Рузидә Үтәшева
Мәғрифәтсе сәсән - мөғәллимдәр, крайҙы өйрәнеүселәр, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, Батыр Вәлид һәм Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премиялар лауреаты Рамаҙан Исмәғил улы Үтәғолов һәм Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы, Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаты Азамат Әғзәм улы Тажетдиновтар берлегендә тупланып, донъя күргән "Сәсән иленә сәйәхәт" исемле китабының исем туйына бағышлап яҙылды.
Сәсән иленә сәйәхәт
Башҡортомдоң шундай улдары бар,
Уйлай китһәң, хайран ҡалырлыҡ,
Эшләгәнен, әгәр, барлай барһаң,
Әллә күпме томға һыйырлыҡ.
Азаматы, Үтәғоло булған халыҡ
Башын эймәҫ, бер ҙә хур булмаҫ,
Үҙ милләтен алға һөргән ирҙең,
Осар ҡанаттары һис талмаҫ.
Халҡыбыҙға талмаҫ ҡанат ҡуйып,
Йәшәгеҙсе, әйҙә, сәсәндәр,
Борон - борондан да аҡһаҡалдар,
Иман нурын шулай сәскәндәр.
Һеҙ булғанда тыныс илем күге,
Аҡыл менән тотоп торағыҙ,
Ғәзиз ғүмерҙәрҙең һәр минутын,
Һәр сәғәтен дөрөҫ ҡорағыҙ.
Бына әле һеҙҙән ут алырға,
Күпме халыҡ бында йыйылған,
Сәсән һүҙен тыңлап, күпме үҫмер,
Яман ғәҙәттәрҙән тыйылған.
Сәсән илдәренә сәйәхәт ҡылдыҡ,
Арҙаҡлы ла ирҙәр арҡылы,
Шундай ирҙәр әле иҫән саҡта,
Башҡорт халҡы булыр арҡалы.
Рузидә Үтәшева - Кәримова.
Тыныслыҡ килһен Ергә!
Байлыҡ булып, муллыҡ булып,
Яуһын әле ҡарҙары,
Буралар тулыр игенгә,
Дымға туйыр ҡырҙары.
Ап - аҡ тунын кейеп алған,
Яңы йыл килер тиҙҙән,
Тылсым таяғын таянған,
Ҡыш бабай үтер түрҙән.
Мөғжизәле Яңы йылдар,
Бәхет алып килһендәр,
Бар кешеләр был донъяның
Ҡәҙерҙәрен белһендәр.
Бар өмөттәр аҡланһындар,
Тыныслыҡ килһен Ергә,
Барса халыҡ татыу булып,
Йәшәһен бергә - бергә!
Рузидә Үтәшева - Кәримова.
Тыныслыҡ килһен Ергә!
Байлыҡ булып, муллыҡ булып,
Яуһын әле ҡарҙары,
Буралар тулыр игенгә,
Дымға туйыр ҡырҙары.
Ап - аҡ тунын кейеп алған,
Яңы йыл килер тиҙҙән,
Тылсым таяғын таянған,
Ҡыш бабай үтер түрҙән.
Мөғжизәле Яңы йылдар,
Бәхет алып килһендәр,
Бар кешеләр был донъяның
Ҡәҙерҙәрен белһендәр.
Бар өмөттәр аҡланһындар,
Тыныслыҡ килһен Ергә,
Барса халыҡ татыу булып,
Йәшәһен бергә - бергә!
Рузидә Үтәшева - Кәримова.
Көҙгөләр алдай икән...
Пенсияны көтәм әле,
Көҙгө алырға булдым,
Иҫкеһенә ниҙер булған,
Төбәлеп, хайран ҡалдым...
Әле ҡыштар етмәһә лә,
Сәстәремә бәҫ ҡунған,
Күҙҙәр ҙә һорораҡ ине,
Күрәһең, йәйен уңған.
Иңбаштар ҙа бейек ине,
Ниңәлер шиңеп ҡалған,
Янып торған йәшлегемде
Ҡартлыҡ етәкләп алған...
Ысҡындырырға тырышып,
Усымды тартып алам,
Тартҡылаша торғас, барыбер,
Ҡартлыҡты йығып һалам.
Буталма аяҡ аҫтында,
Яңы йәшәй башланым,
Анау торған таяҡҡа ла,
Таянманым, ташланым.
Юҡ, теймәйем көҙгөгә лә,
Нисек бар, шулай ҡалһын,
Ошо сағым бик ҡәҙерле,
Ҡарт булһам, әйҙә, булһын.
Сабыр аҡыл насип булһын,
Насарға юрамайыҡ,
Көҙгөләр бит алдай хәҙер,
Уға йыш ҡарамайыҡ...
Рузидә Үтәшева – Кәримова.
Йондоҙҙарҙы усҡа алыр инем.
Аҡсарлаҡтар иңләр киңлектәргә,
Бейеклеккә әйҙәй уйҙарым,
Йондоҙҙарҙы усҡа алыр инем
Етһә әгәр минең буйҙарым.
Ал ҡояштың һәр бер нурын алып,
Таратыр ҙа инем халҡыма,
Тик нурҙарҙан ҡалһа, ҡояш та бит
Ҡояш булып күктә балҡымай.
Был донъялар мәңгелеккә түгел,
Сауаптарын алып ҡалайыҡ,
Йәшәү мәғәнәһен, йәшәү ғәмен
Киләсәккә мираҫ ҡылайыҡ.
Рузидә Үтәшева – Кәримова.
Асылыңа ҡайт, һин, башҡортом!
Ни фәтеүә, башҡорт, тиеүеңдән,
Тарихыңды, телең белмәһәң,
Халҡың үткәндәргә ғорурланып,
Хөрмәт менән башың эймәһәң...
Башҡортлоғоң һинең бер ни түгел,
Ил яҙмышын ҡулға алмаһаң,
Тыуыр балаң киләсәген уйлап,
Арҡырыны буйға һалмаһаң.
Милләт, тибеҙ, тамаҡ яра - яра,
Башҡорт бөтә, тиеп көйәбеҙ,
Ҡул ҡаушырып, кемдер хәл иткәнен,
Ҡырын ятып, һаман көтәбеҙ.
Ҡайҙа баҡма, эске, хурлыҡ - бурлыҡ,
Бер сәбәпһеҙ ғүмер ҡыйыла,
Йәш быуынға өгөт бирер ҡарттар
Шул хәмерҙән ҡасан тыйыла?
Изге Ерҙе төйәк иткән халҡым,
Кендектәр ҙә шунда ҡырҡылған,
Ерем именлеген һаҡлау өсөн,
Аҫыл заттар күпме ҡырылған...
Һаҡлап ҡулда изге аманатты,
Маяҡ итеп күтәр милләтем,
Сит - бауырҙар меҫкен, тимәһендәр,
Асылыңа ҡайт, һин, башҡортом!
Рузидә Үтәшева – Кәримова.
Тел йәшәһә, ил дә йәшәр...
Һәр өнөнән моң сыңлаған,
Йыр ағылған башҡорт теле,
Үҙ телендә аралашып,
Гөрләп йәшәй ҡурай иле.
Ҡанбабалар төйәк итеп,
Мираҫ ҡылған изге ерҙе,
Аманатты ҡурсыр өсөн,
Ҡорал алған данлы ире...
Ҡандар аша яуланғанды,
Юҡ, хаҡыбыҙ юғалтырға,
Маңҡорт булһаҡ, яраларҙы,
Юҡ, саралар уңалтырға.
Үҙ теленән яҙғандарға,
Бәҫ ҡаплаған хурлыҡ ҡалыр,
Тел йәшәһә, ил дә йәшәр,
Улар бергә шөһрәт алыр.
Рузидә Үтәшева - Кәримова.
Тыныслыҡ килһен Ергә.
Рузидә Үтәшева һүҙҙәре, Рәил Өмөтбаев музыкаһы
Изге хәбәрҙәре менән,
Атһын ине гел таңдар,
Ил күгендә яңғыраһын
Күңелгә яҡын моңдар.
Ҡайнар сәләмдәр юллайым,
Ҡабул итеп ал, халҡым,
Киләсәгең яҡты булһын,
Ялмамаһын ут - ялҡын.
Аҡ күгәрсен иңләп осһон,
Тыныслыҡ килһен Ергә,
Бар халыҡтар дуҫ йәшәһен,
Шатланып бергә - бергә.
Һәр ғаиләгә ырыҫ өҫтәп,
Аҡ бәхет яуып торһон,
Иман, тәүфиҡ, һаулыҡ менән,
Йәш парҙар оя ҡорһон.
Рузидә Үтәшева - Кәримова.
Улым ҡайтты.
Күңел түрендәге гөлөм,
Ап - аҡ сәскәләр атты,
Хоҙайыма рәхмәтлемен,
Улым иҫән - һау ҡайтты.
Уйламаҫтан дауыл ҡубып,
Алыҫ сәфәрҙә булды,
Сәстәремә салдар өҫтәп,
Маңлайға һырҙар һалды...
Ир - егеттең бурысы, тип,
Үҙ - үҙемде йыуаттым,
Тик уйҙарҙан уйылырлыҡ,
Керпек ҡаҡмай таң атты.
Күк йөҙө аяҙ булһын, тип,
Әсәләр улһыҙ ҡалды,
Өйөрмәләр ҡотороноп,
Күпме ғүмерҙе алды...
Инде донъя тынысланһын,
Уландар иҫән ҡайтһын,
Ҡайғылар ишек ҡаҡмаһын,
Һәр бер таң имен атһын!
Рузидә Үтәшева - Кәримова.
Аҡбуҙ атын шулай туғара.
Ямғырмы был, әллә күҙ йәшеме,
Күҙ йәшеме ғәзиз әсәнең,
Һәр ҡарышың бөгөн йәшкә тулды,
Нишләнең, һин, Ерем, нишләнең?
Канонада булып күге күкрәй,
Туҡтамайса яуа ямғыры,
Ейер ризыҡ серей, тереклек тә,
Толҡа тапмай, күпме ҡаңғырҙы.
Һыу баҫыуы үҙәктәргә үтте,
Һуғыш уты һаман туҡтамай,
Хызыр Ильяс әллә йөҙөн борҙо,
Әҙәм затын, никтер, һаҡламай...
Әҙәп ҡасты әҙәм балаһынан,
Бар донъяһы тулды бысраҡҡа,
Ата улды белмәй, әсә ҡыҙҙы,
Бер туғандар килә бысаҡҡа.
Төтөн йотоп йөрөй һылыу ҡыҙҙар,
Йылға булып аға һыралар,
Былай ҙа бит һуғыш яланында,
Ир - егетте күпме ҡыралар.
Әсе күҙ йәштәре, ямғыр булып,
Туҡтамайса, Ерҙе һуғара,
Әйтерһең дә, Күк Аллаһы Ергә
Аҡбуҙ атын шулай туғара.
Илгә килгән ҡаза, ғәрәсәттәр,
Һағайталар ауыл - ҡалаһын,
Ғәйеп үҙебеҙҙә, төҙәләйек,
Иманға ҡайт, әҙәм балаһы.
Рузидә Үтәшева - Кәримова.
Уландарым, уҡтай атылығыҙ!
Һаман оса күктә ҡара ҡоҙғон...
Ҡаяларға менеп һауалай,
Емтек эҙләп күктән Ергә төшә,
Ғәзиз балаларҙы һағалай...
Туймай әле һаман, ҡәһәр һуҡҡыр,
Ҡарғыштар ҙа төшмәй башына,
Ошо көндәр, ҡанлы яҙма булып,
Уйылырҙар тарих ташына...
Еңеү килер. Бөгөнгөһө ауыр,
Үҙәктәрҙе өҙә илатып,
Илем һыҡтай бөгөн, халҡым һыҡтай,
Ҡан - йәш менән Ерҙе сылатып.
Ҡанһыҙ ҡоҙғон күктә мәкерен дә,
Тоҙағын да ҡабат ҡорормы?
Ҡоҙғон яуы, ҡара болот булып,
Зәңгәр күктә оҙаҡ торормы?
Уландарым! Уҡтай атылығыҙ,
Елдәй елһен Аҡбуҙ атығыҙ,
Еңеү менән тиҙерәк ҡайтығыҙ,
Урал батыр һеҙҙең затығыҙ!
Рузидә Үтәшева - Кәримова.
Аҡ күгәрсен иңләп осҡан күкте,
Ҡылыс менән килеп саптылар...
Аҡ күгәрсен иңләп осҡан күкте,
Ҡылыс менән килеп саптылар,
Күпме әсәләрҙең аһ - зарҙары
Күҙ йәштәре булып аҡтылар.
Тыныс торған донъя түңкәрелде,
Тормоштарға ниәт ашманы,
Ошоғаса ярһып ятҡан Диңгеҙ
Ярҙарынан нисек ташмаһын...
Оҙаҡ түҙҙе, сабыр ҡанаттары,
Бер көн килеп шартлап һындылар,
Ярһыу тулҡындарға ирек биреп,
Яр ситтәре, гүйә, тындылар.
Ышана яр, Еңеү алып килер
Йәш тулҡындар Ярға ҡабаттан,
Килер бер көн, яңғырап торор Диңгеҙ,
Яр буйҙары көслө набаттан!
Рузидә Үтәшева - Кәримова.
Нәжәғәйҙәй ниҙер балҡып китте...
Изге йома бөгөн. Күктән ергә
Нур бөркөлә, нурҙар тарала,
Бәндәләргә күндер тәүфиҡ, иман,
Эй, Хоҙайым, үҙең арала.
Һаҡсыл фәрештәләр күк йөҙөнә,
Зинһар таралығыҙ күберәк,
Ғәзиз балаларҙы ҡурсығыҙсы,
Иңдәренә ҡунып тиҙерәк.
Еңеү килер. Иманыбыҙ камил,
Тик ҡырмаһын ғәзиз йәндәрҙе,
Улһыҙ, ирһеҙ, атайһыҙҙар итеп,
Бөгөлтмәсе нескә иңдәрҙе...
Кәләштәрҙең йәшен түктермәсе,
Әсә өмөттәрен һин аҡла,
Сабыйҙарҙы, берүк, етем итмә,
Күҙ ҡараһы кеүек гел һаҡла.
Изге йома көнө. Теләктәрем
Барып етһен ине Хоҙайға,
Күпме яуҙар сабып, балаларың
Ҡырылды бит инде былай ҙа...
Нәжәғәйҙәй ниҙер балҡып китте,
Күңелемдә өмөт сатҡыһы,
Ҡара болот тиҙҙән таралыр ҙа,
Ҡаплап алыр Ҡояш яҡтыһы.
Рузидә Үтәшева - Кәримова.
Туҡта, кешем.
Әллә ниндәй заманалар килде,
Һуғыш бара, хәүеф һағалай,
Инде генә еңел тындар алһаң,
Ауыр сирҙәр килеп яғалай...
Ҡайҙа баҡма, ҡайғы, етем - еҫер,
Күҙ йәштәре күпме ҡойола,
Ситтән ҡарағанда ғына яҡшы,
Ят күҙ өсөн һәйбәт тойола.
Бер бура ла хәҙер буш түгелдер,
Хәсрәт менән тулған буралар,
Билдәһеҙлек ялмай күңелдәрҙе,
Был тормоштар ҡайҙа баралар?
Туҡта, кешем! Сабырлыҡтар телә!
Изге Айҙа таян Аллаһҡа,
Тормош тураһында насар уйлап,
Батма, зинһар, оло ғонаһҡа.
Был донъяға Хоҙай яралтҡанда,
Маңлайҙарға яҙған яҙмышты,
Яҙмышына риза булмайынса,
Күпме әҙәм Ерҙә яңылышты.
Маңлайҙарға яҙған 'яҙмыштарҙы
Сабыр ғына ҡабул итергә,
Бир, Хоҙайым, миңә :көс - таяныс,
Хәсрәттәрҙе еңел үтергә.
Рузидә Үтәшева - Кәримова.
Күтәр, илем, хаҡлыҡ байрағыңды.
Яуға күтәрелде батыр халҡым,
Ҡылыс ҡайрап Урал ташына,
Аҡ ҡар өҫтәренә ҡурғаш яуа,
Ләғнәт төшһөн дошман башына
Ҡара яу ялманы илем күген,
Бер - береһенә тоҫҡап аталар,
Табындаштар булған яҡын дуҫтар
Ике ярҙа бөгөн яталар.
Замананың ауыр һынауҙары
Иңдәренә төштө ирҙәрҙең,
Ҡулдарына ҡорал алды улар,
Ҡотҡарырға ғәзиз ерҙәрҙе.
Ҡан көҫәгән дошмандарға ҡаршы
Көрәшергә ҡарар иттеләр,
Ут эсендә ҡалған ҡәрҙәштәрҙе
Азат итер өсөн киттеләр.
Минең халҡым ниндәй ҡайғыларға,
Язаларға дусар булмаған,
Дошман алдарында теҙ сүкмәгән,
Меҫкен булып ятып ҡалмаған.
Эйе, бөгөн ауыр, көн аралаш,
Табуттарҙа ҡайта батырҙар,
Улар рухы ҡыр ҡаҙҙары булып,
Һәр яҙ һайын илгә ҡайтырҙар.
Әсәләрҙең ҡайнар күҙ йәшенә
Ғәзиз ерем бөгөн мансылды,
Ауыр уйҙарымдан арындырып,
Күк ҡабағы кинәт асылды.
Еңеү килер, ышанысым көслө,
Беҙҙе еңер дошман тыумаған,
Урал йөрәгенә етәм, тигән,
Яуыз йәнде күпме ҡыумаған!?
Тарих шаһит. Күпме яуҙар үтеп,
Ни күрмәгән халҡым баштары?
Тыуған илгә ҡайтып, тәсбих әйтһен,
Бөтмәһен, тим, ашар аштары...
Күтәр, илем, хаҡлыҡ байрағыңды,
Маяҡ итеп күтәр киңерәк,
Иҫән генә булһын ғәзиз йәндәр,
Еңеү менән ҡайтһын тиҙерәк!
Рузидә Үтәшева - Кәримова.
Тиҙҙән килер Еңеү.
Тыныслыҡтың символдары булған,
Аҡ күгәрсен иңләй күгемде,
Ә күгемдә ҡара болот йөҙә,
Йәшкәҙәтеп минең күҙемде...
Ҡасан ғына таралырҙар икән
Был болоттар, ҡара шәүләләр?
Күпме ғәзиз йәндәр харап була,
Ҡан - йәш түгә күпме ғаиләләр?
Ҡара болот бер көн юҡҡа сығыр,
Тыныслыҡты теләй халҡыбыҙ!
Күпме уттар кисеп яуланғанды
Юғалтырға... юҡ, юҡ хаҡыбыҙ!
Тиҙҙән килер Еңеү! Байрамдар ҙа,
Байрам төҫөн алып, яҡтырыр,
Барса халыҡ, еңел тындар алыр,
Шатлыҡ менән таңды аттырыр!
Рузидә Үтәшева - Кәримова.
Утлы ҡоштар күктә осмаһын...
Ҡиблаларҙан иҫкән йылы елдәр,
Ипләп кенә тәҙрә сиртәләр,
Эй, Хоҙайым, берүк, ғүмерҙәр бир,
Хәйерле лә килһен иртәләр.
Тынысланһын инде Ерем күге,
Утлы ҡоштар күктә осмаһын,
Ҡайғы шәле ябынмаһын Әсә,
Һалҡын табуттарҙы ҡосмаһын...
Асмандарға ашҡан йәндәр рухы,
Беҙҙән риза булып китһендәр,
Әйләнмәһен ҡоҙғон баш осонда,
Үҙ юлынан, әйҙә, үтһендәр.
Күрәһеңме, тормош дауам итә,
Иманына ҡайта кешеләр,
Тотҡан ураҙалар ҡабул булып,
Бәхеттәре тауҙай ишелер.
Бирһен, Хоҙай, амин, шулай булһын,
Ер йәшәрһен йәшәү яҙынан,
Күп тә кәрәк түгел бәндәләргә,
Мәхрүм итә күрмә аҙынан.
Тәҡдирҙәргә яҙған ғүмерҙәрҙе,
Бир, Хоҙайым, имен үтергә,
Ғүмер ебен, һинән айрылмайса,
Иман менән бергә һүтергә.
Рузидә Үтәшева - Кәримова.
Илаһи көс еңә алманы...
Йөрәктәрҙе, ҡанлы яра һалып,
Көтмәгәндә уттар ялманы,
Ялҡындары һаман өҫкә үрләй,
Илаһи көс еңә алманы...
Күңелдәрҙе хәүеф - хәтер солғай,
Ут йоталар күпме әсәләр,
Донъя малын бүлә алмай кемдәр,
Тирә - яҡҡа үлем сәсәләр...
Ил намыҫын һаҡлап ғәзиз улдар,
Ҡулдарына ҡорал алалар,
Тик табутта тыуған төйәктәргә
Ҡайтмағыҙсы, зинһар, балалар.
Ауыр мәлдәр үтер, Еңеү килер,
Гөлдәр шаулап сәскә атырҙар,
Ут эсендә йөрөгән балаҡайҙар
Еңеү яҙын алып ҡайтырҙар!
Рузидә Үтәшева – Кәримова
Саф мәрмәрҙән һәйкәл ҡойор инем...
Күпме хеҙмәт, күпме көс һалына,
Ғүмер буйы һинең эшеңә,
Саф мәрмәрҙән һәйкәл ҡойор инем,
Уҡытыусы - бөйөк кешегә!
Күпме күҙҙәр һиңә ихлас текләй,
Белем карабына ултырып,
Ҡарай һиңә улар өмөт менән,
Нурлы күҙкәйҙәрен тултырып.
Һин - дирижер! Серле таяҡ менән,
Күңел ҡылын моңға төрәһең,
Кәрәк икән, табип, дауалаусы!
Туңғандарға йән дә өрәһең.
Яңғыҙ ҡалғандарға Әсәй ҙә һин,
Атай ҙа һин юлдан яҙғанға,
Ирекһеҙҙән һаҡлаусы ла булаң,
Яҡлау тапмай, әрнеп - янғанға.
"Уҡытыусы бары дәрес бирә ",-
Тигәндәргә килмәй ышанғым,
Ул бит имләй кескәй йөрәктәрҙе,
Сисеп һала күңел тышауын.
Уҡытыусы, бөйөк хеҙмәтеңә,
Бер көн килеп һәйкәл ҡуйырҙар,
Исемеңде оло хәреф менән,
Алтын хәреф менән уйырҙар.
Рузидә Үтәшева - Кәримова.
Хәйерле иртә!
Хәйерле иртә теләйем,
Һеҙгә, барлыҡ Кешелек!
Аҡ бәхеттәр яуһын, тием,
Зәңгәр күктән ишелеп.
Ҡаурыйына бәхет тейәп,
Һомайғош үҙе килһен,
Бәхет ҡошо ҡунғанлығын,
Һәр кеме, әйҙә, белһен.
Бәхет бит ул - аҫыл ҡунаҡ!
Түргә үткәр бәхетте,
Хоҙай ундай кешеләргә,
Бүләк итер тәхетте.
Ялған уйҙарға бирелеп,
Ҡулыңдағын юғалтма,
Сабыр итсе, эй, әҙәмем,
Бәхет ҡошон урлатма!
Рузидә Үтәшева - Кәримова.
Әбей булғы килмәй...
Бер ҙә әбей булғы килмәй,
Етмеш йәшкә етһәм дә,
Күптән инде йәшлек яҙын,
Һиҙмәй, үтеп китһәм дә.
Күңел һаман әллә ҡайҙа,
Ун һигеҙҙәй ашҡына,
Йөрәгем дә ярһып тибә,
Әйтерһең, яҙ ташҡыны.
Икенсе һулыш асылды,
Яңы йәшәй башланым,
Эшемде лә, етәр, тиеп,
Эшләмәнем, ташланым.
Ҡартайырға мәл етмәгән,
Үҙем өсөн йәшәйем,
Нәжәғәйҙәй балҡый - балҡый,
Йәшен булып йәшнәйем.
Әбей тимәгеҙсе миңә,
Йәшнәп йәшәр мәлдәрем,
Иртән шулай! Их, ә кисен...
Самалы шул хәлдәрем.
Рузидә Үтәшева - Кәримова.
Хәрәкәттә – бәрәкәт!
Өлкәнәйҙем, тиеп, бот күтәреп,
Бөгөн тағы ятмаҡ булаңмы?
Бер ни эшләмәйсә йөрөр өсөн,
Йәшең әллә йөҙгә туламы?
Етмеш - һикһән йәш ул - янар сағың,
Тор тиҙерәк, эшлә эшеңде,
Һары таңдан тороп, әйҙә йүгер,
Ҡыуандырып яҡын кешеңде.
Ҡош - ҡортоңдо барла, урам һепер,
Тауыҡ сүпләһә лә, эш бөтмәй,
Бөгөнгөһөн, әгәр, эшләмәһәң,
Иртән һине уңыш бик көтмәй.
Әбей булдым, бабай булдым, тиеп,
Ҡырын ятып донъя көтмәйек,
Ҡартайҙыҡ, тип, кем күҙенә ҡарап,
Хәлһеҙ әҙәм булып бөтмәйек.
"Хәрәкәттә,- зирәк боронғолар,-
Бәрәкәт!" -тип бушҡа әйтмәгән,
Ҡыбырламай, ҡырын төшөп ятып,
Ваҡыттырын сарыф итмәгән.
Иркәләнеп, бер көн ятыр өсөн,
Ҡарттар көнө етер тағы ла,
Ә хәҙергә, әйҙә, йүгерәйек,
Ошо теләк беҙгә ҡағыла.
Рузидә Үтәшева - Кәримова.
Әсәй мейес яға...
Көҙ һалҡыны... Әсәй мейес яға...
Дөрләй - дөрләй яна мейесе,
Әсәм ҡулы һымаҡ йылы ғына,
Өйөбөҙҙөң һәр бер мөйөшө.
Өйҙөң уртаһында өҫтәл тора,
Барыһы ла шунда йыйылған,
Әсәм ҡулы менән бешкән икмәк,
Тәмле - татлы ризыҡ ҡуйылған.
Еҙ самауыр биҙәй табын түрен,
Йырлай - йырлай ҡайнап ултыра,
Эх, шул мәлдәр, оя тулы саҡтар,
Күҙҙәремде йәшкә тултыра.
Атай, әсәй иҫән, ҡайғы ла юҡ,
Бер хәсрәтһеҙ үткән баласаҡ,
Артылһаҡ та тауҙың үрҙәренә,
Хәтерҙәрҙә мәңге ҡаласаҡ.
Атай һүҙе, атай кәңәштәрен,
Әле булһа, һаман һағынам,
Әсәйемде тик бер күрер өсөн,
Ҡанатһыҙ мин ҡанат ҡағынам.
Әсә көнө бөгөн! Әсәйлеләр,
Ҡотлар бөгөн ғәзиз әсәһен,
Күңел йылылығын өләшерҙәр,
Сайпылтмайса бәхет кәсәһен.
Эй, Әсәләр, гүзәл ҡатын - ҡыҙҙар,
Иҫкән елдәр сәләм әйтһендәр,
Аҡ күбәләк төҫлө ынйы ҡарҙар,
Шатлыҡ булып яуып үтһендәр.
Рузидә Үтәшева – Кәримова
Эй, Әсәлек!
Эй, Әсәлек! Ниндәй татлыһың һин
Мең ғазаптар менән килһәң дә,
Күкрәгемә ҡыҫыр сабыйым бар,
Нур бөркөлә балам көлгәндә.
Алты һаны теүәл булһын, тиеп,
Хоҙайымдан ҡат - ҡат һораным,
Шатлыҡтарға төрнәп киләсәген,
Изгелектәр генә юраным.
Инде үҫеп буй еткерҙе балам,
Иман нуры төшһөн юлына,
Кеше рәнйештәрен алма, тигән,
Теләк әйтәм ҡыҙҙар, улыма.
Аҡ теләгем, хәләл һөтөм булып,
Ҡурсалаһын үтер юлдарҙа,
Имандарҙан, берүк, яҙмағыҙсы,
Аҡ бәхеттәр һеҙҙең ҡулдарҙа.
Яҙмышығыҙ һис тә яңылышмаһын,
Башығыҙға ҡырау төшмәһен,
Әсе елдәр иҫеп ҡиблаларҙан,
Ғәзиз ғүмерҙәрҙе киҫмәһен.
Әсәлектең бар бәхетен татып,
Йәшәй алһаҡ ине шатлыҡта,
Үтәр бурыстарҙы үтәнек, тип,
Әйтә алһаҡ ине ҡартлыҡта.
Эй, Әсәлек! Ниндәй татлыһың һин!
Мең ғазаптар менән килһәң дә,
Күкрәктәргә ҡыҫыр сабыйҙар бар,
Нур бөркөлә бала көлгәндә.
Рузидә Үтәшева – Кәримова.
Кем әле һуң беҙгә
" ҡарт "- , тип әйтә?
Кем әле һуң беҙгә
" ҡарт "- , тип әйтә?
Беҙме инде ҡарт бер әбейҙәр!
Йөрәгебеҙ йәп - йәш,
(ы)шкаф тулы
Күпме кейелмәгән әйберҙәр.
Булғандарын туҙҙырайыҡ әле,
Яңыларын яҙһын алырға,
Етмештә лә, хатта һикһәндә лә
Күңел менән йәп - йәш ҡалырға.
Йәштәр күҙлегенән ҡарт булһаҡ та,
Эшләнмәгән эштәр күп, һанһыҙ,
Ғүмер бирсе, Хоҙай, һаулыҡ менән,
Һаҡла ҡазаларҙан, һин, аңһыҙ.
Рузидә Үтәшева – Кәримова.
Ҡартайырға ярамай...
Көмөшләнде инде тулҡын сәстәр,
Һырҙар һалды йылдар маңлайға,
Көрәш асты ҡартлыҡ йәшлегемә,
Тик йөрәгем быны аңламай.
Юҡ, ҡартаймай йөрәк, йәп - йәш ҡала,
Бирешергә һис тә уйламай,
Йылдар үтеп, сәстәр салланһа ла,
Йәшлек хисен ҡартлыҡ юя алмай...
Уфтанмайыҡ, ҡартаябыҙ, тиеп,
Ҡартайырға беҙгә ярамай,
Йөрәктәрҙә ҡалһын ҡайнар хистәр,
Йылдар үтеүгә лә ҡарамай...
Рузидә Үтәшева – Кәримова.
Малай көтә инек...
Малай көтә инек... Ҡыҙым тыуҙы,
Ай, иҫәүән, китсе, бынауы!
Аяҙ күктәй төпһөҙ зәңгәр күҙҙәр!
Төймә төҫлө генә танауы.
Хәтерләйем, аҡ биләүгә урап,
Тәүге тапҡыр алдым ҡулыма!
Аҡ ҡыштарҙа ап - аҡ эҙ ҡалдырып,
Балам сыҡты йәшәү юлына...
Сабыйымды ҡыҫып күкрәгемә,
Аҡ бәхеттәр генә юраным,
Уйым менән уның киләсәген
Ҡабат - ҡабат барып ураным.
Уң ҡанатым булып үҫте ҡыҙым,
Тиҙ арала эшкә яраны,
Ҡасан ғына үҫеп буй еткерҙе,
Ҡасан үтте шунса араны!?
Эй, Хоҙайым, бирсе оҙон ғүмер,
Яҙмыштарың булһын аяулы,
Юлдарыңа сығып ҡаршы алам,
Булсы, балам, терәк - таяулы!
Йәшәйештең мәғәнәһе булған
Ғәзиздәрең иҫән булһындар,
Киләсәгең яҡты, сағыу булһын,
Иман нурҙарына тулһындар!
Рузидә Үтәшева - Кәримова.