Һаҡмар
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
2 Октябрь , 21:00

Крыса

Ҡайным да, бейем дә кәүҙәгә ҙур ғыналар, бер-береһенән алыҫыраҡ ятҡас, уртала ярайһы ғына тишек бар, крыса инеп китмәле😂😂😂 Мин һәм Илфат ҡәйнеш баш осонда, Илнур ҡәйнеш аяҡ осонда крысаны ҡармаҡлайбыҙ. Үҙебеҙ көлөп үлеп барабыҙ, үҙебеҙ ҡурҡабыҙ. Бер заман крыса ҡайнымдың аяҡ яғынан инеп китте ҡайҙалыр😂😂😂Хырылдау ҡапыл туҡтаны. Мин иҙәнгә һеңдем. Илнур аяҡ осона ятты. Илфат та юҡ булды..Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Беҙ яңыраҡ ҡына өйләнешкән саҡ. Уралиябыҙ бар ине, шикелле. Ике бәләкәй ҡәйнеш беҙҙә , йәйге каникул осоро.

Теге ике ҡәйнеш өй крысаһы алып килгәндәр ине үҙҙәре менән бергә. Аҡ ҡына төҫтә, күҙҙәре ҡыҙыл 🤨 эй һыйпап, көнө буйы ҡуша алып йөрөтәләр, елкәләренә ултырып йөрөй баяғы йәнлек. Миңә, еңгәй , мә, тотоп ҡара, тиҙәр. Юҡ, тота алманым. Шул тиклем имәнес🤢🤢🤢 крыса,крыса инде аҡмы ул, ҡарамы...

Бейем мн ҡайным көнө буйы эштә, уларға теге яңы "ғаилә ағзаһы"н күрһәтеү юҡ. Бер ваҡыт ҡайттылар, ашап алдылар, ҡайным , арытты ла, арытты тип, улай-былай иткәс, йоҡларға яттылар. Ул саҡта өй бәләкәй, ике яҡлы ғына. Бейем, ҡайным, ҡәйнештәр залда яталар. Беҙгә, йәштәргә , 2★2 бер мөйөш бүлеп бирҙеләр. Ҡайным мн бейем бер-береһенән арттырып хырылдашалар. Ике малай ҡытҡылдығы сығып көлә. Бер аҙҙан бышылдап ҡына, еңгәй , еңгәй, помоги, тип Илфат ҡәйнеш беҙҙең яҡҡа килде. "Нимә булды?"- тиһәм, давай сыҡ та сыҡ , тиҙәр. Рәмис тә йоҡлай. Ипләп кенә тороп залға сыҡтым. Илнур менән Илфат крысаны уйната торғас, теге ысҡынып ҡасҡан. Ҡасыу ғына түгел, әбей менән бабай ятҡан диванға үрмәләп менгән дә тегеләрҙең юрған аҫтына инеп киткән😂😂😂

Ҡайным да, бейем дә кәүҙәгә ҙур ғыналар, бер-береһенән алыҫыраҡ ятҡас, уртала ярайһы ғына тишек бар, крыса инеп китмәле😂😂😂 Мин һәм Илфат ҡәйнеш баш осонда, Илнур ҡәйнеш аяҡ осонда крысаны ҡармаҡлайбыҙ. Үҙебеҙ көлөп үлеп барабыҙ, үҙебеҙ ҡурҡабыҙ. Бер заман крыса ҡайнымдың аяҡ яғынан инеп китте ҡайҙалыр😂😂😂Хырылдау ҡапыл туҡтаны. Мин иҙәнгә һеңдем. Илнур аяҡ осона ятты. Илфат та юҡ булды😂

Ҡайным килеп тамаҡ ҡырып ебәрҙе лә:
—Йывырламай ят, яп****ть әбей,- тип ҡысҡырып ебәрҙе😂😂😂 Бейем әллә уянды, әллә юҡ, ҡайным кире "хыррррр" итеп ҡалды 😂

Бер аҙҙан баяғы йәнлек иҙәнгә "туп" итеп килеп төштө. Мин тота алмай, сикәнеп, сырылдап ҡысҡырҙым да ебәрҙем😂😂😂😂 Ҡайным менән бейем синхронно ғына һикереп килеп тороп ултырҙылар😂😂😂. Ҡараңғы залда икәүләп:"Нимә ул, әвей, нимә ул бавай?"- тип хор менән ҡабатлап ултыралар. Мин йәшен тиҙлеге менән барып Рәмис эргәһендә ята инем😂😂😂

—У нимә ҡыланаһығыҙ, яшпашмат малайҙар, кеше ҡурҡытып, а ну-ка ятып бөтөгөҙ!- тип ҡайным ҡысҡырып ебәрҙе.

Ике ҡәйнеш әрләнеп йоҡлап киттеләр. Ярай, мине һатманылар....

Зөлфирә Таһирова.

Фото: Л.Такаевой

Крыса
Крыса
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: