Әҙәби бит
25 Ноябрь 2024, 15:00

Баҫҡыстар Хикәйә Әлиә САМАТОВА

 “Ҡурҡытып ҡуймайым. Ҡатынымдан айырылғандан алып уларҙы йүнле-башлы яҡындан күргәнем дә юҡ бит. Теге юлы ташыу йылға аша күтәреп сығарғанда ҡыҙымды ни тиклем яратыуымды аңлап, ҡылған хаталарым өсөн үкенеү тойғоһо кисергәйнем. Бәхет ҡошоноң ҡунғаны һиҙелмәй, осоп киткәс беленә икән...Эх, ҡыҙым,  һине бала табыу йортонан алып ҡайтҡан мәл бөгөнгөләй хәтеремдә минең.  Йәйге селлә. Тәнең тын алһын тип, йүргәктәреңде ысҡындырып, урман һуҡмағынан ситтәрәк бер урында туҡталдыҡ. Шул саҡ болондағы сәскәләр тағы ла сағыуыраҡ тойолдо, ҡоштар һайрауы ла дәртлерәк, тау шишмәһенең сылтырауы ла йыр булып инде ҡолаҡтарыма. Ә һин, шуны ғына көткәндәй, аяҡ-ҡулдарыңды тарбайтып, рәхәтләнеп йәйге тәбиғәттә иҙрәнең. Тырма-һәнәк күтәреп үтеп барған бесәнселәр: “Быларҙың ҡыҙҙары бар икәәән”,-- тип һоҡланыуын йәшермәне. Шул саҡта өҫтөңдә йөрөгән ҡырмыҫҡаларға...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

 “Ниңә ашыҡтым икән? Ашыҡҡан--ашҡа бешкән тигәндәй, саҡ ҡына һуңыраҡ сыҡһам, бындай  осрашыу булмаҫ ине...” Етмешенсе йылдарҙа ауылды ҡап уртаға бүлеп поезд юлы үткәргәндә тау битенә икешәр ҡатлы йорттар төҙөнөләр. Тауҙан төшөргә бетон баҫҡыстар ҡуйҙылар. Әллә ни киң булмаһа ла, ике кеше йәнәш үтмәле ҡулайлама халыҡ өсөн бик тә файҙалы булды. Әле шул баҫҡыстың иң үрендә торған Мәҙинәнең башынан шундай уйҙар йүгерҙе. “Әллә кире боролорғамы?..” Бер ҡулына ике айлыҡ улын күтәргән, икенсеһенә бәпес кәрәк-яраҡтары тултырылған сумка тотҡан йәш ҡатынға баҫҡыстың бер яғында үҫкән кесерткән, шайтан таяҡтар юл ҡаплаһа, икенсе яҡтан-тотоноп төшөр өсөн ҡуйылған тимер ҡулайлама кәртә булды.

   ...Баҫҡыстың аҫҡы күтәрмәһенә аяҡ баҫҡан Мараттың тәндәре зымбырлап, йөрәге дарҫлап типте. “Ҡыҙым...Ейәнем менән...Их, кире менеп кенә китмәһен инде. Шул тиклем күргем килә...” Ейәне тыуған көндө түбәһе күккә тейеп, атлап түгел, осоп йөрөгәйне. Ә бөгөн ҡаршыһына осранылар. Икәүләп.

     “Эйе, ишеттем шатланғаныңды, атай. Тик һинең бит ошо сабыйымды үҙ ҡулдарыңа алып, ҡосаҡлап яратырлыҡ мөмкинлегең бар ине ләһә. Уны ғына түгел, мине лә... Эйе, хәтеремдә... Бер йылды, яҙғы ташҡын мәлендә, өләсәйемә һинең алыҫ Себерҙән күстәнәстәр, бүләктәр алып ҡайтыуыңды еткерҙеләр. Әсәйем бер туған бәләкәй ҡустыһы менән икебеҙҙе һеҙгә ҡунаҡҡа ебәрҙе. Инйәр  йылғаһының ташып ҡылы барлыҡҡа килтергән мәле, һыу минең кескенә итектәремде аша ҡоя. Шул ваҡыт һин оҙон ҡуныслы итек кейеп ағайым менән мине күтәреп сығарҙың. Тик ул ваҡытта мин һинең йөҙөңә ҡараманым, күтәртмәй әллә күпме ҡарышып торҙом әле. Ҡурҡтыммы, оялдыммы--хәтерләмәйем. Һинең көслө ҡулдарыңда үҙемде ҡанаты сыҡмаған ҡош балаһылай итеп тойҙом. Ояһынан ҡолап төшкән дә, һин уны яралап ҡуймайым тигәндәй һаҡ ҡына күтәргәнһең...Ҡурҡһам да, үҙемә нисектер рәхәт кеүек. Ошолай һинең киң яурындарыңды оя итеп, шунда ҡанат үҫтереп, осоп китерҙәй булып килдем. Шул көндө һин бүләк иткән, бесәй һүрәте төшөрөлгән һары күлдәк менән сәскәле сандалиҙарымды аҙаҡ тишелеп бөткәнсе кейҙем. Ә бер шыптыр күстәнәс  “Школьный” кәнфитте ағайым менән бүккәнсе ашаныҡ. Мин уларҙың тыштарынан бер кемдә лә булмаған сәскәләр, биҙәктәр семәрләп эшләнем. Яңы йыл байрамында шыршыбыҙҙы ла матурлап торҙо әле улар. Кәнфит ҡағыҙындағы хәрефтәрҙе, һандарҙы ҡарап яҙырға ла өйрәндем хатта.Ул кәнфиттәрҙең  тәме әле лә тел осомда...” Мәҙинә ике баҫҡыс төштө лә туҡтаны.

     Күктән юғары күтәрмәҫтәр, ерҙән түбән төшөрмәҫтәр тип, талпынып алға ынтылған Марат ике баҫырын бер баҫып апаруҡ ара үткәйне. Ҡыҙының туҡтағанын күреп, ҡапыл ул да баҫҡан күтәрмәһендә туҡтап ҡалды.

     “Ҡурҡытып ҡуймайым. Ҡатынымдан айырылғандан алып уларҙы йүнле-башлы яҡындан күргәнем дә юҡ бит. Теге юлы ташыу йылға аша күтәреп сығарғанда ҡыҙымды ни тиклем яратыуымды аңлап, ҡылған хаталарым өсөн үкенеү тойғоһо кисергәйнем. Бәхет ҡошоноң ҡунғаны һиҙелмәй, осоп киткәс беленә икән...Эх, ҡыҙым,  һине бала табыу йортонан алып ҡайтҡан мәл бөгөнгөләй хәтеремдә минең.  Йәйге селлә. Тәнең тын алһын тип, йүргәктәреңде ысҡындырып, урман һуҡмағынан ситтәрәк бер урында туҡталдыҡ. Шул саҡ болондағы сәскәләр тағы ла сағыуыраҡ тойолдо, ҡоштар һайрауы ла дәртлерәк, тау шишмәһенең сылтырауы ла йыр булып инде ҡолаҡтарыма. Ә һин, шуны ғына көткәндәй, аяҡ-ҡулдарыңды тарбайтып, рәхәтләнеп йәйге тәбиғәттә иҙрәнең. Тырма-һәнәк күтәреп үтеп барған бесәнселәр: “Быларҙың ҡыҙҙары бар икәәән”,-- тип һоҡланыуын йәшермәне. Шул саҡта өҫтөңдә йөрөгән ҡырмыҫҡаларға ла ыжламай, “ығы-ығы” килеп ятыуың әле лә матур төш кеүек  хәтеремдә. Әсәйеңдең борсолоуына мин: “Ҡыҙым-- тәбиғәт балаһы, ер ҡыҙы, уларҙан көс алып, сынығып үҫһен”, --тип яуаплағайным. Үткән ғүмер--аҡҡан йылға...Ә хәҙер һин үҙең әсә... шул көндән алып күпме һыу аҡты, ә бит барыһы ла әле генә кеүек...” Яйлап үргә табан күтәрелгәндә Мараттың башынан ошо уйҙар үтте.

     “Эйе, ә мин нисә йылдар “атай” тигән һүҙҙе  әйтеүҙән мәхрүм булып үҫтем. Атайың насар, ул “төрөмщик”. Уф, ҡолағымды йырта ине ул һүҙҙәр... Һине күреп ҡалһам, өркәк ҡоралайҙай, ҡайҙа етте, шунда ҡаса инем. Етенселә уҡығанымда тыуған көнөмә бүләк алып килгәйнең. Ә мин, йылға буйында,  өйрәктәр утығып китһен өсөн шәп аҙыҡ -- селбәрә тотам. Һине күргәс, ҡотом осто: йылғанан башҡа ҡасыр урын ҡалмағас, ҡамауға эләккәндәй, шаңҡып ҡалдым. “Ҡыҙым, ҡурҡма, бына һиңә сәғәт алып килдем”,-- тип ярҙан төшә башлағаныңды күргәс, тағы ла тәрәнгәрәк киттем. Сәғәт... Ул бит бик күп дуҫтарымдың хыялы ғына ине. Шулай ҙа  мин йылға сөмгөлөнә атлауымды туҡтатманым.” Мәҙинә шул мәлдәге аҙымдарын ҡабатлағандай, артҡа сигенә бирҙе.

     “Ҡыҙым, шул көндө мин һине һөйөндөрәйем, ҡәҙерле кешемә тип исемләп алған бүләгемде үҙ ҡулдарым менән нескә беләгеңә тағайым тип килгәйнем. Һин йылғаға ингән һайын, был донъяла ниндәй ҙур бәхетте юғалтыуымды аңлауҙан шаңҡып артҡа сигендем...”

Марат  аҙымдарын яйлатты, әммә артҡа сигенмәне. Балаларын күреү теләге бөтә нәмәнән дә көслөрәк ине шул.

     “Белһәң ине, атай, тюремщик ҡыҙы булыуҙың әсеһен мин үҫмер сағымда айырыуса ныҡ татыным. Класташтарым араһында был мыҫҡыллы һүҙ әленән-әле хыялдарыма кәртә ҡуйҙы, ҡанаттарымды ҡырҡты. Гүйә һин минең баласаҡ батшалығымдың дейеүенә әйләнгәйнең. Юҡ, мине яратып үҫтергән олатай-өләсәйемә, ҡыҙымды башҡа бер кемдән дә битәрләтмәй балам эргәһендә булам тип, үҙ яҙмышын ҡорбан иткән әсәйемә рәхмәттән башҡа һүҙем юҡ. Әммә ҡаланан килгән һеңлемдең атаһының алдында һикергәнен күреп, йә уның елкәһенә ултырып ат итеп уйнағанында, наҙланып иркәләнгәндә, минең бына ошонда, йөрәгем менән тамағым араһына, нимәлер тығыла ине. Әсе йәштәр өткән күҙҙәремде уларҙан йәшереп сығып йүгерәм дә серҙәремде йылғаға барып һөйләй инем. Өләсәйем сереңде балыҡтарға һөйлә--улар өнһөҙ, тип өйрәткәйне.”

     “Эшләгән хаталарҙы һыҙып ташлап, тормошто яңынан яҙып булһын ине лә бит, ҡыҙым. Һеҙҙән айырған  көндө ғүмерем буйына ҡәһәрләнем. Ағас башын ел бутай, әҙәм башын һүҙ бутай тигәндәре дөрөҫ икән... Шайтан алыштырып ҡуйғандай, үҙ-үҙемә урын тапмай йөрөлдө шул. Йәшерәк ҡатындар, сибәр ҡыҙҙар күҙгә ташланды. Ә ул көндө әллә ниндәй шауҡым менән бысаҡҡа тотондом...шул ҡылығыма ғүмерем буйына яуап эҙләнем, әммә... Һине, йәше лә тулмаған сабыйымды, диуарға терәп, “ Һине лә, көсөгөңдө лә үлтерәм! ”- тип әйткән һүҙҙәр минеке булды микән? Ҡайһы әсә дейеү сифатына ингән ирҙән балаһын ҡурсаламаһын инде. Шул минуттарҙа тормошомдоң мәғәнәһен—бәхетемде бысаҡлағанымды һуң аңланым шул, балам. Асыу башы--йүләрлек, ә аҙағы--үкенестән ятып үләрлек. Кисерә алһаң, кисер мине, балам...”

     “Эйе, әсәйем был ваҡиғаны мин үҫкәс кенә һөйләне. Ҡулыңдан мине тартып алып ишектән килеп ингән берәүгә  биреүен, ә үҙе тәҙрә аша сығып ҡасыуын һөйләгәндә, уның күҙҙәрендә һаман да ҡурҡыу сағыла ине. Ирҙәрҙән  ҡурҡыу миңә лә күсте. Шуның  арҡаһында саҡ һуҡыр ҡалманым... Уйнағанда күҙемә кескәй генә тимер ярсығы инеп ҡаҙалған булған. Ауыртһа ла, балалыҡ менән иғтибар итмәй йөрөп, һуң була яҙған. Табипҡа барғанда күҙемә аҡ төшә башлағайны инде. Уның ир кеше булыуын күргәс, мин яҡын да килтермәй, тибешә башланым. Бер тамсы дарыу һала алмай ыҙаланған табип, асыуланып ҡатыраҡ өндәшкәс, тиҫкәрелегем тағы ла көсәйҙе. Бүлмәһенән енләнеп сығып киткән ағайҙы әсәйем ҡыуып етеп, атайһыҙ үҫкәнгә шулай ҡырағай булыуымды аңлатмаһа, табип әйткәнсә, тағы ла бер көнгә һуңлаһаҡ, һуҡыр булып ҡалыр инем. Күҙҙәге тимер сыҡты ла ул, атай, ә бына йөрәктәгеһен кем алып ташлар икән?..”

     “Донъя гиҙҙем, күп эшләнем, әсәйеңде алмаштырырҙай йәр эҙләнем, оноторға ла маташып ҡараным, әммә... Кешенең бәхете үҙ ерендә, тәүге һөйгәнендә икәнен ғүмерем уртаһына еткәс, саҡ аңланым. Яҙмышыңа “атай” тигән аҡ һүҙҙе түгел, ҡара һүҙҙәр яҙғаныма ғәфү ит, ҡыҙым. Яҙмышты ямап, терһәкте тешләп булмай икән... Һеҙгә насарлыҡ эшләргә теләгәндән түгел, йәшлек хаталарымдан булды.”

     “Тюремщик тигән исем алыуыңдың тарихын һуңғараҡ һөйләнеләр миңә, атай. Баҡтиһәң, башҡа берәүҙең урлашыу ғәйебен үҙ өҫтөңә алып, ултырып сыҡҡанһың, тинеләр. Бәлки шулайҙыр...Бик ышанғы килә... Башҡа балаларың “атай” тип әйткәндәрҙер, ә минең ауыҙымдан, яратҡан ҡыҙыңдан уны ишетмәнең. Бәлки минең дә ғәйебем барҙыр, үҫкәс булһа ла һинең менән аңлашып,  шул ҡәҙерле һүҙҙе әйтергә кәрәк булғандыр. Миңә асыуланма, атай, телем “олатай” тип асылды бит минең.  “Атай” һүҙе һәр ваҡыт ят булды. Атайлы балаларға һәр ваҡыт көнләшеп ҡараным. Кешелә булып, һиндә булмаһа, үсләшә лә башлайһың икән...аҙаҡ ул тойғо яйлап нәфрәткә әйләнергә лә күп һорамай икән. Шуны аңланым...” Мәҙинә тағы ла  алға табан аҙымдар яһаны. Күкрәгенә һыйынып иҙрәп йоҡлаған сабый “мыш-мыш” килеп төшөндә  йылмая ине. “Балам—йән киҫәгем. Минең балаларым  “атай” тип үҫһен өсөн бар көсөмдө һаласаҡмын, алла бирһә...”

     Үҙен белгәндән алып атаһының йөҙөнә ҡарағаны юҡ ине Мәҙинәнең. Бына улар баҫҡыс уртаһында күҙгә -күҙ ҡарашып ҡатып ҡалдылар. Аждаһалай күргән атаһы бөтөнләй ҡурҡыныс түгел икән дәбаһа...

     --Һаумы...һығыҙ, ҡыҙым...,-теремек, шаян ҡыҙ түгел, ә күкрәгенә бала ҡыҫып ҡосаҡлаған мөләйем әсәне күргәс, Марат тулҡынланыуынан  ҡойолоп төштө. Нисек килешә уның ҡыҙына әсә булыу! Бит остары алһыуланып, йөҙө нурланып балҡып торған һылыу ҡатын баҫып тора уның алдында. Һис тә бәләкәй сағындағы һымаҡ ҡурҡаҡ ҡоралай түгел, ә сая ҡарашлы инә арыҫлан баҫҡан ҡаршыһына. Ҡулындағы балаға ҡарағанда янып киткән осҡон-күҙҙәре, нәзәҡәтле хәрәкәте күктән төшкән фәрештәне хәтерләтә. Бына уның ҡыҙы ниндәй!!!

     --Һаумыһығыҙ, а...-- әйтер һүҙен һығып сығара алманы Мәҙинә. Әйткеһе килмәгәнлектән түгел, ә ул һүҙҙе бала сағынан әйтеп өйрәнмәгәнлектән булдыра алманы.

     --Улым үҫәме?-ҡыҙының ҡыҙарған сикәләренең ут булып яныуын тойоп, һорауын бирә һалды Марат.

     -Үҫәәә,-эстән атаһына рәхмәт уҡып, йылмайып бәпесен уның яғына борҙо Мәҙинә. Был тиклем дә йылы ихласлыҡты көтмәгән Марат, шатлығынан йырылған ауыҙын яба алмай, балаға уҡталды. Ейәне! Уның ейәне! Уның ҡаны!

     --Тотоп ҡарарға мөмкинме?--  Әллә артыҡ батырайып киттем инде, ҡурҡытып ҡуймайым, тигән уй башынан йүгереп тә өлгөрмәне.

     --Мәгеҙ...

     Шул мәлдә Маратҡа “Мәгеҙ...” тип бөтә донъяны һондолармы ни! Ул яңылыш ҡына төшөрөп ебәрмәйем тип, баланы һаҡлыҡ менән генә ҡулына алды. Башы әйләнеп китеп, тимер тотҡостарға арҡаһы менән һөйәнә һалды. Мин --олатай!!! Бөтә донъяға ҡысҡырғыһы килде уның. Ҡулында күпме аҡса, алтын, мөлкәт тотто, әммә улар бәхетме ни! Бына ҡайҙа байлыҡ! Бына ҡайҙа бәхет! Бына ҡайҙа тормош асылы!

     --Улым, ейәнем! Рәхмәт, ҡыҙым!!! Бәхетле иттең мине!-- Марат һаҡлыҡ менән генә баланы әсәһенә тотторҙо ла,  шатлыҡ йәштәрен йәшерә алмайынса алға уҡталды.

     “Әлдә кире әйләнеп китмәгәнмен...”,-тип уйланы Мәҙинә. “Әлдә ҡурҡып артҡа сигенмәгәнмен...”,-тип яуапланы етенсе күктә йөҙгән атай кеше. Сирек быуат элек ошо баҫҡыстарҙы төҙөгәндә, иң бәхетле минуттарымды шунда кисерермен тип уйланы микән ул?.. Баҫҡыстың һәр бер киртләсен ятып үберҙәй,  һауаға осорҙай булып баҫҡыс буйлап өҫкә атланы атай-олатай. Баҫҡан һайын артына ҡарап, яйлап ҡына үҙенән алыҫлашҡан ҡыҙы менән ейәненә күҙ ташланы, белгән доғаларын уҡып бәхет теләне.

     Тауҙы төшөп еткәс, өҫкә күтәрелеп ҡараған Мәҙинә ҡоластарын йәйгән атаһын,  бәхетенән—, ейәне менән ҡыҙын күреү шатлығынан талпынып, донъялағы иң бейек тау түбәһенә менеп осорға йыйынған ҡош һымаҡ күрҙе. Үҙе лә ғүмер буйы йөрәгендә булған тимер ярсығынан ҡотолоп, иңдәренән ауыр йөк төшкәндәй, еңел һулап, дәртле баҫып юлын дауам итте.

 

Фото: Лилиә ТАКАЕВА

Баҫҡыстар Хикәйә Әлиә САМАТОВА
Баҫҡыстар Хикәйә Әлиә САМАТОВА
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас