Һаҡмар
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
8 Октябрь , 20:00

Өйөрөлә күктә яңғыҙ бөркөт

Ансаф ҡуҙғалманы, шунан ҡапыл тәҙрәнән айырылды ла лап итеп ултыра төштө, ә ағарынып киткән ирендәре ап-асыҡ итеп: – Атай үлгән! – тип бышылданы. ...Тағы бер ун-ун биш минуттан уларҙың өйөнә ауылда тороп ҡалған ҡарт-ҡоро, ғәрип-ғөрәбә ағылды, кемелер усаҡ аҫтына ут яҡты, кемелер һыуға китте, ә теге трактор хужаһы, арбаһына Сөнәғәтте, йәнә ике ҡартты ултыртып, зыяратҡа ҡәбер ҡаҙырға китте. Тағы бер-ике сәғәттән аталарының әлеңге балаҫҡа төрөлгән кәүҙәһен тағы «Беларусь» арбаһына сығарып һалдылар. Трактор шул китеүҙән ауылға башҡа әйләнмәне...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Өйөрөлә күктә яңғыҙ бөркөт (хикәйә)
Бына ғәләмәт, кино Инсафтың бығаса күргән-ниткәндәренә бер ҙә оҡшамағайны, һи!.. Былар менән сағыштырғанда Риманың ярты күлдәк кейеп йөрөүе әлхәмдулилләһи икән әле. Былар ни... инәнән тыума шәрә! Теге... Снежананың ҡурсаҡтары кеүек. Сәстәре лә шуларҙыҡы ише өлтөрәйеп тора. Ә ҡылған ҡылыҡтары...

Күренде. Ана ул Ҡараташ яғынан болоттан ҡабарып килеп сыҡты ла бейеклеккә ынтылды, унан Бөркөтлө ауылының өҫтөндә тиерлек талғын ғына өйөрөлә башланы.

Инсаф утын ярып торған еренән туҡтап, был тирәлә күптән түгел пәйҙә булған ҡош батшаһын күҙәтә. «Ҡыҙыҡ, – тип уйлай ул эсенән, – Бөркөтлөгә бөркөт килгән тиһәм, кешеләр ышаныр микән? Моғайын, ышанмаҫтар. Ә ул ысынлап бөркөт булмай ҡуйһа? Бөткәнме ни бөркөткә оҡшаған ҡоштар? Әҙәм ышанмаҫ һүҙҙе ысын булһа ла һөйләмә тигәндәй, әллә серҙе асмай тороу хәйерле булырмы?»

Дөрөҫөн әйткәндә, Инсафҡа көҙгә ун һигеҙ тула, ә үҙенең әҙәмдән йәшерерҙәй сере булғаны ла юҡ. Серҙе ул берәүҙең берәүгә ғашиҡ булыуы итеберәк күҙ алдына килтерә. Ғишҡы уның, бәлки, булыр ҙа ине, ауылдарында йәш-елкенсәк юҡ. Бөркөтлөнән ун биш саҡрым ары ятҡан Яңауылға кино-фәләнгә йөрөһә, ҡыҙы ла табылыр ине ул – инде нисәмә йыл түшәктә хәрәкәтһеҙ ятҡан әсәһенән китә алмай. Нисәмә йыл тигәндән... әсәһенең дә ҡуҙғала алмай ятҡанына быйыл көҙгә ун ике йыл була түгелме? Ун ике йыл... Ә Инсафҡа әсәһе ғүмер буйы кеше көнлө булып ятҡан кеүек.

Әсәһенең зәғифләнеүе Бөркөтлөләге һыйыр фермаһын Яңауылға күсергән йылда булды. Был хәйерһеҙ йыл Инсаф күңеленә уйым-уйым иҫтәлек рәүешендә уйылып ҡалған. Ферма күскәс, атаһының Яңауылға йөрөп эшләгәне хәтерендә. Малдарҙы ул кискегә ашатып япҡандан һуң төнләтеп ҡайтып инер ҙә таң һарыһынан атын йәнә егә башлар ине. Атаһының йөрөп эшләп арығанына зарланғаны, әсәһенең Яңауылдағы ферма өйөнә күсеп барырға риза булмай һуҡранғаны ла иҫендә Инсафтың.

Шулай бер көндө кис Инсафтарҙың өй алдына «Беларусь» тракторы килеп туҡтаны. Арбаһы ла бар. Эшләрҙәй кеше күсеп бөткән, ҡарт-ҡороға ҡарап ҡалған ауылда трактор күренеү ҙә һирәк күренешкә әйләнә башлағайны – Инсаф менән ағаһы Ансаф шундуҡ декабрь һыуығы рәсем төшөрә башлаған тәҙрәгә ҡапландылар. Тракторҙың кабинаһынан аталары һикереп төшкәс, малайҙарҙың ғәжәпләнеүенең сиге булманы: вәт, исмаһам, уларҙың атаһы трактор ҙа йөрөтә белә икән!

Уңарсы ишек асылды, салғыйына һыуыҡ болото уратып килеп ингән аталарының сырайы ҡараңғы ине. Бына ул киҫкен хәрәкәт менән иҙәнгә әллә арҡан, әллә дилбегә ташланы ла аш-һыу тирәһендә йөрөгән әсәләренә тишерҙәй итеп ҡарап:

– Нәғимә, ылау алып килдем. Йә хәҙер мынаятыңды тейәй башлайһың, йә минең ошо бауға аҫылынып торған кәүҙәмде иртә таңда сауҡалыҡта эҙләйһең! – тине.

Ғәҙәттә, «күсеү» тигән һүҙ иренең ауыҙынан сығыр-сыҡмаҫтан сәсрәп китә торған әсәләре өндәшмәне, ишек ҡырындараҡ эленеп торған фуфайкаһын кейҙе лә, башына суҡлы шәлен ябынды, карауатҡа өйөлгән мендәрҙәренең селтәрле тыштарын һалдырып берәмләп тышҡа ташый башланы. Аталары башта усаҡ янында сүгәләгән килеш папирос тартты, аҙаҡ һүҙһеҙ генә ҡатынына булышты. Күп тә үтмәй, уларҙың ташынғанын күреп, күрше Сөнәғәт, Ишбулды ҡарт килде. Инсаф менән Ансаф, тәҙрә төбөнә ултырып алып, өй әсенең бушай, яланғаслана барғанлығын шым ғына күҙәттеләр. Әйбер-ҡара сығып бөткәс, аталары урындыҡтың яланғас ширлеге аша малайҙарға үрелде лә, ҡапыл ҡулын кире алды:

– Сөнәғәт, – тине ул, – былар бөгөнгә һеҙҙә ҡалһын инде. Өйҙө йылытып, әйберҙәрҙе урынлаштырайыҡ башта. Төнгә ҡаршы бала һөйрәтеп йөрөгәнсе...

Шунан барыһы ла баяғы яланғас ширлеккә ултырышты. Ишбулды ҡарт, ҡуш усына ҡарап уҡынып, амин тотҡандан һуң, тынлыҡты боҙҙо:

– Һин дә киттең булдымы инде, Кәүсәр?

Аталарының тауышы ҡарлығыңҡырап, һаңрау сыҡты:

– Күсеү-күсмәү беҙҙең ихтыярҙа түгел, шәт, ағай.

– Тыуған төйәгегеҙҙе шулай ҙа онотмағыҙ, уландар. – Шулай тине лә Ишбулды ҡарт торҙо, уның артынса башҡалар ҙа ҡуҙғалды. Өйҙә малайҙар ҙа Сөнәғәт кенә ҡалды. Тракторҙы тоҡандырыуға тәҙрә быялалары зыңғырланы, тиҙҙән әле генә ер һелкетеп гөрһөлдәгән техника урынын ҡышҡы төндөң ҡуйы ҡараңғылығы биләне.

Артабанғы ваҡиғалар бер һуғылыуҙа бөтөн ауылды ҡыйыҡһыҙ ҡалдырған ғәрәсәт рәүешендә хәтерендә ҡалған Инсафтың. Беренсенән, Ансаф менән Инсафты иртәгеһенә лә, унан ары ике көндә лә ат менән дә, «Беларусь» менән дә (Инсаф атаһының нәҡ трактор менән килеп алырын көткәйне) алырға килмәнеләр.

Инсафтарҙың барлы-юҡлы мынаятын тейәп алып киткән трактор дүртенсе тәүлек тигәндә генә килде. Ғәжәп, уның кабинаһынан атаһы түгел, мыйыҡлы бер ағай һикереп төштө. Сөнәғәт ағаларының тәҙрәһенән сыға яҙып ҡарап торған балалар ни уйларға ла белмәне.

– Атайым ҡайҙа икән һуң? – Инсаф, ҡусты кеше булараҡ, ағаһынан яуап көтто.

– Атай ни... бушамайҙыр. Эштә лә инде. Әйҙә, көпөңдө кей! Ағай кеше һинең мыштырлағаныңды көтөп тормаҫ, – тине лә Ансаф, үҙе иҙәнгә туп итеп һикереп тә төштө.

Инсаф ағаһы артынан албырғап китергә ашыҡманы, сөнки трактор хужаһы ҡабаланғанға оҡшамай ине. Башта ул тәмәке ҡабыҙҙы, ауылдың арҡыс-торҡос таҡта ҡағылған тәҙрәләренә, мейестәре һерәйеп торған нигеҙҙәргә ҡарап торҙо, шунан, ҡапыл бер ҡарарға килгәндәй, Сөнәғәттәргә йүнәлде.

Сөнәғәт, ул саҡта әле өйләнеп өлгөрмәгән йәш егет, әсәһе менән генә йәшәй ине. Ҡунаҡты ул сығып барған ерендә – ишек төбөндә ҡаршы алды.

– Былар... Кәүсәрҙең балаларымы?

Сөнәғәт «эйе» тигәнде белдереп баш һелкте. Ағай кеше түргә үтергә уйламаны ла – ишек тотҡаһын ҡулынан ысҡындырманы.

– Сығайыҡ әле, ҡустым.

Был сәйер һөйләшеүҙе ауыҙҙарын асып күҙәтеп торған балалар кейә башлаған быйма-көпөләрен ни кейеп бөтөргә, ни сисергә белмәнеләр, иҙән уртаһында торған көйө йә Сөнәғәттең, йә теге ағайҙың кире ингәнен көттөләр.

Бына бер саҡ трактор йәнә һауа ярып гөрһөлдәне, малайҙар тәҙрәгә ҡапланды. Бәй, Сөнәғәт ҡапҡаны шар асып маташасы?! Күрәһең, тракторҙы арбаһы-уты менән урам эсенә индерергә самалайҙар былар. Индерҙеләр. Сөнәғәт Инсафтарҙың ишегенә эленгән ҙур йоҙаҡты асты, теге ят ағай арбаның ишек яғына ҡараған ҡабырғаһын ысҡындырҙы. Бына улар балаҫҡа уралған оҙон бер нәмәне һаҡ ҡына өйгә индерә башланылар.

– Сыҡтыҡ! – Инсаф ағаһының еңенән тартты. – Сыҡтыҡ! Атайҙар кире күсенә!

Ансаф ҡуҙғалманы, шунан ҡапыл тәҙрәнән айырылды ла лап итеп ултыра төштө, ә ағарынып киткән ирендәре ап-асыҡ итеп:

– Атай үлгән! – тип бышылданы.

...Тағы бер ун-ун биш минуттан уларҙың өйөнә ауылда тороп ҡалған ҡарт-ҡоро, ғәрип-ғөрәбә ағылды, кемелер усаҡ аҫтына ут яҡты, кемелер һыуға китте, ә теге трактор хужаһы, арбаһына Сөнәғәтте, йәнә ике ҡартты ултыртып, зыяратҡа ҡәбер ҡаҙырға китте.

Тағы бер-ике сәғәттән аталарының әлеңге балаҫҡа төрөлгән кәүҙәһен тағы «Беларусь» арбаһына сығарып һалдылар.

Трактор шул китеүҙән ауылға башҡа әйләнмәне.

Тағы ла бер айҙан көплө аҡ машина туҡтаны уларҙың өй алдарына. Машинанан аҡ халатлы ике ҡатын-ҡыҙ, бер ағай һикереп төштө. Былар, машинаның артҡы ишеген асып, носилка сығара башланылар. Тәҙрәнән ҡарап торған Ансаф иҙәнгә төштө:

– Әсәйем ҡайтҡан!

Әсәләре, ысынлап та, ҡайтҡайны, тик уның аяҡтары йөрөмәҫ булып ҡатҡайны.

Ә теге күсенеү төнөндә улар менән ни булғанын Инсаф аҙаҡ төшөндө. Аталары күсенер өсөн бергә эшләгән иптәшенең тракторын һорап алып китә. Төнгө юл ҡырыҫ, етмәһә, «Беларусь»тың фаралары эштән сыға. Тауға күтәрелгән саҡта трактор юлдан сыға ла арбаһы-ние менән аҫҡа тәгәрәй. Аталары башы менән һуғылып, шундуҡ үлә, әсәләренең умыртҡа һөйәге, аяҡтары имгәнә. Бына шунан бирле Инсаф әсәһен ҡарай, ә уҡып йөрөгән Ансафты балалар йортона алып киттеләр. Мәктәпте бөткәс, ул бер йыл СПТУ-ла уҡыны, шунан армияға алынды. Хеҙмәтен бөтөргәс, ҡайтып торманы, БАМ-да ҡалды.

Баштараҡ ул һирәкләп булһа ла ҡайтҡыланы, посылка, хат һалып торҙо. Бер хатында өйләндем тип яҙҙы. Өйләнгәс, үҙе лә ҡайтмаҫ булды, хаттары ла һирәгәйҙе. Ә көндәрҙең береһендә ҡатыны Риманың: «Һеҙҙе ҡайғыртмаҫҡа була яҙмай торғайным, килешмәҫ төҫлө: Ансаф эш урынында аварияға осрап, вафат булды. Үлгәненә скоро алты ай була. Үҙемдең дә һаулыҡ «не ахти». Врачтар серьезно лечиться итергә ҡушалар. Йәй, отпуск алғас, возможно, Снежананы һеҙгә илтеп ҡуйырмын», – тигән хаты килде.

Хатты алғас, әсәһе көн-төн иланы. Унһыҙ саҡ ятҡан кеше бөтөнләй хәлдән тайҙы, ҡулдары ҡалаҡты көскә тота башланы. Врачтар килеп ҡарап, сирең нервынан тинеләр, көймәҫкә ҡуштылар. Ҡарыуы бар саҡта Инсафтың өҫ-башын ямай, ойоғон, бейәләйен бәйләй торғайны, хәҙер бөтөнләй баҡма булып ята.

Ағаһының үлеменә Инсаф та ныҡ ҡайғырҙы. Мәскәүҙәге бер профессорға хат яҙғанмын, яуап килһә, әсәйҙе килеп алып ҡайтырмын, тип яҙғайны ул бер мәл. Хәҙер булмай инде. Ағаһының үлеме Инсафты, әсәһе аяҡҡа баҫһа, мин дә әҙәмсә йәшәрмен тигән һуңғы өмөтөнән яҙҙырҙы...

Ә инде еңгәһенең йәйгә ҡайтарып ҡуясаҡ ҡыҙы ла, үҙе лә Инсафта бер ниндәй ҙә һөйөнөс тә, көйөнөс тә уятманы. Ғүмерҙә күрмәгән туғаныңа йә еңгәңә ҡарата ниндәй тойғо булһын инде? Унан һуң Инсаф ҡарт-ҡороға тороп ҡалған ауылда кеше менән әллә ни аралашып та үҫмәне, үҙ эшен үҙе белеп эшләп, үҙ юҫығын үҙе юллап тик йөрөнө. Ярай әле ул уҡығанда ауылда өс класлы булһа ла мәктәп бар ине. Инсаф шуны бөтөрөп ҡалды, хәҙер, ана, уныһы ла юҡ: ҡаршы йорттағы Сөнәғәт ағаларының өлкән ҡыҙы былтыр уҡырға төшөргә тейеш ине, мәктәп булмағас, уҡый алмай ултыра.

Бына ошо үлеп бөтөп барған ауыл өҫтөндә был тирәлә күптән юҡҡа һаналған ҡыйғыр ҡош өйрөлһөнсө әле! Үҙе көндән-көн бейегерәк күтәрелгән кеүек бит әле. Бөркөт хаҡында Инсаф әллә нисә тапҡыр әсәһенә һөйләргә уҡталды ла, әммә үҙенә генә билдәле серҙе сисеү, бөркөттө күргән һайын серле рәхәтлек тойғоһо кисереүҙе юғалтыуҙан ҡурҡҡан кеүек өндәшмәне.

Ә бына ауылдың ни өсөн Бөркөтлө тип аталғанын белә. Бәләкәйерәк сағында уға тәмләп-тәмләп әсәһе ошоларҙы һөйләгәйне:

«Борон, был ерҙәргә әле әҙәм аяғы баҫмаған бер саҡта, бында тик бөркөттәр генә йәшәгән. Ҡоролоҡтанмы ҡасып, ишле мал-тыуарына көтөүлек эҙләпме был яҡтарға килеп сыҡҡан бер ырыу ошонда туҡтаған. Өйөрөлөп осҡан бөркөттәрҙе күреп, был ерҙе Бөркөтлө тип атаған. Ташлы-таулы, ҡара урманлы был төбәкте халыҡ башта бер ҙә өнәмәгән. Йылҡы көрәйеп, мал-тыуар утыҡҡас, килгән яғына – далаға кире китербеҙ, тип уйлаған. Ә бына ырыуҙағы бер егеткә, үткер күҙле, сәсән телле Йәнгүҙәйгә, урманлы-ҡаялы, алғыр бөркөтлө, сәскәле-туғайлы был төбәк иҫ китмәле гүзәл тойолған. Улай ғына түгел, ғашиҡ булған егет был ергә. Ғашиҡ булмаҫлыҡмы? Юғарыға ҡараһаң, кәпәсең төшөр бейеклектә ҡат-ҡат ҡаялы, ҡарағаслы-ҡайынлы тауҙар; ҡаялар аҫтында толом туҙғытҡан һыу инәһен хәтерләткән боҫрап та ятҡан тәрән күл. Етмәһә, шул күлгә иртә һайын нескә билле, текә түшле йәш бер сибәр, керт-керт баҫып, ҡашмау-сулпыларын сылтыратып, һыуға килә... Йөрәгенә һыймаған шатлыҡ, матурлыҡҡа мансылған был һөйөнөс, егет күкрәген ярып сығып, йыр булып баяғы ҡаяларға бәрелгән, нур булып бөркөттәр саңҡылдаған күккә олғашҡан:

Һа-ай! Иртәнсәккәй тороп, бер ҡараһам,

Уң ҡулында көмөш йөҙөк, ҡуш беләҙек, билкәй нәҙек...

Саңҡ-саңҡ итә Өйрәндек бөркөтө, һай !

Саңҡ-саңҡ итә Өйрәндек бөркөтө!

Көтмәгәндә ҡыуаныслы ауаз-йыр ишеткән кешеләр, ҡапыл һиҫкәнеп, уянып киткәндәй була, тирә-йүндәренә айбарлы ҡараш ташлай, ә ырыуҙаштарының билен яҙыуын күргән сәсән тағы ла ярһыбыраҡ йырлай:

Һа-ай! Өмөт өҙмәң, дуҫтар, был донъянан,

Байрам булып китер бер көндө...

Саңҡ-саңҡ итә Өйрәндек бөркөтө, һай,

Байрам булып китер бер көндө!

Йыр тыуҙырыуға һәләтле ер әҙәм йәнен арбаусан була. Шулай итеп, халыҡ иркен дала төҫө һеңешкән күңеленә ҡаялар ғорурлығын, бөркөттәр бөйөклөгөн ҡушып, ҡурпы-тоҡом йәйелдереп, ауыл-ауыл ойҡашып, ошо ергә ерегеп, өйрәнеп, тауына Өйрәндек, йәғни Ирәндек тип исем ҡушып, йәшәп киткән».

Инсаф үҙе иһә ауылы тирәһендә йылҡы сырҡырап, һыйыр мөңрәп, кәзә-һарығы эркелеп торған саҡтарҙы төшөндә күргәндәй генә хәтерләй. Ауылдың клубын, ауыл Советы йортон, медпунктты боҙоп, совхоз үҙәгенә алып киткәндәре саҡ-саҡ иҫендә. Ауыл осондағы «мөгәзәй» тип йөрөтөлгән иген келәтен дә емереп, эре-эре ағас бүрәнәләрен ҡайҙалыр ташынылар. Шул мөгәзәйҙе боҙғас, ауыл буйлап ҡомаҡтар таралды. Инсафтарға ла килеп тулды шул мәлғүндәр. Малайҙың көсһөҙлөгөн шәйләп ҡалдылармы, тиз арала унан ҡурҡмаҫҡа өйрәнеп алдылар. Унан бирле нисәмә йыл үтте, ауылда кеше кәмегәндән-кәмене, ә улар, киреһенсә, үрсегәндән-үрсей. Инсаф шуларға ҡапҡан ҡороуҙан бушамай хәҙер.

– Инсаф! Ауыҙыңа май булғыры... Ҡайҙа һин?!

Сөнәғәт ҡатыны Сәлихә еңгәһе тауышына һиҫкәнеп, Инсаф уйынан бүленде, балтаһын түмәргә батырҙы ла ҡапҡаға йүнәлде:

– Нимә бар?

– Еңгәң килә ята! Ана, ҡаршы сығып ал!

Ул арала еңгәһе үҙе күренде. Ҡапҡаға ингәс, сумкаларын ергә ултыртты, ҡулының һырты менән маңлайында бүрткән тир бөрсөктәрен һыпырҙы:

– Һин Инсафмы? Бына туғаныңды алып килдем. Помощница булыр үҙеңә.

Инсаф шунда ғына уның артында аңшайып торған зур зәңгәр күҙле, алты-ете йәштәр самаһындағы төйөрөм генә кәүҙәле ҡыҙ баланы шәйләне.

– Ағайың менән поздоровайся, Снежана! Ул әтиеңдең бер туған братишкаһы. Әнкәй өйҙәме?

Инсаф өйҙә тигәнде белдереп баш һелкте, кәрәккән-кәрәкмәгәнгә тамаҡ ҡырҙы, ят ҡунаҡтар менән артабанғы мөғәмәләне нисек ҡорорға белмәйенсә, килешһеҙ хәрәкәттәр яһаны. Быны күҙәтеп торған Сәлихәнең түҙеме етмәне, ахыры:

– Быларға ҡарап торһаң! – тине лә сумаҙандарҙы елтерәтә эләктереп өйгә атланы. – Әйҙәгеҙ! Әйҙә! Ҡарсыҡтың шәп сағы булһа-а. Әллә ҡасан ҡаршы сығып йүгерер ине лә!

Ҡунаҡтар артынса тәпәш өйгә теркәлгән солансаның таҡта ишеге шапылдап ябылды.

Дөрөҫөн әйткәндә, ҡунаҡтар килеү ваҡиғаһы Инсафты артыҡ биләмәне. Әлбиттә, егермеләп өйгә тороп ҡалған, Сәлихәләрҙе иҫәпләмәгәндә тик ҡарт-ҡоро йәшәгән ауыл өсөн Себер һынлы ерҙән ҡунаҡ килеп төшөү үҙе бер оло ваҡиға инде ул. Күрше-тирә, алыҫтан килгән күрмәгән киленде күрәйек әле тип, килеп тә сыҡҡыланы. Ә Инсафҡа нимә? Ауыҙын сейә ҡыҙыл буяуға буяп, күҙе-башын уйнатып, шәрә түшен ҡайҡайтып, башҡортсаһын, татарсаһын, руссаһын бергә бутап хәбәр һөйләп, ҡолаҡ ярыһын ярырҙай итеп шыңғыратып көлөп йөрөгән Рима менән ни уртаҡлығы бар уның? Рима, былай, иҙән дә йыуа, өйҙө лә йыйыштыра, ашарға ла бешерә. Инсафҡа ла ураған һайын һүҙ ҡушҡан була. Бер көн хатта лапаҫ аҫтында утын ярған ҡәйнеше эргәһенә сығып та ултырҙы. Дөрөҫөрәге, башта ултырҙы, аҙаҡ Инсаф үҙенә ял итер өсөн яһап ҡуйған һикегә салҡан төшөп ятып алды:

– Скучно тут у вас!

Инсаф быға ҡарата эйе лә, юҡ та тимәне – уның бит эш муйындан. Утынды бер яҡлы ҡул бысҡыһы менән бысып алғансы ғына ярты йәйең үтә яҙа. Ә бесәне? Бер үҙе саба, йыя, күбәләй. Баштараҡ бесәнде ике тәгәрмәсле арбаға үҙе егелеп ташып хитланды, аҙаҡ, Ишбулды ҡарттан күрмәксе, һыйырын еккегә өйрәтте. Унан башҡа бит әле картуф баҡсаһында ла бер үҙе эшләй. Шулай булғас, күңелһеҙләнергә ваҡыты ҡаламы ни уның?!

– Кроме стариков ауылда бер кем дә юҡмы?

– Юҡ.

– Инте-ресно... – Рима бер аҙ шымып ятты ла, терһәгенә таянып, башын ҡалҡытып, ҡабырғаһына, Инсафҡа табан әйләнде. – Ә ауыл артында йөрөгәндәр что за кешеләр?

– Буровиктар.

– Да? Нимә, әллә бында нефть запасы тапҡандармы?!

– Нефть түгел – һыу. Һыу яман күп ята, ти, аҫта.

– Ә ул һыу кемгә кәрәк?

– Рудникка тиҙәр шикелле.

Дөрөҫөн әйткәндә, Инсаф был хаҡта үҙе лә йүнләп белмәй. Уларҙан һораманылар бит. Килделәр ҙә ҡаҙа башланылар. Ауылдан алып рудниккаса йыуан торба ла һуҙып яталар. Ауылдың олоһо Ишбулды ҡарт ҡына: «Тәбиғәттә буш урын булмай, һыуҙы һурып алһалар, ауыл зыяраты-уты менән ер аҫтына убылып төшәсәк!» – тип әллә ҡайҙарға барып йөрөп ҡарағайны – рәт сығара алманы.

– Да-а... – Ята биргәс, Рима йәнә Инсафҡа өндәште. – Ә һин үҙең эшләмәй тик ятаһыңмы?

– Эшләйем... – Инсаф көлөмһөрәне. Ни тиһен инде? Уның эше лә шул, ашы ла шул. Бынан ике йыл элек Яңауылдан килгән ауыл Советы рәйесе бөткән мәктәптең асҡысын тоттороп китте.

– Мәктәп бинаһы клуб хеҙмәтен үтәр. Онотҡанда бер кино килтерһәләр ҙә, иҙәнен һепереп, тәрбиәләп тор, – тине. Ҡыш, утыны булмағас, клуб бикле тора, йәй арлы-бирле кино килтерәләр, көтөү сығыр алдынан бер йыйылып алалар, шуның менән – вәссәләм. Инсафҡа клубтың асҡысын һаҡлаған өсөн ҡырҡ һум аҡса түләйҙәр.

– Ә нимә эшләйһең? – Ҡыҙыҡһыныуы шул тиклем көслө булдымы – Рима хатта тороп ултырҙы.

– Клуб ҡарайым.

– Клуб?! Ә ҡайҙа ул?

– Оста. Элекке мәктәп. Әле унда буровиктар йәшәй.

Инсаф ни тиклем аҙ һүҙле булмаһын, Рима уны һаман һөйләштерергә тырыша. Бына ул, һикенән тороп, утын түмәре өҫтөнә килеп ултырҙы:

– Слушай... Күршегеҙ Сәлихә лә яңғыҙмы? Ҡарсыҡ түгел бит әле ул.

Инсаф балтаһын ҡулынан ысҡындырмай ғына эшенән туҡтап торҙо:

– Сәлихә еңгәйме? Уның ире, Сөнәғәт ағай, ҡалаға сығып китте. Күптән инде... бер ун йыл булалыр. Фатир алғас, еңгәне күсереп алам, ти. Еңгәй бармаҫҡа итә шикелле...

– Вот дура!

Инсаф тағы өндәшмәне, эшен дауам итте. Сәлихә китһә, Инсафтарға ҡыйын булыр, тип уйламаймы икән был? Бөркөтлөләге лавкала һатыу иткән дә, төрлө яңылыҡты халыҡҡа еткереп торған да шул. Өҫтәүенә, Инсафҡа кейем алып бирешә, әсәһен ике аҙнаға бер мунсаға төшөрә, кейеменә тиклем йыуып биреп тора.

Һүҙгә һаран ҡәйнеше эргәһендә артабан тороуҙың фәрҡен тапманымы – Рима урынынан торҙо, артҡа шаҡарылып кирелеп алды ла үҙ алдына һөйләнгәндәй итеп:

– Пойду! Һыуға барайым, заодно Снежанку искупаю, сама искупаюсь, – тип утынлыҡтан сығып китте.

* * *

Йылғанан Рима кисләтеберәк ҡайтты, йыуған керен ҡапҡа һайғауына элгән арала һыйыр һауып ултырған Инсафҡа:

– Инсафчик! Видео килгән. Клубтың асҡысын һорайҙар! – тип ҡысҡырҙы.

– Видия? Уныһы ни?

Так вот, буровиктарға күрһәтергә видеофильм килтергәндәр. Хаҡы бер һум, ти. Так что собирайся, барабыҙ!

– Әллә... Әсәйем аҡса бирһә....

– Ха-ха! Әсәй... Ә мин ни өсөн? Белгең килһә, Снежананың атаһынан сыҡҡан пенсияһы әсәйең менән икегеҙ алған аҡсанан күберәк. – Рима муйынына нәҙек бау менән генә эленеп торған, түштәренең ҡарағусҡыл имеҙлеген дә ҡапларға ярамаған күлдәктән килеш Инсаф янына сүгәләне. – Шунан, барабыҙмы?

Еңгәһе яғына ҡарамаҫҡа тырышһа ла, үҙенә яҡын уҡ килгән шәрә тәнде, улай ғына түгел, яланғас түштәрҙе күреүҙән Инсафтың ҡолағына ут ҡапты, һөтөн биҙрәгә түгел, әллә ҡайҙа ситкә һауа башланы.

Былар үҙҙәре, ғөмүмән, әллә ниндәй шәрә халыҡ. Снежанаһы кейгән күлдәкте инде, ташҡа үлсәйем – ботоноң төбөн дә ҡапламай. Үҙе ер аяғы – ер башы ерҙән бер түгел, ике ҙур ҡурсаҡ килтергән бит әле. Көндәрен ана шуларҙы бер кейендереп, бер сисендереп үткәрә ҡыҙыҡай. Ҡурсаҡтарҙың төҫө лә ҡатын- ҡыҙ тәненә оҡшағас, шуларға ҡарап тороуҙы ла яйһыҙ кеүек күрә Инсаф.

– Итак, решили: барабыҙ! Рима Инсафтың ҡулынан һөтлө биҙрәне алды. – Мин һинең аҡ күлдәгеңде йыуҙым, шуны кейеп тороп ал да – гуляй, Вася!

Күлдәкте кейҙергәс, еңгәһе шарҡылдап көлә-көлә Инсафты әйләнеп сыҡты:

– Ну вот! Чем ты не егет? Бына тигән егет! – Шунан ҡапыл усы менән ауыҙын ҡаплап артҡараҡ сикте. – Инсаф... Да ты же на брата своего здорово похож!

Был һүҙгә урындыҡ мөйөшөндә ятҡан әсәһе лә ҡыбырлай биреп ҡуйҙы:

– Оҡшамаҫҡа әллә... Ағаһы булғас, оҡшар шул, – тине. Тауышында ҡәнәғәтлек сағылды. Күҙ алдында һаман яҫы ҡара ҡашлы, үткер ҡарашлы, бейек текә маңлайлы, йәш, көслө булып баҫып торған Ансаф ағаһының һыҙаттарын еңгәһенең үҙендә табыуы Инсафҡа ла тәьҫир итмәй ҡалманы, олпат-ҡырҡыу хәрәкәт менән аллы-гөллө күлдәк кейеп өйҙән сығып барған еңгәһе артынан атлыҡты.

Улар клубҡа барып еткәндә, халыҡ әле йыйылмағайны. Кино күрһәтергә килгән егеттәр «Жигули»ҙары-нан әллә ниҙәр бушаттылар, эскә индереп урынлаштырҙылар. Киноның башланырын көтөп ултырған арала Рима буровиктарҙың әле береһенә, әле икенсеһенә һүҙ ҡушты. Быларҙың һөйләшкәнен тыңлап ултырып, Инсаф буровиктар тормошоноң еңгәһенә ят түгел икәнен, үҙенең дә шундайыраҡ ерҙә ашханала эшләүен төшөндө.

Кино башланыр алдынан ғына йәнә бер кеше килеп инде, ул да булһа Ишбулды ҡарт. Ингәс ҡысҡырып сәләм бирҙе, шунан, тирә-яғын байҡаштыра биреп торҙо ла, таныш йөҙҙәр бүтәнсә күренмәгәс, Инсаф эргәһенә ҡунаҡланы.

– Ҡарап ҡарайыҡ әле, – тине ул, һыҙлаған аяғын рәт араһына ипләп урынлаштырып ҡуйғас, – гурыт халҡы нимә менән көн уҙғара икән...

Бына ғәләмәт, кино Инсафтың бығаса күргән-ниткәндәренә бер ҙә оҡшамағайны, һи!.. Былар менән сағыштырғанда Риманың ярты күлдәк кейеп йөрөүе әлхәмдулилләһи икән әле. Былар ни... инәнән тыума шәрә! Теге... Снежананың ҡурсаҡтары кеүек. Сәстәре лә шуларҙыҡы ише өлтөрәйеп тора. Ә ҡылған ҡылыҡтары... Шуларҙы ҡарап ултыра торғас, Инсафтың тамағы кипте, тәненә ялҡын ҡапты, күҙ алдары томаланды. Күңеленән ул был тамашаны ҡарап ултырыуы оят икәнен һиҙә, һиҙһә лә сығып китмәй, әллә ниндәй тойғо урынынан ҡуҙғалмаҫҡа, экрандағы ир менән ҡатындың бер-береһенән кинәнес табыуын ҡарарға мәжбүр итә. Ниндәйҙер сәғәт ярым эсендә ун һигеҙ йәшенә етеп, ҡатын-ҡыҙҙың тәненә түгел, беләгенә яңылыш та ҡағылып ҡарамаған Инсаф әллә нишләне. Ошоғаса уның һәр ағзаһы үҙенсә, беренә-бере буйһонмайынса, йәшәгән кеүек ине, хәҙер инде бар булмышы дөрләп торған ҙур бер утҡа әүерелде. Инсаф үҙендә яңы кеше уянғанын тойҙо.

Ут тоҡанғанда Инсаф эргәһендәге Ишбулды ҡарттан елдәр иҫкәйне. Ҡайһы арала сығып тайғандыр ул...

Үҙендәге үҙгәреште башҡаларҙың күреп ҡалыуҙарынан ҡурҡҡандай, күтәрелеп ҡарарға ҡыймайынса, башын яурыны араһына йәшерә биреп, абына-һөрөнә ишеккә атланы Инсаф.

Бына ул урамдан килә. Аяҡ аҫтында күпереп ятҡан йомшаҡ үлән, баш осонда кинолағы аҡ сәсле ҡыҙҙың емелдәп торған тештәрен хәтерләткән йондоҙло күк. Һауа шундай йылы, шундай йомшаҡ, хатта ки ул шул ҡыҙҙың ҡабарып торған түштәрен хәтерләтеп танауға тула, әллә сәсәтергә, әллә илертергә итә. Еңгәһе ҡыуып етмәһә, Инсаф йомшаҡ үләнгә ятып йә илар, йә олор ине, моғайын.

– Ну как? Кино оҡшанымы? – Рима йүгергән, күрәһең, ахылдап төшкән.

Бына ул яҙа баҫып тотонор ер эҙләне, әллә ҡултыҡлап алырға итте – Инсаф, үҙе лә һиҙмәҫтән, янтайып өлгөрҙө.

– Ҡырағай! – Еңгәһе бынан һуң үпкәләнеме икән, өндәшмәйерәк килде. Шунан, кеше баҡсаһына үрелеп, муйыл ботағы һындырып алды ла, серәкәйҙәрҙән еңелсә елпенеп, үҙ алдына һөйләнгәндәй итеп, – да... живут же люди! – тип көрһөндө. Уңарсы Риманың кәйефе ҡапыл үҙгәрҙе, кәүҙәһен турайтып, һығылмалы хәрәкәт менән алға ынтылды, тансалағы шикелле әйләнеп алды. – Китәм мин! Хватит! Снежанку пока у вас оставлю. Ағайың иҫән саҡта бала менән горя не было. Ҡалдыра ла һыпырта торғайным. Ну что за отдых с ребенком?! Не правда ли, Инсафчик?

«Инсафчик» йәнә өндәшмәне, күҙҙәре еңгәһенә ҡарап торһа ла, асылда, ул теге ҡыҙҙы, уның ҡоңғорт тәнле ир ҡуйынына йылышҡан йыландай һығылмалы, шыма тәнен күрә ине. Клуб менән өй араһы был юлы Инсафҡа бик оҙон тойолдо, тәнендә баш күтәргән ҡайнар ҡан берсә ҡалтыратты, берсә яндырҙы.

Төндө ул лапаҫ аҫтындағы һикеһендә йоҡламай үткәрҙе.

* * *

Ә бөркөт һаман өйөрөлә. Ерҙән айырыла алмайынса һөйрәлеп йәшәргә мәжбүр заттарҙы көнләштергәндәй, көндән-көн бейегерәк күтәрелә. Уға ҡарап Инсаф: «Өмөт өҙмәң, дуҫтар, был донъянан!» – тип йырлап ебәрер ине лә, эргәһендә дәртлегә дарман биргәндәй зифа буйлы, муйыл күҙле, ҡара ҡашлы ҡыҙҙар юҡ. Булмағанға хөкөм дә юҡ, тиҙәр ҙә бит, йөрәк тигәнең уға ҡарап ярһымай, типмәй тормай бит әле, ниҙелер даулап, ниҙелер яулап, ниҙелер талап итеп, ашҡынып тибә бит әле шул йөрәк!

Бөркөткә ҡарап тороп күҙе талғас, Инсаф, йомортҡа ҡарарға була, тауыҡ кетәгенә инде. Бармаҡтарының йылы, йомро есемгә ҡағылыуы булды, бөтә тәне буйлап ниҙер семерләп үтте, йөрәге ҡалтырап, йыш-йыш тибә башланы.

Ниндәйҙер көс түңәрәк шул есемгә ҡулын бәйләнеме ни – ул беләге буйлап шыйыҡ һары һарҡынды аҡҡанда ғына уянып киткәндәй булды. Сей йомортҡаны ус менән һытып булмай тигән булалар – бына лаһаң?!

Хаслы-үткер йылмайыу менән ул кәртәнән сыҡты.

* * *

Рима юлға йыйына ла башланы шикелле: әйберҙәрен йыуа, үтекләй, тыңҡыслап сумаҙанына тултыра, шул арала ҡыҙына әлдән-әле өгөт-нәсихәт бирергә лә онотмай:

– Башыңа кейеп йөрө! От молока не отказывайся!

– Ты об этом уже сто раз говорила!

– А ты слушай!

– А я че делаю?

Ул арала ишектә Сәлихә күренде:

– Өйҙәләрһегеҙме? Инәй, ни хәлдәһең? Инсаф, еңгәңде беҙгә алып бар. Ағайың да ҡайтты, бергәләп ултырып алайыҡ. – Шул саҡ уның күҙе Риманың тултырылған сумаҙан, сумкаларына төштө. – Бәрәкәт... Әллә китәһең дә инде?!

– Китәм, бер аҙна торҙом бит инде.

– Снежанаңа төҫ инә генә башлағайны...

– Ул ҡалыр, диңгеҙҙән ҡайтышлай алып китермен. Дикарем бит еду, бала менән канительно будет.

– Йә ярай, юлың уң булһын. – Сәлихә, инәһе алдына ашъяулыҡ йәйеп, үҙе килтергән туҡмасты ултыртты. – Китәм тигән кешене тотоп булмай инде. Ана, минеке лә йөрөй бит. Әйтеп торам, совхозға ғына эшкә төш тә ҡуй, тип, юҡ, имеш, ҡалаға өйрәнгән...

Рима, тәҙрә рамына көҙгөһөн урынлаштырып, сәсен ҡабартырға, иренен буярға кереште:

– Боже упаси ауылда йәшәргә! От голода подохнешь!

Сәлихә, сығып барған еренән туҡтап, итләс муйынын борҙо:

– Нимә, әллә астан үлеп барғанға оҡшайбыҙмы?

– Голод тигәндән һеҙ, бахырҙар, ашауҙы ғына уйлайһығыҙ шул инде. Киттек, Инсафчик. Снежана, пошли в гости, тет Салиха зовет!

Инсаф уларға эйәрмәне, ҡапҡаға тиклем барҙы ла тороп ҡалды: кешегә сәйгә йөрөп ғәҙәтләнмәгәс, аяғы тартманы.

Яңғыҙы тороп ҡалғас, Инсаф йәнә утынлыҡтағы һикеһенә йығылды. Башында «голод – аслыҡ, аслыҡ – голод» тигән һүҙҙәр теҙмәһе өйөрөлдө. Шунан еңгәһенең: «Голод тигәндән һеҙ, бахырҙар, ашауҙы ғына уйлайһығыҙ шул!» – тигәненең мәғәнәһен төшөнөүҙән башына ут ҡапты. Аптырағас, ҡулына балтаһын алып ҡараны – эш барманы. Кире ятты, тағы торҙо.

* * *

Ҡапҡа тышында ишетелгән тауыштар һиҫкәндерҙе Инсафты. Ә... тегеләр ҡайтып килә икән. Еңгәһе ғәҙәттәгенән ҡысҡырыбыраҡ хихылдай, Сәлихә иһә ҡунаҡтарын ҡапҡа төбөнән генә оҙата. Ире, Сөнәғәт, Рима артынан яйлап ҡына эйәреп килә торғас, Инсафтарҙың өй алдына уҡ килеп етте. Үҙе былар эргәһендә көсөн нимәгә сарыф итергә белмәгән тоҡом үгеҙе кеүек ҡылана. Бына ул Снежананы бер ҡулында ғына күтәреп күккә сөйҙө, көлә-көлә осонған ҡыҙыҡайҙы икенсе ҡулы менән йылғыр ғына эләктереп алды. Шунан ул, ныҡлығын тикшергәндәй, ҡапҡа бағанаһын һелкетеп ҡараны.

Ҡара, бүтән саҡта мыштым ғына йөрөгән кешене танымаҫһың да: күҙҙәр осҡон сәсә, ҡаштар йәйәләй яҙылған, мыйыҡ көлөп, бөтөрөлөп тора. Сөнәғәттең таһыллығынан Рима ла кинәнес таба, ахыры, көлөп рәхәтләнә.

– Көрәшкә сыҡҡаның бармы? – ти ул.

– Һы! Булмайса.

– Для интереса бер ҡарап торһаң ине!

– Әллә үҙеңде йығып күрһәтәйемме?!

– Хи-ха-ха!

– Һа-һа-һа!

Шунан Рима йөҙөнә уйынсаҡ етдилек сығарҙы:

– Может, беҙгә лә инеп сығырһығыҙ? Вот и Инсафчик с нами посидит...

Сөнәғәт төймәләре ысҡындырып ебәрелгән күлдәк эсенән күпереп сығып торған йөнлө түшен һыпырыштырҙы:

– Рәтең бармы һуң?

Рима йәнә хихылданы:

– Как можно ауылға рәтһеҙ килергә?! Правда... не водка.

Еңгәһенең «не водка» тигәне Сөнәғәт күҙҙәрендәге утҡа кәрәсин һипкәндәй булды:

– Что-нибудь покрепче? Туҡта, мин бисәкәйгә...

Сөнәғәт ауыҙын асҡылағансы, Рима ҡысҡырып та өлгөрҙө:

– Соседка! Айда и у нас посидим!

Сәлихә эйәге менән урам эсенә ымланы:

– Үҙегеҙ генә ултырығыҙ ҙа ҡуйығыҙ инде, мунсаны өлгөртөр кәрәк.

Сөнәғәт ҡатынын ҡыҫтап торманы. Артына әйләнеп, ярар инде, бисәкәй, саҡырғас, ни хәл бармайһың, тигән төҫлө кетер-кетер көлгән булды ла ҡапҡанан инеп китеп барған Рима артынан йомолдо.

Инсаф өсөн был рәүешле ҡунаҡ саҡырыу ысын-ысындан ят ине.

Элегерәк, әсәһе һау саҡта, улар ҙа ҡунаҡ йыя торғайны.

Бындай саҡтарҙа әсәһе көн элгәре әҙерләнә башлар ине: ҡамырын баҫа, ваҡлап икмәктәрен һала, майҙа йыуаса-бауырһаҡ шыжлата, һалмаһын йәйеп, киптереп, ҡырҡып ҡуя: иҙәндәр йыуылып, мейес ағартыла, ҡулйыуғыс янындағы сөйгә һөлгө-таҫтамал эленә, тастың тасына ҡәҙәр ялтыратып йышыла.

Ҡунаҡтар килгәс, йәше-дәрәжәһенә ҡарап урып бүленә, һәр ҡунаҡ үҙе өсөн әҙерләнгән аҫ мендәрҙән урын алғас, ашъяулыҡ түшәлә, табаҡ менән һалма килтерелә, ит турауҙы кемгә тапшырыу мәсьәләһен табындағылар күмәкләп хәл итә...

Бына еңгәһе соландағы иҫке генә өҫтәлгә ашыҡ-бошоҡ ҡына табын әҙерләне, йыуан ҡорһаҡлы шешәләге эсемлекте өс ҡырлы стаканға сирегенән итеп һалып сыҡты.

– Что-ж, әйҙәгеҙ, за знакомство!

– За знакомство! – Сөнәғәт беренсе булып стаканды ауыҙына ҡапланы.

– Ә һин нишләп ултыраһың? Эс! – Рима стаканды Инсафтың ауыҙына яҡын уҡ килтерҙе. – Эс, а то ауыҙыңа ҡоям! Еңгәнде уважать итмәйһең что-ли?!

– Еппәр ҙә ҡу-уй! Беҙ һинең йәшеңдә-ә... – Ҡыҙмаса башына ут өҫтәгән Сөнәғәт ҡулын Инсафтың яурынына һалды. – Йә әле ебеп ултырма. Егетме һин, түгелме?

Эсте Инсаф, йотоп ебәреүе булды – күҙенән йәштәре килеп сыҡты. Бер аҙҙан тәненә йылы, йәненә битарафлыҡ йүгерҙе. «Аңра һарыҡ бәрәне мин, – тип тиргәне үҙен эстән, – шундай һәйбәт нәмәне эсмәй ултырғанмын». Шул саҡ ҡыҫыҡ өй ишегенән әсәһенең:

– Инсаф, балам, кил әле бында! – тигәне ишетелде. Тапҡан саҡырыр ваҡыт! Ултырған еренән үрелеп, Инсаф ишекте гөрһөлдәткәнсе этеп ҡуйҙы. Ә инде еңгәһенең:

– Вот молодчина! Теперь закусывай, закусывай скорей! – тигәне нисектер алыҫтан ишетелгән кеүек тойолдо Инсафҡа. Шулай ҙа яғымлы был Риманың тауышы, ҡолаҡҡа ятышлы. Ул әле түше ябыҡ кофта кейгән, ә Инсаф (ғәжәп!) уның түштәрен теге саҡ һыйыр һауған саҡтағы кеүек, шәрә килеш күргәндәй...

– Ну че ты уставился? – Еңгәһе үпкәләгәндәй итте. – Женщин что ли не видал?

Сөнәғәткә был етә ҡалды, кетер-кетер көлдө:

– Ҡайҙан күрһен? Бында ни кругом ҡарттар ҙа ҡарсыҡтар!

Рима етдиләнеп киткәндәй булды, күҙен ҡыҫа төштө:

– В Якутии мужчины тоже нас не балуют. Поселоктар араһы икешәр йөҙ километр!

Сөнәғәт ҡабырға йәтешләгән консервалы ҡалағын кире өҫтәлгә һалды:

– У-у... не густо, оказывается, у вас! Ә нисек... – Ул Риманың ҡолағына ауыҙын терәп тиерлек ниҙер бышылданы ла, көлөп, артҡа шаҡарылды.

– Нисек тиһең? – Риманың күҙендә осҡондар һикереште: – Инсаф кеүек инсафлы булып йөрөһәң, әлбиттә, бер кем дә килтереп тоттормай. Сослоҡ кәрәк! Хи-хи-хи!..

– Сослоҡ тиң, ә? – Күренеп тора: яуап Сөнәғәткә ғәләмәт ныҡ оҡшаны. – Ишетеп ултыраһыңмы, Инсаф? Еңгәң белеп әйтә ул. Донъя күргән кеше – донъя күргән кеше инде!

Ул арала Рима йәнә шешәһенә үрелде:

– Ну что ж, повторим?

– Һорап биргәнсе һуғып бир, тиҙәр беҙҙә.

Сөнәғәт кеткелдәне. Инсаф әллә ысынлап, әллә әҙәп өсөн:

– Миңә етте, – тигән булды. Ә үҙенә рәхәт. Бөтә тәнен рәхәт кенә йылытып гиҙеп йөрөй эскәне.

– Как етте? – Быны Сөнәғәт менән Рима икеһе бер юлы ҡысҡырҙы.

– Нас что ли не уважаешь?! – Әллә кем кеүек ҡыҫтатып ултырыу ҙа уңайһыҙ бит әле: Инсаф Риманың һалғанын төп күтәрә эсеп ҡуйҙы.

Ярай, тип уйланы ул эсенән, ике стакан нәмәнән ни булыр тиһең, улай ғына бал да, араҡы ла эсеп ҡарағаны бар ҙа инде...

Ләкин, бына хикмәт, Инсафтың ҡапыл ғына быуыны йомшаны. Икмәк телергә бысаҡ кәрәк тигәстәре өйгә инергә иткәйне, атлай алманы, килешһеҙ тубыҡланып, арҡаһы менән ишеккә бәрелде. Әмәлгә ҡалғандай, ишеге асылып китте, Инсаф лап итеп тышҡа салҡатан барып төштө.

– Так, он пьян! Иҫергән! – Рима, сәбәләнеп, уның эргәһендә өйөрөлдө.

– Сам деле... – Сөнәғәт уның аяҡтарынан тотоп, соландағы карауатҡа өҫтөрәне. – Ҡара әле, Инсаф, ятып тор, – тине ул, бирешмәҫкә, торорға маташҡан Инсафҡа. – Эсмәй эскәнгә шулай ул... Спирт, ҡәһәрең, аҫтыртын нәмәкәй шул...

Инсаф барыһын да ишетә, яуап ҡайтарырға теле өйләнмәй ҙә, торорға итһә, аяҡтары тотмай. Ә бына карауат үҙенә тартҡандай, упҡандай. Ошо иҫке карауат теге авариянан һуң уларҙың мынаятына ҡуша тейәлеп килгәйне. Күрәһең, Яңауылда уларҙың әйберен йә бер келәткә, йә ятаҡтың берәй буш бүлмәһенә бушатып торған булғандарҙыр. Кире тейәп ебәргәндә ошо карауатты ни аҙаптандыр ҡуша һалғандар. Инсаф иҫерек булһа, быларҙы хәтерләр инеме? Юҡ, ул иҫермәгән, арыған ғына. Бик ныҡ арыған.

Ә теге икәү өсөн ике донъя – бер мөрйә. Араларындағы ултырғыстан Инсаф тороп киткәс, яурынға яурын, башҡа баш терәп ҡушылышып ултырып алдылар. Рима Сөнәғәткә әллә ни һорап инәлә. Ә-ә... йырлауын һорай. Тегеһе оҙаҡ инәлтеп торманы, Риманан ситкәрәк янтайып, тамаҡ төбөнән ғыжылдап сыҡҡан тауыш менән йыр башланы:

Ҡаҙ ҡанаты ҡат-ҡат була.

Ир ҡанаты ат була.

Сит илдәрҙә күп йөрөһәң.

Үҙ туғаның ят була.

Йырҙың һуңғы юлдарында Рима ҡушылырға итте – барып сыҡманы, әллә йырҙың көйөн, әллә һүҙҙәрен онотҡан булып сыҡты. Шунан:

– Ах, душу... душу раздираешь, Сөнәғәт! – тип уның яурынына һыңҡылдап йығылды.

– Һин нәмә?! Әллә илай инде... Беднушка ты моя... – Инсаф тәрән, татлы йоҡоға китеп барған сағында Сөнәғәттең Риманың башта битенән үбеп алғанын, унан ирененә үрелгәнен шәйләне. – Беднушка...

* * *

Инсаф күҙен асҡанда, өҫтәл тирәһе буш ине. Ябылып бөтмәгән өй ишеге аша көңгөр-ҡаңғыр һөйләшкәндәре ишетелә. Сәлихә еңгәһенең тауышы. Моғайын, ул Инсафтың әсәһенә сәй эсерергә килгәндер. Ана уның:

– Эсә бирер инең, – тигәне ишетелде.

– Эстем, килен, рәхмәт. Иткән изгелектәрең Алланан ҡайтһын үҙеңә. Бала-сағаңдың рәхәтен күреп, ҡушағаң менән ҡуша ҡартайырға яҙһын...

– Әллә инде...

– Әллә, тип ни.

– Ҡала тигәндәренә бер ҙә йәнем тартмай, еңгә.

– Өйрәнерһең. Сөнәғәтуллаға ла ни үпкә. Яңғыҙ йәшәгәненә ни заман!

– Уныһы шулай ҙа...

– Балаларың бар. Бер түгел, өсәү.

– Өсәү... Булдырһаң, дүртенсеһе лә булырға тора.

– Аһ-аһ, шулаймы?! Бирһен Хоҙай!

– Күмәгәйеп китә бит, еңгә?! Сөнәғәткә фатирҙы ла ике генә кумыт бирәләр, ти.

– Тере йәнгә урын табылыр, һәр тыуыр йән үҙ ризығы менән килә.

– Әллә, мин балнисҡа барырға йыйынып бөттөм инде.

– Гонаһ алма, килен.

– Гонаһ тип ул саҡлы... тыумаған баланың тигәндәй... Сөнәғәттең ҡалалағы туғаны: «Нечего нищету разводить», – ти әле.

– Ҡайһылай яңылыша... Эй, килен... Кешене тыңлаһаң ул... Мин дә бит берҙе шулай яңылыштым. Ирем бар көйгә мынау Инсафымдан һуң, бер әхирәтемдең әйткәнен тыңлаған булып, балнисҡа барып ҡуйҙым бит алйот! Ана шул сабыйҙың ҡарғышы төшкәнгә лә ирҙән ҡалып, аяҡтан яҙып ятамдыр мин!..

– Ҡуй, еңгә, көйәләнмә! Үткән эш өсөн ни... йәшеңде әрәм итмә.

– Илайым тиһәм, йәштәрем дә сыҡмай шул инде минең, килен! Ансафымдың үлемен дә шул сабыйҙың рәнйеше төшөүенән күрәм...

– Атаһын!.. Калхузды бөтөрөп, савхузға әйләндермәһәләр, ауыл ҡорор инеме лә, әҙәм тырым-тыраҡай таралып бөтөр инеме?

– Ҡалай ҙа ла гонаһым ҙур минең, килен!

Быларҙың тыныслана башлағанын ишетеп, Инсаф урынынан торҙо. Тамаҡ кипкән. Баш зыңлап тора. Ишекте асты – урындыҡ ширлегендә еҙ самауыр шыжлай. Урындыҡтың бер ситендә Снежана йоҡлай. Ике яғында – ике ҡурсағы. Шуларҙан ул йоҡлағанда ла айырылмай.

– Әйҙә беҙҙең менән. – Сәлихә түрбаштан таҙа сынаяҡ алды. – Нимә, баш ауыртамы?

– Юҡсы... Һыуһатҡан ғына.

– Буғашаған... – Әсәһенең иң асыулы сағында әйтә торған һүҙе был.

Элегерәк булһа, Инсаф, моғайын, ҡыҙарыр ине, әле нишләптер уңайһыҙланманы, ҡомһоҙланып сәй һемереүен белде.

– Тегеләр ҡайҙа һуң? – Һыуһыны ҡанғандай булғас, Инсаф еңгәһенә күтәрелеп ҡараны.

– Әллә тағы... – Сәлихә алмаш-тилмәш урам эсенә һәм тышына ҡараған тәҙрәләргә күҙ ташланы. Ағайың Ишбулды ҡайнағаның хәлен беләм тигәндәй булғайны. Уныһы ла тапҡан ваҡыт. Яҡты күҙҙә мунса төшөрәйем тиһәм...

Һүҙгә әсәһе ҡушылды:

– Ир кешенең ни йомошо күптер. Ҡайтмағанына ла ике йома булып китте түгелме? Ҡайын утындың ҡыҙыуы бер-ике сәғәт торғандан һүрәнәйеп китә һалмаҫ әле.

– Уныһы шулай ҙа... Ир көсө барында һине лә мунса төшөрөп сығарайым тигәйнем бит әле.

– Ҡуй, ҡуй! Килен китһен әле. Ҡунаҡ барҙа оло мәшәҡәт яһауым оҡшамаҫ. – Әсәһе тағы ниҙер әйтергә итте лә тыйылды.

Сәлихә, беләҙекле беләктәрен түш аҫтына ҡаушырып, йәнә һүҙ башланы:

– Әллә инде... Тағы бесән мәле етте. Сөнәғәт быйыл сапмайыҡ, ти. Аптыраҡ әле ул...

– Күсеп китһәң дә сәсеп кит, тигән боронғолар. Эсегеҙҙе тишмәҫ, кәрәге теймәһә, һатырһығыҙ.

Һүҙ ошо ерҙә йәнә өҙөлдө, һәр кем үҙ уйына сумды.

Былар китһә, артабан нисек йәшәрҙәрен күҙ алдына ла килтерә алмайҙыр инде әсәһе. Ул турала уйлай башлаһа, Инсафҡа гел дә ҡыйын була. Ҡалған сәйен һөрпөлдәтте лә сығырға йыйынды.

– Быҙауға үлән йолҡтоңмо? – Был әсәһенең һис бер ваҡыт хәтеренән сыҡмай торған хәстәре. Ни өсөн тигәндә, тирә-яҡта бүре күбәйгән тигән хәбәрҙәр ишетелә, быҙауҙы иркен йөрөтөп ҡуйырға ҡурҡалар.

– Йолҡам хәҙер.

– Бар, бар, ҡараңғы төшкөләгәнсе йәһәтлә.

Келәткә инеп, бесәнгә йөрөткән тоғон алды ла кәртә артына, һыу буйы әрәмәлегенә йүнәлде Инсаф.

Әсәһе ҡараңғы төшөүҙән шулай ҙа тик юҡҡа ҡурҡа: Инсаф был урындың һәр ташын, һәр әрәмәһен күҙен йомоп та эҙләп таба. Элек бында үлән ул тиклем шәп түгел ине, ҡаҙ үләне генә йәшел келәм булып тупраҡты һырығайны. Хәҙер, мал әҙәйгәс, әҙәм тапамағас, үлән ғәләмәт шәбәйҙе, тотош әрәмә кесерткән, ҡарағуранан урман барлыҡҡа килде. Әммә быҙауға ашатыр өсөн үләнде түбәндәнерәк йолҡор кәрәк Селтәрбаш ни етте үләнде ашамай.

Ә быҙауҙы ҡәҙерләмәй сара юҡ: һыйыр ҡартайған. Нисәмә йыл рәттән үгеҙ быҙау килтергәндән һуң, тәүләп орғасы быҙаулауы. Инсафтар киләһе йылға һыйырҙы һуйып, ошоноһон алып ҡалырға торалар.

Инсаф, туҡтап тороп, тирә-яғын байҡаны: кисәге ергә барһа, алыҫыраҡ, уның ҡарауы, үләне шәп – ул шунда тәүәккәлләне.

Күпмелер барғас, әрекмәндең эркелеп үҫкән ерендә, сәйер бер тауыш-өн ишетелгәндәй булды. Был тирә сүпле-ҡутырлы – бер-берәүҙең малы ҡазаланып ятамы әллә? Инсаф, үрелә биреп, тауыш килгән яҡҡа төбәлде. Бәй-бәй... Ҡуйы үлән аша кешенең ҡулымы, ботомо күренә кеүексе?! Ул инде: «Эй, кем бар унда?» – тип тауыш бирергә уҡталғайны ғына, оло әрекмән япрағы аҫтында Риманың бөҙөркәле башын күреп ҡалды. Тағы бер аҙ ҡалҡына биргәйне, бөтөнләй телдән яҙҙы: бына һиңә Ишбулды ҡарттың хәлен белә киткән Сөнәғәт! Ятҡан ерҙәрен әйт әле?! Элек бит бөтә ауыл тиреҫен, бөтә бысраҡ-һаҫрағын ошонда килтереп түгә торған булды. Инсаф бит был ерҙән үтеп киткәндә лә бисмиллаһын өҙлөкһөҙ әйтеп, сир-зәхмәт ҡағылмаһын тип, һаҡланып-ҡурҡып ҡына йүгерә торғайны. Аптырауҙың аръяғына сыҡҡан Инсаф байтаҡ ҡына ҡуҙғала алмай торһа ла, еңгәһе уны шәйләмәне кеүек. Бына ул Сөнәғәткә ниҙер бышылданы, тегеһе тамаҡ төбөнән аңлағанын белдергән өн сығарҙы. Инсаф, дөпөлдәп типкән йөрәгенең тауышы ишетелеүҙән ҡурҡып, тын да алмайынса икенсе һуҡмаҡҡа боролдо.

* * *

Инсаф тоғона үлән тултырып ҡайтҡанда, Рима өйҙә ине инде. Бесәнде бушатҡас, урам эсендә аунаған түмәргә ултырып, еңгәһенең һәр хәрәкәтен күҙәтә башланы. Күренеп тора: Рима эсһә лә артыҡ иҫермәгән, өйгә бер инеп, бер сығып, шартлата баҫып йөрөй. Бына ул, һалҡын төштө, өшөрһөң тип, Снежанаһына йылы кофта кейҙерҙе, һыуға бара һалып килде. Яңынан самауыр шыжлатты. Айыртылмаған һөткә генә дөгө ярмаһынан бутҡа бешереп алды.

Бер аҙҙан ҡапҡа тышына Сөнәғәте лә сыҡты. Быныһы, күрәһең, мунса төшөп, сабынып алған – йөҙө, муйын-һайыны түтәлдә бешкән помидор кеүек алланып тора. Ул, Инсафтар яғына ҡарап тәмәкеһен һура биреп торҙо ла, тышҡы баҡса текмәһенә төкәтеп эшләнгән эскәмйәһенә ултырып алып, балалары менән һөйләшергә, шаярырға тотондо. Снежана ла шунда бөтөрөлә. Телде йүнле-башлы белмәһә лә, ул Сәлихә еңгәнең балаларынан айырылмай тиерлек.

Аптыраны Инсаф, алйыны: бөтәһе лә элеккесә, бөтәһе лә ғәҙәттәгесә. Әйтерһең, әрәмәлектә әле генә бер ни булмаған. Ә, бәлки, Инсаф үҙе бушты күргәндер? Ә, бәлки, бөтә әҙәм, ошолар шикелле, тыштан бер төрлө, эстән икенсе тормош менән йәшәйҙер? Уның әҙәмсә йәшәй белмәгәненә, бәлки, былар ғәйепле лә түгелдер?

Уҙған йыл ошо һыу ятҡылығын ҡарарғамы, запасын билдәләргәме ауылға ике-өс кеше килде. Ҡырҡ йәштәр самаһындағы йыуан бер мәрйә Инсафтарҙа фатирҙа аҙнанан ашыу торҙо. Бер мәлде, әсәһен Сәлихә еңгәһе мунса төшөрөргә алып ҡайтып үҙҙәрендә йоҡларға ҡалдырғас, шул ҡатын уға ишара яһаны, Инсаф иһә аңламамышҡа һалышты, яҡынламаны. Улай ғына түгел, мәрйә ҡайтып киткәнсе ҡалған ике көндө уға күтәрелеп тә ҡараманы...

Ҡараңғы төштө. Инсаф һаман өйгә инмәй, һуҙа. Сөнәғәт тә күптән инеп китте, ҡапҡаларын бикләп, йоҡларға яттылар. Был төндөң нимә килтеререн Инсаф үҙе лә белмәй – күңеленеңме, тәненеңме ошо төндө көтөп зарығыуын тоя.

Күңеленән ошоларҙы кисереп ултырғанда тағы шуға иғтибар итте Инсаф: Римаға ҡарата бер ниндәй ҙә туғанлыҡ тойғоһо кисермәй икән дә ул. Римаға ла, бер ере менән дә ағаһын хәтерләтмәгән уның балаһына ла. Был тойғо, бәлки, ағаһын ҡатыны менән бер ҡасан да йәнәш күрмәүҙән киләлер? Шулай булғас, нимәнән ҡурҡа һуң ул? Йәнә ҡалтырата башланы. Йөрәгенең дерелдәүен еңер өсөн ул үҙ-үҙен: «Ә нимә, башҡаларға ярай бит!» – тип йыуатты. Уға еңгәй булһа ни, Рима Сөнәғәткә лә еңгәй, улар ҙа бит Инсафтарға яҡын ҡәрҙәштәр...

Ниһайәт, Риманың соландағы тимер карауатҡа сығып ятҡаны ишетелде. Килгәне бирле ул шунда йоҡлай. Ҡыҙы йоҡоға киткәнсе генә ята ла, аҙаҡ соланға сыға. Бында йоҡлауы рәхәт, һауа саф, ти. Ни булһа, шул булыр тип, дарҫлап типкән йөрәгенең көсө менән ишекте этәреп асты Инсаф.

Еңгәһенең тәненә ҡағылыуы булды, йоҡоға китеп барған Рима тертләп китте:

– Кто там ?!

– Мин, еңгә...

– Ә-ә... Инсаф... споткнулся что ли?

– Юҡ, һиңә килдем, – артабан һуҙырға көсө етмәйенсә, Инсаф янып барған ирендәрен Риманың яланғас түшенә батырҙы, – һиңә!

Башта еңгәһе ҡаушап, албырғап ҡалғандай булды, унан Инсафтың башын күкрәгенән йән көсөнә ҡаршылашып айырып алды:

– Дурак! С ума что ли спятил?!

– Ә нимә? Башҡаларға ярай бит, – быныһын Инсаф әйтермен тип уйламағайны, быны Риманың уғата ытырғанып ҡаршылашыуы әйттерҙе.

– Башҡаларға... – Рима инде иҙеүе тирәһенә юрғанын ҡымтып тороп ултырғайны. – Куда ты полез! Балбес һин, поросенок! Үҙеңдең көсөң еткәндәйҙе ҡара һин! Понял?! – Шунан еңгәһе тынысланғандай булды – һулыш алыуы ишетелмәй башланы. Инсаф та тәнендә ниҙеңдер өҙөлөүен, һыуыныуын тойҙо. Рима, ҡурҡыныс бөткәнен аңлапмы, әллә шуны аңлатырға теләпме, кире түшәгенә ауҙы. – Тем более я сегодня не го-лод-ная!

Инсафтың ҡолаҡтарына ялҡын ҡабынды:

– Беләм.

– Белһәң, мин дә беләм: я чувствовала рядом человека. – Шунан ул терһәгенә, таянып ҡалҡына төштө, – только об этом ни Салихе, ни бабушке – ни, ни! Слышь: ни-ни!

Инсаф башҡаса өндәшмәне, өндәшерлек һүҙ ҙә тапманы: Рима уны күргән! Күрһә лә, хатта күрһә лә...

Ул әллә ҡараңғынан, әллә зиһене томаланыуҙан абына-һөрөнә тышҡа атлыҡты.

* * *

Рима киткәс, өй бушап ҡалғандай булды. Хатта бөтә донъя толҡаһыҙ бушлыҡҡа әйләнгәндәй. Снежана тороп ҡалһа ла, юҡҡа хисап: бөтә көнө Сәлихәләрҙә үтә.

Үҙенең балалары менән тиң күреп баға шул ҡыҙҙы еңгәһе. Снежана бәғзе ваҡыт йоҡларға ҡайтмай, уларҙа ҡала.

Ә күңелдәге бушлыҡ көсәйгәндән-көсәйә, артҡандан-арта. Китапҡа күңел һалыр инең – китапхана юҡ. Сәлихә еңгәһенең ҡыҙҙарын уҡырға өйрәтер өсөн алып ҡайтҡан китаптарын Инсаф күптән ятҡа белә.

Гәзит-журнал һымаҡ нәмә лә алдырмай Инсафтар: әсәһенең пенсияһы менән үҙенең алған ҡырҡ һумы ашауҙан, кейем-һалым, кәрәк-яраҡ алыуҙан үтмәй. Кино инде ауылға күптән килгәне юҡ, теге видеоларын да ауылығыҙ «некассовый» тип башҡа килтермәҫ булдылар.

Ауыл аҫтындағы һыуҙы һура башлаһалар, эш көсәйер, йәштәр ҡайтыр, тип көткәйне Инсаф, уныһы ла бушҡа булды: ни бары бер насос станцияһы төҙөнөләр. Унда ла кешене эшкә ауылдан алмайҙар, ти. Ҡаланан машина менән килтереп, кире алып ҡайтып йөрөтөргә итәләр, имеш, тип һөйләйҙәр.

Ары һуғылды Инсаф, бире һуғылды, аңҡы-тиңке йөрөй торғас, теге көн еңгәһенән тороп ҡалған йыуан ҡорһаҡлы спирт шешәһенә юлыҡты. Литрлы һауыттың тотош бер сиреге эселмәй ҡалған! Инсаф оҙон-оҙаҡ уйлап торманы – шешәне алып, утынлыҡҡа сыҡты.

Тәүге һалын эскәне үткәндәге һымаҡ ойотто. Икенсеһе уятып, кәйефен күтәреп ебәргәндәй итте. Әммә йырлағыһы килһә лә йырламай ул – көйө юҡ. Ә бына гармун тартҡан кеше булһа, бейер ине ул. Ирәндек итәген бер итеп, анау бөркөт өйләнгән күккә етерлек итеп һикереп бейер ине! Атаһы бейеүсе булған уның. Ағаһы Ансаф та уҡыған йылдарында каникулға ҡайтһа, Ишбулды ҡарттың төлкө кәпәсен һоран алып тороп клубта бейей торғайны. Эх! Уңмаған бер әҙәм булған шул инде Инсаф. Дәрткенәһе бар ҙа, дарманы юҡ.

Юҡ, ысынлап: тотоп эшләйем тиһә – эше, һөйәм тиһә – ҡыҙы юҡ, ә бит теге кинолағы егеттән бер ҙә генә кәм ере юҡ Инсафтың... Үҙен йәлләүҙән күңеле тулышты, күҙенән аҡҡан эре-эре йәш бөртөктәренә ҡушын, ҡалған спиртты һемерҙе Инсаф.

Бер мәлгә йәнә күңеле ирәйеп, тыны иркенәйеп киткәндәй булды, тамырҙарында ҡан ташты, беләк-йөрәгендә көс-ҡеүәт артты. Ә ниңә? Ул кемдән кәм? Әсәһе әйтмешләй, был донъяла бәхетленең үҙе юҡ. Ана, Ишбулды ҡарттың әбейе инде ун өс йыл түшәктә ята. Әсәһе һуң? Улар менән сағыштырғанда, Инсаф бит әле – Аллаға шөкөр, алты ағзаһы теүәл. Төҫкә лә яман түгел икәнен белә ул, ә инде башҡаһы... Еңгәһе теге саҡ ни тине? Көсөң еткәндәйҙе ҡара тинеме? Во-во! Көсөң еткәндәйҙе самала тине... Әгәр ҙә еңгәһе килеп күҙен асмаһа, тормош ошолай була икән тип йәшәп ятыр инеме икән ул? Шулай ҙа видеолағы теге аҡ сәсле ҡыҙмы, әллә Римамы шәберәк?

Уй-даръя ошо ергә еткәндә генә, Снежананың ҡапыл ҡысҡырып илап ебәргәне ишетелде. Ҡаршы барырға уҡталғайны, быуыны тотманы – һикенән мәтәлләп барып төштө. Ахырҙа, ятҡан еренән: «Ни булды, Снежана?!» – тип ҡысҡырғайны, үҙ тауышы үҙенә ят тойолдо.

– Ножку, ой больно ножку!

– Кил бында! Иди сюда!

Бер ҡулы менән тубығынан байтаҡ өҫтәрәк урынды ҡаплап, икенсеһе менән ҡурсаҡтарын ҡосаҡлаған килеш һыҡтай-аҡһаҡлай, Снежана ағаһы янына килде.

– Ни булды?

– Ужалила! Оса укусила!

– Һағыҙаҡ... ағыуын сығарырға кәрәк.

– Бире кил! Близко иди әйтәм! – Күлдәген эсенә тиклем күтәреп, балтырын яланғасландырған ҡыҙыҡай ағаһының башта һағыҙаҡ саҡҡан ерҙе һыйпауын, унан һуң шул урынды һура башлауын тойҙо:

– Больно! Ой, мамочки, больно! Мамочка-а-а!.. – Мәгәр Инсаф кескәй туғанының ялбарыуын ишетеүҙән үткәйне инде. Юҡ ине уның туғанлыҡ тамырҙары менән тоташҡан һеңлеһе. Уның урынын әллә ни ике арала теге видеолағы аҡ сәсле ҡыҙ биләп алды. Күпме көттө уны Инсаф! Тик ниңә ҡысҡыра ул?! Шундай кәрәк сағында ниңә аңламай ул Инсафты?! Бына ул янып барған ирендәре менән ҡыҙыҡайҙың ауыҙын ҡанланы, тегеһе уның телен тешләне әллә – шарылдап ҡысҡырған сағында ҡап бөркә башланы.

– Һин шулаймы әле?! – Инсаф ҡуш ус менән ҡыҙыҡайҙың муйынын һыға тотто. – Ҡарышаһыңмы?! Кеше һайлайһыңмы ?!

...Һәм бөттө. Ләкин, күп тә үтмәй, яңынан башланды. Ун һигеҙ йәшлек егеттең ҡанмаған танһығы төнө буйы ямғырҙан һуң ярҙарына һыймай тулаған йылғалай тулҡынланды, бурандай ҡоторҙо, тауҙарҙы ҡалтыратырға мәжбүр иткән йәшендәй йәшнәне. Аҙаҡ хәлһеҙләнде. Ҡайһылыр ваҡытта нисектер йоҡоға талды.

* * *

Инсаф күҙен асҡанда, ҡояш Ҡараташ өҫтөнән арҡан буйы күтәрелергә өлгөргәйне, һауа зәп-зәңгәр. Эстә ниндәйҙер бушлыҡ, еңеллек, баш ҡына томалана биреп тора. Ул тағы күккә ҡараны. Әлеге бөркөт. Аҙашыпмы ул килеп сыҡҡан был төйәккә, әллә инде тыуған яғы менән бәхилләшергә ҡайтҡан ҡарт бер мосафирмы? Һәр хәлдә, уны күреү Инсаф күңелендә өмөт уятҡайны, уның исемен ауылынан киткән ҡоттоң кире ҡайтыуы менән бәйләгәйне. Туҡта... Ниңә әле ул донъянан бөтөнләй өмөтөн өҙгән кеше кеүек уятҡайны, бәйләгәйне тип уйлап ята? Кисә атҡан таң менән бөгөн атҡаны араһында айырма барҙыр шул? Юҡсы...

Юҡ, бөтәһе лә үҙ урынында: кәртә артында йылға сылтырай, иртәнге һауала әллә ҡайҙа киткән тауыштары менән кем уҙарҙан әтәстәр ҡысҡыра. Ишбулды ҡарттың әтәсе һөстөрә шуларҙы. Бер ҡысҡыра башлаһа, бөтөн ауылды әтәс моңона күммәйенсә туҡтамай.

Шул саҡ яҡында ғына, баш осонда тиерлек, йәмһеҙ тауыш ишетелде. Ҡоҙғон! Рогатканан ата торғас, биҙҙергәйне шуны, тағы килгән икән әрһеҙ нәмә...

Инсаф ҡуҙғалды. Ҡуҙғалғас, өшөгәнен белде. Бер аҙ ҙа түгел, ныҡ ҡына өшөгән. Ә ниңә ул бында ята әле? Һикелә лә түгел, бөтөнләй... ерҙә?! Ә әсәһе?! Ни уйларға белмәй, яңғыҙы аптырап яталыр бит ул? Уның тороп ултырыуы булды – күҙе ҡулындағы ҡан таптарына төштө. Быныһы ни?! Инсаф тирә-яғына күҙ һалырға иткәйне, үҙенән күп алыҫ та түгел ерҙә күлдәге башына ҡапланған Снежананың ибәтәйһеҙ булып йөҙ түбән ятҡанын күрҙе.

– Снежана! – Бер секунд эсендә йөҙө көл төҫөнә инеп ағарынған Инсаф ҡыҙыҡайға эйелде. – Снежана! – Уның алйыған ҡарашы сабыйҙың шәрә тәне буйлап йүгерҙе – бәлки, ул түгелдер?! Шул саҡ ул хәрәкәтһеҙ ҡыҙҙың уң осаһында баш бармаҡ уйымы ҙурлыҡтағы нәҡ «и» хәрефен хәтерләткән миңде күреп ҡалды. – Ансаф.

Ағаһының да тап шул ерендә нәҡ шул ҙурлыҡта миңе бар ине бит! Шуға күрә лә Инсаф уны «ишәк» тип үсекләр ине, ә әсәһе: «Балам илһөйәр булыр, Хоҙай мөһөр баҫҡан!» – тип ҡыуаныр ине...

– Снежана! Туғаным!!! – йыртылған күлдәге бер еңендә генә эләгеп торған баланы Инсаф салҡатан өйләндерҙе, бите уның танырлыҡ түгел ҡан, ғазапланған көйө ҡатҡан күҙ алмаларының әллә йәше кипмәгән, әллә ысыҡҡа мансылған. Шул мәл сабыйҙың битенә өҫтән бер тамсы ҡан тамды. Инсаф шул бер тамсы ҡандың тимер тәмен үҙенең ауыҙында тойҙо.

– Ах! – Ошо ал ҡыҙыл бер тамсы Инсафтың спирт шауҡымынан томаланған зиһенен тамам айнытты, ул егерме өйлө, иртәнге һиллеккә сумған ауылды тетрәндерерлек итеп ҡысҡырып ергә ауҙы: – A-а!!! Нишләнем мин?! Әсәй, Ансаф! Нишләнем мин!!!

* * *

Ә бөркөт һаман өйөрөлдө. Күҙ күреме бейеклектә саңҡылдап, әллә ҡәрҙәштәрен эҙләй, әллә шуларҙы төйәгенән яҙҙырған яҙмышты ҡарғап, әллә яңғыҙ ҡалған үҙен, әллә толҡаһыҙ һерәйеп торған ҡаяларҙы йәлләй...

Ә, бәлки, ул, бөркөттәр генә күтәрелер бейеклектә тороп, ҡасандыр, быуаттар төпкөлөндә, ергә һәм мөхәббәткә дан йырлап, ырыуҙаштарының күңеленә дәрт, мөхәббәт, бөйөклөк сәскән эсе-тышы менән яҡты сәсән бер егетте эҙләйҙер...

Ә, бәлки, ул тыуған тупраҡтарын ташлап сит-ят ерҙәргә һибелгән ир-егеттәргә илегеҙгә ҡайтығыҙ, нигеҙ-ырыуҙарығыҙҙы, күркәм ғөрөф-ғәҙәттәрегеҙҙе ҡоротмағыҙ тигән ғорур оран ташлайҙыр.

Ирәндек бөркөтө бөгөн һис ҡасан булмағанса асырғанып саңҡылдай...

Таңсулпан ҒАРИПОВА.

Фото: Л.Такаевой

Өйөрөлә күктә яңғыҙ бөркөт
Өйөрөлә күктә яңғыҙ бөркөт
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: