ла өйрәнеп бөткәйне. Ауылға һуңғы арала ситтән күсеп килеүселәр артты. Ҡалаға үтә яҡын да түгел, әммә ҙур йылға буйында ултырыуы, етмәһә юл, газ, һыу, интернет кеүек уңайлыҡтар булыуы ауылға яңы кешеләрҙе тартты. Күсеп килә торҙолар, иҫке өйҙәрҙе һүтеп яңы нигеҙ ҡора торҙолар. Иҫке йорттоң күпселек тиңдәштәре һүтелеп бөттө, улар урынына тәкәббер генә кирбес өйҙәр ҡалҡа торҙо. Ерҙең яңы хужаһы телефондан кемгәлер шылтыратып нимәлер белешкәнен, кем менәндер кәңәшләшкәнен тыңламаны ла. Бары өҙөк-йыртыҡ һүҙҙәр генә ишетелеп ҡалды:
– Күп балалы… яңғыҙы үҫтерә…этләнә…газ үтмәгән…
Иҫке йортто бульдозер менән эттермәнеләр. Яңы хужа әмере буйынса, өйҙө һүттеләр, бер айырым йөккә тейәп, ауыл йәштәре айырым урам булып ултырған Йәштәр тыҡрығына илтеп, бер ихатаға алып барып ауҙарҙылар. Ҡырпаҡ ҡар яуған ергә бушатылған иҫке йорт бүрәнәләренең кинәт танһыҡ таныш еҫтән башы әйләнде. Яландай киң ихатаның ҡап уртаһында бейек ҡыйыҡлы яңы өйҙән килә ине шул тиклем татлы, башты әйләндергес еҫ.
Таныны иҫке йорт, таныны! Яңы йорттоң ҡолас етмәҫтәй шартлап торған бүрәнәләр уның тыуған урманынан ине. Иҫке йортто дөбөр-шатыр ишек алдына бушатҡандарын, гөж-гөж итеп бүкәндәргә бысҡандарын, унан шартлатып утын итеп ярып өйөп ҡуйғандарын Яңы йорттоң ҡарҙай ап-аҡ ҡорғандарын күтәреп, өс бәләкәй бала менән яңғыҙ донъя йөгө тартыуҙан йонсоп һурығып ябығып бөткән ҡатын күҙәтте. Кискә Яңы йорттоң мейесенән туп-тура булып төтөн күтәрелде. Береһенән-береһе бәләкәй өс бала йәмләнеп киткән өйҙө яландай киң күреп йүгереште, шашты. Башына аҡ яулыҡ бәйләгән яңғыҙ ҡатын түрбашта ҡамыр менән булышты, аҡса эшләйем тип Себер сығып киткән ире ғәйеп булғаны бирле тәүге тапҡыр йөҙөнә йылмайыу ҡунды. Мейес алдында, эй, уралды, эй, тулғанды, болғауысы менән ҡуҙҙарҙы төрткөләне. Тәүге тапҡыр утын һанамай яғыуы ине уның. Хужаһыҙ ҡалғаны бирле күшегеп, йылына алмай бер булған Яңы йорт та ирәйеп китте.
“Бирешмә, – тине уға мейестә сарт та сорт янған Иҫке өй.
– Һинең бурыс өй йылыһын һаҡлау. Шуға тоғро ҡала белһәң, мин һиңә ярҙам итермен”.
Бәхетле ине иҫке йорт. Йәшлек йүләрлеге менән утынлыҡ ағас булыуҙы хурлыҡ һанай, ә бына бөгөн үҙе ут ялҡындарын дәртле бейетә-бейетә төтөн булып күккә аша. Ағас ҡорто менән тишкеләнеп, ел-дауылға бирешеп ҡолап, бер кемгә лә кәрәге теймәй сереп ятмай бит. Яна, осҡон булып күккә аша. Ана, баҙлап янған ҡуҙҙарын алға тартып хужабикә балаларға майҙа бәлеш ҡыҙҙырып бешереп бирә, улары табанан төшкән береһен эләктереп алырға ғына тора. Мейес башында әсе икмәк ҡабарырға йыйына. Йылыға иҙерәгән аҡ бесәй иҙәнгә үк төшөп һуҙылып ятып алды. Яңы йорт тамам йылынды. Утын сүрәтендә лә өй йылыһы бүләк итә алыуы бәхетле итә ине Иҫке йортто.