Атай малы (аҙағы) Миңзәлә СИРҒӘЛИНА.
Гәрәй телефонды алмай. Әрләр тип өркәме икән? Күҙ алдынан Буяндың ялбыр яллы башы, бер тотам әсәһе артынан ҡалмаҫ аҡ моронло ҡолоно китмәне. Ҡатын кеше лә атҡа шулай тиҙ эйәләшер икән дә! Бабайы тейәлеп китеүгә нисә генә көн, ә ғүмер буйы етәкләп йөрөгәндәй эҫенде лә ҡуйҙы атҡа Шәрифә әбей. Тамаҡҡа аш бармай, бабайы киткәне бирле сәй эсә торғас үҙәге лә сайылып киткәндәй. Әхирәттәр, күршеләргә ингеләргә күңел төшмәй, ни үҙҙәре инмәй. Һәр кемдә лә шул эштер инде. Йылдай оҙон булды көнө лә. Алда йоҡоһоҙ төн. Уйламаған уй ҡалмай. Нисек бабайына аңлатыр?
Шәрифә әбей телефонының кеҫәһендә ҡалтыранып йырлап ебәреүенә тертләп ҡуйҙы. Ят номер шылтыратһа ғына шулай "йырлай " ул. Әллә бабайына бер-бер хәл булдымы икән? Йә, тиҙерәк баҫ тейешле төймәгә, Шәрифә! Үҙ-үҙен ҡабаландырҙы әбей.
- Алло? Һаумыһығыҙ! - телефондың теге осонда ҡатын тауышы.
- Һаубыҙ әле.
- Шәрифә инәй, һеҙме?
Ҡойолдо ла төштө әбейем.
- Эйе, мин инем...
Шырҡылдата көлөп ҡуйҙы ят ҡатын.
- Инәәәй! Ул тиклем ҡурҡмағыҙ әле?! Был мин, Нәрисә, Сәлихйән апаның янында саҡта танышҡан медсестра ҡатын.
- Әәә, шулай мы ни? Башта уҡ шулай тиҙәр аны, нумир биргәнемде онотҡанмын бит, эй, ҡартлыҡ! Апаң нихәл?
- Сәлихйән апам бөгөн ултырырға "эшкинде". Күңелдәнеп сәй эсеп алды, хәбәрҙәрен һөйләй-һөйләй. Эй, күңелле апа икән үҙе! Бәхетлеһегеҙ инәй!
- Ҡуй инде! Бәхетемде яңы аңланым, терелеп кенә ҡайтһын инде! Уй яңғыҙлыҡ ауыр икәәән?!
- Ҡайтыр-ҡайтыр, Шәрифә инәй! Беләһегеҙме, Сәлихйән апа миңә нимә вәғәҙә итте?
Уй, Аллам! Нимә вәғәҙә итте икән? Һауыҡһам ҡолономдо бүләк итәм тимәгәндер ҙә ул? Ҡарун-ҡомһоҙлоҡтан түгел, ҡолон да өйҙә юҡ бит!
- Һауығып аяҡҡа баҫһам, Буянымды егеп, йәшел бесән өҫтөнә әбейем менән икегеҙҙе ярыш ултыртып, шау еләклеккә апарам, тине. Шуға силәктәрегеҙҙе әҙерләй тороғоҙ тип шылтыратам, инәй, тип шаян көлдө йәш ҡатын.
Шәрифә әбейҙә көлкө ҡайғыһы юҡ, бабайының һауығыуға барыуын ишетеү генә бер аҙ йәненә йылы бөрктө.
- Аллаһы бойорһа, ни бирмәгән Мәүләм! Барырбыҙ, бармай ней! Һауығып ҡына ҡайтһын күсер (кучер) бабайыбыҙ.
- Борсолма, Шәрифә инәй! Һауығыу юлына сыҡты бабайыбыҙ. Оҙағыраҡ ятыр инде түлке. Ике курс лечение алыр навирны.
- Ярай, ярай! Үтер ике аҙнаһы ла! Күңелде хәбәрең менән күтәреүеңә рәхмәт! Хоҙай ярлыҡаһын үҙеңде!
- Инәй, төнгө сменала инем, шуға һуңлап булһа ла званить иттем инде, ғәфү тертләтһәм.
- Юҡ, бер зыяны ла юҡ. Тыныс йоҡлармын исмаһам!
- Хуш-һау булып тороғоҙ!
- Үҙең дә һау бул, Нәрисә ҡыҙым! Бабайыма сәләм әйтерһең, иртән!
- Әбизәтилнә!
Ҡайҙан ғына тыныс йоҡлаһын инде Шәрифә әбей. Күҙен йомһа кешәнәп кәртә буйына Буян килер ҙә, инә алмай кире китер кеүек. Һиҫкәнеп тора, кире ята. Шулай таң да ата...
…Ҡапҡа төбөнә дөбөр шатыр машина килеп туҡтауына тәҙрәгә йомолдо Шәрифә әбей. Гәрәй ине был. Нишләптер өйгә инмәй, урамдан боролоп кире сығып китер һымаҡ күреп, әбей ҡаршыһына ашығып сыҡты. Тупһала осрашты улар. Ғәйепле йөҙ ҙә, ғәфү лә, бейә хаҡы ла юҡ. Бер ни булмағандай һалҡын ғына һаулашыу ҙа, хәл-әхүәл һорашыу ҙа юҡ. Түҙмәне Шәрифә әбей, тауышын ни тиклем бер тонда сығарырға теләһә лә, ҡалтыранды :
- Гәрәй улым! Ни тигән эшең булды был? Аҡсаң булмаһа, еткерә алмаһаң һорап торһаң ни була?! Бирер инек! Ҡайтар тип тә һорамаҫ инем. Бейәне нишләп һаттың?
- Әсәй, шул бейә артынан йөрөп атайҙың үлгәнен көтә инеңме әллә? Былай ҙа вис ҡаҡшаған бит һаулығы. Ошолайтып тартып алып ҡотолмаһаҡ атайһыҙ ҡалабыҙ бит!
- Эй, балам! Атһыҙ ярты үлек бит атаң. Нисек әйтәм инде бына хәҙер? Мин юҡта һатҡан икәнеңде лә аңламаҫ булһа...
- Хәлен врачтар хөрт тигәс, нығынғандыр тип уйлағайным. Әле инеп сыҡтым, Буянды ҡараш тип ултырып ҡалды.
- Бына бит! Йәне сыҡмаған, ә һин йыназа сығарып ятаһың! Ҡабаланмаҫҡа ине!
- Кемгә һаттың? Бар! Алып ҡайт атты.
- Килешмәҫ, әсәй.
- Ә ризалыҡһыҙ атай малын һатыу килешлеме һинеңсә? Атаң һине матайлы итәм тип аты менән саҡ бүре өйөрөнә ҡамалмай, урмандан бесән ташып һатты баҙарҙа. Ҡыштың ҡыш буйы өшөй-туңа, эш һуңынан, ай яҡтыһында ыҙалап йөрөнө. Яңғыҙ бөртөк малайым кешеләрҙекенән кәм хур булмаһын, тип пушты аша яҙҙырып "кәзә" матайы әпирҙе. Күптәрҙең күҙе ҡыҙҙы. Ҡәҙерен белмәнең! Көнө-төнө сабып-онтап, аҙаҡ ҡоро һөлдәһен ҡайҙалыр һөйәп тә киттең. Уйлап ҡара шуны! Ат булмаһа утынһыҙ ҙа, бесәнһеҙ ҙә булыр мәлдәр булды бит. Ҡоролоҡ йылдары атҡа сабып урман төбөнән бесән ташып тыҡты атаң әүеҫтеккә, яҙ ҡаты килде, ыҙаламай ҡыш сыҡтыҡ. Күптәрҙең малы күтәртте бит, иҫләйһеңдер ҙә әле! Ярҙам итмәйһегеҙ, тип тә әйтә алмаҫһың, йыл да һуғымлыҡтан өҙмәйбеҙ, берәр баш башмаҡты һатып аҡсаһын бирәбеҙ көҙ байында. Картуф, май-күкәйҙән дә өҙгән юҡ. Беҙгә ҡарап үпкәләй алмаҫһың! Мохтажың бар инеме? Нишләп өндәшмәйһең?
Гәрәй ошоғаса әсәһе ауыҙынан бер ҡаршылыҡлы һүҙ ишетмәгәс, аптырап ҡарап ҡуйҙы.
- Киленеңә тун әпирәм тип әбищәт иткәйнем, шуға аҡса тултыра алмай инем әсәй. Бирмәҫ инде ул Буянды. Шарт йәбеште бит! Йә һуйып ҡына ҡуймаһа ярар ине...
- Нимә? Быуаҙ бейәне һуғымлыҡ иттеп һаттыңмы ни? Кит! Шул телефон аша булһа ла аңғартырға була, әйтмәнемме ни асыҡ итеп үҙеңә, һатма тинем! Әллә, ат хаҡындай тун кеймәһәк тә ҡырҡылып ятып ҡалманы бер еребеҙ ҙә, хәҙерге би...
- Ярай инде әсәй, атай бер ҡыҙыр ҙа бөтөр. Бәлким туҙынмаҫ та, көйөнмәҫ тә.
- Нисек көйөнмәһен? Буянды егеп еләккә барыуын хыялланып ята ул, белмәһәң!
- Шул бер аты булды! Еләккә ни үҙем апарам, машинала ғына! Ел дә үтә һуҡмай, ямғыр ҙа теймәй, выжт итеп кенә барып етәң!.
- Ана шулайтып аңлатырһың атаңа, нисек һайрарһың икән? Бала саҡта күрмәгәнеңде, үҫкәс белерһең атай нисек икәнен.
Гәрәй йөҙөн бороп мыҫҡыллы йөҙөн йәшереп маташты. Әсәй кеше һиҙмәй буламы ни ни уйлағанын балаһының?!
- Әсәй, Сәғит ағай ҡый түгеүгә генә тип арба тәгәрмәстәрен һорай. Алып торайым әле?
Шәрифә ултырған урынынан ҡалҡынып ҡына торғайны, шаңҡып кире ултырҙы.
- Атты һаттың, хәҙер сират арбағамы?
- Юҡ. Бер-ике генә көнгә тине бит.
- Тештәрен ҡойолдороп бөтмәһә ярай ҙа бит. Түлке атаң ҡайтҡансы урынына ҡуйырһың әпкилеп.
Шуны ғына көткәнме ни Гәрәй, йүгереп тиерлек арбаға барҙы, айнып ҡуймаһын әйткәненән әсәй тигәндәй, тәгәрмәскә лә йәбеште. Рәт-сиратын белмәйме сисергә, арыуыҡ сәкүшкәне сүкеш менән туҡмап ултырҙы. Әбей башы менән Шәрифә белә әле тәгәрмәсте нисек һыпырырға. Әллә тәгәрмәстәр арбанан арынырға ашыҡманымы? Шәрифә әбей һаман тупһала ҡарап торҙо. Кәзәкейе түш кәҫәһендәге келәт асҡысын ҡапшап, ҡамыт-ыңғырсаҡтарға ғына теймәһен тип уйланы. Саҡырһа ла Гәрәй сәйгә лә әүрәмәне. Тәгәрмәстәрҙе багажникка тығып борҡоп турылдап түбәнге урамға табан юл алды...
Бер иш көндәр яй ғына үтте. Шыҡһыҙ кеүек донья. Ҡото уйнап торған донья тотҡаһы ҡубып төшкәнме ни. Ике аҙна ла үтеп бара. Ат та юҡ, ике көнгә ҡый шылдырырға киткән тәгәрмәстәр ҙә тәгәрләне ҡайҙалыр. Хәйер, Гәрәйҙән дә елдәр иҫте. Телефонын тамам һүндереп ҡуйҙы шикелле. Бәйләнешкә сыҡмай. Ҡыҙҙары аша ҡустыларының хәлен һорашһа ла, недоступен ул, ти ҙә ҡуялар. Атаһын дауахананан сығара ҡалһалар, алып ҡайтыр кәрәк тип тә уйламай микән шул бала?
Ниһайәт, Сәлихйәнде сығарыуҙарын хәбәр итте теге шаян телле медсестра Нәрисә. Ҡыуанды ла, һағайҙы ла әбей. Алдап торорға микән? Ошоғаса күпме ғүмер бергә кисеп, бер ҡасан да алдашып ҡарағаны булмағас, аптыранды. Шундуҡ тотолор һымаҡ. Алыҫта торһа ла өлкән ҡыҙ Әлмирә алып ҡайтты атаһын дауахананан. Урам ҡапҡаһын асып ингәстүк:
- Ай-бай! Әбейем шәп тә! Арбаның тәгәрмәстәрен әллә кәритәгә ҡуйып ҡый түккән инде?! Түлке тәртәләрҙе арҡалыҡ менән шаҡарып бәйләп ҡалҡытырға ғына онотҡан икән, - тип, тарамыш ҡулдары менән тәртә ҡалҡытып һыҡтыра ла башланы Сәлихйән бабай.
- Ҡайтып инеп өлгөрмәгән, эш уйлай башланы атай. Ҡуй әле, шул арбаңды! - быныһы Әлмирә ҡыҙ ине.
- Атһыҙ ир - ҡанатһыҙ ҡош ул, ҡыҙым, - Сәлихйән бабай мурт йылмайып тупһанан ашаҡланы...
Алданы Шәрифә әбей. Үҙ ғүмерендә тәүге тапҡыр бабайын алданы. Бейәне ҡарауы ауырлашҡас, Заҡуандың өйөрөнә ҡушып торҙоҡ тине. Ҡаш йыйырып ултыра биргәс, әллә алдауығыҙға ышанып торайым тинеме, әллә ысынлап ышандымы, башын һелкеп ҡуйҙы. Әлмирәне соланға сығарып Гәрәйҙе иҫкәртергә, бейәне алып ҡайтыуҙы тиҙләтергә ҡушып һүҙ ебәртте. Йыйған аҡсанан ат хаҡын үҙем бирәм тип тә өҫтәне. Ни хәл итһен?! Уңай сығыуына ҡыуанып ҡуйҙы Шәрифә әбей. Инде бейәне алып ҡайтһалар!
Ҡыҙҙары ҡайтты. Һәр кемдең дә шул күҙ терәп торған доньяһы - малы бар бит инде. Көҙгө көн иртә ҡараңғы төшә. Урын һалып йоҡларға ятҡанда ла, Сәлихйән теленән Буян төшмәне. Мәрткә киткәнендә ҡолағына ат кешәнәүе, аҙаҡ ялын ялбыратып ялан буйлаған ат күренеүе хаҡында тәфсирләп һөйләй ине бабай...
Шәрифә әбей керпек тә ҡаҡмай төн ауҙарҙы. Сәлихйәне шул тиклем һағынғанмы бейәһен, теленән төшөрмәй һөйләне лә һөйләне. Заҡуан өйөрөнөң айғыры уҫаллығын белгәнгә күрә, ҡолонон, тай тиһәң дә була инде, ситкә типмәһәләр ярар ине, тип борсолдо. Ни тиһәң дә ат малы. Бүре-һәренең ас, ауылға яҡынлаған мәле, ситтә йөрөп сапсып фәлән ҡуймаһа инде, тип һаман шул ҡолоно өсөн өҙгөләнде. Йоҡланымы икән бабайы? Шым ҡалды ул, тик аҙға ғына. Таң беленеүгә ҡыпшырҙап сығып та китте. Һыйыр ҡыуаһы түгел, көтөүҙе ташланы көтөүселәр күптән. Һауып ҡырға ғына ҡыуырға кәрәк. Торорға йыбанып, ята бирҙе Шәрифә. Солан ишеген ипле генә ябып көлә-көлә ингән бабайына аптырап, тороп уҡ ултырҙы.
- Буяндың өйөрҙә икәнен онотоп, кәртә эстәрен ҡарап йөрөйөм. Төшөмдә булдымы икән әтеү, ып-ысын итеп күрҙем, ҡайтып тора икән тип. Кистен-кис буйы һөйләп ятҡайным, эй иҫәр! Тауыҡ төшөнә тары кергән тей, - ҡытҡылдата көлөп ҡуйған булды үҙенә үҙе.
Оторо ҡыйын булды Шәрифәгә был һүҙҙәрҙән. Әллә йөҙөнә бәреп сыҡтымы уйланыуы, һиҙҙе буғай бабайы ла:
- Әллә ауырып тораңмы, әбей? Йөҙөң ҡасҡан.
- Юҡ, ауырымайым. Һин юҡта арыңҡырағайным бит мал артынан йөрөп, - тигән булды иркәләнеп.
Шәрифә ауыр ҡалҡынып тороп сәйен ҡуйҙы. Бабайы уҫаҡ утын һалып усаҡ тоҡандырҙы. Өйҙә бешкән сәй эҫе, мейестең сытырлап янған тауышы ғына ишетелә. Сәйер, шым ҡалды бабай. Әллә һиҙенәме?
- Әбей, төшкө тамаҡ эскәс барып ҡына ҡарап ҡайтайым әле бейәмде. Айғыры бирмәҫ ул, уҫал тиҙәр бит уны. Ситтән генә күҙ һалып тынсыйым күңелде. Гәрәй эсминәһе бөткәс килһә, икәүләп барып алырбыҙ.
- Ҡуй-ҡуй! Ыҙалап йөрөп ней! - Шәрифә әбей нисек тә булһа арҡыры төшөргә сәбәп табалмай үрһәләнде. - Бальнистан яңы сығып тораң, әҙерәк нығын. Ҡасмаҫ атың, өс көндән килер моғайын Гәрәй улың. Алыҫ ергә йәйәү бармаҡсы булып ултыраһыңмы? Кит! Йәйәү йөрөп ней!
- Әллә, күрге килә бит әле. Һағындырған.
Башҡаса ат хаҡында һүҙ ҡуҙғалманы. Ауырырҙан алда алып ҡайтып ауҙарған утындарын да быстыртманы әбей. Эйелеп-туңҡандап йөрөп, әпәт ауырып китер тип ҡурҡты. Унда-бында һуғылып, эш соҡоп көҙҙөң ҡыҫҡаҡ көнөн дә үткәрҙеләр.
Икенсе көн икенселәй һағынды бабай атын.
- Бер ҡасан да өйөр һөйһөнмәгән бейәмдең былай тиҙ өйөргә өйрәнеп ҡайтмауы сәйер бит әбей. Ҡаршы торма, күҙем әле шөкөр үткер, Ҡыҙылъяр тирәһенән генә ҡарап ҡайтайым әле. Заҡуандың өйөрө шул Балсыҡсоҡор тирәһен төйәктәгән бит ул әүәлдән.
- Эй, Аллам! Сыҙамаҫ йән булдың! Бер көн ҡалды, бер генә көн! Тороп тор!
- Ҡарап ҡына ҡайтам, алып ҡайтырға тимәйем бит.
Шәрифә әбей ни тиергә лә белмәй аптыранып йөрөп сәй ултыртты. Башы шул тиклем буталдымы, шәкәр һауытына һоҫоп тороп тоҙ ултыртҡан. Юрамал түгел, үҙе лә һиҙмәй эшләгән быны. Көлөшөп алған булдылар, ҡартлыҡ ғәләмәте тип. Ҡайҙан ғына ҡартлыҡ ғәләмәте булһын инде был бутау! Гәрәй болғаны бит башты!
Әкен-сөкөн өй эштәренә мәжғүл әбей күрмәй ҙә ҡалды Сәлихйәндең йүгән тотоп Ҡыҙылъяр яғына атлағанын. Һәлмәк баҫып, һәр йорт, һәр ҡура артын күҙ уңынан үткәреп, талпынып атлай ине был ҡарт. Ҡулындағы йүгәне аҙымдарын йәмләп сыртылдап ҡуя. Бына Ҡыҙҙар түбәһе. Арҡыс-торҡос бағаналары ауған, кәртәләре һурылып һынып бөткән элекке баҫыу урыны. Арендаға алған ине ошо ерҙәрҙе Марат ҡорҙашының улы. Һай ғына ҡаҙып, әрселмәгән сей уҫаҡты ҡаҙап ҡына сыҡтылар ҙа бит, бер ике йыл үтеүгә унан бынан ауып йығылды ла бөттө кәртәһе. Һөргән ерен әрем, ҡый баҫып оторо йәмһеҙләнде. Ҡалъялай ерҙе кешенән ҡыҙғанып алғас тәрбиәләргә ине... Ауыҙ эсенән һөйләнә-һөйләнә һынған кәртәнән таяҡ һындырып тотоп, бер аҙ таяна биреп атлай башланы бабайыбыҙ. Шулай еңелерәк һымаҡ аҙымдар.
Э-э-й, кәртәһе артында ике биҙрә картуф сәсеп ашамағанды, илле гектар ерҙе эшкәртә буламы һуң әҙәм. Шул Марат ҡорҙашының улын яттан әрләп тә алды. Атаһының малын һатып-һатып техника алды ла, ер үлсәтте. Ярай сәсеп тә ҡуйҙы. Тик мал булмағас ем, иген кемгә? Ыҡтырып мал тотһа, вәт шәп булыр ине. Тере бизнес бит ул мал. Ҡуй инде, Марат ҡорҙаш та малайынан уңманы, мин дә улым юҡ, тип һайрай торғас ул тапҡайны Шәрифәм, әллә ҡыҙҙар араһында үҫеп майырыҡ булдымы, әллә артыҡ иркәләтеп боҙоп бөттөкмө? Нимә һәйбәт гел уға, иң татлы өлөш Гәрәйгә, ти торғас, ауыҙға һоғонорға тип һонғанды ла һонолоп ала башланы бит әй. Әллә, ҡыҙҙарым ат йәнле булдылар былай. Кейәүҙәрҙе әүмәләп, ыҡтырып мал көтәләр. Ҡалаға китәбеҙ тип тә ынтылманылар. Бер-береһенән ҡалғанды кейеп, әрһеҙ үҫтеләр. Ә был Гәрәйгә түлке яңынан-яңы ғына кәрәк. Ҡуй инде, исмаһам бер ат егешеп, ат ҡарашып та йөрөмәне бит малай булып. Лутсы ҡыҙ ғына булып тыуһа, үҫтерҙем дә кейәүгә оҙаттым булыр ине. Ни ҡайтып нигеҙ тотмай, ни батынып берәй эштә эшләмәй, ҡайҙа аҡса күп тиҙәр, шунда осоп-ҡунып тик йөрөй. Әллә, ғүмер буйы бер колхозда, башты баҫып мал ҡарап тик йөрөлдө. Ашарыбыҙға булды, артығын эҙләп тә йөрөмәнек. Хәҙерге балалар ҡомһоҙмо, туймаҫ ҡапҡорһаҡмы әллә?..
Үҙ уйҙарына бирелеп атланы ла, атланы Сәлихйән бабай. Ара-тирә осраған өйкөм малдарҙы ҡарап ары атланы. Ҡыҙылъяр яҡынайҙы. Унан ары Балсыҡсоҡор. Күп ҡалманы, моғайын шуның артындалыр аттар...
Ә был мәлдә әбей үрһәләнеп әле был, әле теге ҡыҙы аша Гәрәйҙе таптыра ине. Тик килен бала ғына Гәрәйҙең телефон номеры үҙгәреүен хәбәр итеп, номерын әйтте. Шылтыраттылар. Сменаһы түгел, һин дә мин балыҡта йөрөй икән дуҫтары менән. Тауышына ҡарағанда һалмыш. Эсе бошто әсәй кешенең. Атаһының ат ҡарарға китеүен әйткәс, ендәнеп телефон аша аҡырырға ла күп һораманы Гәрәй. Бейәнең әлеге хужаһы көткән өсөн хаҡты өҫтәне, алып килеүгә лә түләгеҙ тине тип һалды. Тимәк аҡсаны тотоноп бөткән. Һандыҡ төбөндәге кәфенлеккә тигән тауар аҫтынан һурылып ҡына арыуыҡ аҡса өҫкә сығып ятты. Аҡса һүҙен ишеткәс, Гәрәй бөгөн үк юлға сығырын әйтте...
Балсыҡсоҡор артында аттар юҡ. Ҡаш йыйырып оҙаҡ ҡына тирә-йүнде ҡарап торҙо бабай. Бәлким арыраҡтыр тип атлай бирҙе. Аттар осрай, тик Заҡуандың өйөрө түгел. Ҡыҙғанып алыҫҡа ҡыумаһа әгәр. Көҙ көнө мал юғалыусан, берәйһе ҡыуып ҡуймаһа ярар ине. Яңғыҙ бөртөк бейәнән дә ҡалһам ҡайһылай була инде шунан? Арҡыры һаҙҙы сығып сауҡалыҡтарҙы ҡараны. Юҡ. Сылтырап ишетелгән ҡыңғырау тауыштарына табан атланы. Ят өйөрҙәр булды. Күҙ генәһе тондо бабайҙың. Буяндың уйсан күҙҙәре күҙ алдына баҫып, арып туҡтағанда ғына сығарған уф тигән тауышы ҡолағына салынғандай булды.
Көн кисләне. Бара торғас ҡайһы тирәлә барыуын да бутала башланы. Ауыл яғында йымылдаған уттар ике-өс урында ла ҡалҡып йымылдаштылар. Туҡтап ҡайһы ауыл ҡайһыныһы тип уйлап та ҡараны, ярыш ҡына өс ауыл ултырмағанлығын белә, аҙашты,күҙ алдары буталды ҡарттың. Оторо яңылышмаҫ өсөн, төргәкләп төрөп өйөлгән бесән эҫкерте янына сүгәләне. Туҡтағас ҡына белде аяҡтары томбаҙып арығанлығын. Һалҡын һыуыҡ кис. Күҙ ҙә бәйләнде. Ҡайһы яҡҡа атларға? Ҡайтыр юл тип килгән яҡҡа боролоп ҡарағайны, тау һымаҡ ҡалҡып урман тора. Урман аша үтмәгәйне шикелле. Атлаған ере баҫыу ине. Тәүге тапҡыр аҙашты Сәлихйән. Эх, егелгән Буяны булһа, иҫе лә китмәҫ ине! Хет арбаға салҡан ятып дилбегәне үҙ яйына ебәр, барыбер алып ҡайтып ҡуйыр ине. Әҙәм башы аҙашһа ла, ат яңылышмай бит ул! Тамаҡ ҡатып сәй һорай, ашҡаҙан да үкерә. Һыуыҡ аяҡ табандарының иҫен юйҙырып өшөтә. Шылт иркән тауыш юҡ. Тын. Ҡурҡыныс та хатта...
Гәрәй осоп-елеп тигәндәй Буянды тейәп алып килеүгә китте. Әсәһенең усына йомдорған аҡсаның арыуыҡ өлөшө үҙенә ҡалыуына ҡыуанып бөтә алмай осона. Алдашһа ла ышана ла ҡуя бит әле улары ла, бигерәк бер ҡатлылар! Юл алыҫ. Тейәп алып ҡайтҡанды күрмәһә ишеү ҙә шәп буласаҡ, әйҙә Балсыҡсоҡор яғында йөрөп ҡалһын атаһы. Тик тейәүе бер әтнәкә булды. Тыңлашманы Буян. Инде илле Алла менән тейәп бортты ҡайырып ябам тигәнсе, саҡ үҙен тапамай нуҡтаны өҙөп аша һикерҙе. Бәйһеҙ ҡолон да әсәһе артынан сыйнап сабып киткән булды. Ят ауыл, ят ерҙәр. Тотоп ҡара инде шунан. Гәрәйҙең усындағы аҡса күптән хужаның түш кәҫәһенә күскәйне. Машинаһы менән артынан ҡыуа төшөп эҙләү ҙә урынһыҙ булды. Кәбәнгә төшкән энәләй юҡ булды ла ҡуйҙы Буян ауыл араһында. Бер кем күрмәгән, бер кем ишетмәгән урам тултырып кешнәп үткән бейәне. Күңелһеҙ хәбәр әсәйгә әйтелде. Ә әсәй кеше атаһының да һаман ҡайтмауына борсолоуын әйтте. Йәнен көйҙөрөп, тәгәрмәсте әпкилеп ҡуй тип өҫтәне етмәһә. Машинаға запчасть кәрәккәс, дүрт арба тәгәрмәсенә алмашҡайны. Әпәт аҡса сығара инде.
Бейә ҡасты, тәгәрмәстәрҙе ҡайтарырға ла, ҡул һелтәр кәрәк быларҙан. Суҡынһындар аттары менән! Табылмаһа ни, береһе урлағандыр тиер ҙә ҡотолор. Әсәһе барыбер һатмаҫ!
Быҙауҙарын имеҙмәй башлағаны бирле ҡайтмаған һыйырҙарын таң менән эҙләргә сыҡҡан ауылдашы Мөриттең юлына тап булды Сәлихйән ҡарт. Эҫкерт төбөндә ҡулына шыҡырайта йүгән тотҡан ҡарт йоҡомһорап ултыра ине. Күгәреп өшөнгән ирендәре дерелдәп ниҙер һөйләй, аңлап булмай. Тиҙ генә күтәреп машинаға ултыртып, алып барҙы өйөнә изге ҡотҡарыусы йән.
Шәрифә әбей ҡобараһы осоп ҡаршы алды. Йылынып, сәй эсергә эшкингәс, бабай аҙашыуын һөйләне. Күҙ йәштәре аша тыңлаған әбей, бабайына бейәнең һатылыуын инде һөйләйем генә тигәндә, урам тултырып иртәнге тын һауаны яңғыратып бейә кешәнәүе яңғыраны. Ултырғысын дөбөр-шатыр ҡолатып торған әбей, туйтанлап урам тәҙрәһенә йомолдо. Артҡы ишек әллә асыҡ торған, урам уртаһында манма тиргә батҡан бейә, танауын таржайтып ҡайнар тынын бөркөп ишек-тәҙрә яғына ҡарап, ҡабат-ҡабат әсе кешнәй ине. Артынса дөбөрләп килеп ингән ҡолон да сырылдап кешнәп ҡуйҙы. Өҫтөндәге ураулы юрғанын бөркөп ташлаған Сәлихйән бабай, аяғына ла кеймәй йөн ойоғо менән Буянға ҡолас йәйеп ташланды. Ике яугир яу үтеп осраштылармы ни!
Ҡамыт һуғып сейләнгән муйын, һурылып тартылған бейәһенең арыҡ кәүҙәһен күргән ҡарт, хәлдең тиктән генә былай түгеллеген аңланы. Башын һалындырып бабайға иркәләнгән бейә күҙҙәрендә лә, аҫҡа баҫҡан бабай бите буйлап та йәш аға ине. Ситән егенән күҙәткән Гәүһәр килен, тупһанан сығып ҡатып ҡарап ҡалған Шәрифә әбей ҙә ҡыуаныстан күҙ ситтәрен яулыҡ осо менән ышҡый. Ә арба тәгәрмәстәре ҡапҡа эсенә инеп етер-етмәҫ ерҙә аунап яталар ине...
Сәлихйән ҡарт та, Буян да яйлап һауығып, нығынып элеккесә тормошто дауам иттеләр. Гәрәй ҡылығына бер аҙ уңайһыҙлыҡ кисерһә лә, һуғым ашына саҡырыуға ҡаршы сыҡманы. Килде. Әбей үҙ яйында ғына бабайға барыһын да һөйләп бөткәйне инде, башҡаса һүҙ ҡуҙғатманылар. Кем яңылышмай, аҡса яңылыштырып та ҡуя шул әҙәмде. Атай кешенең башмаҡтарын һатып һонған өлөш аҡсаһынан да баш тартманы, һуғымлыҡтан сабып һалған итте алып, һин дә мин ҡайтып китте. Ҡыҙҙарының үҙ малдары булһа ла, ғәҙәтләнгән атай кеше уларға ла өлөш бүлеп, был юлы ла өлөшләнеп ҡыуанып ҡайтты ҡыҙҙар. Ризыҡ өләшкәндән тик арта ғына икәненә инанып йәшәй ҡарт. Әбейе лә йомарт ҡуллы, май-ҡоротон, эремсек-картуфын әҙерләп, инселәп бөтә. Барыһы ла яҡшы, барыһы ла үҙ урынында ине. Ине...
Ике-өс айлап ваҡыт үткәс Гәрәй ҡаты ауырып дауаханаға инде. Ҡайғырҙы әсәй кеше лә, атай ҙа. Бала бит! Бала сағынан йәшертеп тәмәке көйрәтеп өйрәнгән малай, ҡалаға уҡырға киткәс оторо шаштырып "уйнаны" төтөн менән. Оҙаҡ уйындың аҙағы яҡшы түгеллеген иҫкәртеү ҙә файҙа килтермәгәйне, бына, үпкәләр ҙә түҙмәҫлек сиккә етеп үҙен белгерткән икән. Ауыр әмәлиәттәр (операция), оҙайлы больницала ятыуҙар...
Өй ризыҡтарын тейәп ҡала юлын тапаны Шәрифә әбей. Ҡарт кешегә ауыр ине ҡыш өҫтөндә юл йөрөүҙәре. Түҙҙе. Бала бит ни тиһәң дә! Артыҡ борсолоуҙан ауырып китмәһен тип, барыһын дал белгертмәҫкә тырышты ҡартына. Ауыр хәлдә ятҡан балаңа ярҙам итә алмауҙан ла ауырыраҡ хәл бармы икән? Хәленән килһә ҡырҡып ҡына үҙ үпкәһен, ялғар ине Гәрәйенең яраларын. Юҡ шул ундай сара. Юл буйына илап, өйгә ҡайтып етер саҡта тынысланып, белгертмәй әллә нисә тапҡыр ҡала юлын тапаны әбей. Бабайының һорашыуҙарына йүнәлеп бара тийеүҙән үтмәне. Үпкә генә "баш күтәрмәгән " ашҡаҙанда сей яра ла ҡуҙғалып, тамаҡ ашау яғы ла тартыла төштө бер мәл. Гәрәй һурылып ҡына шәмдәй һүнеп барған кеүек. Әле ул, әле был дауаханаларҙы белешеп, ҡыҙҙары менән шылдырып та ҡаранылар. Тик хәл үҙгәрмәне. Дауалаусы врач ауыҙынан һаумал бейә һөтө килешә тигәнен ишетеп, ауылға алып ҡайтыуҙы хәстәрләргә булды. Хәлһеҙ Гәрәй аяҡтан да яҙҙы. Тотоноп ҡына торһа ла, башы әйләнеүгә, ауыртыныуҙарға зарланып кире ҡоланы урынына. Эс бошороп, килен бала ла ҡыҙын алып әсәһенә ҡайтып китте. Гәрәй уның өсөн юҡ ине, кәрәкмәне ауырыу ир.
Еленләп торған Буянға өмөт итеп Шәрифә Гәрәйҙе тейәп алып ҡайтты. Март аҙағының һыуыҡ көндәре. Иртә еленләне алай ҙа бейә быйыл. Гәрәйҙе алып ҡайтып ике көн үтеүгә Буян ҡолонланы. Ҡолон бер аҙ аяҡҡа баҫып нығынғас, сынаяҡ тотоп ҡына әбей еленен тартып балаһының ауыҙына әҙләп кенә һөт тамыҙҙы. Гәрәй һаумал һөт ашҡаҙандың янып барыуын әҙ генә булһа ла баҫып тороуын әйткәс, ҡыуанды. Күп итеп эсеп булмай, ярамай ҙа. Ҡәҙимге төҫ алды Гәрәй. Урынынан ҡалҡына алманы тик. Ашау сабый кеүек кенә шул.
Йәй етеүгә буйтым таяҡҡа таянып тышҡа сыға алды ир. Әсәһенең Буянды һауғанын һарай мөйөшөнә таянып ҡарап торҙо бер көн. Дөм ҡара күҙҙәрен ҙур асып, еленен тартҡанға иҙырап торған бейәне тәүләп күргәндәй һоҡланып ҡараны. Оҙон ялдарын һелкеп, ләпәк серәкәй ҡыуған бейә, ҡолонон ҡушҡас мороно менән еҫкәп балаһын кешәнәүенә иҫе китте. "Ни тиклем изге хайуан һин Буян! Әгәр һин булмаһаң, бәлким мин күптән ер ҡуйынында ятыр инем. Шифалы һөтөң менән аяҡҡа баҫтырҙың бит, рәхмәт һиңә! Кисер мине, ахмаҡты! Яңылыштым..."
Йүгереп йөрөп мал тәрбиәләгән атаһына, өлтөрәп йөрөп балаһы өсөн өҙгөләнгән әсәһенә эстән генә рәхмәттәрен әйтеп, күңеле йомшарҙы Гәрәйҙең. Ебеклеген күрһәткеһе килмәне, рәхмәтен дә ҡысҡырып әйтергә ҡыйыулығы етмәне... Йүгереп үк китмәһә лә, Гәрәй элекке хәленә әҙ генә булһа ла ҡайтырына ышанып өмөтләнде Шәрифә лә, Сәлихйән дә. Сыҡмаған йәнгә өмөт бер ҡасан да өҙөлмәй шул. Килен бала тамам законлы айырылып, ҡыҙына алимент дауланы. Эшкә яраҡһыҙлыҡ юллап юл йөрөүҙәр, тупһалар тапауҙар... Алай ҙа ҡыҙҙары килеп машиналарында ғына алып йөрөштөләр, былай булһа ҡайҙан инде! Ят ярлыҡамай, үҙеңдеке үлтермәй шул...
Көҙ ҙә етте. Буянды ҡолононан айырып ағытыр мәл дә етте. Ҡолондан бигерәк һаумал һөткә өйрәнгән Гәрәй яфаланды. Яралары һыҙлап, төндәрен ыңғырашыуҙар артты. Дауаханала ятып дауа алып ҡарау ҙа, түләүле алыҫ ерҙәрҙән шифа эҙләү ҙә файҙаға булманы. Өҙгөләнде ололар. Ярҙам итә алмауҙарына яфаландылар.
Ҡыш. Кибеп кенә түшәктә ятҡан улына йылымыс һөтлө сәй һонған әсәһенә Гәрәй :
- Ә-әсс-әй, и-и-меҙгән аҡ һө-ө-ттәреңә ри-риза бул и-инде, - тине.
Хәлдең ул тиклемгә барып етерен уйламаған әсәй, күҙ төптәрен һөртөп кенә башын һелкте. Һонған сәйенә ынтылманы Гәрәй. Өҫтөнән ауыр йөктө ауҙарғандай, күҙҙәрен генә йомдо...
…Күҙ алдында киң ялан, ә ялан буйлап күк ат саба. Бына шул ат, йөгөнөкләп ултырған Гәрәйгә килеп туҡтаны ла, ер тырнап ултырырға саҡыра. Эх! Бер ҡасан да ат башына менеп ҡарамағанмын шул! Ҡайһы яғынан, нисек атланырға? Өйрөлөп йөрөгән егетте көтмәне күк ат. Ялдарын ялбыратып аҡ томандар араһына инеп китте... Ерҙә ҡалды егет. Ат артынан ҡулын һоноп һалҡын ергә йығылды...
Шул йоҡонан башҡаса уянманы Гәрәй.
Ҡырылған тар юлдан мәңгелек йортҡа уны Буян алып барҙы. Сана тултырып тоҙ тейәһәләр ҙә еңел булыр һымаҡ, был Буяндың сираттағы иң ауыр йөгө ине...
Фото: Л.Такаевой