Йәнтимерҙең аяҡтары үҙәгенә үтеп һыҙлай башланы. Аяҡтар… аяҡ шәрәмәттәре… Көн боҙолор булһа, шулай интектерә улар егетте. Бынан алдағы көндәрҙә лә һыҙланы, ләкин түҙерлек ине. Ә бөгөн «үлтереп» ауырта. Ахыры, ул такси саҡыртып дауаханаға барырға булды.
– Алло! Һаумыһығыҙ. Был диспетчермы?
Телефондан моңло йыр ишеткәндәй булып, һиҫкәнеп китте ҡыҙ, бер аҙға өнһөҙ ҡалды, ләкин үҙен тиҙ генә ҡулға алды.
– Һаумыһығыҙ! Һеҙҙе диспетчер тыңлай.
– Миңә тиҙ генә такси ебәрә алмаҫһығыҙмы?
Егеттең тауышы шундай яғымлы! Ҡыҙҙың йөрәге беренсе һүҙҙәрҙән үк ярһып тибергә тотондо. Күкрәгенә һыймай осорға талпынған ҡошмо ни! Шундай ҙа бәрхәт кеүек тауышты Аҡсәскәнең ошоғаса ишеткәне булманы, уның нисек тә егет менән оҙағыраҡ һөйләшкеһе килде:
– Тиҙ генә булмаҫ, ун-ун биш минут көтә алаһығыҙмы?
– Улай ғына көтөргә була. Рәхмәт.
– Адресығыҙҙы әйтегеҙ.
Егет адресын әйтеп, һаубуллашты ла телефонын һүндерҙе.
Ошо минуттан алып Аҡсәскә билдәһеҙ егеттең шылтыратыуын көтә башланы. Тағы такси саҡырырмы? Ҡасан шылтыратыр икән? Бер тапҡыр күрмәйенсә лә, тауышын ғына ишетеп ғашиҡ булып буламы икән ни? Ә ул… өйләнгән булһа?
Телефон шылтыраған һайын: «Ул! Билдәһеҙ егет!» – тип уны ғына уйлай.
Бына, ниһайәт, ул көткән тауыш! Егеттең тауышын мең төрлө тауыштар араһынан да айыра ҡыҙ! Шул уҡ яғымлы, моңло тауыш!
Егет тағы такси саҡырҙы. Аҡсәскә үҙенең әҙәпһеҙ ҡыланғанын белһә лә:
– Һеҙҙең һөйгәнегеҙ бик бәхетлелер, – тине.
– Ниңә улай тиһегеҙ?
– Һөйгәнегеҙ янына таксиҙа бараһығыҙҙыр…
Егет көлөп ебәрҙе:
– Яңылышаһығыҙ, һылыуҡай, мин дауаханаға йөрөйөм. Миңә тигән ҡыҙ әле тыумаған.
Һүҙҙән һүҙ ялғанды, таныштылар. Көн дә телефон аша аралаша башланылар, бигерәк тә ҡыҙ егеттең хәлен белешер булды.
Йәнтимер үҙен йәлләгәндәрен яратмай, бер кемгә лә һыҙланыуҙарын һөйләмәй. Зарланыу менән ҡул-аяҡтарының һыҙлауы баҫылмаясағын белә ул. Хәйер, һөйләр кеше лә юҡ. Телефон аша танышҡан билдәһеҙ ҡыҙға эс серҙәрен сисә алмай бит инде. Йәнтимерҙе үҫтергән, тәрбиәләгән, өйөнә уҡытыусылар саҡырып уҡытҡан, аҙаҡ ярым-ярты аяҡтарына протез ҡуйҙырып атларға өйрәткән әсәкәйе ике йыл элек мәңгелеккә күҙҙәрен йомдо.
– Йәнең йәннәттә булһын инде! – тип өҙгөләнеп иланы егет. Тәүҙә әсәһен юҡһынып көндәр буйы фотоһын ҡарап ултырҙы. Шулай ҙа үҙен тиҙ ҡулға алды.
– Былай ярамай! Яҡынымдың йәнен рәнйетмәҫкә, эш менән булырға, йәшәргә кәрәк!
Йәнтимер бала саҡтан яратҡан шөғөлөнә тотондо. Әсәһе иҫән саҡта уның портретын төшөрә башлағайны. Берсә ҙурайтылған фотоһына ҡарап, берсә күҙ алдына килтереп, бер аҙна тигәндә шул эште атҡарып ҡуйҙы. Иңенән ҙур бурыс төшкәндәй, ҙур ҡәнәғәтлек менән портретты бүлмәнең иң түренә элеп ҡуйҙы. Бер нисә көн ял иткәс, ҡулдары һыҙлаһа ла, автопортретына тотондо. Хәл белергә ингән күршеләре портреттарҙы күреп таң ҡалды һәм Йәнтимерҙең һәләте тураһында таныштарына һөйләне. Уның эштәре яйға һалынды, бик күп кешеләргә портреттар яҙҙы, пейзаждары ла бик матур килеп сыҡты. Йәнтимерҙең картиналарын һатып алыусылар күбәйгәндән-күбәйҙе. Әлбиттә, эште башҡарып сығыуы бик ауыр Йәнтимергә.
Протездары менән йөрөй башлағанда ла егеткә еңел булманы, ләкин ул тешен ҡыҫып түҙҙе. Тәүҙә ныҡ һылтыҡлаһа ла, хәҙер уның протездар менән йөрөгәнен табиптар һәм күршеләренән башҡа бер кем дә белмәй… Тик бына ҡулдары… Протез бармаҡтар ҡуйҙырыуҙың бер файҙаһы ла булмаясаҡ, сөнки Йәнтимерҙең бөтөнләй ҡул суҡтары – усы ла, бармаҡтары ла юҡ. Ҡылҡәләмде ана шул тупыс ҡулдары менән ҡыҫып тота, тәүҙә бик уңайһыҙ булды, хәҙер өйрәнде.
***
Мәктәпте тамамлағас, штукатур-маляр һөнәрен үҙләштереп, ҡалаға эшкә урынлаша. Бер үк бригадала ташсы булып эшләгән Мәргән Гөлзәмиәгә ғашиҡ була, ҡыҙ ҙа уға битараф түгел икән. Оҙаҡламай улар сәстәрен-сәскә бәйләй, ләкин Мәргән сәскәнән-сәскәгә ҡунған күбәләк булып сыға. Ауырлы ҡатынын ташлап, ул икенсе сибәркәй менән сығып китә.
Ваҡыты еткәс, малай донъяға килә. Ләкин бала ғәрип булып тыуа: тубыҡтан өҫтә ике аяҡ, ике ҡулының да ҡул суҡтары юҡ – тупыс. Табиптар өнһөҙ ҡала. Нисек итеп йәш әсәгә әйтергә? Ул ни эшләр? Хәле лә шәптән түгел.
Гөлзәмиә һушына килгәс, күҙҙәрен түшәмгә төбәп байтаҡ ята, унан бәпесе тураһында һораша. Белгәс, ҡабаттан һуштан яҙа, ә аҙаҡ балаһынан баш тарта.
Аяҡ-ҡулдары булмаған кескәй генә йомғаҡ, гонаһһыҙ сабый, ата-әсәһе иҫән була тороп, тормош тигән оло диңгеҙҙә япа-яңғыҙ ҡала. Шулай ҙа мәрхәмәтле, оло йөрәкле кешеләр бар бит ул донъяла! Сабыйҙы дауаханала шәфҡәт туташы булып эшләгән Сафия үҙенә уллыҡҡа ала. Йәнтимер тип исем ҡуша. Бөтә ғүмерен уға бағышлай. Малай үҙенең ташландыҡ икәнен белмәй, әсә һөйөүен, наҙын татып үҫә. Дауаханаларға ла, шифаханаларға ла йөрөтә Йәнтимерҙе әсәһе. Ул мәрхүм булғандан һуң егет бараһы ерҙәренә такси саҡырырға мәжбүр була.
***
Аҡсәскә менән телефон аша танышыу Йәнтимергә күңел йыуанысы булһа ла, хафаландырҙы. Ҡыҙ бик үткер, ахыры, осрашайыҡ, ти. Егеттең дә Аҡсәскәне бик күргеһе килә, ләкин өмөттәренең селпәрәмә килеүенән ҡурҡа. Сөнки бер нисә ҡыҙ Йәнтимерҙең сибәрлегенә ғашиҡ булып та, тупыс ҡулдарын күреү менән ҡоттары осоп, шунда уҡ уны ташлап китте.
«Ә аяҡтарымды күрһәләр, бөтөнләй һуштан яҙып йығылырҙар ине», – тип уйланы егет.
Аҡсәскә бик ныҡыш ҡыҙ булып сыҡты, Йәнтимер янына килде. Инде лә, әйтерһең дә, Йәнтимерҙең күлдәй саф һәм тәрән зәңгәр күҙҙәренә сумды. Егет тә унан күҙҙәрен ала алманы.
– Һаумы, Йәнтимер! Мин килдем, – тине ҡыҙ ҡыйыу ғына.
– Һаумы, Аҡсәскә! Һине шулай күҙ алдыма килтергәйнем. Ултырайыҡ, Аҡсәскә, – тип яуапланы Йәнтимер һәм ҡулдарын тубығына һалды. Ҡыҙ һирпелеп ҡарағас:
– Ҡурҡмайһыңмы? Аптыраныңмы? – тип һораны шым ғына.
– Юҡ! Аптырамайым! Ҡурҡмайым да! Мин бит һинең тауышыңды ишетеү менән ғашиҡ булдым, ә хәҙер үҙеңде күргәс, һин минең хыялымдағы егет икәнеңде аңланым.
Егеттең күңелендә ҡойон уйнаны, берсә йөрәге йондоҙло күккә атылды, берсә сәскәле, күбәләкле ергә төштө, илағыһы килде, ләкин ул йылмайҙы. Сибәр, бөтә ағзалары теүәл ҡыҙҙың, һиңә ғашиҡ булдым, тип әйткәненә ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәй, бер килке тын ғына ултырҙы. Ошо минуттарҙа уларҙың йөрәктәре генә “һөйләште“.
– Рәхмәт һиңә, Аҡсәскә! – Егет еңелсә дерелдәгән ҡулдары менән ҡыҙҙың яурынын ҡосаҡланы.
Ә ҡыҙ егеттең күкрәгенә башын һалып, түгелеп илап ебәрҙе. Был Аҡсәскәнең оло шатлыҡ һәм бәхет йәштәре ине. Улар ҡушылып үҫкән ҡайындар һымаҡ бер-береһенә һырылды. Байтаҡ шулай ултырҙылар. Беренсе осрашыуҙа уҡ ҡыҙҙы өркөтөп ҡуймайым тип, аяҡтары тураһында әйтмәне егет. Бәлки, ҡыҙҙың ваҡытлыса мауығыуылыр, тип тә уйланы Йәнтимер, ләкин яңылышты. Аҡсәскә уны ташламаны. Егеттең аяҡтары протез икәнен белһә лә, көндән-көн уға нығыраҡ эҫенә барҙы. Уларҙың осрашыуына ике йыл да булып китте, ләкин егет һаман өйләнергә ашыҡманы, Аҡсәскәне бәхетһеҙ итермен тип ҡурҡты.
Ләкин Аҡсәскәнең исеме генә аҡ түгел, күңеле лә аҡтан-аҡ, пактан-пак.
– Мин үҙемде донъяла иң бәхетле кеше итеп тоям, тик һине осратҡас ҡына шуны аңланым, – тине ҡыҙ.
Аҡсәскәнең саф хистәрен, үҙенең дә ҡыҙҙы өҙөлөп яратыуын, унан башҡа йәшәүҙең мәғәнәһе булмауын төшөнгән Йәнтимер, ниһайәт, яҙмышын ыңғай яҡҡа хәл итергә йөрьәт итте.
– Аҡсәскәм! Йәнем! Һинең ҡулыңды һорарға барам, ата-әсәйеңә әйт, һылыуым.
Егеттең башынан йәшен тиҙлегендә уйҙар үтте: “Әгәр риза булмаһалар, мин нишләрмен?“
– Ысынлапмы, Йәнтимер, йәнем?! Күпме көттөм был һүҙҙәреңде, бәғеркәйем! Тағы ла мең йыл көтөргә лә риза булыр инем. Әлбиттә, ата-әсәм риза буласаҡ. Мин уларға һине өҙөлөп яратҡанымды әйттем.
– Яратыуыңды әйткәнһеңдер ҙә, ә минең турала әйттеңме? Аяҡ-ҡулдарым тураһында…
– Йәнекәйем! Һис тә борсолма! Атайым да, әсәйем дә мине бик яраталар. Иркәләп-наҙлап үҫтерҙеләр, улар донъялағы иң яҡшы кешеләр!
Аҡсәскә Йәнтимерҙең күҙҙәренә һөйөп ҡараны.
***
Бала табыу йортонда улын ҡалдырып киткәс, Гөлзәмиә ул турала уйламаҫҡа тырышты. Төҙөлөшкә эшкә урынлашты. Баш баҫып эшләне, йыл артынан йылдар үтте. Мәргән ташлап киткәс, ир-егеттәргә ышанманы, өйләнешергә тәҡдим яһаусыларҙы ла кире ҡаҡты.
Бер кем дә уның бала табыу йортонда сабыйын ҡалдырғанын белмәне, был турала иң яҡын әхирәте Һәҙиәгә лә һөйләмәне.
– Балам үле тыуҙы, – тине лә ҡуйҙы.
Бер көн әхирәте:
– Гөлзәмиә, егеттәрҙе яратмайһың, уларға ышанмайһың, былай яңғыҙ йәшәргә ярамай, ҡартайғас нишләрһең?
– Уңмаһаң – уңға бар, тип әйтергә теләйһеңме?
– Юҡ. Тағы бер тапҡыр бәхетеңде һынап ҡара.
– Нисек?
– Күршемдең ҡатыны мәрхүм булғайны, һине димләйем әле уға, әхирәт.
– Иртә уңмаған – кис уңмай, кис уңмаған – һис уңмай, тиҙәр бит әле. Әллә инде, мин – уны, ул мине оҡшатырбыҙмы икән?
– Оҡшатырһығыҙ, ул яҡшы ир булды. Ҡатыны бик маҡтай торған ине, мәрхүмәнең урыны йәннәттә булһын. Һин дә эшкә уңғанһың, сибәрһең дә. Тик уның бәләкәй ҡыҙы бар, уға шул баланы үҙ балаһылай күргән әсәй кәрәк. Йәшермәйем, күршем бер-ике тапҡыр өйләнеп ҡараны.
– Бик ваҡсыл, мыжыҡ кешелер?
– Юҡ. Ҡыҙын әҙ генә ҡыйырһытҡандарын белһә, ҡатындарын айырҙы. Ҡыҙыҡай бик иркә, үҙ һүҙле, атаһының үҙен ныҡ яратҡанын белә.
Яңғыҙлыҡтан ялҡҡан, йомғаҡтай ғына балаһын ташлап киткәндән һуң үҙен ғәйепле һанаған Гөлзәмиә уйланы-уйланы ла әхирәте димләгән Аҡманға тормошҡа сығырға булды.
Һәүетемсә генә йәшәп киттеләр. Ҡыҙҙы үҙ балаһы кеүек иркәләтеп кенә ҡараны, иренә лә яраны. Ләкин Гөлзәмиәгә бала табырға бүтәнсә яҙманы.
***
Аҡсәскәләрҙең йортона яҡынлашҡан һайын Йәнтимерҙең йөрәге ярһып типте. “Ярһыма, йөрәгем, тыныслан. Бөтәһе лә яҡшы буласаҡ“, – тип үҙ-үҙен тынысландырҙы егет.
Улар килеп ингәндә бүлмәлә тәмле аш еҫтәре таралғайны, бик матур итеп өҫтәл әҙерләнгәйне. Аҡсәскә менән Йәнтимерҙе Аҡман ҡолас йәйеп ҡаршы алды. Ҡыҙы атаһына иркәләнеп алды ла:
– Атай! Таныш бул, был – Йәнтимер, – тине һәм егетте барып ҡосаҡланы.
Йәнтимер уңайһыҙланып ҡына, һылтыҡлай биреп, Аҡманға табан атланы, ләкин күрешмәне. Ул буласаҡ ҡайныһын уң ҡулы менән ҡосаҡланы, ә һул ҡулы менән күкрәгенә сәскә гөлләмәһе ҡыҫып тотҡайны, Аҡсәскәнең әсәһенә… Шул минутта аш-һыу бүлмәһенән биттәре алһыуланған сибәр ханым йылмайып килеп сыҡты. Йәнтимер ҙур һәм матур сәскә гөлләмәһен тупыс ҡулдары менән ҡыҫып тотоп, йылмайып хужабикәгә һондо. Гөлзәмиәнең сәскәгә үрелгән ҡулдары һауала аҫылынып ҡалды, алһыу йөҙө ап-аҡ ҡарҙай булып, күҙҙәре ҙур булып асылды. Уның ҡаршыһында йәп-йәш Мәргән тора кеүек, ләкин…
Гөлзәмиә берсә һыу һөлөгөндәй сибәр егеттең йөҙөнә, берсә уның тупыс ҡулдарына ҡараны, үҙенең бәғер итен танып, күкрәгенән иңрәү-һыҡтау атылып сыҡты. Барыһын да аптыратып, Йәнтимерҙе күкрәгенә ҡыҫты.
Тубыҡланып, улының протез аяҡтарын һыйпаны һәм:
– Ғәфү ит, балам! Кисерә алһаң, кисер мине, – тип бер туҡтауһыҙ ҡабатланы.
Йәнтимер һис ни аңламай Аҡсәскәгә, унан ҡыҙҙың атаһына ҡараны, улар ҙа бер нимә лә төшөнмәй торалар. Ниһайәт, Аҡсәскә йәһәт кенә әсәһе янына сүгәләп:
– Әсәй, әсәкәйем! Төшөндөр, аңлатсы. Йәнтимер һинең улыңмы ни? Беҙ бер туғандармы? – тип сеңләп илап ебәрҙе.
Аҡман ҡыҙы менән ҡатынын ипләп кенә торғоҙҙо ла диванға ултыртты, аптырап торған Йәнтимергә лә ултырырға ымланы, унан:
– Әйҙәгеҙ, был матур көндә илашмайыҡ, һөйләшеп-аңлашып алайыҡ, – тине тыныс итеп. Шунан ҡыҙының йәшле күҙҙәрен һөртөп:
– Ҡыҙым! Әсәйең йәшләй генә был фани донъяны ташлап китте, йәне йәннәттә булһын! Һиңә ике йәш тә тулмағайны. Гөлзәмиәгә өйләндем. Ул һине үҙ ҡыҙылай итеп ҡарап үҫтерҙе, был турала алдан һөйләргә кәрәккән…
Ә бына Гөлзәмиәнең улы барлығын белмәнем. Дөрөҫ, Гөлзәмиә менән өйләнешкәс, улым тыуып дауаханала уҡ үлде, тип һөйләгәйне ул, – тип ҡатынына ҡараны.
Аҡмандың ошо һүҙҙәрен ишетеүгә, Гөлзәмиә ҡулдары менән битен ҡаплап, тағы ла түгелеп иларға кереште.
– Әсәәй, етер инде, илама, ни булғанын һөйләсе, зинһар. Үҙеңә лә, беҙгә лә еңелерәк булыр, – тине Аҡсәскә, әсәһен ҡосаҡлап.
Гөлзәмиә тәрән итеп тын алды ла:
– Йәнтимерҙең атаһы Мәргән менән һөйөшөп ҡауышҡайныҡ, ләкин ул мине йөклө килеш ташлап сығып китте. Мин сит ҡалала япа-яңғыҙ тороп ҡалдым. Бер йыл алда атай-әсәйем дә бер-бер артлы мәрхүм булғайнылар. Барыр ерем, батыр күлем, йәшәр ерем дә, аҡса ла юҡ ине. Етмәһә, балам зәғиф тыуғас – шаңҡыным… Был баланы ҡарай алмам тип ҡурҡтым, ун ете генә йәштә инем бит… Ыһһ… Улымды бала тыуҙырыу йортонда ҡалдырып сыҡтым… Эш тапҡансы вокзалда ҡунып йөрөнөм… Эй, Аллам, гонаһлымын… Мине бер кем дә ғәфү итмәҫ инде. Ғәфү итмәһәгеҙ ҙә үпкәләмәйем, үҙем, үҙем генә ғәйепле!
– Әсәй, әсәкәйем, улай тимә, һин минең өсөн иң яҡшы әсәй! Элек миңә берәйһе, был һинең әсәйең түгел, тиһә, һис тә ышанмаҫ инем! Әле лә ышанаһым килмәй. Әсәй, илама, тор инде, мин һине яратам!
Аҡсәскәне ихлас тәрбиәләгән Гөлзәмиәгә ҡарап, Аҡман тәүҙә өнһөҙ ҡалды, ни әйтергә лә белмәне. Шул саҡ барыһын да аптыратып, Йәнтимер урынынан торҙо ла Аҡсәскәһе менән Гөлзәмиәнең ҡаршыһына килеп баҫты һәм әсәһенә ҡарап:
– Илама, үҙеңде язалама. Мин үпкәләмәйем. Үлмәгәнмен бит! Теремен! Сафия әсәйем мине яратып үҫтерҙе, тәрбиәләне, уҡытты. Рәхмәт уға! Йәне йәннәттә, урыны ожмахта булһын! Һиңә лә рәхмәт. Аҡсәскәмде минең бәхетемә үҫтергәнһең бит! Тимәк, тәҡдирем шулайҙыр. Аҡсәскә менән сәстәребеҙҙе-сәскә бәйләргә булдыҡ, әгәр риза булһағыҙ, – тип, Йәнтимер бер Аҡманға, бер Гөлзәмиәгә ҡараны. – Әсәй. Атай. Шулай өндәшергә мөмкиндер бит?! – тип ихлас йылмайҙы егет һәм күҙҙәренән бер туҡтауһыҙ әрнеү һәм шатлыҡ йәштәре аҡҡан әсәһен ҡосаҡлап алды.
– Әлбиттә, беҙ риза. Бәхетле булығыҙ, балаҡайҙарым! – тине Аҡман, йөҙөн ҡояштай балҡытып.
Ә Гөлзәмиә, балаҡайының диңгеҙҙәй зәңгәр күҙҙәренә баҡты һәм күңеленән генә: “Эй, Хоҙай, бәхет кенә бир инде йән киҫәктәремә!“ – тип изге теләктәр теләне.
Таңһылыу Мәүлетҡолова.
Фото: Лилиә ТАКАЕВА