Мотал Рәмов
Шулай ҙа була
“Хушлашыу мәжлесе...”
Баш ҡала дауаханаһында ятабыҙ. Республикабыҙҙың төрлө райондарынан килгән биш ир бер палатала урынлашҡанбыҙ. Аҙна-ун көн эсендә бер-беребеҙгә өйрәнеп, яҡынайып та алдыҡ. Туғандар, дуҫтар килтергән күстәнәстәр бөтәбеҙ өсөн дә уртаҡ – дөйөм өҫтәлгә ҡуябыҙ.
Бер көндө кис Иглин районынан килгән тажик хәбәр һалды:
–Ике көндән мине сығаралар, шуға Яңауыл ҡалаһына барып ҡайтырға булдым әле... Араҡы заводында эшләгән дуҫыма инәм, кемегеҙгә спирт кәрәк, аҡса биреп ебәрә алаһығыҙ!
–Миңә кәрәк ине – ҡайтҡас та һуғымға тип һимерткән үгеҙемде һуйҙырып алырға ниәтләп йөрөйөм, – Саҡмағош егете Данис шунда уҡ аҡсаһын сығарып тотторҙо. – Һәйбәт булды әле... арзанғараҡ та төшөр...
–Сибай нишләп өндәшмәй, кәрәкмәйме ни? – Тажик һораулы ҡарашын миңә төбәй.
–Өфө һынлы Өфөнән спирт һөрәп ҡайтып бармамдыр инде... Үҙебеҙҙә лә булыр әле! – Мин эре генә яуап бирәм.
–Мәйелең! Көслөк юҡ...
Иртәгәһенә тажик ысынлап та Яңауылдан ҙур капрон һауыттарҙа этил спирты алып ҡайтты бит, әй... Заказ биреүселәр ҙә байтаҡ ҡына булған икән. Биш-алты биш литрлыҡ спирт һауыттары тиҙ арала шыпырт ҡына таратылды.
–Тәк, егеттәр, хушлашыу мәжлесе ойоштороп алабыҙмы әллә? – Тажик, мут йылмайып, йоҡлар алдынан ҡалын ғына пакетын өҫтәлгә бушата башланы. Ҡурылған тауыҡ, ыҫланған ит, колбасалар һәм башҡалар табын түренән урын алды. – Әйҙәгеҙ, дуҫтар, тартынмағыҙ, өҫтәлгә яҡынлағыҙ! Бөгөн һеҙ минең ҡунаҡтарым!
Тажик барыбыҙҙы ла өҫтәл артына әйҙүкләй. Унан ҡапыл нимәнелер иҫенә төшөрөп, бот саба:
–Ба, төп һыйым машинала ятып ҡалған бит! Данис дуҫҡайым, һинекен асабыҙ инде – иртәнсәк үк башланмағанын индереп бирермен... хәҙер сысаңлап йөрөгө килмәй...
–Ярай һуң, спирт спирт инде... – Данис, ҡат-ҡат пакетҡа тығып, тумбочка төбөнә йәшергән спиртын һөйрәп сығарҙы.
–Зерә сығараһың, Данис... Иптәш бик ышанысһыҙ күренә... Унан дауаханала эскелек ойоштороуығыҙ килешмәй бит, – мин татар егете Данисҡа үҙебеҙҙең телдә иҫкәртеү яһайым.
–Алдамаҫ ул...
Нуриман районынан килгән мулла Мирхәйҙәр ағай менән мин эсеүҙән ҡырҡа баш тарттыҡ.
–Буш менән булаһығыҙ, егеттәр, белеп ҡалһалар, дауахананан ҡыуып сығарырға ла күп һорамаҫтар... – Мирхәйҙәр ағай ризаһыҙлыҡ белдерә. – Мосолман кешеләренә эскелек менән булыу ярамаған эш бит...
–Һин, бабай, дизагитация алып барма әле унда! Үҙеңде генә бел дә, тик ултыр! – Йылы урында эшләгән тажик дорфа ғына тонда Мирхәйҙәр ағайға ҡаршы төшә. – Эсһәк ни, лаяҡыл булырбыҙ, тиһеңме ни...
Егеттәр башта бик күңелле генә гәпләшеп, көлөшөп ултырҙылар. Тик тора-бара спирт үҙенекен итте тәки – телдәр сиселде, һүҙҙәр буталып, һүгенеүҙәр ҡушылды, тауыштар көрәйҙе... Мирхәйҙәр ағай менән мин үҙ карауаттарыбыҙға шылып ултырҙыҡ. Бына бер заман ярайһы ғына булып алған тажик Мирхәйҙәр ағайға бәйләнә башланы:
–Һин, мулла йораты, фәлән-фәсмәтән, беҙҙең тажиктар ише уҡый беләһеңме хыт?
–Бәйләнмә ағайға! Бик матур уҡый ул... Оҡшамаһа, ана, тажиктарыңды ғына тыңла! Оло кешелә ни эшең бар?..
Минең үҙенә ҡаршы әйткән һүҙҙәрем тажикты оторо енләндерә.
–Ах, ты, башкир, меня учишь, да? – Тажик урынан тороп минең янға килә һәм ул һуғырҙан, был һуғырҙан булып, йоҙроҡтарын болғай.
–Һуғып ҡына ҡара! Түрә йораты, тип ҡарап тормам... Аяҡ-ҡулың ергә лә теймәй ҡалыр... – Минең ҡыҙа башлағанды күреп, Күгәрсендән килгән Сулпан ағай арабыҙға төшә. Ул элекке десант, дәү кәүҙәле, йоҙороҡтары көрәктәй.
–Һин, тажик, шашма, йәме! Юҡһа, бынау йоҙроктар икмәк шүрлегеңә менеп төшөргә лә күп һорамаҫтар... Оронаһы булма минең дуҫҡа!
Әллә Сулпан ағайҙан шөрләне, әллә йөгө етте, тажигыбыҙ эргәләге карауатына арҡыры йығылды ла, әүен баҙарына китте. Мирхәйҙәр, Сулпан ағайҙар, Данис байтаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ әле аҙаҡ. Сулпан ағай, сығып инәм, тип тороп киткәйне, ярайһы ғына оҙаҡлап китте. Баҡһаң, бәҙрәфтә таш иҙәнгә ҡолап башын ярған икән. Уны тиҙ генә реанимация бүлегенә алып киттеләр. Уңғансы булмай, Данис раковинаға ҡоҫа башланы. “Тауышланмай ғына ҡоҫ инде, медсестралар белеп ҡалмаһын!” – тип эргәһендә тороп, һалҡын һыу менән башын йыуып, саҡ йоҡларға һалдым үҙен... Мирхәйҙәр ағай менән палатаны йыйыштырып, тажикты рәтләп һалып, йоҡларға ятҡанда сәғәт төнгө өстө күрһәтә ине...
Иртәнсәк күрше палаталағы ҡатындарҙың: “Төндә нимә булды ул һеҙҙә? Нишләп дөбөр-шатыр килеп, һүгенешә инегеҙ?” – тип төпсөнөүҙәрен иҫәпкә алмағанда, хәл “шито-крыто” ғына үтеп китте. Медсестралар әллә һиҙмәне, әллә белмәмешкә һалышты... өндәшеүсе булманы. Дауаханала ла була икән бындай хәлдәр...
Ә: “Иртәнсәк тулыһын индереп бирермен!” – тигән тажигыбыҙ иртәнге ашҡа ла барып тормаҫтан, әйберҙәрен унан-бынан ғына сумкаһына тыҡты ла, сығып олаҡты.
–Бына шулай, Данис энекәш, ашау тажиктан булһа ла, зәм-зәм һыуы һинән булды түгелме?! Әйттем бит, ышанысһыҙ күренә, тип...
Данис, ҡулын һелтәп, һүгенеп кенә ҡуйҙы...