Асия Закиржанова
"Шамаханская царица"
Музейҙа картиналар күргәҙмәһе асылды, "Гранат баҡсалары" тип атала ине ул.
- Ну, прям, изобразила! Таких гранатов в природе не бывает...- тип күргәҙмәлә кешеләр үҙҙәренең уй-кисерештәре менән бүлешәләр...
- Азербайджанда өлгөрә бындай сорттар! - тип яуаплайым мин.
- Һы! Рәссам сығышы менән Еревандан!
Икенселәр:
- Һынлы сәнғәттә был ысул- гипербола...гротеск...- тип фәлсәфә һата башланылар ябай нәмәлә ҙур мәғәнә табырға тырышҡан "сәнғәт белгестәре".
Минең хәтеремдә иҫтәлектәр уяна...
- Бар, кер! Һораштыр!.. Кисәге лә илай ине бит...- тип атайым әсәйемә яңы күршеләргә инеп сығырға ҡуша.
Өфөнән 10- сы класты тамамлап ауылға ҡайтҡан йәйемдә әсәйемдәрҙең "бәләкәй күршеләре" барлыҡҡа килгәйне.
80-се йылдар уртаһы, күрше поселокта Кавказ яҡтарынан килгән бригада ниндәйҙер ҙур бина төҙөй.
Нишләптер, әсәйем әйтмештәй, йәш кенә "малаҡай ", үҙенең ғаиләһе менән килгәйне.
Уның йәш кенә хатыны колонкаға һыуға бәләкәс кенә ҡыҙыҡай менән малайҙы эйәртеп йөрөр ине.
Мин үҙемсә уға "Шамаханская царица" , тип исем ҡушҡайным - башында үтә күренмәле ҡара күк төҫтәге япмаһы нисектер беркетелеп, сикәләрен ҡаплап тора ине.БеҙЯңы йыл бал- маскарадына шулайыраҡ кейенә торғайныҡ.
Ауылда ҡайһы бер кешеләр уға "сиған бисәһе", тип кенә ҡарай ине. Азербайджандан булһа ла, беҙ бер- беребеҙҙең телде ауыр аңлай инек, Гёлнар ҙа үҙен ниндәйҙер икенсе халыҡ тип исемләп аңлатырға тырышты.
Ҡайҙа башҡортсалап, ҡайҙа руссалап, көс - хәл менән һөйләшә инек.
Минән ике -өс йәшкә генә олораҡ булыуын белгәс, нисектер, бөтөнләй, аралашаһым килмәне. Үҙемсә, "һантый", кем уға шулай иртә кейәүгә сығып, ике бала табырға ҡушҡан, тип фекер йөрөттөм.
Апайымдың туйына әҙерләнәбеҙ, ҡапҡа, солан, рәшәткәләр, ихата эсеме- барыһын да буятабыҙ, урамдан кермәйбеҙ.
Күрше өйҙөң бүрәнәле стенаһы, соланы беҙҙең ихата менән сиктәш ине. Йәй көнө күршеләрҙең дә ярты ғүмере соланда бешеренеп - төшөрөнөп үтә. Баштараҡ күршеләр беҙҙең ихатанан уларҙы таҡта стена ғына айырып торғананын абайламағандар, күрәһең.
Йәш хатын, балаларын йоҡлаткас, көн дә кис соланга сығып илар ине, бер заман хатта көндөҙ ҙә үкһеп-үкһеп илай башланы.
Ир йораты төндә генә ҡайтып инә, анда ла хатынына екеренгәне генә ишетелә.
Атайым шул саҡ:
- Дам мин аңа! Кемдеңдер ғәзиз балаһын обижать итергә..! Жилғыуар...
Төҙөүселәр араһында күрше поселокта беҙҙең ауылдаштар ҙа эшләй ине.
- Күршеләр беҙҙең тормошҡа ҡыҫылалар! - тип туҙынған эшендә беҙҙең күрше ирекәй.
- Ярай әле Фәрүәз ағайҙың йоҙроғо эләкмәгән һиңә! - тип көлдөргәндәр ауылдаштар.
Атайым урта буйлы булһа ла, күрше әбей әйтмештәй, "ғифрит" кәүҙәле ине.
Тора-бара күрше ирҙең хатынына ярҙам итеп, колонканан һыу ташығаны күренгеләне, балаларын ауылдың быуаһына һыу индерергә йөрөтөр булды.
Атайымдың күңеле килгәнендә һыҙғырып көй көйләр ине.
Бер заман үҙенең мастерскойында көйәнтәләргә әҙерләгән заготовкаларының береһен көнө буйы юнып, шымартып йөрөнө:
- Әпкереп бир күрше ҡыҙыҡайға!..- тип, матур ғына, нескә генә көйәнтәне миңә тотторҙо.
Көлкө лә, ҡыҙғаныс та килеп сыҡты ул матур көйәнтә менән: Гёлнар, атайымдың күңелен китмәйем, тип әллә күпме ыҙаланып көйәнтә менән һыу ташып маташты, барыбер өйрәнә алманы көйәнтәгә...
Күңел төбөмдә атайым менән әсәйемде көнләшеү хисе лә барлыҡҡа килгәйне шул ваҡытта: улар үҙҙәренә тағы "балалар " табып алған һымаҡ ҡыланалар ине.
Әсәйем: "Магазинға өсөнсө көн икмәк килмәй, "бәләкәй күршеләрем"ней ашар,"- тип яңы бешкән икмәк керетеп бирһенме, йомортҡа, һөтөн дә тиҙ генә биреп сыҡһынмы...
Ул хатын оялсан ғына ҡапҡанан кереп, өйгә инмәйенсә һүҙ ҡушып (әсәйемдең исеменә "ханум", тигән һүҙҙе ҡушып өндәшә ине, иҫләүемсә) аҡса бирергә маташыр ине, аңлауыбыҙса, ире шулай ҡуша икән.
Ул заманда күкәй- һөттө һатып биреү тигән нәмә юҡ ине әле беҙҙә. Әсәйем ҡәтғи ҡаршы төшә.
Шул саҡта ул оялсан йылмайып, нимәлер һөйләр ине.
Атайымдың аңлатыуы буйынса, тыуған илемә ҡайтһам, һеҙгә посылка менән емештәр ебәрәсәкмен, тей икән.
Ул заманда магазинда хәҙергесә йәнең теләгән емеш-еләк һатылмай ине.
Гёлнар үҙенсә аңлатырға тырышып, тыуған яғында емеш-еләктең беҙҙәге кеүек үлән араһында түгел, ә ағастарҙа үҫкәнен һөйләр ине. Ул инде аҙыраҡ рус телендә лә аралаша башлағайны...
Мин Өфөгә киттем, аҙаҡ, ике айҙанмы икән, апайымдың туйына ҡайтҡанда "бәләкәй күршеләр" юҡ инеләр инде.
Әсәйем әйтмештәй: "Илдәренә ҡайтып киткәйнеләр ".
- Гөлнараның ире лә арыу малаҡай булып сыҡты: магазинға бригадтары менән шайылдашып килеп керһәләр- бисә-сәсәләрҙе лә бригадтарында эшкә алғандар, ахыры - мине күрһә, тартынып китә, уважитилнә иҫәнләшә минең менән. "Тиҙҙән эшебеҙҙе бөтөп, тапшырабыҙ, инде ғаиләмә ҡайтам,"- тей.
- Балалары, илдәренә ҡайтҡас, тәмле ҡаймаҡ менән тәмле әпәй таптырғандар, икән. Әпәй менән ҡаймаҡтары башҡаса микән анда?! - тип әсәйем "бәләкәй күршеләрен" бер - нисә йыл йыш иҫенә төшөрҙө.
Көтмәгәндә бер заман посылка килеп төштө. Оҙаҡ килгән, яңы уңыш сентябрь - октябрҙә өлгөрә, Зөлфиәнен туйына килеп етһә ине, тип көйәләнгәне иҫтә... Ул заманда беҙ күрмәгән, ашап та ҡарамаған әллә ниндәй киптерелгән емештәр...һәм иң иҫ китмәлеһе - эрреее гранаттар ине: көрәнһыу-ҡыҙыл төҫтәге ҡабыҡтары йоҡа ғына, сатнап ярылырға торалар, ҡуйы ҡыҙыл төҫтәге емештәре эре, һөйәктәре ваҡ ҡына ине...
Атайым да күңеле килеп:
- Үәт, әй! Тәки ебәргән бит емештәрен!!! Бабамдың ҙур емеш баҡсаһы бар, тей, ине шул!..