Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
24 Ғинуар , 17:07

Мин һине табырмын, Илдус! (хикәйә)

Ҡырғыҙстан тигән һүҙҙе ишетеүгә, Наиләнең йөрәгендә ниндәйҙер тамыр өҙөлгәндәй булды. Күңеле ниҙер һиҙенде. Егет бер ҙә ҡырғыҙға оҡшамаған, һөйләшеүе лә татарса. - Ниңә ҡайтып китмәйһең һуң? - Унда бер кемем дә юҡ минең. Балалар йортонда үҫтем. Наиләнең күҙ алдары ҡараңғыланып, башы әйләнеп китте. Үҙе лә һиҙмәҫтән ҡапҡаны асып, егетте өйгә саҡырҙы. Ҡала ситендәге ике ҡатлы коттеджда йәшәй ул. Ире күптән түгел генә аварияға осрап, вафат булды. Ҙур бер ойошмала бухгалтер булып эшләй. Үҙизоляция ваҡытында ла эште туҡтатманылар. Юҡлыҡтың ни икәнен дә белмәй йәшәй. Тик сараһыҙлыҡ хәлен генә аңлай. Ошо егет кеүек сағында ул да Ҡырғыҙстанға барып сыҡҡан ине...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Мин һине табырмын, Илдус! (хикәйә)

Урам яҡ ҡапҡаны ябып, бикләйем тигәндә кемдеңдер: “Апай”, - тип өндәшкәненә Нәйлә һикереп китте. Тауыш бик әкрен генә сыҡһа ла, уның көтөлмәгәнлектән булыуы һиҫкәндерҙе. Боролоп ҡараһа, апрель ямғырынан сәстәре һыуланып бөткән йәш кенә егет баҫып тора ине. Мөләйем йөҙлө, һылыу ғына егет, ләкин күҙҙәре моңһоу ине.

- Апай, миңә яраҡлы берәй эшегеҙ юҡмы? Ишек алды ла һеперәм, кирбес тә теҙәм, ашарға ла бешерәм...

Егет кире ҡағып ҡуймаһалар ғына ярай ине тип, эшләй белгәндәрен ашыға-ашыға теҙҙе. Аһ, был изоляция тигәндәре, күптәрҙе эшһеҙ ҙә, ашһыҙ ҙа ҡалдырҙы. Тик шулай ҙа кешеләргә ышана торған ваҡыт түгел. Бик ҡыйыуһыҙ күренһә лә, егеттең күңелендә нимәләр ятҡанын белеп булмай.

- Эш юҡ шул, ҡустым, - тине лә ҡапҡаны бикләп, китергә уйланы.

- Апай, минең бик ашағым килә... - Егеттең ҡиәфәте батып барғанда һаламға тотоноусыны аңлата ине. Күрәһең, уны күп ҡапҡанан кире борғандар, был юлы ла кире борһалар, үҙенең харап булырын аңлапмы, таныш булмаған ҡатындың күңелендә миһырбанлыҡ уятырға теләпме, ялбырып ҡараны.

- Кирбес теҙәм, тиһең, төҙөүселәргә эш бөткәне юҡ бит. Ниңә эшкә урынлашмайһың? - тип ҡырыҫ күренергә тырышты. Ләкин егеттең ниндәйҙер бер сифаты үҙен йәлләтә, ҡыҙғандыра ине.

Ҡырғыҙстан тигән һүҙҙе ишетеүгә, Наиләнең йөрәгендә ниндәйҙер тамыр өҙөлгәндәй булды. Күңеле ниҙер һиҙенде. Егет бер ҙә ҡырғыҙға оҡшамаған, һөйләшеүе лә татарса.

- Ниңә ҡайтып китмәйһең һуң?

- Унда бер кемем дә юҡ минең. Балалар йортонда үҫтем.

Наиләнең күҙ алдары ҡараңғыланып, башы әйләнеп китте. Үҙе лә һиҙмәҫтән ҡапҡаны асып, егетте өйгә саҡырҙы. Ҡала ситендәге ике ҡатлы коттеджда йәшәй ул. Ире күптән түгел генә аварияға осрап, вафат булды. Ҙур бер ойошмала бухгалтер булып эшләй. Үҙизоляция ваҡытында ла эште туҡтатманылар. Юҡлыҡтың ни икәнен дә белмәй йәшәй. Тик сараһыҙлыҡ хәлен генә аңлай. Ошо егет кеүек сағында ул да Ҡырғыҙстанға барып сыҡҡан ине....

Әле бөгөнгөләй хәтерендә, 1995 йылдың көҙө ине. Наиләгә тормош гел ҡара төҫтәрҙән генә торған кеүек тойолған ваҡыт. Көсләнеп, балаға уҙҙы ул. Көсләүен дә ҡурҡаҡтарса, уға йоҡо дарыуы эсереп көсләнеләр. Юлаусы машинаға ултырып, ауылға ҡайтырға сыҡҡан ине. Шофер егет лимонад тәҡдим итте. Һыуһаған ине, шешә ауыҙынан байтаҡ ҡына эсте. Шунан һуң ни булғанын да хәтерләмәй. Юл ситендәге ҡыуаҡлыҡта аңына килгәс кенә төшөндө үҙенең аяныслы хәлен. Шунан һуң Наиләнең ҡараңғы көндәре башланды ла инде. Киләсәктә матур көндәр менән йәшәү хыялы туҡтаны. Балаға уҙғанын белгәс, бөтөнләй ҡойолоп төштө. Ҡайҙа барып бәрелергә белмәне. Бер ни тиклем ваҡыт үҙенә ҡул һалыу ниәте менән дә йәшәне. Үлем, бигерәк ундай үлем ҡурҡыта ине. Яҡшы ғына бер ойошмала бухгалтер булып эшләй башлаған ваҡыты ине. Һәйбәт эш хаҡы ала. Сибәр һәм һөйкөмлө ҡыҙға егеттәр ҙә йыш иғтибар итте. Тормошо бик матур ҡоролор ине лә бит, намыҫһыҙ егет башына етте.

Ҡайҙа барып бәрелергә белмәй йөрөгәнендә баш бухгалтер Сания апайға саҡырҙылар. Ҡыҙҙы күптән күҙәтеп йөрөгән ҡатын, уның хәлен самалаған икән. Серҙе шунда систе. “Нимә эшләйем инде, Сания апай, башымды ашанылар бит, ғүмерлек бәхетһеҙ иттеләр”, - тип креслоға ҡапланып иланы ул. Нисек булғанын барыһын да һөйләп бирҙе. Баш бухгалтер уға шундай кәңәш бирҙе - барлыҡ аҡсаһын доллорға алмаштырырға һәм бәпәй табыр алдынан Ҡырғыҙстанға китергә. Рәсәйҙәге эш хаҡы менән унда байтаҡ йәшәп була икән.

Сания апай Ошо ҡалаһындағы үҙенең таныш гинекологының адресын бирергә булды. “Балаңды шундағы балалар йортона урынлаштырырһың. Бында ҡайтып тормошоңдо яйлағас, рәсми рәүештә алып ҡайтырһың. Үҙ балаң икәнен бер кем дә белмәҫ, уллыҡҡа алдым, тип әйтерһең”, - тине ул. Ҡорһағы беленә башлағас, барлыҡ аҡсаларын алып, Ош ҡалаһына юл тотто.

Балаһын ун көн булғансы имеҙҙе Нәйлә. Әммә баланан рәсми рәүештә баш тартып ҡалдырырға ҡурҡты. Йылы итеп ураны ла, таң алдынан алдан ҡарап ҡуйған балалар йортоноң ишек төбөнә һалып китте. Ҡыңғырау бүлмәһенә оҙааааҡ итеп баҫты ла, ҡасты. Ишекте асып, баланы алғандарын йәшенеп күҙәтеп торҙо.

Наилә ҡомһоҙланып ашаған егеткә моңһоуланып ҡарап ултырып, йәшлектәге ҡара көндәрен иҫкә төшөрҙө. Түҙмәне:

- Үҙеңде Ҡырғыҙстандан тиһең, бер ҙә уларға оҡшамағанһың, татарса ла бик яҡшы һөйләшәһең, - тине.

- Балалар йортонда Нәфисә апай тәрбиәләне мине. Ул татар ҡатыны ине. Мине башҡаларҙан айырып, яҡын итте. “Һин татар балаһы, әсә телен онотма”, - тип өйрәтте. Үҫкәс, Ҡазанға барырһың, тине. Вафат инде ул. Хажға барып ҡайтты ла, ауырып үлде. Нәфисә апай үлер алдынан мине саҡырып: “Улым, һин әсәйеңде табырһың. Мин Ғәрәфә тауында Аллаһтан һине әсәйең менән осраштырыуҙы һорап, доға ҡылдым. Төшөмә лә керҙе, әсәйең Татарстанда булырға тейеш”, - тине.

Быларҙы һөйләгәндә егеттең йөҙө бик моңһоу ине. “Эх, табырға ине әсәйемде” - тигәндә генә уның йөҙө яҡтырып китте.

- Әсәйеңдән берәй иҫтәлек ҡалмағанмы, берәй ҡағыҙ-фәлән?

Был һүҙҙәрҙе әйткәндә, Наиләнең тамағы кибеп, теле аңҡауына йәбеште. Башы әйләнә башланы.

- Ҡалған, - тине лә егет йылмайып, ҡуйын кәҫәһенән бик ҡәҙерләп төргән ҡағыҙ киҫәген сығарып, асып күрһәтте. Унда бынан егерме биш йыл элек Наилә үҙ ҡулдары менән яҙып, сабыйының йүргәгенә тыҡҡан: “Мин һине табырмын, Илдус!” - тигән юлдарҙы уҡыны...

Рәшит Фәтхрахманов.

Фото: Лилиә ТАКАЕВА

Мин һине табырмын, Илдус! (хикәйә)
Мин һине табырмын, Илдус! (хикәйә)
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: