Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
7 Октябрь , 19:00

«Әсәйемдең үгәй балаһымын»

– Аборт эшләтмәгәнемә әле лә үкенәм! Тыуырға тейеш түгел инең…Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Уҙған аҙнала матур байрам – Әсә көнө уҙҙы. Әсәйемде, ҡатын-ҡыҙ туғандарымды ҡотлап сыҡҡас, әсә булған әхирәттәремә лә шылтыратырға тотондом. Алина исемле танышыма:
– Сәләм! Байрам менән һине!
– Рәхмәт, Гүзәл. Ниндәй байрам әле, онотоп торам...
– Әсәйеңде ҡотларға ла оноттоңмо ни? Әсәйҙәр көнө бит бөгөн!
– Аһ, шулаймы? – тине лә, танышым түгелеп иларға кереште. – Уға минең йылы һүҙем кәрәк тип беләһеңме?!
– Туҡта, Алина, тыныслан. Берәй хәл булдымы әллә?
– ...
– Алина, һин эштәһеңдер? Әйҙә, миңә сәйгә кил, тәмле итеп алма бәлеше бешер­ҙем. Иптәшем өйҙә юҡ, аулаҡлап һөйләшеп ултырырбыҙ.
– Рәхмәт... Ҡырҡ минуттан эш ваҡытым бөтә, инермен.
Алина менән ике йыл элек танышҡайныҡ. “Үҙәк баҙар” туҡталышы янынан ҡуртымға фатир алып, күсенеп йөрөгәндә бер ҡыҙ подъезд алдында яныма килде лә:
– Әйберҙәрең күп күренә, әйҙә ярҙам итәм, – тип, ай-вайыма ҡарамай, ауыр сумкаларымды күтәреште. – Күрше булабыҙ икән, мин бынауында торам, – тип, ҡаршы ишеккә төртөп күрһәтте. – Үҙем Өфөнән, шулай ҙа ирем менән ҡуртымға фатир алып йәшәйбеҙ, – тип хәбәрҙәрен теҙҙе. – Берәй әйбер кәрәк­һә, оялып торма, ин!
Алсаҡ, ярҙамсыл, һәр саҡ йылмайып торған йәш ҡатын менән шулай аралаша башланыҡ. Уның эскерһеҙ һәм ябай булыуы мине арбаны. Алинаның донъяны тик сағыу төҫтәрҙә күрә белеүе, кешене яманлап һөйләмәй торған һыҙаты оҡшаны. Зарланғанын бер ҡасан да ишеткәнем юҡ ине. Ул сауҙа үҙәгендә һатыусы булып эшләй, малайы үҫә. Был фатирҙан күсеп киткәс тә Алина менән дуҫлыҡ өҙөлмәне. Һирәк-һаяҡ булһа ла, хәлдәребеҙҙе белешеп торҙоҡ.
...Бер сәғәттән Алина килеп инде. Әхи­рәтемдең икенсегә әсәй булырға йыйыныуын күреп, шатланып киттем. Тәмле сәй артында һүҙ артынан һүҙ ялғанды.
– Гүзәл, һиңә бер ҡасан да әсәйем тураһында һөйләгәнем юҡ.
– Әллә берәй насар хәл булдымы? Күңелеңдәге йөктө бушат, еңелерәк булып ҡалыр.
– Ғүмер бүләк иткән кешем мине күрә алмай.
– ?!
– Әсәһе менән уртаҡ тел таба алмай йөрөгән үҫмер бала түгелмен. Миңә 29 йәш, дүрт йәшлек улым бар. Әсәлек хисе миңә ят түгел. Балаңды йәнеңдән артыҡ күрәһең, сирләп китһә, үҙем ауырыһам, яҡшыраҡ булыр ине, тип өҙгөләнәһең... Ә бына әсәйемде аңлай алмайым.
Ул биш балаға ғүмер биргән. Ике ағайым, бер апайым һәм һеңлем бар. Мин тыумаҫ элек атайым менән әсәйемдең аралары боҙол­ған. Эш айырылышыуға барып еткәндә, әсәйем үҙенең йөклө икәнен аңлаған. Тәүҙә аборт эшләтергә уйлаған, әммә атайым аяғына йығылып, баланы һаҡлауҙы һораған (был турала әсәйем миңә кескәй саҡтан уҡ ҡат-ҡат иҫкәртә ине). “Табып ҡына бир, үҙем ҡарармын”, – тип инәлгән атайым. “Әгәр ҙә дүрт бүлмәле фатирыбыҙҙың бер метрына ла дәғүә итмәһәң, баланы табам”, – тигән әсәйемдең шартына ул бер һүҙһеҙ риза була.
Атай менән әсәй рәсми рәүештә айыры­лыш­һа ла, тыуасаҡ сабый хаҡына бергә тороуын дауам иткән. Донъяға килгәс, әсәйем менән ике ай ғына йәшәгәнмен. Шунан атайым мине Нуриман районына, ҡартәсәйем янына алып ҡайтҡан. Ә әсәйем күп тә тормай икенсе кешегә кейәүгә сыҡҡан һәм унан ҡыҙ бала – һеңлем Азалияны тапҡан. Тик ире эшендә фажиғәгә тарып һәләк булған.
Иҫләйем, атайым мине Өфөгә алып килеп, бына һинең әсәйең, апай-ағайҙарың, тип күрһәтә ине. Бергәләшеп кинотеатрға, кафеға, аттракциондарға йөрөй торғайныҡ. Мин уларҙы бик һағына инем. Өфөгә барам, тип йыш мыжығаным хәтерҙә.
Миңә биш йәш булғанда ҡартәсәйем үлде, ә өсөнсө класта уҡып йөрөгәндә атайым гүр эйәһе булды. Ул бик яҡшы, изге күңелле кеше ине. Ғүмере ҡыҫҡа булды шул. Бөгөн янымда булһа, ҡәҙерләп кенә торор инем.
Яңғыҙы дүрт бала аҫраған әсәйем тәүҙә минән баш тартҡан. Атайымдың бер туған ҡустыһы: “Алинаны үҙем ҡарайым”, – тип, документтар әҙерләй башлағас, әсәйем оялышынан мине үҙенә алырға мәжбүр булған.
Кескәй саҡтан үҙемде артыҡ йән итеп тойоп үҫтем. Әсәйемдең үгәй балаһы булдым. Әйтерһең дә, атайыма булған бар үсен минән ала ине. “Биш балам араһында иң ямаҡайы һин булдың. Шул тиклем имәнес инең, хатта ҡулға ла алғы килмәй торғайны”, – тип һаһылдап һөйләп ултыра торғайны. Барыһын да һөйләй башлаһаң – әҙәм ышанмаҫ, йә мине ваҡсыллыҡта ғәйепләй башлар­һың.
Апайымдан ҡалған иҫке-моҫҡоно кейҙем, ә минән ике йәшкә кесе һеңлем Азалия гел сәскәләй йөрөнө. Иң бәләкәйе булғанғамы, уға һәр саҡ иң яҡшы әйбер, иң тәмле ризыҡ тәтене.
Әсәйем, уның ыңғайына апайым менән һеңлем һәр саҡ теләгемә, фекеремә ҡаршы килде. Ҡайһы саҡ үҙемде “Көлһылыу” әкиәтенең геройы итеп хис итә инем. Унда ла бит ҡыҙҙың ике яуыз ҡыҙ туғаны бар. Өлкән ағайымдың миндә бер ҡасан да эше булманы, Тимур ағайым ғына мине аңлай. Ул төҫө һәм холҡо менән атайыбыҙға оҡшаған.
Әсәй ғүмер буйы бухгалтер булып эшләне. Биш баланы ашатып-эсереүгә, тәрбиә биреүгә күп көс, аҡса кәрәк булғандыр. Ҡырыҫ­лығы, бәлки, шунан да киләлер. Хәмер менән дуҫ булманы. Үҙенә ир йоратын башҡа яҡынайтманы.
Мәктәпте тамамлағас, мине ҡайҙалыр уҡыр­ға индереү мәсьәләһе күтәрелмәне. Әхирәтем ыңғайына иҡтисад колледжына барып ҡараным, әммә уңманым. Шунан төҙөлөш әйберҙәре һатылған ҙур сауҙа үҙәгенә эшкә урынлаштым. Шунда һаҡсы булып эшләгән Нуриман районы егете Ринатты осраттым. Әсәйем уны баштан уҡ оҡшатманы. “Азалия кеүек берәй хәллерәк кешенең балаһы менән осрашһаң булмаймы? Апайыңдан өлгө ал, ҡайныһы – судья, ире – бизнесмен”, – тип туҡтауһыҙ һөйләнде.
23 йәшем тулған көндө Ринат тәҡдим яһаны. Йола буйынса никах ҡыҙ яғында үткәрелергә тейеш булһа ла, ул тормош иптәшемдең өйөндә булды. Унда минең яҡтан атайымдың ҡустыһының ғаиләһе һәм Тимур ағайым, еңгәйем генә килде. Әсәйем иһә, эше күплегенә һылтанып, килеп тә торманы.
Азалияның туйы минекенән бер ай алда булды. Әсәйемдең нисек әҙерләнгәнен күрһәгеҙ?! Бай ҡоҙалар менән туғанлашыу уны ныҡ дәртләндерҙе. Азалияның ҡайныһы – ҙур чиновник. Туй затлы ресторанда бик шәп үтте. Өҫтәл ят һыйҙан һығылып торҙо, сығыш яһамаған сәхнә “йондоҙо” ҡалманы. Әсәйем никахлашыусыларҙы күҙ йәштәре аша ҡотлап, әле Азалияны, әле кейәүен үбеп-үбеп алды.
Ә мин туйымда үҙемде шул тиклем яңғыҙ тойҙом. Әсәйем ҡотлау телмәрен ҡоро ғына тотто, бүләге өсөн ныҡ уңайһыҙландым (әйткәндәй, туй сығымын тулыһынса кейәү яғы ҡапланы). Ул үҙен башҡаларҙан өҫтөн тотто, ҡәйнәм менән бөтөнләй һөйләшмәне. Шунан бар ҡунаҡтарҙы аптыратып, банкет бөтмәҫ элек иң беренсе булып ҡайтып китте. Яңы туғандарым алдында оялышымдан ер тишегенә инерҙәй булдым. Их, шул саҡта нисек ҡайғырғанымды белһәң?!
Бәхетемә, ҡайны-ҡәйнәм менән уртаҡ тел таптым, кенәсел түгелдәр. Урта хәлле, айыҡ аҡыллы ябай ауыл кешеләре, башҡаларҙан кәм-хур йәшәмәйҙәр. Ҡыҙ балалары булмағас, мине ҡыҙҙарылай күрәләр. Ҡәйнәм, әсәйем менән арамдың һалҡын булыуын күреп, тәүге аҙым яһарға өгөтләне. “Әсә әсә булып ҡала, холҡо, бәлки, бер аҙ ауырыраҡтыр, әммә ул һине барыбер ярата, борсола. Янына йышыраҡ барып йөрө, хәлен белеш. Ярҙам һораһа, берүк баш тартма”, – тине ул. Һүҙен ҡаҡманым. Бүләк-күстәнәстәр алып, әсәйемә ике тапҡыр барҙым. Тәүгеһендә йылы ғына һөйләшеп ултырҙыҡ. Икенсеһендә тупһанан уҡ ажғырып ҡаршы алды:
– Фатирҙан өлөш тамыр тип, бында йышланыңмы? Ишетһен ҡолағың: фатир өсөн туғандарың менән ғауға ҡуптарып йөрөмә!
– Нимә һөйләйһең? Фатирың да, аҡсаң да кәрәкмәй. Әсәй, миңә һин кәрәк! Әйҙә, татыу йәшәйек!
– Юхаланырға килгәнһең, ҡартәсәңә оҡшап, кешенең эс-бауырына үтеп бараһың! Ауыл йолҡоштары ниндәй этлектәргә өйрәтеп ебәрҙе?
– Әсәй! Нимә һөйләйһең, мин бит һинең балаң?! Һин мине донъяға килтергәнһең!
– Аборт эшләтмәгәнемә әле лә үкенәм! Тыуырға тейеш түгел инең…
Изге ниәт менән килеп, бысраҡ һүҙҙәргә ҡойоноп сыҡтым был йорттан. Үтә ныҡ көйәләнгәнгә ҡаты итеп сирләп киттем. Хәҙер ҡәйнәм менән ҡайным, киреһенсә, әсәйем менән артыҡ аралашыуҙан араларға тырыша.
Улым тыуғас, донъям түңәрәкләнде. Үҙемде Ер йөҙөндәге иң бәхетле кеше итеп тоя башланым. Ҡәйнәм менән ҡайным баланы һөйөп туя алмай. Ә әсәйем ейәнен йәш ярымлыҡ сағында тәүге мәртәбә күрҙе. Күңел өсөн бер ҡулъяулыҡ та бүләк итмәне.
Азалия һеңлем оҙаҡ ҡына балаға уҙа алмай йөрөп, саҡ ҡыҙ тапты. Тик ул сирле булып донъяға килгән. Сит ил клиникаларына күп йөрөттөләр. Ниһайәт, һауығып бара шикелле.
Әсәйем менән бик һирәк күрешәбеҙ. Бер ҡасан да: “Балам, хәлең нисек, мохтажлыҡ кисермәйһеңме?” – тип һорамай. Икенсегә ауырлы икәнемде Тимур ағайымдың ҡатыны аша белеп ҡалған. Кисә эшемә килеп китте.
– Күрәҙәсегә барҙым. Ул, Азалияны туған тейешле бер ҡатын сихырлаған, тине. Бына шуға ул сирле бала тапҡан. Был һинең генә эшең, мөртәт! Барыбыҙға ла насарлыҡ теләй­һең, һәр саҡ көнләшәһең бит. Нисауа, сихырыңды үҙеңә ҡайтарттыҡ. Бик тиҙҙән Азалия кисергән ауырлыҡтарҙы һин дә күрерһең әле, – тип бәддоға уҡып сығып китте.
Бер һүҙ ҙә әйтә алмай, таш һын кеүек ҡатып тороп ҡалдым. Бергә эшләгән ҡыҙҙар тыныс­ландырыусы дарыу эсереп, саҡ кеше хәленә ҡайтарҙы. Әле һин шылтыратып: “Әсәйеңде ҡотланыңмы?” – тигәс, үҙемде тыя алманым. Миңә ғүмер биргән кеше тормошомдо һәр саҡ тамуҡҡа әйләндерергә маташа. Уға иғтибарым да, бүләгем дә кәрәкмәй шул. Был хаҡта кешеләргә һөйләгәнем юҡ ине, атай-әсәйеңде насарлап һөйләү оло гонаһ, килешмәгән эш икәнлеген аңлайым.
Алина тағы ла үкһеп иларға кереште.
– Гүзәл, ниндәй гонаһтарым өсөн Хоҙай миңә бындай яза ебәргән? Әллә тәүге ғүмеремдә бик күп насар эш ҡылғанмын да, хәҙер шуның өсөн яуап бирәмме икән?
Был һорауға бер ни тип тә яуап бирә алманым. Миңә – әсәһен иң яҡын серҙәше һәм таянысы итеп күргән кешегә – бындай хәл-ваҡиғаны башҡа һыйҙырыуы ауыр. Алинаға сабырлыҡ теләнем һәм ҡәйнәһенә күберәк хөрмәт күрһәтергә кәрәклеген әйттем. Ә һеҙ, гәзит уҡыусылар, уға ниндәй кәңәш бирерһегеҙ? Редакцияға хаттар яҙығыҙ.

Гүзәл БИКМӘТОВА.

Фото: ИИ Кандински программаһы ярҙамында әҙерләнде

«Әсәйемдең үгәй балаһымын»
«Әсәйемдең үгәй балаһымын»
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: