Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
20 Декабрь , 19:15

Ҡон ҡайтарыу

Һалҡын һыу ҡурғандыр инде. Ҡышҡы кейем үҙе генә ни тора, аҫҡа һөйрәгәндер... Хәйер, мәрхүмең, өҫтөндәге фуфайкаһын сисеп маташҡан, тик бер еңен сисә алмаған...   Мәрхүмдәрҙе иртән генә барып тапҡандар. Төнө буйы көтөп тә, ҡайтмағас, ғаиләләре набат ҡаҡҡандыр инде. Бөтә ауыл шаҡ ҡатты. Йәл, бик йәл ине ауылдаштары.   Марат та шаңҡып ҡалды был хәлгә. Аты юғалғанда, белемсегә барыуын һанамағанда, бер ниндәй хөрәфәттәргә ышанып бармаһа ла, был аяуһыҙ үлемдең осраҡлы ғына хәл түгеллегенә бөтә күңеле менән инана ине ул... Ҡон ҡайтарыу тигәндәре әллә дөрөҫмө? 

Ҡон ҡайтарыу
Ҡон ҡайтарыу

Ҡон ҡайтарыу

Хикәйә

- Колхоздың аты юғалған икән. Теге Шатун тигән шәп айғыры юҡ булған бит, ишеттеңме, күрше?

- Юҡ, ишетмәнем. Ҡайҙа булған икән? Эт-ҡош теймәһә...

- Эт-ҡошҡа ғына бирешеп тормай инде ул.

- Эйе шул, анау хәтлем айғыр.

- Бәлки, үлән утлап йөрөп, алыҫҡараҡ киткәндер.

Күршеләр үҙҙәре яғына ыңғайлаған Закирйәнде, юғалған айғыр тураһында бер-бер хәбәр ишетмәнеме икән, тип түҙемһеҙлек менән көтөп алдылар. Белһә, ул беләлер һуңғы яңылыҡты, идара тирәһендә эшләй бит.

- Закирйән, ҡустым, кил әле яҡыныраҡ, - тип һүҙ ҡушты Миңлейәр, - теге юғалған ат тураһында берәй хәбәр ишетелмәйме?

- Юҡ шул, Миңлейәр ағай, һыуға төшкәндәй, зым-зыя юҡ булды бит. Инде өсөнсө көн эҙләйҙәр, таба алмайҙар.

- Тышаулап ебәрмәй, - тип һүҙгә ҡушылды Әхмәҙиә.

- Тышауларға, ул бит арбаға егелгән булған. Идарала йыйылыш барған арала ғына юҡ булған. Иң мөһиме, берәү ҙә күрмәгән дә, белмәй ҙә.

- Силсәүит алдынан алып китерлек булғас, бер ғиллә бар инде улайһа.

- Шулай шул. Көн иртә кисләй бит. Йыйылыш һуңғарып китте, етмәһә.

- Марат нимәгә ат менән килгән инде ул йыйылышҡа? Ат ҡараусыға ҡалдырып килһә булмағанмы?

- Ул эшенән тура килде. Йыйылыш һуңынан Хисмәт күпере яғындағы баҫыуға барып урарға тейеш ине. Трактористарҙы күрергә.

- Ай, әттәгенәһе, сыҡһа, ат юҡ, тиң.

- Шулай шул. Тәүҙә барыбыҙ ҙа, бағанаға насар бәйләгәнһеңдер ҙә, ысҡынып киткәндер, тиештек.

Колхоз бригадиры егеп йөрөгән дөлдөлдәй айғыр юҡ булды ла ҡуйҙы. Эҙләп ҡайҙарға ғына барманылар ҙа, кемдәргә генә мөрәжәғәт итмәнеләр. Яҡын тирәләге кәрт һалыусы ла, күрәҙәлек ҡылыусы ла ҡалманы. Төрлөһө төрлөсә юраны. Күрше районда бик шәп белемсе йәшәй тигәс, белемселәргә ышанып етмәһә лә, Марат, ҡәйнеше Рәсилде эйәртеп, шунда юлланды. Аттың фотоһын һораны белемсе ҡатын. “Ат кеше түгел дә инде, уның ҡайҙан кәртешкәһе булһын?” - тип Марат көйәләнһә лә, еккәнгә тиклем һабантуйҙарҙа гел беренселекте алып килгән Шатундың да кәртешкәһе булған икән. Район һабантуйында беренселекте алғас, фотоға төшөргән булғандар, бәхеттән, шул табылды. Айғырҙың рәсемен күрһәткәс, теге белемсе ҡатындың йөҙө ҡарайып китте. Быны күргән Марат та һағайып ҡалды. Тимәк, тигенгә түгел, тигән борсоулы уй бырауланы уның мейеһен. “Әгәр теге бәндәләр, миңә үс итеп, юҡ итһәләр Шатунды, нимә эшләргә?” – тигән уй йәшен тиҙлегендәй ялмап алды йәш бригадирҙы. Булыр уларҙан. “Йәш кенә көйөңә беҙҙе өйрәтергә, молокососһың әле. Телеңде тыя белмәһәң, ҡан ҡоҫасаҡһың. Күрәһең алда әле, тип янағандары ла булды инде. Эшләмәйҙәр, тип тә әйтеп булмай үҙҙәрен, тик бер генә иҫкәртеүҙе лә күтәрә алмайҙар, һеркәләре һыу күтәрмәй, үпкәләргә әҙер торалар. Эш урынында эсергә ярамай, эш ваҡытында кәрт һуғып ултырыу тыйыла, тип бар әйтеп ҡара үҙҙәренә, шунда уҡ тере дошман күрәләр. Уттай эш ваҡытында, бал килтереп эсеп ултырғандарында, иҫкәрмә яһағайны һуңғы ваҡыт Марат, ана ҡайһылай ҡыҙып киттеләр.

Белемсе ҡатын Шатундың һүрәтен улай-былай әйләндереп ҡараны ла: “Ниңә ерҙән эҙләйһегеҙ? Һыуҙан эҙләгеҙ... Һыуҙа тора... Әлбиттә, тере түгел... Яуыз уйлы әҙәмдәр, ә улар өсәү булған, алып китеп, һыуға батырып киткәндәр...” - тине.

- Ат йөҙә белә лә инде, ул һыуҙа нисек түҙеп торһон? – тип һорай һалды Рәсил.

- Сыға алырлыҡ итмәгәндәр шул. Муйыны нимәгәлер ҡайырылған, - тине белемсе ҡатын. – Ҡайтығыҙ ҙа, ауылығыҙ эргәһендәге йылға – күлдәрҙән эҙләгеҙ, шунда ул, тик тере түгел.

- Аттың ни ғәйебе бар инде? Ул бит бер тел-ауыҙһыҙ йән эйәһе...

Белемсе ҡатындың әйткәндәренә әллә ни ышанып етмәһә лә, Марат бер төркөм хеҙмәттәштәре менән шул уҡ көндө эргә-тирәләге йылға-күлдәрҙе тағы бер ҡат ҡарап сығырға булды.

Оҙонгүлдең ҡуйы тал менән ҡапланған еренән барып таптылар айғырҙы. Тал ышығында, бөтөнләй күренмәҫлек ерҙә торған, меҫкенең. Ҡолаҡтары ғына күренеп тора. Шатундың башы, дилбегә аша ҡайырылып, йүгән менән тәртәгә бәйләнгәйне. Сыбыртҡылап ҡыуып индерелгән хайуанҡай, тәрән ергә етеп, артабан китә алмай, сәсәп йән биргән ине.

- Бер ғонаһһыҙ ат һанлы атты һәләк иткән ҡанһыҙҙар, ошо вәхшилектән һуң кем инде улар? Ғөмүмән, уларҙың кеше булып был ерҙә йәшәргә хоҡуғы бармы? - тип үрһәләнде Марат.

Шик, әлбиттә, теге өс яуызға төштө, әммә ләкин күреүсе лә, белеүсе лә булмағас, иҫбат итә алманылар. Тикшереүселәр, тәфтишселәр күпме генә көс һалмаһын, ғәйеплене таба алманылар.

Аттың хужаһы булараҡ, сығымды түләү Мараттың елкәһенә төштө. Ни эшләһен инде, барлы-юҡлы йыйынтығына ҡушып, балаларын аҡтан өҙөп булһа ла, һауын һыйырын да һатып, аттың хаҡын колхозға кире ҡайтарҙы. Һаҡһыҙлыҡ күрһәткәне, колхоз малын әрәм-шәрәм итеүгә юл ҡуйғаны өсөн ҡаты шелтә лә бирелде. Эй, ул саҡтағы ҡаңғырыҡтар... Түгелгән күҙ йәштәре, ҡатынының рәнйеше, балаларының аҡтан мәхрүм ҡалыуҙары, Мараттың йоҡоһоҙ төндәре... Иң үкенеслеһе, шундай шәп дөлдөлдө юғалтыу ине.

Күҙең менән күрмәгәс, күңел һиҙенһә лә, тәғәйен генә кешене ғәйепләп тә булмай. Үсләшеп йөрөгән теге өсәүҙең генә эше икәнлеген һиҙеп, күреп тора инде Марат былай ҙа. Ошо хәл булып, түләнгәс, Маратты урамда тап итһәләр, ҡайһылай тантаналы ҡиәфәт менән эргәһенән үтә башланылар. Йәнәһе, томшоғоңдо ҡыҫҡарттыҡмы, әллә кем булып йөрөһәң, аҡылға тиҙ ултыртырбыҙ, тигәндәй, уның янында кинәйәле хәбәр һөйләп, төрттөрөр булып киттеләр. Марат, ауыр булһа ла, иғтибар итмәҫкә тырышты.

...Тормош үҙ ағышы менән яйлап аға бирҙе. Йәйҙе көҙ, уныһын ҡыш алыштырҙы. Ауылдың бөтмәҫ-төкәнмәҫ көндәлек мәшәҡәттәрен унда йәшәгән кешеләр үҙҙәре генә белә. Көҙгө ураҡ эштәрен саҡ тамамлаған ауыл кешеһенә, тәүге ҡырпаҡ ҡар төшөү менән, мал-тыуары өсөн әҙерләнгән ҡышҡы ризыҡты – бесәнен кәртә-ҡураға имен-аман ташып алыу бурысы килеп баҫа. Һәр кем, яйын табып, ошо эш менән мәшғүл була башланы.

Ошондай көндәрҙең береһендә, ауылға ҡот осҡос хәбәр таралды. Тап Марат менән этләшеп йөрөгән теге әҙәмдәрҙең Шатун сәсәп үлгән күлгә батып үлеүҙәре тураһында ине ул ҡурҡыныс хәбәр...

Эш былай була. Ныҡ ҡына төшөрөп алған әшнәләр, колхоз тракторында, кемеһенеңдер бесәнен алып ҡайтырға баралар. Урау юлдан бармай, ҡайтҡанда, күл аша тураға тарталар. Ҡырпаҡ ҡар менән ҡапланып, туңмай ятҡан шәрегә төшөп китәләр. Исмаһам, берәүһе төшөп, боҙҙоң ныҡлығын тикшерһәсе... Икәүһе трактор эсендә үк тонсоҡҡан, сығып та өлгөрмәгәндәр, меҫкендәрең. Өсөнсөһөн тракторҙан алыҫ түгел ерҙән сығарҙылар. Боҙ өҫтөндә бүреге ятып ҡалған. Тимәк, ул өҫкә ҡалҡҡан булған, тик үлем көслөрәк булып сыҡҡан. Трактор уйылып төшкән ерҙә, боҙ ситтәрендә ҡан таптары ла бар ине... Йәшәү менән үлем араһында ҡаты алыш барыуы тураһында һөйләй ине ул таптар... Һалҡын һыу ҡурғандыр инде. Ҡышҡы кейем үҙе генә ни тора, аҫҡа һөйрәгәндер... Хәйер, мәрхүмең, өҫтөндәге фуфайкаһын сисеп маташҡан, тик бер еңен сисә алмаған...

Мәрхүмдәрҙе иртән генә барып тапҡандар. Төнө буйы көтөп тә, ҡайтмағас, ғаиләләре набат ҡаҡҡандыр инде. Бөтә ауыл шаҡ ҡатты. Йәл, бик йәл ине ауылдаштары.

Марат та шаңҡып ҡалды был хәлгә. Аты юғалғанда, белемсегә барыуын һанамағанда, бер ниндәй хөрәфәттәргә ышанып бармаһа ла, был аяуһыҙ үлемдең осраҡлы ғына хәл түгеллегенә бөтә күңеле менән инана ине ул... Ҡон ҡайтарыу тигәндәре әллә дөрөҫмө? Ошо кешеләр тарафынан һәләк ителгән Шатун әллә ҡон ҡайтарамы? Шулай булмаһа, ни эшләп күл, ни эшләп тап Шатун сәсәп үлгән ер? Әзмәүерҙәй өс ирҙе бер көндә, бер үк зыяратҡа ерләнеләр... Әле йәшәргә лә йәшәргә ине бит уларға...

Рузидә Үтәшева - Кәримова.

Сибай ҡалаһы.

 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: