Һыу. Бер йотом һыу...
Тамаҡ кипкән, баш сатнап ярыла, керпектәргә, әйтерһең дә, герҙәр аҫҡандар, һис кенә лә уларҙы күтәрер әмәл юҡ. Шулай ҙа барлыҡ көсөн йыйып күҙҙәрен асты Бәхтиәр.
Асты, ләкин бер ни аңлай алманы. Ул алдында ятҡан ватыҡ ултырғыс менән түшәкһеҙ ҡаҡ ағас һикенән башҡа бер нәмә лә күрмәне.
Туҡта әле, ул ниңә бында, таш иҙәндә ята? Ул ҡайҙа? Бәхтиәр ҡалтыранған аяҡтары менән тороп, ағас һикегә ултырырға самаланы, ләкин башы әйләнеп, күҙ алдары ҡараңғыланып китте.
Ҡолап китеүҙән ҡурҡып, тиҙ генә сүгәләй һалды. Башы әйләнеүҙән туҡталып торған арала, ҡарашын кескәй генә рәшәткәле тәҙрәгә йүнәлтте. Тәҙрәнән төшкән ҡояш нурҙары уны бер аҙ айнытып ебәргәндәй булды. Ул зәңкеп ауыртҡан башын ике усы менән ҡыҫып, фекерҙәрен йыйырға һәм ни өсөн ошо хәлгә ҡалыуын иҫенә төшөрөргә тырышты. Нисек булды һуң әле?
Эйе... уны өйҙән дуҫы Толик алып киткән ине. Һәм улар юл ыңғайы ике шешә араҡы алып Мариналарға барҙылар. Шунан, ҡәһәрең, фекер тарҡала. Берәй генә йотом һыу булһасы. Артабан тағы нимә булды һуң әле?.. Бәхтиәр, барлыҡ зиһенен йыйып, нисек итеп ошо хәлгә тарыуын хәтерләргә ҡырталашты.
Эйе, шаулы көнбайыш музыкаһы ыңғайына Толиктың һөйәркәһе Марина менән вальс әйләнгәндәре иҫендә. Һәм яҡын дуҫы Толиктың уға ҡыҫтап-ҡыҫтап араҡы ҡойоп эсергәне хәтеренә төштө. Шунан? Ул ҡапыл елкә тәңгәлендә ниндәйҙер көслө ауыртыу тойҙо һәм ҡараңғы упҡынға ҡоланы... Артабан Бәхтиәр, нимә булғанын күпме генә хәтерләргә тырышып ҡараһа ла, һис кенә лә иҫенә төшөрә алманы.
Шул ваҡыт ауыр тимер ишек шығырлауы һәм киҫкен тауыш менән бирелгән әмер уның көс-хәлгә йыйған фекерен бүлде:
– Ҡулға алыныусы Лоҡманов, следователгә!
Уны, ҡулдарын артҡа ҡуйҙырып, тәфтишсегә алып киттеләр. Закон һаҡсыһына барып еткәнсе Бәхтиәрҙең мейеһен: “Ни ҡылды һуң ул? Ни өсөн следователгә допросҡа алып баралар? Сикә тәңгәлендәге яраһын ҡайҙа эләктергән?” тигән һорауҙар бырауланы. Хәйер, быға әллә ни хәүефләнмәне, сөнки яраһынан ҡан килмәй, ул ойошоп ҡатҡан ине. Бәхтиәр һорауҙарына яуап таба алманы. Хәленең мөшкөл булыуына ҡарамаҫтан, тороп баҫырға көс тапты һәм бына шаҡтай матур атлап бара. Тик үҙен борсоған һорауҙар ғына тынғылыҡ бирмәне. Ни ҡылды һәм ни өсөн ҡулға алғандар уны? Ошо һорауҙы үҙен оҙата барыусы һаҡсыға ла бирергә тип ауыҙын асҡайны Бәхтиәр, тик тегеһе:
– Һөйләшергә ярамай! – тип тыя һалды.
– Һөйләшергә ярамай, имеш... Әле бер нисә көн элек кенә, милицияға эшкә урынлашып йөрөгәндә, ярай ине. Хатта өгөт-нәсихәт менән милиция эшен үҙҙәре тәҡдим иткәйнеләр бит. Хәҙер килеп – ярамай...
Шулай уҡ эштәре насармы икән ни уның?
Ошо уйҙар менән килеп баҫты тәфтишсе алдына Бәхтиәр.
– Ултырығыҙ, – тине ҡоро ғына сәсенә сал төшкән капитан.
– Мин следователь Кәримов булам. Һеҙҙең эш буйынса тикшереү алып барасаҡмын. Минең һорауҙарыма ҡыҫҡа һәм аныҡ, ялғанламай ғына яуап биреүегеҙҙе үтенәм. Өҫтәп әйтәм, борғоланмағыҙ, мин һеҙҙең турала етерлек мәғлүмәт йыйҙым, ҡыҫҡаһы, аныҡ һәм дөрөҫ һөйләү минең файҙаға ғына буласаҡ.
“Уның ҡарауы, миңә бер ни билдәһеҙ”, – тип ҡысҡырғыһы килде уның шул саҡ, сөнки һорау уның теңкәһенә тейҙе, тамағына килеп тығылған төйөр тауышын ҡыҫты, уны һөйләшә алмаҫлыҡ хәлгә еткерҙе.
– Мәгеҙ, гражданин Лоҡманов, уҡығыҙ һәм ҡул ҡуйығыҙ!
Бәхтиәр ҡалтыранған ҡулдары менән протоколды уҡый башланы. Унда Панина Маринаның Б. С. Лоҡманов тарафынан туҡмалыуы һәм көсләргә маташыуы тураһында яҙылғайны.
– Дөрөҫ түгел, теймәнем мин уға... – тип, саҡ-саҡ әйтә алды бер ни аңламаған Бәхтиәр.
– Ха, ха... Теймәнең, имеш, тороп тор, егет, бик тиҙ ҡотолмаҡсы булаһың... Теймәгәс, ҡайҙан хасил булған Марина Панинаның тән яралары? Быны гражданка Панинаның күршеләре һәм һеҙҙең шешәләш дуҫығыҙ Анатолий Иванов та раҫлай. Тыңла, бына ниндәй ғариза яҙылған улар тарафынан: “Беҙ ун дүртенсе декабрь көндө Б. С. Лоҡманов менән Панина Мариналарға барҙыҡ, юл ыңғайында ике шешә араҡы алдыҡ. Марина өйҙә яңғыҙы ине. Араҡыларҙы эсеп бөткәс, Б. С. Лоҡманов Марина Панинанан араҡы таптыра башланы. Марина, араҡы ла, аҡса ла юҡ, тигәс, Лоҡманов Маринаға һуғып ебәрҙе. Уның менән генә сикләнмәйенсә, ул Маринаны күрше йоҡо бүлмәһенә һөйрәй башланы. Лоҡмановтың ниәтен аңлаған Марина Панина минән ярҙам һораны. Мин уларҙы аралай башлағас, Лоҡманов өҫтәлдәге кухня бысағын алып, “Үлтерәм!” – тип, миңә ташланды. Мин үҙем генә ҡоро ҡул менән ҡораллы Лоҡмановты тынысландыра алмаясағымды аңлағас, ирекһеҙҙән ултырғыс менән уның башына һуҡтым...”
Бына шулай, ҡустым, эштәрең бик шәптән түгел һинең, бер нисә статья менән китәсәкһең, йәғни, беҙҙә уны “букет” тиҙәр.
Шул ваҡыт үҙе лә һиҙмәҫтән:” Нахаҡ!” – тип ҡысҡырып ебәрҙе Бәхтиәр. Ҡысҡырҙы, әммә үҙ тауышын үҙе таныманы. Тауышы әллә ҡайҙан алыҫтан, урман төпкөлөнән, ишетелгән төҫлө тойолдо.
– Уның ҡарауы, минең фекерем башҡасараҡ, – тине тәфтишсе, ҙур ҡәнәғәтлек менән һүҙен дауам итеп. Урыны менән телмәренә айырым һүҙҙәргә баҫым яһарға ла онотманы. – Йә, ярай, һин уға теймәнең дә, ти, ә кеҫәңә тентеү ваҡытында табылған алҡа, йөҙөктәр ҡайҙан килеп керҙе икән? Улар тураһында нимә әйтерһең? Бәлки, улар үҙҙәре һинең кеҫәңә инеп ятҡандыр? Хәйер, һин хәтерләрлек хәлдә түгел инең шул. Бына шулай, егет кеше, – тип һүҙен дауам итте тәфтишсе. – Борғоланыуың файҙаһыҙ, һиңә бер генә юл ҡала, ҡустым, – чистосердечное признание. Эйе, ысын йөрәктән ғәйебеңде таныуың, бәлки, хәлеңде еңеләйтер бер аҙ.
Нимә тип әйтергә лә белмәне Бәхтиәр. Йән атып йөрөгән дуҫы Толиктың, аҫтыртын рәүештә эскегә һатылып, мәкерле эш итеүен аңлай алманы. Берҙән-бер дуҫының ғәмһеҙ булыуы арҡаһында аяныс тормош һуҡмағы уны тотҡонлоҡҡа килтерҙе. Ни өсөн?.. Ғәҙелһеҙлек йөрәген телде.
Уйҙар, уйҙар... Улар, икһеҙ-сикһеҙ йәйрәп ятҡан диңгеҙ шикелле, алыҫтарға, Бәхтиәрҙең бала сағы, үҫмер йылдарына, алып китте. Атаһын хәтерләмәй, уны тик әсәһенең һөйләүе буйынса ғына белә. Бәхтиәргә ике йәш тулғанда, атаһының эскән килеш колхоз аты менән ҡышҡы буранда аҙашып үлеүе тураһында йыш һөйләгәне бар ине әсәһенең. Атайһыҙлыҡҡа күнегеп, әммә әсә йылыһын, әсә иркәләүен тойоп үҫкән Бәхтиәргә әлеге ваҡытта, һалҡын зинданда, әсәһе бик йәл ине. Нисек кенә итеп күтәрә алды икән меҫкен был ҡайғыны? Көтмәгәндә, уйламағанда, күҙ ҡараһылай ҡарап, ҡурсалап үҫтергән улын ҡулға алһындар әле. Бар ғүмерен, йәшлеген уны үҫтереүгә арнаған әсәһенә ифрат ауыр икәнен тойомлай башланы Бәхтиәр. Шулай булмаһа, әсәһе ауылда бынамын тигән итеп йәшәп ятҡан еренән ҡалаға күсеп килер инеме ни? Берҙән-бер улына төплө белем, яҡшы тәрбиә бирер өсөн тырышты Сәхипьямал. Бәхтиәр һигеҙенсе класты тамамлағас, барлыҡ ҡура-ҡаралтыһын, мал-тыуарын һатып, ҙур ауырлыҡ менән булһа ла, ҡаланың бер районында ике бүлмәле фатир алды. Нисәмә йылдар буйына эшләп йыйған барлыҡ мөлкәтен илтте лә һалды. Илең ниндәй – көнөң дә шулай, тигәндәй, ул осорҙа ауылда яҡшы эшләгән кешегә йәшәргә арыу ине әле.
Аҡсаны көрәп алмаһаң да, уның, исмаһам, ҡәҙере була торғайны. Бәхтиәрҙең дә әсәһе ал-ял белмәй бик бөктө – һөтсөлөк фермаһында һауынсы булып эшләне. Таң һарыһы беленер-беленмәҫ эшкә китер, төшкө ашты иҫәпкә алмағанда, бөтә ваҡыты фермала үтер булды. Шуға күрә лә рәсеме Почет таҡтаһынан төшмәне. Әммә ғаилә бәхете генә ситләтеп йөрөнө уны: бер күренде, бер һүрелде, тигәндәй. Пенсияһын ваҡытында алды, кеше кеүек тыныс ҡына ҡартлыҡ көнөндә кинәнеп, тормош ҡәҙерен белеп йәшәйһе урынға, әсәһе үҙенә мәшәҡәттәрҙе арттырып торҙо. Иш янына ҡуш булһын тип, урамын да һеперҙе, подъезд йыуыуҙан да тартынманы. Әммә бәхетле булыу өсөн етеш йәшәү генә аҙ икән. Ысынлап та, өйҙә көтөп, йылмайып ҡаршы алыр кешең булһын ине шул. Элек Бәхтиәрҙең былар тураһында һис кенә лә уйлағаны булманы. Хеҙмәтән ҡайтҡас та, медкомиссия үтә һалып, милицияға эшкә инергә ине уйы, тик... Бына бит донъялар нисегерәк үҙгәреп китте. Хәйер, хәҙер уның уйланырға ваҡыты етерлек буласаҡ...
Йәнә ишек шығырлап асылды, кисәге тәпәшәк буйлы сержант Бәхтиәрҙе тағы тәфтишсегә алып китте.
Тиҫтерҙәре хәрби хеҙмәткә алынғанда Бәхтиәр ҙә аҡ ҡарға шикелле ситтә ҡалманы. Йәше тулыу менән хәрби хеҙмәткә саҡырҙылар. Әсәһе Бәхтиәрҙе армияға ебәрмәҫ өсөн күп тырышты, күп тапаны военкомат юлын. Ҡараусы кешем юҡ, тип тә ҡараны, әммә уны ишетеүсе лә, һүҙенә ҡолаҡ һалыусы ла булманы.
Хеҙмәт юлын Бәхтиәр Ҡаҙағстандың әллә ни билдәле булмаған ҡалаһында, эске эштәр ғәскәрендә, башлап ебәрҙе. Көндәлек һалдат тормошо еңелдән булманы Бәхтиәр ишеләргә. Бында әсәһе шикелле бер кем дә ҡурсалап тормай, һуңланың икән – наряд, тыңламаһаң – ике наряд. Ҡулдарың ғына иҫән-һау булһын, бында иҙәнде лә метрлап түгел, ә гектарлап йыуырға тура килә. Шуға ла өйгә хат яҙғанда хеҙмәте тураһында яҙырға тырышманы. Төрмә – төрмә инде, уның тасуирлап яҙырлыҡ нимәһе бар? Әсәһен ҡурҡытмаҫ өсөн Бәхтиәр “зек”тарҙы һаҡлауы тураһында яҙманы. Ләкин тормош мөғжизәһеҙ булмай, тигәндәй, Бәхтиәр йылын тултырып, ярайһы уҡ йышылып һалдат ҡорона ингәндә, командование уны кинәт кенә Башҡортостанға күсерҙе.
***
Йома көн Сәхипьямал ашыҡ-бошоҡ ҡына йыйынды ла, хәйер-саҙаҡаларын алып, иренең сираттағы йыллығын уҡытырға тип юлға йыйынды.
Хатта иҙрәп йоҡлаған Бәхтиәрен дә уятып торманы, кистән бешереп ҡуйған ашын һыуытҡыстан алып, газ плитәһе өҫтөнә ҡуйҙы ла йәһәт кенә өйҙән сығып та китте. Бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ, алған билеттарын усына ҡыҫып тотоп, ярым буш автобуста ауылына ҡайтып китте.
Үҙе автобуста булһа ла, әсә уйы менән һаман шул Бәхтиәре янында ине. Ана бит, ниндәй матур, атаһына оҡшап һомғол кәүҙәле, аҙ һүҙле, бер аҙ ҡырыҫыраҡ булып үҫеп китте улы. Ҡырыҫ тигәндәй, уныһы әллә ҡайҙа китмәҫ, берәй үҙенә оҡшаған ҡыҙ-ҡырҡын табып өйләнеп тә ҡуйһа, ҡайһылай йәтеш итер ине. Үҙе лә күҙ-ҡолаҡлы, мине лә бәхетле итер ине, тип татлы хистәргә бирелеп, ойоп китте. Тигеҙһеҙ юлда автобус һикертә башлағас, Сәхипьямал тертләп йоҡоһонан уянды. Нимә булды икән тип, яҡ-яғына ҡаранды ла, ул-был булмағас, тынысланып ҡабат уйға сумды. Күпме генә тырышһа ла, ире Сабир менән йүнле йәшәй алманылар. Эскеһенә баш була алһа, бәлки, йәшләй генә тормош менән хушлашмаҫ ине. Бәхтиәрҙең эскесе Настяның улы Толиктан айырыла алмай йөрөүен һис тә оҡшатманы Сәхипьямал. Шулай булмай тағы... Уныһы ла бит хатта урта мәктәпте лә тамамлай алманы. Хәҙер ана тапҡанын кем етте – шуның менән эскегә сарыф итеп, теләһә кемгә ялланып ғүмер итә. Толик Настяның берҙән-бер улы булғанғамы, әллә баш сәбәптәнме – хәрби хеҙмәттән тороп ҡалды. Шундай уйҙар менән башын ҡаңғыртты Сәхипьямал. Туҡта, ни эшләп әле ул кеше балаһы тураһында баш вата? Уның уйлар һәм ҡайғыртыр кешеһе юҡмы?
Бар уның уйлар кешеһе, Аллаға шөкөр, ни эшләп булмаһын. Улы хеҙмәтен тултырып, иҫән-һау ҡайтып төштө. Тик, кинәнеп бер нисә ай ял итәһе урынға, аҙна ла үтмәй эшкә төшөүен иҫенә төшөрөп, улын йәлләп ҡуйҙы Сәхипьямал. Эш ҡайҙа ла эш инде, әсә улының милицияға урынлашыуын бер аҙ оҡшатып етмәне, ләкин ризалашты. Бәхтиәрҙең оҙағыраҡ ял итеп, дуҫы Толик ыңғайына эскегә һалышып китеүенән ҡурҡты. Шуға күрә лә уның тиҙерәк эшкә урынлаша башлауына бер яҡтан бик һөйөндө. Алла бойорһа, улын башлы-күҙле итеп, ҡартлыҡ көнөндә әҙәмсә ейәндәр үҫтереп, ғаилә шатлығы күреп йәшәһә, насар булыр инеме ни? Ошондай татлы хыялдарға бирелеп, ауылына ҡайтып еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды Сәхипьямал.
***
Уйҙар, уйҙар... Бәләгә тарығандан алда булған ваҡиға Бәхтиәрҙең күҙ алдына килде. Ишек шаҡынылар... Егет уны йәһәт кенә тороп асырға ашыҡманы. Ғәҙәттә, ишекте әсәһе аса торған ине, ни эшләп әле ул асмай, һуҙа? Бәхтиәр, ашыҡмай ғына тороп, көҙгө алдына баҫып сәсен тарап алды ла, ишектәге “күҙҙән” коридорға күҙ һалды. Шаҡыу ҡабатланды. Бәхтиәр үҙ күҙҙәренә үҙе ышанманы: ҡаршыһында бөтә зонаның ҡотон алып, дер ҡалтыратҡан “Рыжий” баҫып тора ине. Араларҙы тик ағас ишек бүлә. Бәхтиәр, тын алырға ла ҡурҡып, ҡатып ҡалды. Хатта, Рыжийҙың үҙен күргәс, йөрәге жыу итеп китте: “Үс алырға килгән...” тигән уй мейеһен телеп китте.
Әммә Рыжийҙың ниәте башҡасараҡ ине. Ултырыр срогын тултырып бөткәс тә, кисәге “зек” йәһәт кенә үҙенең төбәгенә ҡайтып китергә ашыҡманы. Уны тыуған яғында бер кем дә көтмәй һәм бер кемгә лә кәрәге юҡ шул. Шуға ла яҡын аралағы дуҫ-иштәрен күреп, кәйеф-сафа ҡороп, ил гиҙеп йөрөүҙән дә яҡшыһы юҡ әлегә. Юл төшкәндә Бәхтиәрҙе лә онотманы, уның менән дә “иҫәп”те өҙөп китергә кәрәк.
Шаҡыу ҡабатланды.
“Асмаҫҡа!” – тигән уй Бәхтиәрҙең мейеһен йәнә йәшен тиҙлегендә телеп үтте. Ишек артындағы Рыжий, ишеккә тағы ла бер тапҡыр ныҡ итеп типте лә, бер нисә ҡатлы итеп бик ҡаты һүгенеп, кем менәндәр һөйләшә-һөйләшә, урамға сығып китте. Бәхтиәр һаҡ ҡына тәҙрә тәңгәленә килеп селтәр аша урамға ҡараны ла, тағы ла нимә булыр икән тип, шым ғына күҙәтә башланы. Теге икәү урамға сыҡҡас, тәмәке тоҡандырып алды, Бәхтиәр йәшәгән яҡҡа ҡарап ниҙер һөйләште, яйлап ҡына ҡаршылағы йорт артына инеп китте. Кейемдәренә ҡарап, был икәүҙе яңы ғына төрмәнән сыҡҡан әҙәм аҡтыҡтары тип әйтмәҫһең. Бәхтиәрҙең Рыжий менән уның араһында булған ваҡиға иҫенә төштө. “Юҡ, ҡәһәрең, онотмаған”, – тип уйлап ҡуйҙы шул саҡ Бәхтиәр. Дембель алдынан булды был хәл.
Промзонаға Бәхтиәр конвой булып айҙан ашыу йөрөнө. Инде эште тамамлап ҡайтабыҙ тигәндә, Бәхтиәр Рыжийҙың ҡулында оло ғына төргәк шәйләп ҡалды. Ул бәләкәйерәк булһа, Бәхтиәр, бәлки, бәйләнмәгән дә булыр ине. Ләкин күрәләтә “зек”тың оло “табыш”ын нисек тикшермәйһең. Бәхтиәр Рыжийҙы туҡтатып, төргәкте алып, сисеп ебәрҙе. Унда өс ҡап сигарет, ике әсмүхә сәй һәм бер шешә араҡы бар ине.
“КП”ла һалдаттар араҡы менән барыбер уҙғармаясаҡтар тип уйлап, Бәхтиәр шешәне алып бер яҡ ситкә ҡуйҙы ла, сигарет менән сәйҙе Рыжийға һондо. Ә ул ҡулындағы төргәккә ҡарап-ҡарап торҙо ла кинәт кенә уны Бәхтиәргә бәрҙе:
– Мә, козел, тығын!..
Ошо мәлдә Бәхтиәр, үҙе лә һиҙмәҫтән, автомат төйҙәһе менән Рыжийға һуҡты. “Зек” яурынбашын тотоп ергә ҡоланы һәм ыңғырашыу аша тешен ҡыҫып:
– Ну, ладно, ер аҫтынан табасаҡмын үҙеңде, – тине ажарланып. Рыжийҙың был һүҙе Бәхтиәрҙе сығырынан сығарҙы. Ул йән асыуынан:
– Ә, шулаймы? Әле һин миңә янайһыңмы? – тип, тәнтерәкләп тороп килгән Рыжийҙың битенә типте. Уныһы киҫелгән ағас шикелле ергә тәгәрәне. Ошо ваҡиға тураһында бик оҙаҡ уйланды Бәхтиәр. Үҙенең был ҡылығы өсөн үкенеп тә ҡуйҙы. Нимәгә кәрәк булды шул ваҡытта “зек”тан тартып алынған араҡы? Өҫтәүенә, төргәген тартып алып ҡына Рыжийҙы тәртипкә өйрәтеп булмағанын яҡшы аңланы Бәхтиәр. Халыҡ, кәкрене ҡәбер төҙәтә, тип юҡҡа ғына әйтмәгән бит.
Эйе, төрмә – яуызлыҡ мәктәбе...
Кис етте... Оҙаҡ уйланды Бәхтиәр. Ул үҙен икһеҙ-сикһеҙ йәйрәп ятҡан далала аҙашып ҡалған һарыҡ бәрәселәй тойҙо. Ҡайҙа барырға, кемдән ярҙам һорарға? Исмаһам, ошо ваҡытта дуҫы Толик та инеп сыҡмай, әллә ҡайҙа олаҡты, тип уйлап та өлгөрмәне, ишек шаҡынылар.
Бәхтиәр һаҡ ҡына “күҙҙән” коридорға күҙ һалды.
Иренең йыллығын йыл да ауылға ҡайтып уҡытыу Сәхипьямалдың ғәҙәтенә инеп китте. Ауылда үҙен ихтирам итеп торалар, ҡайтһа, ҡунаҡ итеп, өрмәгән ергә ултыртмайҙар.
Быйыл да ошо ғәҙәтен, Аллаға шөкөр, матур итеп атҡарып ҡуйҙы. Тик ниңәлер күңел тыныслығы ғына таба алмай аҙапланды. Иртәгә ҡайтам тигән кисте төнө буйы йоҡлай алмай йонсоп сыҡты. Ике туған һеңлеһе Маһира менән бик оҙаҡ һөйләшеп ятҡанғамы, иртән торғанда уның йөҙө йонсоу, күҙҙәре шешенгәйне. Өҫтәүенә, таң алдынан һаташыпмы, әллә баҫлығыпмы уянды. Күргән төшөн хәйерлегә юрап, Сәхипьямал ҡайтыр яҡҡа әйберҙәрен йыйнай башланы. Үҙе бында, ауылда, ә уйы менән гел улы Бәхтиәр янында булды.
Урынлашып, эш башлағандыр инде, ҡайтыуына ашарға ла бешереүсе юҡ, ас йөрөйҙөр, тигән уйҙар Сәхипьямалға һис тә тынғылыҡ бирмәне. Шуға ла тиҙерәк ҡайтып, улы Бәхтиәрҙе күргеһе килде....
Ниһайәт, ул өйөндә. Тик өйҙәге тәртипһеҙлекте күреп, Сәхипьямал аптырап ҡалды. Кухняла һауыт-һабаның тырым-тырағай туҙышып ятҡанына күңеле шомланды. Тәртипһеҙ рәүештә асылған варенье банкалары, буш консерва һауыттары, тәмәке төпсөктәре кухняны ташландыҡ хәлгә ҡалдырып, етемһерәтеп күрһәтә ине. Әммә Сәхипьямал быларға иғтибар бирмәне. Йәһәт кенә өйҙө йыйыштырып, элекке хәленә килтерҙе, улының ул юҡта ас ятмағанына һөйөндө. Моғайын, дуҫы Толик менән яңы эш урынын “йыуғандарҙыр”, тип үҙен-үҙе тынысландырҙы.
Донъяла яҡын кешеңде көтөүҙән дә ауыр нәмә юҡтыр. Сәхипьямал да улының ҡайтыуын түҙемһеҙләнеп көттө. Урамдағы һәр тауышҡа ҡолаҡ һалып арып бөттө. Шулай, бына-бына улы ҡайтып инер тип, зарығып көтөп ултырғанда, йорт алдына килеп туҡтаған машина тауышы ишетелде. Сәхипьямал тәҙрәгә ҡапланды. Милиция машинаһынан төшөп, подъезға инеп киткән кешеләрҙе күргәс:
– Аллаға шөкөр, эшкә урынлашҡан икән, – тип һөйләнә-һөйләнә ишеккә табан ыңғайланы.
Һаҡ ҡына ишек шаҡынылар.
Асылған ишек төбөндә зарығып көткән улы Бәхтиәр түгел, ә бөтөнләй ят кешеләрҙең тороуын күреп, Сәхипьямал ни әйтергә лә белмәй, ҡатып ҡалды.
– Лоҡманова Сәхипьямал һеҙ булаһығыҙмы? – тине, килеп ингәндәрҙең өлкәнерәге.
– Эйе, мин булам, әллә... Бәхтиәр?.. Ул ҡайҙа?
– Ғәфү итегеҙ, үтергә мөмкинме?
Ни эшләргә белмәй аптырап ҡалған Сәхипьямал, ғәҙәте буйынса, килгән кешеләргә түрҙән урын күрһәтергә лә онотто. Әсә йөрәге, ниҙер һиҙенгәндәй, ярһып тибә башланы, Сәхипьямал аяҡтарының хәлһеҙләнә барыуын тойҙо. Ишек тәңгәленә еткәс, ҡулдары менән ишек яңағына тотоноп:
– Зинһар, әйтегеҙсе, нимә булды? – тине.
– Иптәш Лоҡманова, беҙ һеҙгә яҡшы хәбәр менән килмәнек, – тип һүҙен дауам итте өлкән лейтенант. – Үҙегеҙҙе, зинһар, ҡулға алығыҙ... Һеҙҙең улығыҙ... Бәхтиәр Лоҡманов үҙенә ҡул һалған!..
– Нимә-ә-ә-ә?..
Сәхипьямал ҡараңғылыҡҡа ҡоланы.
***
Бәхтиәрҙең үлеменән һуң Толикты алмаштырып ҡуйҙылармы ни. Уның мыҡты кәүҙәһе сибекләнеп, күҙҙәре моңһоуланып, нурһыҙланып эскә батып ҡалған. Хәҙер инде кем етте шуның менән эсеп йөрөмәҫ, хатта урамда ла һирәк күренер булды. Уның йәшәү рәүеше – яңғыҙлыҡ. Толикты мәңге ғәфү итмәҫлек, дуҫы Бәхтиәрҙе үлемгә дусар иткән хатаһы ғазапланы.
Хәҙер инде Бәхтиәр юҡ... Бергә уйнап үҫкән урам алды, ихата-ҡаралтылар – барыһы ла уға Бәхтиәр дуҫын хәтерләтә. Хәтерләтә генә түгел, һәр таныш кеше “Һин араҡы ҡоло”, “Һин иманһыҙ”, “Һин дуҫыңды һаттың”, тип ҡәһәрләй төҫлө.
Әммә иң ауыры, иң йөрәк өшөткөсө Толикка Сәхипьямал менән осрашыу булды. Бындай ваҡытта ул башын түбән эйеп, Сәхипьямалды ситләтеп урап үтте. Тик әсә генә улының үлемендә, уның яҡын күреп йөрөгән дуҫының ҡатнашлығы барҙыр, тип башына ла килтермәне. Киреһенсә, уны осратҡанда улы Бәхтиәре кеүек күрҙе, уның менән һөйләшәһе, уны яратҡыһы килде. Ләкин, йәшәүгә өмөтөн өҙгән Толиктың уйы башҡаса ине.
Нисек итеп Рыжийҙан дуҫы Бәхтиәр һәм яратҡан ҡыҙы Марина өсөн тиҙерәк үс алырға? Уны ҡайҙан табырға? Эште Толик хат яҙыуҙан башланы:
“Сәхипьямал апай! Был хатта һеҙ ҡулығыҙға алып уҡыған саҡта, мин, моғайын, алыҫта булырмын. Шулай ҙа нисек кенә булмаһын, һеҙҙең алда ғәйеплемен. Һеҙҙең берҙән-бер улығыҙҙың үлемендә үҙемдең оло ғәйебемде таныйым. Ул хәл һеҙ ауылда саҡта булды. Бөтөнләй таныш булмаған ике әҙәм менән урамда бер шешә араҡы эскәс, былар минең кем булыуым һәм һеҙҙең улығыҙ Бәхтиәр менән төпсөнөп ҡыҙыҡһынды, беҙ уның хеҙмәттәштәре тип алданы. Тәүҙә Бәхтиәрҙе өйөнән алып сығырға һәм берәй аулаҡ ҡына булған фатирға алып барырға ҡуштылар. Әммә, әлегә был турала Бәхтиәрҙең үҙенә бер ни ҙә әйтмәҫкә ҡушып киҫәттеләр. Мин иң элек был икәүҙе Мариналарға алып барып урынлаштырҙым. Был ваҡытта Мариналарҙа аулаҡ – уның атаһы менән әсәһе ял йортонда ине. Үҙем Бәхтиәрҙе алырға киттем. Ул өйҙә яңғыҙы ғына ине. Был ваҡытта дуҫым үҙен бик сәйер тотто, әммә минең килеүемә бик һөйөндө. Өйҙә оҙаҡ торманыҡ: юл ыңғайы магазинға һуғылып, ике шешә араҡы алдыҡ та, Мариналарға киттек. Унда беҙҙе көтәләр ине.
Ишекте Марина асты... Уның күп илағанлыҡтан күҙ бәбәктәре шешенгән, йөҙөндә нурһыҙлыҡ, битарафһыҙлыҡ ярылып ята.
– Һиңә нимә булды, Марина? – тине ул.
– Һуңынан... – тип кенә яуаплағас, эштең нимәлә икәнен аңлап алдым.
– Ҡәбәхәттәр! – Ләкин һуң ине инде... Бына ошо ваҡытта мин үҙемдең ниндәй оло хата эшләгәнемде аңланым.
Бәхтиәр ҡабат-ҡабат: “Ҡайҙа һуң минең хеҙмәттәштәрем”, – тип ҡыҙыҡһынды. “Хәҙер киләләр, әйҙә, әлегә эсә торайыҡ”, – тип тынысландырҙым да, араҡы ҡойоп бирҙем. Ул башҡа ваҡыттағы кеүек инәлтеп торманы, һалғанды эсә барҙы. Шуны ғына көтөп торған, теге икәүҙең береһе, йәшенгән еренән сығып, ултырғыс менән Бәхтиәргә аңғармаҫтан һуғып, уны һуштан яҙҙырҙы. Йәһәт кенә Маринаның алҡа-йөҙөктәрен һалдырып, Бәхтиәрҙең кеҫәһенә тығып:
– Ҡара егет, әгәр тауышың сыҡһа, һине лә ошондай хәл көтә... Милиция килгәс, күрһәтмәне мин ҡушҡанса бирерһең! – тип, боғаҙға бысаҡ терәне.
– Бер нәмәгә лә ҡағылмағыҙ, милицияны үҙебеҙ саҡырырбыҙ, – тип был икәү сығып китте.
Сәхипьямал апай, ысын күңелемдән яҙам. Мин был ике әҙәм аҡтығын, Бәхтиәрҙең ҡан дошмандары икәнен белмәнем, сөнки улар тәүҙә:
– Беҙ – Бәхтиәрҙең дуҫтары, беҙ уға “сюрприз” әҙерләйбеҙ, – тип, мине алданылар.
– Ә, мин йүләр, уларға ышандым. Хәлдең былай боролош алырын алдан белһәм, мин, һис шикһеҙ, икенсе төрлө эш итер инем. Ләкин, хәҙер һуң инде. Кисер мине, Сәхипьямал апай!
Толя Иванов”.
Бәхтиәрҙең яҡын дуҫы Толиктың яҙған хаты Сәхипьямалды тетрәндерҙе.
“Ни өсөн Бәхтиәр ошоғаса үҙенең ҡан дошмандары барлығын әсәһенә һөйләмәгән, белгертмәгән? Кемдәр улар? Уларға Бәхтиәрҙән нимә кәрәк булған?”
Улының үҙенә ҡул һалыуына әсә йөрәге һис кенә лә ышанырға теләмәй ине. Толиктың хаты уның шик-шөбһәләрен тарата төштө. Балаһының үлемендә үҙен дә ғәйепләгән әсәгә әҙ генә еңеллек килде.
“Бәхтиәрҙең дошмандары, дуҫының хыянаты ғына улының ғәзиз ғүмерен өҙҙөмө?.. Ә, Бәхтиәр?.. Ни өсөн ошо тормошоноң беренсе һынауы алдында юғалып ҡалған. Уға яғылған нахаҡ ғәйепләүҙе кире ҡағырлыҡ көс таба алмаған?.. Үҙ-үҙеңә ҡул һалыу, Тәңребеҙ алдында оло гонаһ икәнен белмәнеңме ни, балаҡайым?” – тип һуҡранды Сәхипьямал. Бөгөнгө көндә баланы ашатып-эсереп, теләгәнен кейендереп, бар бәләләрҙән ҡурсалап үҫтереү генә аҙ икәнен, бүре тормошона әйләнгән был заманаға ҡаршы торорлоҡ ихтыяр көсө лә кәрәклеген бик һуңлап аңланы әсә.
Өй алдында үҫкән өйәңкегә күҙе төштө Сәхипьямалдың. Унда ағас ҡыуышлығына тартылған үрмәксе ауынан ысҡынырға аҙапланған себенде күрҙе.
Эх, донъя!..
Фото: Лилиә ТАКАЕВА