Булған хәл
Ҡыҙының был һүҙҙе улай ауыр алырын белмәй, ҡапылғара ысҡындырып ебәреүенә һуңлап төшөнгән Фәнисә апай ни әйтергә белмәне. Кем белгән ул улай ҡайғырыр тип. Ҡыҙы менән кейәүе күптәнән бергә түгел ине бит. Туйҙан һуң күп тә йәшәмәне улар, күп тигәндә бер ярты йылдыр. Сөнки йәш ғәиләлә мөхәббәт тиңһеҙ ине. Сәриәлә Рәшиткә ҡарата һөйөү уты дөрләп янһа, Рәшиткә бары ғәилә тигән төшөнсә генә бар ине. Эйе, Рәшит Сәриәне ғүмерендә яратманы. Кәләште лә ата-әсәһе өгөтө буйынса ғына алды. Йәшәй башлаһаҡ эҫенермен тип уйланы. Юҡ һөйөү уты тоҡанманы йөрәктә. Сөнки Рәшиттең күңелендә башҡа ҡыҙ – тәүге мөхәббәте, тәүге һөйгән йәре урын алғайны.
Туй үтте, ләкин тормош алға барманы. Ҡуйынында Рәшит өсөн йәнен бирер ҡатыны булһа ла, егеттең уйында, күңелендә башҡа ине. Тормош үҙ яйы менән алға тәгәрәне, ваҡыт үтеү менән Рәшит кәләшенең ауырға ҡалғанын белде. Киләсәктә бала һөйөү уйы буласаҡ атай Рәшитте бер аҙ ыңғай яҡҡа үҙгәртте. Был Сәриәне шатландырҙы, уның Рәшиткә ҡарата һөйөүе тағы ла көсәйҙе. Эх, белһә ине шул мәл йәш йөрәк, яҙмыш уларға ниндәй әсе тормош вәғәҙәләгәнен...
– Сәриә , бөгөн минең дуҫ армияға китә. Проводона барырға ине, – тине Рәшит кәләшен наҙлы ғына итеп ҡосоп.
– Рәшит, һин беләһең бит минең хәлде. Бәлки үҙең генә барырһың? – тине Сәриә үҙенең ауырлы икәненә уңайһыҙланып.
Рәшит үҙе генә китте. Нимәлер һиҙгәйне Сәриәнең йөрәге шул мәл. Нисек һиҙмәһен инде, Рәшитенең тәүге йәре шул ауылда йәшәй. Хатта әрмегә китәсәк дуҫының синыфташы бит ул ҡыҙ, тимәк, ул да киләсәк проводоға. Осрашасаҡтар... “Ярар осрашһындар ҙа, ти. Ваҡыт үткән, Рәшит ғәиләле, балаһы булырға тора...” – Сәриә үҙ үҙен йыуаттыла йоҡларға ятты.
Дуҫының өйөнә кереү менән аңғарҙы Рәшит һөйгәнен. Ләкин һөйөү менән томаланған күңеле ҡыҙҙың күңелендә зәһәр сәсеп торған ҡыҙғаныу, көнләшеү ҡатыш мин-минлекте күрмәне. Был төндә айырылған йөрәктәр ҡауышты. Йөрәктәр ҡауышһа ла икеһе ике төрлө маҡсатта ине. Береһе: “Мин – һинеке, һин – минеке!” тиһә, икенсе йөрәк: “Ваҡытлыса ғына...” – ти ине эстән.
Икенсе көн Рәшитте алыштырып ҡуйғандар инеме ни. Ҡайтыу менән тиктомалға енләнде, айырылышыу тураһында һуҙ ҡуҙғатты. Хатта уны тыуасаҡ балаһы ла тота алманы. Әсә-атаһының, туғандарының һүҙен ҡолағына ла элмәне.
Айырылып ҡайтыу Сәриәнең ҡыҙына ла (ҡыҙ бала тыуҙы) ныҡ тәьҫир итте. Әсә ҡайғыһы бала йөрәге аша үтте һәм ҡыҙ йөрәк сире менән тыуҙы. Ишетте аҙаҡ Сәриә Рәшитенең хәлен. Һөйгән йәре уны, һәр ваҡыттағыса, алдап тормош тулҡынына ташлаған.
Һәм бөгөн килеп, йә, Хоҙай, ни ишетә? Сәриә урынынан ырғып торҙо ла, ни әйтергә белмәй ҡыҙының холҡона аптырап, албырғап торған Фәнисә апайға йәбеште:
– Әсәй! Әсәй, был дөрөҫмө??? Ышанмайым, ышанмайым...
Фәнисә апай бер аҙ аңына килгәс, ҡыҙын ҡосаҡлап урынына ултыртты ла, ипләп кенә һүҙ башланы.
– Тыныслан, ҡыҙым, тыныслан. Бәлки иҫәндер ҙә. Минең ишетеүемсә уны үлем хәлендә больницаға алып киткәндәр. Әлегә иҫенә килмәгән тинеләр, машинаһы менән осҡан тиҙәр бит...
Сәриә юыл һүҙҙе ишеткәс бер ни ишетмәй, йән тәслимгә кейенде лә, ҡыҙын ҡосаҡлап сығып йүгерҙе. Ул хатта әсәһенең: “Ҡыҙым, туҡта әле, ашыҡма!” тигәнен дә ишетмәне.
Сәриә тик больница тупһаһында ғына аңына килде. Инергәме, юҡмы? Туғандары ла бындалыр. Ни әйтерҙәр? Сәриәне ғәйепләмәҫтәрме? Шулай ҙа булһа инергә, хәлен белергә кәрәк. Сәриә ауыр һуланы ла больница тупһаһын аша атлап үтте. Ҡатын яңылышмаған, Рәшиттең ата-әсәһе лә, апайы ла бында ине. Улар Сәриәне йылы ҡаршы алдылар.
– Килдеңме, ҡыҙым? Мин һине килмәҫ тип уйлағайным, – тип тәүҙә ҡәйнәһе ҡосаҡлап алды. Ҡатындың куҙ йәштәрен күреп, – Ҡайғырма, килен, бәлә ағас башынан түгел, кеше башынан йөрөй, ти.
– Үҙеңде ғәйепле итеп күрмә, килен, – тип ҡайныһы ла ҡосаҡлап алды Сәриәне йыуатып.
Көндәр үтте, Рәшит аңына килмәне, ләкин үлмәгән йәндә өмөт бар, тигәндәй, өмөт бар ине. Рәшиттең апайы менән Сәриә көн-төн сыҡмай ҡарауылланылар. Ул көн килде – Рәшит күҙен асты. Ләкин хәле үтә ауыр ине. Кемдер кеше булмаҫ, тине, кемдер ышанды кеше булырына. Сәриә лә быға ышанды. Врачтар тырышлығы менән Рәшит аяғына баҫты. Ләкин Сәриәгә ҡарата ғына һөйөүе шул килеш ҡалды. Тик балаһын ғына яратты. Хатта Сәриә рәнйеп:
– Рәшит, мин ни ерем кәм һуң унан?! Бәлки оноторһоң уны? Ул бит һиңә ошо хәлдән һуң башҡа ҡарамаясаҡ, үҙең беләһең. Мин ялҡтым бер өйҙә ике күрше кеүек йәшәүҙән.
Ләкин Рәшит был һүҙҙәргә ҡарата бер ни әйтмәй моңһоу ғына итеп йылмайыр булды. Ул бит үҙе лә белә: мөхәббәтенә һау егет кәрәкмәгәнде, хәҙер уны эшкә лә һанамаясаҡ. Ләкин йөрәккә бойороп булмай...
Рәшит Дәүләткирәев.
Фото: ИИ Кандински программаһы ярҙамында әҙерләнде: