Һаҡмар
-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
2 Декабрь , 19:00

– Килдеңме? Хушлашырғалыр инде?

- Гөлниса башын ҡалҡытты, сәстәрен төҙәтештерҙе, йөҙөндә тәрән һағыш, тауышында үпкәләү ауаздары.– Юҡ. - Тимерйән әйткәнен раҫлағандай ҡулын ҡырҡа һелтәп өҫтәп ҡуйҙы. - Һинһеҙ йәшәүҙең мәғәнәһен тапмайым, ризалығыңды бир, бергә йәшәйек!– Әгәр ризалашмаһам?– Һин…һин бит мине яратаһың! Эйе бит?– Яратыу - кейәүгә сығыу, тигән һүҙ түгел бит әле. Минең балам бар, зәғиф балам. Ә ундай имгәк менән кемгә кәрәкмен? - Гөлниса кинәт ҡалҡып стена яғына боролоп баҫты, яурындары дерелдәй башланы. Ул илай ине...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Мөһөр (хикәйә)

Төн сағыштырмаса тыныс үтте.

 
 
 

Таңға яҡын эсе йәрәхәтләнгән егетте алып килгәйнеләр, бысаҡ ҡорһаҡ ҡыуышлығына үтеп инмәгәс яраны эшкәртеп тегеп ҡуйыу менән генә сикләнде. Шунан урам һуғышында тән йәрәхәте алған пациент тураһында полицияға хәбәр итте. Унан тиҙ арала инспектор килеп етте. Протокол тултырыуға ла апаруҡ ваҡыт китте. Ошо, төнгө эштән һуң ярым ҡараңғылыҡҡа сумған бүлек тынып ҡалғас хирург Тимерйән Әхмәров ҡулын баш аҫтына ҡуйып кушеткаға һуҙылып ятты ла тиҙҙән йоҡлап та китте. Күнегелгән ғәҙәт, шылт, иткән тауыш булһын, йә коридорҙа аяҡ тауыштары ишетелһен, шундуҡ уянасаҡ ул. Һуңғы осорҙа йоҡоһо болара нишләптер: ятһа һаташа, баҫлыға башлай. Был­ юлы ла тө­ш­өнә әллә ниндәй ҡурҡыныс  һаҙлыҡ инде. Һаҙлыҡ тигәне бо­­л­он­ға тар­тым тү­­ң­ә­­­р­әк асыҡлыҡты биләгән күтер (өҫтө ҡалын үлән менән ҡапланып, аҫты һыу булғанлыҡтан һеңкелдәп ятҡан батҡыл урын) икән дә баһа. Уны тәпәш, зәғиф ерек­тәр, ярты­л­аш ҡы­­у­арған ҡой­то тал­дар уратҡан. Тимерйәндең барыр юлы шул ерҙең ур­та­һы­нан үтә. Һуҡ­маҡ­тың ике яғын күҙ яҙлыҡмаһын өсөн­дөр ке­­ме­һелер ике яҡ ҡырлауҙы ҡалҡытып-белен­дереп ҡыуарған сыт­ыр-сатыр ме­нән ҡайыған. Атлаған һайын аяҡ аҫты хә­­­тәр тулҡы­н­ып тир­­­бә­леп ята, яҙа баҫ­­тыңмы - шыйыҡ, ҡо­йоһо күпсеп ятҡан төпһөҙ сөң­гөлгә мәт­әл­дең тигән һүҙ. Шөр­ләй-шөрләй, һағайыулы ҡый­­мыл­дап төш­тө сират күперенә. Ә ара ҡайһылай ҙа йыраҡ, те­­­ге осҡа бер ҡасан да етә ал­маҫ төҫлө. Оҙаҡ барҙы. Хатта көсөргәнеүҙән маңлайы еүешләнде, арҡаһы буй­лап һалҡын тир һарҡты. Ниһа­­йәт яҡ­ын­ланы теге яҡ ярға, бер-ике аҙ­ым­дан таб­андары ҡатҡыл ергә те­йә­­сәк. Хәл­бү­ки мәленән алда өт­ә­ләнде шик­ел­ле, аҙымлаған аяғы­ның береһен алға ын­тыл­­ды­­рғайны ғына, бәкәленә сырмал­сыҡ ур­ал­ып йәпһеҙ тубыҡ­лан­ды, йөгөн­өк­ләү­ҙе аң­ды­ған күтер тулҡыны уны башта өҫкә бы­раҡтырҙы, шунан ярты кәү­ҙәһен теге, иҫ­кәр­теп бил­­дәләнгән сиктән тышҡа ташланы һәм тубыҡтарына ҡәҙәр йәшелкелт кел­әмгә батырып  йотоп та ҡуй­­­ҙы. Ҡор­ба­нын  һо­­ғоноп ҡәнәғәт ки­кер­гән һа­ҙ­­­­мат­тан та­на­у­ы­на һалҡын, шул уҡ мәлдә уҡ­шыт­ҡыс еҫ бә­релде. Ярҙағы тал­­дар һа­ба­ғына һон­ол­ған ҡулы ла төп­һөҙлеккә сумды. Бына батҡаҡ биленә тиклем һурҙы, ары һал­­ҡын һыу тү­шен, муй­ы­­н­ын өшөттө, бер аҙҙан батҡаҡлыҡ өҫтөндә ял­быраған сәс­ле ба­шы ғына һерәйеп ҡалды. Ҡур­ҡышынан ал­ар­ған ҡарашын күккә тө­б­ә­не. Ә ул зәңгәр түгел асыҡ алһыу төҫтә. Офоҡ ситендә ойош­ҡан ҡандай ҡу­йы ҡы­­­ҙыл бо­л­от­тар йөҙә. Асман­дың тас түбә­һендә шул уҡ төҫтәге ҡо­яш. Ул һарғайған ҡа­­­ғ­ыҙ­ға ныҡ итеп баҫыл­ған мис­әт­кә оҡшаған. Юҡ, мисәт түгел – тамға, мө­һөр. Ут ша­­­­р­ы шундай ҡыҙыу, ситтәрен­дәге ялҡын телдәре хәтәр ялпылдап бейей, тот­ош­лайы ме­­нән янғын ял­маған торлаҡ тиерһең. Ипке­не бар тирә-яҡты көйҙөрә, бе­ше­­рә. Ниш­­­­ләп йығ­ыл­ған­ға ҡәҙәр ул ошо ялҡынды һиҙмәгән?.. Эҫе­­нән  тыны бы­­­у­ыл­­­ды. Бына күҙ ас­ып йомған арала күтерлек ҡайнай башланы һәм бешкән өйрәне хә­т­ер­­­­лә­теп быт­ырлап өҫкә  һике­решеп бе­йе­гән ҡайнар ҡойо танауына, ауыҙына тул­ды…

            – А-а-а-аааа!!!

            – Тимер Вәхитович, ни булды?

            – Ә?.. Кем һин?.. –Урынынан ҡубып ҡалҡҡан Әхмәров ҡайтанан ҡайнаған һаҙлыҡҡа  йығ­ы­­­лып төшөүҙән ҡурҡ­­ҡандай бер ҡулы менән кушетка ситенә йә-бешеп, икенсеһе мен­ән ян-тирәһен һәрмәштерҙе лә, һаташыуын алып ырғы­т­­ыр­ға теләп усы ме­нән битен һы­пырҙы, шунан ярты кәүҙәһен ишеккә тыҡҡан шәф­­­ҡәт ту­ташын абайлағас ҡына уға рыя те­кәлеп тарҡау мығырҙаны. – Зарар юҡ, Рәғиҙә һылыуым, һаташтыра нишләптер…   

            – Улай ғына булһа ярай, юғиһә әле генә тотош больницаны яңғыратып кем-де­лер янығыҙҙан ҡыуып ҡысҡырҙығыҙ…

            – Төндө ҡыуам эргәмдән, таң атһын, тим. – Хирург әле үҙе өсөн уңайһыҙ ки-леп сыҡҡан хәлде шаяр­т­ыу­ға ҡа­­й­­ыр­­ҙы ла тамам уянып ысынбарлыҡҡа ҡайтҡас һәүе­т­емсә теҙҙе. – Йоҡламаһаң ко­фе эсеп ала­йыҡ­мы әллә, миндә уның шәбе бар.

            – Йоҡларға ни, тиҙҙән таң ата, иртәнге процедураларҙы башларға ваҡыт. Ава­рия­ға эләгеп ҡул-аяҡтары һынған ауырыуға былай ҙа ике сәғәт һайын укол ҡаҙайым.

            – Процедураларҙы башларҙан алда кофены тәмләйек шулай ҙа! - Тимерйән кушетканан  ая­ҡ­та­рын һалындырып шипа­тай­ҙарын ҡатты ла ятҡанда бөтәрләнгән халатының итәк­тә­рен төҙәтештерҙе. – Мин тартып инәйем әле, йоҡо ла асылыр.

       Рәғиҙә яҡын кешеһенә өндәшкәндәй ихлас хәстәрләй һалды:

            – Яҙ етһә лә иртәле-кисле  туңдыра, кейенеп сығығыҙ.

            – Зарар юҡ, өйрәнелгән. - Тимерйән үҙ алдына ҡәнәғәт йылмайҙы. Ҡыҙҙың ҡа­й­­­ғыртыуы, яйы сыҡҡан һайын ҡурсып тороуы кү­ңе­ленә майҙай  яғыла шул.

      Тышта ысынлап та тәнде сафландырыр һалҡынса һауа. Болотло, бер аҙ ел­­ләт-еп тә тора. Апрель баштары етһә лә көндәр йүнләп йылытмай бер ҙә. Көндөҙ ун-да-бында һырынып ҡалған алаҡсынды (башҡа төҫ өҫтөндәге аҡ тап) имшетә лә, төн етһә уларын да боҙ­­ға әү­ерел­де­реп шыҡ­ырлатып туңдырып та ҡуя. Йыбанып, һыҙып иретеп, үҙе лә ын-йып, кешене лә йонсо­т­оп килә бый­ыл­ғы мыжыҡ яҙ. Сиг­а­рет ҡабыҙған Әхмәров көнсығышҡа һирпелде. Таң ат­­ыуға иртә­рәк, шул­ай ҙа  һиҙелер-һиҙ­ел­мәҫ тимгел-ләнгән офоҡта яҡтылыҡ ой­от­­ҡо­һо моронлай. Тигеҙ сафҡа теҙелешеп, бал ҡо­р­то кәрәҙҙәрендәй ҡалҡҡан бейек йорт­тар­ҙың тәҙрә  өл­­гөләренә  аша-тө­­шә яҡ­тылыҡ ҡунһа ла ҡала таң бишегендә иҙрәй. Ял көнө бит, һәм­­­­мәһе йо­ҡо­һон туй­ҙы­­рып ҡа­лырға те­ләй.

       Офоҡ яғына ың­ғай­­­­ла­­ған, тоноҡ балдаҡҡа кәртәләнгән  ай шекәрә болоттар аша ҡыҙарып күренә. “Йо­­ҡоһоҙлоҡ­тан интеккән кеше­н­ең күҙҙәре ише… Көн­дәр аяҙға ың­ғайларға йыйын­май шыпа, был йонсоу осор моғайын да яуын­­­­ға барып ял­ға­ныр.” Кү­ң­елләнергә теләп уй­ҙарын ыңғай юҫыҡҡа ҡайыр­­­­ҙы. “Гөл­ниса ла йоҡ-лайҙыр. Янына ят­­ып тә­не­нең йом­­­шаҡ­лығын тағы ла бер тап­ҡыр тойорға, уның сәстәренән килгән иҫерткес хуш еҫте ҡом­һоҙ­­ланып еҫ­кәр­гә ине”­

       Ошо хыялый теләге Тимерйәнде ысынлап та ярһытып ебәрҙе, ул яртылаш та-р­тыл­ған тәмәке­һен сиртеп ситкә ат­­ты ла бейегәндәй урынында тапанды. “Аңламаҫһың Гө­л­­­нисаны, си­селмәҫлек сер йомғағы билләһи! Яҡын да, буй етмәҫ-лек алыҫ та, наҙ­лы, нурлы, йылы ла, шул уҡ ваҡытта һалҡын диңгеҙ тулҡындар-ында ҡалҡҡан боҙ ҡая­­­­һы­лай өшәндергес тә…” Ел тә­н­ен үтә­ләй һуҡ­ҡан  Әх­­мә­ров ҡа­л­­ты­ранып ҡуйҙы ла ҡаба­ла­нып кире инеү яғына йү­нәлде, орди­нат­ор­ҙар бү­л­мәһендәге диванға йәтешләп ул­ты­рғас уйҙар йомғағын ары һүт­те.

       Дежурствоны тапшырыр ҙа тура Гөлнисаға барыр. Төшкә ҡарай  ҡала буй­лап йө­р­өп әйләнерҙәр, таныш  кафеға бо­ро­лор­­ҙар. Бер аҙ кәйефләнеп алғас үрелеп нә­ф­ис ҡулды үҙенә тартыр, кеҫәһенән ҡупшы итеп эшләнгән бәрхәт ҡумта ки-лтереп сы­ға­р­ыр, нәҙек бар­маҡҡа алтын балдаҡ кейҙерер ҙә Гөлнисаның күҙҙәренә өмөт менән тө­б­ә­леп ҡа­тыным бул, тиер…

      Гөлниса тормошона килеп ингәне бирле Тимерйәндең ҡуңалтаҡ көнитмеше бө­тәй­гән­­дәй итте. Бөтәйҙеме икән, әллә ошо яңылыҡ ҡараң­ғыл­ыҡ эс­­енә һарҡҡан нур һы­­ҙ­а­ты­л­­ай үҙәрешһеҙ ҡабатланған һоро көндәренә өмөт сатҡыһы өҫтәнеме, яңғыҙлы­ғын аҙға ғына бул­һа ла он­­от­то­роп торҙомо? Шәп ҡатын, тотош булмыш-ыңды йотор­ға әҙер ҡеү­әт­ле, дәрт­­ле…

       Танышыуҙары ла нисектер сәйерерәк, көтмәгәндәрәк килеп сыҡты. Эштән ҡайт­ыш­­­лай кафеға ин­гәй­не, ишек яҡтан ситке өҫтәлде биләгән йәш ҡатынға иғтибар итте. Бәлки иғтибар ҙа итмәг­әндер, тотош залды бер юлы байҡағанда аҙ­ға ғына йүгерек күҙ­­­ҙәрен туҡтатҡандыр. Сөнки ул был кафеға йыш һуғыла, кемдең нисек ял ит­кәнен, ҡай­­һы өҫтәлде биләп, ваҡыттарын нисек үткәр­­гәнен ятлап бөтөргән. Ә был сибәрҙе тәүләп күреүе. Теге лә һирпелеүҙе абайлап өлгөрҙө, ҡы-йпысыҡланып йылмай­ҙы ла  сә­н­скеһе менән  ал­дын­дағы тәрилкәләге салат­та тел-әр-теләмәҫ кенә соҡонорға кере­ш­еп китте. Шул арала Тимер­йән­гә бер нисә тап­ҡыр ҡыҙыҡһыныулы ҡа­ҙал­ды. Һиҙ­ҙер­мәҫкә ты­р­ыш­ты әл­бит­­тә, мәгәр йәйелеп китеп сибәрҙе күҙә­теү объ­ектына әйләндерергә өл­гөргән егет­ быларҙы абай­ла­май буламы! Риз­ыҡ­­тан тәм-тат тапмаған ҡатын ки­л­е­ш­ле ит­­­еп буял­ған ир­ен­дә­ре си­тенә сал­фет­ка­ның осон ти­геҙеп алды ла йә­н­әшә өҫтәлдә та­бын ҡор­ған өс ирҙең фырт ҡына ке­­­й­­енгән, төҫ-башҡа ла күрмәлеклеһенә һылыу йө­ҙ­өн ­бор­ҙо. Йә­нә­һе, һинән баш­ҡа ла ир-аттар ет­ер­лек бында. Йәшерен, һынамсыл һир­п­е­леү­ҙәр баш­ҡаса сәк­әш­мәне. Тимерйән ҡабаланмай ғы­на ҡап­­­ҡылап ал­­ғас, ултыр­ғы­с­ында ҡай-ҡайып, ҡулдарын ҡаушырып, йоҡ­ом­­һо­ра­ған­дай тынып ҡалды. “Күҙ­­­ҙә­р­ен ас­ыуға сибәр мотлаҡ теге әҙәм ме­н­ән бейеп йө­р­ө­йә­сәк” Яңылышма­ған, ана ул икәү, бер яҡ сит­тә әйләнәләр. Ирҙең ҡулы башта нәфис яурынбашта ине, бер аҙҙан ул ҡал­аҡ һөйәк аҫтын һыйпағандай тү­бәнгәрәк­кә шы­л­­­ды, ары бил­де ҡар­ма­ны. “Мөм­­кин­­се­л­ек­тән фай­­­­ҙала­на. Хөр­ә­­сән­!” Шулай уй­ла­ны Тим­ер­йән. Боролоп ҡара­маһа ла теге­ләр­ҙең  ни­ ҡы­ланып йөрөү­ҙәрен то­тош тә­не ме­нән, арҡа бу­йы менән тоя. Бы-на бейеү­се­ләр урын­да­рына йүнәлде­ләр. “Хөрә­сән” ҡат­ын­ға ултыр­ғысын тар­тып ул­­тырырға бул­ышты, нә­з­­ә­кәт­ле ҡыланып, бөгөл­өп-һы­ғылып һонолған ҡулға ир-ендәрен тигеҙеп  рәх­мәтен бел­­­дерҙе лә өҫтәле яғына йү­нәлде. Килештерә, рыцарь булып ҡылана! Ҡат­ын теге иргә битарафлыҡ күрһәтеп хушлашҡан ың­­­­ғайы та­ғы ла бер тап­­ҡыр Ти­м­ер­й­ә­н­де ҡар­а­­шы менән көй­ҙөр­ҙө. Егеттең йөрәге сабырһыҙ тулап ҡуйҙы. “Ҡай­һы­лай Ро­з­алияға оҡша­ған! Бер­ен­се мө­хәб­бәтенә.­ Ҡыҙ­ҙың ҡай­нар, ел­гә яр­ғы­ланған, әр­ем тәме яғылған ирендә­ренә тәүге тапҡыр ҡағылға­нында ла йөрәге күкрәк ҡыу­ыш­лығын дө­б­ө­рҙәтеп шашып бейегәйне. Шул ваҡыт ал­­йып, әҫәр­лә­неп йон­­доҙ­ло Йыһанға баҡ­­­­ҡай­ны. Унда бар тирә-яҡты ал­тын нур­ҙарға ма­н­­­­­сып тул­­ған ай йө­ҙә ине. Иртә таң ме­н­ән Һа­ҡмар буйына йүгереп төш­тө. Умыр­зая­лар күк­рәп сәскә ат­ҡан аҡ­лан­да ҡола­с­ын йәйеп салҡан ята. Йом­арт яҙ ҡоя­шы наҙлы һәм йы­лы­мыс ну­р­ҙары ме­нән йоҡ­­о­һо­нан яңы ғына уянған ерҙе, һөй­өү хис­тәренә иҫергән үҫ­мерҙе ҡой­он­до­ра. Һауа ла һулап ту­й­­ғы­һыҙ саф, ҡуйы һәм йыл-ымыс, рәхәт­ләнеп һемер ҙә һемер.” Ти­мер­йәндең тор­мо­­шо аҡ, ҡара юл­аҡ­­тарҙан әүәләнгән бит ул, кинәт күҙ ал­дына ошо ила­һи мәл­дең ки­ре­­һе - йә­нде-тән­де өш­өт­кән декабрь тө­нө ки­леп баҫ­ты. Ҡараң­ғы һәм шом­ло төн. Чеч­ня. Спирт­ты са­м­а­­һыҙ күп эсеүҙән аңы миң­рәү­ләнгән Ти­мерйән сират­ын ет­­кереп под­вал­ға йүн­әл­де. Роз­а­лия­ның: “Ба­ш­ҡа­са хат яҙма. Ғәфү ит, кей­әү­гә сы­ғам”, тип яҙ­ған ха­ты ке­ҫә аша бал­тыр­ҙы беш­е­рә. Ут яҡ­ты­һы һүрән яҡтырт­ҡан подвал­­дың бер яҡ мөйөшө­нә те­ҙ­еп һалынған матрацтар өй­ө­мө өҫтөндә тулы балтырҙарын оятһыҙ тар­байтҡан ял­ан­ғас би­сә  ята. Ту­п­аҫ­­лыҡ һәм хайуан дәрте көҫә­гән, ир кәренә туя белмәгән кән­тәй. « Әҙ­әм­сә мөғә­мә­лә кәр­әк­­мәй, ул­­ар әр­һеҙ ҡыл­анған­дар­ҙы, һөмһөҙө­рәк­тәрҙе яҡын кү­рә, - тип өй­рәтте әле генә пра­­п­ор­щик Мишин. - Шуға ар­тыҡ наҙ­­ланып, наҙ­лап ма­ташма. Бисә-сәсәгә көс­һөҙ­лө­гөң­дө күр­һәт­теңме - бөт­төң, ун­ың ҡо­лона әүерелдең, тигән һүҙ…” Көтәүелләүсе - Надя исем­ле шәфҡәт туташы. Тыныс тор­мош­тоң йәмен, тә­мен тап­май бын­да, ут эс­е­нә ҡот эҙ­ләп кил­гән. Ҡайҙа ла бер ҡо­яш яҡтыр­та инде ул. Мый­м­­ы­л­д­аҡ тән­ле, ир-ат­ тәҡдименә ҡар­шы­лыҡ­­­­­һыҙ зат. Ошо йәш­­енә етеп тә түшәк сер­ҙәрен та­­тып ҡа­рамаған Тимер­йән ныҡ иҫе­рек бул­һа ла был уға ҡыйыу­лыҡ өҫтә­мәне, ки­ре­һен­сә, кү­р­гәненән ҡап­ыл ба­ҙ­аны ла ҡал­ды, хат-та дәрт-теләге һыпырып алғандай һү­релеп бер аҙ айный ҙа төштө. На­дяға бе-ренселекте ҡулына алып үҙ­е­нә тыр­ыш­лыҡ һа­л­ырға тура килде, иркәләп, наҙлап, яйын көйләп тәж­рибә­һеҙ Ти­м­ер­йән­дән ул шул төндә ир яһа­ны. Хы­ял­ында йөрөт­кән беренсе төнө йә­н­е­нә ҡы­уа­ныс кил­тер­­мәне, тәне генә ҡыра­ғай ҡо­м­арҙан ике-өс тап­­ҡыр тар­ты­шып ҡуй­ҙы ла ба­р­ыһы ла тын­ды. “Ни­ш­ләп бы­­с­­ран­ды? Ни­­­мәгә кәр­әкте?” Ҡәнәғәтлек кисереүҙән сәстәре ялбырап, ҡул-аяҡ­тары туғ­а­р­ылып ят­ҡан Надя­ға ҡарарға ҡыйманы, уға ҡарата ошо мәлдә йәнендә нәфрәте, асыуы ҡайнай ине. По­д­вал­­­дан  кү­­т­әр­елгәс карболка еҫ­ен­ән, йәнә ар­а­ҡы ҡе­үәте кәме­үҙән күңеле бол­ға­н­ып ау­ыҙына ҡа­ра һыу эр­ке­л­гән Ти­м­ер­йән тимер ишек яғы­­на тә­н­те­р­әк­­лә­не лә сы­ғ­ып ҡыҙыл кир­бестән һалынған йорттоң стенаһына маңлайын терәп һыны ҡатты. Боҙҙай һал­ҡын кирбес зи­һенен сафландырманы, киреһенсә йәнен өш-әндергән, бул­мы­шын ҡалсылдатҡан ҡал­тырау ғына күс­те.  Ни ҡыл­­­­­­­ды уй­ламай? Ул бит оф­иц­ер. Өл­кән лей­те­н­ант. Пра­пор­щик дә­рә­жә­һен­дә йөр­ө­­гән фе­­ль­д­шер Ми-шин да, са­н­ит­ар­ хеҙ­мә­тен үтә­гән һөм­һөҙ Шум­ейко ла түгел. Хә­р­­­би хи­­ру­рг.  Бы­я­ла­­лан­ып тирә-яҡты бөләңгерт күрһәткән ға­з­ап­лы күҙ­ҙә­­рен юғарыға йү­н­әлт­те. Ун-да йөҙөн Ҡош Юл­ына ҡа­йрап үткерләгәндән аҙаҡ ялбыр болот­тарҙы киҫкән, тураҡлаған ай­бал­та - Ай йө­ҙә. Ҡан сәсрәгәнгәлер төҫө тимгелләнеп, ҡыҙ­арып күренә…    

       Иртәгеһен теге Надя һис ни булмағандай тыныс ҡына йөрөй, гөнаһһыҙ фәре-штә тиер­һең. Тимәк, кисәге хәл уның өсөн күнегелгән, даими ҡабатланып торған ғәҙәти күңел асыу бары. Тим­ерйәндең эр­­гәһенән дә башын юғары сөйөп, тура ҡарап, вәғ­ә­ҙ­әле йылмайып уҙҙы. Әхмә­ров­­тың кү­ңе­ле екһенде: «Һеҙ барығыҙ ҙа бер һап та бер ҡап, прапорщик Мишин дөрөҫ әй­тә…»

        Әхмәров тәмәке ҡабыҙҙы, мул итеп рюмкаға араҡы һа­л­­ып бө­т­өр­гәнсе эсеп ҡуй­ғас ҡабыр ризыҡ урынына тәрән итеп тәмәке һурҙы, башын артҡа ташлап, күҙ­­ҙәрен ҡы­ҫа төшөп баяғы өҫтәлгә ҡараны. Ҡатын эйәген ҡушуслаған да  уны иғтибарлап күҙәтә ләбаһа. Ҡалҡты. Сигаретын көл һауытына тызып һүндергәс шул яҡҡа ҡарай атланы ла өҫтәл эргәһ­е­нә килеп килешле эйелә биреп мө­­рәжәғәт итте: “Һеҙҙе бейергә саҡырырға мөмкин­ме?”­ Зал уртаһ­ы­­­­­­на сығып көй ыңғайына талғын ғына әйләнә баш­ланылар. Йомшаҡ бар­маҡ­тар уның усына йомолған. Ула-рҙан аша тәненә зым­­быр­лау ҡа­­т­ыш йылы ағым кү­сә төҫлө. Килешле итеп киҫтер-елгән сәстәрҙән аң­лата ал­ма­ҫ­­лыҡ хуш еҫ бөркө­лә. Кү­л­дәкте тығыҙлаған һығыл-малы бил ҡытыҡты килтереп ус­та уй­наҡ­­лай. Хистәргә тул­ы­ш­­ҡан егет һүҙҙәрен бүлеп-бүлеп бышылда­ны: “Һеҙ оҫта бе­й­ей­­һег­еҙ.­ Та­ныш була­йыҡ. Тимер.” “Гөл-ниса”, булды яуап. Ҡолаҡты наҙлы иркәләгән музыка һүнә барып бө­т­ө­н­ләй тынды. Тимер­йән ҡа­тынды урыны­на ҡәҙәр оҙатҡас уйындағын туранан һа­л­ды­р­ҙы:

– Әгәр ҡаршы булма­­­һа­ғыҙ, кис­те бергә­­ләп үткәр­ер инек. Мин яңғыҙмын, һеҙ ҙә.

Һәр хәлдә мин яңғыҙ түг­ел­­мен!

       Был һүҙҙәр ҡәт­­­­ғи һәм ҡырыҫ ишетелде.

Ғәфү итегеҙ. Бей­еү өс­өн рәхмәт.

Тимер­йән ки­тергә йы­й­ын­ғай­­ны һөйкөмлө йөҙгә серле йылмайыу ҡунды.

–   Егет, мин юҡ, ти­мә­нем бит әле. Шар­тым шул - кисте бергәләп үткәрергә риза, тик минең өҫ­тәл­дә.

 Ҡунаҡ өҫтәленән урын алған егет официантты саҡы­рып иша­ра­ла­­ны.

            – Нимә эсәбеҙ?

            – Хөрмәтле ҡунаҡ, шул уҡ һорауҙы мин һеҙгә бирәм.

            – Беҙҙең яҡта ҡунаҡҡа күстәнәс менән йөрөйҙәр.

            – Ә беҙҙең яҡта ҡунаҡтың үҙе күстәнәс, тиҙәр.

            –  Мин дә һеҙҙең ҡаршығыҙҙа ултырыуҙы оло бәхеткә иҫәпләйем.

            – Шулай уҡмы? - Ҡыйғас ҡаштар юғары сөйөлдө. - Һәр ос­ра­ған сибәргә шун­дайыраҡ комплименттар әйтәһегеҙме?

            – Юҡ, һеҙгә генә.

            – Бәхетле булырға ашыҡмағыҙ. Хәйер, бармы икән ул, бәхет тигәнең?.. Бына мә­­с­ьәлә ниҙә! Официант, заказ! - Ҡатын меню папкаһын ҡулына алды.

            – Борсолмағыҙ берүк, һеҙгә бит һыйлы табын артынан  күс­тем.

            – Улайһа  аҡ вино һәм яҡшы араҡы килтерегеҙ! - тип бойорҙо ҡатын офи­циа­нт­­ҡа.

        Кафенан сығыуҙарына күҙҙе бәйләндереп ҡараңғы төшкәйне. Ары нимә эшләргә белмәгән­­дәй  майҙансыҡта туҡталдылар. Ҡатын өшөгәндәй польто яғаһ-ын ҡалҡы­т­ып йөҙөн яртылаш шунда йәшерҙе. Тимерйән дә ботинкаларын бер-береһенә ҡағып бейегәндәй хәрәкәт яһаны.

            – Хәҙер ҡайҙа барабыҙ?

            – Миңә ҡайтырға. Ә һеҙгә, белмәйем.

            – Өйөгөҙгә ҡәҙәр оҙатып ҡуйырға рөхсәт итегеҙ.

            – Ҡала ситендә йәшәйем. Унда троллейбус та, трамвай ҙа йөрөмәй. Тағы сыҡ­м­аҫ элек үк өшөп тә өлгөрҙөгөҙ шикелле.

            – Ҡала сите… Ысынлап та йыраҡҡа икән. Мин һеҙҙе йәһәннәм төпкөлөнә яңғыҙығыҙҙы ғына ҡайтарып ебәрә алмайым, машина менән барайыҡ.

            – Йәһәннәм төпкөлөндә ғәҙәттә сихырсылар йәшәй… Ҡурҡмайһығыҙмы?

            – Сихырлағыҙ әйҙә, ҡыуанып ризалашам!

   Тимерйән шулай тине лә ҡулын һоноп,  такси туҡтатырға самалап юл ҡырына сығып баҫты.

       Ҡала ситендәге бер ҡатлы йорттар теҙелгән ур­ам­дарҙы фаралар яҡтыһы мен-ән һәр­мәп хәтһеҙ әйләнгеләгән такси иҫке генә өй ҡаршыһына килеп туҡтаны.

        Йәмрәй йөҙлө таксист Тимерйән һонған аҡсаны иҫәпләп тә мәшәҡәтләнмәй түш кеҫәһенә йомарлап тыҡты ла ҡайҙан килеп эләктем әле, ти­ҙе­рәк ыс­ҡынырға кәрәк бы­н­­ан, тигәндәй  кинәт ҡуҙғалып китеп барҙы. Ут яҡтыһын күҙ яҙ­ған­­сы ҡарап ҡал­ған Гө­лниса телгә килде:

            – Ошонда йәшәйем. Оҡшаймы хан һарайым?

            – Йәшәрлек. Һәр хәлдә мин көн иткән дөйөм ятаҡ түгел.

            – Бөгөнгө кисә өсөн, оҙатып ҡуйыуығыҙ өсөн рәхмәт.

            – Киреһенсә, һеҙгә рәхмәтлемен. Бик күңелле ял иттек.

            –  Һау булығыҙ, тыныс йоҡо.

       Гөлниса бәләкәй ағас өйҙөң алдын ҡаплап ҡалҡҡан урыҫ ҡапҡаһының бә­лә­кәй ишеген асып эскә үтте. Тигеҙ аҙымдар күтәрмәнән күтәрел­де, асып-ябылғандан һуң со­л­ан ишегенә ке­лә һалынды.

       Ҡыҙыҡ килеп сыҡты. Ер аяғы ер башына оҙата кил дә кире ҡайта алмай апты-ран инде.­ Яңынан так­си саҡыртыуҙан  башҡа сара ҡал­­­­май.­

        Эс яҡтан шығырҙата баҫып йүгерә-атлай яҡынлаған аяҡ тауыштары  ишет-елде.  Гөл­ни­са­ күренде. Һомғол һын ҡапҡа яңағына һөйәлде:

            – Хәйерле төн.

            – Хәйерле…

            – Ҡайтып өлгөрмәгәнһегеҙ икән…

            – Хәҙер таксиға шылтыратам.

            – Һеҙ сәй эсеп ҡайтырға теләйһегеҙ, ә мин саҡырырға сәбәп таба алмайым.

            – Саҡырығыҙ һуң. Ҡыуанып ризалашырмын.

            – Улайһа, әйҙәгеҙ, рәхим итегеҙ…

       Өй ҡы­­­­ҫ­­­­ын­ҡы ғына бирге һәм төпкө яҡтан тора. Йәнә үтә тәпәш, Тимерйәндең ба­шы тү­шәмгә тейә яҙа хатта.  Ике бүлмәне бүлгән урталағы ишеккә әле ҡор­­ған тарт­ыл­ған. Бирге яҡ бер үк ваҡ­ытта аш бүлмәһе хеҙмәтен дә үтәйҙер, ҡаршы стенаны ҡыр­л­а­­тып ике бүлмәне иң­ләгән урыҫ мейесе менән мөйөш  араһына ҡул­дан эш­лән­гән өҫтәл ур­ын­­лашты­рылған. Өҫ­­­тәл өҫ­төн­ә  һауыт-һаба өсөн эл­ен­мәле шкаф ҡағылған. Ике ул­тыр­­ғыс күренә. Тим­әк ҡа­тын яңғыҙы көн итмәй, килеп йө­р­өр кешеһе бар. Әх­м­ә­­ров Гөл­нисаға сисенергә булашып үҙе лә кейемен сөйгә элгән арала ошоларҙы күҙҙән үт­к­әр­ҙе.

       Итектәрен һалып сәстәрен төҙәткеләп түргә үткән Гөлниса ҡунағына өндәште:

            – Сисенегеҙ. Үтегеҙ. Хәҙер плитәгә сәй ҡоям. - Ике өй араһындағы ишек ҡор­ға­н­ын асып ҡулын тыҡты ла төп яҡтағы утты ҡабыҙҙы. - Телевизор тоҡандырығыҙ.

       Бында ла артыҡ әйбер күҙгә бәрелмәй: һулаҡайҙа иҫкерәк диван, мөйөштә те­ле­ви­зор, уңда йыйыштырылған, ҡабартылған ике мендәр ҡуйылған ағас кара­у­ат. Карау­ат эргәһендә журнал өҫтәле, тағы ла ике ултырғыс.

       Ишек ауыҙына баҫҡан егет ары үтергә ҡыймай туҡтап ҡалды. Шул мәлдә ар­тына килеп баҫҡан Гөлнисаның ҡулдары уның биленән ҡосаҡланы, би­т­тәр ар­­ҡа­ға ҡағыл­ды. Кинәт ҡайырылған Тимерйән һығылмалы һынды ҡосаҡланы ла бит­тә­р­ҙе, нәфис му­йынды шашып үбергә кереште. Кейемдәр тәртипһеҙ һибелеп тирә-яҡ­­­ҡа ос­то­лар. Ег­ет ҡатынды еңел генә күтәреп алып карауатҡа һалды ла сиселеп бөт­мәгән ке­й­ем йор­ат­тарын ары йолҡҡосларға тотондо. Ҡулдары дерелдәгәс ваҡ төймәләрҙе ыс­ҡынды­рыу, ҡаптырмаларҙан ҡотолоу еңелдән түгел. Гөлнисаның күҙҙәре ярым йом­оҡ­тар, ул ҡар­шы­­­­лаш­ҡан­дай ҙа итә, мәгәр хәрәкәт­тәр өтәләнгән-ҡарһаланған егеткә булашҡан ке­­ү­е­­­ге­р­әк килеп сыға. Бына, ниһайәт  тығыҙ түшт-әр, күләгәле сат ял­ан­ғас­лан­ды, еренә ет­ке­реп шымартылған мәрмәр һындай кам-ил кәүҙәне тағы ла бер тап­ҡыр күҙҙән үт­к­әр­­гән егеттең сарсаулы ирен­дәре ҡабаттан муйын­ға, бәрхәт яурынбаштарға ҡаҙал­ды. Ир­кәләү­ҙәр­ҙән  аңын юғ­алта бар­­ған ҡа­тын руссаны, башҡортсаны бергә бутап һата­ш­ы­у­лы ыңғырашты:

            – Ти…Тимер… Нимә эшләйһең, кәрәкмәй… Не надо, Тимер, прошу…

            – Гөлниса! Гөлниса!.. Йә инде… - Ары ни әйтергә белмәй бер үк һүҙҙәрҙе ҡаб­ат­­ла­ған Тимерйән шул арала ҡабарырға өлгөргән тороҡ түштәрҙе, ҡа­л­­ҡыу осаларҙы тәненә һең­де­рер­гә теләгәндәй ҡомһоҙланып үҙенә тарт­ты. Шул мәл­дә илаһи, ҡайнар тын­­лыҡ­­ты һиҫкәндереп, иҫ­тәрен йыя алмай ләззәткә ынты­лыу­сы икәүҙе ыс­ын­­бар­лыҡ­ҡа ҡай­та­­рыр­ға теләгән­ сәйнүк  ярһып һыҙғырырға тот­он­до.

            – Тимер, сәйнүк… Һүндер әле шуны… Утты ла…

            – Сәйнүк һуңынан, һуңынан…

            – Үтенәм, һүндер, һыуы ҡайнап бөткәнсе туҡтамай ул…

            – Их-х-х-х!

       Сараһыҙлыҡҡа асыуы ҡабарған Тимерйән аяҡтарына тышалған салбар­ынан ҡо­то­лоуҙы ла кәрәк тапмай ауа-түнә аш өй яғына өтәләнеп һикерәңләне лә плитәне һүн­дергәс эләгә-ығыла кире төп бүлмә яғына туйтаңланы.

            – Утты һүндер... Ут яна бит…

       Егет быларын үтәр хәлдә түгел ине, ҡаршылашҡан тумалаҡ балтырҙар ҡор­шау­ын яр­ып ғәййәрләнеп алға ынтылды.

            – Тимер!!!

       Бер аҙҙан ир ҡыҫыуҙарынан ҡамалған  ҡатын  йылғыр әйләнеп өҫкә ҡалҡты ла ҡа­баланмай ғына ба­р­ып утты һүндергәс кире әйләнеп килде. Тәҙрәнән төшкән яҡ­т­ы­л­ыҡ уға атланып ултырған Гөлни­са­ның  талғын тирбәлгән кәүҙәһен, көсөргәнеп турайған муйынын, ар­т­­ҡа­р­аҡ ташланған башын, тәртипһеҙ һибелгән сәстәрен бермә-бер асыҡ күрһәтә. Өн дә төш тә буталды, ваҡыт ағышы ла бер мәлгә генә туҡтап ҡалды төҫлө. Бары ҡолаҡты тондорғос ҡай­нар тын­лыҡ та, тәҙрәнән һарҡ-ылған һары яҡтылыҡ ҡына бар…

            – М-м-ммм!.. Ыһһһ!.. - Манма тиргә батҡан, ирҙең бар ҡеүәтен, ҡарыуын, һут­ын ҡеүәтле насостай үҙенә һурған ҡа­тын быуынһыҙланып уның өҫтөнә ҡап-ланды.

       Өндәшмәй яттылар. Уңайһыҙ тынлыҡты боҙорға береһе лә йөрьәт итмәй.

            – Тәмәке тартырға мөмкинме? - тине Тимерйән йыбанып ҡына. Тотош кәүҙәһе тымбаҙыған, талсыҡҡан егет хәҙер үк йоҡлап китергә әҙер.

            – Тарт һуң. Көл һауыты юҡ, шкафтан сынаяҡ аҫтын ал. - Гөлниса күн­дәм яуап­ла­ны.

       Ҡараңғылыҡты ярып тәмәке уты баҙланы. Гөлниса йыбанып ҡына үтенде:

            – Ҡана мин дә бер ике тапҡыр һурайым. Тарта белһәм дә тәмәкегә әүәҫ-легем юҡ былай. - Гөлниса һуҡ һәм баш бармаҡтарына килешле итеп сигаретты алғас уны ирендәренә килтерҙе. Тәмәке уты уның ярым ҡыҫыҡ күҙҙәрен һөйкөмлө йөҙөн яҡтыртты. – О-о-о, күптән тартҡаным булмағас башым әйләнеп китте хатта… Һине аптыраттым шикелле, Тимер, ныҡлап танышып өлгөрмәгән кешене бе­р­е­н­се көндән үк  еңел  холоҡло фә­хи­шәләй  түшәгемә һалдым.

            –   Юҡ, ике кешенең үҙ ара мөнәсәбәтендә ғәйепле буламы икән ул?

            – Барыбер сәйер һәм көтөлмәгәнерәк килеп сыҡты. Тик ғәйепләргә ашыҡ-ма. Һине тәү һирпелеп ҡарауҙан уҡ оҡ­шат­­­­­­тым, һәм минеке буласаҡһың, тинем. Беҙҙе, ҡатын-ҡыҙҙарҙы аңлау мөмкин түгел, ҡай саҡ нимә ҡылырға кәрәклекте аҙа-ғынаса үҙебеҙ ҙә төшөнөп етмәйбеҙ, баш ки­тер­лек эштәр эшләйбеҙ, һуңғы сиктә маҡсатыбыҙ­ға ире­шә­беҙ барыбер. Бына һин ми­н­­­еке!.. Бер ни­мә лә белергә тыр-ышма, йә­ме?  Әй­ҙә, бар­ы­­һы ла сер булып ҡал­һын…­ Ә мин һиңә нишләптер ыш-андым да ҡуйҙым… Бәлки был яҙмыштыр, ә, Тимер?.. Йоҡ­лайыҡ, иртә таң­­дан эш-кә. - Гөл­ниса яҡын кешеһенә һый­ын­ғандай танауын көс­лө беләктәргә терә­не лә тынып ҡал­ды.

       Иртән уяныуына түшәк буш ине. Журнал өҫтәле өҫтөндә һыҙмаҡланған ҡағыҙ ки­ҫә­ге ята. Тимерйән йыбанып ҡына күҙ йүгертте.

  “Йылытылған аш плитә өҫтөндә. Киткәнеңдә асҡысты тупһа аҫтындағы һауыт эс­­­е­­нә һал. Ҡабаттан килергә теләһәң дә асҡыс шул урында булыр.”

   Урамға сыҡты. Ҡышҡы иртә ныҡ һалҡынайтып ебәргән,  һауа танау тишек­тә­рен ярып алып бара. Тимерйән ҡалҡып килгән ҡояшҡа ҡараны. Унан нурҙар түгел, һал­ҡын һөңгөләр ергә сойорғойҙар төҫлө…

 

 

                                                            * * *

 

       Тимерйән кеҫә телефонынан кәрәкле номерҙы йыйҙы:

            – Һаумы, Гөлниса!

            – Привет, һин ҡайҙа?

            – Эштә. Тиҙҙән дежурствоны тапшырам.

            – Кил, йәме. Һөйләшергә ине. Тик һуңғараҡ, төшкә ҡарай. Бер урынға йом-ош менән барып әйләнәм дә…

       Гөлнисаның сәйер ҡылыҡтарына күнә барған Тимерйән артыҡ иҫе китмәне:  

            – Әлбиттә. Минең дә әйтәһе яңылығым бар. Бәлки кафела осрашырбыҙ?

            – Юҡ, өйҙә көтәм.

       Ишеккә Рәғиҙәнең башы тығылды:

            – Тимер ағай, сәйнүк ҡайнаны.

       Һыйлы өҫтәлгә яҡынлаған Әхмәров ҡыҙҙы маҡтап алды:

            – Эй, уңғанһың да инде, Рәғиҙә һылыуым. Һиңә өйләнгән егет гел ҡәнәғәт-лек кисереп, рәхәтлектә йөҙөп кенә көн итәсәк, бил­­­ләһи.

            – Миңә тигәне тыумағандыр ул.

            – Нишләп тыумаһын. Әллә ҡасан тыуған да, ошо мәлдә бар Ер шарын бер итеп һине эҙләп йөрөйҙөр әле.

            – Егеттәрҙең йүнлеләре бар тиһеңме был донъяла?

            – Бына мин арыу ғына егет инем йәш саҡта. Исмаһам әҙәп өсөн генә булһа ла, һинең кеүек һылыу, йәш ҡыҙ­­ҙар иғ­­тибарға ла алмайҙар бит. Һине элгәрерәк осратҡан булһам бер кемгә лә бир­мәҫ инем. Ысын! - Ти­мер­­йән Рәғиҙәне гел шу-лай мәрәкәләп һө­й­лә­н­дер­ергә ярата, үҙе шу­­нан ҡыҙыҡ, кү­ңел ел­­кенеүе таба. Ҡыҙ алъюҫыҡҡа ҡыҙа­р­­ынып кит­һә рәхәтләнеп  кө­лә. - Йә, әйт әле, Рә­ғиҙә, әгәр етди итеп тәҡдим яһ­а­һам миңә кейәүгә сығыр инең­ме? Тик дөрөҫөн әйт! - Был юлы ла шу­­лай­ыраҡ шаяртты.

       Рәғиҙә гөлтләп тоҡанып китте, әммә сатнатып яуап бирҙе:

            –  Һеҙгә кейәүгәме? Сығыр ин­ем!

       Тимерйән һөйләшеүҙе яңынан уйынға ҡайырҙы:

            – Эх, йәш үтеңкерәп ҡалған шул, йәш үтеңкерәгән! Йә, һыйла яңғыҙ дәрү-иште эҫе сәйең менән, бәлки йөрәк ҡай­­­нарланыр.

            – Сәйҙән йөрәгегеҙ ҡайнарланһа көндәр буйы һыйларға ла ризамын.

       “Һе, ҡыйыуланған ҡыҙый, элеккеләй юғалып ҡалмай. Әллә ысынлап яр­­­ата инде? Яҡ­шы хужабикә сығыр ине Рәғиҙәнән. Ундайҙар йортто ҡотло, йылы итә белә­ләр. Тик кү­ңелде генә тоҡандыра, ярһыта алмайҙар. Ә уны Гөлнисаға тыйып торғоһоҙ көс этәрә, илаһи көс…”

 

 

                                                               * * *

 

        Яурындарына шәлен һалған Гөлниса аяҡ тауыштарын ишетепмелер, соланға сы­ғып ҡаршы алды. Уның ынтылыуға ҡаршы һал­ҡын сикәһен генә ҡуйҙы.

            – Привет!

            – Һаумыһығыҙ, доктор? - Уны үткәреп ҡырын тартылды. - Әйҙә, инегеҙ.

            – Инеп  тормайым. Кейенә һал да кафеға барайыҡ. Серем бар.

            – Сереңде  бында ғына сисеп булмаймы?

            – Юҡ, ул һүҙ фәҡәт беҙҙең кафела, теге өҫтәл артында әйтелергә тейеш.

            – Өйҙә генә ултырайыҡ, Тимер. Миңә лә һинең менән һөйләшергә кәрәк.

            – Тегендә, тинем бит. Такси көтә.

            – Тантаналы шарттарға тап килмәгән хәбәр әйтһәм?

            – Әйт һуң!

            – Кафе бөгөнгә ҡалып торһон… Бар таксиҙы оҙат.

       Өйгә инделәр.

            – Сәй ҡуяйыммы? Асыҡҡанһыңдыр.

            – Рәхмәт. Иртәнге сәйҙе тегендә, эштә эстем.

       Гөлниса бер ҙә үҙенә оҡшамаған, хәрәкәттәре яй, һөйләшеүе рәсми. Ул өҫтәлгә терһәк­лән­де лә үтенгәндәй әйтте:

            – Ултыр. - Тимерйән тыңлаулы бала ише әйткәнен үтәгәс уның ҡаршыһы-нан урын алып тоноҡ тауыш ме­нән һөйләп алып китте. - Беҙҙең мөнәсә­бәт­­тәр сәй-ер, эйе бит? Бына һинең менән өс ай осрашабыҙ, ә бер-беребеҙ хаҡында бер ни ҙә белмәйбеҙ. Һин дә беренсе осрашҡан көндәге теләгемде үтәп төпсөнмәйһең, мин дә асыла һалып бар­ма­йым. Мәңге былай да­у­ам ит­мәҫе бил­дәле. Түшәк кенә бүле-шеү, бер-береңде аң­лау тү­гел бит әле…  Һәр кеше ата-әсәһенең яҙ­мы­­шын ҡабат-лай, тиҙәр. Бәлки ысын­лап та шулайҙыр. Ата­й­ымды хәтерлә­мәйем дә, белмәйем дә. Пас­порт­ҡа бер исем яҙылған шунда. Әсәйем ме­н­ән үҫтем. Бала кәрәк­кәс мине табып алған, бары шул ғы­на. Башта ауылда йәшәй инек, шунан таныштар ярҙамы менән бында күсеп килдек, әсәйем арыу ғына эш хаҡы алып ҡулай эшкә урынла-шты. Мин нефть институтын тамам­лан­ым. Әс­ә­й­ем­ теге, йоғонтоло таныштары аша бында, нефть эшкәртеү берек­мәһенең ида­р­а­л­ы­ғ­ына урынлаштырҙы. Йылы урын биләгәс аҡсаға бер ҡасан да мох­­таж­лыҡ кисер­мәнек, аҙыҡ-тү­лек­кә лә, кейе-неүгә лә етте. Тик бына фа­тир­ға ғы­на аҡ­са төй­нәй ал­ғаным юҡ әле. Әсәйем ҡарта­йып үлеп киткәс ошо өй миңә ҡалды. Ишең­де тап та әй­ҙә, йәшә ин­де. Юҡ шул, үҙ яртыңды табыуы еңелдән тү­г­ел ик­ән. Йөрәкте ярһытҡан, булмышың­ды ел­кен­дер­гән йәрең булмағас ҡай­һы­лайтып тор­мош­та киҫ­кен боролош яһа­маҡ кәр­әк. Йәш­әнем шулай. Ә йәшлек үт­еп бара. Яңғыҙлыҡ­тан да биҙ­рәгәйнем. Мө­хәб­бәт­тән ваз кис­­­кәс, юҡ тигәндә бала та­б­ыр­ға бул­дым. Ауыр саҡта йән йыуатыр кешеңдең яҡы-н­лығын тойоу ҙа кәрәк ҡайһы саҡ. Бик һорағ­ас Хоҙ­ай миңә бала бүләк ит­те. Үтен­әм, кемдән, тип һо­р­ама, был мөһим түгел. Бер тапҡыр ҙа ниш­ләп өйөңдә ике ул­тыр­ғыс, ике сын­а­яҡ, ике яҫтыҡ, тип һор­аманың, үҙем һүҙ баш­ларға ҡыйыу­лы­ғ­ым етмә­не… Хоҙай миңә бала бүләк итте, әм­мә яҙмышыма оло хәс­рәт, ҙур һынау өҫ­тә­не. Мала­йым тыумыштан ау­­ырыу, һуғылма менән яфа­ла­на, бик йыш тап­маһы тота. Башҡа ауырыуҙары ла етерлек. Тыумыштан мейеһенә ҡан һауған, шу­ға ярты кәүҙәһе сәләмәт, ярты кәүҙәһе үле кешенеке һымаҡ. Ярты-йорто мөхәб­бәт­тән яр-алған ярты бала… Ҡай­­ҙарға ғы­на алып йө­рө­мәнем, кемдәргә генә күрһәтмә­нем,  һа­у­­ыҡ­тыра алманым. Төпкөл ауылда имсе ҡар­сыҡ­­тың йәшәгәнлеген әйткәйнеләр, һуңғы сик­тә өмө­төмдө усы­ма йомоп шунда киттем. Ә ул мине бөт­өн­ләй төңөл­дө­рөп ҡай­­тар­ҙы, малайыңды ыҙалат­ып алып йөрөмә, үҙ­ең дә өҙгәл­әнмә, маң­­­лайыңа яҙғанға күн, биса­р­аның күп йәшәре ҡал­­ма­ғ­ан, тине. - Гөлниса күҙ йәш­тә­ренә быуы­лып тын­ып ҡалды ла бер аҙ тынысла­на төш­­кәс дауам итте. - Ғәҙәти, тулы көн эш­ләү мө­м­кин­ле­ге ҡалма­ғас ул­ымды зәғ­иф­тәр йортона урын­­лаш­тыр­ҙым. Ун­да ҡар­ау­лы, ва­ҡ­ы­тын­да ук­ол­ын да ҡа­ҙай­ҙар. Шун­да йәшәй, шунда уҡый, ял көндәре йыуын­ды­­­­рып ал­ыр­ға, тама­ғын өй ша­рт­та­рында хәс­тәрләргә алып ҡай­там. Бына ни өсөн шәм­бе, ял көндәре һинең ме­н­ән ос­раш­майбыҙ, сәй­ер ҡыл­ығыма ниһайәт төшөн­дөң­мө инде? Һин килер алды­н­ан һәр ваҡыт Зөфәрҙең шәхси әйберҙәрен төпкәрәк, күҙгә бәрелмә­гә­нерәк ергә йәшерә ин­ем. Уны күпме ҡасырып-боҫорор-ға мөмкин? Малайымды әле ге­нә өҫ-баш­ын йыу­ып, үҙен йыуын­ды­рып ин­тернат­ына илт­тем. Кафеға саҡ­ы­рыу сәбәбен дә һиҙ­әм, тәҡ­дим яһ­ар­ға иҫә­бең. Яуа­бым юҡ. Ары ни­мә ҡылырға икәнлеген үҙең хәл ит, сараһыҙ­лама­йым. Әг­әр ул­ым­ды кү­рергә телә­һәң шәмбе көнө ҡай­та. Кил.

      Әсе ел уйнаған ҡала урамдарын оҙаҡ ҡыҙырҙы Тимерйән. Башына аныҡ ҡына фе­­­­к­ер төй­­­­нәй алмай ҡаңғырҙы. Эркелеп, көндәлек мәшәҡәттәре артынан ашыҡ-ҡан ха­лыҡ ағ­ымына эйәреп атлай, мәгәр үҙе лә, уйҙары ла яңғыҙ, аҙашҡан. Гөл-нисаға ни тип яуап би­р­ер? Әллә барыһын да оноторға ла ҡуйыр­ға­­мы? Балалы ҡатындан башҡа ла ҡыҙҙар бөт­мәгән был донъяла. Ярай өйләнде лә ик­­­­­­ән ти, ауыр-ыу бала менән ғүмер бу­йына ин­­тегергәме? Бирелгән ғүмерҙе әҙәмсә йә­ш­әп ҡалырға бер кем дә ҡамасаула­май. Гөлниса алдында бурысы юҡ, бала уныҡы түг-ел, шулай булғас выжданы ла саф, та­ҙа. Нишләп сит кешенең ҡайғыһын, йөгөн теләп үҙ иңеңә һалырға?

        Һуң ғына бүл­мәһенә ҡайтып ингән Әхмәров үҙен үҙе дәрләндерергә маташты: “Еб­еп төш­өргә яр­­амай. Бар­ы­һын да оно­торға. Кисекмәҫтән шылтыратырға ла ҡар­ар­ың­ды өҙә әй­тер­гә кә­рәк.” Телефонға үрелде лә икеләнеп туҡтап ҡалды. Бөг-өн түгел. Ир­­­­тә­гә әйтер.

   Аҙна самаһы ваҡыт үтте. Тимерйән Гөлнисаға шылтыратманы ла уға барып сығ­ыр­ға ваҡыт тапһа ла ҡыйыулығы етмәне. Ошо арауыҡ уның өсөн ысын мәғәнәһен-дә ғазапҡа әүе­р­елде, ятһа ла, торһа ла күҙ алдында Гөлниса ғына: берсә йылмая биреп, йә уйсан текә­леп ҡар­шыһына килә лә баҫа. “Оноторға!” Түшәгенә ауа ла сәғәттәр бу­йы китапҡа текә­леп ята, йә ҡулындағын атып бәреп тар бүлмәһе буйлап ҡабаланып йөрөргә кер­ешеп ки­тә. Бына әле лә яңғыҙы. Һары ҡалпаҡлы өҫтәл шәменән бүлмә эсенә сырхау яҡ­ты­л­ыҡ тарала. Бөләңгертлек йәнде лә тәнде лә баҫа. Ҡолаҡ тон­до­р­ғос тынлыҡ, шау­­­лы ят­аҡ коридорының да тынып ҡалған мәле булыр икән. Тағы бүл­­­мәнең тар ара­­уығын кәл­епләргә тотондо ла башы әйлә-нә башлағас ултырғысына лыпын ултырып бөгөлөп төш­тө,  сикәләрен ­ ҡуш­услап сәстәрен бармаҡтары менән аралап тараны, шунан ҡәтғи ҡа­р­арға килгән кешеләй кинәт ынтылып телефонын ал­ды:

            – Һаумы, Гөлниса!

            – Мине хәтерләр көнөң дә бар икән.

            – Беҙгә хәҙер үк осрашып һөйләшергә һәм аңлашырға кәрәк.

            – Нимә хаҡында?

            – Артабанғы яҙмышыбыҙ хаҡында!

            – Кәрәкме икән ундай һөйләшеү?

            –  Һис шикһеҙ кәрәк!

            – Шул тиклеп ярһып ҡысҡырма, Тимер. Сәғәткә ҡара!

            – Ярты төн ауышҡанын да беләм… Хәҙер барып етәм! - Тимерйән шулай тине лә уйының кире ҡаҡҡыһыҙлығын иҫбатлағандай, телефонын һүндереп үк ҡу-йҙы.

       Гөлниса көткәндер, аш өй яғындағы тәҙрәлә ут күренә, ишек бикһеҙ.

       Ул өҫтәл артында ултыра: өҫтөндә саманан тыш ҡыҫҡа итәкле, килешле төнгө кү­л­­дәк, ба­шы түбән эйелгән, ҡуйы сәстәре тотошлайы менән тиерлек йөҙөн ҡап-лаған, уй-кисе­­­реш­тәрен төҫмөрләү мөмкин түгел. Ишек асылып-ябылғас тертлә-гәндәй итте.  Ти­м­ерйән өҫтәл эргәһендәге ултырғысты тартып алып ишек төбөнә сү­гә­ләне.

            – Килдеңме? Хушлашырғалыр инде? - Гөлниса башын ҡалҡытты, сәстәрен төҙә­тештерҙе, йөҙөндә тәрән һағыш, тауышында үпкәләү ауаз­дары.

            – Юҡ. - Тимерйән әйткәнен раҫлағандай ҡулын ҡырҡа һелтәп өҫтәп ҡуйҙы. - Һин­һеҙ йәшәүҙең мәғәнәһен тапмайым, ризалығыңды бир, бергә йәшәйек!

            – Әгәр ризалашмаһам?

            – Һин…һин бит мине яратаһың! Эйе бит?

            – Яратыу - кейәүгә сығыу, тигән һүҙ түгел бит әле. Минең балам бар, зә­ғ­иф ба­л­ам. Ә ундай имгәк менән кемгә кәрәкмен? - Гөлниса кинәт ҡал­ҡып стена яғына бор­олоп баҫты,  яурындары дерелдәй башланы. Ул илай ине.

            – Миңә кәрәкһең! - Тимерйән дә аяғүрә баҫты ла Гөлнисаны йөҙө менән әй­­лән­­­д­е­реп ҡосағына ҡыҫты . - Һөйөклөм, һи­не күр­мә­гә­немдә аҡылдан шаша яҙ­ҙым…

    Ир танһыҡлаған ҡатын көсһөҙләнгәндәй итте, ҡулдары сыбыртҡылай һалынып тө­ш­­­тө­ләр, тәне ҡыҫыуҙарға ҡаршылыҡһыҙ буйһондо, ҡырылмаған эйәк ау­ырт­­­тырып тү­штәрен ҡырғас ҡына ул зиһенен туплап иҫкәртергә өлгөрҙө. - Улым, Зө­фәрем өй­ҙә…­Ул төпкө яҡта… Мин хәҙер, был яҡҡа, иҙәнгә урын йәйәм… Үт­енәм… Йә ин­де… - Ҡулдар ҡармауынан ҡотолған Гөлниса егәрле, дәртле баҫып йөрөп ур­ын йәйергә ке­­­реш­еп китте, үҙе шул ыңғайы Тимерйәндең яғына ярһыу, ос­ҡонло йыл­май­ыуын атып-атып ала.

       Тегеһе лә әллә ҡасан сисенеп бөткән, күләгәләй ике бүлмә араһында тауыш­­һыҙ йү­г­е­ргеләгән йылғыр кәүҙәне һонолоп эләктереп ала ла йоҡа туҡыма аша йә яурын­да­рҙы, йә тығыҙ, ымһындырғыс түштәрҙе ҡапшай, унан ҡалһа һутлы ирен-дәрҙе һурып үбә. Теге­һе уның һайын хәлһеҙләнә, быуынһыҙлана бара. Бына түш­әк әҙер, хәҙер ун­да сумыр­ҙар ҙа ожмах ләззәтенә бирелерҙәр. Көт­мә­гән­дә Гөлниса-ның йө­ҙ­өнән күләгә йүгереп үт­те, шул ҡатмарлы эске кисереш кәүҙә­һен ҡор-ошторҙо бу­ғай, ул уры­н­ында ҡат­ып ҡалды. Бер аҙҙан иҫенә килде шикелле, тү­шәк­кә су­м­ып кейем­дә­ре­нән арынғас хәләл ир­енә мөрәжәғәт иткәндәй ғәҙәти итеп өндәште:

            – Утты һүндер ҙә, йоҡлайыҡ… Арыным. Башта эштә йөрөп, шунан һине көт­өп…

       Бындай битараф мөғәмәлә Тимерйәнде лә һипһендерҙе. Ул юрған ситен ҡайырып кәү­­ҙә­һен шун­да тыҡ­ты ла Гөлнисаға арҡаһын ҡуйып ятты. “Ара­ларын бү­леп шар­шау тарт­ылдымы ни! Кем тартты уны? Теге мал­аймы?.. Ят йән шул. Ят… Әлегә уны бер тапҡыр ҙа күргәне юҡ… Танышмаҫ элек үк екһенде­рә… Бергә йәшәй, көн һа­й­ын ара­ла­ша башлаһалар нимә килеп сығыр…”

       Тимерйәндең яғына ҡа­й­ы­р­ыл­ған Гөлниса боҙҙай һалҡын ирендәрен яурын-башҡа ҡа­ғ­ыл­дырҙы:

            – Зөфәр уянды шикелле. Килгәнеңде һиҙҙе.  Инде  йоҡламаясаҡ. Мине башҡа­ларҙан ҡыҙғана ул.

            – Улайһа ары нисек йәшәрбеҙ, Гөлниса?

            – Белмәйем…

       Уңғансы төпкө яҡта нимәлер хәрәкәткә килде: иҫке дивандың пру­жина­ла­ры әсе шы­ғырҙаны, иҙәнгә нимәнеңдер тәгәрәп төшөүе, сылтырап ватылыуы ишетел­де. Гөлниса ҡорт саҡҡандай тороп ултырҙы ла Тимерйәндең беләгенән матҡыны:

            – Тапмаһы тотто тағы… Тимер, укол ҡаҙа зинһар… Дарыуҙары, шприц шунда, өҫтәлдә. Әҙер. Мин…уже не могу…Устала… - Гөлниса нишләптер руссаға күсеп шул­ай тине лә йөҙөн ҡушуслап кире түшәккә ауҙы.

       Тимерйән торҙо, ашыҡмай ғына салбарын кейгәс ишеккә тар­тылған ҡорғанды тартып ас­ып төпкө яҡҡа үтте, стенаны һәрмәп утты ҡабыҙҙы.

       Диванда үтә лә сибек, арыҡ кәүҙәһендә ҡабырғалары беленгән  малай тырпы-рап ята. Яҫтыҡ, юрған, иҙәнгә шыу­ған. Тәпәшәк өҫтәлдән тө­шөп ваҡ киҫәктәргә сә-срәгән вазаның ярсыҡтары вайран ки­л­еп таралған. Көсөр­гәнеүҙән­дер малайҙың нәҙек ҡул­да­­ры ҡыу ағастай ян-яҡ­ҡа тыр­пай­ғандар, етек сәсле бәләкәй башы яур-ынына ҡырын һалынған. Фалиж* һуҡҡан яғындағы күҙе йомоҡ, сәләмәте тирә-яҡ-ҡа аҡа­йып, ап­тыр­ап, ғәжәпләнеп ҡарай­, унда хис тә, тойғо ла, мәғәнә лә төҫмөр-ләнмәй. Сырыштар сы­ба­рла­ған биттең үле өлөшө һәммәһенә битараф ҡарай, ә икенсе яғына ҡурҡыу, фажиғә көтөү ғәләмәте бит­леккә әүе­ре­леп ҡат­ҡан. Тамаҡ төбөнән ғырылда­уыҡ­ өнгә эйәреп сыҡ­ҡан аҡ­һыл кү­бек салшая төш­кән ирендәр-ҙән ҡыҫы­лып сыға ла түшәккә, ары иҙән­гә һарҡа.

      “Бына һин ниндәйерәк икәнһең! Гөлнисаның йәнен ашап ҡартайтаһың, тиҙҙән беҙ­­­ҙең бәхетте урлаясаҡһың…”

       Тимерйән уйының аш бүлмә яғына ишетелеүенән ҡурҡҡан уғрылай ишек яғ­ына ҡа­­рап алды, ҡорғанды тартты. Ек ҡалманымы тигәндәй ҡорған ситтәрен ҡым­тыш­ты­­рып ҡуйыуҙы ла кәрәк тапты. Өҫтәлдә ятҡан пакетты асып шприцты сығ­а-рҙы ла ам­­­пуланың осон ват­ып дарыу һурҙырҙы. Тағы ла бер тапҡыр ишек яғына ау­ыр ҡар­а­ш­­ын атҡас туҡ­тап ҡалды, укол ҡаҙарға йыйынып малайҙың беләген үҙ-енә ҡарай тартты. Ул һалҡын ине. Пульсты ҡапшаны. Бәләкәй йөрәк ҡошсоҡтай талпынып тибә. “Дөмөк­мә­­гән әле был, эт йән…” Насар уйҙан әллә тәне ытырған-ып ҡуйҙы. “Был бөгөн үлмәһә ир­тәгә дөмөгәсәк, иртәгә бул­маһа иртәнән һуң. Теге имсе фаразлаған даһа. Гөлниса ла уны белеп, шуға күнеп, көтөп йөрөй… Әгәр уб­ыр яңылышһа? Бөтәһен дә алдан тоҫмал­лап хөкөм сығарырға ҡарсыҡ Ал-ланың ҡашҡа тәкәһе түгел. Әгәр был имгәк тағы ла ике, өс, дүрт йыл, унан да ары йәшәһә?.. Улар­ҙың тормошон ағ­ыу­лаясаҡ ҡы­на… “ Был артыҡ йән, һалыҡ башҡа-ларҙы ыҙалатмай, йонсотмай ғына дөмөгөргә бу­рыс­лы… Бер ниндәй ҙә енәйәт ҡылмай­ым да, бары уға ярҙам иткем генә  кил­мәй… Килмәй!”

       Ҡаршылыҡлы уйҙарҙан ярһыған Тимерйән мәйет һалҡынлығы ҡунған ҡулды ки­ре түшәккә ташланы ла шприцтағы дарыуҙы иҙәнгә йәйелгән коверға саптырт-ты. “Әйҙә ят, те­ре­ ҡалһаң йәш­әрһең, хәлеңдән килмәһә башҡаларҙы ыҙалатма!” Шул ки­л­еш оҙаҡ тор­­ҙо һенағас­тай. Тынлыҡ. Шылт иткән тауыш та ишетелмәй. Гөлниса йоҡ­­лаймы икән? Нишләп өндәшмәй ул? Тауыш бирһә еңелерәк булыр ине, бәлки.

       Малай баяғы хәлендә ята. Фиғелендә үҙгәреш һиҙелмәй. Туҡта, уның аҡайған, сәләмәт күҙ­ендә ниндәйҙер мәғәнә төҫмөрләнә түгелме, ана салшайған ирендәре лә ос­тай­ҙылар, нимәлер әйтергә йыйыналар.

       Тимерйән уның өҫтөнә эйелде… һәм ауыртыуҙан саҡ ҡысҡырып ебәрмәй арт-ҡа си­генде. Уға ҡарай һонолған ҡул түшенән матҡып өлгөргәйне. Тыр­наҡ­тар­­ҙан ҡалған тәрән яра эҙҙәре түшендә уйылғандар. Ҡанамайҙар, бары ит­кә саҡлы һы­ҙырылғанға ут­тай янып күренәләр. Был күҙ асып йомған арала килеп сыҡ­ҡан хәл­дән иҫен йыя ал­ма­ған Тимерйән ҡулындағы шприцты атып бәрҙе лә күкрәген услап иҙ­­­әнгә сүкте. Ҡып­­һыуырҙай бармаҡтар йөрәген һурып ал­ды­лар­мы ни! Торҙо. Ма­л­ай яғына күҙ ат­ты ла диванға яҡынларға ҡурҡҡан­дай уны сит­лә­теп ишеккә ҡарай йү­н­әл­­­де.

       Гөлниса һаман да һыртын ҡуйып ята. Тимерйән дә утты һүндерҙе лә уры­нында бө­гәрләнде.

            – Зөфәр нисек? - Һорау баҙ төбөнән килгәндәй тоноҡ ишетелә.

            – Ә?! Нимә тинең?

            – Укол ҡаҙаныңмы?

            – Эйе…

            – Тынысланып йоҡлап киттеме?

            – Ыһы…

      Тағы тынлыҡ. Ҡәбер тынлығы. Стеналағы сәғәттең һуғыуы ҡолаҡты ярырҙай бу­лып ишетелә. Йәнә уға ишек төбөндәге йыуынғыстан тамған һыу тауышы өҫтә-лә. Кему­ҙар­ҙан һамаҡлайҙар төҫлө: “Үл-те-реү-се!.. Үл-те-реү-се!..Ҡур-ҡаҡ!..Ҡур-ҡаҡ!..” Нимә эшләне ул көтмәгәндә-уйламағанда? Ҡайҙан килде уға бындай ҡат-ылыҡ һәм ми­һырбан­һыҙлыҡ? Әллә уның асылы шундаймы? Тыңланғандай ятты. Сәғәт менән һыу там­сы­лары көйҙәрен үҙгәртеп икенсе төрлө таҡмаҡлайҙар: “Йырт-ҡысс!.. Йырт-ҡысс!.. Иб-лес...Иблес...” Әл­лә малайға уколын ҡаҙарға ла был өйҙән сығып баш һуҡҡан яҡҡа олағ­ы­р­ғамы? Ни­мәгә кәрәк­те әле уға был ғаилә? Әйҙә йәшәһендәр үҙҙәренсә, үҙҙәренсә көн итһендәр, ыҙаланһындар, ғазаплан-һындар. Ул азат, уны бында бер нимә лә бәйләп тот­май… Юҡ! Гөлниса ун­ыҡы, бары уныҡы ғына! Әгәр Хоҙай инселәгән өлөшөнән яҙһа ғүмере буйы яңғыҙы ҡа­л-асаҡ, ә ун­ың яңғыҙ көн иткеһе килмәй. Күпме мөмкин. Улар әҙәмсә йәшәргә  хаҡ-лылар. Ә был малай аҡтығы ҡамасаулай…

       Һуңғы уйы Тимерйәндең ҡул-аяҡтарын бығауланы, түшәккә баҫты. Ул ҡулда-ры ме­нән ҡолаҡтарын томаланы ла өшөй башлағас юрған эсенә башын йәшереп йомғаҡ­тай йомарланды. Өшөтә. Ҡайһылай ҙа өшөтә. Аҫҡы эйәге бейергә то­т­ондо, тиҙҙән тештәре тешкә теймәй шаҡылдай башлаясаҡ. Ауырт­тыр­ып яңаҡта-рын ҡыҫты. Тон­оҡ тауыш тағы тынлыҡты боҙҙо: 

            – Нишләп мине ҡосаҡламайһың, иркәләмәйһең?..

            – Мин арыным, ныҡ арыным, ял итәйек…

       Иртәнсәк төпкө яҡҡа сыҡҡан Гөлнисаның иңрәүле тауышы өй эсен яңғырат­ты:

            – Балам!.. Зөфәрем!..

 

 

* * * 

 

 

       Ерләү мәшәҡәттәре ҡәҙимгесә үтте: күрше бабай ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып кил­тер­гән ҡарағай таҡталарынан бәләкәй ге­нә табут әтмәләне, әбейе тешһеҙ ауыҙын йыб­ыр­­ла­тып белгән доғаларын уҡый-уҡый  кәфен те­к­те. Гөлниса шәүлә ише ҡыймылдай, уның бар икәнлеге лә, юҡ икәнлеге лә беленмәй. Интернаттан автобус бүлгәндәр ик­ән, зыя­ратҡа юлланғанда таб­утты шунда ҡуй­ып эр­гә­һенә биш-алты кеше һағып бар­ҙы.

       Ерләп ҡайтҡас шул уҡ кешеләр өҫтәл артына ҡыҫылып ултырышты, теге табутсы йүт­керә-тотлоға йыназа уҡыны. Ир кеше булараҡ Тимерйән хәйер өләш-те. Шым­тай­ы­ш­ып аш ашанылар, сәй эс­те­ләр. Мәрхүмде оҙата килеүселәр тара-лышҡас бүлмәлә икәүһе ге­нә ҡалды. Тимерйән ғә­й­ебе асылыуҙан ҡурҡҡан ҡараҡ-тай Гөлнисанан күҙҙәрен йә­шер­ҙе. Ул да уның уйын аңлағандай әйтә ҡуй­ҙы:

            – Бөгөнгә ҡайт… Мин дә ҡайғынан арынайым…

       Шул һүҙҙәрҙе генә көткән Тимерйән ҡыуанып китте, өтәләнеп йыйына башла-ны:

            – Йә. Мин шылтыратырмын, Гөлниса… Көн һайын… Әлегә, хуш…

      Гөнаһ тамғаһы - теге яра бөтәшмәне. Ике- өс көн эсендә ул ҡалын ҡа­ра ҡу­тыр ме­нән ҡапланды һәм тырнаҡ эҙҙәре тигеҙ итеп яҙылған өс алты һанына оҡ­шап ҡал­ды­лар. Тимерйәндең мейеһен ҡурҡыулы уй телгеләне: “Тәнемдә шай­тан тамғаһы, им­ан­һыҙҙар тамғаһы!.. Тикмәгә һалынманы был тамға, тикмәгә түгел…” Ул көҙгө ҡа­р­шы­һына ултырҙы ла ауыртыуын еңеп, эҙҙәрҙе юйырға тырышып, скальтель менән яраны со­ҡор­ға кереште. Бысаҡ менән юнылған эҙҙәр бергә уҡмаштылар ниһайәт, һәм түштә баҡ­ыр тәң­кәнән ҙурыраҡ, төпһөҙ күтерҙе хә-терләткән ҡанлы яра барлыҡҡа килде. Быныһы ла уң­алырға ашыҡманы, тыш­лы­ғының аҫтына яңынан эрен йыйып, ситтәре ҡыҙа­­рып боҙолдо ла кит­­­­­те. Нимә генә ҡыландырып ҡа­р­аманы: иң ҡиммәтле май­­ҙар­ҙы алып һөр­төп тә мәшә­ҡәт­лән­де, ҡут­ырҙы имшетергә тырышып бинтҡа анти­биотик сылатып яб­ып та ҡара­ны. Кил-ешмәһә килеш­мәй бит. Бөтәү яра үләттәй йәйелә бир­ҙе. Өҫ­тә­үенә йөрәккә үтеп һыҙлай. Ҡала буй­лап аптеканан аптекаға сапты, әжәл дар­ыу­ҙа­рылай күреп ҡим­мәт­ле дау­алар эҙлә­не. Ниһайәт яра табип тырышлығына, дарыуҙар ҡөҙр­әт­енә би-реш­те: ҡу­тыры һыҙ­ырыл­ды, төҙәлеп үк бөтмәһә лә уңала төштө, һыҙлауы ла баҫылғандай итте. Ауыр, сис­елмәҫ мәсьәләне хәл иткән­дәй еңел һу­лап ҡуйған Ти-ме­р­йән, Гөлнисаға шылтырата һал­ды. Теге оста ҡоро ғына өндәшеү ишетелде:

            – Тыңлайым.

            – Гөлниса, беҙгә осрашырға ине.

            – Һуңғараҡ. Эштә йөрөйөм, ваҡытым юҡ…

            – Бөгөн шәмбе, иртәгә ял… Миңә дежурствоға ла түгел.

            – Әйттем түгелме, һуңғараҡ тип! - Гөлниса ярһыуын көскә тыйып әйтте. - Пока!­

       Тағы ла бер аҙҙан яра бөтөнләй тартылды, кесерәйеп ҡалды, өҫтө баштағы таҙ-ға тартым тышлыҡ менән ҡапланды. Тимерйән дә уның тура­һын­да онота төштө. Тик­ ғәжәп, яраһы уңалды, ә ул һаман төшөнә инеп йөҙәтә, йәнә­һе лә боҙола, тәнгә инеп оялаған һаҙлыҡлы батҡаҡтай йәйелә бара. Дауаханала күргән төшөн яң­ынан күрҙе, эн­­­ә­­һенән-ебенә ҡәҙәр ҡабатлап күрҙе: теге түшендәге тамға күҙҙәр иңләмәҫ оло һаҙ­л­ыҡ­ҡа әүерелде лә ул унда бата баш­ланы, күтер уны һура, йота ба­ра. Йәне сыға яҙып, манма тиргә батып һаташҡан Ти­мерйәнде телефон шылтыра­уы уятты.

       Гөлниса икән:

            – Сәләм!

            – Һаумы! Хәлдәрең нисек? - Һаташыуынан айнып етмәгән Тимерйән тарҡау яу­а­планы.

            – Кил… - Телефонда ҡыҫҡа гудоктар ғына ишетелде.

  “Кил, тине. Тимәк һағынған. Бөтәһе лә артта ҡалды, онотолдо. Бынан бүтән улар-ға бер кем дә ҡамасауламаясаҡ.” Онотолдо микән, ни, тигәндәй күлдәк  аша теге яра­һы­ның урынын ҡапшап ҡуйҙы. Уныһы ла бармын әле, уңалып бөтмәнем әле, тигәндәй һулҡып ал­ды.

       Барып инеү менән Гөлниса уның ҡосағына ташланыр тип көткәйне, киреһенсә ки­­­­­­леп сыҡты: һалҡын ҡараш, рәсми мөнәсәбәт, теләкһеҙ һөйләшеү. Турһайышып сәй эстеләр, ауыҙҙарына йөҙөк йәшереп апаруҡ телевизор алдында суҡайғас, ниһ-айәт, шулай тейеш, тигәндәй йоҡ­ларға яттылар. Икеләнеүле арауыҡтан һуң уҫ-лаптай кәүҙә  йы­лымыс тәнгә тартылды, ирен­дәр теләкһеҙ генә бергә ҡушылды. Уларҙың икеһендә лә бер-береһенә тартҡан ҡай­нарлыҡ һүнгәйне, һүрелгәйне. Күндәм, хатта ҡайһылыр кимәлдә битараф Гөлнисаны тызый, ҡыҫ­ҡы­лай башла-ны, лә­кин Тимерйәндең йәнендә ҡыр­ағай ир кәре уян­маны. Оҙаҡ ыҙа­ландылар, оҙаҡ ау­­нанылар түшәктә, Тимерйән уйы менән Хоҙайҙан ағзаһын баҙыҡландырыр ҡо­м­арҙы саҡырҙы, ялбар­ҙы, әм­мә көткәне кил­мә­не. Тәжрибәле ҡатын да ирҙең кө-сһөҙлөгөн һиҙҙе, тор­­ҙо, бар­ып утты ҡабыҙҙы, йомош тапҡан булып инәнән-тыума килеш бүлмә буйлап йөрөп әй­лән­де, шунан  кире түшәккә ятты, илгәҙәк һарыл-ып тилбер бар­маҡтары ме­нән ирҙең сикәләрен һыйпаны, ҡо­лаҡ һырттар­ын ир-кәләне лә  ирендәрен йөнтәҫ түшкә тейҙергәс йылан саҡ­ҡан­дай ҡысҡырып еб­әр­ҙе:

            – Был нәмә, Тимер? Ниндәй яра ул? Элек юҡ ине лә баһа!

       Ошондай һорау бирелерен көткән Тимерйән әҙерләнеп килгәйне:

            – Беҙҙә эшләгән хирург өй бөтөрә. Үткәндә барып уға ярҙамлашҡайным, аб-айламай стенаға яртылаш ҡағылған сөйгә һыҙырттым түште, күлдәк аша булһа ла ныҡ ҡы­на эләкте… - Яуап ышанысһыҙ ишетелде. Артыҡ ышан­дырырға тырышыу - бөт­өнләй ышандырмай шул ул. Гөлнисаның йөҙөндә лә шундайыраҡ сатҡылар сағыла.

            – Улай икән…

       Ҡатын-ҡыҙҙың еренә еткереп иркәләүе ташты ла иретә, Тимерйәндең дә мус­кул­дары ҡабар­ҙы, тәне баҙыҡланды. Ул тупаҫ ғәйрәт танһыҡлаған ирһәк бисәне әй­лән­­де­реп түшәккә баҫты. Та­ғы ла бер ынтылһа мораҙына ирешәсәк. Ләззәт ҡая-һына арт­ыл­дым ти­гәндә генә Гөл­ниса уны йән көсөнә эт­еп ебәрҙе лә үрһәләнеп түшәктән тороп уҡ китте, шунан сүгәләп ҡол­аҡтарын ҡулдары менән томалап иң-рәүле ил­амһы­раны:

            – Юҡ, теләмәйем һине, түшеңдәге бынау нәмәң тынғылыҡ бирмәй. Ара­быҙҙа төпһөҙ упҡын ята һымаҡ…

            – Улайһа майканы кейәйем. Күлдәкте!

            – Эш ундамы ни!

            – Нимә ҡылайым һуң?

            – Белмәйем…Ҡайт, әлегә, Тимер, һуңғараҡ килерһең…

            – Нишләп саҡырттың улайһа?

            – Һағынғайным. Бары шул ғына.

     Хирургҡа бармаҡ йөҙөндәй яра нимә генә, тырыша торғас бөтөнләй  уңалтты уны.­­ Бер аҙ беленә беленеүгә, утта ҡыҙҙырып тәнгә баҫылған тәңкә сүрәтендәге йөй уйы­лып күренә.

       Гөлниса рыя ҡаршы ала һуңғы осорҙа, бөтөнләй ят кешеләргә әү­ерелделәр. Оҙ­аҡ ул­ты­ралар бер-береһенә ҡарашып, һүҙ ҙә берекмәй, әңгәмә лә ялған­май. Әй­­т­ер­һең дә өй­ҙән әле генә мәйет сыҡҡан да шул ҡайғыны, тетрәнеүҙе яңынан кисерәләр. Си­рат­тағы ки­леү­ендә Тимерйәндең уйын һиҙгән Гөлниса һүҙҙе шул яҡҡа ҡай­ыр­­ҙы:­

            – Зөфәр өйөмдөң ҡотон үҙе менән алып китте. Вафатына ҡырҡ көн үтте, торлаҡҡа йылы ла, йәм дә ҡайтмай…

            – Аңлайым, Гөлниса…

            – Нимә аңлайһың һин! Ҡатын-ҡыҙ донъяһын белер өсөн бисә булып­ тыу-ырға кә­рәк. Беҙгә бит иң әүәл ныҡлы таяныс кәрәк. Шул терәкте, ыш­ыҡ­ланыр көс-тө той­май тороп бер генә ҡатын да үҙен ышаныслы тотмай. Бына яҙмыш икебеҙҙе бер һуҡ­маҡтан алып китте. Янымда һинең йөҙҙә ҡурсалаусым да бар. Теүәллән-деме до­нъям, көнитмешем? Белмә­йем. Һине осратҡас Бөтә йәһәттән түңәрәк ғаилә ҡорорға ышаныу һәм уға ын­ты­лыш­лы ым­һы­ныу барлыҡҡа килде. Бына бе-р­гә йәшәй башларбыҙ ҙа барыһы ла яйға һалы­н­ыр, тип өм­өт­­ләндем. Тик бер кәр-тә. Зәғ­иф бала. Беҙ йәшбеҙ, алда йәшәлмәгән йылдар ята. Шул ҡыҫҡа ғына ғүмер-ҙе имгәк­те етәкләп үтәйекме инде? Һин дә мине ул барҙа бөтә тә­­р­әнле­ген­дә ярата алмаҫ инең. Шуны һиҙҙем. Ләкин… мин бит әсә! Нисек кенә булһа ла, ниндәй генә хәлдәрҙә лә үҙ баламдан баш тарта алмайым. Ул бит минең йәнемдең бер өлөшө, унда минең ҡаным аға. Терпе лә балаһын йомшағым, тип һөйә ти бит. Үт­кәндә улымды ярты мөхәббәттән яралған ярты бала булды, тигәйнем. Ысынлап та, уның бер яртыһында һөйөүем, өмөттәрем, бәхетем, киләсәккә булған өмөттәрем сағ-ыл­ды, икенсеһендә… Улыма ҡарата миндә һәр ваҡыт ике төрлө ҡараш, ике төрлө тойғо йәшәне: уны күрмәһәм үҙәгем өҙөлөп һағынам, күрҙе ниһәм - күңелем ҡай-та. Сәләмәтлек һәм зәғифлекте бер юлы яратып буламы икән?! Ул минең өсөн бе-рәү, уны икегә бүлеп яратыу мөмкин түгел. Мин Зөфәремде өҙөлөп ярат-тым…һәм күрә ал­ма­ным. Шулай ҙа була икән! Ғаилә ҡорорға тәҡдим яһағайның, хистәремдең икенсе яғы өҫтөнлөк алды. Аңыма гөнаһлы уй инеп оя­л­аны - ошо­ һа-лыҡ беҙгә ҡамасауламаһа­сы, үл­һәсе! Бы­на ул юҡ… Тик нимәгә иреш­тем? Кеше үлемен, би­герәк тә яҡ­ыныңдың әж­әлен көҫәү тор­мошҡа ҡот ҡайт­а­р­май, йәм өҫ­тәмәй икән…­

        Йоҡларға ятҡас Гөлниса Тимерйәндең түшенә сәйер генә итеп текәлде лә һыртын ҡу­й­ып боролдо: “Һаман да шул яра… Мөһөр баҫылғандай…” тигән ың­ғыра­ш­ыу Ти­м­­ерйәндең йәнен ҡыйҙы.

       Хәҙер ятһа ла, торһа ла ҡайҙа ғына барһа ла мейеһен бер генә уй иг­әй, нисек кенә булһа ла ошо ҡәһәрле яра эҙенән ҡотолоу. Әле ул уңалды тип тын­ыс­ланып йөрөһә Гө­л­­ниса нимә ти: “Мөһөр!”  Ҡайһылай ҙа ҡурҡыныс, ытырғаныс һүҙ!

        Йән биргәнгә - йүн биргән, тигәндәй яйын тап килтереп физкабинетҡа йөрөп шул ерен ультрафиолет нурҙарҙа ҡыҙҙыра башланы. Бәл­­ки сихәте тейер. Аҙна-ун көн­дән тотош тәне ҡарағусҡыл төҫкә инеп янды, әй­тер­­һең дә ул ялын диңгеҙ яр-ында үткәреп ҡояшта ҡыҙынған. Теге ҡәһәрле тамға ғына ҡыҙ­ҙырыуға бир­ешмәне, киреһенсә ағара төшөп түштә бермә-бер айырылып күренә. Нимә эшләр­гә?

       Дауахана коридорында институтта бергә уҡыған һабаҡташын осратты. Ул әл-лә ҡас­ан­дан пациенттар күп мөрәжәғәт иткән, табышлы пластик хирургия өлкә-һендә шөғөл­лә­нә. Әле бүлеккә йомош менән генә һуғылыуы икән. Тимерйән уны  сит­кәрәк ҡу­лтыҡ­­ланы:

            – Слушай, хәл былайыраҡ тора…һин миңә ярҙам итә алмаҫһыңмы?

            – Каким образом? Алдымда здоровый егет баҫып тора!

            – Тәндә яра, дөрөҫөрәге яра эҙе бар, шуны бөтөрөргә ине.

            – Шрам украшает мужчин, тиҙәр.

            – Шулай ҙа, ҡотолорға ине унан.

            – Без проблем. Кил. Көтәм. - Уға визитка һонолдо.

            – Рәхмәт. Ҙур рәхмәт. - Тегеһе китергә йыйынғайны еңенән тартып туҡтат-ты. - Бөтөнләй эҙе ҡалмаҫлыҡ итә алаһыңмы?

            – Обижаешь. - Танышы үпкәләгәндәй итте. - Фирма гарантирует!

    Операциянан һуң яра яңынан ҡуҙҙы ла китте, әйтерһең скальпельдың ҡағылы­у­ын ғы­на кө­т­­­кән: тағы ла йәйелә, сейләнә башланы, ҡаны ҡатыш эрене ҡойола өҫ-тәүенә. Хатта унан ни­н­­дәй­ҙер һаҫыҡ емтек еҫе лә килә. Инде биниһая ваҡыт Тим­ер­йән Әх­мә­ров эшенә йөрө­м­әй, бюллетень астырып өйҙә ята, әгәр эшенә барыу ғына түгел ур­ам­ға сыҡһа ла ошо ҡот осҡос еҫтән кешеләр танауҙарын баҫып ситкә тайша­нырҙар төҫлө. Әле иртә менән көн эҫе булыуға ҡарамаҫтан ҡалын ке­­йенеп, тотош кәүҙәһен од­­­­еко­л­он­­ға ҡой­он­­до­роп ҡа­ла­ға сығып әйләнде, ашарына аҙ­ыҡ-тү-лек, тағы ике шешә араҡы һа­тып ал­ды ла ҡа­б­­ат­тан ҡайтып бикләнде. Подъезға инерҙән алда ҡояшҡа ҡа­раны, ул ихлас ҡыҙҙырһа ла һүнеп барған шәмде хәтерл-әтә.

        Әле урамда саҡ­та бе­л­енмәй ине, бы­нда кире ингәс бүлмәһенә тонсоҡторғос оде­колон еҫе тулды. Еҫләнмә­һен өс­­өн мәйетте шулай эшкәртәләр. Ул бит тере әл-егә. Юҡ, ер өҫтөндә ҡый­мыл­­­даған те­­ре мәй­ет ул. Мейеһен ҡот осҡос ҡурҡыныс уй һулҡытты: “Тере мәйет…­Тере мәй­ет…” Тум­бочканың тартмаһын асып ҡарағ-усҡыл ҡыҙыл ҡум­та килте­реп сығарҙы, асып эс­ен­дә­ге алтын балдаҡты алып усына һалып тәү тапҡыр күр­гән­дәй әйлән­дер­ге­лә­не. Ошо ни­ках балдағын күңеле хыял-дар диңгеҙендә йөҙгән мә­­л­дә йөрөп һайлап алғайны. Хәҙер ул кәрәге ҡалмаған һары тимер киҫәге. Тумбочка өҫтөндә ят­ҡан теле­ф­о­нына текә­л­еп алды. Һуңғы осорҙа уға шылтыратыусы юҡ, шуға кәрәкһеҙ  әйберҙәй тәгәрәп ята шу­нда. “Нимә һуң ул яңғыҙлыҡ? Ул кеҫә телефонының төп­ тәғ­ә­й­енлә­нешен юғалтып ғә­ҙәти буд-ильникҡа әүерелеүелер, моғайын”  Үрелеп те­леф­о­нын ал­ды, һүндер­ҙе, шунан ҡу-мтаға балдаҡты һалды ла ҡырҡа ҡарарға килеп икеһен дә форточка аша тыш­ҡа бы­р­аҡ­тыр­­ҙы. Шулай итеп донъя менән һуңғы бәйләнеш, иҫәп-хисап өҙөлдө. Ҡар-шылағы туғыҙ ҡатлы йорттоң мөйөшөнә ауырыу, фанилыҡҡа һағайып ҡараған ай һаҡ­ҡан. “Мөйөштән ысҡынһа ваҡ ҡына киҫәктәргә сәс­рәп ватыласаҡ, әрәм бул-асаҡ…” Ул һәр ваҡыт ҡояшты, айҙы күҙәтергә яратты. Яҡты донъяға килгән бәғзе әҙ­әм балаһы шул­айталыр, сөнки һәр тереклектең үҙ ҡояшы, үҙ айы… Элек ҡояш та, ай ҙа йәш, яҡты, нурлы инеләр, шунан ваҡыт үтеү менән ҡыҙарҙылар, хәҙер һа-рға­й­ып, ҡарта­йып үл­ергә йыйыналар. Айҙың ҡолап төшөүен күрергә теләмәгән-гәме тәҙрә ҡо­р­ғанын тартып ҡуйҙы, өҫ­тәл­ эргәһенә килде лә унда һер­әй­гән ике шешәнең береһен ас­ып ҡыр­лы ста­кан­ды тултыр­ғансы ҡойғас ҡу­лын­­да­ғ­ын бер тына эсеп ебәрҙе. Зәһәр эсемлек­тән йөҙөн боҙоп сытыра­я бирҙе лә шөғ­өл­өн ҡай-та­нан ҡаб­атланы һәм ризыҡ ҡаб­ып та тор­маҫ­тан кар­а­уа­тына бөг­ә­р­ләнеп ят­ты. Ар-аҡы шау­ҡы­мынан тәненә ең­­­­­­еллек кил­де, ошоға тиклем ар­ыған йоҡ­о­һоҙ төн­дә­р­ҙән талсыҡ­ҡан зиһене сафлан­ды, мейеһе аныҡ аҡыл йө­рө­т­өр кимәлгә ҡайт­ты: “Әл­лә үлергә лә ҡуйырғамы? Кемгә кә­рәге ҡалды ун­ың был фа­ни донъяла? Был мәғ­ә­нәһеҙ көн итеүҙән ни фәтеүә?” Илап ҡалыр, ун­ың өсөн ҡай­ғы­р­­­ыр яҡындары ла юҡ ис­­ма­һам. Ил­аһа ауылда йәшә­гән, ин­де һикһә­н­де ҡыуған әсәһе ил­ар. ­Ниш­ләп әле ге­нә уны иҫенә төшөрҙө? Әсәһе бит ул уҡ­ы­һын, бе­лем алһын өс­өн бөтәһен дә эш­л­ә­­не, бәл­ки ауыҙын­дағы һуңғы риз­ығын өҙөп студент улына еб­әр­гән­дер… Уҡыуын та­м­ам­ла­ған йәш хир­у­рг мажара эҙләп, йәнә оҙон аҡ­са вә­ғәҙә ит­кәс­тәр Чечня ҡойонона башын алып барып тыҡты. Унан күңеле ҡатып, зи­һене имгәнеп ҡайт­ты. Шулай бу­л­м­аһа армиянан ауы­лына тура ҡайтып иң әүәл әсә­һе­нең хә­л­ен белер, уның ­ет­ем донъя­һын бө­т­­әйтергә ты­рышыр ине. Юҡ бит, Өфөлә туҡтал­ды ла ятаҡтан ур­­­ын алып эшкә төш­тө лә китте. Ҡа­йт­­ҡыһы килмәүҙең тағы ла бер сәбәбе бар.­ Роз­алия. Хә­ҙер ул теге бола­м­ыҡ Әлфә­рис­кә кейәүгә сығып күршелә­­рендә көн итәләр ти, әсәһен һыр­ты­нан ҡа­р­­ап, ун­ы хәс­тәрләйҙәр ҙә икән. Насар йәш­әй­ҙәр Әлфәристәр йәнәһе лә. Үт­кәндә ау­ыл­дан килгән танышы уны урамда ос­ратып ошолар хаҡында хәбәр ит­те. Ау­ыл­да бөгөн, ни эше юҡ, ни ашы тиг­ән­дәй. Әлфә­рис эш­һеҙ, ҡат­ы­ны­ның ҡулына ҡа­р­­ап ята икән. Бел­е­ме буй­ын­са ул агрон­ом, башта совхоз, шун­ан бүлексә тарҡалғас инде ҡай­ҙа барып тө­­рт­өлһөн? Әле күптәр  башлап ебәргән фермер шөғөлө лә тыр­ышлыҡ һәм таҫ­ыл­лыҡ талап итә. Йүнһеҙ­леген, әрәмтамаҡ­лығын ара­ҡы ме­нән йыу­ып көн­­дәр­ен үткәрмәй ары ни ҡылһын? Ро­за­­лия шул мәктә­бен­дә уҡы­­та­лыр. Уға һис кенә лә үпкәһе юҡ. Бы­лай ҙа уның ин­сти­тутты бөт­­кәнен көттө, ке­йәүгә сыҡ­ма­ны, Чеч­ня­­ға китеп олаҡ­ҡас ҡы­на яң­ғыҙаҡ тор­мо­шон үҙгәртергә ит­кәндер. Ултыраҡ ҡыҙға әүе­релеп ғүм­е­рен үт­кә­рә ал­май ҙаһа.  Әсә­һен он­от­маны онот­оуға, теге­нән армия­нан да ай һайын почта аша аҡса еб­ә­реп тор­ҙо, бын­­­да ҡайтҡас та шу­лай эш­лә­не. Аҡсала, етеш­лектә түгел ик­ән дә баһа тормош мәғәнәһе. Әле бына ау­ыр мәлдә әсәһе иҫенә килеп төш­­тө. Ниш­ләп тыу­ған йор­тона ылығып бармай? Сәбәп ниҙә? Белә - ғәзиз әсәһе түгел ул уның. Ти­м­ерйән - аҫырау бала. Уллыҡҡа ла иҫ белгәс алынды, иҫ белгәс кенә түгел, аң­ында донъ­я­ға ҡарата ай­ы­рым фекер һәм ҡараш ны­ғынғас. Алыҫ бала саҡ хәти­рәһе  юй-ыл­маҫ­лыҡ булып аң­ына һең­гән: Ти­мерйән бе­ренсе класҡа уҡырға бара, ҡулында күҙҙең яу­ын алған  ҙур гөллә­мә, бер яғы­нан ата­һы икен­се яғы­нан сибәр, һөй­көм­лө әсәһе етәк­ләп алған. Өс­өһө лә шат йылма­йып ҡо­яш сығы­шы яғ­ында, ҡал­ҡыу­лыҡ-та ур­ынлаш­ҡан мәктәпкә ки­теп бара­лар. Нин­дәй бә­хетле, ил­аһи мәл! Тимерйән һуң­ынан ошо кү­ренештең төшөндә ҡабат­ланыуын күпме тап­ҡыр­ҙар көттө. Ҡабатланманы, кү­р­ен­мәне. Ҡәҙер­ле нимәләр өндә йә төш­­тә  сағ­ыу бал­ҡып алалар ҙа йөр­әкте өҙөп һағ­ы­н­дыралар икән ул. Йәнә әсәһе­нең исеме Йән­бикә, ә ата­һы­ны­ҡы Вә­хит ине. Ул­ар­ҙың ғаи­лә­ләр­ендә урынлы-урынһыҙ мә­жлес ҡороуҙар йы­­шай­ған­дан йы­ш­ай­ҙы, ошо хәл бә­х­­ет­­һеҙ­лек­тә­ренең башы бул­ған­дыр бәл­ки. Вахта ыс­­улы ме­нән нефть сы­ғар­ған ат­а­һы ун биш көн эшләп ҡайта ла шул са­ма туҡ­­тамай ҡунаҡ йыя, бай­рам ой­ош­тора. Әс­ә­һе лә иренә эйәреп эсеүгә хирес­ләнеп* ал­ды. Дуҫта­ры ла күп шул, шау­лап-гөрләп өй ту­л­т­ы­­рып килә лә инәләр. Ары малай шу-ға иғ­ти­бар итте, әүәле ки­леүсе ҡу­н­аҡтар күркәм, бө­х­­тә кейенәләр ине, ваҡыт үтеү менән һуғылыусы­лар­ҙың кейем­дә­ре лә, үҙҙәре лә ҡо­й­­­то­ланған­дан-ҡой­то­лана бар­ҙы­. Һуң­ғылары до­нъя­ны йәмһеҙләүсе шәүләләр генә ине. Тор­мош­тары ла кирегә тәгәрәне, ат­а әс­ә­һен­ең ҡылыҡ-фиғеле лә һуңғы ар­а­лаш­­ҡан әшнә­ләре ҡоро­ноң ҡотһоҙ ҡалыбына яраҡлашты: ҡырыл­ма­ған битле, тоноҡ күҙ­ле ир, ыт­ы­рғаныс ҡиә­фәт­ле ял­быр баш­лы ҡа­тын. Ҡайҙа юғалды һуң улар­ҙың элекке матур­л­ыҡ-тары? Тағы өй эсенә ел­ләтеп тә бөтөрә алмаҫ­лыҡ ар­аҡы һәм тәмәке еҫе һеңде. Һуң­ға та­б­ан атаһы ла, әсәһе лә шөғөлдәрен бөт­ө­н­­ләй оноттолар. Һат­ыу­сы булып эшләгән  әсәһе мага­зинда һа­тылыр ара­ҡы­ны кис өй­ҙән, итәк аҫтынан ҡим­мәтерәк хаҡ­ҡа елгәрә  ине, хәҙ­ер үҙе кис етһә темеҫ­ке­неп сы­ғ­­ып китә лә тоноҡ шы­йыҡса тултыр­ылған ше­шәне ҡуйы­нына ҡәҙер­ләп ҡыҫып ҡай­­тып инә. Саб­ыр­һыҙ ир теге-нең ҡулын­дағын һел­ке­тә тартып ала, ҡыр­лы стаканға тултыр­ға­нсы ҡойоп ауыҙына түңкәрә, шунан боҙ­олған тештәрен ыржайтып, моң­һоҙ ғыжылдап берҙән-бер бе-лгән йыр­ын һуҙып ебәрә:

                                         Баҙарҙарға барһаң аҡ тун алһаң,

                                         Хаҡ ҡынаһын үҙем түләрмен.

                                         Әжәлдәрең етһә, әйт үҙемә, Йәнбикә,

                                         Һинең өсөн үҙем үлер-мен-н-н…

       Йырҙың ошо еренә етһә атаһы оло ауыҙын күккә терәп иларға керешеп китә. Ат­а­һы менән әсәһе һуңғы осорҙа айнып, донъяға айыҡ күҙ менән ҡараны­лармы ик­ән? Ти­мерйән тырышып-тырмашып дәресен әҙерләргә маташып ҡа­р­ай. Ҡа­й­­­ҙа ул! Бер көн ят кешеләр килеп уны балалар йорто тигән ергә алып кит­те­л­әр. Ҡаса-ндыр үтә һарыға бу­­я­лып, әле төҫө уңып бөткән, стеналары­на шы­баҡ­­­­шып туҙан һеңеп ҡат­ҡан, тү­бә­һе һәм инер ишеге көрән төҫкә буялған шыҡ­һыҙ йорт­ ине ул. Ишек ауыҙына бер яҡ сите йәнселгән дүрткел быялаға йорт­тоң атамаһын яҙып эл-гәндәр, хәрефтәрҙе өл­өш­­ләтә ям­ғыр йыуған, ел ашағанлыҡтан асыҡ ҡына итеп уҡ­ыу мөмкин түгел. Тим­ер­йән туҡ­та­лып ижекләп уҡыны: “ …б… йор-то” Ингәс тә иҙән йы­у­ып аҙапланған өл­кән йәштә­ге ҡатын эргәһенә йүгереп барып һорай һалды: “Инәй, әйт әле, нимә була ул  б… йорто?” Ҡатын салланған сәстәрен яулы-ғы аҫтына йәшереп уға асыулы ек­ер­ҙе: “Ни­ш­­ләп мин һиңә инәй булайым, бына­ғайыш!.. Тапты яҡ­ын кешеһен! Б… йор­то, ул был йорттоң тамғаһы, мөһөрө, мисәте беләһең килһә, бәй­нәттәр йорто тигәнде аңла­та, бәй­­һеҙҙәр, бәйелһеҙҙәр йорто был!”  “Нин­дәй һүҙ ул, бәйнәт?” “ Был­ай­­тып бары­һын да төп­­сөнә башла-һаң, башың туҡ­ма­лыу­ҙан сыҡмаҫ.  Һинең һымаҡ бер кемгә лә кәрәге ҡал­ма­ған им-гәктәр йәшәй бында! Бар, йөрөмә аяҡ араһында буталып!­” Шул һүҙ­ҙәрҙең мә­ғ­әнәһе­нә тиҙҙән бөтә тәрәнлегендә төшөндө. Ысынлап та ул имгәк икән дә баһа. Ә им­гәкте теләгәнсе ситнәтергә һәм йәберләргә мөмкин. Бын­да ул гел төйөлгән ҡа-шлы тәрбиәсене, тағы өлкәнерәктәрҙең кеселәрҙе өҙ­лөк­һөҙ йә­бер­­ләүҙәрен генә күр­ҙе. Тағы хлорка еҫе аңҡыған түшәк һәр ваҡыт еүеш һәм һалҡын була торға-йны. Сыҙа­май сы­ғып китеп вокзал­да ҡасып-боҫоп йөрөнө. Тап­ты­лар, ки­ре ал­ып ҡайт­тылар. Әл­­лә дир­е­к­тор ҡушыуы буйын­са, әллә үҙҙәренең йола­һы шун­дай, өл­кән малай­ҙар кис еткәс под­­валға төшөрөп ҡаты ғына туҡ­манылар. Ун­ың күңеле ҡат­ты шул саҡ, бар до­нъ­яға, әйләнә тирәгә үсе уянды, эсенә бикләнде, башҡаларға ышанмаҫҡа өйрәнде, үҙе лә хая­һыҙлана барҙы. Бер көн директор бүлмә­һенә саҡы-рт­ты­лар. Унда ҡупшы ке­йен­гән, мө­ләйем йөҙлө ҡатынды күрҙе. Бу­л­а­саҡ әсәһе ине ул. Малай  мөй­ө­шкә  һырыҡты ла бүлмә­лә­геләргә ҡапҡанға эл­әк­кән бүре балаһы­лай асыу һәм нәфрәт мен­ән ҡараны.

        Тиҙҙән, яңы ғаиләгә күскәс Тимерйән өсөн бөтөнләй икенсе, бәхетле тормош ба­шланды: йом­шаҡ түшәктә, түрҙә ятып йоҡланы, тәмле-татлыны ғына ашаны, эй­елеп эш эш­ләмәне. Ожмах. Хөрриәт. Уҡытыусы апай унан бер генә ни­мәне – уны әсәй, тип ата­уын үт­енде. Атаны, әммә йәне ҡатҡайны, күңелендә башҡа­ларға ҡарата мәр­хәмәт, миһырбан һүрелгәйне. Был әсәһенә ҡасан күңеле ҡайтты әле? Хәтерендә балалар йо­р­тонан килгәндең икенсе көнөнә үк уның таҡыр башы дуст менән эшкәртелде. Кү­н­егелгән, тегендә лә даими рәүештә шулайталар ине. Был юлы Тимерйәндең ек­һе­не­үе шунан килеп сыҡты - бер үк ваҡытта ишек алдындағы Аҡтырнаҡтан да ошо химик мәтдә еҫе килә ине. Малайҙың башынан өлкәндәрсә, әсенеүле уй йүгереп үтте: “Ике­беҙ ҙә бер ишбеҙ, тик айырма шунда - Аҡтырнаҡ ишек алдын һаҡлай, мин – уның яң­ғыҙаҡ тормошон йәмләргә, тулыландырырға тейешмен…” “Бүре балаһын бүреккә һал­­­һаң да урманға ҡарай” инде ул. Тимер-йән дә үҙ әсәһен һағынды, эсмәгән, айыҡ саҡ­­­тағы әсә­һен. Мәк­тәпте бөткәс меди-ци­на институтына уҡырға инде һәм туған туп­һа юлын онотто. Нишләп медици-наны һайланы һуң? Кеше ғазаптарына битараф ке­ше унда эшләй алмаҫы билдә-ле. Дарыуҙан әүәл ауырыуға йылы һүҙ һәм ихлас мөн­әсә­бәт кәрәк. Тимерйәндең күңел төбөндә башҡаларға асмаҫ сере ята - бына табип һөн­ә­р­ен алыр ҙа ата-әсә-һен эҙләп табыр, уларҙы эскелектән дауалар, шунан элеккеләй етеш йәшәп алып китерҙәр. Ошо бер ҡатлы, тормошҡа ашмаҫ хыялы бала саҡтан уҡ аңы­на һеңде, мәктәпте тамамлағас икеләнеүһеҙ ошо уҡыу йортона алып килде. Тик икен­се ку-рсты тамалағас уҡытыусыһы уны, башҡа студенттар ише икеләнеп тормайһың, ау­ы­рыу тәненә ҡыйыу тотонаһың тип, хирургия йүнәлешендә китергә димлә­не. Ул йәнә шәк­ер­тенә өҙлөкһөҙ тыҡып ҡына торҙо: “Һинең һөнәрең ҡырҡыу ҙа киҫеү, шул юл ме­нән ауырыуҙың ғазаптарын еңеләйтеү, ҡалғаны тураһында ар-тыҡ уйла­ма, әгәр һәр ау­ы­рыу өсөн яна-көйә башлаһаң үҙең сырхауға әүерел-ерһең, йә ин­фаркт­ алыр­һың, ба­ры шул ғына!» Ауылда уҡыған саҡта уҡ дуҫлашҡан Розалияһы ла мәктәпте там­амлағас педа­гогия инстит­у­ты­на уҡырға инде. Дуҫ-лыҡтары һуңынан мөхәббәткә әү­е­р­елде. Йәй етһә ҡыҙ егетте ауыл­ға ҡайтырға өгөтләй-өгөтләй ҙә һүҙен-һүҙ итә ал­май үп­­кәләп ҡай­тып китә, ә Тимерйән студ-ент от­ря­ды менән сит яҡтарға китеп олаға, ҡы­ш­ҡы ка­н­и­кул көн­дә­рен дауаханала эшләп үт­кәрә. Һөнәренә оҫталығы ла мөм­кин­­лектәре лә бар ине. Шуға уны уҡыт-ҡан уҡы­тыусылары тиҙ үк күреп алдылар, да­уа­ханаға эшкә йәл­еп ит­те­ләр.

       Әле өсөнсө курста уҡығанында көтмәгәндә теге, үҙе тәрбиәләнеп киткән балалар йор­­тона барыу теләге уянды. Сәбәбе - шунан хоҡуҡтарынан мәхрүм ит-елгән ата-әсә­һ­е­­нең  ад­ресын табыу. Шулай эшләне лә. Шунан китте ауылын эҙләп. Ишеге ту­тыҡ­ҡан йоҙаҡ менән бикле, тәҙрәләренә арҡыс-торҡос таҡталар ҡаҙаҡ­лан­ған йорт янындағы баҡса ултырғысында оҙаҡ ул­тыр­­ҙы егет. Күңелен сыҙап то-рғоһоҙ иңрәүле, ауыр уйҙар баҫ­ҡа­й­ны. Бына уның тыу­ған йорто. Ул уның алдында һәр ваҡыт бикле булды һәм бу­ла­саҡ. Ҡалҡты, тәҙрә эргәһенә килде лә таҡталар ярығынан эскә ҡараны. Тишек-то­ш­­­оҡтар табып өй эсенә бәреп ингән ҡояш уҡта-ры һәммәһен асыҡ күрһәтә; һатма­­ған­дар икән, стенка ла, кейем шкафы ла урынында, уң яҡта оло карауат, иҙән ур­таһында бихисап ҡыйғыпыр сәсрәп ята. Башҡа нимә күҙгә ташланмай. Ике уртала­ғы иш­ек­кә күҙе төштө, уның яңаҡтар-ында киртелгән эҙҙәр асыҡ күренә. Атаһы кәй­ефе барҙа уны ишек яңағына баҫ-тырып буйын үлсәй ҙә салғынан эшләнгән бәкеһе менән билдә һалып ҡуя тор­ғай­ны. Һулаҡай яҡ мөйөштә уның карауаты торорға тейеш. Шунда текәлде лә шаң­­ҡып ҡалды, унда тауҙай итеп буш шешәләр өйөлгәйне. Уның араҡыға һатылған бала сағы бына ҡайҙан башлана! Бала саҡтың мөғжизәле йәмен тойоп, күр­еп үҫ-мәгән  кеше ғүмере буйына бәхетһеҙ булып ҡалалыр ул. Шул ки­леш оҙаҡ торҙо ур­ынында, яурын­ы­на ятҡан ҡулға һиҫкәнеп ҡайыр­ыл­ды. Эргә­һенә ҡупшы түңәр-әк һа­ҡаллы сал сә­с­ле ба­бай килеп баҫҡайны. Кем­­делер сы­ра­мытҡан­дай текәлә биргәс ихласлап сәйгә әй­ҙүк­­ләне.  Бәләкәй генә ергә һеңешкән өйҙә йәшәүсе әбей менән бабай күр­шеләре икән. Әҙәп һаҡла­п ипле һөйләшкән, үҙҙәрен итәғәтле тотҡан ҡарттар тәр­әнгә төшөп төпсөнмәнеләр, егет тә асыла һалып барманы. Хәй-ер, бөтәһе лә көн кеүек ас­ыҡ, аң­лай­ышлылыр күпте күр­­­гән оло кешеләргә. Тегеләр уны йоҡлап кит­ергә өгөт­ләп тә күн­де­рә алмағастары ҡуҙ­ға­лыр алды­нан шун­дай яңылыҡты  ет­ке­рҙе­ләр: бынан бер ни­сә йыл элек  хәләл ефете үлеп ҡал­ған ир  ҡай­ҙалыр ил ги­ҙеп сы­ғып кит­кән.  

       Ҡышҡы селләлә ҡаланың ер аҫты юлынан сығып барышлай ҡолағына таныш йырҙың һүҙ­ҙәре салынды:

                                          Баҙарҙарға барһаң, аҡ тун ал-һ-а-аң…

       Тәне ҡайнар һыуға бештеме ни, тертләп киткән Тимерйән халыҡты этә-төртә шул яҡҡа ҡарай ашыҡты. Боҙло таш иҙәндә, аҫты­на алама юр­­ған йораты түшәгән, сәстәре етек, һаҡал мыйы­ғына бе­ленеп сал ҡунған ҡура­­ныс кәүҙәле ир күҙҙәрен йомоп йыр һу­­­ҙып ултыра. Өҫтөндә ҡаҡа­шып ҡат­ҡан боло­нъя куртка, ниндәй төҫ-тә икәнен дә ай­ы­рыуы ҡыйын спорт салба­ры, аяҡтарында бауһыҙ, ҡобарып бөтк-ән иҫке ботин­ка­лар. Оҙаҡ һеңгәҙәне та­н­ыш түгел иргә текәл­еп. Бына ир моңһоҙ йырын бүлде лә ҡар­шыһына баҫҡан егет­кә кү­тәрелеп ҡараны. Күҙ­ҙәр осрашты. Тимерйән ғәжәпләнеп кит­­те. Был асарбаҡ­тың йө­ҙө уныҡына оҡ­шаға­й­ны: шул уҡ ас яңаҡлы оҙонса биттәр, кә­кесерәк ҡарсыға танау, яҫы маңлай. Тик был йөҙ торм-ош ауырлыҡтарына бирешеп кипкән, таушалған. Асар­баҡт­ың да яҫы ҡаштары юғарыға сөйөлә биреп ҡуйҙылар. Ул нимә­нелер көсәнеп хәт­ер­ләргә тыр­ыш­­ҡан­дай маңлайын йыйырҙы, әммә өҙлөкһөҙ эскән ар­а­ҡы зиһенен күптән  миң­рәүлән­дер-гәйне, ошоғаса йәшәлгән көндәрен, йыл­да­рын то­т­ош­ла­йы менән онотторғайны. Бына ма­ҡау ирҙең йыйырсыҡтар сыбарлаған йө­ҙ­өндә сөсө йылмайыу ишараты сағ­ыл­ды. Ул күп тапҡырҙар ятлап бөткән һүҙ­­­ҙәрен теҙ­ҙе:

            – Балам Алла хаҡы өсөн… Өйҙә ауырыу ҡатыным, зәғиф малайым ҡалды… Ас­тан үлмәҫлек кенә…Икмәклек…

       “Зәғиф малай мин булам улайһа”, тип саҡ әйтеп ысҡындырманы Тимерйән. Ул кеҫә­­һен­­­­ә ҡулын тыҡты ла барлыҡ ҡағыҙ аҡсаларҙы бармаҡтары зымбырҙап ауырт­ҡансы ҡыҫып йомар­лап берәҙәктең алдына ҡуйылған ҡағыҙ ҡумтаға ташла-ны. Бын­дай мул төшөм­дө көтмәгән ир аптырап ҡалды башта, шунан иҫенә килеп аҡ­са­лар­ҙы йый­ып тәңкләй һал­ып түш ке­ҫәһенә йәшерҙе, йөҙөндә яңынан теге йә-нгә тейгес йыл­ма­йыу сағылды:

            – Алланың рәхмәте яуһын! Йомартһың, миңә оҡшағанһың…

            – Исемегеҙ нисек һеҙҙең?

            – Минеңме? – тип ҡабатлап һораны аптырай төшкән ир. - Ни бысағыма ул  һиңә минең исем? - Шунан сумарт егеттең хәтерен ҡалдырыуҙан ҡурҡып  ирәбел-әнә төшөп өҫтәне. – Дә­дәңде Вася, тиҙәр. Ауылда йәшәгәндә, томана саҡта Вәхит инем. Хәҙер мин бит гор­одской.

            – Ҡаҙалып ҡына кит! – тип шыбырҙаны Тимерйән үҙе нәфрәт менән текә-лде: “Бәлки танып ҡуйыр… Бәлки… Йән тартмаһа ла ҡан тар­та… Таныманы…”

       “Вася” уның был донъяла барлығын онотто ла шикелле, һуҙып-һуҙып: “Өйҙә ау­­ырыу ҡатыным, зәғиф балам бер һыныҡ икмәк көтә…” тип ҡысҡырҙы ла тәмәкегә ҡар­­лыҡҡан тауыш менән тоноҡ итеп йәнә һуҙып ебәрҙе:

                                         Хаҡҡынаһын үҙем тү-ү-үләрме-е-енн…

      Институтҡа көндә йөрөгән ер аҫты юлында атаһын башҡаса тап итмәне. Был ур­ынға ул осраҡлы ғына килеп сыҡтымы, әллә яҙмыш ике яҡын йәндең барыр һуҡмаҡтарын  шулай киҫештерҙеме - белмәҫһең. Үтешләй түгел, инселәп шул ер аҫты юлына төштө бер нисә тап­ҡыр, өмөт менән килде бында, кеҫәһенә степен­дияһының ҡап яр­ты­һын һалып та ал­ғай­ны. Ҡояшлы, яҡты ер өҫтө аҙаштырғас, бәлки һалҡын ер аҫ­ты осраштырыр тағы бер тапҡыр. Осраманы атаһы, иртәнге ҡояш нурында күҙ асып йом­ған арала кипкән ыс­ыҡтай юҡҡа сыҡты. Тимерйәндең күңелендә үкенес һәм көй­өк ҡалды.  

       Институтты тамамлағас ҡайҙа эшкә барырға тигән уй уны борсоп өлгөрмәне. Сы­ға­рылыш имтихандары тапшырыр мәл еткәс военкоматтан вәкил килде. Чеч-няға та­б­ип­тар йыялар икән. Оҙаҡ өгөтләне, алтын тауҙар вәғәҙә итте, хөкүмәттең әллә нин­дәй өҫтәмә ташламалары ме­нән әүрәтте. Тимерйән оҙаҡ уйлап тормаҫтан яҙылды ла ҡуй­ҙы. Аҙаҡтан ҡараһа исемлектә ул бер үҙе генә икән дә баһа. Быға ла артыҡ иҫе китмә­­­­не. Бын­да хәйерсе тиндәренә бил бөккән­се бер-ике йылда апаруҡ ҡына бол туплаясаҡ. Ары­ күҙ күрер. Розалия уның китеүен теләмәне, егет­те ҡар­арынан дүндерергә тыр­ыш­ты. Үҙһүҙле Тимерйән бирешмәне. Уны вокзалға оҙ­а­­тыр­ға төшкәндә ҡыҙҙы әйт­ерһең дә алыштырып ҡуйғандар ине: һалҡын ҡараш, ҡырыҫ йөҙ, үпкәсел ҡым­тылған ирендәр. “Аҡса эшләп ҡайтам да фатир ал­ыр­быҙ. Унда йөрөп ҡайтҡандарға бы­лай ҙа льготалар бар, - тип ҡарарын аҡларға мат­­ашты Тимерйән. - Көтөрһөң­мө?”  “Белмәйем… Минең турала уйлама­һаң исма­һ­ам Сәғиҙә апайҙы ҡай­ғыр­тыр инең. Уға нимә тип әйтермен?”

       Барғас та госпиталь начальнигы полковник Калиновский уға шелтәле һирпе-лде:

            – Нимәңде юғалттың бында йәш кеше, башҡа урын бөткәнме һиңә? Чечня бит ул - Рәсәйҙең сей яраһы.  Ә сей яраны дарыуҙар менән дауалауы ауыр, тради-цион бул­­маған алымдар кәрәк.

       Кинәйәне аңлап бөтмәгәйне шул ваҡыт, һуңынан ундағы көнитмеш төшөндө-рҙө һәм­мәһенә. Ошоға саҡлы: балалар йортонда ла, ары институтта уҡығанда ла уға ту­лы исеме менән өндәшәләр ине. Бында килгәс “Тимер”гә әүерелде, “йән”е төшөп ҡалды, юҡ төшмәне, ҡайҙалыр осто.

       “Һинең өсөн үҙем үлермен…” Араҡы башына сыҡҡан Тимерйән ике си­кә­һен ус­лап мөңрәп йырлап ебәрҙе лә берәйе ишетеп ҡалыуҙан һипһенеп ян-яғына ҡар­ай һал­ды. Бүлмә тын. Шылт иткән тауыш та ишетелмәй. Ятаҡ әллә ҡа­сан татлы йоҡ­о­ға тал­ған. Тимерйән торҙо, ашыҡмай ғына күлдәген систе лә көҙгө ҡар­шыһына бар­ып баҫты. Ҡыҙыҡ. Яурындары ауыр йөк күтәргән кешенекеләй һалынып төшкәндәр. Ундайҙар хаҡында: “Ҡанаттары ҡайырылған бының, фә-рештәләре ташлап киткән”, тиҙәр. Уны аҡ, ҡара фәрештәләре бер юлы ташлап ҡа-сҡандарҙыр. Ҡылған иге­лектәрен, гөнаһтар­ын бизмәнгә һалыусы юҡ. Ул - Хоҙай Тәғәлә тарафынан оно­тол­ған әҙәм. Он­отол­ған?..­ Кеше ергә тыуған икән, уның оно-толорға хаҡы бармы? Юҡ! Бер кем­дең дә. Хатта Зөфәрҙең дә… Уны әжәлгә этәреп үҙенең фажиғәһен яҡынайтты. Шул ма­лай йөҙөндә бәхетһеҙ бала сағын, ҡотһоҙ бөгөнгөһөн үлтерҙе…Үҙен үлтерҙе… Уны оноторҙар, тиҙ оноторҙар, сөнки ул - ға-зраил, кеше түгел, ғазраил…  Лейкопластырь менән тәненә беркетелгән сал-фетканы һыҙырып  ыр­­ғыт­ты ла яраға текәлде. Оҙаҡ тек­әлде. Шунан унан ҡото-лорға теләгәндәй бар­маҡ­тары ме­нән ҡыҫ­ты. Яранан һығы­лып сыҡҡан бер нисә тамсы һүл иҙән­гә тамды. Тәненең ҡанлы күҙ йәш­тәре… Ошо йәшенә етеп бер тапҡыр иламаны ла исмаһам. Ҡайҙа булған ун­ың йәштәре? Нишләп кипкән­дәр, ҡор­о­ғандар? Күпме ҡайғы-тет­рәнеүҙәр кисерҙе, мә­гәр ила­маны. Ваҡытында күҙ йәштәре менән сыҡ­ма­ған хәс­рәт бөгөн килеп тәнен ил­арға мәжбүр итәме? Йөрәге­нә үткән ауыртыуға сыҙа­маған Тимерйән ауыр ыңғы­р­ашып ҡуйҙы ла һул­ҡып илап карауаты­на йөҙтүбән тәгәрәне…

       Уны дауаханаға һалғандарына апаруҡ ваҡыт үтте. Башта яра тирәһе генә ҡор­оша ине, хәҙер ҡул-аяҡтары ныҡлап тартыша башланы, ул яйлап умыртҡа һөйә­ге­нә күсә бара. Уның бер үҙен дөм ҡараңғы палатаға күсерҙеләр, бында ят тауыш­­тар үт­еп инерлек түгел. Тотош кәүҙәһен, аяҡ ҡулдарын нығытып карауатҡа сыр-мап бәйләгән­дәр, сөн­ки өйәнәк мәлендә тартышыу уны ҡырамалай-ҡырҡ сүрәткә бөгә, ҡыу ағас­тай сатай-ботай итә, йолҡҡолай. Үҙенә диагнозды күптән ҡуйған – ҡарыштырыу*. Ҡур­ҡы­ныс ауырыу. Унан ҡотолоу әмәле юҡ. Яраһына шул ауыр-ыуҙың таяҡса­ла­ры ингән тим­әк. Өйәнәк көсәй­гәндән-көсәйә барып бер көн уның ҡул аяҡтары, шу­нан умыртҡа һөйәге һына­саҡ. Бында бик­ләп тотоуҙарының сәб-әбе шул - яҡтылыҡ, һыу ағышын, елдең иҫеүен ише­теү ҙә ауырыуҙы ҡуҙҙыра. Ғаз-аптарҙы ең­еләй­тергә теләүҙән эшләнә лә инде бәйләп һалыуҙар, ҡараңғы, тын бү-лмәлә тотоуҙар­.

       Табиптарҙан, Рәғиҙәнән башҡа инеп сығыусы юҡ. Бер көн ҡыҙҙың шым ғына илауын ишетте.

            – Илама, һин бит аҡыллыһың… Һауыҡһам, миңә кейәүгә сығыр­һың­мы?

            – Эйе… - Рәғиҙә танауын мырш-мырш тартты.

            – Һин миңә малай, шунан ҡурсаҡтай һылыу ҡыҙ таб­ып бирерһең…

            – Йә.

            – Беҙ татыу, бик бәхетле йәшәрбеҙ.

            – Нимә һуң ул бәхет, Тимер ағай?

            – Бәхетме?.. Ул кешеләргә зыян итмәү.

            – Һинең бит бер кемгә лә зыяның теймәне, Тимер ағай.

            – Мин…мин… - Ауырыу, яңылышаһың, мин ауыр гөнаһлымын, тип әйтергә уҡталғайны, өйәнәге тотто, ул  кө­йәнтәләй бөгөлдө лә үлемесле ғырылдарға то-тондо.

* * *

        Бында ваҡыт ағышы онотолдо. Әйтерһең дә ул ошо ҡуйы ҡараңғылыҡта тыу­ған да ғүмере буйы шул фанилыҡ менән баҡыйлыҡ араһында ыҙалана. Ғазап­тары­ның осо ла ҡырыйы ла күренмәй.

       Бүлмәгә һаҡ ҡына ингән аяҡ тауыштары ишетелде.

            – Гөлниса… Килдеңме?..

            – Килдем, Тимер.

            – Ә мин һине көттөм. Килереңде, хатта бөгөн килереңде лә белеп яттым.

            – Көн һайын килдем. Тик бында инергә генә ҡыйманым.

            – Хәлдәр шулайыраҡ…

            – Борсолма, төҙәлерһең.

            – Йыуатма, һин бит минең менән бәхилләшергә килгәнһең.

            – Кем кем менән бәхилләшә бит әле.

            – Нишләп улай тиһең?

            – Тормошомдоң йәме, мәғәнәһе ҡалманы, Тимер…

            – Улай тимә. Һиңә йәшәргә кәрәк.  Бына мин инде, күпме ҡырталашһам да бы­нан сығыр яйым юҡ. Гөлниса… Алай ҙа килдең әле. Әйтер һүҙем бар ине… Зө-фәрҙең үлемендә мин генә ғәйепле… Теге ваҡыт уға ярҙам ҡулы һуҙмай үлтерҙем уны. Тү­ш­ем­­дәге фажиғәғә илткән мөһөрҙө лә ул һалды…

            – Ары бер нимә лә әйтмә, Тимер… Ул енәйәтте икәүләп ҡылдыҡ… Һинең ук­ол ҡаҙамағаныңды белеп яттым… Шулай булғас икебеҙ ҙә гөнаһлы… Үҙ телә­гең мен­ән ғәзиз балаңды үлтереш инде…Гөнаһ! Гөнаһ! Ярлыҡау юҡ миңә!

       Тауыш алыҫлашҡандан алыҫлаша барып ишек артына инеп юғалды…

       Кәүҙәне йәнә өйәнәк быуҙы. Ташҡа әйләнгән мускулдар ҡабарып ҡул-аяҡтар-ҙы ян-яҡҡа тырпыратып ҡатырҙылар, ҡот осҡос ауыртыу аңын томаланы. Һуңғы сиктә  иҫ китмәле көс менән тартышып бауҙы өҙ­өп бөгөлгән ум­ырт­­ҡа һөйәге шыт-ырҙап һын­ды, тел тамаҡҡа килеп ты­­ғылды. Күҙ алдында теге саҡ тө­ш­өнә ингән, ялҡын­­­­­ла­нып янған ҡыҙыл шар пәйҙә булды ла ут шеше ҙурайғандан-ҙу­­р­ая барып сәсрәп һыт­ылды. Тирә яҡҡа урғылған ҡайнар ағым мейегә тулып бешерә, ҡайната башлағайны ун­ың үҙәгендә ур­ын­лаш­­ҡан йән маңлай тапҡыр­ы­нан осоп сыҡты ла башта күҙ эйәрмәҫ тиҙ­лек­тә ниндәйҙер ҡа­­ра туннелдән ел­де, ары күҙ ҡамаштыр-ырлыҡ яҡты­лыҡ­­­ҡа сой­ор­ғоно. Баҡтиһәң, ул дауахананан күпкә юғарыраҡта аҫыл-ынып тора ик­ән. Бар донъ­яны ул үтәнән-үтә күрә. Табиптар уның ҡороған ағастай сатай-ботай ҡат­ҡан тәненә йән өр­өр­гә мат­а­ш­ып, өтәләнеп, улай-былай йүгерге-ләйҙәр. Бушҡа тыр­ы­ш­а­һы­ғыҙ.  Уға бит бын­да шундай рәх­әт… Ана шаулы, өҙлөк-һөҙ машиналар елгән урам аша яңғыҙ ҡат­ын сығып бара. Күрмәй микән ни светофорҙың ҡыҙ­ыл ут­ын?! Гөлнисаны таныны. Йән уны ҡурсырға те­лә­гәндәй шул яҡҡа ҡарай осто. Тик һуң­ла­ны. Күҙ эй­әр­мәҫ тиҙ­лек­тә барған машина тегене  бәр-еп тә йыҡты. Күҙ ас­ып йом­ған ар­ала йәйелгән ҡан­ күлә­үеге ур­та­һы­н­ан тағы ла бер шыйыҡ томан йомғағы айырылды. Гөл­ниса­ның фиғеленә әүер­елгән томанды күргән йән ҡыуанырға ла ҡайғырырға ла өлгөрмәй ап­ты­рап ҡалды башта, шунан уны ет­әк­­ләй һалып юғ­ар­ыға талпынды. Бында яҡты, бын­да иркенлек... Ға­зап та өҙ­­­лөк­һөҙ мей­е­не игә­гән хәс­рәттәр ҙә юҡ. Бары һиллек һәм ең­ел­­лек… Йән те­ге, әле генә тап­ҡан ише­н­ең ҡу­лын ысҡындырырға иткәйне, ул­ар айыр­ыл­маҫлыҡ бул­ып берек­кән­дәр икән. Шатланып китте, ул­­ар мәңгегә бергә ҡал­а­саҡ. Юғ­а­рыға ҡа­ра­ны. Унда нурҙарҙан туҡыл­ған оло ҡапҡа. Ожмахтыр. Шунда ын­­ты­лыр­ға итәләр, тик уларҙы ниндәйҙер көс урында ҡаҙаҡлап тота. Бәй, уның түше тәң­­гә­лен­ә ҡур­ғаш­тан ау­ыр, суйыр таштан ҡаты мөһ­өр йәбешкән икән дә баһа. Бармаҡ башын­дай мөһ­өр. Бына ул тиҙ арала үҫте, ҙурайҙы ла бер­еккән ике йәнде түбәнгә өҫтөрәне. Тар­­ты­­ша­лар, тыб­ыр­сыналар, ҡаршылашырлыҡ рәттәре юҡ. Бер аҙ­ҙан теге­ләр хәлдән тайып, ҡара тапты хәтер­ләт­кән мөһ­өр ар­ты­нан эйәреп, бая осоп сыҡҡан ҡараңғы, һал­ҡын ер ти­ше­ге­нә, йәһәннәм төбөнә, там­уҡ­ҡа тәкмәстеләр…

Хәйҙәр ТАПАҠОВ.

Фото: Лилиә ТАКАЕВА

– Килдеңме? Хушлашырғалыр инде?
– Килдеңме? Хушлашырғалыр инде?
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: