Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
18 Декабрь , 19:00

Нотариус

 Нотариус “управляющий булып эшләнем” тигән кешенең тауышын ишеткәс, тертләне. Бер күренеш айырым-асыҡ булып күҙ алдынан үтте.  Атайҙары бүлексә бригадиры ине. Ал тимәй, ял тимәй совхоз эшендә йөрөнө. Ҡырҡҡа ла етмәй үлеп китте. Бесән мәле үтеп барғас, быуындары ла ҡатып бөтмәгән уландар бесән сабырға барҙы. Бер-ике бакуй сыҡҡайнылар, йән-фарман управляющий килеп етте. Атынан атылып төшөп, малайҙың салғыһына йәбеште. Тартып та алды, һабын һындырып та ырғытты. Үҙе төкөрөк сәсеп ажғырҙы: - Совхоз бесәнен эш итеп бөтмәгән! Кем һеҙгә бесәнгә төшөргә ҡушты?! -Ай, әттәгенәһе! – Әсәләре ыуаланды, хужаның бер алдына, бер артына сығып ялбарҙы. - Улай итмә инде, туғаным. Үҙебеҙҙең сабынлыҡ бит. Үләне лә ҡатып бара. Ямғырҙар китһә, тағы тороп ҡала бит...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Хикәйә

 Нотариус

  Ул эшкә килгәндә коридорҙа апаруҡ кеше йыйылып өлгөргәйне. Уларға күҙ ташлау менән был эш көнөнөң дә ауыр, тығыҙ булыуын күҙалланы. Кабинетына үтте. Кабинет тиһәң, хәтере ҡалыр. Бер өҫтәл менән шкаф та, ике ултырғыс. Шуларға өҫтәп бер компьютер. Ике кеше инһә, бүлмә тула ла ҡуя. Ҡаланыҡылар иҫ китмәле офистарҙа ирәйеп эшләгәндә, район нотариустарының бүлмәһе күпкә ҡотһоҙ, ҡайтыш шул.

 Өҫтәл артына инеп ултырҙы ла бүлмәһенә күҙ һалды. Нисек быға тиклем иғтибар итмәгән: тәҙрә быялалары тоноҡланып киткән, гөл ишараты ла сарсап, әлһерәп ултыра.

 Тышта болотло, эс бошорғос көҙгө көн. Ҡурғаштай болоттар өҫкә ауып төшөп, баҫып китер төҫлө. Нотариус ултырған урынынан торҙо. Күкрәгенән “уф!” тигән өн сыҡты. Тиктомалға күңеле тулды, эсе бошто. “Нимәгә бошонам әле, барыһы ла ал да гөл” тип үҙен йыуатырға тырышты. Өй һалып инде – әйләнеп сыҡҡыһыҙ, эше бар, ғаиләһендә именлек. Тағын ни кәрәк? Барыһы ла әҙәмсә кеүек. Әллә нимә күңелен тырнап тик тора. Йәне тыныс түгел. Ҡапма-ҡаршы ултырып, уртаға һалып һөйләшерлек, серләшерлек яҡын кешеһе юҡ. Бөтә нәмә күҙ буяуға ҡоролғандай. Эшкә барыу, эштән ҡайтыу, дежур фразалар.

 ...Уйҙары менән кисәге ваҡиғаға барып төкәлде. Ваҡиға тип, ваҡиға ла түгел инде, әммә йөрәгенә таш булып ятты.

 Улар ғаиләлә ике малай үҫте. Йәш айырмалары йәш ярым ғына булһа ла, ағаһы ағай була белде. Ҡустыһы һәр яҡлап уға оҡшарға тырышты.

 Йылдар кешеләрҙе үҙгәртә тиһәләр ҙә, ағаһы үҙгәрмәне – элеккесә тура һүҙле, ғәҙел булып ҡалды. Ана, кисә лә бит ҡустыһының тетмәһен тетеп китте:

- Тура әйткән туғанына ярамаған, ти. Ярамаһа ла әйтәм – туғанды туған итмәйһең! Эреләнеүеңме был? Хәсән ағай ҡайҙан ҡайҙа килеп, ике сәғәт көтөп ултырып, эшен эш итә алмай ҡайтып киткән. Кем файҙалы – шул һәйбәтме һиңә, ә?!

 Ағай кеше ишекле-түрле йөрөп, үпкә һүҙҙәрен яуҙырҙы-яуҙырҙы ла, машинаһына ултырып сыҡты ла китте. Ҡустыһы ауыҙ асып өндәшә алмай  торҙо ла ҡалды.

  ...Бәләкәй саҡтан татыу булдылар. Игәҙәктәй, эйәртенешеп, гел бергә йөрөрҙәр ине. Бер-береһен күҙ ҡарашынан аңлай инеләр. Ағаһын әрмегә алманылар. Ҡустыһы иһә “За себя и за того парня” тигәндәй, әрмелә күрмәгәнен күрҙе. Мыҡты кәүҙәле, киң күкрәкле, сыҙам ауыл егетенә әрме тормошона өйрәнеүе ауыр булманы булыуын. Әммә “учебка”нан һуң уларҙы утлы афған еренә ташланылар. Унда саҡта бер хәҡиҡәткә төшөндө: тик үҙеңә, үҙ көсөңә генә ышанырға!

 Имен-аман афғанды үтте. Институт тамамланы. Юрист булып эшләү йылдары холҡона яңы һыҙаттар өҫтәне. Нахаҡҡа рәнйетелгән, йәберләнгәндәрҙе яҡлаусы – адвокат булырға теләне. Тормош тигән нәмә һин уйлағанса, билдәле бер һыҙыҡ буйынса ғына бармай икән шул. Тәү ҡарашҡа ваҡ ҡына күренгән хәл-ваҡиғалар ҙа яҙмышыңды үҙгәртеп ҡуя ҡайһы саҡта. Адвокат булып, тәүге эше үк уңышһыҙ тамамланғас, күңеле ҡайтты, төңөлдө...

 Нотариустың уйҙарын бүлеп, дөбөр-шатыр икәү килеп инде. Тәккәберлектәре йөҙҙәренә сыҡҡан, сиратһыҙ-ниһеҙ ингәндәре күренеп тора. Үҙҙәрен хужаларса тотоп, текә генә түргә үттеләр. Килеүҙәренең маҡсатын әйтеп, ҡағыҙҙарын ҡалдырҙылар ҙа, ишекте лә япмай сығып киттеләр. Коридорҙа халыҡ ризаһыҙ геүләп ҡалды.

 - Наглые, - тине урыҫ ҡарты, асыуын йәшерә алмайынса.

- Аталары ғүмер буйына районды талап йәшәне, хәҙер быларына ла закон не писан.

 Ишек аша нотариусҡа кешеләрҙең ни һөйләшкәне ишетелеп тора. Урыҫ ҡартының һүҙҙәрен ишеткәс, үҙ-үҙенә асыуы килде. Кешенең насар ҡылығын, йә эшен ғәфү итеп, әллә нисәмә тапҡыр һемәйгәне бар. Сиратһыҙ ингән теге икәүҙе әллә ниңә ҡыуып сығарманы.

Кемдер һаҡ ҡына ишеккә ҡағылды, ул да булмай ҡаҡса ғына ҡатын пайҙә булды.

- Мөмкиндер ул?- һүҙе артынан үҙе өҫтәл артына үтте.

- Мөмкин, мөмкин. Ултырығыҙ.

- Рәхмәт. Ней, иптәшем үлеп ҡалды яҙ көнө. Донъяны үҙемдең исемгә күсерергә ине.

 Ҡатын сумкаһынан ҡағыҙҙар сығарып, нотариус алдына теҙҙе.

- Ике справкағыҙ етмәй.

 - Ниндәй? – Ҡатындың йөҙөнә ризаһыҙлыҡ  билдәләре сыҡты.

- Иптәшең вафатына тиклем, ысынлап та, һеҙҙең менән йәшәгәнме һәм никахығыҙҙы теркәү ҡағыҙы.

- Бәй, бәй, минең менән йәшәмәй, кем менән йәшәһен ул? Мин – уның ҡатыны, ул – минең ирем.

- Шул справкаларығыҙҙы килтерегеҙ. Мотлаҡ кәрәк.

Ҡатын һаман үҙенекен тылҡыны:

- Ирем миңә ссудаһын ҡалдырып китте. Айҙыҡын-айға түләп торам. Түләргә барғанда берәү ҙә справка һорамай ҙа баһа! 5 ай түләнем инде. Бер ҙә ул кеше менән йәшәнеңме, юҡмы, тип аптыратмайҙар. Ҡағыҙ килтермәһәң, ссудаңды ҡабул итмәйбеҙ, тигән кеше юҡсы.

 - Һм-м-м. – Нотариус ни тиергә лә белмәй, ултырғысында борғоланды.

 Ҡатын һуҡран-һуҡрана ишеккә йүнәлде.

 Был ваҡытта сират, түҙемһеҙләнеп,  ҡатындың сығыуын көттө.  Ул ишектән күренеү менән иркен тын алдылар. Ни тиһәң дә, сират бер кешегә булһа ла кәмене бит. Уң яҡта торған ҡатын йәш балаһын йәтешләп күтәрҙе лә, ишеккә яҡынайҙы.

- Тороп тор әле, сабыр ит, һөйләшәйек, - тине ире уға.

- Юҡ, юҡ, тием! Хәҙер бер ни ҙә үҙгәртеп булмай инде.

 Ҡатындың күҙ йәштәре атылып сыҡты. Әсәһенең иламһырағанын күреп, баланың йөҙө йәмшәйҙе, ауыҙы бәлшәйҙе. Бына-бына илап ебәрергә әҙерләнде. Ир менән  балалы ҡатын бүлмәгә инеп юғалды.

- Айырылышып, әйбер бүлешеп йөрөйҙәр, - тине йыуан бисә белдекле төҫ менән. Уның һүҙен бығаса әңгәмәгә ҡушылмай, шым ғына баҫып торған ҡатын эләктереп алды:

- Элек төшкән ергә таштай баттыҡ та ҡуйҙыҡ. Ирҙе ир итеп йәшәнек. Хәҙерге йәштәрҙе әйтәм – еңел генә айырылышалар ҙа ҡуялар.

- Барлыҡ - яраштыра, юҡлыҡ – талаштыра, ти торғайнылар элек. Хәҙер киреһе китте. Көрлөк, барлыҡҡа сыҙамай ҡайһылары...

- Туйып һикерәләр...

- Беҙҙең халыҡ бәхетле булып өйрәнмәгән бит. Әбизәтелне эсен тырнап торған көйөгө кәрәк уға.

Урыҫ ҡарты ла һүҙ ҡыҫтырыуҙы кәрәк тип тапты, ахрыһы:

- Һеҙ уны әйтәһегеҙ, аптырайһығыҙ. Бына мин ошо ҡағыҙ артынан йөрөй торғас, үлеп тә китермен инде. Үҙ ҡулдарым менән ҡорған өйөмдө үҙемә оформить итергә ҡушалар. Әләйһәң, хөкүмәт тартып ала, тей!

- Китсе?! – Халыҡ тағы ла геү итеп ҡалды. Шул арала былай ҙа тар коридорҙы ҡаплап, бер ир пайҙә булды ла туп-тура нотариустың ишегенә йүнәлде.

- Я без очереди пройду. Ғүмер буйы илгә хеҙмәт иттем, управляющий булдым, эш тип саптым! – тине ул.

- Беҙ ҙә бет тип сапмаған. 34 йыл һыйыр һауҙым, 12 йыл сменный доярка, үәт! – тип ебәрҙе берәүһе.

- Пенсияң ҙурҙыр. Күпме? – Барыһы ла ауыҙ асып, әбейгә текәлде.

- 7 мең ярым, - тине әбей уңайһыҙланып ҡына. Шул арала күҙҙәрен сылт-сылт йомоп алды, тешһеҙ ауыҙын ҡымтыны.

 Нотариус “управляющий булып эшләнем” тигән кешенең тауышын ишеткәс, тертләне. Бер күренеш айырым-асыҡ булып күҙ алдынан үтте.  Атайҙары бүлексә бригадиры ине. Ал тимәй, ял тимәй совхоз эшендә йөрөнө. Ҡырҡҡа ла етмәй үлеп китте. Бесән мәле үтеп барғас, быуындары ла ҡатып бөтмәгән уландар бесән сабырға барҙы. Бер-ике бакуй сыҡҡайнылар, йән-фарман управляющий килеп етте. Атынан атылып төшөп, малайҙың салғыһына йәбеште. Тартып та алды, һабын һындырып та ырғытты. Үҙе төкөрөк сәсеп ажғырҙы:

- Совхоз бесәнен эш итеп бөтмәгән! Кем һеҙгә бесәнгә төшөргә ҡушты?!

-Ай, әттәгенәһе! – Әсәләре ыуаланды, хужаның бер алдына, бер артына сығып ялбарҙы.

- Улай итмә инде, туғаным. Үҙебеҙҙең сабынлыҡ бит. Үләне лә ҡатып бара. Ямғырҙар китһә, тағы тороп ҡала бит.

 Шулар иҫенә төшкәс, нотариус власть кемдә -–шуныҡы дөрөҫ, тип ҡуйҙы. Ә теге мәл салғыһы өсөн йәне сыға яҙҙы бит. Атайымдың салғыһы менән бесән сабам, тип дәртләнеп кенә йөрөгән сағы ине. Шулар иҫенә төшкәс, йәне өшөп китте хатта. Һынған салғы алдына сүгәләүе, күҙ алдарының ҡараңғыланып китеүе, әсе күҙ йәштәре, ғәрлек тойғоһо – барыһын да яңынан кисергәндәй булды.

 “Ҡорал эшләр, ир маҡтаныр” тиергә яратты атаһы. Матур булһын, ныҡ булһын, тип эшләне һәр эшен мәрхүмең. Балта, һөнәк, көрәк һаплаймы – һәр эшкә күңел биреп, дәртләнеп тотондо. Күңел йылыһы күскәнгәлер, эшләгән бер эше балҡып торҙо.

 Бер тәүлек эсендә юҡ булды атаһы, аңламай ҙа ҡалдылар. Ҡайһы берәүҙәрҙең барлығы, юҡлығы һиҙелмәй ҙә. Бәғзеләренең ҡәберенә тупраҡ һалыусы ла булмай. Ә аталарын оҙатырға килгән кешенең күплегенә хайран ҡалырлыҡ ине.

 Үҙе ир ҡорона ултырғас ҡына атаһына булған оло хөрмәттең асылына төшөндө. Күңел бөйөклөгөн, рух ныҡлығын аҡсаға һатып алыу мөмкин түгел.  Кешелә был сифаттар йә була, йә юҡ. Атаһы иһә ана шул күңел бөтөнлөгөнә эйә булған. “Кешене аңларға өйрәнегеҙ”, “Күңелеңдә таш йөрөтмә”.  Уның һүҙ ыңғайы ғына әйткәндәре, тормош һикәлтәләренә эләгеп, баҙап ҡалғанда иҫкә төшә.  Иҫкә төшә лә, йөрәкте йылытып, күңелгә дәрт өҫтәй...

 Нотариус уйҙарынан арынды, үҙен ҡулға алды.

- Следующий! – тип өндәшеүгә ишектә оло кәүҙә хасил булды.

- Күпме ваҡыт бушҡа үтте, ҡәһәрең! – ишектән инеүсе әшәке һүгенеп, нотариус ҡаршыһына килеп ултырҙы. Кеҫәһенән ҡулъяулыҡ сығарып, ялтас башын, танау тирәләрен һөртөштөрҙө. Унан һыйыр ялаған тоҙ шикелле төҫһөҙ, сәгер күҙҙәрен иргә төбәне.

- Ни йомош? – тине нотариус боҙҙай һалҡын тауыш менән. Был әҙәмде таныны ул.

- Йомош, тип, әллә бар ғүмер, әллә юҡ, донъяны берҙән-бер улыма яҙҙырырға ине.

- Нисек улай? Әлегә үҙегеҙ иҫән, әбейегеҙ менән бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәйһегеҙ, уның яҙма ризалығы кәрәк.

- Һөйләмә юҡты! Ул бит минең донъя, покаға хозяин дома – я!

- Улығыҙға ҡалдырыу өсөн апайҙың да ризалығы кәрәк.

 Нотариустың күңелендә был әҙәмде урынына ултыртыу тойғоһо моронланы. “Донъя – ҡуласа” тип белмәй әйтмәгән халыҡ. “Бына бит ул хәҙер минең алдымда, минең ярҙамға мохтаж” тигән уй үтте башынан. Әммә үс алыу тойғоһон баҫырға үҙендә көс тапты. Һөнәре буйынса күп йылдар эшләү дәүерендә төрлө яҙмышлы, төрлө холоҡло кешеләрҙе күп күрҙе. Яманын да, яҡшыһын да осратты. Ғәҙел булды, эштән ҡурҡманы, башын баҫып эшләне лә эшләне.  Сөнки атайһыҙ үткән бала сағы, ауыр үҫмер йылдары, афған ғәрәсәте уны үҙ көсөнә генә таянырға өйрәтте. Әле лә ҡаршыһында ултырған элекке танышынан нисек кенә екһенмәһен, йомошоноң һәр өтөрөнә ҡәҙәр аңлатып, төшөндөрөп оҙатты. Ҡасандыр үҙен рәнйеткән, кәмһеткән әҙәмгә кешеләрсә мөнәсәбәт күрһәтә алды.

 Нотариус урынынан тороп, тәҙрә янына килде, тәҙрәне асты. Бүлмәгә саф һауа инде. Күк йөҙө асылып, донъя яҡтырып киткәндәй. Крандан йылымыс һыу алып, гөлдәренә ҡойҙо. “Бөгөн үк ағайыма шылтыратам, һөйләшеп аңлашам, ә ялға мотлаҡ ауылға ҡайтам” тип үҙ-үҙенә маҡсат ҡуйҙы. Алдындағы ҡағыҙҙарын рәтләп һалды ла, киләһе кешене бүлмәгә саҡырыр өсөн мөләйем йөҙ менән ихлас йылмайып ишеген асты...

 Ғәлиә ӘЛИМҒУЖИНА.

Мораҡ ауылы.

Фото: Лилиә ТАКАЕВА

Нотариус
Нотариус
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: