Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
10 Ғинуар , 20:20

Атай йылыһын тойоп үҫмәне Алһыу

Уға ике йәш булғанда, атаһы күрше Силәбе өлкәһенә эшкә киткән еренән ҡайтмаған. Уның ҡайҙа, ни эшләп йөрөгәнен берәү ҙә белмәй. Хәбәрһеҙ юғалған. Үҫә төшкәс, Алһыу эҙләп тә ҡарағайны, таба алманы. Шулай ҙа бер мөһим хәлде асыҡланы. Атаһы тере. Яңы ғаилә ҡороп, ҡайҙалыр йәшәп ята. Шуны белгәс, артабан эҙләүен туҡтатты. Әсәһе лә: “Ярай инде, ҡыҙым, үткәнде тергеҙеп, яраларҙы ҡуҙғытып йөрөмә. Һәйбәт йәшәйҙер, мохтаж булһа, үҙе килер ине. Уға бит беҙҙе табыу еңел. Йәшәгән урыныбыҙҙан күсенеп китмәгәнбеҙ”, - тигәс, тынысланды. Әммә атаһын табыу уйынан төңөлмәне...

Атай йылыһын тойоп үҫмәне Алһыу
Атай йылыһын тойоп үҫмәне Алһыу

Юғалтыу

хикәйә

Нәсимә Хәбировна өсөнсө синыфта тәүге йыл эшләй. Балаларҙы ла белеп етмәй әле. Шуға ла йәмле сентябрь көндәренең береһендә уҡыусыларҙан “Минең атайым” тигән темаға инша яҙҙырып, уларҙың ғаиләләре хаҡында әкренләп мәғлүмәт тупларға булды.

Алһыу нимә тип яҙырға ла белмәне. Булмаған атаһы тураһында нимә яҙһын инде. Вағыраҡ хәрефтәр менән: «Минең атайым юҡ. Ул хәбәрһеҙ юғалды», - тип яҙҙы ла дәфтәрен башҡалар менән бер рәттән уҡытыусыға тапшырҙы.

Уҡытыусы, яҙыуҙы уҡығас, ҡыйын хәлдә ҡалды. «Ниңә ул теманы бирҙем икән?» - тип үкенде. Шулай ҙа Алһыуҙың атаһы тураһында белергә теләне. Дәрестән һуң, яйын килтереп, һорап ҡуйҙы:

- Алһыу, әйт әле, һинең атайың ҡайҙа, Афғанстандағы һуғышта юғалдымы әллә?

- Юҡ, һуғышта түгел, былай хәбәрһеҙ юғалды. Мин дә, әсәйем дә уның ҡайҙалығын белмәйбеҙ, - тине лә ҡыҙ илап ебәрҙе.

Уҡытыусының күҙҙәренә лә йәштәр тығылды. Тыныс тормошта хәбәрһеҙ юғалыу уға сәйер тойолдо.

- Улай булғас, ағайың тураһында яҙ, - тине ул, баланың иғибарын атаһынан ситкә күсерергә теләп.

- Ағайым да юҡ минең, - тине Алһыу бойоҡ ҡына. – Ғаиләлә берәү генәмен.

- Шулаймы ни? – уҡытыусы уҡыусыларын белмәүенә уңайһыҙланды. - Улай булғас, Алһыу, әйҙә, мин һиңә икенсе тема бирәйем. Шуға өйҙә инша яҙып кил. Һәйбәт килеп сыҡһа, биш ҡуйырмын.

- Ә ниндәй тема ул? – Алһыуҙың йөҙө яҡтырып киткәндәй булды.

Уҡытыусы ауыр хәлдән сығыуҙарына ҡыуанып:

- “Ат менән Ай” тип атала, - тине. – Оҡшаймы?

- Оҡшай. Хатта бик оҡшай. Мин атты ла, айҙы ла яратам. Икенсе дәрескә яҙып килтерермен, – тине лә, әҙерәк уйланып торғас. - Ә әкиәт итеп яҙһаң буламы? – тип һораны.

- Була, була. Әкиәт ҡыҙығыраҡ та ул.

АлҺыуҙың әкиәте һәйбәт килеп сыҡты. Уҡытыусы уның менән бөтә синыфты таныштырҙы. Алһыу үҙе таҡта янына сығып ҡысҡырып уҡыны. Әкиәттә һүҙ бер ат тураһында бара. Ул атаһын белмәгән. Ә уны бик күргеһе килгән. Эҙләгән. Әммә таба алмаған. Бер ваҡыт ул ҡанатлы толпарға әйләнгән дә Ерҙән Айға һикергән. Айҙан Ергә ҡарап атаһын эҙләгән. Атайымды тапмайынса Ергә төшмәйем тип һүҙ биргән. Әле булһа ул ат Айҙа йөрөй ти. Алһыу уҡып бөттө лә берсә уҡытыусыһына, берсә иптәштәренә ҡараны. Улары ҡул сабып ебәрҙе. Әкиәт бөтәһенә лә оҡшаны.

 

Атай йылыһын тойоп үҫмәне Алһыу. Уға ике йәш булғанда, атаһы күрше Силәбе өлкәһенә эшкә киткән еренән ҡайтмаған. Уның ҡайҙа, ни эшләп йөрөгәнен берәү ҙә белмәй. Хәбәрһеҙ юғалған. Үҫә төшкәс, Алһыу эҙләп тә ҡарағайны, таба алманы. Шулай ҙа бер мөһим хәлде асыҡланы. Атаһы тере. Яңы ғаилә ҡороп, ҡайҙалыр йәшәп ята. Шуны белгәс, артабан эҙләүен туҡтатты. Әсәһе лә: “Ярай инде, ҡыҙым, үткәнде тергеҙеп, яраларҙы ҡуҙғытып йөрөмә. Һәйбәт йәшәйҙер, мохтаж булһа, үҙе килер ине. Уға бит беҙҙе табыу еңел. Йәшәгән урыныбыҙҙан күсенеп китмәгәнбеҙ”, - тигәс, тынысланды. Әммә атаһын табыу уйынан төңөлмәне.

Атай йылыһы етмәгәнгәме, Алһыу малайҙар менән уйнап үҫте. Хатта туғыҙынсы синыфты тамамлағас, Өфөгә барып, педагогия училищеһының технология бүлегенә уҡырға инде. Сөнки бында башҡа бүлектәргә ҡарағанда егеттәр күберәк ине.

Педучилищела уҡығанда Алһыу тәрбиә сәғәттәрен көтөп ала торғайны. Төркөм етәксеһе Сәлимә Миҙхәт ҡыҙы, ҡыҙҙарҙы егеттәрҙән айырып, тормошсан темаларға һөйләшеүҙәр ойоштора ине. Бигерәк тә, “Тормош иптәше ниндәй булырға тейеш?” тигән темаға үткәрелгән диспут ҡыҙҙың күңеленә һеңеп ҡалған.

- Һеҙгә, йәштәргә, был һорауға яуап эҙләргә, табырға кәрәк, - тип башлағайны Сәлимә Миҙхәт ҡыҙы һүҙен. – Буласаҡ уҡытыусылар ҙа бит әле һеҙ. Йәш быуынды ғаилә тормошона әҙерләүҙә ҡатнашасаҡһығыҙ. Был һеҙҙең мөһим педагогик бурысығыҙ. Шуға күрә, әйҙәгеҙ, әүҙем генә үҙ фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлашып ултырығыҙ.

Әллә төркөм етәксеһенең һәр һүҙен теүәл үтәп өйрәнгәнгәме, әллә тема үтә лә күңелгә яҡын булғанғамы, ҡыҙҙар, ысынлап та, әүҙемлек күрһәтте. Һәр кем буласаҡ иптәшенең сифаттарын һанап сыҡты. Хатта төҫ-һындарын да һүрәтләнеләр. Алһыу тәүҙә артыҡ ҡатнашмай, башҡаларҙы тыңлабыраҡ ултырһа ла аҙаҡ әүҙемләнде. Бәхәскә керҙе. Һуңынан, йомғаҡлау һүҙе менән сығыш яһауҙы уҡытыусы уға йөкмәткәс тә, юғалып ҡалманы. Иптәштәренең фекерҙәрен дөйөмләштереп ҡуйҙы ла үҙенең буласаҡ иптәшен һүрәтләүгә күсте. “Минең тормош иптәшем егәрле, тырыш, бөхтә, талапсан, көслө, ҡыйыу, эсмәгән, тартмаған, ғаиләһен, ҡатынын, балаларын яратҡан кеше булырға тейеш, - тип башланы ул. - Төҫ-һыны мөһабәт, ашағанда ҡолағы һелкенеп, эшләгәндә йөрәге елкенеп торһон. Мин шундай кешегә кейәүгә сығырға теләр инем”.

Ҡыҙҙар ҡеүәтләп ҡул сабып ебәрҙе. Сәлимә Миҙхәтовнаға ла оҡшаны уның һүҙҙәре. Ул ҡыҙҙың арҡаһынан һөйҙө лә: “Амин шулай булһын”, - тине.

 

Диспутта тормош иптәшенең идеал образын тыуҙырыу ҡыйын түгел дә ул. Ә бына тормошта ундай кешене табыу ауыр икән. Алһыу хыялында йөрөткән егетте педучилищены тамамлағансы осратманы. Уҡыуҙы бөтөрөп, ауылға эшкә ҡайтҡас, тап итте ул уны.

Бер көндө әхирәте көсләй-көсләй дискотекаға алып барғайны. Шунда аҡ салбар, аҡ күлдәк, эшләпә кейгән, ҡыҙыл галстук таҡҡан, буй-һыны менән башҡаларҙан айырылып торған бер егетте күреп ҡалды. Алһыу үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмай торҙо. «Ул да баһа, - тип уйланы, – мин хыялланған, эҙләгән егет». Түҙмәй әхирәтенән:

- Кем ул анау аҡ кейемле егет? - тип һораны.

- Ә ул беҙгә техникум тамамлап эшкә килгән. Агроном.

- Исеме нисек? Ҡайһы яҡ кешеһе икән?

- Исемен белмәйем. Йылайыр районынан тип ишеткәйнем.

Алһыу дискотекаға алып килгән өсөн әхирәтенә эстән рәхмәт уҡыны. Үҙе һиҙҙермәй генә егетте күҙәтте. Уға исем дә ҡушып алды – Аҡъял батыр.

Егет уның ҡараштарын әллә һиҙмәне, әллә һиҙһә лә белдермәҫкә тырышты. Тирә-яҡтағыларға иғтибар итмәй, ҡыҙҙар менән һөйләшеп тик торҙо. Был Алһыуҙың йәненә тейҙе, асыуын ҡабартты. Эҙләп тапҡан идеалын юғалтыуҙан ҡурҡты. Тештәрен ҡыҫып эстән генә: “Ул минеке булырға тейеш”, - тине. Әүҙемлек күрһәтергә, үҙ бәхете өсөн көрәшергә ҡарар итте.

Дискотеканың иң ҡыҙған мәлендә алып барыусы “дамский вальс” иғлан иткәс, оҙаҡ уйлап тормай, Аҡъялды бейергә саҡырҙы. Егет баш тартып торманы. Былай ләззәтләнеп бейегәне юҡ ине Алһыуҙың. Бер ҡулы менән егеттең яурынынан, икенсеһе менән биленән тотоп өйрөлдө лә өйрөлдө. Музыка тынғас та, егеттән айырылманы. Уның янында ҡалды.

 

Алһыу менән Аҡъял дуҫлашып китте. Уларҙың дуҫлығы тора-бара мөхәббәткә әйләнде. Егет ике йыл буйы хәрби хеҙмәттә йөрөгәндә лә, ул һүнмәне. “Һаумы, минең берҙән-берем!” тип башланып, “һағындым, Аҡъял батырым!” тип тамамланған Алһыуҙың хаттары егетте иҫертте. Аҡъялдың хаттары ла ҡыҙҙың һөйөү хистәрен, һағыныуын көсәйтеп ебәрә ине. Бер-береһен яратҡан йәштәрҙең йөрәге, аралар алыҫ булыуына ҡарамаҫтан, бергә типте. Шуға ла Аҡъял хәрби хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, оҙаҡ йөрөмәнеләр, өйләнештеләр. Гөрләтеп туй яһанылар. Әсәһенең туйҙа әйткән һүҙҙәрен Алһыу онотмай. “Бер берегеҙҙе юғалтмағыҙ”, - тигәйне ул.

 

Алһыуҙың ауырға ҡалғанын белгәс, Аҡъял балаларса шатланды.

- Ур-ра, оҙаҡламай һин әсәй, мин атай булабыҙ! - тип һикергеләп алды.

- Мин бер йыл инде әсәймен. Һиңә. Һин бит минең өлкән улым, - тип шаяртты Алһыу.

Аҡъял бала булып:

- Әсәй, әсәй, миңә ҡусты, йә һеңле алып ҡайт. Мин уның менән уйнармын, - тигән булды.

Үҙе тыумаған балаға исем дә әҙерләп ҡуйған.

- Ҡыҙ булһа, Яҙгөл, малай булһа, Динар тип ҡушырбыҙ. Һин ризаһыңмы? – тип Алһыуҙан һорай.

- Ризамын, - тип яуаплай Алһыу оялсан ғына. Яҙгөл – яҙғы гөл, бик тә матур исем. Яҙ донъя йәшәрә, сәскәгә күмелә.

- Ә Динар нимә аңлата, беләһеңме?

- Юҡ.

- Ул аҡса исеме. Һиндостанда аҡсаны шулай тип атап йөрөтәләр.

- Ә ниңә улай булғас, Аҡса тип кенә ҡушмайбыҙ? Башҡорт балаһы ла баһа.

- Юҡ, улай булмай. – Аҡъял йылмайҙы. – Минең Аҡса тигән исемде ишеткәнем юҡ. Ә бына Динар тигән синыфташым булды. Гел бишкә генә уҡыны. Әлеге көндә бизнесмен, район советы депутаты. Абруйлы кеше.

- Беҙҙең улыбыҙ ҙа бизнесмен булһын тиһеңме?

Улар икәүләшеп көлөшөп алдылар. Бер аҙ тынып торғандан һуң Алһыу етдиләнеп:

- Мин риза. Динар ҙа һәйбәт исем. Әйҙә балабыҙ муллыҡта, рәхәтлектә йәшәһен. Абруйлы кеше булып үҫһен. Һинең һымаҡ. Һин дә бит яңы эшләй башлауыңа ҡарамаҫтан абруй ҡаҙанып өлгөрҙөң. “Уңған агроном” тип район гәзитендә лә яҙып сыҡтылар.

- Амин шулай булһын, - тине Аҡъял. Үҙе, тиҙ-тиҙ генә кейенә һалып, эшенә йүгерҙе.

Уның аҙаҡҡы һүҙҙәре Алһыуға педучилищела үткәрелгән теге диспутты хәтергә төшөрҙө. Сәлимә Миҙхәт ҡыҙының һүҙҙәрен һүҙмә- һүҙ ҡабатланы Аҡъял.

Шундай бәхетле тормош егерме биш йыл дауам итте. Яҙгөл дә, Динар ҙа, Гөлиә лә, Мәликә лә донъяға килеп, әкиәттәгесә ай үҫәһен көн үҫеп, буй еткерҙе. Яҙгөл менән Гөлиә юғары уҡыу йорттарында белем ала. Динар, Мәликә мәктәптә уҡып йөрөй. Һәйбәт уҡыйҙар. Уҡытыусылар маҡтап бөтә алмай. Алһыу ҡыуана балалары өсөн. Тик Аҡъял ғына һуңғы айҙарҙа үҙгәрҙе. Юҡҡа-барға тоҡана ла китә. Алһыуға ла, балаларына ла иғтибары кәмене. Йылмайғанын да, шатланғанын да күргән юҡ.

Алһыу аңламай. “Бәлки, эшендә проблемалар барҙыр, бәлки, йәш үҙенсәлегелер, - тип тә уйлай. – Ни тиһәң дә ҡырҡ ете йәш егерме йәш түгел бит. Ирҙәрҙә ошо йәштә үҙгәрештәр була тип һөйләйҙәр. Үтеп китер әле”. Алһыу көттө был мәлдең үтеп китерен. Тик өмөтө аҡланманы. Бер көндө Аҡъял өйгә ҡайтманы. Алһыу үҙенә урын тапманы. Иренең иптәштәренә шылтыратты. Улары асыҡ ҡына бер нәмә лә әйтә алманы. Аҡъялдың ярҙамсыһы ғына:

- Ниңә, Һеҙ белмәйһегеҙме ни? Ул бит хәҙер беҙҙә эшләмәй. Ғариза яҙып кисә эштән китте. Үҙ теләге менән.

Был хәбәр Алһыуға йәшен һуҡҡан кеүек тәьҫир итте. Быуындары ҡалтырап, күҙ алды ҡараңғыланды. Әҙерәк тынысланғас, уңайһыҙ булһа ла, совхоз директорына шылтыратты. Үҙен тынысыраҡ тоторға тырышып:

- Вәсил Ғәйнетдинович, беҙҙең Аҡъ…, әй, Нәжип Лоҡманович эштән киттеме ни? – тине.

- Атаҡ, Алһыу Музафаровна, Һеҙ белмәйһегеҙме ни?

- Юҡ, белмәйем. Шуға Һеҙгә шылтыратып торам.

- Китте ул. Үҙ теләге менән. Ебәрге килмәгәйне лә. Сәбәбен аңлатҡас, туҡтатып булманы инде.

- Ә ниндәй сәбәп?

- Ғаилә арҡаһында ти. Ғаиләмдә ҡала алмайым. Мөхәббәт тигәнем мөхәббәт булмаған икән. Икенсе яртымды таптым. Балабыҙ булырға тора. Улар янына күсәм, ти, - Вәсил Ғәйнетдинович тамағына йыйылған төкөрөгөн йотоп ебәрҙе лә, - мин Һеҙҙе саҡырып өсәүләп һөйләшеп алайыммы тигәйнем дә кеше ғаиләһенә ҡыҫылырға уңайһыҙландым. Ғаризаға ҡул ҡуймаһағыҙ ҙа китәм тигәс, ҡаршы торманым.

Алһыуҙың ҡулынан телефоны төшөп китте, үҙе тып итеп ултырғысҡа ултырҙы. Ҡысҡырып илағыһы килде, илай алманы. Урынынан торорға итте, тора алманы. Көтөлмәгән яңылыҡтан ул ҡатып ҡалды. “Юғалттым”, - тине лә иҙәнгә ауҙы.

 

Урамдан килеп ингән Динар, иҙәндә ятҡан әсәһен күреп, ҡурҡып китте. “Әсәй, әсәй! Тор! Нишләнең? Әсәй!” - тип өҙгөләнергә тотондо. Әсәһе ҡуҙғалманы ла, яуап та бирмәне. Уңарсы булмай Мәликә лә өләсәләренән ҡайтып керҙе. Кереү менән берсә ағаһына, берсә әсәһенә ҡарап: “Әсәй! Әсәй! Әсәйем үлгән!” - тип илап ебәрҙе.

Балаларының һыҡтауы әсәгә барып етте, ахыры, ул күҙҙәрен асты.

- Балаларым, - тине ул. - Ҡәҙерлеләрем. Өшөйөм. Өҫтөмә берәй нәмә ябығыҙ.

Динар йүгереп юрған килтереп япты. Мәликә уның менән генә риза булманы: “Әйҙә диванға мендереп һалайыҡ та “Тиҙ ярҙам” машинаһын саҡырайыҡ, – тине. Береһе бишенсе, икенсеһе өсөнсө синыфта уҡыған малай менән ҡыҙҙың әсәләрен диванға мендереп һалырға көстәре етмәне.

Табиптар килеп укол ҡаҙағас, Алһыу терелде. Төҫ-башын рәтләп, йыуынып алды ла сәй рәтләй башланы. Балалар ҙа тыныслана төштө. Сәй эскәс, улар өйгә бирелгән эштәрен эшләргә ултырҙы.

- Әсәй, - тине Мәликә, - һиңә бер һорауым бар ине. Уҡытыусы беҙгә инша яҙып килергә ҡушҡайны.

- Ниндәй темаға?

- Кемдәрҙең аталары бар, улар “Минең атайым” тигән темаға, ә кемдәрҙеке юҡ, ирекле темаға яҙа ала, - тине.

Алһыу тертләп китте, әммә һиҙҙермәҫкә тырышты. Ситкәрәк ҡарап:

- Ә һин инша түгел, әкиәт яҙ. Ирекле темаға әкиәт һәйбәт яҙыла, - тине.

- Уҡытыусы иншаны әкиәт менән алмаштырғанға асыуланмаҫмы һуң?

- Юҡ, асыуланмаҫ. Мин уның менән һөйләшермен.

- Ярар, әтеү. Ә ниндәй темаға яҙайым?

- “Ат менән Ай” тигән темаға.

Алһыуҙың күҙҙәренән атылып сыҡҡан йәштәрҙе Мәликә күрмәне. Ул дәрес әҙерләргә керешкәйне.

 

Алһыу яйлап тынысланды. Бөтә иғтибарын, көсөн балаларына йүнәлтеп, ҡайғыһын еңеләйтте. Ә үҙе көттө. Аҡъялын, юҡ Нәжибен (ул уны хәҙер Аҡъял тип атамай) көттө. Көнөн дә, төнөн дә, яҙын да, көҙөн дә ҡайтып керер һымаҡ ине ул уға. Ҡайтманы. Хатта бәләкәй генә хәбәр ҙә ебәрмәне. Алһыу уның ҡайҙа, кем менән, нисек йәшәгәнен дә белмәне. Бик белергә лә теләмәне. Көттө генә. Балалар ҙа көттө. Әммә уларҙың өмөттәре аҡланманы.

- Ысын атай балаларын ташлап китмәй, - тип ҡайһы ваҡыт телгә алып ҡуя педколледжда уҡып йөрөгән Мәликә.

- Дөрөҫ әйтәһең, ҡыҙым, - ти әсәһе. – Тик уның тегендә лә балаһы бар бит.

Динар бигерәк ауыр кисерҙе атаһының юғалыуын. Шуның арҡаһындамы икән, йомоғораҡ булып үҫте. Урта мәктәпте тамамлағас, уҡыуын дауам итмәне. Совхозда эшкә ҡалды. Бәлки, әсәһенә ярҙам иткеһе килгәндер.

Яңыраҡ Динар арҡаһында ғаиләгә ҙур ҡайғы килде. Бер бизнесменды талаған тип, уны дүрт йылға хөкөм итеп ҡуйҙылар. Дуҫтарын ҡотҡарыу өсөн ул бөтә ғәйепте үҙ өҫтөнә алған.

 

Алһыу һуңғы ваҡытта бер үҙе йәшәп ята. Көн һайын үҙе кеүек яңғыҙ донъя көткән әсәһенә бара. Һикһән йәшлек әбейгә өй эштәрендә ярҙамлаша. Икәүләп ултырып сәй эсәләр. Үткәндәр тураһында бик һөйләшмәйҙәр. Һүҙҙәре күберәк киләсәк хаҡында. “Динар ҡайтҡас” тип башлана күпселек һөйләмдәре. Ҡайһы бер ҙә Алһыу, үҙе лә һиҙмәҫтән, “Аҡъял ҡайтҡас” тип тә ысҡындыра.

Бөгөн сәй эскәндә Алһыу көрһөнөп әйтеп тә ҡуйҙы:

- Әсәй, һинең дә, минең дә ирҙәребеҙ хәбәрһеҙ юғалды ла ҡуйҙы…

- Эй, ҡыҙым, юғалған ирҙәр һинең менән миндә генә түгел шул. - Әсәһе ҡыҙын да, үҙен дә йыуатырға теләне, булһа кәрәк. – Илдә йөҙләгән, меңләгән ирҙәр хәбәрһеҙ юҡ була.

Ир-ат юғалһа, донъяның ҡото китә”, - тип өҫтәргә уйлағайны ла, өндәшмәне. Һүҙҙе икенсегә борорға теләп: “Атайың ҡайтҡас…” - тип башлаған яңы хәбәрен тиҙ генә туҡтата һалды.

Фәрүәз Сәйфуллин.

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: