Йәйге эштәрҙе йомғаҡлағас, ауыл ерендә ҡаҙ өмәләре, һуғым һуйыуҙар башлана. Был, әлбиттә, күмәкләп башҡарыла торған күңелле эш, йылына бер килер дәртле мәшәҡәттәр, йыллыҡ эшеңә йомғаҡ яһау кеүек күренеш. Өмә һуңынан киске табын артында йыйылыу, көндөҙгө уйын көлкөнөң дауамы. Һәр кем өйөнә ҡайтып, матур кейемдәрен кейеп килә, хужабикә өҫтәлгә төрлө тәмлекәстәрен ҡуя, өҫтәл тирәһен бәләкәстәр һырып ала. Һәм... Яҙа торғаным ошо хаҡта ине был юлы.
Көнө буйы ҡаҙ йолҡоп арыған әсәһенең алдына һуйҙайып ултырған ҡыҙ бала һәр һөйләгәндең ауыҙына текәлгән. Өҫтәл артында ике кеше араһына тығылып ир бала атаһы янында урын алырға теләй. Ҡулына телефонын тотоп урыҡ-һурыҡ өҫтәл менән ултырғыс араһында кәләп һатҡан бала үҙенең нимә ашарға теләгәнен дә белмәй, уныһын алһа туйған, был тәмлекәскә үрелһә, тегенеһе тороп ҡала, ахырҙа икеһен дә алып тешләп кенә ҡарай ҙа, кире өҫтәлгә ҡуя..
-Бер нәмә лә ашамай балаҡайғынам, бөтөнләй аппетиты юҡ. Өйҙә апалары менән һыйышмай, шуға ғына һәр саҡ үҙем менән йөрөтәм. Бәләкәй әле, ул нәмә белә...
Был үҙенең балаһының ҡылығына оялған әсәнең аҡланыуы икәнлеген бөтәһе лә аңлай, ҡунаҡсыллыҡ күрһәткән хужабикә өндәшмәгәс, ҡунаҡтар үҙҙәре лә тынып ҡалыуҙы хуп күрә. Бер баланың ҡулынан шоколад киҫәге төшөп, иҙәндәге балаҫта эҙ ҡалдырҙы, икенсеһе көҙгөлө мебелдә устарының эҙҙәре ҡалыуына үҙе лә һоҡланалыр, ҡулын көҙгөгә ыҡшый, бәләкәй әле, ул нимә белә... Көндөҙ үҙен байтаҡ мәшәҡәттәрҙән ҡотҡарған, ҡаҙҙарын йолҡошоп урынлаштырырға ярҙам иткән әхирәттәренә ҡаршы өндәшергә хужабикәнең теле бәйле, түҙә, балаларға һүҙ ҙә әйтә алмай. Аралағы оло ғына ҡатын түҙмәне, өҫтәл артындағы бер нисә баланы торғоҙоп ебәрҙе, шаяндарын ҡаты ғына әйтеп урынына ултыртты. Был күптәргә оҡшаманы, кемдер турһайып тороп уҡ китте, икенсеһе балаһын йыуатырға була, тупылдатып яратып, ситкәрәк китте, табындың йәме юғалды.
Бер тына ашағас, ирҙәр халҡы һауа һуларға сыҡты, ҡатын йорто дәррәү һөйләшә башланы, йәшерәктәр хужабикәгә сәй табыны әҙерләргә ярҙамлашалар.
-Беләм, һеҙ йәштәр миңә асыуландығыҙ, олоғайғас, үҙенең балалары үҫеп бөткәс, беҙҙең балаларға екеренә тигән уйҙаһығыҙҙыр. Булды минең балаларымдың да бәләкәй саҡтары, әммә уларҙы ҡунаҡҡа эйәртеп алып йөрөмәнем. Үҙ-ара һуғышып та китерҙәр ине беҙ юҡта өйҙә, әммә, олоһон олоға һанлап өйрәнһендәр өсөн, кесеһен ҡурсалап торһондар өсөн, һәр саҡ бергә өйгә ҡалдыра инем. Өйрәнә улар, бәләкәй коллектив булып ойҡаша, әлбиттә, яҡында булһам ҡайтып күҙ һалып килергә йыбанманым, әммә эйәртеп алып йөрөмәнем.. Һәм үҙем алған фәһемле хәлдән һуң, дөрөҫ булғанмын, тигән һығымтаға килдем, уйланығыҙ һеҙ ҙә, тыңлағыҙ.
Ҡысҡырыңҡырап, һәр һүҙенә баҫым яһап һөйләгән инәй кешенең һүҙенә һәр кем ҡолаҡ ҡарпайтты, ул үҙ йәһәтендә балаларҙы төпкө бүлмәгә ҡыуып сығарып, ишекте бикләп үк ҡуйҙы.
-Тик кенә ултыраһығыҙ, кемегеҙ эш боҙа, сығарып үҙем ҡарға һелтәйем, ҡарағыҙ уны.
-Беләһегеҙ ҙә, ... туғанымдың ҡыҙы алыҫ ҡына районға кейәүгә сыҡты, ирҙәр юҡта ҡыҫҡараҡ һөйләйем инде, йә ишетеп ҡалырҙар. Шуның туйына йыйылдыҡ, ҡоҙалар ҡаршылайбыҙ, ҡыу-ғәләмәт булып ҡоҙаларҙы һыйлайбыҙ. Беҙҙең йәш саҡ, араҡының иң шәп һый икәнлеген раҫлап өҫтәлдә йәшник менән көрәгә тора, алдан әҙерләнгәнбеҙ. Атай төп ҡоҙалар рәтендә булғас иң беренсе сафтан сыҡты, күрше йорт менән хужалар килешкән, йығылған берен индереп һалып торорға. Үҙем индереп һалдым атайҙы, ярай әйтеүгә килә, тыныс ҡына һалған урынға барып ятты. Бер ыңғай ҡоҙаларға ла урын йәйҙем, үҙебеҙгә ятыр урын ҡараным, бер килке ыуаҡ-сыуаҡ балалар йөрөй, уларҙы ашатып, иҙәнгә теҙеп һалып йоҡларға урынлаштырҙым. Күршеләрҙең өҫтәлдәрен туй үткәргән өйгә һорап алғанлыҡтан өй иркен, йәй көнө иҙәндә һалҡынса, рәхәтләнеп аунап ял итергә мөмкин, ҡоҙа түгелбеҙ ҙә йомшаҡ урын көҫәргә.. Алты-ете баланы иҙәнгә теҙелеп ятырға ҡуштым да, өйҙәге ҡарт ҡына инәйгә күҙ-ҡолаҡ булырға әйтеп туй үткән йортҡа йүнәләм.
Бында мине тағы бер сюрприз көтөп торған, ир генәм, ул саҡта бабай түгел ине әле, ҡоҙа һыйлап бөтөнләй бәлтерәгән, нимә һөйләгәнен белмәй күҙе аларынып ултыра. Уны әүрәтеп эйәртеп, кире күрше йортҡа йүнәләм, ир атай түгел, ыңғай ғына тыңлап барып ятырға, балаларҙы борҡотоп һалған кеүек кенә лә әрләп һалып та булмай, ыңғай ғына һөйләп, иҙәнгә, әҙер түшәлгән ергә ятҡырам. Һөйләнеүенән биҙерәгәнлектән, йоҡлап киткәнсе янында ҡалырға булдым, йоҡламаһа болармаҫ тимә, ҡайҙа булдың да, кем менән йөрөнөң, туй бара тип тә уйламаҫ, иҫереккә диңгеҙ тубыҡтан, табыр сәбәбен.
Һый өҫтәлгә ҡуйылған, һауыт-һаба йыуылған, бер ыңғайы үҙемә лә ял биреп, үҙемде шулай йыуатам инде, башымды яҫтыҡҡа терәү менән серемгә киткәнмен. Ишек асылып ябылғанға уяндым, ҡоҙалар үҙҙәренә тәғәйенләнгән урынға ятырға булғандар икән, туғандарҙың күршеләренең өйө өс бүлмәле, төпкө бүлмәлә ҡарт әбей, имсәк балаһы менән килене, улы урын алған. Урта бүлмәлә беҙ ирем менән иҙәндә, беҙҙең янда ғына бала-саға, ҡунаҡҡа әсәләренә эйәреп килгән алты-һигеҙ бала эреле-ваҡлы, теҙелешеп ятҡандар. Өйҙөң теге яғында диванда атайҙы һалдым, тағы карауатҡа ҡоҙа, ҡоҙағый менән яттылар, төп ҡоҙағый түгелдәр улар, уларға төп йортта урын әҙерләнгән, быларға ҡырҡ йәштәр тирәһе булыр, танышып өлгөрмәнем әле.. Эргәмдә ирем ғырылдап йоҡлай, эсһә ниңәлер ныҡ ғырлай шулай, төрткөләһәң уянырынан ҡурҡып сыҙап ятам, юғиһә тағы һәптәнләп сығып китмәҫ тимә, иртәнгә саҡлы айныҡһын, бар теләгем шул.
Күҙем эленгән ыңғайы ниндәйҙер ҡыштырҙауға тағы уяндым, аяҡ осонда ҡарт әбей бесәйҙе ҡыуа..
-Бесәй, тим ҡоромағыр, бесәй... Әллә нимәне эсә төн уртаһында йоҡо бирмәй, сығарып ташлайым инде елкәңдән тотоп.... Һөйләнә-һөйләнә ҡомғанын тотоп сығып китте, ишекте шаҡтай уҡ ҡаты ябып. Минең ҡот китте, уята инде иҫерек ирҙе, әкрен генә сәғәткә ҡарайым, төнгө ике, әҙерәк кенә ятһам яҡтырыр, йәй иртә яҡтыра, өҫтәл тирәһен ҡараштырыуға ҡоҙалар ҙа торор, мин бер аҙ ял иттем, башҡа туғандар йоҡлар.. Шым ғына әйләнеп яттым, әммә пырхылдашып көлөшкән тауышҡа тағы ҡараңғыла башымды ҡалҡыттым, балалар һаман йоҡламағандар ҙаһа. Ишекте ҡаты ғына ябып әбей тыштан инде, хәҙер беҙҙең аяҡ осонда тороп уҡ нимәлер тыңлай, мин өндәшмәйем, ир генәм пускач тоҡандырғандай ғырлай.
-Бесәй тим, тота ғына алмайым бит, тотһам кәрәгеңде бирәм инде, - һөйләнә-һөйләнә үҙҙәре яғына төпкә үтте, балалар юрған аҫтында быуылып көләләр, береһе лә йоҡламаған.
Хәҙер мин дә һаҡ ҡына тороп ултырҙым, балалар нимәгә көлөргә мөмкин, минең ирҙең ғырлауынан ҡыҙыҡ табалармы. Атай ятҡан бүлмәнән ниндәйҙер тауыш килә, бына нимә ул сәбәбе, әбейҙең бесәйгә һылтаныуы. Алдарһың балаларҙы, улар нимә белә, тиһәң дә. Шул тиклем оятһыҙлыҡҡа иң тәртипһеҙҙәр, йә аңын юғалтып эскән бәндәләр генә бараларҙыр, ул ҡоҙағый тигәнең нисек түҙәлер. Тауыш, ыңғырашыу, ҡәнәғәтлектән аһылдау, карауат шығырҙауы, барыһы бергә буталып килгән тауыштан уңайһыҙланып тороп йөрөгәндер ҡарт әбей ҡалтыранып, ҡомғанын шалтыратып, бесәйгә һылтанып ҡарағандыр сараһыҙҙан, йәнәһе төндә һөт рлап эсә. Балалар көлөшәләр, батырыраҡтары ишектән башын тығып ҡарай, юрған аҫтында көлөшәләр, ә мин нимә эшләй алам мин.
Иҫерек атайым йоҡлайҙыр, уянһа ла оло кеше тауыш-тын белдермәҫ, кеше балаларын тағы нимә тип әрләй алам, йоҡла тиеү менән йоҡлап китәләрме? Төнгө икелә, уртала ишек юҡ, барып ҡына ябырға. Әсәләре балам туҡ, йоҡлай, тигән уйҙа тыныс ҡына байрам итәләрҙер. Әбей үҙенсә көрәшеп, үҙенең өйҙә хужабикә икәнлеген белдереп ҡараны. Тегеләр ишетмәнеләр ҙә, бәлки һанламағандарҙыр ҙа әбейҙе. Бер сәғәттән ашыу күҙгә йоҡо эленмәне. Беренсе тапҡыр иремдең ғырлап йоҡлағанына ҡыуандым, исмаһам беҙгә уйламаҫтар, артабан инде арығанлыҡтан йоҡлап киткәнмен, шуға саҡлы балаларҙың һәр ҡыштырҙауына һиҫкәнеп ятылды. Иртәнсәк иртә тороп...
Уҫал апай һөйләп бөтөрмәне, ирҙәр шаулашып тыштан инделәр, һүҙе бүленде.
-Бер ваҡытта ла балаларығыҙҙы эйәртенеп ҡунаҡҡа алып йөрөмәгеҙ, өйҙә ҡалдырығыҙ, йәки үҙегеҙ ҙә ултырығыҙ өйҙә бергәләшеп. Төрлө хәлдәр булыуы мөмкин. Алдағыһын берәү ҙә белмәй, тәртип тигән нәмә лә кәрәк!
Һүҙҙең айышына ирҙәр төшөнмәне, уҫал әбейҙең һөйләнеүе, тигәндәрҙер. Сәй табынына бер бала ла яҡынламаны, уҫал инәйҙән ҡурҡтылармы, әсәләре тыйҙымы - табын күңелле генә дауам итте.
Гөлдәр әбей.