Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
19 Декабрь , 21:15

Яңғыҙ ҡатын

Инде гөрләтеп донъя көтөп, дәртләнеп эшләп, һөйөп-һөйөлөп кенә йәшәргә ине лә бит, типһә – тимер өҙөр сағында Рамаҙаны операциянан һуң мандый алмай, был донъя менән хушлаша...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Ҡар өҫтөндә усаҡ яғыр яңғыҙ ҡатын,
Илар ерҙә көлөп бағыр яңғыҙ ҡатын.
Йөрәккәйе өҙөлөп тә төшөп барһын,
Бахыр булмаҫ, батыр булыр яңғыҙ ҡатын…
– Эй, әттәгенәһе, тағы йәнде әрнеткән, йөрәкте һыҙлатҡан моңло йыр, – радионы ҡабыҙған Бәҙерниса әбей кинәт моңһоуланды, күҙҙәре йәшләнде. Шул ваҡыт ишектән инеп күренгән Зарифа килене лә, ҡәйнәһенең сырайы һытылыуын күреп: “Абау, тағы ни булды, ҡәйнәм?” – тигәнгә ҡапыл һиҫкәнеп китте лә: “Бынау көйҙө әйтәм, радиола ла, телевизорҙа ла гел яңғыраталарсы, әллә башҡа көй бөткәнме?” – тигән булды ни әйтергә белмәгәс.

– Тағы үткәндәрең иҫеңә төштөмө? Һөйлә, һөйлә, мин тыңлайым, – бөтмөр килене үҙе сәй табыны әҙерләй, үҙе ҡәйнәһен тыңлай… Һуңғы арала ниңәлер үткәндәргә йыш әйләнеп ҡайтыусан булып киттесе ҡәйнәһе. Инде нисәнсе тапҡыр бер үк тарихты тыңлай, әммә бер ҙә генә сырайын һытмай килене…

Шулай икәүҙән-икәү көңгөр-ҡаңғыр бик татыу йәшәп ятҡан көндәре. Улы кинәт ҡырҡ йәше лә тулмайынса фажиғәле үлеп киткәс, килене ике ҡыҙы менән тол ҡалды, башҡаса кейәүгә сыҡманы, ҡәйнәһе менән тиҫтәнән ашыу йыл булалыр бергә татыу донъя көтәләр. Ҡыҙҙары үҫеп буй еткерҙе, бер-бер артлы юғары уҡыу йортон бөтөп, кейәүгә сығып китте, икеһе лә уҡытыусы һөнәрен һайланы. Хәҙер тик һағындырып ҡына ҡунаҡҡа ҡайтып китәләр, күптән атай-әсәй булып, кейәүҙәре менән тәрбиәле балалар үҫтерәләр. Кейәүҙәренән уңды килене, бигерәк кешелекле, тәүфиҡлылар. Һау ғына булһындар, тип теләй ул балаҡайҙарына… Ҡыҙҙары ҡанатлы ҡоштарҙай үҙ ояларын ҡорғас та, Бәҙерниса Зарифа киленен өгөтләп ҡараны: “Инде балаларың башлы-күҙле булды, хәҙер үҙ яҙмышың тураһында ла уйларға ваҡыт, ана, һоратыусылары ла күп, сыҡ кейәүгә, миңә ҡарама”, – тиһә лә, килене, юҡ тине лә, шул һүҙендә торҙо.

Ирһеҙ яңғыҙ донъя көтөүҙең ни тиклем ауыр, михнәтле икәнлеген үҙе генә белә Бәҙерниса әбей, шуға ла килененең шул әсе яҙмышҡа дусар булыуын теләмәй ине, әммә яҙмыш үҙенекен эшләй…

Тормош иркәләмәне шул Бәҙернисаны. Ғаиләлә иң кесе дүртенсе бала булып донъяға ауаз һалған ҡыҙ бала әсәйле булыу бәхетен ете йәшенә тиклем генә татыны, ун дүрт йәшендә атаһы ла үлеп китте, дүрт бала үкһеҙ етем ҡалды. Өлкән ағаһы һуғышҡа китеп, хәбәрһеҙ юғалды. Ул ваҡыттағы тормош ауырлыҡтарын һөйләп кенә лә аңлатырлыҡ түгел инде… Ҡәһәрле һуғыш башланғанда уға ун өс кенә йәш була. Үгеҙ менән ер һөрөү, үҙәккә үткән аслыҡ, бесән эшләп шуны һатыу, колхоз эшендә ҡара таңдан ҡара төнгәсә эшләү, үгеҙ егеп һөт ташыу, аслыҡтан үлмәҫ өсөн өшөгән картуф, башаҡ йыйып ашау, игенде ҡурмас итеп ҡыҙҙырып ашап тамаҡ туйҙырыу, урманда ағас ҡырҡыу, һал ағыҙыу…

Йәше еткәс, күрше ауыл егете Рамаҙанға кейәүгә сыҡты. Әлдә тормош иптәшенән уңды, ул хәлле ғаиләнән, колхоз рәйесенең урынбаҫары булып эшләй. Инде етем тормоштоң әсе-сөсөһөн күп татыған Бәҙерниса иренә һыйынып, бер-береһен һөйөп кенә татыу ғына йәшәп алып китәләр. Ире – колхоз эшендә, ә Бәҙерниса эшкә талымһыҙ, бәләкәйҙән сынығып үҫкәс, донъяһын сынъяһау итеп көтә, тәҙрә төптәрен, баҡсаһын гөлгә күмеп, бар кешене һоҡландырып йәшәй. Бар кешегә күңел йылыһын йәлләмәйҙәр, хәлдәренән килгәнсә ярҙам итергә тырышалар: ауылға артистар килһенме, ситтән килгән абруйлы ҡунаҡтармы – барыһы ла улар йортона килә, ҡуна ҡала, хатта мәктәпкә эшкә тип килгән йәш уҡытыусылар ҙа уларҙың йортонда йәшәй. Мөхәббәт емештәре булып бер-бер артлы биш балалары тыуа. Гөрләтеп донъя көтөп ятҡанда кинәт аяҙ күкте ҡара болот ҡаплай: ҡыҙҙары Рәғиҙә ҡыҙылсанан үлеп ҡала. Бик ауыр кисерә ата-әсә был ҡайғыны, әммә һау ҡалған балалары хаҡына үҙҙәрендә йәшәргә көс таба. Шуның менән генә михнәттәре бөтһә икән дә, юҡ шул, күрәһеләре алда булған икән әле Бәҙернисаның…

Тормош иптәше яуаплы эштә бик тырышып эшләй, күп кенә Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнә, хатта Мәскәүгә, яҡшы эшләгәндәр менән бер рәттән, ВДНХ-ға ла барып ҡайтыу бәхете тейә. Инде гөрләтеп донъя көтөп, дәртләнеп эшләп, һөйөп-һөйөлөп кенә йәшәргә ине лә бит, типһә – тимер өҙөр сағында Рамаҙаны операциянан һуң мандый алмай, был донъя менән хушлаша.

…Шулай башлана ла инде яңғыҙ тол ҡатын яҙмышы…Ҡулда береһенән-береһе бәләкәй дүрт бала, ҡарыны аҫтында тулаған йән киҫәге ни тиер, хатта атаһын да күрмәй ҡалды бит, тип йөрәге һыҙлай утыҙ ике йәшлек кенә ҡатындың… Тик ни хәл итәһең, балаларҙы үҫтерергә, уҡытырға, тәрбиә бирергә, башлы-күҙле итергә, йөрәге аҫтындағыһын имен-аман итеп донъяға тыуҙырырға кәрәк бит әле… Илап та, һыҙланып та, яҙмышыңа зарланып та бер ни ҡылып, үлгәндәрҙе кире ҡайтарып булмай. Өлкән ҡыҙы Хәмирә беренселә генә, унан бәләкәй тағы өс бала – Илшат, Ишбулды, Мират… Әйтеүе генә анһат. Әлдә балалары тыңлаусан, ата-әсәһенә оҡшап, эшкә әрһеҙ, сос булып үҫте, ә бишенсеһе – һап-һары сәсле, зәңгәр күҙле һылыу теремек ҡыҙ бала тыуҙы. Уға исемде Сәлимә тип ҡуша. Бәләкәсе эшкинә биргәс, Бәҙерниса ике эштә эшләй – ҡышын мәктәптә йыйыштырыусы, йәйен ҡырҙа колхозсыларға аш бешерә. Балалар өсөн ата наҙын да, әсә наҙын да йәлләмәй тигеҙ өләшә. Һоратып килеүселәр ҙә бихисап була, тик балалар тип йән атып тороусы әсәгә яусыларҙы кире бороп сығарыуҙан башҡа сара ҡалмай. Бешкән еләктәй сағында ирһеҙ ултырып ҡалыу йөрәген дә бөтөрә, күңелкәйен дә әрнетә, нахаҡ һүҙҙәрҙе лә күп ишетә, тик Бәҙерниса бирешмәй, барыһына ла түҙә, бар наҙын һәм хәстәрлеген балаларына өләшә, улар хаҡына йәшәргә тырыша. Биш балаһын да ел-ямғыр тейҙермәй үҫтереп, һәр береһенә тәрбиә, белем биреп, башлы-күҙле итеү, ай-һай, бик ауыр була шул… Оло ҡыҙы менән улы ауыр ваҡытта уға терәк тә, таяныс та була. Иртәнге сәғәт алтыла тороп эшкә тотонорҙар ине. Әсәләрен йәлләп, йоҡолары туймаһа ла, шулай эшләр өсөн күпме түҙемлек, ихтыяр көсө лә кәрәк бит бала кешегә. Балаларынан уңды Бәҙерниса, барыһы ла гөрләтеп донъя көтә, әсәй, тип өҙөлөп торалар. Оло ҡыҙы күрше ауылда кейәүҙә – ирен кесе балалары атай урынына яҡын күрҙе, нимә генә эшләһәләр ҙә, кәңәш һорап уға баралар. Ун һигеҙ йәшенән һауынсы булып эшләне, уҡытыусыға ла уҡырға ингәйне лә, әсәһен йәлләп, ингән еренән кире ҡайтып килде. Һыйыр һауҙы, һаулығы ҡаҡшағас, балалар баҡсаһында ашнаҡсы, һуңынан интернатта эшләне, хәҙер әсәһе юлынан китеп, дин юлына баҫып аят, намаҙ уҡый. Бер улы ла шул уҡ ауылда төпләнде, зоотехник һөнәренә уҡып, эшләп йөрөй. Унан кесе улы юғары уҡыу йортонда агроном һөнәренә уҡып, тыуған колхозында эшкә ҡалды. Ике улы ла йыр-моңға әүәҫ, гармунда өҙҙөрөп уйнай, Илшаты матур итеп йырлай. Кесе Сәлимә ҡыҙы уҡытыусы һөнәрен һайланы, юғары уҡыу йортон бөтөп, эшләп йөрөй, алыҫ ауылдарҙың береһенә кейәүгә сыҡты. Балалар тип өҙөлөп торған әсә өсөн уларҙың һау-сәләмәт булыуынан да ҙурыраҡ бәхет бармы икән…

Хоҙай яратҡан бәндәләренә генә һынауҙы күп ебәрә, тиҙәр. Яңы йорт һалып, уны эшләп бөттөм тигәндә ғәзиз улыҡайы Мираты, һәләкәткә осрап, ғәзиз әсәһен, һөйөклө ҡатынын, сәскәләй ике бәләкәй ҡыҙын, туғандарын ҡалдырып, үлеп китте. Был ҡайғы әсәне саҡ аяҡтан йыҡманы. Күп ҡайғы кисереүҙән йөрәк өйәнәге яфалай башланы Бәҙернисаны, әммә тағы һынмаҫҡа көс тапты үҙендә яңғыҙ тол ҡатын. Яңғыҙ тип яңғыҙ ҙа түгел ул: әсәй, тип өҙөлөп торған балалары, ауылдаштары, туғандары бар бит… Кешенең кемлегенә ҡарамай ихлас ярҙам итә: аят уҡый, ауырығандарҙы өшкөрөп имләй, ҡот та ҡоя, шул изгелектәре өсөн уны барыһы ла ярата, ихтирам итә, Бәҙерниса инәй, тип кенә торалар, аят аштарынан ҡалдырмайҙар. Аллаға шөкөр, әле лә биш намаҙын ҡалдырмай, хәленән килгәнсә ураҙаһын тотоп йәшәп ятҡан көнө.

“…Эй, хәҙерге тормош – үҙе ожмах кеүек бит, кинәнеп эшлә, аҡсаһын түләйҙәр, рәхәтләнеп ял ит. Бөтә нәмә бар”, – элекке саҡтарҙы иҫкә төшөрөп шулай әйтеп ҡуйырға ярата ул.

Хәҙерге ваҡытта ла бар ул яңғыҙ донъя көтөүсе ҡатындар. Тик уларҙың яҙмышы Бәҙерниса инәйҙеке ишеме ни… Уларға хөкүмәт ярҙам итә, балаларына пенсияһын, пособиеһын түләй. Ә уның заманында ҡайҙа инде ул бындай ярҙам. Аҡса еткерәм тип, ҡалаға йомортҡа, һөт, май, ит һатырға барырҙар ине. Ат булһа, атҡа тейәлеп, булмаһа, йәйәү ҙә йөрөнөләр.

Ана, күрше Вәсилә килендең ире һыуға батып үлгәс, бәлиғ булмаған дүрт бала менән тороп ҡалды. Бик ауыр инде, аңлай ул уны, тик ни хәл итәһең, үлгән артынан үлеп булмай. Бөтә ирҙәр эшен дә эшләй, малайҙары, аталарына оҡшап, эшкә әрһеҙ, сос булып сыҡты. Балаларына тип, хөкүмәт аҡсаһын түләй, етешә былай, тик барыбер ирһеҙ ҡатын етем кеүек инде, парлашып йәшәүгә ни етә?.. Бер өй аша йәшәгән Ғәлимә киленде лә йәлләй ул, ирле көйө яңғыҙ тиһәң дә була, ире Себер яҡтарында эшләй, инде өсөнсө ай китте, әле ҡайтмаған. Аҡса етмәүгә һылтаныпмы, әллә донъя, мал артынан ҡыуыпмы, күп кенә ирҙәр алыҫ ерҙәргә эшкә китеп бөттө. Тырыш, уңған ҡатын үҙе, йомошҡа инһәң дә, йылмайып, асыҡ йөҙ менән ҡаршы ала, аят уҡытып, хәйер биреп тора. Донъяһы етеш, балалары тәрбиәле, тик бына атай тәрбиәһе, атай һөйөүе, наҙы етмәй. Шуныһы ғына күңелде әрнетә. Аталары бер айға ғына ҡайтып китә-китеүен, ул арала нимә генә эшләп өлгөрәһең, ваҡ-төйәк ирҙәр эшен эшләй ҙә ҡабат китә.

Ҡаршы урамдағы Тәслимә исемле ҡатынды ене һөймәй Бәҙернисаның. Ниндәй аҡыллы, булдыҡлы ирен ташлап, әсәһенең иҫке өйөнә өс балаһы менән ҡайтып килде бит. Эсергә яратҡан ҡатындың үҙен түгел, балаларын йәлләй, уларҙың ни ғәйебе? Килененән бер-ике тапҡыр, балаларына тип, ашарға ла илттерткәйне, тик хәмер ҡолона әйләнеп күҙе томаланған был ҡатынға былай инеп йөрөү оҡшаманы, киленен әрләп үк сығарған. Шул да булдымы тормош… Аталы көйө атайһыҙ үҫә инде меҫкен балалар. Һис тә әсәһенә оҡшамаған Тәслимә. Әсәһенә оҡшаһа, йорт-ҡураһын ипкә килтереп, донъяһын гөлдәй итер тип уйлағайны ла, яңылышҡан Бәҙерниса. Киреһенсә, өй тағы ла шыҡһыҙайып, йәмһеҙләнеп киткәндәй тойолдо уға. Эскелек күпме кешенең башына етте… Бәҙерниса шул нәмәне ауыҙына тамсы ла алғаны юҡ. Эсеп тә ҡараманы, күңеле лә тартманы, ә бәлки ваҡыт та булмағандыр – үҙе лә аңламай. Ауырып китеп, дауаханаға барған сағында табиптар ҙа әйтештерә ине, әҙерәк кенә эсеү шифаға, тип, ю-ю-юҡ, әстәғәфирулла, тип кенә яуап бирер ине. Ошо күркәм холҡона үҙе лә һоҡланып ҡуя ҡай саҡта. Эсмәйенсә лә донъя матур бит, нимәгә кәрәк ул кешене юлдан яҙҙырып, ғаиләләрҙе тарҡатып, балаларҙы етем итеп, ҡатындарҙы тол итеүсе шайтан эсемлеге.

… Эй, ҡайҙа бара был тормош? Атайһыҙ үҫкән балаларҙы йәлләп бер була ул. Аталы бала – арҡалы, тип юҡҡа ғына әйтмәгән боронғолар. Үҙенең, балаларының, ейәнсәрҙәренең атай наҙын күрмәй үҫкәнен уйлап, йөрәге әрнеп ҡуя.

Үткәндәрҙе йыш иҫкә төшөрә Бәҙерниса. Һуңғы арала һаулығы ла шәптән түгел, аяҡтары үҙәккә үтеп һыҙлай. Әлдә килене шәп, әллә ниндәй үләндәрен йыя һалып, ҙур тасҡа һалып бешекләй ҙә шунда ултыртып ҡуя. Бигерәк тә кесерткән төнәтмәһе килеште, аяғының һыҙлауы баҫылғандай була. Үҙе лә инде һис ял итеүҙе белмәй, килене әрләп бөтә: “Әҙерәк ял итһәңсе, ҡәйнәм, эшләп эш бөтәме?” Эшһеҙ толҡа тапмай шул, йә бәйләй, йә өй эсендәме, тыштамы ваҡ-төйәк эштәрҙе башҡара. Ауыл ерендә тауыҡ сүпләһә лә эш бөтөрлөк түгел инде… Бәләкәстән эшкә егелеп үҫкән кешегә эштең ауырлығы ла тойолмай. Килене баҡсалағы ул-был эшен эшләгәнсе, тиҙ генә карауат япмаларын йыуырға кереште. Кәүҙәгә сибек, бәләкәй буйлы булһа ла, бигерәк сос инде үҙе, уларҙы “һә” тигәнсе йыуып та ҡуйҙы. Килене ҡәйнәһенең былай шәбәйеп китеүенә бер аҙ һағая биреп, хәйерлегә генә булһын инде, тип эстән генә уйлап ҡуйҙы.

Тиҙҙән ураҙа айы етә, өй эсе бөхтә, таҙа булһын, тип тырыша инде үҙенсә. Килене, ҡәйнәһенең һаулығы һуңғы арала бик шәптән булмағас, ураҙа тотоуына ҡырҡа ҡаршы, тик ҡәйнәһенең һүҙендә тороуын күңеле менән һиҙә. Иман нурына төрөнгән, саф йөрәкле, изге күңелле, алсаҡ, йомарт ҡәйнәһен шул тиклем ихтирам итә Зарифа. Уңды ул ҡәйнәһенән, аллаға шөкөр, уңды. Йортоноң, тормошоноң ҡото ла, бәрәкәте лә фәҡәт ҡәйнәһенең изге рухынан, нурлы йөҙөнән, балаларса баҡҡан эскерһеҙ күҙҙәренән икәнлеген аңлай, белә ул. Эстән генә һөйөнөп бөтә алмай, уға оҙон ғүмер, һаулыҡ теләп, хоҙайға ялбара.

Эй-й-й, килен булып төшкән саҡтарын иҫкә төшөрөргә ярата ул… Уҡытыусы һөнәренә уҡып бөтөп, ҡулына диплом алған йәш кенә ҡыҙҙы күрше ауылға эшкә ебәрҙеләр. Башланғыс класс уҡытыусыһы булып эш башланы. Бәләкәй генә ауылдың өй кеүек кенә мәктәбендә эш башлағас та ошо ауылда ҡалырмын тип уйлап та ҡарамай ине шул. Тулы ғына кәүҙәле, оҙон ҡуйы сәсле, мөләйем йөҙлө ҡыҙға ҡарап, һоҡланмау мөмкин түгел ине. Бәҙерниса ул ваҡытта мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләй ине. Әле генә эшкә килгән ҡыҙҙы шунда уҡ һынаны, күренеп тора: эшкә тилбер, балаларға ҡысҡырмай, ипләп, матур итеп аңлата. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, шул тиклем тәрбиәле. Шул ваҡыт эстән генә, и-и-их ошондай киленем булһа ине, тип уйлауы фәрештәнең амин тигән сағына тура килеүен ҡайҙан ғына белһен инде Бәҙерниса. Күршеләге туғандарында ятып эшләгәс, хәбәр тиҙ ишетелә, ярты йыл ваҡыт үтеп, кейәүгә сыға тигән хәбәре ишетелмәгәс, Бәҙерниса Илшатына димләп алып бирергә уйланы, баҡтиһәң, Зарифа Миратҡа ғашиҡ икән. Бына шулай улар бер-береһен оҡшатып, күп тә тормай, һөйләшеп килешкәс тә туй яһап, арыу ғына йәшәп тә киттеләр. Зарифа Миратының ихласлығын, тәүәккәл холҡон үҙ итте. Тик бәғеркәйенең ғүмеркәйҙәре генә ҡыҫҡа булды шул… Үлеренән бер аҙна ғына элек күрше ауылдан бейә малы һатып алған ине, эй яратты шул малҡайҙы. Мираты үлгәс тә уны һатырға ашыҡманы Зарифа, ғәзиземдең төҫө булыр, тип аҫрарға булды. Ҡулға тиҙ өйрәнде малҡай, егеп бесәнгә лә, емеш-еләккә лә, утынға ла йөрөнөләр. Тик ниңәлер ҡолонламаны… Сентябрь айы етеүгә кинәт юҡ булды. Инде эҙләмәгән ер, һорашмаған кеше ҡалманы, һыуға төшкәндәй ғәйеп булды ла ҡуйҙы. Шул бейәһен эҙләп хәлдән тайҙы Зарифа…

Изге ураҙа айы ла етте. Быйыл ул декабрь айына тура килде. Аллаға шөкөр, төндәр оҙон, көндәр ҡыҫҡарҙы. Ололар әйтмешләй, “ауыҙ астырыуҙар” башланды. Бәҙерниса әбейҙе лә, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп, өйҙән-өйгә саҡыралар. Ураҙа башланыуға ун көн тирәһе үткәс, һин дә мин йөрөгән еренән ҡапыл килененән мендәр алдыртып, ятып торорға булды. Әҙерәк ятһам, хәл инер, тип уйланы ул, тик килене шунда эштең нимәлә икәнен һиҙеп, “Тиҙ ярҙам” саҡырырға булды. Табип килеү менән укол эшләне, ул арала ҡан баҫымын үлсәне, Зарифаға ҡарап, ҡан баҫымы ныҡ түбән, тине. Икенсе укол да файҙа бирмәгәс, килене, ашығып, йәһәтерәк район үҙәгенә илтергә кәрәк, тиеүенә табип баш ҡына һелкте. Зарифа аңланы: ҡәйнәһе күҙҙәрен мәңгелеккә йомғайны…

…Өй эсе, бөтә тирә-йүн ҡапыл ҡараңғыланып киткәндәй булды… Шулай иҫәңгерәп ултырған ваҡытта ҡапыл нимәнеңдер топ-топ тигән тауышы ишетелеп ҡалғандай булды. Был ни булыр, был ни хикмәт… Зарифа урынынан тороп баҫты, ҡапҡа яғына ҡарап торған тәҙрә янына килде, үҙ күҙҙәренә үҙе ышанманы: инде өс ай эҙләп тә таба алмаған бейәһе тора ине, ҡолонсағы ла бар бит әле эргәһендә малҡайының. Ә күҙҙәренән сөбөрләп йәш аға… Йылҡы малының былай илағанын тәүгә күрҙе. Зарифа уны ҡосаҡлап иланы ла иланы, иланы ла иланы.

Бик ауыр кисерҙе Зарифа ҡәйнәһенең үлемен. Хәҙер инде үҙен бөтөнләй яңғыҙ итеп тойҙо. Бәҙерниса әбейҙе һуңғы юлға оҙатырға күп кенә кеше йыйылды, балаларының, туғандарының һыҡтап-һыҡтап илағаны ишетелеп торҙо. Олораҡтар: “Изге кеше генә ураҙа айында әхирәткә күсә, урыны ожмахта булыр”, – тиеште.
 
Яңғыҙ ҡатын
Яңғыҙ ҡатын
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: